– Фәтхеямал инәй, һуғыш йылдарында нисек йәшәнегеҙ, ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?
– Мин 4-се класта уҡый инем. Һуғыш хәбәрен ишеткәс тә беҙҙе мәктәптән ҡайтарып ебәрҙеләр. Бөтәбеҙ ҙә илаша башланыҡ, хәҙер атайҙарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һуғышҡа алалар бит инде. Ауылға тәүге повесткалар килде.
Һуғыш осороноң ауырлыҡтарын күрҙек инде. Дүртенсене 24 бала бөткәйнек, шунан әллә 5-6 бала ғына барҙыҡ Абзанға 5-се класҡа. Көҙгөһөн йәйәү йөрөп, квартирҙа ятып уҡыйбыҙ, ул ваҡытта интернат юҡ. Ғинуарға хәтлем уҡыныҡ та, каникулда мин ҡыҙылса менән ауырып киттем. Бер ай өйҙә яттым. Квартирҙа ятҡас, ашарға алып барырға кәрәк, кейем кәрәк, ғаиләлә күмәк балабыҙ, өйҙән алып килерлек ризыҡ юҡ. Биреп ебәргән ризыҡты квартир хужаларының балалары урлап ашай ҙа ҡуя, илай-илай ас ятаһың көпөңдө ябынып. Шулайтып ҡыҙылсанан һуң барманым да ҡуйҙым мәктәпкә, 5-се класты яртылаш ҡына уҡыным да ташланым. Директорыбыҙ, Мөхәйеров тигән кеше, атайыма: «Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы, баланы ебәрегеҙ, яҡшы уҡый бит», – тип килеп ҡараны. Лотфиямал апайым 7-се класта уҡый ине, уға түләргә, хөкүмәткә налогтар түләргә кәрәк. Миңә тағы ҡайҙан аҡса еткерһендәр? Кейем дә юҡ өҫтә. «Әмәлем юҡ», – ти атай. «Беҙ һиңә үҙебеҙ ярҙам итәбеҙ, мәктәпкә балаларҙы окоп ҡаҙырға өйрәтергә ағас көрәк, штык эшләп бир», – тинеләр. Лотфиямал апайыма шуларҙы эшләп түләне ул. Мин бармай ҡалдым.
Фермаға учетчик булып эшкә урынлаштым. Сусҡа ҡараусы кеше юҡ. Сусҡа балаһы үлһә – түләтәләр, тип берәү ҙә бармай. Үҙем учетчикмын, үҙем Гәүһәр менән сусҡа ҡарайым. Шунан һуғышҡа китеп бөткән кешеләр урынына ҡыҙҙар үҙебеҙ йөрөйбөҙ бит малға бесән ташырға. Китәм көндөҙөн үгеҙ егеп шулар менән, кискеһен Хәйбулла ҡарт килә өйгә, көндөҙгө эшләгәндәрҙе яҙҙыра, баяғы бригаданың учетын алып барам бит.
1942 йылдарҙа кешеләрҙе ФЗО-ға ала башланылар, мине лә яҙғайнылар, счетовод Андрей: «Ул за четверых работает, не отдам», – тип, мине алып ҡалды. Ҙур апайымды ебәрҙеләр. Улар ете ҡатын-ҡыҙ ҡыҙ ҡасып ҡайтты, тағы алып киттеләр. Тағы ҡасып ҡайтҡайнылар, хәрби трибунал 7-шәр йылға хөкөм итте. Берәүһе кейәүгә сығып ҡалды, икенсеһе ҡаҙаҡҡа кейәүгә сығып, Ҡаҙағстанға китте. Өсөнсөһө ауырлы булып, Әбделхәҡ тигән зәғиф кенә кеше бар ине, шуға сығып ҡалды. Ҡалғандарын етешәр йылға ебәрҙеләр. Ырымбурға барып етеүгә былар тиф менән ауырып киткән, больницала Шәмсениса тигәндәре үлгән, апайымды ла үлде тип моргҡа сығарып һалғандар. Сәсен алғандар, йонсоған бит инде халыҡ. Бер нәмә лә юҡ, йонсоу ваҡыт. Шул моргта ятҡан ятҡанында бер ҡатын: «Анау берәүегеҙ үлмәгән, ҡыбырлай», – тип әйткән. Шунан быны алып сыға һалып, шәбәйтеп, ебәрәләр Колымаға. Пароход менән алты көн сыҡтыҡ, тип һөйләй торғайны апайым. Шул Колымала 1 йыл да 8 ай йөрөп ҡайтты былар. Һуғыш бөткәс, амнистия булып.
Ә икенсе апайымды бригадир иттеләр. Ул – 2-се бригадала, 1925 йылғы апайым, Ғәшиә тигәне, 1-се бригадта. Бына ике ҡыҙыҡай бригадир булып йөрөйҙәр. Шунан, трактористар етешмәй тип, тракторислыҡҡа уҡыттылар. МТС-та өс ай уҡынылармы, икенсе апайым тракторға ултырҙы. МТС ҡайһы колхозға ебәрә – шунда барып эшләйҙәр. Береһендә бер йәш егеткә кейәүгә сығып тороп ҡалды. Кейәүен һуғышҡа алып киттеләр. Һуғыш барған ергә ебәрмәгәндәр, Владивосток яғына алып киткәндәр.
Колымаға сыҡмаҫ борон апайым совхозда эшләп йөрөгән. Шул ваҡытта «Башҡортостандан кеше бармы?» – тип был еҙнәбеҙ һораған инде. «Бар, бар», – тип апайҙы күрһәткәндәр. Шунан был апайға бер буханка икмәк, кер һабыны биреп, кейәү икәнен танытмай, Дим яғын беләм тип кенә хәбәр һөйләп китә. Йәшергән инде кейәү икәнлеген. Хат алыша алмайбыҙ, ул апайым 3-сө класты ғына бөткән, неграмотный бит инде. Ҡайтҡас ҡына белдек кейәүе булғанын.
Фермала 1944 йылға хәтлем эшләнем: учетчик та, сусҡа ҡараусы ла булдым, һауынсы булмаһа – һыйыр һауышам, көтөүсе булмаһа – көтөүгә сығып китәм. Һалмауыр булып йөрөнөм инде. Юныс тигән председатель ҡарт: «Ауылда ике кеше иртә тора: мин дә, ошо бала», – тей торғайны. Фермала учетчик булғас, иртәнге һөттө үлсәргә барырға кәрәк. Һәр бер һыйырҙыҡын үлсәп яҙып ултырам бит инде. Председатель менән гел күпер тәңгәлендә осрашабыҙ. Ул был яҡҡа төшә конторға, мин фермаға китеп барам. Атайыма килеп, был бала белмәйем кем булыр, ауылдың бик уңған балаһы тип, мине маҡтап, хуплап китә ине. Бала саҡта хуплауға алданаһың бит инде.
Фермаға бармай әмәл юҡ. Һөттө ҡул менән айыртабыҙ. Шуның күпереген ялап эшкә китәбеҙ. Ҡәйүм ҡарт – ветврач, ҡунысына ҡалаҡ тығып килә лә ҡалаҡ менән һемерә теге күперекте. Беҙгә яларлыҡ күперек йыйылырға ла ирек бирмәй. Шуға Ҡәйүм ҡартҡа бағышлап яҙғанмын әле:
Ҡәйүм ҡарттың ҡул осонда сүмес хәтле ҙур ҡалаҡ,
Башҡаларға ихтыяр итмәй ултыра күперек ялап.
Мал ниндәй үлем менән үлһә лә, «Паталогоанатомическая смерть» тип акт яҙыр ине. Мин акттарҙы конторға тапшырам бит инде. Счетоводҡа барҙыһинәм: «Опять паталогоанатомическая смерть?» – тип көлә торғайны.
Ҡәйүм ҡарттың кейгәне ҡара яға ала тун,
Уның бөтә белгәне – паталогоанатом, – тип таҡмаҡ сығарҙым бер ваҡыт.
Баяғы иптәштәр бесән ташырға йөрөйҙәр фермаға. Минең санаға тейәләләр ҙә йыр өйрәнәләр. Шулайтып мин сығарам да, әйҙә, күмәкләп йырлайбыҙ. Бала саҡтан әүәҫ булғанмын инде ваҡ-төйәккә.
Элек әйбер булманы бит инде. Бер апайым ҙур картаны һыҙырып, сепрәгенән күлдәк текте. Әҙер күлдәгенең итәгенә ҡәләмде төкөрөкләп йондоҙ яһай.
Ғәйниямалдың күлдәгенең итәгендә йондоҙо,
Йондоҙ яһап маҡтана бит Кәлимулланың ҡыҙы, – тип апайыма йыр яҙҙым. Маңлайға төкөттө шуның өсөн.
Аслы-туҡлы эшләнек. Өмөт-ышаныс ҡына беҙгә еңеп сығыр өсөн ҡеүәт биргәндер. «Ҡараға баҫһаҡ ине», тип йыуанып көтә инек, сөнки ҡара ергә аяҡ баҫҡас, төрлө үләндәр менән туҡланаһың. Иң әүәл йыуа, әтмәкәй, оҫҡон, серек картуф (көҙҙән ҡалып, туңған картуф ер ҡаҙғанда килеп сыҡһа, шуны иҙеп, көлсә һымаҡ итеп бешереп ашай инек). Әтләк, һарына, унан емеш-еләк өлгөрә – бына шулар беҙҙең төп ризығыбыҙ булды, шуларҙы ашап, колхоз эшенә йүгерә инек.
Ферма малы өсөн бесәнде үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Ике кәбән һалыусы бирәләр ине. Ҡул менән дә сабабыҙ, елкәгә һалып та ташыйбыҙ. Нимәнән башлап әйттем икән?
– Бесән эшләгәндә берәй хәл булғандыр?
– Бер нәмә лә булманы. Бесәндә эшләгәндәргә көндөҙ һоло ононан өйрә бешерәләр. Ә иртәле-кисле үҙең нимә тапһаң, шуны ашайһың инде. Һоло оно ла бөткәс, тегенең кәбәген ағас төбөнә түгә торғайныҡ. Күбәләй булып өйөлөп ята. Ашарға бөткәс, баяғы кәбәкте ҡабаттан ҡайнатабыҙ ҡаҙанда. Шуға йыуаны бәйләп һалып, һурпа тәме, он тәме сыға тип, ҡабат бешереп эсә торғайныҡ кәбәген һөҙә-һөҙә. Шуны әйткем килә инде: ашарға булмағанлыҡтан шулай булды тип. Әйтәм бит, иртәнсәк киткәндә баяғы күперек ялап китәбеҙ. Йәнәһе, әҙ булһа ла ашҡаҙанда бер нәмә булһын. Көндөҙ аш эсергә алданып йөрөй торғайныҡ, ул да бөттө. Юҡ бер нәмә лә. Фермала учетчик булып йөрөгәндә, күпме һөт һауылған, ҡаймаҡ, май ни саҡлы сыға – шуларҙы яҙып, отчет бирәм бит инде. Бер көн счетовод 4 кг майың тулмай бит, ти. Мин әйтәм: «Завферма алды. Председателгә бирәм 2 килоһын, 2 килоһы – үҙемә. Распоряжение алып бирермен, тип, завферма алды». Иртәгәһен шуларҙы әйткәнгә мине председатель эштән ҡыуып ҡайтарҙы. Бригадҡа учетчик иттеләр. Лотфиямал апайым тракторға сығып китте бит бригадирлыҡтан. Баяғы Хәйбулла ҡартты бригадир итеп ҡуйҙылар. Ерҙең бер башынан икенсе башына йәйәү, таяҡ менән үлсәп, яҙып йөрөйөм. Табель яҙған өсөн бер нәмә лә бирмәйҙәр. Ә колхоздың общий питаниела ашатҡан онон елкәңә яҙып баралар. Бөгөн 10 кеше ашаған икән, йәки бер кило он алған икән, шул 100-әр грамдан 10 кешегә бүлеп яҙыла. Фәйзулла ҡартҡа 16 кило тоҙ яҙғандар. Фәйзулла ҡартты тоҙлағандар ғүмерлеккә, тип һөйләп сығарҙылар.
Фермала учетчик булып эшләгәндә, сусҡа ҡарағас, бер йәй Нәсимә менән ҡараным, бер йәй, ҡыш – Гәүһәр менән. Самаҙынан ата сусҡа алып торҙолар. Шул сусҡаны ҡыш аҫраныҡ, алып барып бирерлек әмәл юҡ. Хәҙер яҙға сыҡҡас, юл боҙолмаҫ борон сусҡаларын алып барып бирергә кәрәк, Санаға тейәп бәйләп һалдылар ҙа ат менән мине ебәрҙеләр. Мин гел үгеҙ егеп йөрөгәс, атҡа ултырыуҙы әллә ни күреп, әллә кем булып киттем инде. Таңда сығып киттек, ер туң ваҡытта. Мартмы, апрелме икән, шул тирәләрҙә инде. Ҡорсаңғы ат берҙекләп кенә бара, уға ултырыу ҡайҙа, алдан етәкләп кенә барам. Абҙанға барып етеүгә ҡояш ҡалҡты. Нияҙғолға етеүгә яҙғы ҡояш ҡәҙимге ныҡ иретә башланы. Кисә иреп аға алмай ятҡан ҡар һыуы, бөгөнгөһөнә ҡушылып, аҙғырып килә, юлдарҙы уйылта. Атым һыуға йығылды. Абзыйымдың кирзовый итеген кейгәнмен. Билдән һыу. Ат һыу эсендә ята. Үлһә, минән түләтәләр бит! Нимәм менән түләйем? Һыу эсендә тороп, аттың тамаҡлауын сисеп, торғоҙоп, юлдың ҡатыраҡ еренә сығарып ҡуйҙым. Сусҡа ята, эргәһенә эркелгән ҡар тегенең тәнендә ирей. Мин һыу эсендә торам. Шулайтып, баш ҡарамаһына йыйылған ҡарҙы тапай-тапай, сананы ҡуҙғатып, оло юлға сығарып, аттың эргәһенә алып барып ҡуйҙым. Итектәге һыуҙы түгеп, ҡарын төшөрәм дә, аяҡты бынауылайтып һыпырып, итекте кейәм дә, атлағас, аяҡ ҡыҙып китә, йылына. Бер 50-60 метр бармайһың, тағы баяғы хәл ҡабатлана. Ҡуй инде, ундағы интеккәнде! Шунан, Бөклә тигән йылға бар, ике тауҙың араһынан ағып төшкән йылға. Иҫәнғол яғына киткән юлда. Шунан ике ир ат менән килә ята: «Унда һин түгел, беҙ сыға алмайбыҙ. Бөклә йылғаһы ярып төшкән. Беҙ саҡ сыҡтыҡ. Хәҙер һин унда батып үләһең»,– тип, былар минең атым менән санамды бороп, егеп биреп киттеләр. Баяғы ерҙәрҙән саҡ үтеп, Абҙанға килеп етеүгә ҡараңғы төштө. Көнө буйы һыу эсендә. Ат бер нимәһеҙ. Йәнәһе, ат менән барам да, сусҡаны ҡалдырам да ҡайтам тип киткән кеше. Абҙан урамына килеп еткәйнем, үҙебеҙҙә һуғыш ваҡытында председатель булып эшләй биреп киткән Ярлыҡапов тигән бер кеше тап булды ла миңә: «Һылыу, һин хәҙер яңғыҙ ҡайтырға сыҡма, йылға ярып төшкән. Унан яңғыҙ сыға алмайһың. Бригадирларығыҙ, председателдәрегеҙ килгән мәктәптә. Совещание бара. Шулар менән бергә ҡайтырһың», – тине. 44-се йыл был. Ғәшиә менән Лотфиямал апайымдар – бер ат менән, яңы председатель – үҙе бер ат менән. Шуларға төшөп әйттем дә, атыма әҙерәк бесән бирҙеләр, үҙемә бер сеүәтә ҡатыҡ эсерҙеләр. Мейес эргәһендә тегеләрҙең сыҡҡанын көтөп ултырам. Йоҡлап киткәнмен. Бергәләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Председателдең атын алға төшөрһәләр, шәп ат китә ла бара. Апайҙарҙың атын алға төшөрҙөләр, мине уртаға ҡалдырҙылар, председателдеке – артта. Шулайтып Йыра күлен, Әсеү йылғаһын сыҡтыҡ. Ҙур туң өҫтөндә тағы баяғы һыу. Председатель завферманы әрләй: «Бынау баланы нимә тип ошо ат менән юлға сығара?» Иртәнге таңдан бер сутка һыу эсендәмен бит. Ул да һыу кисеп йөрөй. Бейәләйе менән сыбыртҡыһы ағып китте баяғы ҡар һыуы менән. Һыуыҡ тейгеҙеп ҡайтып, ана шул аяғы менән үлеп китте ул.
Ауылға килеп төшөүгә таң атты. «Фермаға атты алып барып йөрөмә, Мәфтуханың ҡапҡаһына алып барып терәт, теләһә нимә эшләтһен», – тине председатель. Мәфтуха апай эшкә китергә сығып килә ине. Мине әрләне лә китте атты етәкләп. Ҡайтып машинаға инеп йоҡланым да шуның менән бөттө. Шунан башлап аяҡ һыҙланы. Ул аяҡты ҡырмыҫҡа иләүенә лә тыҡтым, дегеткә лә, һарыҡ тиреһенә лә уранылар. Аяҡтарым шешеп, ошолайтып ятам. Бер яғына ултырғыс ҡуйып, аҫтыма тас ҡуйҙылар. Шапылдап янған ер шикелле һары һыу ағып тора. Һыңар аяғым шулай итте. Икенсеһе шешмәне. Бригадҡа учетчиклыҡҡа ҡуйырға булғайнылар, яланда йөрөй алмайым бит инде. Конторға учетчик итеп ултырттылар. 53-сө йыл колхоздар эреләтелгәнсә эшләнем. Шунан 55-се йыл китапханаға керҙем, клубта эшләй башланым. Клубҡа йәйҙең көнө 50 сутый, ҡыш 75 сутый тәбен бирәләр. Шулайтып, ҡәҙимге терелеп алдым. Аяҡ һаман һыҙлай. Һыҙлаһа ла ултырып эшләү ҡайҙа? Бөтөн колхоздың, хөкүмәттең ниндәй эштәре бар – әйҙә, миңә өйәләр. Ҡасан йоҡлағанымдыр, ҡасан ашағанымдыр? Эштән баш тартманым. Башҡармаған эшем ҡалмағандыр ул.
– Һуғыш бөткәндә һеҙ ҡайҙа инегеҙ? Нисек белдегеҙ һуғыш бөткәнен?
– Зәйнулла ағайҙың ҡатыны завогород ине. Ул бальнисҡа киткәйне, шуның урынына завогород итеп ҡуйҙылар. Хәҙер бисәләр менән ер ҡаҙабыҙ. Картуф сәсергә колхозға. Әҫеленең аръяғынан бер кеше ҡысҡыра: «Ҡайтығыҙ, ҡайтығыҙ, һуғыш бөткән!» Эй-й, ҡайһыһы бейей, ҡайһыһы илай. Бикбулатов Зиннәттең әсәһе Ҡәбиҙә ҡайтып еткәнсе бейеп ҡайтты, үҙенең ире ҡайтманы ла ҡуйҙы. Ул үлмәгән. Ҡәбиҙә Әхмәт тигән кешегә кейәүгә сыҡҡайны, ире Һарыҡташҡа килеп еткәс, шуны ишетеп, кире киткән. Ниязғол ағай әйтә торғайны: «Төхвәт бар ул, Полтавала йәшәй», – тип. Зиннәт эҙләмәне атаһын. Ҡәбиҙә әбей Әхмәт менән ҡалды.
Клуб була торғайны: тәҙрәләре, ишектәре юҡ, стенаһы ғына ултыра. Шуның алдында митинг үткәрҙеләр. Һуғыш бөттө, бына хәҙер ҡайтырҙар фронтовиктар, уларҙы достойно ҡаршы алығыҙ, тинеләр. Һуғыш бөтһә лә колхоз тиҙ генә аяҡҡа баҫып китә алманы. Ауыл шул хәтлем бөлгәйне бит. Бик ауыр булды. 1956 йылда ғына дәүләт иген бирҙе. Шуға тиклем бер грамм иген алмай, кем нимә таба, ҡалайтып таба – шулай йәшәнек. Эшкә сыҡҡандарға 300 грамм он бирә торғайнылар. Көҙ көнө бирәләр, хөкүмәткә тапшырып бөттө ниһәләр, ғинуарҙың аръяғына ашарға юҡ. 1956 йыл иген ныҡ үҫте, колхоз байып алды. Хәҙер теге Колыманан ҡайтҡан апайымды завферма иттеләр. Ете ауылды берләштереп, бер колхоз яһанылар. Мин шул колхозға учетчик-кассир булып ҡалдым тағы. 1955 йылдан ғына клубҡа библиотекаға эшкә керҙем инде.
– Һуғыш ваҡытында һеҙҙең колхоз нимә тип аталды?
– «Юлдаш» колхозы ине. Әлебайҙар – «Октябрь» колхозы, самаҙылар «12 октябрь» ине, юҡ, «Ҡыҙыл маяҡ» ине самаҙылар. Абҙандар «12 октябрь» ине, сураштар Мичурин исемендәге, Һаплы яҡтар Каганович булды. Шулайтып, ҙур колхозға Һаплы яҡтың председателе Заватовты председатель итеп ҡуйҙылар. Эреләтелгәндән алып колхоз бөткәнсә «Путь Ленина» йөрөнө. Әле бер көн шуларҙы уйлап, яҙып ултырам да кемдәр-кемдәр председатель булғанын, 41-се йылдан алып 55-се йылдарға хәтлем 15-ләгән председатель алышынған. Ҡайһыныһы ҡырҙан килгән, ҡайһыныһы үҙебеҙҙән булды. Һуғыштан ҡайтҡан кешеләр күберәк түрә булырға тырыштылар, ҡара эшкә егелмәнеләр. Берәүһе атына тип бер боттай арыш урлаған да бер айға судить иттеләр. Ул ваҡытта саҡ ҡына нарушениең булһа ла – төрмә. Суд булды бит инде. Ауылдан биш бисәне 500-әр йөҙ грамм ашлыҡ урлаған тип 5-әр йылға судить иттеләр. Фатима тигән берәү яңы кейәүгә барғайны – шуны, Разия тигән бер әбейҙе, Килдейәрҙәрҙең әсәләре Шәмсуна әбейҙе, унан 5 бала ҡалды, Байыҡтарҙың әсәләре Тайбаны, әллә 4 баламы ҡалды.
– Суд ауылда була торғайнымы, әллә Абҙандамы?
– Абҙанда булды. Саҡ ҡына нәмә өсөн дә, саҡ ҡына нарушениең булдымы – төрмә. Мин магазинда ла эшләп алдым 50-се йыл. Минән алдағы ҡатын 3ай эшләне – судить иттеләр. Нәсимә менән Ғәфүрә тоже бер нисә ай ғына эшләне, хөкөм иттеләр. Тырышып эшләнем инде. Бөтөнөһөн дә лавканың члендары итеп, 16 йәше тулғандарҙы член итеп яҙып, книжкалар бирҙем. Шулар иҫәбенә ҡарата тауар бүләләр. Кәнфит-маҙар килһә, 500 грамлап ҡына бирҙеләр, 200 грамлап ҡына. Бер һабынды бишкә бүлеп. Һин сельпо председателенән күп аҡса алаһың, тип мине күралмай башланылар. Ауылда члендарҙы күп күрһәткәс, күп әйбер алам бит инде. Халыҡ ныҡ ихтирам итте былай. Бер ваҡыт мине уҡырға ебәрҙеләр. Уҡып ҡайтҡас, Абҙанға сельмагҡа ҡуймаҡсылар. Ауылдан депутаттан тыш 4-5 бисә барҙылар мине бирмәйбеҙ тип. Беҙ уны уҡыттыҡ, ҡайҙа ҡуйһаҡ та ҡуябыҙ, ти тегеләр. Хәҙер баланың башын ашайһығыҙ, нисә кешене судить иттегеҙ. Бының башын ашарға, бирмәйбеҙ, тип барҙы бисәләр. Рәхмәт, ауыл халҡы поддерживать итте мине. Шулай булһа ла сельмагта эшләгән Сурин отпускыға сыҡҡайны, шул килгәнсә бер айға ғына тип, алдаштырып мине ҡуйҙылар. Прием-сдача үткәрҙек тә, актҡа подписать итмәнем. Эшләгәс, магазинда әйберҙең хаҡын беләм, уҡығанда тоже өйрәттеләр Уфала. Мин әйтәм, бөтөн әйберҙәргә лә хаҡтар арттырылған, прейскурант буйынса тикшермәйенсә подпись итмәйем, кешегә алдаҡ хаҡ менән һата алмайым, тинем. Теге Суриндың 48 мең һум недостачаһы сыҡты. Аталары өйҙәрен, ашлыҡтарын, малдарын һатып, 36 меңен түләнеләр. 12 меңе ҡалды түләй алмай. Шуны бухгалтерға, лавочный комиссияға, сельпо председателенә 4-әр меңдән бүлеп һалдылар түләргә. Сурин ҡасҡан. Суд булды, судить итмәй ҡуйманылар. Мине лә ғәйепләп маташтылар. Мин әйтәм, ултыртырға теләһәгеҙ – ултыртығыҙ. Неправильно следствие алып бараһығыҙ, мин быға риза түгел, тип, баш прокуратураға заявление яҙҙым, следователдән отказать итәм, тип. Баш прокуратуранан делоны һорап алып, завмагты ғәйепләргә основание юҡ тигән ҡағыҙ килде. Мин, сельпонан сығып, баяғы колхозға учетчик-кассир булып ултырҙым, шунан библиотекаға керҙем.
Колхоз клубында эшләйем. Биш кеше уҡыныҡ библиотечныйҙа Уфала, курс ҡына инде. 10-сы класты бөткән дүртәү, мин 42-се йылғы бишенсене яртылаш ҡына уҡыған, нисә йыл уҡымағанмын бит инде. Уҡып ҡайтҡас, дүртәүһе лә эшләй алманылар. Мин 31 йыл эшләнем. Колхоздың, сельсоветтың ниндәй эше бар – вис эшләргә тура килде. Бер ваҡыт зоотехник: «Һылыу, миңә һыйырҙарҙың ҡасан ҡасҡан, ҡасан быҙауларға тейеш, ҡасан һыуалған, шуларҙы стенд итеп яҙып бир», – ти. Шуныһын да яҙырға миңә ҡуштылар.
– Ата-әсәйегеҙ кем булды?
– Атайым әсәйемдән 28 йәшкә оло ине. Теге Герман һуғышынан ҡайтҡанында алған бисәһе, ике балаһы үлгән. Шунан Әлбәйҙән әсәйемде барып алған. Ете йәштән етем ҡалдым, Суфиян олатайҙа ат көттөм, ти торғайны атайым. Эшсән икәнлеген белеп, Суфиян ҡарт быны ныҡ поддерживать иткән инде. Өй һалышҡан, кәләш алып биргән. Тәүге һуғышта дүрт йыл йөрөп ҡайтҡан, ул һуғышта ваҡытта бисәһе лә үлгән. Ике бала илауҙан һуҡыр ҡалып, улар ҙа үлгән. Шунан әсәйемде алған. Әсәйем 16 йәшендә генә атайға сыҡҡан. Офицерҙар кейемен кейеп ҡайтҡас, күҙе төшкәндер инде. Әсәйем менән торғанында ла Суфиян ҡарт ныҡ поддерживать иткән. Элекке эшләгәндәрен уйлап. Һыйыр ҙа биргән уға, ат та биргән, өй ҙә һалышырға ярҙам иткән. Хәҙер атайым һуғыштан ҡайтҡас, ошо тирә-яҡ ауылдарға сельский булдым тип һөйләй торғайны. Сельский кем булғандыр инде? Силсәүит булғанмы, нимә булған? Тирә-яҡ ауылдарҙың картаһы була торғайны атамдың ҡулында. Беҙ уҡығанда, иҫәүән, картаны мәктәпкә алып барып макулатураға бирҙек, әрәм иттек. Хәҙер уйлайым да, атам исмаһам тыйһын ине. Туҡта әле, балалар, ятһын тиһә ни була? Хәҙер шул 30-сы йылдар микән, колхозды ойоштороп, аттары ишәйеп киткән булған. Биш атын, өс һыйырын, бер келәтен биреп, колхозды ойошторған атайым. Председатель итеп ҡуйғас, стройкала эшләп, ауылға тирмән эшләнеләр. Колхозға ике бригадҡа ҙур һарай эшләнеләр. Атай шул строительныйҙың бригадиры булып, баяғыларҙы ҡуландағылар менән ҡуша эшләтеп, стройкаға йөрөнө. 79 йәшендә үлде. Үлгәнсе ете тин дә пенсия алманы, ул ваҡытта пенсия булманы бит. 56-сы йылда үлде атайым.
– Һуғышҡа барҙымы? Аҙаҡҡы һуғышҡа?
– Был һуғышҡа барманы. Ҡарт бит инде.
– Әсәйегеҙ кем булды?
– Әсәйем күп балалы булып ултырҙы. Һигеҙ ҡыҙы, ике улы булды. Тәүге улы йәшәне, Хөснулла мыртый. Минән кесеһе үлде. Апайымдар баяғылай бригадир ҙа, тракторист та, һатыусы ла булды. Шунан Гөльямал апайым 55-се йыл Мәскәүгә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барҙы. Пенсияға сыҡҡансы, һауынсы булып эшләне. Ул колхоздың почетлы гражданы ла булды. Алдынғы һауынсы, райсовет, сельсовет депутаты, партийный. Ныҡ колхоз өсөн көрәште инде, ныҡ эшләне. Ул 2002 йылда үлде. 23-сө йылғы ине.
– Нисә йәштә кейәүгә сыҡтығыҙ? Ирегеҙ кем?
– Комбайнер булды. Широкопрофильный механизатор, тракторҙа ла эшләне, комбайнда ла. Ул 84-се йылда үлде. Быға 26 йәштә сыҡтым. Анан алда беҙгә берәү главный бухгалтер булып килгәйне Благовар районынан. Шул кеше ҙур туй яһап тороп өйләнде миңә, 50-се йыл. Ай ярым тирәһе генә тороп ҡалдыҡ, армияға алдылар. Элек өс йыл булды бит. Өс йылдан һуң ҡайтып, бында килергә управляющийҙың атын алып, станцияға барырға йөрөһә, әсәһе әйткән: «Алып киләһең дә бит, килендең 3 йәшлек балаһы детдомда үҫә икән ти бит», – тип әйткән.
Рәсүл тигән бер мыртый тейеш кешебеҙ бар ине, минең үлгән мыртыйым менән бер йәштәш, әсәйемдең имсәген имеп үҫте ул бала. Шул Рәсүл мыртый Азияларға Камила апайға алып бар, ти торғайны. Шулай итеп, Камила апайға Рәсүлен алып барып бирҙек. Шул Рәсүл менән йөрөп, өс йәшлек бала үҫтереп, детдомға биреп китә булам. Алла алдында, икмәк алдында мин ант итеп әйтә алам. Бер ғәйепһеҙ баланы миңә йәбештерҙеләр шулай итеп. Мин әйтәм, иргә бара торған булһам, бына тигән яҡшы кешеләр ҙә осраны, иремде көттөм. Әсәһенең һүҙенә ҡарап, миңә «Килеп ет», – тип, тип хәбәр генә ебәрҙе был. Мин барҙым. Быны райкомға инструктор итеп эшкә алғандар, уҡырға ебәрергә булғандар. Уфаға уҡырға барһам, һине бында ҡалдырмайым, алып китәм, тине. Мин ҡайтып, документтар алып, эштән увольнять ителеп барһам, баяғы хәлде әйтте был. Ауыҙым асылып, аптырап ҡалдым. Абзыйым унан һорай:
– Ышандыңмы ошондай хәбәргә?
– Да, поскольку үҙемдең әнием әйткәс, – ти.
Әсәһе бер һатыусы ҡыҙҙы алабыҙ тип йөрөгән булған икән. Үҙен ҡараған инде һатыусы. Шуға былар әллә алдап әйткән, әллә уйлап әйткән, әллә ялғанды ишетеп әйткән.
– Ярай һеҙгә бармаҫ борон быны алдан ишеттем. Алдығыҙҙа ғәйепле кеше булып йөрөй алмайым. Минең хәлемде белгең килһә, бар Зианчураға. Любой ауылында, любой ерҙә мине беләләр, әйтерҙәр кем булғанымды, – тип шулай тинем.
– Фәтхиямал, үкенерһең, ҡабалан хәл итмәй тор, – ти абзыйым.
– Үкенәм көткәнем өсөн, шул һүҙҙе ишетергә көткәнем өсөн үкенәм. Мин уны күтәрә алмайым ғүмергә, – тинем. Ана шул бер һүҙ өсөн барманым быларға. Мәсәғүт ҡайтып китте. Шулайтып, тиктән генә айырылыштыҡ та ҡуйҙыҡ беҙ уның менән. Шунан быға 26 йәшемдә генә сыҡтым. Дүрт улым булды. Береһе өс йәшендә үлде. Икенсеһе автобуста эшләй ине, 37 йәшендә автобус менән ҡуша яндырҙылар Абҙанда. 25 йыл үлгәненә. Инде 25 сәғәт тә уйламай тора алмайым. Барыбер шул йөрәктән китмәй. Ике малайым ҡалды. Бая ҙурын күрҙегеҙ, бына өйҙәгеһе менән торам инде. Аталары үлде 84-се йыл. Был барған ирем дә ауылдың егете ине. Ул үлгәс тә һоратыусылар булды. Яҡшы кешеләр булманы түгел, барманым, колхоз кәнсәһе булып йәшәнем.
Авторҙан. Бүлдермәй генә тыңланым Фәтхеямал инәйҙе. Оло кешенең фекер ебен юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡтым. Ҡайһы бер урындарҙа нимәнелер асыҡлар өсөн генә һорауҙар бирҙем, хәйер, уны үҙегеҙ ҙә аңғарғанһығыҙҙыр. Камил интервью ла эшләргә тырышманым. Әңгәмәлә халҡыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәт батырлығы тасуирланыуы һәм уның шул ғазаплы йылдар шаһиты тарафынан бәйән ителеүе мөһимерәк.