Все новости
Проза
28 Марта , 12:36
ЛИТЕРАТУРА

Зифа Ишмырҙина

Хөрмәтле уҡыусым,был ваҡиғаны һөйләүсе апай кеше Лира исемле лә түгел ине ,исемдәрҙе үҙем ҡушып тетрәндергес хикәйәгә әйләндерҙем,ысынында күбенеһе булған хәл- автор

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Бер көн шулай йоҡо аралаш, төш күрәм, бер ҡатын ҡысҡырып минән ярҙам һорай, мин түбәндә ерҙәмен, ә ул бейек күкә олғаша яҙып торған ағас ботағында ғына эленеп тора, ҡулын һуҙа, тик нишләптер мин уға ярҙам итергә теләмәйем, йөҙө танышта, түгелдә кеүек. Ә, уянып китеп, байтаҡ ҡына ята биргәс иҫкә төштө, үткән йыл, баш ҡаланан автобуста бергә юлдаш булғайны бит әле Лира апай , ниндәйҙер бер районда төшөп ҡалды. Ул миңә байтаҡ хәл ,ваҡиғалар бәйән иткәйне. Зары буйынса ул ҡатын, йәлдә, йәл түгелдә ине. Йәштән бер-береһен яратып өйләнешкән парҙарҙың мөхәббәт емеше булып улдары тыуа. Малай буйға сибек кенә булһа ла төҫкә атаһына оҡшап һылыу. Иптәше көнө-төнө заводта эштә,ә әсә өйҙә бала бағыу менән. Тормаштары шулай яйлы ғына барғанда,улдарына өс йәш тигәндә,атай кеше ,эш өҫтөндә ҡапыл ғына вафат була. Быға тиклем уның бик сирләгәне лә булмаған. Табиптар асыҡлауынса йөрәк өйәнәге тотҡан. Ялда ултырған ҡатынға эшенә сыҡмай булмай,баланы балалар баҡсаһына урынлаштырырға, квартираға , башҡа һалымдарға аҡса түләргә кәрәк. Күпме генә балалар баҡсаһын, тапамаһын,"урын юҡ"-тип кире бороп сығаралар. Оҙаҡ уйланып, ауылдағы әсәһе менән кәңәшләшкәс, баланы оләсәһе янында ҡалдырырға була, мәктәптә бар әлегә, башҡортса өйрәнер. Лира үҙең элекке эшендә эшләй башлай, өйрәнгән эш онотолопта өлгөрмәгән. Әхирәттәре ҡунаҡҡа саҡырһаларҙа, кире ҡаға, әле ҡайғыһы ла баҫылмаған, берҙән сабыйын һағына. Ял һайын ауылға , бәләкәсен яратырға ашыға. Улы үҫә төшөп беренсе класҡа барҙы, ярай оләсәһе үтә ҡарт түгел, шәп теремек әбей, ваҡытында үҙе лә сит телдәр уҡытыусыһы булып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тимәк ейәнендә ул бына тигән уҡыусы яһаясаҡ. Ҡатынды ла эшендә , яҡшы күрһәткестәре өсөн ,үрләтәләр. Йәш, сибәр ҡатынды ир-егеттәрҙә күҙ һалмай булдыра алмайҙар. Берәүһе киноға саҡыра. Лира тартҡылашһа ла , бергә эшләгән иптәштәре"ҡаршылашма, ризалаш, уның артынан, ҡатындар үҙҙәре йүгерәләр"-тигәстәре, ҡайҙа барһын, сәғәтен һөйләшеп осраштылар. Ҡатынға тәүҙә оҡшап етмәне нимәһелер, тәүге ире менән сағыштырып ҡараны. Көн аша тигәндәй өйөнә оҙатып ҡуя торғас, бергә инеп сәй ҙә эстеләр шикелле. Хәҙер бит улар, бер ерҙә эшләйҙәр , тик кабинеттары ғына айырым. Бер ай тирәһе шулай йөрөгәс ир уға ,ҡатыны булырға тәҡдим яһай.Тик оҙаҡ уйларға ҡушмай. Әхирәттәренең кәңәшен тотоп Лира Самир менән бергә йәшәргә ризалаша. Ир ,ҡатыны менән байтаҡ йәшәгәндән һуң айырылыша, балалары булмаған, квартираһын ҡатынына ҡалдыра, ә үҙе әлегә дөйөм ятаҡхананың бер бүлмәһендә йәшәп ятҡан була.Ҡарап тороуға ысынлапта күп ҡатындарҙы ғашиҡ иттерерлек ир шул, киң яуырын, буйға бейек, артҡа ташланған дөм ҡара сәстәр, һәр саҡ үҙен бөхтә генә тота. Ҡатындың йортона күсеп килгәс, өй эсе күптән ир-ат ҡулын тоймаған нәмә ,ҡайһы бер әйберҙәрҙе рәтләп ултыртҡас, йәмләнеп ,нурланып киткән кеүек. Ауылға ҡайтырға өс ай үткәс кенә ваҡыт табалар. Айнур инде үҫкән, әсәһен йүгереп килеп ҡосаҡлап алғас та, "Әсәй ,ә был кем тигән олатай була,"-тип яҡынының күҙҙәренә төбәлеп ҡараны. Уныһы ысын күңелдән "Мин һинең яңы атайың булам "тип малайҙы күтәрергә уйлағайны, уныһы йүгереп тышҡа сыҡты ла китте. Лира уңайһыҙ хәлдән ҡотолор өсөн "Ярай күнегер, бала ғына бит әле, ана айыу балаһын да өйрәтәләр"-тигән булды. Ауылға ҡайтҡан һайын бала нишләптер әсәһенәндә,ирҙән дә ситләште, һөйләшмәне, көлмәне. Тегеләр уйынсыҡтар алып тултырһалар ҙа ҡыҙыҡһынманы. Уҡыуға килгәндә яҡшы уҡыны, оләсәһе дәрестән башҡа музыка серҙәренә, өсөнсө тел өйрәтте. Ауыл балаларынан күпкә айырылып торҙо. Һәр нәмәгә бик етди ҡараны. Лираларҙың бергә йәшәгәндәренә ике йыл үтеп тә китте, түҙемһеҙләнеп бала көттөләр. Ҡатын әллә күпме табиптарға күренеп , ял йорттарына икәүләшеп йөрөнөләр файҙаһыҙға. Яҡын ғына дуҫтары балалар йортонан , берәй малай , ҡыҙ алһағыҙ тип тәҡдим яһанылар. Оҙаҡ уйланғандан һуң ун йәшлек ике игеҙәк малай һәм бер ҡыҙ алдылар. Оҡшағандары тик шул балалар булғас нишләйһең. Уҡырға ла яҡын ғына. Ауылға инде бик йыш барып булмай. Балаларҙы йә унда, йә бында йөрөтөргә кәрәк. Оләсәләре Айнурҙы уларҙанда яҡшыраҡ ҡарай.Ҡышҡы каникулға алып ҡайтып ҡарағайнылар, малай нисектер тегеләр менән уртаҡ тел таба алманы,әсәһе лә сит кеше кеүек күренде, элекке кеүек арҡаһынан, башынан яратып"Минең ҡолонсағым"-тип әйтмәй. Теге олатайҙы әйтәһелә түгел, Артем,Артур ғына тип йөрөй. Малай уларға әллә ҡасанғы алыҫ туғандары кеүек. Музыка ҡоралдарында уйнап күрһәтһә шарҡылдап көләләр,йә булмаһа сит телдә берәй нәмә һораһа, башҡортсаны инде әйтеп тораһы ла юҡ. Шулай итеп көндәр, айҙар,йылдар үтә торҙо, ололарҙа ғүмерлек йәшәмәйҙәр. Беҙ әллә күпме уларҙы оҙағыраҡ йәшәтергә тырышһаҡта, барыһы ла хоҙай ҡулында. Айнурға ана-бына ун биш йәш тулырға торғанда иң яҡын кешеһе оләсәһе мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Лиралар әсәләрен тәрбиәләп ҡуйғандан һуң,ҡырҡ көн үткәс кенә үҙенең улын , ҡалаға йәшәргә алып ҡайтырға була. Ире ризаһыҙ ғына ҡатынына "Лира ҡарап тороуға малай бик талантлы күренә, әллә тура музыка мәктәбенә бирәбеҙме, интернаты ла бар, ә инде ял көндәре генә беҙгә ҡайтыр, теге ҡартлас беҙеңсә тәрбиә бирмәгән бит ул,күрмәйһеңме торғаны бер "Дикар"". Былайҙа башы ҡатҡан ҡатын иренең һүҙҙәренә бик иғтибар бирмәне. Малайҙың кәрәк-яраҡтарын йыйнаштырып үҙҙәренә алып ҡайтты. Шулай булмай ни,үҙ йөрәге аҫтында йөрөткән бала ла баһа, атаһы мәрхүмдән ҡалған өй етмәһә. Айнурҙы теге ике игеҙәк малайҙары уҡыған ергә бирҙеләр, бергә барып, ҡайтып йөрөрҙәр йәнәһе. Айнур дүрт телдә лә бик таҙа һөйләшкәс, урыҫ мәктәбендә уҡыуы бик ауыр булманы уға, тиҙ өйрәнеп китте ҡала тормошона ла, шулай ҙа бар кружоктарға ла йөрөнө. Ә,һаманда өй эсендә уға тыныслыҡ булманы, әсәйҙәр эштә,тегеләр быны ситнәттеләр, үҙҙәренә ҡушылған эште Айнурға ҡуштылар. Аталары ҡайтһа һәр ваҡыт, малайҙы ғәйепле итеп ҡуйҙылар. Таяҡтың оло башы һәр-саҡ Малайға тейер булды. Шулай бер көн, әсәләре туғандарына ҡунаҡҡа ҡунырға тип киткәйнеләр, юҡ ҡына әйберҙән өйҙә оло ғауға ҡупты. Үстәре эстәренә һыйыша алмай йөрөгән малайҙар, Айнурҙың бүлмәһенең утын һүндереп, әйҙә ауыл малайын типкеләргә, көскә сибек Айнур атрамандай теге икәүгә тиҙ биреште, береһе ҡулына бәке тотоп килә ине малайҙы ҡурҡытырға, Айнур һаҡланырға тип Артемға ҡаршы аяғын күтәргәйне тегенеһе яңылыш әйләнеп китеп үҙенең беләген киҫеп ебәрмәһенме. Күрше бүлмәләге Катя йүгереп сығып шул арала атай-әсәйгә шылтырата. Тиҙ генә үҙҙәренең машиналары менән дауаханаға алып барып ҡанды туҡтаталар. Табиптар инде милицияға хәбәр итәләр,улары приют етәкселәренә. Тегеләр барыһы ла Айнурҙы һылтанылар "Ауылдан килгәне бирле беҙгә көн юҡ,әсәйҙе беҙҙән ҡыҙғанып ,бына ошондай көнгә төшөрҙе "-тинеләр. Айнур ни,бер үҙе уның һүҙе-һүҙ түгел бында, хатта үгәй атаһынан да ныҡ эләкте. Ә,әсәһе меҫкен нишләһен ире нимә ти шуны эшләй,үҙ балаһынан күптән һыуынып бөткән бит, сит балалар хәҙер уға иң яҡыны. Бәлиғ булмаған бала иң ҡаты ҡорал менән ҡустыһына ынтылғас тип, тәртип һаҡлаусы апай -ағайҙар судҡа мөрәжәғәт итәләр. Бер нисә айҙан һуң суд була, үҙен-үҙе яралаған малайҙың һүҙе өҫкә сыға, үгәй атайҙа һүҙ тота "Эйе,ул малай ауылда уҡ ниндәйҙер бик үҙен-үҙе тота алмаған балаға оҡшаған ине, әсәһе яңылыш берәй һүҙ әйтһә ҡысҡырып илар , йә булмаһа урманға ҡасыр ине,ҡарсыҡ уға юҡ тәрбиә биргән, мин шуның өсөндә ҡатынға башта уҡ әйттем, йортҡа алып ҡайтмаҫҡа тип, ул килмәҫ борон өй эсендә бер ниндәйҙә тауыш булманы, барыбыҙҙа бик дуҫ йәшәнек "-тип һүҙен тамамланы. Һуңғы һүҙ малайҙың иң яҡынына бирелде Лира хәҙерҙән үк мәйет оҙатырға йыйынған һымаҡ өҫтөнә ҡара күлмәк кейгән, башына ҡара биҙәкһеҙ селтәр яулыҡ ябынып алған, тура баҫып бер ике һүҙ әйтергә уйлағайны, тамағына төйөр килеп торҙомо, һыу һорап эсеп алды ла "Улым һин мине ғүфү ит,әсәй тәрбиәһе бирә алмағаныма, минән яҡшыраҡ оло кеше оләсәйең бирер тип уйлағайным"тип әйтеп бөтөрөргә бирмәне, малай әсәһенең һүҙен бүлеп "Теймәгеҙ минең оләсәйемә, әсәй, Самир ағай" ,тип торған еренән ҡапыл бөгөлөп төшөп ҡысҡырып илап ебәрҙе. Йәш аралаш тоноҡ ,хәлһеҙләнгән тауыш сығарып "Юҡ, мин түгел, әсәй ,нишләп ,исмаһам һин ышанмайһың миңә ,улар үҙҙәре ғәйепле",тик был һүҙҙәрҙе үҙенән башҡа ишетеүсе булманы. Суд ҡарары буйынса Айнурҙы өс йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрәләр. Малай һаҡ аҫтында көйө арттан килгән әсәһенә боролоп ҡараны, ҡатын менән ир ҡулдарын марляға төрнәгән малайҙы урталарына ҡуйып , башынан һыйпап , йылмая көлә нимә типтер шаяртҡан булалар ине.

Читайте нас: