Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00

Кисергәнем өсөн ғәфү ит...

— Тор инде, атаһы, аш һыуынып бөтә бит. Һуңынан йоҡлар инең әле. Һин яратҡан туҡмаслы аш бешергәнмен. Арып ҡайтҡаныңды беләм дә бит, бергәләп ултырһаҡ, күңелле булыр ине. Балалар ҙа үҙеңде һирәк күрә...Булат иркәләнеп ята бирҙе лә терт итеп күҙҙәрен асты. Тағы ла шул уҡ төш. Туҡтале, ә тәмле һурпа еҫе ҡайҙан килә һуң? Әллә ҡайттымы икән ҡатыны? Ул һикереп тороп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Тиҙерәк аш бүлмәһенә ашыҡты. Юҡ... Тойолған ғына икән. Бер кем дә юҡ. Ҙур өйҙә тағы ла бер үҙе. Ашарға бешмәгән, сәй ҡуйып ебәрәйем тигәйне, һыу багы ла буш булып сыҡты. Һарайҙа малдар баҡырыша. Нисек барыһына өлгөрмәк кәрәк?

Әллә нисек кенә булды ла ҡуйҙы шул. Ҡартайған көнөндә шулай ултырырмын, тип башына ла килмәгәйне бит уның. Ҡатыны ла инде, бынау тиклем донъяны ташлап сығып китмәһә лә булыр ине. Бергә күпме ғүмер иттеләр. Төрлө саҡтар булғандыр. Донъя бит. Алдан әҙерәк һөйләнеп йөрөһә бер хәл, шым ғына сыҡ та кит, имеш. Әллә берәй кешеһе булдымы икән? Булат үҙенең уйынан үҙе ҡурҡып китте. Ю-юҡ, ундайға оҡшамаған, булмаҫ. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта холҡонда ниндәйҙер үҙгәрештәр һиҙелеүен һиҙелә ине. Һүҙгә лә һаранланды. Арыйҙыр инде, олоғаябыҙ бит, тип Булат артыҡ иғтибар итмәгәйне. Уның былай ҙа эше күп, нисек барыһына ла ваҡыт еткерһен, ти? Бәлки, үпкәләгәндер ҙә, шулай ҙа ҡатынының кәңәш-төңәш итмәйенсә сығып китеүен барыбер аңламаны. Инде олатай-өләсәй булып бөткәс, ояты ни тора. Кеше нимә уйлар? Башҡаларҙың ҡатындары түҙә, ана күпме туҡмалып йәшәйҙәр, күҙҙәренән күк өҙөлмәй. Уныҡы ғына инде. Хәҙер бына ҡайҙа, нимә эшләп йөрөй, бер Хоҙай Тәғәләгә генә билдәле. Электричкаға ултырып киткәнен генә күргәндәр. «Юғалтма, эштәрем бөткәс ҡайтырмын» тигән СМС-каһы ғына килде.

Бындайҙы күреп өйрәнмәгән Булат башта ни эшләргә лә белмәй ярһыны. Аҙаҡ: «Мал ашаған еренә ҡайта ул. Китеп ҡайҙа барһын инде», — тип үҙен тынысландырҙы. Ләкин ҡатынынан бер ниндәй хәбәр ишетелмәне. Булат нимә уйларға ла белмәне. Ни телефоны яуап бирмәй. Балаларына ла шылтыратып ҡараны. Улар ҙа аптырауҙан башҡа бер ни ҙә әйтә алманы. Шулай ҙа үҙҙәрен тыныс тотоуы Булатты бер аҙ һағайтты. Юғиһә, әсәйҙәре тип йәндәрен бирергә әҙер торалар бит. Әллә белеп тә өндәшмәйҙәрме икән? Нимәлер йәшерәләр шикелле…

Балалар тигәндәй, уларҙың нисек үҫкәнен дә белмәне Булат. Уйлап ҡараһаң, биш бала буй еткергән бит ошо нигеҙҙә. Бәләкәй саҡтарында улар ниндәй булды, тип берәйһе һораһа, нисек итеп яуап бирер ине икән? Белмәйем, тип әйтергә оялыр ине, моғайын. Алдап берәй нәмә һөйләр ҙә ҡуйыр инеме? Берәй һорау менән килһәләр ҙә, ана, әсәйегеҙҙән һорағыҙ, тиер ҙә ҡуйыр ине. Береһен бер иркәләп, ҡайҙалыр алып барғанын, уйнатҡанын хәтерләй алманы. Шуларҙың барыһын да эсенә йыйып йөрөнөмө икән ни ҡатыны?

Булат ҡапыл һикереп торҙо ла, аяҡтарына тәпешкәһен эләктереп, тәҙрәгә барып ҡапланды. Ни өсөндөр Венера урам тирәһендә йөрөгән кеүек булып киткәйне. Шунан кейенеп ихатаға сыҡты. Тик бер нәмәгә лә күңеле төшмәне. Баҡырышып торған малдарҙы көтөүгә ҡушырға кәрәк. Хәҙер сыбыртҡыһын шартлатып, сатан Хәйри килеп етер.

Тәмәкеһен көйрәтеп бер аҙ торҙо ла кире өйгә инде. Соланда бер биҙрә һөт тора. Әлеге лә баяғы Тәнзилә күршеһе һауғандыр инде һыйырҙарын. Сәрелдек, күп һөйләһә лә, һәйбәт кеше ул. Бына әле лә бер кемгә бер ни әйтеп тормай, эшен эшләгән дә киткән. Берәү булһа, йөҙ һүҙгә етер ине. Рәхмәт инде.

Уҫал яҡтары ла бар уның, ләкин аҡыллы уҫал. Нисек кенә эсмәһен, ирен һөйләп йөрөмәне, башҡаларҙан да бер ҡыйыш һүҙ әйттермәне. Хәҙер генә эсмәй ул Баязит, заманында өйҙән әйберҙәрен алып сығып, араҡыға алыштырған кеше ине инде. Ҡыҙыҡ, бер эсмәһә, ярты йыллап йөрөй ҙә, бер башлаһа, туҡтатырмын тимә. Үҙе лә шуны белә, һоранып йөрөмәҫ өсөн араҡыны алдан йәшникләп алып ҡуя торғайны. Тәнзиләһе түҙҙе. Шул ир йоратын уға өлгө итеп ҡуйып маташа әле ул. Хатта кереп пыр туҙҙырып әрләп сыҡҡан саҡтары булды. Хоҙайым, башҡа кеше әйтһә бер хәл. Ғәрлеге ни тора! Ҡунаҡҡа йөрөмәйбеҙ, үҙебеҙгә лә йүнләп кеше килмәй, кино, концерт ҡарарға ла уның Венераһы гел бер үҙе йөрөй, йәнәһе. Артынан улар Баязиты менән йәлләп ҡарап ҡалалар икән. Бәлки, күршеһе хаҡлылыр ҙа. Ысынлап та, Булаттың ундай ваҡ-төйәккә ваҡыты ҡалмай. Ауыл хакимиәте башлығының шунан башҡа эше юҡтыр шул. Район үҙәгенә генә айына нисә тапҡыр барып әйләнә. Ә-ә-ә, тағы нимә тигән була әле шул Тәнзилә. Мыжыҡһың, күпме игәйһең бахыр Венераны, уның урынында башҡа берәү бер көн тормаҫ ине һинең менән, имеш…

Хәҙер, ана, эсмәгәс ни, Баязитын «өф!» итеп кенә тора. Нимәһен ҡуйып, нимәһен бирергә белмәй. Бөтәһен аптыратып ҡапыл ғына туҡтаны ла ҡуйҙы ул эсеүҙән. Саҡырһалар ҙа баш тарта.

— Етәр, күпме эсергә була? Хәҙер ейәндәрҙән оят. Ҡайтһалар, олатай, тип йүгереп килеп ҡосаҡлап алалар. Араҡы еҫе аңҡып торһа, һәйбәт түгел. Саҡ донъяның ҡәҙерен белеп йәшәй башланым да. Күргем дә килмәй шул нәмәне, — тип кенә ебәрә.

Эйе, һүҙ юҡ, маладис! Күршеләре матур йәшәй. Үҙенең ҡулы оҫта булғас, йорт-ҡураһы ла ялт итеп тора. Ял һайын балалары ҡайта. Урам тулы булып ейәндәре мәж килеп уйнай. Уландары утын-бесән әҙерләшә. Баязит ҡалай йөрөгән була, ҡуҡырайып. Ә уның нишләптер балалары күмәкләшеп ҡайтып төшһә, ене ҡоторҙо. «Өйөгөҙҙә эшегеҙ юҡмы әллә, нимә тип киләһегеҙ ҙә етәһегеҙ!» — тип асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Хәҙер бына ҡайтып төшһөндәр ине лә бит...

***

Балалары үҫеп таралышып бөткәс, Венера өйөндә бөтөнләй йәм тапманы. Йәшәйешенең бөтә мәғәнәһе шуларҙа булған икән дәһә. Бәпестәренә әүрәп, ире менән араларының ни тиклем һыуынғанын да абайламаған.

Бөгөн дә иртән ирен эшкә оҙатҡас, ғәҙәттәгесә өйөн йыйыштырҙы ла байтаҡ ваҡыт ни эшләргә белмәй ҡаңғырып ултырҙы. Ни эшенән китеп барҙы. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, йөрөй ине әле. Ире: «Өйҙә генә ултыр. Хәҙер олоғайҙың, бер үҙең йорт эштәренә өлгөрә лә алмайһың», — тигәс, ризалашты ла ҡуйҙы.

Уның уйҙарын телефон шылтырауы бүлде. Салауаттан әхирәте Гөлшат икән. «Янғантау» шифаханаһында эшләй ул. Венераларҙы йыл да ял итергә саҡыра, тик улар ваҡытын тура килтереп бер ҙә бара алғандары юҡ.

— Әхирәткәйем, хәҙер өйҙә генә ултыраһың, ваҡытым юҡ тип әйтә алмайһың. Әйҙә, килеп ҡайтығыҙ әле. Булатты эшенән ебәрмәһәләр, аҙна-ун көн тора алыр, үҙең генә кил. Шул тиклем һағындым, — тигәс, башта ҡырҡа ҡаршы булды. Гөлшат ай-вайына ҡуймағас, әҙерәк уйлармын да яуап бирермен, тине. Ҡапыл ғына, тота килеп нисек сығып китәһең инде. Иренән башҡа бер ҡайҙа ла йөрөгәне юҡ. Көн буйы бөтәһен күҙ уңынан үткәреп, төрлөһөн уйлап йөрөнө ул. Икенсе көндө лә Гөлшаттың һүҙҙәре тынғы бирмәне. Ни ире менән һүҙҙәре берекмәне. Үсеккән кеше һымаҡ нимәгәлер тумһайып тик йөрөнө уныһы. Әхирәтенең саҡырыуы тураһында әйтергә лә уйлағайны, йөҙ һүҙгә етер тип, өндәшмәҫкә булды.

Аҙнаға яҡын шулай аңҡы-тиңке йөрөнө Венера. Шунан бер көндө киске электричкаға ултырып сыҡты ла китте. Бындай батырлыҡ ҡайҙан килгәндер, үҙе лә аңламаны.

Ул ултырған вагонда кеше артыҡ күп түгел ине. Электричка ҡуҙғалып киткәс, үҙе менән алған китабын уҡырға уйлағайны ла, күҙлеген онотҡан булып сыҡты. Шунан тороп тәҙрә янына килеп баҫты. Ауылды сығып баралар икән. Ана, уларҙың өйө күренә. Берәй ярты сәғәттән ире ҡайтыр. Ишектә йоҙаҡ торғанын күргәс, аптырар, көтөп-көтөп тә ҡайтмаһа, сығырынан сығыр. Асыуынан нимә эшләргә лә белмәҫ.

Венераның йәшлеге күҙ алдына килеп баҫты. Ирен яратып ҡына кейәүгә сыҡҡайны бит ул. Булат та артынан үлә яҙып йөрөп алды. Алтын тауҙар булмаһа ла, матур, бәхетле тормош вәғәҙә итте. Ул ваҡытта беленмәһә лә, бергә йәшәй башлағас, Булаттың үҙенең кешеһе түгеллеген тиҙ аңланы ҡатын, ләкин һуң ине инде. Холҡо, тотошо менән һыуындырҙы ла ҡуйҙы шикелле ул. Бигерәк тә балаларына ҡаты булды. Өлкән улы дәрес әҙерләшергә ярҙам һорап килгәс, башына китап менән тондорғаны бөгөнгөләй хәтерендә. Иҫенә килеп төшһә, әле лә йөрәге әрней. Шунан һуң уға ярҙам һорап бер ваҡытта ла мөрәжәғәт итмәне шикелле Искәндәре. Кистәрен уның дәфтәрҙәр тикшереп ултырыуын да яратманы. «Мин эшемде өйгә алып ҡайтмайым бит», — тип бөтә ҡағыҙҙарын иҙәнгә атып бәрә торғайны. Ҡуй инде, түҙеп йәшәлгән икән. Бахыр балалары аталарының кәйефе юҡлығын аяҡ тауышынан уҡ һиҙеп, бәләкәй өйгә сығып тая торғайны. Бик оҙаҡ аңларға тырышып ҡараны Венера уны. Килеп сыҡманы, аҙаҡ яҙмышына күнде лә ҡуйҙы. Балалары атайһыҙ үҫмәһен тип, барыһын да йоторға тырышты. Ә ире үҙгәрмәне. Етеш йәшәнеләр, барыһы ла булды, ләкин өйөндә күңел йылыһы тапманы ҡатын. Күрше-күләндең килгәнен яратманы, үҙҙәре лә бер кемгә сығып йөрөмәне. Ә Венераның күңелен бушатырлыҡ кешеһе булманы. Әсәһе тулыһынса кейәүен яҡланы.

— Уның эше ауыр, яуаплы. Бөтә ауыл уға күҙ терәп тора лаһа. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрең менән башын ҡатырма. Бәлә һалма, бөтә ҡатын-ҡыҙ өлөшөнә төшкән бурысыңды башҡараһың, беҙгә рәхәт булған тип беләһеңме? Май эсендәге бөйөр кеүек йәшәйһең. Тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн. Тағы ла нимә кәрәк һиңә? — тип ауыҙын да астырманы.

Ә башҡа кемгә эс сереңде сисә беләһең? Ауыҙ тултырып кешегә хәбәр һөйләп йөрөргә үҙе лә яратмай. Ләкин ҡайһы ваҡыт шул тиклем тулышҡан саҡтарың була. Рәхәтләнеп илап, эсеңдә бер нәмәне ҡалдырмай, сығарып түгәһе килә. Ә уның шундай ғына ла мөмкинселеге булманы. Күптәр Венераны иҫ китмәле бәхетле тип уйлай. Шулай тимәй, ире кеше араһында үҙен бөтөнләй икенсе төрлө тота шул. Халыҡ алдында ғаилә, әхлаҡ темаһына ҡайһылай матур сығыштар яһай. Ундай кешене хөрмәт итмәү мөмкин түгел. Өйҙә бөтөнләй икенсе кеше икәнен бер кем дә белмәне. Хатта күршеләре лә. Венера түҙгәнгә, өндәшмәгәнгә генә шәп ғаилә башлығы булып йөрөй. Эсеп ҡайтһа, нисек ҡоторор ине? Венера ыңғайына ғына тороп, йоҡлап киткәнен саҡ көтөп ала торғайны. Малайҙары үҫә төшкәс кенә әҙерәк баҫылды инде. Хәҙер артыҡ эсмәй ҙә бит, әммә күңелдә тәрән яра эҙҙәре уйылып ҡалған. Район үҙәгендә һөйәркәһе барлығын да белә. Был турала уның үҙенә килеп әйтеүселәр ҙә булды. Йә, ғәрлеге ни тора! Ләкин ғүмер буйы ғаиләһен һаҡлап ҡалырға тырышып йәшәгән ҡатын был турала өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Шулай нимәгәлер өмөтләнеп йәшәй-йәшәй йәшлеге үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Олоғая килә үҙгәрер, исмаһам, ҡартайғас, сөкөрҙәшеп әбей менән бабай булып тыныс ҡына ғүмер кисерербеҙ, тип уйлай торғайны, уныһы ла ҡоро хыял ғына булды, ахыры. Бер ҙә ипкә килерҙәй түгел ире. Нимә теләгәнен дә аңламаҫһың. Әллә, ысынлап та, ваҡытында әйтеп барырға кәрәк булдымы икән? Килеп сыҡмай икән, айырылышырға булған. Ә ул ҡурҡты. Ире үҙе нисек теләй — шулай, ә Венера тулыһынса уның тормошо менән йәшәне. Шул ваҡытта уҡ айырылышһалар, инде онотоп бөтөр, һәр ҡайһыһы үҙ бәхетен табып, бөтөнләй икенсе төрлө йәшәр ине, бәлки. Барыһына түҙеп, сабырлығы менән үҙен дә, ирен дә бәхетһеҙ итмәнеме икән ул?

Ҡайһы ваҡыт өйөнә ҡайтып ингеһе лә килмәй Венераның. Матур ғына итеп һөйләшеп ултырып та булмай, йорт тирәһендә бергәләп ниндәйҙер эш эшләйек, тиһәң дә ене ҡуба иренең. Ғүмер буйы шулай әҙергә мәҙер йәшәне. Хәҙер Венера үҙе лә арый. Ә матур итеп кешесә йәшәге килә.

Туҡталышта ике ҡыҙын эйәртеп кергән ҡатын уның ҡаршыһына килеп ултырғас ҡына Венера үҙен тулыһынса ялмап алған уйҙарынан арына алды. Ҡыҙҙарҙың сәрелдеге сыҡты. Үҙенең балаларының бәләкәй саҡтарын иҫенә төшөрөп, ирекһеҙҙән ул йылмайып ҡуйҙы. Эй тиктормаҫтар ине. Хәҙер, ана, үҙҙәре атай-әсәйҙәр. Тупылдатып бәпестәр үҫтерәләр. Ярай, балаҡайҙарының бәхеттәре булды. Матур йәшәйҙәр. Тик ейән-ейәнсәрҙәрен генә һирәк күрергә тура килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, рәхәтләнеп үҙем ҡарармын тип уйлағайны ла, килеп сыҡманы. Ире тауыш яратмай. «Һинекеләрҙе бер кем дә ҡарашманы. Бала үҙ атаһы, үҙ әсәһе менән үҫергә тейеш», — тине лә ҡуйҙы. Өҫтәл тартмаһын асып, мисәтен алған өсөн өс йәшлек кенә Ләйләне ҡайһылай әрләгәйне. Тегеһе илап буҫығып бөттө. Шунан һуң олатаһына яҡын да барманы. Кейәүенә лә был оҡшаманы. Аҙаҡ ҡайтмаҫ булдылар. Ә Венера һағына. Йәй көнө саф һауала йөрөрҙәр, рәхәтләнеп һөт эсеп, ҡаймаҡ ашарҙар, еләк-емешенән ауыҙ итерҙәр ине, исмаһам, тип йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булып әрней.

— Апай, әллә илайһығыҙ инде? — Ҡаршыла ултырған ҡатындың йәлләп үҙенә текәлгәнен күргәс, Венера аптырап китте.

Бәй, ике сикәһенән тәгәрләп йәш аҡҡанын һиҙмәй ҙә ултырған даһа. Ул нимә эшләргә белмәйенсә, ғәйепле кеше кеүек башын түбән эйеп, итәғәтле генә йылмайҙы ла сумкаһынан ҡулъяулығын сығарып күҙҙәрен һөрттө. Ярай әле теге ҡатын башҡаса һорауҙар биреп йөҙәтмәне. Юғиһә, түгелеп илап ебәрергә әҙер генә ине. Венера тәҙрә яғына боролоп уҡ ултырҙы. Ысынлап та, бер кем менән дә һөйләшкеһе килмәй ине уның. Бына электричка килеп туҡтаны. Кемдәрҙер төшөп ҡалды, кемдәрҙер вагондарға инергә ашыҡты. Ана, ике бәләкәй генә ҡыҙ йүгереп килеп, шунда торған ирҙең ҡосағына ташланды. Атайҙары ҡаршы алырға килгән, ахырыһы. Бер аҙҙан ипләп кенә ҡатыны ла килеп һыйынды. Ҡайһылай бәхетлеләр! Уныҡылар ошондай шатлыҡты бер ваҡытта ла кисергәне булманы. Аталарының елкәһенә ултырып йөрөгән балаларҙы күреп, көнләшеп ҡарағандарын әсәй кеше һиҙмәйме һуң? Бындай ваҡытта нимә булһа ла уйлап табып, уларҙың кәйефтәрен күтәрергә тырыша торғайны. Ана, теге балалар ҙа аталарының көслө ҡулдарында үҙҙәрен ҡайһылай ышаныслы тоялар. Бәй, былар бит әле генә уның ҡаршыһында балалары менән ултырып килгән ҡатын. Ҡара әле, уйланып, сығып киткәндәрен дә абайламаған.

Оҙаҡламай уға ла төшөргә ваҡыт етә. Баш ҡалаға килеп кергәндә ваҡыт һуң ине инде. Шуға ул вокзал янында ғына йәшәгән әбейҙәренә инеп ҡунырға булды. Алыҫ ҡына туған булһа ла, әбейҙең шатлығы эсенә һыйманы. «Бер кем килмәй ул беҙгә. Һөйләшер кеше лә юҡ. Ҡайһылай һәйбәт иткәнһең», — тип һөйөнә-һөйөнә өҫтәл әҙерләргә тотондо. Иҫке генә ағас йорт булһа ла, был йыйнаҡ, йылы өйҙә күпкә еңелерәк ине. Ауыл күстәнәстәре менән рәхәтләнеп сәй эсеп, йоҡларға яттылар.

Иртәгәһен иртә менән Венера автовокзалға ашыҡты. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Шунда уҡ ултырып та китте. Әллә кисә һуң ятҡанға, инеп ултырғас та йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Барып етер саҡта ғына уянып китте.

Бына ул, ниһайәт, Салауат еренә аяҡ баҫты. Гөлшат ире менән машинала ҡаршы алырға килгәйне. Венераны күреп ҡалғас та, ҡоласын йәйеп алдан Шәриф йүгерҙе.

— Көттөрөп кенә йөрөйһөң, әй. Ҡайҙа Булат? Ниңә бергә килмәнегеҙ? — тип һорауҙарын яуҙырҙы ғына.

Әхирәттәрҙең дә бер-береһен һағыныуы еткәйне. Күрешмәгәндәренә байтаҡ булып киткән шул. Ҡосаҡлашып әллә күпме торҙолар. Ныҡлы булды уларҙың дуҫлығы. Университетта уҡыған саҡтарында күптәр көнләшә торғайны. Шөкөр, шул дуҫлыҡтары әле һаман дауам итә. Тик бына аралар ғына алыҫыраҡ. Бер тирәләрәк булыр өсөндөр инде, Гөлшат күпме уны үҙенең ағаһы менән таныштырырға тырышҡайны. Килеп сыҡманы. Әсәһе берҙән-бер ҡыҙын йыраҡҡа ебәргеһе килмәне. Гөлшаттың үҙен дә Венераның күршеһе Рәшит бик ныҡ оҡшатҡайны ла бит, ләкин ҡыҙ Шәрифен башҡаға алыштырамы һуң инде! Мәктәп эскәмйәһенән үк дуҫлашып йөрөгән йәштәр икенсе курста уҡыған саҡта уҡ өйләнеште. Күҙ теймәһен инде, матур йәшәйҙәр.

Улар төн буйы сөкөрләшеп сыҡты. Булат тураһында әлегә бер нәмә лә һөйләмәҫкә булды Венера. Ләкин әхирәтенең холҡон биш бармағы һымаҡ белгән Гөлшат уның күңелен нимәлер борсоғанын һиҙмәй ҡаламы һуң инде? Нимә генә булды икән? Ярай, шифаханала бер аҙ ял итеп, күңеле тынысланғас, үҙе һөйләр 46 әле. Әлегә нисек тә кәйефен күтәрер өсөн уҡыған ваҡыттарындағы ҡыҙығыраҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, күңелле нәмәләр тураһында ғына һөйләргә тырышты.

— Хәтерләйһеңме икән, беренсе курста һиңә Борайҙан Әсҡәт тигән егет ғашиҡ булғайны. Бите тас һипкел ине. Үҙе һөйкөмлө. Һин эй ғәрләнә торғайның. Шунан бер көндө был, мөхәббәте яуапһыҙ ҡалғанға ғәрләнепме, коридорҙың бер башына барып баҫты ла бөтә көсөнә: «Венера, мин һине яратам. Сыҡ миңә кейәүгә!» — тип ҡысҡырғайны.

— Уф, иҫкә төшөрмә әле, — Венера тыйыла алмайынса көлә башланы. — Ул аҙаҡтан миңә ауылдан күпме күстәнәс ташығанын беләһеңме? Бер ваҡыт егерме дана йомортҡа килтергән. «Әсәйем биреп ебәрҙе, асығып йөрөмә! » — тигән була. Әлдә бүлмәлә бер кем дә юҡ ине. Үҙенә кире тоттороп ебәрҙем. Эй үпкәләне.

— Китсәле, ни эшләп был турала мин бер ни ҙә белмәйем?

— Ҡайҙа инде ул турала кешегә һөйләү.

— Ана шул Әсҡәтте күрҙем былтыр, — тип дауам итте һүҙен Гөлшат. — Яҡшы уҡый торғайны бит. Беләһеңме, фән кандидаты булып киткән. Һәйбәт йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр.

Уғаса булмай Шәриф баянын килтереп сығарҙы. Йыр башлағас, гүзәл заттар уны дәррәү күтәреп алды.

Тормош юлдары ҡатмарлы,

Бер яңғыҙың юл үтмә.

Тормош юлдашы булырҙай

Дуҫтарыңды онотма.

— Әртистәрең ары торһон, үәт, исмаһам, үҙегеҙҙә тауыш, — тип маҡтап та алды үҙҙәрен баянсы. Күптән шулай рәхәтләнеп, онотолоп ултырғаны юҡ ине Венераның. Дөрөҫ эшләне сығып китеп. Кешенең ҡатындары, ана, йыл һайын ҡайҙалыр ял итергә бара. Ирҙәре донъяһын да көтә, балаларын да ҡарай. Шулай сығып йөрөмәгәнгә лә ҡәҙере юҡтыр, бәлки. Улай тиһәң, Гөлшаттың да иренән башҡа бер ҡайҙа ла барғаны юҡ инде. Гел бергә. Ана нисек матур йәшәйҙәр. Йоҡларға ятҡас та Венера уйҙарының осона сыға алманы.

Иртәгәһен шифаханаға уларҙы Шәриф оҙатып ҡуйҙы. Венераны бер урынлы люксҡа урынлаштырҙылар. Быныһына ла ҡатын һөйөнөп ҡуйҙы. Нисектер бер үҙе генә булғыһы килде уның.

Процедуралар шул көндө үк башланды. Бер кабинеттан икенсеһенә йүгереп йөрөп, көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәне ул. Арып бөттө. Өйрәнмәгәнгә генә ҡыйын булған икән. Аҙаҡ бер ни түгел.

Тәбиғәте лә матур икән был яҡтың. Иртән килгәндә нисек күрмәне икән? Тын алыуы ҡайһылай рәхәт. Ул яйлап ҡына баҫып, шифахана урынлашҡан биләмәне тотош урап сыҡты. Эскәмйәгә ултырып ял итеп тә алды. Уф-ф, хөрриәт бит. У

йлап ҡараһаң, үҙҙәрендә лә тәбиғәт был яҡтағынан һис кәм түгел инде. Тик уға ҡарап һоҡланып ултырырға ваҡыты ҡайҙа һуң. Бер нәмәне күрмәй, донъя тип, эт һымаҡ сап та сап әле.

Бында төрлө экскурсиялар ҙа ойошторола икән. Йүрүҙән буйлап кәмәлә лә йөҙҙөләр, Салауат мәмерйәһен дә барып күрҙеләр. Венераға бигерәк тә кәмәлә йөҙөү оҡшаны. Тыныс ҡына ағып ятҡан һыуға ҡарап барыу күңеленә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирҙе. Сәғәттәр буйы шулай йөрөргә риза ине ул.

— Һеҙ ни эшләп һәр ваҡыт уйланып йөрөйһөгөҙ? Бер кем менән дә һөйләшмәйһегеҙ ҙә. Ял итергә килгәнһегеҙ бит. Донъя мәшәҡәттәренән әҙерәк арынып торорға кәрәк. Юғиһә, дауаланыуығыҙҙың бер ниндәй ҙә файҙаһы булмаясаҡ, — тип өндәште бер көндө кәмәлә йәнәш ултырған ағай. Ҡапыл ғына ул нимә тип әйтергә лә белмәне. Ирҙең бәрхәттәй йомшаҡ тауышы нисектер йөрәгенә май булып яғылды ла ҡуйҙы. Хатта уға ҡарап йылмайып та алды. Аҙаҡтан: «Мин бына шулай ял итәм, ағай», — тип өҫтәне.

Киске аштан һуң Венера, китабын алып, беседкаға сығып ултырҙы. Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй»ен башлағайны, хәҙер шунан айырыла алмай.

— Һеҙ тағы ла бер үҙегеҙ. Һис яраған эш түгел, — тигән тауышҡа күтәрелеп ҡарағайны, баяғы кәмәләге ағай ҡаршыһында баҫып тора. — Таныш булайыҡ, Фәрит ағайың булам, — тине лә ул яйлап ҡына Венераның янына килеп ултырҙы.

— Нимәлер кисергәнегеҙ күренеп тора, төпсөнөп тормайым, барыбер һөйләмәҫһегеҙ, — тип башланы һүҙен Фәрит ағай. — Тормош тигән нәмә бик ҡатмарлы бит ул, һеңлем. Һәр кемгә лә үҙенең һынауҙарын ҡуйып ҡына тора. Ә уны йырып сығыу кешенең үҙенән тора. Гел шул турала ғына уйлап, меҫкен булып йөрөһәң, әлбиттә, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ауырлыҡты нисек тә хәл итеү яғын ҡарарға кәрәк. Ә хәл ителмәй торған мәсьәләләр беҙҙә юҡ, шулай бит? Бына минең дә ҡырҡ йылға яҡын бергә йәшәгән тормош иптәшем үлеп ҡалды. Ҡыйын түгел тиһеңме? Ҡыйын. Ярты йыл буйы бер нәмә эшләй алмайынса, аңҡы-тиңке йөрөнөм. Әле лә бик ауыр. Хәҙер вафатына ла өс йыл үтте инде. Балалар үҙҙәренә саҡырғайны ла, минең бер кемгә лә бәлә булғым килмәй. Икебеҙ ғүмер буйы йәшәгән нигеҙҙе ташлап киткем дә килмәне. Үҙеңдең яртыңды юғалтыу олоғайғас бигерәк тә ҡыйын. Ләкин тормош дауам итә. Нимәлер эшләргә кәрәк. Мин дә яйын таптым. Ағас эшен электән ярата торғайным. Тик ваҡыт ҡына еткерә алманым. Хәҙер бына тәүлектең егерме дүрт сәғәте лә һинеке, әйҙә, тотон, тинем. Ағастарҙы һырлап, хәҙер ағайың нимәләр генә яһамай?! Заказдар ҡабул итәм хатта. Ваҡыттың нисек үткәне лә һиҙелмәй. Рәхәтләнеп эшләйем. Йәй булһа, күп итеп себештәр һатып алып, шуларҙы ҡарайым. Хатта күңелле. Каникулға ейәндәр килә. Улар ҙа ярҙамлаша.

— Эй, ағай, ә мин нисектер тормоштан йәм тапмай башланым һуңғы арала.

— Нисек? Ошо йәшеңдә генәме? Нимә булды һуң шул тиклем?

Нисек шулай килеп сыҡҡандыр, Венера эсендәге бөтә ҡайғыһын ошо ете ят кешегә һөйләне лә бирҙе. Ағай оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы. Бер ниндәй ҙә аҡыл өйрәтмәне, кәңәш тә бирмәне. Аҙаҡ яйлап ҡына урынынан торҙо ла, хәйерле кистәр теләп китеп тә барҙы. Венера нимә тип уйларға ла белмәне. Ләкин уға нисектер рәхәт булып ҡалды.

— Бер ерҙе ҡалдырмай эҙләп бөттөм, һин бында ултыраһың икән дәһә, — тип бер аҙҙан йүгереп Гөлшат килеп етте.

— Көн матур бит. Тышта шул тиклем рәхәт. Тынсыу бүлмәлә ултырғансы, тип сығып ултырҙым әле,— тигән булды Венера.

— Үҙең менән иркенләп һөйләшеп ултырырға ла ваҡыт юҡ. Ә бына кәйефең миңә бер ҙә оҡшамай бит әле. Нимә булды ул һиңә? Әллә ял оҡшамаймы?

— Бөтәһе лә яҡшы, борсолма.

— Ярай улай булһа, мин йүгерҙем. Аҙаҡ һөйләшербеҙ. Кеше күбәйҙе лә китте. Унда көтәләр.

— Бар, бар, әхирәткәйем, рәхмәт ҡайғыртып торғаның өсөн, — тип Венера был юлы ла уға асылып китә алманы. Берәй ваҡыт, бәлки, һөйләшерҙәр. Ә, бәлки, юҡ. Нимә тип үҙеңдең проблемаларың менән кешенең башын ҡатырырға? Ул былай ҙа тынысланды инде.

Фәрит ағай Венера менән һөйләшкәндән һуң бүлмәһенә ҡайтты, әммә бер нәмәгә күңеле төшмәне. Гәзит-журналдар уҡып, телевизорҙан һуңғы яңылыҡтарҙы ҡарамайынса ҡалмай торғайны. Был юлы киске ашты барып ашаны ла иртә менән йоҡларға ятты.

Донъяла төрлө кешеләр осрай. Ни эшләптер Венераның һөйләгәндәре тынғы бирмәне уға. Ни өсөн был донъя шул тиклем тигеҙһеҙ икән? Венераның да бына килмәгән ере юҡ, юғиһә. Һәйбәт кеше икәнлеге күренеп тора. Төҫкә-башҡа һылыу, аҡыллы, һәр һүҙен уйлап ҡына һөйләй, баҫалҡы. Нимә етмәй иренә? Бына ул үҙенең Гөлзифаһына берәй ваҡыт күңелен китерлек ауыр һүҙ әйткәне булдымы икән? Хәтерләмәй. Ҡайҙа унда ҡул күтәреү?

Насар йоҡланы Фәрит ағай. Иртәнсәк торғас та, тәҙрәгә ҡараны. Ҡарашы менән кисә икәү ултырған эскәмйәне эҙләп тапты. Күңеленә рәхәт булып китте. Тик ни өсөндөр ул башҡаларына ҡарағанда моңһоуыраҡ тойолдо. Нимәлер етмәгән кеүек. Иртәнсәк, ашарға барғас, тәү сиратта күҙҙәре менән бөтә ашхананы байҡап сыҡты. Ләкин эҙләгәнен таба алманы. Ашап алғас, теге эскәмйәгә барып ултырҙы. Көткән кешеһе килмәне. Күңеле йәм тапмағас, йәйәүләп һыу буйына төшөп китте. Ана, тыныс ҡына итеп Йүрүҙән аға. Кәмәләр буш. Таң менән кем йөрөһөн инде? Нимә тип бында шул тиклем ашҡынып килде һуң әле ул? Үҙе лә аңламаны. Бер аҙ йылғаға ҡарап уйланып торҙо. Шунан тирәяҡҡа күҙ һалды. Эй, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың матурлығына етәме һуң? Туҡта, йылға ағышы буйлап аҫтараҡ кемдер тора түгелме һуң? Эйе шул, кемдер бар. Ҡатын кеше, буғай. Ҡайһылай ғорур баҫып тора. Фәрит ағайҙың аяҡтары үҙенән-үҙе шунда атланы. Аралары яҡынайғандан-яҡынайҙы. Ә ҡатын уны ишетмәне лә, күрмәне лә. Ҡараштары менән әллә ҡайҙарға төбәлгән дә уйға батҡан. Уны ҡурҡытмаҫ өсөн Фәрит ағай һаҡ ҡына атларға тырышты. Бәй, Венера түгелме һуң? Шул даһа. Бына ни өсөн күңеле бында ашҡынған икән?! Янына яҡын барырға ҡыймай, Фәрит ағай әллә күпме уны ситтән генә күҙәтте. Эйе, ысынлап та, күпте күргәнгә оҡшаған был ҡатын.

Фәрит ағай ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп тамағын ҡырҙы. Ҡатын тертләгәндәй итте, ләкин аптыраманы. Әйтерһең дә, иртәрәк килгән дә уны көтөп торған. Фәрит ағай ипләп кенә барып Венераның ҡулдарынан алды. Ләкин бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Шулай күпмелер торғас: «Әйҙә, ҡайтайыҡ, юғалтҡандарҙыр», — тине. Венера ҡарышманы. Һүҙһеҙ генә уның артынан эйәрҙе. Ҡайһылай тыныс, рәхәт уға был ағай менән.

— Шунан, туғаным, дауаланыуҙың файҙаһы тейгән һымаҡмы әҙерәк? — тип һорап ҡуйҙы ағай бер аҙ барғас.

— Эйе, бөтәһе лә иҫ китмәле бында.

— Бына шулай яйлап тынысланырһың да, өйөңә бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайтып инерһең әле.

Венера терт итеп ҡалды. Әлеге ваҡытта ул бындай һүҙҙәрҙе ишеткеһе килмәй ине. Өйөндә уны нимә көтә? Бөтөнләй ҡайтҡыһы килмәй бит уның. Их, Фәрит ағай!..

Фәрит тә икенсе нәмәләр тураһында әйткеһе килгәйне лә бит... Ләкин теле әйләнмәне. Тиҙ арала был илаһи зат әллә нисек яҡын бер кешеһенә әйләнде лә ҡуйҙы шул. Уға нисек тә ярҙам иткеһе килде. Оҙағыраҡ күрмәй торһа, үҙ-үҙенә урын таба алмай аптыраны.

Улар яйын тура килтереп, көн дә осрашып, һөйләшеп йөрөнөләр. Венера донъяһын онотоп Фәрит ағаһының һөйләгәндәрен тыңланы. Бигерәк аҡыллы кеше шул. Хәс тә уның атаһы инде. Ул да шулай һәр ваҡыт терәк булырҙай, көслө кеше ине, иртәрәк китеп барҙы. Ниндәй һорау менән барһаң да, хәл итә ала ине уның атаһы. «Башҡа ҡайғың булмаһа, юҡ өсөн борсолма, ҡыҙым», — тип әйтер ҙә эшләп тә ҡуйыр ине. Фәрит ағайҙың да көслө ихтыярлы, ышаныслы кеше икәнлеге күренеп тора. Уның менән аралашҡан һайын Венераның үҙ-үҙенә ышаныу тойғоһо нығыраҡ артты. Шуға был яҡҡа сығып китеүен иренә нисек аңлатырмын, тигән һорау ҙа хәҙер ҡурҡытманы. Тик ҡайтыр көнө яҡынлашҡан һайын, күңеле генә нығыраҡ болоҡһоно, йөрәге сығырҙай булып типте. Ул бит изге күңелле, әйткән бер генә һүҙе менән һинең бөтә ҡайғы-хәсрәтеңде юҡҡа сығарып ташлай алған был ағайҙы башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәк.

Венера ҡайтырға йыйынған көндө ул бөтөнләй күренмәне. Ҡатындың тыныслығы юғалды. Әллә әйтмәйенсә ҡайтып киттеме? Юҡ, тағы ла дүрт көнөм бар, тигәйне шикелле. Ни эшләргә? Ҡайҙа ғына булды икән? Бүлмәһенә барып эҙләп йөрөһәң, килешмәҫ. Уның бөгөн ҡайтып китерен белә лә инде. Ни эшләп хушлашырға килмәй һуң?

Гөлшат менән Шәриф күпме генә өгөтләмәһен, Венера ҡабат уларға барып торманы. Шуға уны Шәриф автобус туҡталышына алып китте. Машинаға ултырғас та Венера тирә-яҡҡа күҙ һалды, ләкин көткән кешеһе күренмәне. Уның ҡуйы ағастар араһынан күҙ йәштәренә быуылып ҡарап ҡалғанын, әлбиттә, белмәне.

Машина шифахана ҡапҡаһынан сығып, боролошто үткәс, ҡапыл иң ҡәҙерле бер әйберен юғалтҡан кеше һымаҡ, Фәрит ағай атылып килеп сыҡты ла бит, ләкин һуң ине инде.

«Үәт, ҡарт дүрәк, шунда кешесә оҙатып ҡалырға ярамай инеме ни?»— тип үҙен әрләне. Ҡурҡты, үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәтеүҙән, унан да бигерәк Венера өсөн. Өлкән, тәжрибәле кеше уның үҙенә эҫенә башлағанын һиҙмәгән тиһеңме ни? Ире менән айырылмаған, әллә ниндәй үҙгәрештәр булыр әле. Ғүмер буйы бергә йәшәгән кешеләр бит улар. Моғайын, иптәше лә аҡылына килгәндер. Бына тигән итеп йәшәп китерҙәр.

***

Тыуған яҡ һағындырған. Электричканан килеп төшкәс, Венера күкрәген тултырып ауылының саф һауаһын һулап, бер аҙ тирә-яҡты байҡап торҙо. Ана, уларҙың йорто. Нисектер етемһерәп ҡалған төҫлө тойолдо ул ҡатынға. «Уф, шул тиклем донъяны ташлап сыҡ та кит», —тип үҙен эстән әрләй-әрләй өйөнә ашыҡты. Ире йүнләп ашарға әҙерләй белмәй. Бахыр, астан ҡырҡылып бөткәндер инде. Өҫ кейемдәрен ҡарап ҡына йөрөһә ярар ине. Кеше араһында оятҡа ҡалыуы бар. Күлдәгенең яғалары бысранһа, икенсеһен алыштырып кейә белдеме икән, исмаһам?

Ишекте асып ингәс тә уның өйҙә булмағанлығы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора ине. Шуға тиҙ генә сәй эсеп алды ла йортто тәртипкә килтерергә тотондо. Тауыҡтан аш һалып ебәргәс, өйгә тәмле еҫтәр таралды, бөтә донъя йәмләнде. Ғәҙәттәгесә йорт эшенә күмелеп киткәнен Венера үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Тиҙ генә кәбеҫтә быҡтырып, бәлеш бешереп алды. Ире ярата торған. Ул үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Нисек кенә булмаһын, барыбер һағынған икән Булатын. Ире ҡайтыуғараҡ сәс-баштарын төҙәтеп, матур күлдәктәрен дә кейеп ҡуйҙы. Ләкин тегеһе генә ни эшләптер оҙаҡлап китте. Уның ҡайтҡанын белмәй шул. Телефондан әйтергә тип уҡталғайны ла, аҙаҡтан кире уйланы.

Булат эш сәғәте бөтһә лә, оҙаҡ ҡына кабинетында ултыра бирҙе. Төрлө уйҙар тынғы бирмәне уға. Иртә ҡайтып нимә эшләйһең инде? Кем көтә уны өйҙә? Уйланып ултырып, кис төшә башлағас ҡына ғәҙәттәгесә һалмаҡ ҡына атлап ҡайтырға сыҡты Булат. Тәҙрәләрҙәге утты күреп, аптырап ҡалды. Һүндермәй китте микән ни? Әллә… Ул аҙымдарын ҡыҙыулатты. Венера ҡайттымы икән әллә? Асыҡ ҡалған бәләкәй ҡапҡанан нисек атылып килеп кергәнен үҙе лә һиҙмәне. Шунан ҡапыл туҡтап ҡалды. Ашығырға ярамай. Үпкәһе ҙур уның ҡатынына. Булат яйлап ҡына солан күтәрмәһенә барып ултырҙы. Туфлийын сисәм тигәйне, уныһының бауын ысҡындыра алмай бер булды. «Тыныслан, Булат», — тип күҙҙәрен йомдо ла башын артҡа ташлап ултырып торҙо. Һүҙҙе ҡайһылайыраҡ башларға? Өйҙә бер үҙенә нисек ҡыйын булғанлығын һиҙҙерергә ярамай. Киреһенсә, ризаһыҙлыҡ белдереп, үҙенең ғәфү үтенгәнен көтөргә кәрәк. Ул бит ташлап сығып киткән. Эшләгән хатаһын аңлаһын, шунан Булат артабан ни эшләргә кәрәклеген үҙе хәл итер.

Ә шулай ҙа өйҙә көтөп торған кешең булыуы күңелле… Элеккесә бөтә ер ялт итеп тора. Тәмле еҫтәр танауҙы ярып килә. Ана шул тәртипкә ныҡ өйрәнгән дә инде Булат. Ҡатыны өйҙә юҡта бер нәмә таба алмайынса, бер нәмәгә өлгөрә алмайынса ҡайһылай йонсоғайны. Бөтә ошо мәшәҡәттәрҙән арығайны ул. Ниһайәт, ҡотоласаҡ!

Аш бүлмәһендә йөрөгән Венера иренең нисек килеп ингәнен дә һиҙмәй ҡалды.

— Шунан, йөрөп туйҙыңмы? Ҡайтырға булдың инде, ә? Ҡайһылай кейенеп-яһанып алған булған.

Венера терт итеп ҡалды. Өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни? Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Шундайыраҡ һөйләшеүҙе күҙ алдына килтерһә лә, ҡапыл ҡыйын булып китте. Килеп ингән ыңғайға ҡаҙарылмаһа ла булыр ине. Шул Булат. Үҙгәрмәгән. Әҙерәк кенә булһа ла хис-тойғолары ҡалһа, былай уҡ таш бәғерле булмаҫ ине, моғайын.

— Иҫәнләшер инең, исмаһам. Кешенең ҡотон алаһың, — тине лә, эшен дауам итте. Әҙер ашты өҫтәлгә ултыртҡас, залға сығып, телевизор ҡарарға ултырҙы. Эстән генә ниндәйҙер үҙгәрешкә өмөт иткән ҡатындың йөрәге семетеп алды. Бына һиңә осрашыу. Бөтә нәмәне үҙгәртеп ебәрергә иренең бер йылы һүҙе етә ине бит... Юҡ инде.

Булат та унан бындай аҙымды көтмәгәйне. Шуға бер аҙ аптырап ҡалды. Дә-ә, ҡыйыуланып ҡайтҡан. Бөтөнләй икенсе Венера бит был. Алыштырып ҡуйғандармы ни? Ауыҙын асып ҡаршы бер һүҙ әйтмәгән кеше. Хатта бергә ултырманы ла. Ярай, асыуланып әллә ҡайҙа бармаҫ әле, хәҙер килеп ултырыр, тип көтөңкөрәһә лә, Венера уның янына сыҡманы. Хатта йоҡларға урынды ла үҙенә айырым йәйҙе. Асыуы ныҡ килде Булаттың. Ләкин туҙынырға батырсылыҡ итмәне, әйләнеп-тулғанып бер аҙ ятҡас, хырлап йоҡлап та китте.

Иртәгәһен дә улар йүнләп һөйләшмәне. Ире йәһәт-йәһәт кенә ҡапҡылап алды ла эшкә сығып китте. Венера өй эше менән булды, малҡайҙарын иркәләп көтөүгә оҙатты. Телефондан балалары менән һөйләшеп алды. Уны күреп Тәнзилә күршеһе эргәһенә йүгереп килеп етте.

— Үҙеңде бөтөнләй юғалттыҡ бит, әй. Ҡайҙа булдың ул? Ну, Булатың күрмәгәнен күрҙе. Шул кәрәк уға. Әҙерәк Аллаһын таныттың. Шулай ҙа миңә әйтеп китергә ине.

Шул арала күршеһе ауылдағы бөтә яңылыҡтарҙы һөйләп өлгөрҙө. Булаттың өйҙә ҡунмай, ҡайҙалыр юғалып тороуы хаҡында ғына өндәшмәне.

Өйгә ингәс, Венераның күңелен йәнә бушлыҡ ялмап алды. Фәрит ағаһы иҫенә төштө. Ҡәҙерле ағайым минең, нимәләр генә эшләп йөрөйһөң икән һин? Тик ултырмайһыңдыр, моғайын. Ағастан нимәлер юнаһыңдыр. Их, үҙең менән ултырып ҡына һөйләш ине лә бит. Күңелде тынысландырырлыҡ һүҙҙәрҙе әллә ҡайҙан таба беләһең һин...

Кискеһен Булат эсеп ҡайтты. Ингәс тә ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараны ла:

— Ултыр әле, — тип ҡатынының беләгенән тотоп алды. Унан елтерәтеп диванға алып барып ултыртты. Элек иҫерек иренән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡҡан Венера үҙен тыныс тотто. Нимә булһа ла булыр.

— Ҡыйыуланып ҡайттыңмы? Аяғыма йығылып, ғәфү үтенер урынға холҡоңдо күрһәтәһең бында. Рәхәттең ҡәҙерен белмәйһең икән, ҡайҙан килгәнһең, шунда кит. Ана бара юлың. Бел, мин бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалмаясаҡмын, бисәләр бөтмәгән. Бына һин ҡайҙа барырһың икән, йүләр ҡатын?

— Ғүмер буйы ташлап сығып китәм тип, ҡурҡытып йәшәнең бит инде, кит әйҙә. Район үҙәгендәге Гүзәлең тураһында ла беләм. Өндәшмәгәс тә әллә.

Таныш исемде ишеткәс, Булат һиҫкәнеп китте, ләкин өндәшмәне. Төкөрөгөн сәсеп, үрле-ҡырлы йөрөнө лә кейенеп сығып китте. Ул көндө бөтөнләй ҡайтманы. Ҡатыны менән йүнләп аңлашырға ла теләмәне. Икенсе көндө лә ҡайтманы Булат. Ҡайҙа йоҡлағандыр, кемдәр менән булғандыр, Венераға барыбер ине.

Шулай ҙурға китер тип Булат башына ла килтермәгәйне, әлбиттә. Элекке һымаҡ туҙыныр-туҙыныр ҙа шуның менән эш бөтөр, тип уйлағайны. Ҡатыны бит ҡаршы өндәшеп маташа. Ә ул быға өйрәнмәгән. Шулай ҙа һүҙҙәре уйланырға мәжбүр итте. Хатта нисектер юғалыбыраҡ ҡалды. Бына һиңә тыныс, сабыр Венера. Йыйып йөрөп, барыһын бер юлы сығарҙы ла түкте. Ҡыйшандаҡ Гүзәл тураһында ла белгән булған икән. Нимә менән бөтөр һуң был? Ләкин Булат бер ваҡытта ла ғәфү үтенеп бармаясаҡ. Шулай ҙа күңеленән барыбер ғүмер буйы бергә тормош көткән кешеһен юғалтҡыһы килмәй ине. Донъяны бер үҙе нисек алып барыр? Бер кем дә ҡатынын алыштыра алмаясаҡ. Балалар ни әйтер? Эштә нимәләр булып бөтөр? Башҡа һыймай. Быға тиклем ҡайһылай тыныс йәшәгән икән дәһә.

Элекке ваҡыты булһа, Венера ла, бәлки, икенсе төрлөрәк тотор ине үҙен. Әле килеп, ҡартайған көнөндә кәмһетелеп йәшәгеһе килмәне уның. Ғүмер буйы түҙҙе бит инде.

Өсөнсө көндө лә ире төшкө ашҡа ҡайтманы. Ҡулына бер эш бармайынса, тегеләй һуғылып, былай бәрелеп йөрөнө лә, Гөлшат менән һөйләшеп алырға булды. Аҡыллы ғына кәңәштәр бирә торған.

Ғаиләһе, Булат тураһында бер нәмә һөйләмәгәйне, шикелле. Быларға тағы нимә булды икән тип, Гөлшаттың аптырауының сиге булманы. Шуға ла: «Мин ғаиләгеҙ боҙолоуға ҡаршымын, әлбиттә. Был аҙымыңды бик хуплап бөтмәйем, әхирәт, кил, һөйләшербеҙ», — тип кенә әйтә алды.

Венера китергә хәл итте. Башҡаса ул бында ҡала алмаясаҡ. Ғүмер буйы йыйған донъяһы ни тиклем ҡәҙерле булһа ла, эс бошорғос һалҡынлыҡ күңелен өшөттө. Бөтә ошо матурлыҡты үҙ көсө менән булдырғайны ла бит. Ни эшләйһең? Ул һәр бер нәмәне тотоп ҡарап, күҙҙәрен тултырып бүлмәләрҙе байҡап сыҡты. Шунан ҡулына ҡағыҙ, ручка алды ла: «Оҙаҡ йылдар түҙеп, һине лә, үҙемде лә бәхетһеҙ итеп йәшәгәнем өсөн ғәфү ит. Мине көтмә», — тигән яҙыу ҡалдырып, Венера тағы юлға сыҡты. Артына әйләнеп ҡарамаҫҡа тырышты. Тамағына килеп тығылған төйөр боғаҙында таш булып ҡатып, тыны ҡыҫылды. Атылып сыҡҡан күҙ йәштәре уны һис тыңларға теләмәне. Кеше-фәлән күреп ҡалып, оятҡа ҡалырмын тип, нисек тынысланырға теләһә лә, булдыра алманы. Күҙ йәштәре йылға булып аҡты ла аҡты.

...Әхирәтенең һүҙҙәренән һуң Гөлшат уйға ҡалды. Шәриф тә тынып ҡалды. Ни тиергә лә белмәнеләр. Венераның үтенесе буйынса шифаханала уға ваҡытлыса булһа ла эш таптылар. Эстән генә Гөлшат уның ире менән татыулашырына, бер-береһен аңларына ышанды. «Күп тә үтмәҫ, Булат артынан килеп етер», — тип өмөтләнде. Шуға йәшәргә бүлмә эҙләмәйенсә үҙҙәрендә генә торорға, көн дә эшкә бергә йөрөргә тип тә өгөтләгәйне, Венера риза булманы. Булат, әлбиттә, уның янына килергә уйламаны ла. Баштараҡ төрлөсә ҡурҡытып та, өгөтләп тә шылтыратып ҡараны ла, Венера яуап бирмәгәс, туҡтаны.

Бер йылдан һуң тормошонда ҡырҡа үҙгәрештәр булыр тип Венера башына ла килтермәгәйне. Төшкө ашҡа ашханаға инде лә, батмус алып, сиратҡа баҫырға тип китеп бара ине, күҙенең ҡыры менән генә үтә лә таныш һынды шәйләп ҡалды. Башын боробораҡ ҡарағайны, иҫе китте. Ҡулынан батмусы төшөп китте хатта. Тауышҡа тегеһе лә боролдо һәм шунда уҡ тороп, ярҙамға ашыҡты. Әллә ҡайҙа осоп киткән ҡалаҡ менән сәнскене Венераға килтереп тотторҙо ла һүҙһеҙ ҡалды. Ҡапыл ғына ни әйтергә лә белмәне улар. Бер аҙҙан ғына Венера:

— Фәрит ағай, һеҙ нисек бында? — тип һорай алды.

— Мин бит йыл һайын киләм. Быуы аяҡтарыма килешә, бер аҙға ғына булһа ла шулай һыҙланмай ҡалам. Һин дә килгәнһең. Ялыбыҙ тағы ла бергә тура килһен әле, — тип балаларса һөйөндө ул.

— Юҡ, мин бында эшләйем. Бер йыл булып килә инде.

— Нисек?

— Шулай.

— Тәки килеп сыҡманымы ни? — тип моңһоу ҡараштарын ағаһы уға төбәне. Ҡатын «юҡ» тигәнде аңлатып башын сайҡаны.

Фәриттең күҙҙәре осҡонланып китте. Йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Эсенән генә тап шундай яуапты көткәйне түгелме һуң? Эйе, күпме уның тураһында уйлап йөрөнө. Исемен күңеленең иң түрендә йөрөттө. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның ҡәҙерле кешеләренең береһенә әйләнеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бына Хоҙай Тәғәлә тағы осраштырҙы.

Кискеһен улар үҙҙәренең таныш урынында осрашты. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Их, һинең ни әйтереңде аңлап торған, бер төрлө фекер йөрөткән кеше менән аралашып ултырыуға ни етә. Венераға шул тиклем рәхәт ине. Ҡоштар һайрауын тыңлап, йәйге матур көндөң хозурлығына һоҡланып әллә күпме йөрөнө улар.

Көндәр шулай һиҙҙермәй генә үтә торҙо. Фәрит ағаһының ҡайтыр ваҡыты яҡынлашҡан һайын, Венераның күңеле болоҡһоно. Унан башҡа йәм тапмаҫ кеүек тойолдо. Бер йылдан тағы килә лә бит...

Читайте нас в