Все новости
Проза
16 Мая 2023, 16:49
ЛИТЕРАТУРА

Эх, муйыл, муйыл, муйыл! Зилдә Хәмиҙуллина

... Мин һөйләргә йыйынған хәл, муйыл емерелеп уңған йылды булды. Уны йыям тип алыҫ йөрөргә лә түгел, кәртә артында ғына. Өҫтөңә йығылып, ҡойолоп торған емеште лә йыймаһаң гөнаһ булыр. Шулай итеп беҙ муйыл йыйырға барырға булдыҡ.

Хәләл ефетем һәр ваҡыттағыса эштә, мин, ялға килгән һеңлем, 1 йәшлек ҡыҙым менән өсәүләп муйыллыҡҡа менеп киттек.
Кеше ҡыҙыҡ бит ул: уға күп булған һайын күберәк, ҙур булған һайын ҙурыраҡ кәрәк. Ҡайһы ағасты алып йыйһаңда муйылы эре, үҙе шул тиклем суҡ, тот та кинәнеп йый. Ә беҙ яҡшыраҡты эҙләп тауҙың яртыһына менеп еткәнбеҙ. Үҙебеҙгә оҡшаған ағасты һайлап алғас, беҙ муйыл тирергә тотондоҡ. Буйыбыҙ еткән тиклем тиргәс, ағасты әүештереп тирәбеҙ. Муйыл ағасына балта сабып, ботаҡтарын һындырып, йығып һалып тиреү беҙҙең өсөн хилаф эш. Йыл менән йыл бөтмәй бит, киләсәктә муйыл ағастары мул уңыш бирһен өсөн һаҡларға кәрәк уларҙы. Әүештереп тиреп бөткәс, ағасты уратып ҡарап сыҡтыҡ. Иң эре, иң матур муйылдар ағастың осонда ғына ҡалған.
Эй шуларҙы тиреп алғы килә бит инде. Мин һеңлемә: ”Һылыу, мин ағас башына менеп әүештерәем, шунан тирербеҙ”- тип ағасҡа үрмәләп менеп киттем. Ҡола ялан Матрай ауылында ҡылғандан, утынға әҙерләнгән ҡайындан, өй тирәһендә үҫкән тополь, клендан башҡа ағас күрмәгән мин, муйылдың ни тиклем бөгөлмәле, һығылмалы ағас булһала, ныҡ көслө, әллә ниндәй ауыр йөктәндә бөгөлөп бармағанын ҡайҙан ғына беләем! Ағастың уртаһына менеп етһәмдә, муйыл бөгөлөргә уйламайҙа. Тырыша торғас ағастың осона яҡынлаштым, ул яйлап ҡына әүешә башланы. Мин ҡыуанысымдан һөрән һалып ҡысҡырам. Ләкин ҡыуанысым иртәрәк булған икән. Муйыл ағасы яртылаш әүеште лә, туҡтап ҡалды. Мин ергә төшә алмай, 3-4 метр бейеклектә һауала аҫылынып тороп ҡалдым.
Аҫта һеңлем аптыранып, нимә эшләргә белмәй, ул яҡҡа, был яҡҡа йүгергеләй. Мин ағасты йә өҫкә, йә аҫҡа болғап, нығыраҡ әүештермәк булып ҡарайым. Сәңгелдәк өйгәндәге һымаҡ, аяҡтарым, бөтә кәүҙәм менән бәүелеп ҡарайым. “Һылыу, мин саҡ ҡына ергә яҡынлаһам, аяғыма йәбеш тә, тотоп аҫҡа тарт ”- тип ҡысҡырам. Ул һикерәңләп мине тотоп алам тип, мин күк менән ер араһында аҫылынып тороп, арып хәлдән тайҙыҡ. Әммә бөтәһе лә бушҡа ғына, ағас бер кимәлдән аҫҡараҡ төшмәй. Етмәһә ҡыҙым: “Әсәй тайтай, әсәй тайтай әсәй тайтай”- тип илаулай башланы. Был уның:“әсәй төш ҡайтайыҡ“- тиеүе. Арыны инде бәләкәс кенәм! Өйҙә ҡалдырыр кеше булмағас, эйәртеп алып йөрөйбеҙ шул. Өлкәндәр юҡ өйҙә, тәүге генә, пока бер бөртөк кенә баламды яттарға ышанып ҡалдырырға ҡыҙғанам бит инде үҙем дә.
Ҡулдарҙың көсө бөтә башланы, бына – бына аҫҡа осоп төшөрлөк хәлдә икәнемде, бер ниндәйҙә ҡотолоу юлы юҡ икәнен аңлайым, ләкин ышанғым килмәй. “Һылыу ! Мин осоп төшөп имгәнһәм, иҫем китһә, һеңлеңде эйәртеп ауылға ҡайт та, күршеләргә инеп әйт. Улар миңә ярҙамға килер.”- тип ҡысҡырам. Үҙем ҡысҡырып – ҡысҡырып илаған һеңлемде йәлләп, күҙҙәремде сытырҙатып йомам. Ни булһа ла булыр, тип яҙмышыма ихтияр ҡуям. Үҙем эстән генә Хоҙайға ялбарам, осоп төшһәмдә, имгәнмәй имен ҡалһам ярар ине тип теләем.
Ҡапыл ғына кемдер аяҡтарымдан тартып, билемдән ҡыҫып ҡосаҡлап ала, мин ҡотом осоп яр һалып ҡысҡырып ебәрәм. Күҙҙәрҙе асыу юҡ, тағыла нығыраҡ йомам. Ҡурҡышымдан нимә уйларға ла белмәйем, был бейеклектә минең билемдән кеше ҡосаҡлай алмай бит инде. Тағы ла яманыраҡ уйҙар килә башыма:”Һылыу, бәпәйҙе ал да йүгер ауылға, тиҙерәк, тиҙерәк! Исмаһам һеҙ ҡотолоғоҙ! ”- тип ҡысҡырам. Үҙем, ағас ботағына нығыраҡ йәбешеп, тулай башлайым. Нисек булһа ла ҡотолоу инде уйым.
Мине ҡосаҡлаған нәмә ысҡындырырға уйы юҡ, ниндәйҙер ат бышҡырған тауыш ишетелгәндәй булды. “Эһей! Ҡотҡарығыҙ! Мин бында! Кем булһаңда үтеп китмә, ҡотҡар!”- тип һөрән һалып, ярҙамға саҡыра башлайым. Бер аҙға, тын алырға туҡтайым, һеңлемдең ҡысҡырып көлгәненә һиҫкәнеп күҙҙәремде асам. Мине билемдән ҡосаҡлаған, бер ниндәйҙә нәмә түгел, ә минең һөйөклөм икән! Уның аты бышҡыра-бышҡыра тапанып тора.
Ул йәйләүҙән ҡайтып килә ятҡан, илаған, ҡысҡырған тауыштарҙы ишетеп, беҙҙең яҡҡа боролған. Ат өҫтөндә, һыбай булғанға, минең аяҡтарымдан тартып, билемдән ҡосаҡларға буйы еткән. Рәхмәт урынына: “Ҡотто осорҙоң бит! Өндәшһәң булмаймы?”- тип әрләйем.
“Өндәшһәм ҡыуанысыңдан ҡулдарыңды ысҡындырыр инең дә, осоп төшөр инең. Мин һине тотоп өлгөрә алмаҫ инем.”- ти ул. “Ә хәҙер ебәр инде ағасты, нимәгә йәбешеп алғанһың? Мин тотам бит һине.”-”Юҡ инде! Муйылын тиреп бөтмәйенсә ысҡындырыу юҡ! Саҡ осоп төшмәнем!” - тип ҡаршылашам. “Һин төш, мин ебәрмәй тотоп торам.”
Мине ергә төшөрөп, муйылды әүештереп биреп, ҡыҙыбыҙҙы алып ҡайтып китте ул. Ә беҙ үсләшеп, дәртләнеп муйыл тиреп ҡалдыҡ.
Шулай итеп бәлә аяҡ аҫтында, уйламаған ерҙә тарырға була. Ләкин һөйөү тигән бөйөк көс, һәр ваҡыт ярҙамға килде беҙгә. Мин, ниндәй генә хәл булһа ла, һөйөклөмә ярҙамға өлгөгән һымаҡ, ул да һәр ваҡытта мине ҡотҡарып, бәләнән йолоп алып өлгөрә торғайны.
Сихри, мөғжизәле, саф, изге, тоғро, бөйөк мөхәббәт хисе, кешегә АЛЛА тарафынан, яратҡан бәндәһенә бирелгән иң ҙур бүләк!
Иң ҡәҙерлеһе, иң ғәзизе беҙгә бирелгән ғүмер, был донъяла йәшәү бәхетенән башҡа әлбиттә!

Читайте нас: