Все новости
Новости
28 Июля 2021, 14:47

Мостай Кәрим исемендәге Фонд Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың вафат булыуы ҡайғыһын кисерә

Мостай Кәрим исемендәге Фонд академик, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ис. Республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың вафат булыуы сәбәпле Башҡортостан йәмәғәтселеге менән бергә юғалтыу ҡайғыһын кисерә.

Ғайса Батыргәрәй улының тормошо оҙон булды, һәм был тормошонда ул замандаштарын да, йәш быуындарҙы ла үҙенең ихлас илһөйәрлеге, иҫ китмәле егәрлеге, юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешә алыуы менән һоҡландырҙы. Уның фәнни һәм ижади ҡыҙыҡһыныу даирәһе бик киң ине. Ул республикабыҙҙа археографик һәм текстология фәне тармағына нигеҙ һалыусы тип һанала, ғүмер буйы фольклор йыйыусы булды, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары, хрестоматиялар һәм ғилми-методик хеҙмәттәр авторы,айырым яҙыусылар әҫәрҙәренең фәнни йыйынтыҡтары, төрлө йүнәлештәр буйынса китаптар төҙөүсеһе һәм ғилми мөхәррире эшен дә алып барҙы. Һәм ошо арала башҡорт тарихын сағылдырған һәм үҙенең фәлсәфәүи ҡараштарын асҡан проза әҫәрҙәрен дә тыуҙырҙы.
Күренекле ғалим һәм яҙыусы исеме мәңгелеккә хеҙмәттәштәре, уның эшен дауам итеүселәре, меңәрләгән төрлө быуын уҡыусыларының аңында һәм йөрәгендә ҡалыр, ә уның төплө ғилми хеҙмәттәре һәм әҙәби китаптары республикабыҙ фәне һәм әҙәбиәтенең алтын фондына инде лә инде.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов
Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Кәримова

Мостай Кәрим исемендәге Фонд Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың вафат булыуы ҡайғыһын кисерә
Мостай Кәрим исемендәге Фонд Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың вафат булыуы ҡайғыһын кисерә
Автор:
Читайте нас: