– Рәзилә, һеҙҙең һәләттәр күп ҡырлы, шулай ҙа һөйләшеүҙе әҙәби теманан башлайыҡ әле. Шиғриәт менән мауығыуығыҙ ниҙән башланды?
– Атайым Шәкирйән Зәкирйән улы Салауатов бәләкәйҙән миндә үҙенең әңгәмәсеһен күрҙе. Телевизор-радионан үҙенең яратҡан йырсыһын йә берәй актерҙы күреп-ишетеп ҡала ла, әйҙә инде миңә улар хаҡында уйҙарын тағата башлай. Һәм мин әлегәсә үҙем белмәгән, әммә, атайым фекеренсә, «шикарный» әртистәр доньяһына сумам, улар менән танышам. Миңә улар күптән «туған» да булып бөттө инде. Сөнки уларҙың һәр ғүмер боролошо, яңы роле, йыры миңә шундуҡ билдәле була бара. Атайым сәнғәт кешеләрен бик яратты. Бәлки, етем булмай, етеш ғаиләлә үҫһә, мөмкинселеге булһа, сәнғәт юлынан да китер ине, тип уйлайым. Тап ул, бер ниндәй махсус белеме булмаһа ла, миңә шиғыр яҙырға өйрәтте. Атайым менән бергә һәр күренешкә, уның йүнәлтеүе буйынса, рифма теҙә башланым...
Бер мәл Фәрит бабайым аты менән бүрәнә һөйрәтеп ҡайтып бара. Бер тәгәрмәсе төшөп ҡалған икән. Атайым әйтә: «Ошолайтыңҡырап шиғыр яҙ ҙа, почта аша ебәрәйек!» – ти. Шунан мин ней, атай һүҙен закон итеп, яҙа һалдым:
Фәрит бабай китеп бара
Бер бүрәнә һөйрәтеп...
Тәгәрмәсе төшөп ҡалғас,
Бара туҙан уйнатып...
Тәгәрмәсе төшөп ҡалғас,
Ҡыйын икән атына,
Кеше-фәлән күрмәйме тип,
Әйләнеп ҡарай артына....
Әлбиттә,был төрттөрөү-хатҡа яуап та оҙаҡ көттөрмәне.Почта аша шиғыр-сәләм килеп төштө:
Рәзилә ҡыҙым бәпкә көтә
Ҡарға алып китмәһен...
Шүлгән ауылында йәшәгән Фәрит бабайым менән шиғыр батлы нисә йыл барғандыр – белмәйем, әммә атайым мине үҙе лә аңғармайынса, шиғыр яҙырға өйрәтте.
Уның кеүек әкиәт яҙырға ла атайымдың гены булышлыҡ иткәндер тием. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, алты ауылды ойоштороп, яңы совхозға туплап эш башлап, арып ҡайтҡан директорҙы кисен көн дә яңы әкиәт өмөт иткән ҡыҙы көтә! Ул бит тапалған иҫке әкиәт һөйләмәй ине! Көн дә яңы, әлегәсә бер кем дә белмәгән һәм ишетмәгән әкиәт тик минең өсөн яңғырай! Был әкиәттәрҙең тик бер минусы була торғайны: өс-дүрт әкиәт һөйләп арыған атайым арып йоҡлай башлай һәм үҙенең әүен баҙарына китеп барғанын абайлай... Әкиәтте лә нисектер тамамлап ҡуйырға кәрәклекте аңлап: «Шунан улар Мораҡҡа килеп еткәндәр ҙә, йоҡларға ятҡандар», – тип тамамлап ҡуя ине. Мин инде йоҡлап киткән атайымды төрткөсләйем: «Атай, йоҡлап тормаһындар, китһендәр шул Мораҡтан!» Әммә арыған атайым әкиәтен шул Мораҡта йомғаҡлап йоҡлап китә. Шул мәлдәрҙә күрше Күгәрсен районының Мораҡ ауылы ныҡ йәнемә тейә ине. Минең бәхетле бала сағымдың сиге кеүек ине ул...
– «Атайлы бала – арҡалы бала», ти халыҡ мәҡәле. Интернет селтәрҙәрендәге сәхифәләрегеҙҙә атайығыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлектәрегеҙҙе тыныс ҡына уҡып булмай: «Миңә биш йәштәр тирәһе... Атайымдыперспективалы, тырыш, тип, партия ҡушыуы буйынса Ғәҙелгәрәй ауылына яуаплы эшкә юлланылар. Беҙ ағайым, әсәйем менән райүҙәктәбеҙ, атайым артынан күсеп өлгөрмәгән мәл. Айнур ағайым менән әсәйемдең миңә саҡ ҡына ҡырын ҡарауы, йә ҡатыраҡ һүҙ әйтеүе була шунда уҡ телефонға йәбешәм: «Атааай!!! Ҡайт! Теге икәү мине абижайть итәәәә!!!» ...Шул һүҙҙәрҙән күп тә үтмәй, «Нива»һын тырылдатып мине теге икәүҙән «ҡотҡарыусы» ҡайтып төшә. ...Бына әле кәфенлеккә уралған атайыма ҡарап ултырғанда шыҡ итеп башыма саҡ барып етте! Бөгөндән башлап шылтыратыр, мине әбижәйть итәләр тип ошаҡлашыр АТАЙЫМ юҡ бит!!! Йәнең йәннәттә булһын, атай!»
– Ул, ысынлап та, иҫ киткес бала йәнле кеше булды. Хәҙер уйлайым да зауыҡ тәрбиәләүҙә лә атайымдың роле ҙур булған икән...Беҙ ул мәлдә йәшәгән ауылда Рәзилә исемлеләр икәү инек. Халыҡ шулай бит ул, йәһәт кенә исем-ҡушамат таға һала. Беребеҙҙе тик исеме менән йөрөттөләр. Мин иһә «Ҡыҙыл Рәзилә» булдым. Ни өсөн ҡыҙылмы? Сөнки атайым мине яратып гел сағыу итеп кейендерә ине һәм кейемдәремдең дә күпселеге ҡыҙыл төҫтә ине.
Атайымдың Әбйәлил яҡтарынан ҡайтып ингәне иҫкә төштө: «Мин ҡыҙыма Ҡыҙылдан (ауыл исеме) матур ҡыҙыл колготкиҙар апҡайттым!» Ул дефицит заманда ябай һоро колготкиҙы табыуы ҡыйын ине, ул ҡыҙыл төҫлөһөн ҡайҙан тапҡанына аптырарлыҡ инде! Миҙгел һайын тиерлек алынған бәлтәләрҙең төҫө лә ниндәй булғанын аңлап тораһығыҙҙыр инде! Мине генә түгел, әсәйемде лә атайым кейем менән ҡыуандыра ине. «Рәмилә, һиңә күптән күлдәк алған юҡ, бына Биләриттән апҡайттым әле!» – тип сағыу матур кейемдәрҙе сумкаһынан сығарып тағатып ебәрә! Әсәйемде яратыуын ул шулай күрһәтә ине. Үҙе атайһыҙлыҡты тойоп үҫкәнгәме, беҙҙе – балаларын иркәләтеп кенә йәшәтте. Ҡыҙыҡай булһам да, артынан аҙым да ҡалмай йөрөнөм. Шахмат уйнау, атта сабыу, ат менән бесән тырмалатыу, машина йөрөтөү, һ.б. эштәргә ағайымды ла, мине лә берҙәй өйрәтте. Хатта мине «атай малайы» тип үсектереп маташыусылар ҙа булды.
«Рәмиләм-ромашкам» тип йөрөттө ул әсәйемде.... Сөнки әсәйем аҡсәскә ярата. Ә атайым әсәйемде яратты һәм уға гел ромашкалар бүләк итә ине. ...Минең мәктәптә уҡыған мәлдәр. Май айҙары... Бер көн иртән «ҡыжғт-ҡыжғт» тип ер ҡаҙған тауышҡа уянып киттем. Тәҙрәнән тышҡа ҡарайым. Абау! Йыбанмай!!! Атайым урмандан кәҫләп тороп ромашкалар ҡаҙып апҡайтҡан да, шуларҙы тупһа тирәләй ултыртып йөрөй! Ишектән сыҡҡан ерҙә матур аҡ сәскәләр буласаҡ! Әйтерһең дә, ғүмер буйы шунда үҫеп ултырған кеүек! Әлбиттә, әсәйем уянып килеп сыҡҡас, уларға аптыраны, таң ҡалды! Бына ҡайҙа ул ысын мөхәббәт! Ул мәлдә сәскә салондары булмаһа ла, үҙенең мөнәсәбәтен, хис-тойғоларын шулай белдертә алған атайымдың ошондай миҙгелдәре йыш иҫкә төшә. Беҙҙең өйҙән яҙын – муйыл сәскәләре, йәйен ялан сәскәләре өҙөлмәне... Совхоз директорының тығыҙ графигында атайыбыҙҙың беҙгә – ғаиләһенә ваҡыты гел табылды.
Тағы бер ҡыҙығын һөйләйем әле. Атайым әле йәш сағында, агроном булып эшләп йөрөгәндә, тәүге тапҡыр радионан иҫ киткес йыр ишетеп ҡала ла шул йырға мөкиббән булып ғашиҡ була. «Һин ултыртҡан муйыл»... Мин иҫ белгәндән алып атайым шул йырҙы яратты. Агроном булғас, кеҫәһендә ул мәлдең «валютаһы» – симешкәһе лә гел мул. Теге матур йыр шәп, гел ҡолаҡта сыңлап тора, ә радио ул мәлдә әлеге кеүек тәүлек әйләнәһенә эшләмәй. Атайым юлын таба. Эльмира балдыҙы менән симешкә хаҡына килешеп «Һин ултыртҡан муйыл»ды йырлата ла йырлата...Кем белгән, ваҡыт үтеү менән тап шул йырҙы башҡарыусы үҙенең бер туған ҡоҙағыйы булып китер тип?!. Бала сағымда атайым, әртистәр килһә, халыҡҡа бушлай концерттар ҡуйҙыра ине. Таҡтанан дөбөр-шатыр тау итәгенә сәхнә әтмәләйҙәр ҙә, тауға тыпырлап халыҡ йыйылып ултыра ла, рәхәтләнеп тамаша ҡылалар. Ә бер мәл артистар килер булғас, нишләптер, тирмәне һабантуй яланында ҡорҙолар, ҡаҙан аҫып мул итеп ит бешерелде, бызмырлап торған әсе бал да ҡойолдо...Зиннәтле ҡунаҡ көтөлгәне һиҙелде, баҡһаң «Һин ултыртҡан муйыл»ды башҡарыусы Роза Аҡкучукова үҙе килгән икән! Атайымдың яратҡан йырсыһы тирмәлә башҡарған йыр тик уның өсөн генә яңғырай кеүек! Хәтәр бит!
Руслан атлы егет менән дуҫлашып йөрөгән мәлдә мин уның ата-әсәһе кем икәнен дә белмәй инем. Аҙаҡ эш туй яғына киткәс, аптырауымдың сиге булманы. Ә атайымдың, әлбиттә, ауыҙы йырылды...
– Тағы бер мәҡәл иҫкә төштө: «Атайҙан күргән – уҡ юнған, әсәйҙән күргән – тун бескән».
– Эйе шул. Тел төбөгөҙҙө аңлап торам, Зөлфиә апай! Әсәйем – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы 40 йылға яҡын уҡытыусы булып эшләне, химия, биология фәндәрен уҡытты. Уҡыусылары бик ярата ине уны, сөнки талапсан һәм ғәҙел булды. Директор урынбаҫары, мәктәп директоры, ауыл советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаларҙа эшләне. Әүҙем йәмәғәтсе. Уның тураһында күп тапшырыуҙар ҙа төшөргәндәре бар. Республикала беренсе булып «Экологик һуҡмаҡ» хәрәкәтен башлап ебәргән кеше ул. Әле булһа Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып тора.
Бөгөн дә, 74 йәш булыуына ҡарамаҫтан, мал аҫырай, бал ҡорттары тота. Уңған хужабикә булараҡ, өйөндә ниндәй генә ризығы юҡ! Аш-һыуҙары шул тиклем тәмле, үҙе уйлап сығарып бешерергә ярата. Ҡул эшенә лә оҫта ул. Элек кейем булманы бит, гамаш, гетра, башалтай булһынмы – барыһын да үҙе бәйләп кейҙерә ине. Беҙҙе лә эшкә өйрәтте. Биш-алты баш һыйыр малы тота инек, тимәк, мин атҡа һыбай атланып, 5-6 көн буйы, сират буйынса, ауыл көтөүен көтәм. Һыйыр һауам, һөттө эш итәм. Әсәйем менән һарыҡ ҡырҡабыҙ, йөнөн тетәбеҙ, иләйбеҙ, бәйләйбеҙ. Был шөғөлдәр ниндәйҙер һөнәр кеүек тә ҡабул ителмәгән, көндәлек эш инде...
– Тимәк, ҡул эшенә оҫталығығыҙ әсәйегеҙҙән килә?
– Әсәйемдән һәм өләсәйемдән киләлер. Ғәйшә өләсәйем Байназар ауылының ағинәй-абыстайы була торғайны. Аҡыллы, теремек, шаян холоҡло өләсәйем иртә тол ҡалһа ла, балаларын бер үҙе үҫтереп, уҡытып, аяҡҡа баҫтыра...Беҙ барғанда өҫтәлдә гел сәйе әҙер була торғайны. Элек бит хәбәр итеп килергә телефон юҡ ине! Мин аптырап: «Нисек алдан беләһең ул?» – тип һораһам, зәңгәрһыу-йәшел күҙҙәрен бызлатып, серле генә йылмайып ҡуя торғайны... Өләсәйемдең һәр бармағында – балдаҡ-йөҙөк, ҡулында – беләҙектәр. Бына кемгә оҡшағанмын мин! Әсәйемдең миңә: «Нимәгә ул һиңә шул тиклем алтын-көмөш? Үәт, Ғәйшә әбей!» – тиеүе бөгөн комплимент кеүек яңғырай!
Мине, ысынлап та, Ғәйшә өләсәйемә оҡшаталар. Ул ҡул эштәренә, тегергә әүәҫ булған. Бер мәл әсәйем үҙе кеймәгән матур ғына тунын бирҙе. Ҡара ҡуян тиреһенән. Нимә эшләтергә? Мин унан модалы жакет тегеп ҡарарға булдым. Тунды буй-буй итеп ҡырҡып алып, шуны кофта өҫтөнә тегеп сыҡтым. Матур төймәләр беркеттем, зәңгәр пайеткалар менән биҙәнем. Шундай матур килеп сыҡты, бик яратып кейеп йөрөнөм. Ҡалған өлөшөн дә әрәм итмәнем, унта тегеп кейҙем.Тун һынлы тунды тунаһам да, әсәйем ҡаты бәрелмәне. Хәйер, минең «дизайнерлыҡҡа» күнегеп тә бөткәндер инде. Әле яңыраҡ шәшке тунын бирҙе лә: «Быныһын ҡырҡҡыслама инде, бәлки, ҙурыраҡ әйбер әтмәләрһең», – тигән булды. Ҡәҙимге сумкаларҙы мәрйен-тәңкәләр, төлкө ҡойроғо, шәшке, һуҫар тиреһе ярҙамында бына тигән модалы аксессуарға әйләндереп алам. Йырсылар өсөн дә, үҙем ижад итеп, сәхнә кейемдәре теккәнем бар. Шәхси коллекциямды булдырып, мода күрһәтеү сараларында ла ҡатнашырға йөрьәт иттем. Ҡыҙыҡ ул! Бер мәл шулай сәхнә артында модель ҡыҙҙарҙың подиумдағы дефилеһын ҡарап торам. Мин әҙерләгән кейемдәрҙә сыҡҡандар.
– Дизайнер! Дизайнер! – тип саҡыралар.
– Кем дизайнер? Ниндәй дизайнер?– тим, аптырап. Баҡтиһәң,мине саҡыралар икән...
Әйткәндәй, өйҙәге тәҙрә пәрҙәләренә тиклем гел үҙем тегәм.Әсәйемде лә күлдәктәрен башҡорт стилендә биҙәп кейендерәм. Шулай булғас, дизайнермындыр ҙа, бәлки (көлә).
– Әлбиттә, дизайнер! Ә ни өсөн Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, инде байтаҡ йылдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалында эшләп йөрөгән ыңғай, ҡапыл икенсе белем алырға булып киттегеҙ?
– Өфө медицина колледжын тамамлауымды әйтәһегеҙме? Бала саҡ хыялым ине бит ул! Минең бәләкәй саҡта, уйынсыҡтарға ҡытлыҡ заман булһа ла, ун бер ҡурсағым бар ине. Шуларҙы теҙеп ултыртам да шәфҡәт туташы булып уйнайым. Ун бер ҡурсағымдың да медицина карточкаһы бар. Унда уларҙың исемдәре, ҡайһыһының нимә менән сирләгәне теркәлгән. Өйҙә әсәйемдең шприцтары бар ине. Шартына тура килтереп, уларҙы ҡайнатып алам да ҡурсаҡтарға укол һалам. Ҡул өйрәнһен өсөн тәүҙә мендәргә ҡаҙап ҡарайым. Әсәйем йоҡлар алдынан: «Мендәрҙәр нишләп һыуланып бөткән ул?» – тип аптырай. Минең карауат эргәһендә бер килке ауырыу бәрәс йоҡлап йөрөнө, уны дауалайым. Бәпкә баҫҡан тауыҡ, бер бәпкәне үҙ итмәй, гел ситкә тибер булды. Шул йолҡош ҡына бәпкәне лә аяҡҡа баҫтырҙым. Үҫеп еткәс, хәтәр эре генә әтәскә әйләнде ул. Әммә мин урамға сыҡһам, әсәһеләй күреп, гел артымдан эйәреп йөрөр булды. Берәҙәк эттәр, ауырыу бесәйҙәр – барыһы ла минең «пациенттар» ине.Кешеләргә ярҙам итеү теләге лә шул мәлдәрҙә яралғандыр.
– Мәктәпте тамамлағанда медицина юлын һайлау теләге тыуманымы ни?
– Һайлау алдында торҙом. Республика кимәлендә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша инем бит мин. Туғыҙынсы класта уҡып йөрөгәндә бәйгеселәрҙән билдәле тележурналист Янис Рамазанов интервью алды:
– Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға инергә уйлайһың?
–Йә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына, йә Башҡорт дәүләт медицина университетына.
– Медҡа барма. БДУ-ға бар. Һин бит әҙер тележурналист. Уҡырға ин дә, беренсе курста уҡ «Тамыр»телеканалына эшкә килерһең.
Шундай популяр тележурналистың эшкә саҡырыуы мине, әлбиттә, ҡанатландырҙы. Мәктәпте миҙалға тамамлаһам да, БДМУ-ға уҡырға барырға, ниңәлер, батырсылыҡ итмәнем. Өфөләге Фәйез ағайым да: «Ауыл мәктәбен генә тамамлап, медицина университетына уҡырға инә алмаҫһың ул», – тип шигемде көсәйтте.
2011 йылда ҡапыл пенсия йәше арттырылды бит инде. Бәлки, гел генә журналистикала эшләргә тура килмәҫ, тип уйланым. Атайым да, көтмәгәндә фалиж һуғып, түшәккә ҡаҙаҡланды. Аҙ ғына булһа ла ярҙамым теймәҫ микән, тип, медколледждың киске бүлегенә уҡырға индем.
Хәйер уға тиклем дә кешеләргә һөлөк һала, массаж эшләй инем. Туғандар, таныштар йыш ҡына телефондан шылтыратып, сирҙәрен һөйләй. Мин дистанцион рәүештә «прием» алып бара, үҙем белгәнсә, төрлө дарыу, дауалау ысулдарын тәҡдим итә инем.
Медколледжда уҡыуы еңел булманы. Берҙән, көндөҙ эшкә йөрөйһөң. Икенсенән, дәрестән һуң өйгә бирелгән эштәрҙе эшләргә, сессия ваҡытында имтихан тапшырырға кәрәк. Шулай ҙа һис үкенмәйем. Алған белемемдең файҙаһы ҙур. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ өсөн бик кәрәкле һөнәр ул! Үҙеңдең балаларыңа ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтә алһаң да, шәп. Минең ике улым бар. Үҫкәндәр инде хәҙер: Батырхан – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты. Баязит Өфө кооператив техникумында уҡып йөрөй. Батырхан элек-электән сирләһә, табипҡа йүгерер булды. Баязитты гел үҙем дауалағанмын икән. Әле яңыраҡ ауырығас: «Табипҡа күренәһеңме әллә, улым?» – тием. «Эйе, хәҙер! Ғүмер буйы үҙең дауаланың, дауала, давай!»– ти (көлә).
– Ә нисек продюсер булып киттегеҙ?
– Әлеге лә баяғы «Тамыр»телеканалында эшләп йөрөйөм, «Йәшлек-шоу»ҙа ҡатнашҡан «Любизар» төркөмө егеттәренән интервью алдым. Уларҙың саҡ ойошторолған сағы икән. Икенсе көнө, эшкә килһәм, өсәүләшеп, тып итеп ҡаршыма килеп баҫтылар:
– Беҙҙең төркөмдөң продюсеры булмаҫһың микән? – тиҙәр.
– Ә мин нимә эшләргә тейеш?
– Шиғыр яҙаһың да инде, йыр текстары яҙып бирерһең!
Телевидениела эшләгәс, телевизорҙан да күрһәтерҙәр тип ышанғандарҙыр инде. Ышаныстарын аҡлағанмындыр. Сәхнә имиджын булдырыуҙы ла, радио, телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашыуҙы ойоштороуҙы ла үҙ өҫтөмә алдым.
Бөтә кеше лә продюсер була алмай, сөнки кеше, ғәҙәттә, кадрҙа үҙен күргеһе килә. Ә продюсер, ул бөтә ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә ала, ә үҙе артҡы планда ҡала.Күп кешеләргә видеомейкер, продюсер сифатында, этәргес көс булып, ярҙам иткәнмендер эстрада өлкәһендә. Был шөғөлөмдө әле лә дауам итәм.
– Шағирә булараҡ, һеҙ бик күп йырҙар ижад иттегеҙ, шулаймы?
– Эйе, бик ырамлы эшләп алырға тура килде. Бер заман минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙың һаны 150 булып китте. «Тамыр» студияһында балалар өсөн күп йыр ижад ителде. Айҙар Хәмзин, Айбулат Кәримов кеүек композиторҙар менән эшләнем. «Гәлсәр һандуғас» телевизион эстрада конкурс-фестиваленә ике тапҡыр гимн яҙҙым. Һәм, әлбиттә, алда әйткәнемсә, «Любизар» төркөмө өсөн бик күп йырҙар ижад итергә тура килде.
Бер тапҡыр кискеһен, һуңға ҡалып, «Тамыр»ҙа тапшырыу әҙерләп ултырам. «Любизар» егеттәре килеп инде.
– Беҙгә тиҙ арала йыр тексы кәрәк!
– Ҡасанға?
– Бына хәҙер кәрәк! Беҙ бер сәғәттән тауыш студияһына яҙылырға барабыҙ.
– Бер сәғәтәәән? Һеҙ нимә, егеттәр?! Миңә бит тапшырыуымды йәһәтләп эшләп тапшырырға кәрәк. Арығанмын да.
– Зинһар өсөн! Уның көйө яҙылған инде. Исеме лә бар хатта.
– Ниндәй исем?
– Ниндәй осҡан мөхәббәт, ти ул? Башҡорттар улай һөйләшмәй ҙә инде!
– Ну, бына мөхәббәт була-була ла, оса бит инде, юҡҡа сыға, аңлайһыңмы?
Егеттәр артабан да ҡаңғыртмаһын өсөн, яҙайым да ҡотолайым, тип, дөбөр-шатыр текст яҙҙым. Һәм, уйламағанда, был йыр «Любизар» төркөмөн танытҡан хитҡа әйләнде. Шәп йыр килеп сыҡты. Уны әле лә, ҡайҙа ғына башҡарылмаһын, йәштәр шунда уҡ күтәреп ала, ҡушылып йырлай.
– Йыр текстары ижад итер өсөн моңдо тойоп эш итеү зарур. Һеҙ, моғайын, берәй музыка ҡоралында ла уйнайһығыҙҙыр?
–Йыр-бейеүгә бәләкәйҙән тартылаһың инде ул. Мин дә шулай булдым. Мәктәп йылдарында бер нисә тапҡыр Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына ла, Өфөләге 1-се һанлы гимназия-интернатҡа ла һәләтле уҡыусыларҙы һайлап алырға килделәр. Әсәйем бер ҡайҙа ла ебәрмәне, хатта ниндәйҙер конкурста еңеп, «Артек» Бөтә Союз балалар пионер лагерына путевка менән бүләкләнгәндә лә, барырға рөхсәт итмәне. Әллә ҡыҙ баланы ситкә сығарып ебәрергә йәлләне, әллә хужалыҡта ныҡ ярҙам иткәс, ебәргеләре килмәне.
Ниңәлер, әсәйемдең атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мырҙағолов Фәхретдин Фәсхетдин улына мөрәжәғәт иттем: «Олатай, миңә гармун табып бир әле, гармунда уйнағым килә!» Олатайым ҡайҙан тапҡандыр инде, гармунлы булдым бит. Шул хромканы бысҡылдатып, «Любезники-любиҙар», – тип уйнап ултырғаным хәтерҙә. Нота өйрәтеүсе кеше юҡ. Үҙем маташтырам.
Бер заман ауылға Зөмәрә исемле ҡыҙ килен булып төштө. Уның матур итеп гармунда уйнағанын белеп ҡалдым. «Миңә гармуныңды биреп тор әле, нисек баҫырға күрһәт әле», – тип ялынам. Шулай яйлап-яйлап өйрәнеп, уйнап алып киттем. Бер ваҡыт, атай-әсәйемә эйәртеп, хатта туйҙарға саҡыра башланылар, ҡунаҡтарҙы бейетергә. Мәктәптәге саралар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Фольклор ансамбле менән район смотрҙарына йөрөнөк. Йәнә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәнеп алдым.
– Ҙур сәхнәгә сығыуығыҙ ҡайһылайыраҡ булды?
– Ҙур сәхнәлә минең шиғырға яҙылған йырҙарҙы башҡаралар ине бит инде. Хатта етенсе класта яҙған «Тау башында бәхет бар», студент саҡта яҙған «Алһыу күҙлектәрҙе систем» кеүек йырҙарым да күптән сәхнәлә йөрөй. Бер мәл Гөлнара исемле әхирәтем: «Ни эшләп үҙең йырламайһың? Тауышыңматур ҙа инде», – ти. Ҡәйнәм, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың, 70 йәшенә арналған юбилей концертына тормош иптәшем, «Любизар» төркөмө солисы Руслан Шәйхетдинов менән сюрприз эшләргә булдыҡ. «Мин һәм Һин» исемле йыр ижад итеп, икәү бергә сәхнәгә сығырға булып киттек. Мин шиғыр яҙҙым, Руслан көй яҙҙы. Быға тиклемге концерттарҙа йә Руслан үҙе генә, йә улдарыбыҙ Батырхан менән Баязит сығыш яһай ине. Ҡәйнәмә алдан әйтмәнек. Аҙаҡтан Роза Сабирйән ҡыҙы бик аптырап: «Килен, һин нисек ҡурҡмай филармония сәхнәһенә йырлап килеп сыҡтың ул?» – тип һорағайны. Ә мин ҡурҡырға кәрәк икәнен белмәнем дә (көлә). Был йыр ҙа популяр булыр китте. Ҡотлауҙарҙа йыш ҡулланалар. Туйҙарҙа йырлайҙар. 2021 йылда «Юлдаш»радиоһының хит-парадында ла еңеүсе булды ул.
Әйткәндәй, был концерт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәйнәмдең һуңғы концерты булды. Роза Сабирйән ҡыҙының йәне йәннәт түрендә булһын! Әле мин башҡорт эстрадаһы йондоҙо Роза Аҡкучукова тураһында иҫтәлектәр китабын әҙерләү өҫтөндәмен.
– Тәүәккәллегең, тырышлығың, һәр саҡ еңеүселәр рәтендә булыуың һоҡландыра, Рәзилә! Артабан да һиңә ҙур ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр юлдаш булһын!
– Әйткәндәрегеҙ алға килһен! Амин.