Все новости

ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ

ХИКӘЙӘЗаманында үҙ тиҫтерҙәрем араһында дан тотҡандарҙың береһе булдым. Юҡ-юҡ, әле һеҙ уйлағанса шаталаҡ, һуғыш суҡмары түгел, ә гармунсы ғына. Өҫтәүенә, йырсы ла. Тальянкамды һуҙып, ауыл көйҙәрен һыҙҙырыпебәрҙемме – бөтә ауыл халҡы ҡапҡа алдына сығып тыңлар ине.

– Э-эй, ошоноң тауышы!.. – тиешер ине ҡатын-ҡыҙ, әбей-һәбей.

– Өҙҙөрә лә һуң!.. – тиешер ине ир-егет, ҡарт-ҡоро, көнләшеп. Ҡайһы бер гармун яфалаусылар араһында үсләшкәндәр ҙә аҙ булманы. Кеме күректе тиш келәп китә, кеме тел төймәләрен шаҡарып-һындырып ташлай... Булды инде. Ҡайҙа байрам, ҡайҙа туй – мин шунда, ҡайҙа уйын, кис ултырыу – мин шунда, һәр ерҙә лә почет елле.

Ул осорҙа миңә ун ике-ун өс йәштәр самаһы ине. Ә гармунда уйнарға нисек өйрәндемме? Быныһы ла хикмәтле. Әле мәктәпкә төшмәгән, моңло гармун тауышына ғашиҡ, ауыҙ-морон һыуын йыя алмай йөрөгән иҫәүән бер малай инем. Бер көндө урам аша ғына йәшәгән күршебеҙ төрлө-төрлө төҫтәге нур һибеп, емелдәп торған гармун күтәреп ҡайтып инде. Шул көндән алып, кис ҡорон, болдорона сығып ултыра ла әллә нәмәләр ҡысҡырта башлай. Көй тиһәң, көйгә оҡшамай. Ҡайһы бер телдәрен, минең көйгән йәнде үсекләгән төҫлө, ҡат-ҡат, ҡат-ҡат баҫып йөҙәтә. „Их, үҙемдеке булһа ине шул гармун! – тип үкенесле хыялланып, һәр кис ҡапҡа алдындағы бүрәнә өҫтөндә тегене тыңлап ултырам. Эр гәһенә барып, бер аҙ бысҡылдатып ҡарарға ҡыйыулыҡ етмәй. Ул һиңә тәтәй түгел. Минекеләр ундай гармунды бер ҡасан да алып бирмәйәсәк. Ә күрше – „быса“ ғына... Яралы йөрәгемә тоҙ һала...

Бер көн әсәйем Алмабикә апайҙы сәйгә саҡырҙы. Үзбәкстанда йәшәгән инәйем ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Ҡулъяулығы менән асҡыс тотҡан: өйөн йоҙаҡлап килгән. Өйҙәрендә бер кем дә юҡ, тимәк. Ә гармун – өйҙә! Сәй мәжлесе оҙаҡ була торған. Уларҙың йоҙағы сөй менән дә асыла. Бөтә тәүәккәллекте йыйып, һыпырттым өйҙәренә. Күҙ алдымда йәйғор төҫтәре уйнатҡан гармундан башҡа бер ни ҙә күренмәй. Таҡтанан сөй һурып алып, йоҙаҡты соҡой башланым. Асылып китте был. Хәҙер алда иң ҡурҡыныс, иң ауыр юл ята. Гармундары – төпкө өйҙәренең мөйөшөндәге комод өҫтөндә. Нисек кенә алып сығырға? Бер килгәс – артҡа боролоу юҡ! Ҡараҡлыҡмы был, әллә түгелме? Ҡулдарымды алға һуҙып теге мөйөшкә табан юл тотам һәм нимәгәлер баҫам. „Ғарҡ“ итеп ҡалды.

– Кем йөрөй?! – Ҡалын ир тауышы яңғыраны. Күрше! Жыулап китте йөрәк, саҡ-саҡ йығылып китмәнем. Сығып һыпыртырға ишекте күреп булмай. – Кем һин? – Тауыш тағы ла көслөрәк яңғыраны. Ләм-мим. Ҡойолдом да төштөм ҡурҡышымдан. Уның тороп килеүен ишетәм, һәм шул уҡ секундта ҡаты көслө ҡул минең ыштан балағымдан эләктереп тә алды...Тапҡан ҡайҙа ятырға! Бөттө! Бөттө... Был мине хәҙер типкеләп кенә сығарып ебәрә икән...

– Бы-бы... ми-ми-ми...

– Кем?! – Ыштан балағымдан һелкетә тартып ҡуйҙы. Уныһы саҡ төшөп китмәне. – Нимә эшләп йөрөйһөң?

– Ми-ми-ми...

– Ғәфүрме?

– Ыһы!

– Әһә, нимә, Алма апайың ебәрҙеме? Мин йоҡлайым. Ике сәғәттән тағыла көтөүгә. Көтөү көтөүе анһат эш түгел, көнө буйы йүгерергә кәрәк. Бар, шулай тиң.

Минең эскә йылы йүгерҙе. Хатта ҡыйыуланыбыраҡ та киттем шикелле.

– Ә гармуныңда бер аҙ ғына уйнап торорға буламы? Болдорҙа ғына?

– Юҡ, ҡустым. Минең йоҡом килә. Хәйер, гармун тотҡаның бармы һуң һинең? Ул бит ни тәк просто! Талант кәрәк!

– Ҡунаҡҡа барғанда Нурислам ағайымдың гармунында бер аҙ уйнағайным...

– Һе, уйнағайным!.. Прәме уйнағанһыңдыр инде! Ул һиңә – тоттоң да уйнаның түгел, ҡустым. Ана, мин күпме яфаланам, суртым да килеп сыҡмай.

– Ә-әҙ генә... Ипле генә... – Ныҡышам мин.

– Әгәр ҙә мәгәр хәҙер үк уйнай алһаң – мин уны бөтөнләй һиңә бирәм. Әгәр ҙә мәгәр булдыра алмаһаң – башҡа былай килеп бимазалама! Аңланыңмы? Тураҡлап ташлайым үҙен! Йә, ал, ана, комод өҫтөндә. Бер уянғас... – Һәрмәнеп гармунды таптым да иҙәнгә ултырҙым. Ул шырпы сыйҙы, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Ут яҡтыһында күҙҙәренә иғтибар иттем: юҡ, асыулы түгел һис тә, хатта киреһенсә – уның йөҙөндә ҡыҙығыу төҫмөрләнә ине. Мин, бөтә оҫталығымды һалып, өйрәнә башлаған берҙән-бер көйөмдө – „Түңәрәк күл“де уйнай башланым... Көй бөткәс, ипле генә тороп, гармунды комод өҫтөнә ҡуйҙым.

– Молодец! Тағы ла ниндәй көй беләһең?

– Ошоно ғына.

– Шулай ҙа – молодец. Молодец! Ә бына минең бер нисек тә килеп сыҡмай. Мунсаға ла барып ҡараным. Юҡ и все! Давай тағы ла уйна! – Мин шатланып тағы ла „Түңәрәк күл“де урай башланым. – Давай, давай! – Оҡшап ҡалды тегегә. Ултыра торғас, мөңрәп ебәрҙе.

– Улай түгел, бына былай бит ул! – Шелтәләп тә ебәрәм. Ул тырышып яңынан мөңрәй башлай. Аҙаҡ үҙем ҡушылам. Шулай ултырған саҡта Алмабикә апай дөбөр-шатыр ҡайтып инде.

– Һин нимә, ен алмаштырҙымы әллә үҙеңде?! – тине ул, аптырап. Кәрәсин лампаһына ут ҡабыҙып маташа. – Таң һыҙыла башланы бит!

– Бына, әсәһе, Ғәфүр ҡустым менән көй өйрәнәбеҙ.

– Шул ғына етмәгәйне. Тапҡанһығыҙ ваҡыт. Ят. Йоҡла. Серем ит. Һин дә ос өйөңә, әсәйең юғалтып торор. Иртәгә лә көн бар. Марш!

– Во! Ысынлап та! – ти күрше. – Давай, көтөүгә кил. Гармунды алып ҡайт та иртәгә Аралға кил, йәме? Вәт әй, суҡынған малай, нисек оҫта уйнай!

Иртәгәһен әпен-сөпөн генә сәй эстем дә, йәнемдән дә ҡәҙерлерәк гармунды әсәйемдең иҫке яулығына төрөп, саптым Аралға. Мин килгәндә күршем Оло Таш өҫтөндә „Түңәрәк күл“де һыҙғырып көйләп ултыра ине. Мине күргәс, шатланып китте теге.

– Һа-ай, афари-ин! Әллә килә, әллә юҡ, тип кенә уйлап ултыра инем. Давай, иң тәүҙә һин уйна. Ҡарап торормон да уйнап ҡарамын, һин өйрәтеп торорһоң. Батамы?

– Әйҙә һуң. Тик һин иғтибарлы бул!

Уйнайым. Аҙаҡ ул уйнап ҡарай. Юҡ! Юҡ инде! Оҙаҡ ҡына шулай яфаланғас, гармунға һуғып, асыуланып ҡуйҙы.

– Булмағас булмаҫтыр инде, ҡустым. Давай, һин уйна, мин лутсы тыңлап ултырырмын.

Уны йәлләһәм дә, гармундың тәтеүенә шатланып бөтә алмайым. Ул мал ҡыуа, мин уның артынан йөрөп гармунда уйнайым... Ҡараһам, мал-тыуар, ашауын ташлап, минең янға йыйыла башлаған, аптырашып ҡарап торалар.

Иртәгәһенә түҙмәне күрше.

– Их-ма! Йә, ярар, ҡустым, гармунды үҙеңә ал да уйнай ғына бир. Минән булманы. Әгәр ҙә былай көтһәк, һыйырҙар тамам һөтһөҙ ҡаласаҡ. Ана бит, нишләп торалар! – тине ул, көрһөнөп. – Аҡсаһын берәй ҡасан индереп бирерһегеҙ әле.

Шул көндән яңы дәүер башланды. Көн дә яңы көй өйрәндем. Оҙаҡ та үтмәне, атайым ҡайҙандыр өп-өр яңы тальянка алып ҡайтып бирҙе. Бына бит ул: әле берәү ҙә юҡ ине, хәҙер – бер үҙемә ике гармун!..

***

Унынсы класты тамамлап йөрөгән саҡ. Ауыл йәштәре ниңәлер хәтәр дәртләнеп китте. Матур ғына концерт әҙерләп, ете-һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға барҙыҡ. Шунда, үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр, бер ҡыҙыҡайға ғашиҡ булдым. Йылмайыуҙары, буй-һыны, йөрөштәре, күҙ ҡараштары... Сәхнә ситенә менеп ҡунаҡлаған бер еүеш танауҙан ипле генә итеп тегенең исемен һорашам. Сәлимә икән. Ҡалай матур исем!

Концерт башланды. Егет-ҡыҙҙар йырлай, бейей, ә мин шаршау артында гармунда уйнайым. Ниһайәт, миңә лә сират етте. Алып барыусы шаҙра Хисами:

– Ғәфүр Бәширов башҡарыуында „Зәңгәр күлдәк“, – тип иғлан итһә лә, үҙем сыҡҡас, ҡул сабыуҙарҙы баҫып:

– „Сәлимәкәй“, – тип төҙәттем. – Сәлимәгә бағышлана.

Әлеге еүеш танау сырҡылдап көлөп ебәрҙе. Еңе менән ялтырап торған танау аҫтын һөртөп:

– Сәлимә апай, һиңә! Әле генә һорашып торҙо! – тип яр һалып ҡысҡырмаһынмы, әй. Гө-өр итеп ҡалды тамаша залы. Күҙ сите менән генә Сәлимәгә ҡарап алам, ул яулығы менән йөҙөн ҡаплаған. Гармунымды һыҙҙырып ебәреүгә зал тынып ҡалды. Йөрәгемде сихырлап өлгөргән шул ҡыҙыҡайға ҡарап, аңлайышһыҙ тәүге хис-тойғоларым даръяһына сумып, йырлап ебәрҙем...

Йыр йырланып бөтөр-бөтмәҫтән аяғүрә тороп ҡул саба башланылар. Дер һелкенеп торҙо зал, йыр оҡшап ҡалды. Ҡат-ҡат сығарып йырлаттылар. Шыбыр тиргә батып бөттөм.

Концерттан һуң уйын башланды. Йәштәр араһында Сәлимә күренмәне. Төштә генә күренгәндәй булды ла ҡуйҙы. Гармунымды ҡосаҡлап, таң атҡас ҡына ҡайтып индем. Был хыялыйҙың хыялы хыял ғына булып ҡалған, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул! Ике ауылдың араһын көн дә тапаным, күрше ауыл малайҙары менән һуғышып, дуҫлашып бөттөм – Сәлимәне бер кемгә лә бирмәнем. Был донъяға беҙ бер йән булып тыуғанбыҙ булып сыҡты. Ул минең хыялымдың иң яҡты бер йондоҙо булды! Сәлимәкәй, Сәлимә...

***

Хеҙмәткә алдылар. Диңгеҙ-океандар гиҙеп, ярты донъяны урап сыҡтым.Шиғыр юлдары менән көн дә хат оҙаттым, һағыныу һәм матур хыялдар гөлләмәләре менән көн дә хат алдым. Ике йыл шулай булды. Ҡапыл хаттар туҡталды. Ғазап башланды. Ай үтте, ике, өс ай... Хат артынан хат яҙҙым, һәм бер көндө сит ҡул менән яҙылған хат килеп төштө. Атаһы яҙған. „Яҙғы ташҡында, һыуҙа бата башлаған малайҙарҙы ҡотҡарған сағында, үҙе фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы...“ Йәшен һуҡтымы ни – аҫты өҫкә килде донъямдың. Их, Сәлимәкәй, Сәлимә... Нисек мәрхәмәтһеҙ был донъя! Хәҙер нишләрмен һуң һинһеҙ, һинһеҙ был тормошта нисек кенә итеп йәшәрмен?!

...Ҡара бушлыҡта көн артынан көн уҙҙы. Хеҙмәт срогым тулды. Тағы ла ике йылға тороп ҡалдым, күңел һыҙлауҙары баҫыла төшһөн тинем... Тыуған ауылыма ҡайтып төшкәндә, халыҡ бесәнгә сыҡҡайны. Эштең иң ҡыҙыу осоро. Әйберҙәремде солан артына урынлаштырҙым да, тирә-яҡты бер аҙ күреп ҡайтыу ниәте менән Таллы тауына менеп киттем. Аҙаҡ күрше ауыл зыяратына юл алдым. Таба алманым Сәлимәмдең ҡәберен. Кисләтеп кенә ҡайтып индем. Мине өй тулы туған-тыумаса ҡаршы алды. Таң һыҙылғансы ултырҙыҡ.

Икенсе көндө, гармунымды алып, Нөгөш буйына сыҡтым. Элек һәр йәй, Өстирәк янында усаҡ яғып, уйын ойоштора торғайныҡ. Бында бөтә тирә-яҡ йәштәре йыйыла. Уйындың дәррәү сағы тура килде. Ике гармун, бер нисә ҡурай көс түгә, түңәрәк эсендә ете-һигеҙләгән пар туҙан туҙҙыра. Уларға ситтән генә бер аҙ ҡарап торҙом да гармунымды һуҙып ебәрҙем... Онотмағандар әле мине, онотмағандар! Көйгә ҡушылып ҡул сабыуҙар китте, гармун-ҡурайҙар ҡушылды, һәр төрлө ауаздар яңғыраны.

Ах, кемде күрәм... Өнөммө был, әллә төшөммө... Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым... Мөғжизә! Ҡыҙҙар араһынан, әкиәт һылыуы булып, Сәлимәм килепсыҡты ла, оялсан ғына атлап, ҡаршыма килеп баҫты. Һис кенә лә үҙгәрмәгән... Хатта тағы ла һылыуланып киткән. Шул уҡ ҡыйғас ҡаштар, шул уҡ оҙон толомдар, муйылдай ҡара күҙҙәр... Телһеҙ ҡалдым...

– Сәлимәкәй?..

– Һеҙ... һеҙ Ғәфүр ағаймы?

– Бәй! Мин, әлбиттә!

Ә ниңә шулай һорай ул? Әллә, хат яҙған булып, мине хөкөм итәме?

– Мин бит, мин! – Гармунымды атып бәреп, үҙен күтәреп алып өйрөлткөм, бөтә донъяға оран һалып ҡысҡырғым килде, ләкин быуындар ҡатты, күҙ алдары ҡараңғыланды, йөрәк хәлһеҙләнде...

– Мин – Ғәлимә. Сәлимәнең һылыуы!

Ғәлимә? Һылыуы? Тимәк... Бер секунд эсендә кисергән ғазаптарым яңынан терелде... Ни өсөн, ни өсөн пәйҙә булдың һин, Ғәлимә, мәңге уңалмаҫ яраларымды әйләндереп?! Ҡуш ҡайындың береһенә оҡшатҡаным бар ҙаһа үҙен.

– Ә мин һеҙҙе яҡшы хәтерләйем. Элек һәр кис һайын гармун уйнап, йырлап, беҙҙең өй алдынан үтә торғайнығыҙ. Ә Сәлимә апайым илай торғайны... – Ул боролдо ла, йәштәр төркөмөн йырып, илай-илай, яр буйлап йүгереп китеп барҙы. Ҡараңғылыҡҡа сумды.

– Ғәлимә... Ғәлимә, тим... Туҡтасы!

Ул көндө Ғәлимәне, йыуата-йыуата, ауылдарына, өйҙәренә ҡәҙәр оҙата килдем.

– Ул бит һеҙ тип хыялланып, һаташып бөтә ине. Бәхете ҡыҫҡа ғүмерле булды. Ә мин, иҫәүән, ул саҡта унан көнләшә торғайным һеҙҙе. Гармун тауышын ишетһәм, шундуҡ апайым күҙ алдыма килеп баҫа.

– Минең дә!

Ул тағы ла илай. Әрнеп, буҫығып илай.

– Ғәлимә... Ғәлимә, тим... Йә, ярай, етер инде! Нишләмәк кәрәк хәҙер! – Күңелдән үҙем дә үкһейем. Тик йыуатыр кеше юҡ. Ҡапҡа алдарында һөйләшеп оҙаҡ ултырҙыҡ. Таң һыҙылғансы. Ауыл осон сыҡҡансы ул ҡарап тороп ҡалды.

Аҙна самаһы ял итеп, иректә күңел йөҙҙөргәс, әле яңыраҡ ҡына башлаған Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлөшөнә эшкә урынлашырға барҙым. Алдылар. Шатлығымдан осоп-ҡунып ҡайтып килгәндә, Таш күпер янында көтмәгәндә Ғәлимәне осраттым.

– Бә-әй, бында нисек килеп сыҡтың?

– Ике туған апайым төҙөлөштә эшләй. Анауындағы вагончикта йәшәйҙәр. Бына, күрергә тип килдем дә... йөрөйөм әле... Ә һеҙ?

– Ә мин эшкә урынлашып ҡайтып киләм. Бында оҙаҡламай ҙур төҙөлөш башланасаҡ. Ана тегендә йорттар төҙөйәсәктәр, ике тау араһында бейек плотина буласаҡ, һәм ошо төпкөл киләсәктә оло шау-шыуға күмеләсәк. Ҡайнап торасаҡ бында тормош! Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы?

– Әлегә юҡ әле. Ә шулай ҙа... мин мөғжизәгә ышанам. – Ғәлимә, толом остарын бармаҡтары менән уйнатып, керпектәрен аҫҡа сәнсте.

- Томра бөгөн. Түҙер әмәл юҡ. Хәҙер бына һыу ҡойоноп алғанда...

– Улайһа, Нөгөшкә төшәйек. Ана ғына ята бит.

– Ысынлап та.

– Йә, кемәлү-үк?! – Яулығын болғай-болғай, шаяра-көлә минән алдаНөгөшкә табан йүгерә ул. Сисенеп һыуға сумам, һыу шундай йылы, тап-таҙа,шундай рәхәт.

– Әйҙә һин дә.

– Хәҙер мин һыуҙан ҡурҡам. Ошонда ғына көтөп ултырырмын, йәме?

– Һин бит яңғыҙ түгел. Эргәңдә мин бар.

Ул баш сайҡай. Мин һыуға сумам. Бер аҙ йөҙөп күңел булғас, уның янына сығып, ҡырсынға ятам. Эҫе ҡырсынташ тәнде өтә, утлы табамы ни! Ғәлимә өндәшмәй генә һыуға ҡарап ултырҙы ла, яулығын алып, арҡамдағы һыу бөрсөктәрен һөртә башланы.

– Ғәфүр?

– Эйе? – Ғәлимәнең тәүге тапҡыр яҡын күреп өндәшкән һүҙе булды ул.

– Һин нисек уйлайһың, мине эшкә алырҙармы икән? Мәктәпте тамамланым. Аттестат ҡулда. Тик һөнәрем генә юҡ.

– Бер һүҙһеҙ! – Ырғып тороп ултырам мин. – Маладис! Һин бит фәрештә йәнле кеше. Апайың шикелле!.. Эх, Сәлимәкәй, Сәлимә...

– Ғәфүр ағай!.. – Шундуҡ дерелдәп ирендәре яуырыныма ҡағыла, ҡайнар усы ауыҙымды ҡаплай, ҡайнар тамсылар өтөп ала...

– Апайыңды мин бер ҡасан да онота алмаясаҡмын, Ғәлимә. Ул – минең хыял йондоҙом! Уға тик үрелеп тә, ҡағылып та булмай. Ул алыҫ, ләкин яҡты!..

Ғәлимә ҡайнар ҡулдары менән минең еүеш сәстәремдән һыйпай, сеңләгән тауышы ҡолағымда боҙолған гармун моңдарын хәтерләтә... Өҙөлгән гармун моңдарын... Мин уның усына битемде ҡаплайым, ирендәремде тейҙерәм,күҙҙәремде йомам.

– Ғәфүр! Ғәфүр ағай!.. Ғәфүр, тим!..

Ошо тауыш мине үҙ наҙы, үҙ барлығы менән бөгөнгәсә оҙата йөрөнө. Ҡырҡ биш йыл буйы бәлә-ҡазанан һаҡлап килде. Фәрештә тауышы шикелле һигеҙ бала үҫте. Һәр кем үҙ яҙмышы, үҙ бәхете менән таралышты. Ҡоштар ояһы үҙ дәүерен кисерҙе.

...Моңһоуланып киткән саҡтарымда, тальянкамды алып, болдорға сығып ултырам. Оҙон ғүмерҙәргә һуҙылып, өҙөлөп ҡалған „Сәлимәкәй“ көйөн уйнайым. Артымда Ғәлимәмдең йән-һулышын тоям. Пеләшләнә башлаған башымдан һыйпай, аҙаҡ ҡайнар ирендәре менән ҡағыла, ҡайнар күҙ йәштәре өтөп ала... Мин уның усына битемде ҡуям, ирендәремде тейҙерәм, күҙҙәремде йомам. Тап йәш саҡтағыса. Ҡолағыма ҡасандыр элекке күршем бүләк иткән гармун тауышы ишетелә... Күҙҙәремде асам. Ғәлимәм мунса яғына ишаралап эйәк ҡаға. Унда минең иң бәләкәс ейәнем ҡасандыр көтөүсе бүләк иткән гармунда, бар донъяһын онотоп, „Сәлимәкәй“ көйөн уйнап маташа...

Читайте нас в