Все новости
Проза
4 Апреля , 15:20
ЛИТЕРАТУРА

Ситлек ҡошо. Миңзәлә Сирғәлина

Завод мөрйәһенән сыҡҡан төтөн кеүек ҡуйы ҡара болоттар эңер төҫөн тағын да нығыраҡ ҡуйыртып үҙ хакимлығына ерҙе ҡосто. Шомло ҡараңғылыҡ...

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Танау япраҡтарын ҡытыҡларлыҡ дымлы һыуыҡ быу ҙа ер өҫтөнә ҡабаланып төшөп йәйелә һалды. Өҫтөнә еңелсә куртка элгән берәү төнгө лагерь тыныслығын һаҡлап бар территорияны ҡыҙыра. Был — Айсыуаҡ . Ул бөгөн төнгө пост һаҡсыһы. Ул эшләгән, дөрөҫөрәге уҡыу буйынса үткән хеҙмәт практикаһы урыны — һауыҡтырыу һәм ял лагеры. Тәбиғәте һоҡланғыс был ерҙәрҙең, йәмле Торналы күле генә лә ни тора! Тик төнгө күл матурлығы бөгөн бөтөнләй күҙгә эленмәй,аяҙ айлы төндә өҫкө йөҙө бар күк йөҙөн сағылтҡан көҙгө - күл бөгөн ҡурғаштай болоттар ҡамауында ҡалған. Һауала бары тик көн һыуығына ҡарамай көндөҙ һыу инеп ял иткән кешеләрҙең һаман ҡайтышмай күңел асып, ара - тирә ҡысҡырышҡан, йырлашҡан йә көлөшкән тауыштары ғына ишетелә. Машиналар геүләүе, фар яҡтыһы, һүнмәгән усаҡ осҡондарының күккә осоп сыртлап һүнеүе төн ҡараңғылығына йән өҫтәгәндәй. 

Осраҡлы ғына, йә боҙоҡлоҡтарына барып йыш ҡына төркөмө менән йәштәр лагерь биләмәһенә килеп бимазалай. Лагерь үкәүелендәге утты күреп, әллә белмәй, әллә белһәләр ҙә магазин тип уйлап һыра йә тәмәке һорап эҙләнеп килеүселәр байтаҡ. Эскән, ярһыу, ҡайһы саҡ бөтөнләй самаһыҙ агрессив кешеләр менән йөҙгә -йөҙ осрашырға тура килә вожатый- һаҡсыларға. Тәүге осорҙа үҙҙәре лә балалыҡтан яңы сыҡҡан студенттарҙы баҫып алған ҡурҡыу хәҙер юҡҡа сыҡты, өйрәнделәр. 

Айсыуаҡ күҙенә төйөлгән йоҡоно нисек тә ҡыуырға тырышып эргә -тирәһен ялп -йолп ҡарап күҙ уңынан үткәреп йөрөп алды. Ваҡыт та ҡарышҡандай яй үтә . Кеҫәһенән телефонын сығарып интернет киңлеген айҡап сыҡҡан булды, ҡолаҡсынын кейеп йыр ҙа тыңлап ҡараны тик ваҡыт бәйләп ҡуйылғандай һис ыратып алға шылманы. 

Өсөнсө заезд өсөн һауа торошо бигерәк отошһоҙ булды. Тәүге ике саҡырылышта балалар күлдә һыу инеп ҡыҙынып уйнап кинәнһәләр, был балалар тик корпус эсендә генә уйнарға мәжбүр. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар, иртәле -кисле төшкән ҡаты ҡырау һыуығы ла шыҡырайтып эскә — бинаға ҡыуа. Хәйерсегә ел дә ҡаршы тиҙәр бит, ысындыр күрәһең. Яҙмыш тарафынан ҡаты һыналған балаларҙан ғына торған был заездға тәбиғәт тә ҡырыҫлығын күрһәтә. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, ҡарауға алынған, үкһеҙ етемдәр генә шул был заезда. Ҡарап тороуға шул уҡ балалар һымаҡ ул улар, тик ҡылыҡтары ҡайһы саҡ үҙҙәрен айырып ҡарарға мәжбүр итә. Ваҡыты- ваҡыты менән бер урынға текләп тын ҡалған егет - ҡыҙҙарҙы ҡуҙғатып уйнатып, уятып алыуы ла ауырыраҡ. Һәр һүҙҙе үлсәп, күңелдәрен яраламай ғына яйын -йүнен табырға тырыша вожатыйҙар. Өҫтәл ризыҡтан һығылып , ураған һайын ашатып торһалар ҙа, кеҫәләренә икмәк һалып сыҡҡандар, бүлмәһенә ризыҡ ташып яҫтыҡ аҫтын тултырғандар байтаҡ. Бер кәрәге теймәҫен белеп тә эйәһеҙ ятҡан нәмәне тиҙерәк йәшереү яйын күрә берәүҙәре. Вожатыйҙар тамаҡ ялғағансы ғына ике бала ике һум аҡса өсөн йөҙ йыртышып һуғышҡандар бер көн. Аҡсаның инәүе бармы инде, минеке ти ҙә ҡуя һәр икеһе. Айсыуаҡ ошо малайҙарҙың икеһен дә яраштырыр өсөн кеҫәһенән тинлектәр сығарып таратты. 

Директор әйтмешләй, "особый" балалар улар. Лагерь тормошо оҡшаһа ла тәрбиәселәрҙең нервы ныҡлығын һынарға яратҡан ут кеүек малайҙар ҙа бар. Уҙған йыл заезд аҙағында корпустан сығып ҡасып, автостоп менән туғандары йәшәгән ауылға ҡасып киткән малайҙар быйыл да этлек уйламай тип бер кем гарантия бирә алмай. Шуға ла үтә оло яуаплылыҡ төнгө пост һаҡсыһы иңендә. Айсыуаҡ аңлай, йоҡламай намыҫ менән таң яҡтыһынаса уяулыҡ һаҡлай. 

Корпус коридорында ара -тирә бәҙрәф ишегенең сыйнап асылып ябылыуы, тыҡ- тыҡ килеп тәрбиәсе апайҙың бүлмәләр буйлап тикшереп йөрөүе төнгө һауала яңғырап әллә ҡайҙа йөрөп ятҡан Айсыуаҡ ҡолағына сағылып ҡуя. Август төнө һалҡын, һелкендереп тәнен һыуыҡһыта ла башланы. Ихласлап үҙенең был тирәгә һаҡсы икәнен белгертеп Айсыуаҡ ҡысҡырып тороп ике - өс рәт бышҡырып ҡуйҙы. Әллә ошо бышҡырыу ҡанын шәбәйттеме, йылы йүгергәндәй буйҙы тәне буйлап. 

Төнгө өс. 

Корпус ишеген һаҡ ҡына асып кемдер тупһанан төштө. Айсыуаҡ томанланған кеүек күҙен ышҡып, айырыуса иғтибар менән текләп яй ғына атлап барыусы яғына атланы. 

— Эй, һин ҡайҙа? 

— 

--Эй -эй! Туҡта тием бит! 

— Айсыуаҡ Азатович, мин был - Ислам. Өсөнсө отрядтан. 

— Ислам? Ә ҡайҙа юл алдың әле, төнө менән? Лагерҙа икәнеңде оноттоңмо әллә? 

— Ағай, беләм лагерҙа икәнемде. Йоҡом килмәй, тынйыу һымаҡ. Тәҙрәнән тышты күҙәтеп ултырҙым төнө буйы былай ҙа. Мөмкинме һеҙҙең менән? 

— Ислам! Директор йә воспитка белеп ҡалһа баштан һыйпамаҫ бит! 

— Пажалуста Айсыуаҡ ағай? Мин шым! Көн яҡтырғас та йүгерәм урыныма, йәме? 

 

Айсыуаҡ бер аҙ малайға ҡарап йылмайып торҙо. Нимә тиергә? Ысынлап та "үрҙәгеләр " белеп ҡалһа ҙур ғауға, оло һүҙ итәсәктәр бит инде. Малай ҙа йәл, ысынлап та йоҡоһо юҡтыр шул. Арытып уйнатып булмай, койка араһында ғына сыр -сыу киләләр ҙә йоҡларға яталар. Уның һымаҡ саҡта Айсыуаҡ лагерҙа бикле ятманы, атаһы менән арманһыҙ булып талып көтөү көтөшөп бесәнгә йөрөштө. 

— Айсыуаҡ Азатович? Рөхсәт итегеҙ инде?! 

— Ярай Ислам, тик ҡара уны, бөгөнгә генә. Ике, әй юҡ, сәғәт ярымдан вжыйт!- Айсыуаҡ Исламдың отряды урынлашҡан корпус яғына төртөп күрһәтеп ҡуйҙы. 

— Әлбиттә! Рәхмәт Айсыуаҡ ағай! 

 

Айсыуаҡтың алдына төшөп биләмә буйлап атлауға төштө Ислам. Берәүҙән икәү яҡшы, Айсыуаҡҡа бер аҙ күңеллерәк тә булып китте. Ҡарап тороуға крутой ғына ҡала малайына оҡшап торған Исламды был заезд балалары төркөмөнә индерерлек тә түгел. Текә генә прическаһы, кейгән спортивкаһының да ҡиммәтле фирменный булыуы сәйер тойола. Яңылыш ҡына етемәктәр араһына төшкән бай малайы кеүек ул. Айсыуаҡ бөгөн генә түгел, арыуыҡтан иғтибар итте ул уға. Ҡорһаланып ризыҡҡа ла йоғонмай, кеҫәһенә икмәк тә һалып ашамай, уйнағанда ла ихлас, көлә - шаяра һымаҡ, ә таланттар эҙләү конкурсында тальян гармун уйнатып йыр һуҙып бар вожатыйҙарҙың иҫен китәрҙе. Күптәр уны урыҫ милләтенән тип русса һүҙ ҡушһа, ул башҡортса йырлап өндәрен тыҡты. Тәненә ит йоҡмаған ҡураныс үҫмер уҙа барһа ун өс йәштәр тирәһендәлер. 

Тын ғына эйәртенешеп йөрөп булмай бит инде, Айсыуаҡ та һүҙ башлаған булды: 

— Ислам, һин матур йырлайһың. Моғайын берәй түңәрәккә йөрөйһөңдөр инде, -тигән булды. 

 

Атлап барған еренән Ислам боролоп йылмайып туҡтаны. Ҡурғаш болоттар ҡаплаған күкте яҡтыртып маташҡан урам уттары яҡтыһында малайҙың тигеҙ тештәре һәм күҙҙәре генә ялтырап күренде. 

— Айсыуаҡ ағай, мин бит музыкаль мәктәптә шөғөлләнәм. 

— Әәә, бик яҡшы. Талант бар һиндә малай, берәй әртис булып китһәң беҙҙе танымаҫһың да әле бер ҡасан, - Айсыуаҡ һаҡ ҡына малайҙың яуырына ҡағып көлөп ҡуйҙы. 

— Ҡайҙааан, -малай оялғандай булып башын баҫты. 

— Аяҡ талып китте бит әле Ислам, әйҙә анауында, запасной выход яғындағы эскәмйәлә ултырып торайыҡ, - Айсыуаҡ малайҙың арҡаһынан еңелсә этеп эскәмйәгә ымланы. 

Ултырҙылар. Тик һүҙҙәре һис берекмәне. Йыш йыш уфтанған малай ниҙер әйтергә теләгәндәй берсә Айсыуаҡҡа, берсә ҡараңғы төн төпкөлөнә күҙен терәне. 

— Ислам, һиңә бында оҡшаймы?- Айсыуаҡ һорауы менән малайҙы бер аҙ һиҫкәндерҙе. 

— Э- э- ййе!-тотлоҡҡандай сыҡҡан өн шуның менән өҙөлдө. 

— Ә һин үҙең ҡала малайымы? 

 

Айсыуаҡ һораны ла, ҡайҙан һораған көнгә төшөп үртәлде. Малай башын баҫып ике тубығы аҫтынан ерҙе текләне. Әллә ҡала малайы булыуы өсөн үкендеме ул, әллә ҡайҙан булыуын теүәл белмәйме икән был тип уйлап өлгөрҙө эстән Айсыуаҡ. 

Тынлыҡ. Ашҡаҙанының аш һорап тауышланып тороп ғорҡ итеүенә уңайһыҙланып урынынан ҡыбырлай биреп ҡуйҙы Айсыуаҡ. 

— Ағай, мин тыумышым менән Илсеғолданмын бит,- беләһеңме шул ауылды тигәндәй ҡараш һораулы текәлде ағай кешегә. 

— Илсеғол? Һуң бит...- Айсыуаҡ әйтерен әйтеп бөтә алмай, малайҙың ҡарашына эләкте. 

Бер аҙ алға эйелә биреп ултырғас, Айсыуаҡ Исламдың яуырынан ҡосоп уҡ алды. 

— Ислам, ғәфү ит, һуң ул ауыл бит күптән юҡ... 

— Беләм, тыуғанмын шунда, олатай - өләсәм йәшәгән элек, атай - әсәйем йәшәгән, бәлким ҡәберҙәре лә шундалыр инде...- башын һәлендергән малайҙың тел төбөн тамам аңланы Айсыуаҡ. Тимәк Ислам да үкһеҙ етем, уллыҡҡа алынған...Үҙәген өҙөп әрнеү өттө Айсыуаҡтың. Ҡуйынына һыйынып ултырған малайҙың хәлен нисек еңеләйтергә, йыуатырлыҡ ниндәй һүҙ табырға белмәй баҙап ҡалды егет. Теле телгә йоҡмай тытылдап торған бытыйҙы ла телдән яҙҙырыр был етемлектең әсе хәсрәте. 

Ислам башлап тынлыҡты өҙҙө : 

— Илсеғолға яҡын тирәнән берәйһен осратһам бәлким тип уйлағайным. Бер кем юҡ. Был лагерға килеүем дә шуның өсөн генә ине, - малай ҡарашын күтәреп төн ҡараңғылығына текләне. 

— Ислам, беләһеңме нимә, мин бит Илсеғолға күрше генә ятҡан ауылдан. 

Исламды был хәбәр ҡыуандырҙы буғай, еңел генә Айсыуаҡтың ҡуйынынан ысҡынып тороп уҡ баҫты: 

— Ысынмы Айсыуаҡ ағай?! 

— Ысын шул! 

Өмөт осҡоно сағылды малайҙың күҙҙәрендә. 

— Ағай, ярҙам итһәгеҙсе миңә? 

— Нисек? 

Ислам ауыр уфтанып кире урынына ултырҙы. 

— Айсыуаҡ ағай, мин үҙ атайым һәм әсәйемде бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Белмәнем мин үҙемдең үкһеҙ етем икәнлегемде. Әйтмәне әлеге әсәй тигән кешем һәм атай тип атағаным, - тыңлайһыңмы һөйләйем тигәндәй, теле асылды малайҙың. Сүгәләп ултырып, Айсыуаҡтың ара тирә күҙенә ҡарап хәбәрен теҙҙе : —- Бер көн атай эштән ҡабалан ҡайтып инеп ниндәйҙер документтарын эҙләп бер булды. Иҙәнгә арыуыҡ ҡағыҙҙарын ауҙарып, кәрәген эҙләп тапҡас атай миңә йыйыштырырға ҡушып эшкә ҡабаланды. Икенсе класта уҡый инем ул мәл. Ҡулыма бер ҡағыҙ эләкте, унда минең исем шәрифем, көткән атайым әсәйем исеме, һәм мине тыуҙырған әсәйем атайым фамилиялары бар ине. 

Шаңҡып ҡалдым, балалыҡ менән аңыма ла әллә ни барып етмәгәндер инде. Ҙурайған һайын уйлана төштөм. Бәлким бөтөнләй онотолор ҙа ине, осраҡлы ғына бер иртәлә талаш шаһиты булмаһам. Мине йоҡлай тип уйланылар инде. Атай тигән кешем : "бар коллектив белә минең улым түгел икәнлеген уның, әйттем бит алмайыҡ тип, еңмешләнә инең үҙебеҙгә оҡшай ул тип, оҡшаны ти оҡшамай ней. Булмағас булмаһын да ҡуйһын ине"- тине. 

Әсәй ҙә шым ҡалманы. "Үҙ туғанымдың балаһын нисек балалар йортона алып барып тапшырайым, әсәй шулай фарман бирҙе бит"- тип аҡланды. 

Йоҡлағанға һалышып кире юрған аҫтына сумдым. Туйғансы иланым, үҙ әсәйем үҙ атайым ҡайҙа икән, нишләп мине быларға биреп киттеләр тип уйлап уйҙарым осона сыға алманым. 

Бер нисек тә күҙҙәренә ҡарап дөрөҫөн һорай алманым. Эстән генә үҙ ғәзиздәремде табыу юлын эҙләй башланым, - Ислам башын ҡалҡытып тыңлаусы ағаһының иғтибарын - аңлауын һорағандай ҡарап ҡуйҙы — ағай, мин бит бында атай әсәйемдең эҙҙәрен эҙләп килдем. Тере түгелдәрҙер ул, күңелем нишләптер шулай һиҙенә, ташламаҫ ине мине улар, - Ислам джинсовкаһы еңе менән битен ҡапланы. 

Айсыуаҡ ни тиклем үҙен ҡатҡыл тотоп ҡарамаһын, биреште. Бите буйлап аҡҡан ике юлаҡ тамсыға ирек биреп, тубығына тиңдәш сүгәләгән Исламдың башын ҡосаҡланы...

— Сеү, Ислам, илама... егет кеше иламай, йә... 

Шырҡ - шырҡ танауын тартҡан Ислам еңе менән күҙҙәрен һөрткөләп Айсыуаҡтың ҡулынан ысҡынып кире эскәмйәгә ҡалҡып ултырҙы. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ебек кенә шул Айсыуаҡ та, нимә тип йыуатып һүҙ әйтһә лә һытылып илап ебәрерҙәй булып тойолдо. Тамағын ҡырған булып, етдирәк, ағайҙарса ҡатҡыл тауыш сығарырға тырышып тороп уҡ баҫты сыҙамай. 

— Ислам, әлеге ата - әсәйең һине ҡыйырһытамы әллә?-тип һораған булды. 

Малай тамам тынысланды буғай : 

— Айсыуаҡ ағай, мине улар тәтәй кеүек итеп кенә ҡарайҙар. Ваҡыттары булһа иғтибар итәләр, ваҡыттары булмаһа бөтөнләй иҫтәренә лә алмайҙар. Шыплап тултырылған һыуытҡыстан йәнең ни теләй алып аша, теләгәнеңде һайлап кей, күпме кәрәкһә шунса картаңдан аҡса тотон, мине һис кем контрольдә тотмай. Интернет уйындарына ла сик юҡ, тик мин туйҙым бынан...-малай төн ҡараһына ҡарап тын ҡалды. 

 

— Ә һин теге табып алған ҡағыҙҙа ысынлап та үҙеңде тыуҙырған ата - әсәйең исеме яҙылған тип уйлайһыңмы? Вдруг яңылыш аңлаған булһаң? 

Буталғанһыңдыр йә?! 

 

Ислам ауыр уфтанып ҡуйҙы. 

— Бала ғына булһам да, ағай, мин күпте күңелем менән һиҙәм, аҡҡа ҡара менән "усыновили "- тип яҙылған ине бит. Бары исемемде генә үҙгәртмәгәндәр. Миңә где то ике йәш тирәһендә фамилиям, отчеством яңыртылған. Ялсыҡаев Рамаҙан Рафаҡ улы минең ысын атайым, әсәйем Ялсыҡаева Менәүәрә Шәүҡәт ҡыҙы булған. Ун ике йыл мин бар районға билдәле кооператив директоры Сабуров Ринат Маратовичтың улы — Сабуров Ислам Ринатович булып йөрөйөм. 

— Ә һин әсәйеңдән берәй яйын табып һорап ҡарағаның булманымы? Шул -шул ҡағыҙҙы күргәйнем тип.. 

— Бер ынтылдым мин, тик әсәй нимәгәлер шундуҡ ҡыҙып - туҙып :"мин һинең әсәйең! Мин!"-тип яр һалды. Атай эштә ине. Башҡаса һорашманым... 

 

Һалҡын һауа тик ултырһаң ҡалтырата, эскәмйәләге икәү һүҙһеҙ бер - береһен аңлап, бер - бер артлы һуҡмаҡҡа төшөп, биләмә сиге буйлап атлап киттеләр. Ара - тирә күл ситендә ҡысҡырышҡан тәлмәрйендәрҙән башҡа тауыш ишетелмәй. Аяҡ тауышы ҡыпшырлауына ашхана мөйөшөндә ойоп ятҡан, хеҙмәткәрҙәргә эйәреп килгән сәүек көсөк ләүек-ләүек өрөп ҡуйҙы. Лагерь майҙанының ҡап уртаһына килеп икәү тын һауаға ҡарап туҡтанылар. Тынлыҡты Ислам өҙҙө: 

— Айсыуаҡ ағай, ә ул Илсеғолдоң бер өйө лә ҡалмағанмы икән ни? Кешеләре ҡайҙа китте икән?- һорауы теге күрше ауыл хаҡында ине— эх, бер генә тапҡыр барып шул Илсеғолдо күрергә ине!- көтмәгәндә Ислам хискә бирелеп үҙ хыялын ысҡындырып һалды. 

 

Ысынын әйткәндә Айсыуаҡ яҡшылап белмәй шул ул Илсеғол яҡтарын, ҡыҙыҡһынғаны ла булманы. Бары тик бер саҡ һарыҡтарын юғалтҡанда, шуларҙы эҙләп ул яҡтарға барып сыҡҡайнылар. Илсеғол туғайы тип аңғартҡайны атаһы. Матур , тик нигеҙҙәрен кесерткән -тилебәрән баҫҡан өй урындары ғына ҡалған ул ерҙәрҙә. Колхоздың бөтөүе, мәктәп -магазин юҡлыҡтан ҡалаға тартылғандыр инде халҡы. Артығын белмәй шул Айсыуаҡ. 

Эскерһеҙ малай алдында алдашҡыһы килмәне Айсыуаҡтың 

— Белмәйем шул Ислам, честное слово бына белмәйем, -тип уң ҡулын түшенә ҡуйып ышандырырға тырышты. 

— Йәл, бер кем белмәй... 

Ҡапыл ниҙелер иҫенә төшөргәндәй, Айсыуаҡ ҡул сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Төнгө бишенсе ун минут. Бына - бына көн яҡтыһы болот араһынан йырып килеп сығырына ишара итеп һауала күгелйем яҡтылыҡ һыҙыла ла башланы. 

— Ислам, һиңә ял итергә ваҡыттыр ул?Сәғәт ярым бул тигәйнем дә, яҡтырмаҫ борон ин әле һин лутше бүлмәңә, мине директор йә өлкән воспитка тотһа — бөттө баш! Яраймы?- тип малайға һораулы - инәлеүле ҡарап ҡуйҙы Айсыуаҡ. 

— Ярай ағай, тик ней...-малай ниҙелер әйтеп бөтөрмәй аяҡ аҫтына ҡарап, гүйә тәғәйен һүҙҙе таба алмай эҙләнде, — өндәшмәгеҙ инде минең һөйләгәнде бер кемгә лә, йә көлөрҙәр... 

— Ислам, ышан миңә, ләм мим! 

 

Ислам корпус ишегенән инеп юғалғас та, Айсыуаҡ ул ҡалдырған уйҙарҙан арына алманы. Күңелендә нисек булһа ла ошо балаға ярҙам итеү теләге уянды. Ҡолағында бер туҡтауһыҙ Исламдың :" эх, Илсеғолдо бер генә барып күрергә ине!"-тигәне ҡабатлап яңғыраны... 

 

* * * 

 

Ҡалай итһә итте , әммә Айсыуаҡ теләгенә иреште. Директорҙың "уң" яғына сығып, мең инәлеп, расписка яҙып, ике сәғәт өсөн генә тихий час мәлендә Илсеғол яғына алып барып килеүгә рөхсәт алды. Быйыл ғына "права " алған Айсыуаҡ атаһының иҫке машинаһын смена араһында ҡайтып - китеп йөрөүгә тип алып килгәйне. Кәрәге тейҙе бит! 

Башта Ислам баҙап ҡалды Айсыуаҡ ағаһының был хәбәренә, аҙаҡ осоноп бейеп үк китте. Барыһы ла бүлмәләренә инеп тын ҡалғанда, Айсыуаҡ менән Ислам инде тыптырлашып лагерь биләмәһенән сығып та баралар ине инде. 

Урман юлы йомшаҡ, саң туҙаны ла юҡ. Болотло төнгә алмашҡа йылы көн тыуыуы ла күңелгә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡыуаныс уята. Ниңәлер аяҙ һауа юл уңырына, эҙләгәндәренә ниндәйҙер "зацепка " таба алырҙарына ишара һымаҡ ине. 

 

Килеп еттеләр. Тау итәген тирәсләп ултырған ауылдан ҡалған нигеҙ таштары ғына аунап ята. Арыраҡ зыярат кәртәһе күренә, һерәйешеп ергә ҡаҙалған ҡәбер таштары шомлолоҡ өҫтәй. Унан да ары үҙән, моғайын да шишмәһе лә барҙыр инде, асыҡ күренмәй. 

Ислам машина эсенән сығып бар тирә - йүнде теткеләп, һәр бер ерен иҫтә ҡалдырырға самалағандай ҡарап сыҡты. Аяғы аҫтынан эйелеп алған ҡоро сыбыҡты урыҡ-һурыҡ тубығына һуға- һуға атлаған малай, ағаһының машина янында тороп ҡалыуын да аңғармай тау итәгенән үргә атланы. Ирек бирҙе Айсыуаҡ Исламға. Илаһа илап алыр, бәлким үҙ алдына һөйләнер, тартынмаһын, ихлас бушанһын тип тороп ҡалыуҙы хуш күрҙе. 

Ысынлап та, Ислам күп тә бармай йөҙтүбән ергә ауҙы. Ҡолас йәйеп ерҙе ҡосаҡлаған ҡулдары матҡып үлән йомарлаған. Тик ул ҡулдар уларҙы йолҡмай, шулай тын ҡалған ине... 

Ер тауышын тыңлағандай, әле бер ,әле икенсе ҡолағын алмашлап ер күкрәгенә ҡуйған малай Айсыуаҡҡа сәйер ҙә кеүек тойолдо. 

Бер аҙҙан Ислам ҡалҡып баҫты. Кеҫәһенән текә генә телефонын сығарып тирә- йүнде төшөрҙө. Малайҙың аҙымдары зыяратҡа йүнәлгәнен аңлап, Айсыуаҡ машинанан сығып, Исламды ҡыуып етте. Ярым емерек зыяратты аттар өйөрө тапап, бысратып тиҙәккә күмгән. Унда- бында ғына фоторәсемле ҡәберлектәр, тимер рәшәткә эсендә булғанға ғына именбеҙ беҙ ҙә, тигәндәй торалар. Сирен- акация ағастарын әллә баяғы малдар кимергән, ҡайһы берҙәре ҡороп, шыр сыбыҡ булып ултыралар. Ислам әле бер, әле икенсе ҡәбер ташын ҡарап, таш йөҙөнән яҙыу уҡырға өмөтләнеп бер булды. Мүкләнгән таштар ғына белә шул кем һөйәге ятҡанын был ерҙәрҙә. Ваҡыт аяуһыҙ, ваҡыт юйған исемдәрен... 

Арыуыҡ эҙләнде Ислам . Тик табыуы икеле ине. Шулай ҙа бер ҡәберлек янында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо ул. Ҡулы менән ауа барған рәшәткәне тотоп, эйәген терәп эскә ҡарап торҙо. Айсыуаҡ яҡынламаны уға. Күңеле булды ахры баланың, яй ғына машина ултырған яҡҡа табан атланы. Ишек асып инеп ултырғас та, Ислам һүҙһеҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Радионан ағылған талғын көй шауҡымында , ике яҡтан өҫкә аумалы үҫкән урман юлынан яй ғына лагерға табан алып барҙы малайҙарҙы Айсыуаҡтың атаһының "семеркаһы " . Барып етергә саҡ ҡына ара ҡалғас, Ислам телгә килде: 

— Ағай, нишләптер был ерҙәрҙе мин ҡасандыр күргәнем бар ине һымаҡ. Әллә төшөмдә микән? Шуға аптырайым, -тине. 

— Может быть шулайҙыр, -тип ҡотолдо Айсыуаҡ та. Башҡа ни тимәк кәрәк?! 

Тағы ла һүҙ бәйләнмәне. 

Урман, ялан бер береһен алмаштырып лагерь урынлашҡан тау итәгенә лә яҡынланылар. Тағы ла һүҙҙе Ислам башланы: 

— Ағай, ҡәберлектәрен булһа ла тапһам тигәйнем — тапманым, әллә тере микән минекеләр?-бына - бына һытылырҙан, керпектәренә быуылыуҙан ғына мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәрен Ислам Айсыуаҡҡа төбәне. 

Тамағында ҡаты төйөр тойған Айсыуаҡ мығыр - мығыр ауыҙ эсенән һөйләнеп ҡуйҙы. Юҡ, ни уйлағанын, хатта ни тип мығырлағанын үҙе лә аңламаны бит ул. Сараһыҙлыҡ быуҙы телен... 

— Ислам, мин һораштырып ҡарармын әле. Бәлким берәйһе беләлерҙә. Исем фамилияларын ғына яҙып бирерһең әле миңә, -тип ҡуйҙы. 

Ислам ризалығын белдереп баш һелккән булды. 

— Айсыуаҡ ағай, рәхмәт һеҙгә!- башын аҫҡа баҫҡан Исламдың күҙҙәренән йәш тамсылары тып тып тубығына тама инеләр. 

— Йә - йә! Бирешмәәәә! Егет кеше иламай, оноттоңмо ней?! Әбизәтилне берәй хәбәр табышып бирәсәкмен, точный әҙристәрен табыр әле ағайың һиңә, — Айсыуаҡ Исламдың ҡаҡсаҡ яуырындарын һуҡҡылап ҡосаҡлап уҡ алды. 

— Ағай, минең аҡсам бар, картағыҙға күсерә алам. Әйтегеҙ, рәхмәт йөҙөнән, күпме?- йәштәренән бушанған, бер аҙ ҡыҙарып шешенгән һоро күҙҙәр бөгөнгө көндә нисәнсе ҡат нисә төрлө һорау менән текләй инде Айсыуаҡҡа. Бындай уҡты көтмәгән Айсыуаҡ баҙап ҡалды: 

— Һин нимә? Обижаеш братан, -тип үпкәле йөҙ сығарып ситкә ҡараған булды. 

Ҡулына тотоп һонған картаһын тиҙ генә кеҫәһенә тығып, үпкәләткәненә үкенә биреп ҡуйҙы шикелле Ислам: 

— Рәхмәт тогда Айсыуаҡ ағай, искренне рәхмәт!-ара -тирә рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшкән Ислам, рулгә йәбешкән Айсыуаҡтың ҡулдарын тартып тиерлек алып, тарамыш устарына ҡыҫып рәхмәтен белдереп, йәһәтләп машинанан сыҡты. 

Тихий час бөтмәгән. Икеһе лә шым ғына коридор буйлап үтеп үҙ бүлмәләренә инеп киттеләр. 

 

* * * 

 

Айсыуаҡ өсөн дә шау сер кеүек тойолдо Исламдың ата - әсәһенең ташлап китеүе. Смена алмашып ҡайтҡас сыҙаманы Айсыуаҡ, әсәһенән Илсеғолдан фәлән - фәлән фамилиялылар хәҙер ҡайҙа икән тип төптәште. Уныһы ҡапылғара хәл айышын аңламай һорауға - һорау яуҙырҙы. Аптырап барын һөйләне Айсыуаҡ. Класташы Ишмораттың өләсәһе Илсеғолдан булыуын ишетеп бер аҙ һөйөндө. Оло кеше белмәй буламы һуң?! Тик нисек һорашырға? Бар серҙе асып һалып булмай бит! Исламға ләм- мим тип һүҙ биргәйне лә бит... 

Ярҙамға Айсыуаҡ әсәһен күндерҙе. Юҡтан сәбәп табып, хәл белешкән булып һораш тип әсәһен ебәрҙе. Бер аҙҙан арыуыҡ, арыуыҡ ҡына ла түгел, тулы тарих тейәп тә ҡайтты әсәһе. 

…Менәүәрә менән Рамаҙандың ҡайҙа һәм ҡасан осрашып табышыуы сер. Тик уларҙың ҡауышыуына ҡыҙ яғы ҡырҡа ҡаршы булған икән. Шулай ҙа бар кәртәләрҙе ашаҡлап ҡыҙ Рамаҙанға ҡасып кейәүгә сыға. Ҡала ҡыҙымын тимәй, Илсеғолға ауыл тормошона күнә. Ата - әсәһе бөтөнләй ҡул һелтәп, үҙ ҡыҙҙарына ҡан дошманына ҡарағандай һырт ҡуя. Улы тыуа Рамаҙан менән Менәүәрәнең. Бер тотам артынан ҡалмай һәр эшкә эйәреп йөрөр йәш киленде ауылдаштары ла яратып өлгөрә егәрле булғаны өсөн. Нигеҙ ҡалҡытышырға ярҙам итерҙәй бер кеме булмай Рамаҙандың, ҡарт әсәһе һәм түшәктәге атаһынан тыш бар туғандары алыҫ ҡала еренә төпләнгән икән. Мейес сығарырға тип балсыҡҡа барырға сыҡҡан Рамаҙандың артынан Менәүәрә лә эйәрә. Өгөтләп ҡалдыра алмай кәләшен Рамаҙан, малай йоҡлағансы икәүләп тиҙерәк балсыҡ тейәп ҡайтырбыҙ, тип ҡабаландыра ғына. Күрер көндәре шул көндә өҙөлә уларҙың, балсыҡ соҡоро ишелеп икеһе лә бер юлы баҫылып үлеп ҡалалар... 

Илаған малайҙарын тымыҙа алмаған Рамаҙандың әсәһе урам буйлап күкрәк һөтө эҙләп үҙе ҡуша илаған ти. Йәше бала тәрбиәләр йәштән үткән әбейгә баланы ҡарауға бирмәйҙәр, күрше - тирәнән йәш килендәргә баламдың төҫөн имеҙешеп үҫтерешегеҙ, ситкә ебәргем килмәй, тип түгелгән икән. Улары риза булмайҙарҙыр инде. Ҡыҙының фажиғәле үлемен ишеткән Менәүәрәнең әсәһе килеп малайҙы ала һәм бер ҡыҙына бирҙерткән икән. Әмәлгә ҡалғандай уларының балалалары ла булмаған... 

Ә ҡәберлек ысынлап та зыяратта түгел, шул ишелгән балсыҡ соҡоронан үрҙәрәк Исмаҡай тауына етә бер ҡалҡыу урында тип белеп ҡайтты әсәһе. 

Айсыуаҡтың ҡулына Исламдың әсәһе һәм атаһы төшкән бер фото ла килеп етте. Ҡулына гармун тотҡан аҡ йөҙлө генә бер ағай менән ерән сәсле һылыу апай йылмайып ҡарап торалар ине унда. Хас та сағылыштары сайпыла уларҙың Исламда... 

 

Ун өсөнсө август иртәһе. Айсыуаҡ сираттағы сменаға айырыуса тулҡынланыу менән ҡуҙғалды. Түш кеҫәһендәге фоторәсемде нисек Исламдың ҡулына тапшырырға, ниндәй һүҙҙәр әйтергә тип ҡырҡ ҡат ҡабатлап ятлап та бөттө инде. Бар теүәллегендә ишеткәнде тәфсир итмәһә лә, тоҫмал менән аңғартыр инде. Яраламаҫҡа тик! 

Заезда һуңғы көн - хушлашыу усағы яғалар бөгөн. Лагерь аҙағы былай ҙа моңһоу була торған. Күңелле бейеүҙәр, уйнап көлөүҙәр аҙағы илап хушлашыуҙар менән тамамлана. Егерме бер көн эсендә шул тиклем эҫенә балалар вожатыйҙарға , хатта айырылғы килмәй. 

Айсыуаҡ та Исламға яҡынларға форсат та яй ҙа тапмай аҙапланды. Уныһы бер ни булмағандай, хатта бер ни көтмәгәндәй уйнаны ла көлдө. Ә йыры! Тамам үҙәкте өҙҙө, бала - саға күңеленә бәлким барып та етмәгәндер был йыр, әммә бер вожатыйҙы ла тыныс ҡалдырманы ул моңло йыр һүҙҙәре: 

 

Тау шишмәһе һыуын эсте ниһәм, 

Һәр йотомо һайын сәсәйем... 

Ҡыр ҡаҙылай булып остоң әллә, 

Тауыш бирсе миңә әсәйем... 

 

Һуңғы сәғәт, һуңғы минуттар... Айсыуаҡ ашхананан сыҡҡан Исламды көтөп коридорҙа тапана. Уҡытыусыға имтихан бирер балалай, ауыҙ эсенән әйтерен ҡабатлап тулҡынлана. Ҡулына берсә теге фотоны алып кире тыҡты, төшөрөп юғалтып ҡуймайым тип борсолдо. 

Бына ул мәл. Кеҫәһенән сығарып тотторған фоторәсемгә тын ҡарап ҡатты малай. Айсыуаҡтың ни әйткәнен дә ишетмәне буғай. Фотоны әйләндереп артындағы исемдәрҙе, датаны тикшерҙе. Иламаны, ныҡ ине ул бөгөн, күкрәгенә ҡыҫып ошо ус аяһындай ҡағыҙҙы сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Ҡысҡырып илап ебәрер кеүек ине барыбер Ислам, тик ул ысынлап та бөгөн иламаны. Ауыҙ ситтәрен саҡ ҡыбырлатып : 

— Ағай, Айсыуаҡ ағай, ҙуууур рәхмәт һиңә, тип ҡабатлай ине. 

 

Әйтерһең дә был донъяла иң ҡәҙерле әйберен тапҡандай ҡыуанған ошо ун өс йәшлек малайға ҡарап күңелендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо Айсыуаҡ. Бүлмәһенә, әйберҙәрен йыйырға ашыҡҡан Ислам артынан Айсыуаҡтың : "һеҙҙе әжәл айырған, фажиғәле үлем һине яҡындарыңдан айырған "-тип шыбырлауы оҙатып ҡалды... 

Берәм һәрәм лагерь ҡапҡаһы янына туҡтаған машиналарҙа килгән ата - әсәләр, яҡындары һәм туғандары ял итеүселәрҙе сүпләп таратып алып китә лә башланылар. Арҡаһына рюкзагын аҫҡан Ислам да сыҡты ҡайтырға. Тәҙрәләре тонировкалы джип эсенән төшкән күҙлекле етди олпат ир һәм йыуантаҡ аҡ сәсле ҡатын ҡолас йәйеп ҡаршы алды уны ҡапҡа янында. Артмағын машинаға һелтәп, малай йылп итеп Айсыуаҡҡа табан йүгерҙе. Ҡосағына ҡыҫып Ислам менән хушлашыуы Айсыуаҡ өсөн айырыуса ауыр булды. Әллә бер туған ҡустыһы булмағанғамы, яҡын туғанылай күреп үҙ итте үҙен. Түше тәңгәленән генә булған үҫмер һаман : "ағай, рәхмәт һеҙгә!"-тип ҡабатлай ине. 

Әсе сигнал, машина сигналы тертләтте һәр икеһен дә. Исламды ҡабаландырған джип ишек ябылыр ябылмаҫтан ер тырнап ҡуҙғалып та китте. Бары ҡарағусҡыл тәҙрә эсенән Исламдың аҡ йөҙө һәм бер туҡтауһыҙ болғаған ҡулдары күҙҙән юғалғансы күренеп барҙы... 

 

Р.S. 

Бала сағында Айсыуаҡ ҡалаға ҡунаҡҡа барғайны ата - әсәләре менән. Туғандарының квартираһында ситлектә ултырған ҡошто күреп иҫе киткәйне. Ҡарап тороуға турғайға оҡшаған ҡош, ә үҙе нисек матур һайрай тип тел шартлатҡайны аптырап. Ҡайтҡас атаһының балыҡҡа алып барған кәрзин кеүек ауын алып инеп, урамдан турғай тотоп бикләп бер булғайны. Тик ябай турғай күпме ашатмаһын йырсы ҡошҡа әйләнмәне, һайраманы. Матурлайым тип ҡанаттарын буяуға ла мансып ҡараны — файҙаһыҙ булды. Һыу эсмәҫ, ашамаҫ булды ҡошсоҡ, ә бер көн бөтөнләй тын ҡалды... 

Айсыуаҡҡа нишләптер Ислам ошо ҡошсоҡҡа оҡшап ҡуйҙы. Барыһы ла бар уның, тик ирке генә юҡ... 

Эргәһендәгеләр өсөн ысынлап та ул бары... уйынсыҡ. 

Йәл... ситлектәге ҡош...

Читайте нас: