Все новости
10
ВРЕМЯ ГЕРОЕВ
19 Марта , 17:59

«Һынауҙарға әҙер булырға кәрәк»

Илебеҙ Президенты Владимир Путин указына ярашлы, 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ветерандарға рәхмәт белдереү, тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын таныу маҡсатында 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда иһә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы уңайынан саралар планы раҫланды. Милләттәшебеҙ Рәил Ғәбитов, Башҡортостандан ситтә тыуып үҫһә лә, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә ҙур хеҙмәт һалған кеше. Силәбе өлкәһенең Сосновка районы уҙаманы әле махсус хәрби операцияла, яу яланына юлланғанға тиклем район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе вазифаһын атҡарған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы.

Халҡыңа кәрәкле булыу – оло бәхет

–  Мин Туҡтыбай ауылында тыуып үҫтем. Халыҡ араһында уның исеме – Табын, ҡара табын ырыуы вәкилдәре беҙ. Элек Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡара Табын улусы составында булған, заманында тирә-яҡта иң ҙур ауыл һаналған. Уҙған быуат аҙағында совхоздың үҙәк усадьбаһы булған күрше Трубный ауылы ҙурайып китте, төҙөлөш тә йылдам барҙы, шуға хәҙер унда халыҡ күберәк, – ти Рәил Әбүбәкир улы. – Ябай ғаиләлә үҫтем. Атайым Әбүбәкир Абдразаҡ улы ла, әсәйем Гөлсөм Мөхәмәтхан ҡыҙы ла ғүмер буйы хужалыҡта эшләне. Хеҙмәт һөйөргә, әҙәпте алға ҡуйып йәшәргә уларҙан өйрәндек. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл балалары нисек үҫә, мин дә шулай буй еткерҙем.

Туған телгә һөйөүҙе мөхит тәрбиәләй – мәктәптә башҡорт теле дәрестәре ул саҡта уҡытылмай.

– Үҙ-ара фәҡәт башҡортса аралаштыҡ, русса һөйләшеү юҡ ине. Шундай замандар булды – мәктәптә үҙ телеңдә хатта һөйләшергә лә ҡушмай инеләр. Һуңғараҡ, 1990 йылдарҙа, өс йөҙ йыллыҡ тарихлы Туҡтыбайҙа ла балалар туған телде мәктәптә өйрәнә башланы. Мин директор булған саҡта башҡорт теле аҙнаһына алты сәғәткә тиклем уҡытыла торғайны, аҙаҡ кәмене, – тип хәтерләй ул.

8-се кластан һуң Рәил Ғәбитов Троицк ҡалаһындағы ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны 1981 йылда тамамлап, агроном һөнәрен ала. Шул уҡ йылда Совет армияһы сафына китә.

– Хеҙмәттән ҡайтҡас, һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым. Бригадир, агроном-агрохимик булып эшләнем, совхозда комсомол комитеты секретары итеп тәғәйенләнеләр. Аҙаҡ йәмәғәт эштәренә ылығып киттем. 1988 йылда иһә һөнәри юлым бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролдо – мәғариф өлкәһендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәргә сумдым. Тәүҙә биналарҙы хеҙмәтләндереү буйынса эшсе итеп алғайнылар, бер йылдан һуң уҡытыусы итеп ҡуйҙылар. Хеҙмәт уҡытыусыһы булып та эшләнем, тарих, иҡтисад кеүек предметтарҙы алып барҙым. Ҡурған ауыл хужалығы институтында ғалим-агроном белгеслеге алғандан һуң 1990 йылда Сирүси урта мәктәбенә директор итеп ҡуйҙылар, – ти әңгәмәсем. 

2001 йылда Рәил Әбүбәкир улын Әлиш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Яуаплы йөктө 2018 йылға тиклем тарта ул:

– Халыҡ ышаныс белдерҙе, рәхмәт. Дүрт мәртәбә һайланылар. Ҡыйын ваҡыттар булды, әлбиттә. Бюджетта аҡса етмәгән мәлдәрҙә бигерәк ауырға тура килде. Ә ауыл советына күҙ терәп торған кешеләргә ярҙам итергә, социаль учреждениеларҙы тейешенсә тоторға кәрәк. Аҙаҡ, еңел тын алып ҡалғас, юлдар йүнәттек, ауылдарға газ үткәрҙек. Кайгородово, Трубныйҙа хәҙер рәхәтләнеп зәңгәр яғыулыҡ тотоналар, Табын менән Әлишкә проект-смета документтары әҙерләнде. 2010 йылда Ҡоролтай рәйесе итеп һайланылар, ошо осорҙа башҡорт телен үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә,  халҡыма кәрәкле булырға тырыштым. Башҡарған ғәмәлдәребеҙҙең кемгәлер файҙа килтереүе оло ҡәнәғәтлек, бәхет тойғоһо бирә бит ул!

«Үҙ күҙҙәрем менән күрергә теләнем»

Өс йыл элек, ил сигендә тыныслыҡ юғалғас, Рәил Әбүбәкир улы хәрби комиссариатҡа йүнәлә. Тик алты тиҫтәһен тултырған уҙаманды яу яланына ебәрмәйҙәр. Махсус хәрби белгестәр кәрәклеген яҡшы аңлаған кеше булараҡ, ул Силәбелә пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙарын әҙерләгән курстарҙа уҡып сыға. Программаға аэродинамика, аэронавигация, пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу, аэрофототөшөрөү, геомәғлүмәт системалары буйынса теория һәм практика инә.  Буласаҡ яугирҙарға бындай аппараттарҙы һуғыш шарттарында ҡулланыу, осоу алды әҙерлеге үтеү, объекттарға разведка яһау, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү кеүек мөһим нәмәләрҙе өйрәтәләр. Уҡыу мәлендә практик дәрестәргә ҙур иғтибар бүленә.

– Холҡом шундай  – бөтә нәмәне үҙем эшләп ҡарайым. Хәл-ваҡиғалар ҡуйырғас, үҙ күҙҙәрем менән барып күрмәйенсә булмаҫ, тигән ҡарарға килдем.  2023 йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм дә Махсус хәрби операция зонаһына юлландым. Ғөмүмән, контракт төҙөргәме-юҡмы тигән ҡарарҙы һәр кем үҙ аллы ҡабул итергә тейеш. Мин иһә күп һынауҙар үткәндән һуң дөрөҫ ҡарарға килеүемә инандым. Туп-тура яу яланына алып барманылар, әлбиттә, тәүҙә ике аҙна тирәһе хәрби әҙерлек үттек, барыһын да күрһәттеләр, өйрәттеләр. Тәүге көндән алып Донбасстамын, – ти ул. – Хәҙер һуғыш беҙ фильмдарҙа күреп өйрәнгән шикелле түгел бит – «Ура!» ҡысҡырып, окоптарҙан дошманға ҡаршы ташланмайҙар. «Технологик һуғыш» тип атайҙар уны. Махсус белем алыуым ярап ҡалды – мөһим хәрби бурыстарҙы хәл итеүҙә пилотһыҙ осоу аппараттары – алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Физик яҡтан да, рухи яҡтан да бихисап һынауҙарға әҙер булырға кәрәк.

Әлеге ваҡытта разведкала пилотһыҙ аппараттар ҙур роль уйнай. Беренсенән, был бурысты үтәү етеҙлеген арттыра, икенсенән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала. Разведчик булараҡ, Рәил Ғәбитовҡа ла йыш ҡына ғүмер өсөн хәүефле заданиелар башҡарырға тура килә.

– Хәрби командование ниндәй бурыс ҡуя, шуны үтәйбеҙ. Мәғлүмәт табыу өсөн уяу булырға, иғтибарыңды юғалтмаҫҡа тейешһең, сөнки дрондың һис уйламағанда осоп килеүе ихтимал. Һәр нәмәгә әҙер булырға кәрәк. Ашнаҡсы, мәҫәлән, аш бешереп кенә йөрөмәй, кәрәк икән, ҡулына мылтыҡ алып йүгереп сығып та китә. Мохтажлыҡ булһа, блиндаж да төҙөйбөҙ, һауа сиктәрен һаҡлау постарында торабыҙ. Командир һүҙе – закон. Күререн  күреп, ишетерен ишетеп, һуғыш юлдарын үҙ аяҡтарым менән үтәм, Аллаға шөкөр, – ти әңгәмәсем. Әлбиттә, ул барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләй алмай – хәрби сер.

Яҡташтары – Силәбе егеттәре менән дә, Башҡортостандан килгән ҡәрҙәштәре менән дә аралашып, ауырлыҡтарҙы иңгә-иң терәп кисерә Рәил Ғәбитов.

– Яу яланында һынауҙар эсендә тыуған дуҫлыҡ ныҡ була. Ярҙам итешеп, туғандай булып, ҡулдан килгәнсә бер-беребеҙҙе һаҡлап-ҡурсалап хеҙмәт итәбеҙ. Күрше подразделениела Ҡолой ауылынан яҡташым бар. Ете ят ерҙә яҡындарыңды осратыу – оло шатлыҡ. Беҙҙекеләр түҙем, тырыш булыуҙары менән айырылып тора. Бөтә нәмә ҡулдарынан килә, күңелдәре сумарт, рухтары көслө, – тип уртаҡлаша яугир. – Иң мөһиме – хәрби тәртип, шуға ла исемебеҙгә тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ.

Рәил Әбүбәкир улы әйтеүенсә, кәрәк-яраҡҡа ҡытлыҡ юҡ, аҙыҡ-түлек етерлек. Гуманитар ярҙам да йыш килеп тора.

– Ошо көндәрҙә Силәбенән Закондар сығарыу йыйылышы депутаты  Владимир Бекишов 24-се тапҡыр килде. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларын үтәнән-үтә йөрөп сыҡты, Херсон, Запорожьеға тиклем барып етте. Үҙебеҙҙең Сосновка районы егете. Уны электән беләм, 30 йыл самаһы танышбыҙ. Башҡортостандан, Татарстандан гуманитар конвойҙар килеп тора. Барыһына ла ҙур рәхмәт – окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, йылытҡыстар, мейестәр, йоҡо тоҡтары, рациялар – бөтәһе лә бик кәрәк, – ти ул.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов әйтеүенсә, Рәил Ғәбитов үҙе лә өйҙә саҡта Донбасс балаларына гуманитар ылауҙар оҙатыуҙа ҡатнашҡан.

– Рәил  Әбүбәкир улы байтаҡ йылдар Сосновка районы башҡорттары ҡоролтайын етәкләне, үҙен алдынғы ҡарашлы, әүҙем кеше итеп күрһәтте.  Сосновка районының Почетлы гражданы ла ул. Яу яланына китеүе тураһындағы ҡарары оло ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уятты. Башҡорт халҡының илһөйәр, ҡурҡыу белмәҫ оло йөрәкле ир-егеттәре тап шундай була ла инде. Йыраҡта булһа ла, өлкәнең йәмәғәт эштәре, мәҙәни ваҡиғалар менән ихлас ҡыҙыҡһына. Беҙ уның менән даими бәйләнештә, – тине Әлфир Зөлфәр улы.

Рәил Әбүбәкир улын өйҙә яҡындары – ҡатыны Гөлсөм Динмөхәмәт ҡыҙы, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре көтә. Ғәзиз кешеләренең яуаплы ҡарарын улар аңлап ҡабул иткән. 

– Кәләшем бигерәк мәҙих бит ул минең! Ҡырҡ йыл бергә ғүмер итәбеҙ, ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларыбыҙ үҙ аллы тормош көтә. Вилдан улыбыҙ – хәрби, 38 генә йәштә булһа ла, пенсияла инде. Һуңғы йылдарҙа Тажикстанда хеҙмәт итте. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Оборона министрлығы ярҙамы менән мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белгеслеккә, йәғни айтишникка, уҡып сыҡты. Римма ҡыҙыбыҙ банкта иҡтисадсы булып эшләй, Әлмирабыҙ – риелтор. Биш ейән-ейәнсәребеҙ бар. Ошо балаларҙың киләсәген уйлап, ҡулға ҡорал алдым да инде. Махсус хәрби операцияға китеүем хаҡында хәләл ефетемә контракт төҙөп, билет алғас ҡына әйттем. Ул иһә алдыма алғанды тормошҡа ашыра торған кеше икәнлегемде яҡшы белә – хәл иткәнмен икән, тимәк, барасаҡмын. Яуға киткән тәүге кеше түгелмен – минән алда китеүселәр ҙә булды, минән һуң да. «Рәил ағай киткәс, беҙгә ни ҡалған», – тип контракт төҙөүселәр ҙә бар. Минән һуң жите малай жыйынып китте, – тип Силәбе һөйләше менән тамамлап ҡуйҙы һүҙен әңгәмәсем. – Тиҙерәк донъялар тынысланып, егеттәрҙең һәр береһе үҙ аяҡтарында йылы ғаилә ҡосағына әйләнеп ҡайтһын – теләгем шул!

Белешмә

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Ҡала һәм райондарҙағы мобиль пункттарҙа барлыҡ һорауҙар буйынса консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар, льготаларға ҡағылышлы мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерәләр. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә «Төньяҡ амурҙары» исеме аҫтында Граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй. Уны Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Черемушки» һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында (Тирмән комбинаты районында) астылар. Шуныһы уңайлы: Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә хәҙер төрлө белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй.  Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар бар, өс тапҡыр ашаталар – барыһы ла бушлай. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәргә үҙҙәре менән паспорт, хәрби билет, ғаилә хәле, белем тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләме – 2 миллион һум, бынан тыш, муниципалитеттарҙан аҡсалата ярҙам ҡаралған (Өфө ҡалаһында был сумма 400 меңдән 700 меңгә тиклем арттырылды). Айлыҡ эш хаҡы – 210 меңдән алып.

Контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8-800-550-5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Йәмәғәт эштәре оло ҡәнәғәтлек бирә.
Алғы һыҙыҡта.
Бәхетле мәлдәр.
Йәмәғәт эштәре оло ҡәнәғәтлек бирә.
Автор:Рәйлә Ғәлиева, «Ватандаш»
Читайте нас: