Все новости
НАУКА И УЧЕНЫЕ
22 Марта 2021, 11:00

Халыҡ хәтерен һаҡлап һәм ҡәҙерләп...

Халҡыбыҙҙың мәшһүр кешеләре араһында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина лайыҡлы урын биләй. Данлыҡлы һәм емешле фәнни ижад ғүмере кисергән ғалимә февралдә оло юбилейын билдәләй.

Тамырҙары ниндәй!

Тәбиғәте менән үҙенсәлекле был ерҙәр: сал ҡылғанлы дала аллы-гөллө сәскәләргә бай туғайҙар, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан баҫыуҙар менән аралаша, ике яҡтан да ап-аҡ ҡайындар теҙелеп киткән юлдар ҡатнаш ағаслы урмандарға барып тоташа. Һамай, Биллеғылыс йылғасыҡтарының, вағыраҡ шишмәләрҙең сылтыр тауышы үҙенең баһаһын белеп кенә ағып ятҡан Өршәктең тын ағышына ҡушыла. Ат бауырынан уҙыр бесән-күрәне менән, төрлө ҡоштарҙың моңдары менән кинәндерер туғайҙары, уйым-уйым күлдәре менән дан алған Ҡыҙыл буйҙары һуң! Өршәктең ҡушылдығы – Һалҡын шишмәнең теш зәңкетер һыуын бер генә тапҡыр уртлаған һәр кем был яҡтарҙың ошонда тыуып үҫкән кешеләргә ни тиклем ҡәҙерле икәнен яҡшы тойор.

Шул гүзәл төбәктә урынлашҡан башҡорт ауылдарының береһе ул Мораҙым. Мең ырыуы башҡорттары үҙ иткән ауыл сәсән телле, сәмсел һәм уңған халҡы – данлыҡлы көрәшселәре, йырсы­лары, күренекле шәхестәре менән бил­дәле.
Башҡортостандың ғына түгел, барлыҡ төрки донъяһының фольклор ғилеме өлкәһендә танылыу тапҡан ғалимә, филология фәндәре докторы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның да тамырҙары ошо ергә береккән: сал ҡылғанлы тау теҙмәләренең рухын күңеленә һеңдергән, йырҙарҙа йырланған йылғаларҙың моңон йөрәгенә еректергән.

Ныҡышмалылыҡ, юғары мәҙәнилек, ололарға ла, кеселәргә лә итәғәтле булыу, уңғанлыҡ кеүек күркәм һыҙаттар тик ғаиләлә генә тәрбиәләнәлер ул. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы бала сағы хаҡында шулай тип бәйән итә: «Мин бәхетле ғаиләлә тыуҙым. Атайым менән әсәйем мине бик ҡәҙерләп үҫтерҙе. Ошо шарт уңышлы киләсәккә программалаштырҙымы – тормошом ифрат уңай барҙы, эшем емешле булды. Атайым менән әсәйемдең миңә тиклемге балалары гел үлеп торған, мин тыуғас, атайым, ошо бала йәшәп китһә, ун йыл буйы ҡара һарыҡ ҡорбан итермен, тип нәҙер әйткән. Бала сағымдың бер иҫтәлеге булып ҡалды был күренеш: февраль етһә, атайым бесән өҫтөнә ҡара һарыҡты һала ла Сумар тигән күрше ауылдағы муллаға барырға сыға, ҡар өҫтөнән санаһы шыжлап ҡуҙғалып киткәне генә ишетелеп ҡала» [1].

«Ағас тамырына ҡарап үҫә», – тигән халыҡ. Тоғролоҡ, илһөйәрлек, ғәҙеллек – кешенең иң күркәм сифаттары. Халыҡ ижадында йырланған, данланған бындай ҡиммәттәр ҙә быуындан-быуынға күсә килә. Һөйөү һәм наҙ ҡосағында тәрбиәләнгән ҡыҙ ғаилә тормошонан да уңа: тормош иптәше менән татыу ғаилә ҡороп, тәртипле, эшсән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Фәнүзә Айытбай ҡыҙының балалары ла әсәләренең юлын дауам итә – фән юлын һайлай. Оло ҡыҙҙары – Ирина Михайловна Һиҙиәтова – биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Әлеге көндә ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Биохимия һәм генетика институтында кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы мөдире булып эшләй. Үҙенең хеҙмәттәрендә ғалимә Урал-Волга регионы популяцияларының генофондын һәм генетик төҙөлөшөн, кеше геномының структур-функциональ ойошторолошон, шулай уҡ нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙың молекуляр нигеҙҙәрен тикшерә. Икенсе ҡыҙҙары – Элла Михайловна Созинова – филология фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, сағыштырма-тарихи, типологик тел ғилеме өлкәһен өйрәнә. Ул – фәндә лә әсәһенең уң ҡулы, бергәләп халыҡ ижады өлгөләрен донъяға танытыу даирәһендә байтаҡ ҙур эштәр башҡаралар.

Үкенескә ҡаршы, Фәнүзә Айытбай ҡыҙының тормош иптәшенә генә балаларының ҡаҙаныштарын күреп ҡыуанырға насип булмай – йәшләй генә был донъяларҙан китә. Тормош ҡуйған ҡаты һынауҙарҙан бөгөлөп төшмәй көслө ҡатын: балаларын аяҡҡа баҫтыра, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы өләсәй булыу бәхетен дә кисерә: дүрт ейәнсәре, ике бүләһе бар. Бөгөн улар барыһы ла уртаҡ хәстәр, уртаҡ хистәр менән йәшәй.

Фән донъяһына юл

Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Мораҙым ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. 1954–1959 йылдарҙа Мораҙым мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы, мәктәп директоры вазифаларын башҡара, ВЛКСМ-дың район комитетында бүлек мөдире булып эшләй. Тормош юлындағы баҫҡыстар барыһы ла уны сыныҡтыра, артабанғы яҙмышын билдәләй.

1959 йылда институтты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, ректор аспирантурала уҡыуҙы дауам итеү өсөн хат яҙып, Өфөгә Жәлил Кейекбаевҡа ебәрә. Жәлил Ғиниәт улы башҡорт әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын тикшереү кәрәклеге хаҡындағы кәңәштәрен еткерә, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аспирантурала быйылға урындар юҡлығын әйтеп, киләһе йылға саҡыра. Ярты юлда туҡталып ҡалыуҙы яратмаған ныҡыш ҡыҙ СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә. Ғилми етәксеһе Әхнәф Нурый улы Кирәев менән улар кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы итеп башҡорт фольклорының афористик жанрҙарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алалар.

Ижади өлгөләрҙе яҙып алыу маҡсатында экспедициялар ойоштороу, төрлө кешеләр менән осрашыу, көндәр-төндәр буйы халыҡ күңеленән йыйып алынған ынйыларҙы өйрәнеү, ғилми яҡтан эшкәртеү... Йәш ғалимә фән донъяһына шулай аяҡ баҫа.

Мәғлүмәтсе менән

Фәнүзә Нәҙершина башҡорт халыҡ ижадын, айырыуса афористик жанрҙарҙы һәм тарихи прозаны өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Ғалимә үҙенең фундаменталь хеҙмәттәрендә фольклор әҫәрҙәрен сағыштырма планда өйрәнеп, уларҙың быуаттар төпкөлөндә тыуып, төрлө тарихи шарттар эсендә үҙ аллы ижад тармағы булып формалашҡан ҡиммәтле мираҫ икәнен раҫлай. «Башҡортостан» гәзитендәге һөйләшеүҙә ул шулай ти: «Беҙҙең башҡорттоҡо кеүек фольклор барлыҡҡа килһен өсөн халыҡ традициялары һаҡланырлыҡ тотороҡло мөхит яһалыуы кәрәк. Ул мөхитте хасил иткән этностың рух көсө һәм кимәле юғары булыуы шарт. Бындай фольклор буш урында барлыҡҡа килмәй. Башҡортто күсмә халыҡ ти ҙә һөйләйҙәр. Ә күсмә халыҡтың тотороҡло мәҙәниәте булмай. Беҙҙең ауыҙ-тел ижады нигеҙҙә Уралға бәйләнгән, һәм был үҙе үк халҡыбыҙҙың борондан билдәле бер төбәктә төйәкләнеп йәшәгәнен раҫлап тора. Беҙгә ҡарата күсмә тигән төшөнсәне ҡулланғанда йәйләүгә һәм ҡышлауға күсенеүҙе күҙҙә тоторға кәрәктер» [1]. Халыҡ хәтерен тәрәндән өйрәнгән ғалимәнең фекерендә ни тиклем дөрөҫлөк ята! Башҡорт халҡының мәшһүр «Урал» йырының ҡайһы бер варианттары ла ошо фекерҙе ҡеүәтләй бит. «Урал тауҙарынан Алтайғаса йәйелеп ята башҡорт далаһы» кеүек юлдар, мәҫәлән, һис шикһеҙ, башҡорт халҡының боронғо төйәге хаҡындағы хәтер сатҡыһы ул.

Ғилми фиҙакәрлек

Фәнүзә Айытбай ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге фольклорҙың төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә ала: мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, легендалар һәм риүәйәттәр, эпостар һ.б. Ғалимә 300-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән дүрт тиҫтәгә яҡын монография һәм китап авторы.

Ул башҡорт фольклорының прозаһын – риүәйәттәрен, легендаларын, хөрәфәти хикәйәләрен өйрәнеүгә тос өлөш индерә. «Риүәйәттәр, легендалар» (1980, 1987, 1997) томдары, «Халыҡ хәтере» (1986, 2006) кеүек юғары фәнни кимәлдә әҙерләнгән хеҙмәттәр быға дәлил.

«Халыҡ хәтере» монографияһында башҡорт халыҡ ижадының ҡатмарлы ғына тармағын – фольклор прозаһының тарихи йүнәлешле жанрҙарын тикшерә. «Һәр халыҡтың ижадында кешелектең тарихи хәтерен мәңгеләштергән һәм шуның менән ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булған жанрҙар бар. Риүәйәт, легенда һәм уларға яҡын башҡа хикәйәләр тап ана шундайҙарҙан», – ти ул [2, 5-се бит]. Фәнүзә Нәҙершина үҙенең «Халыҡ хәтере» монографияһында шундай ғилми бурыстарҙы хәл итеүҙе көнүҙәк мәсьәләләр рәтенә индерә: тарихи прозаның жанрҙар составын аныҡлау, риүәйәт, легенда, хөрәфәти хикәйә, хәтирә жанрҙарының тәбиғәтен асып биреү; был жанрҙарҙың үҙ-ара һәм башҡа жанрҙар менән бәйләнеш мәсьәләләрен яҡтыртыу; жанр төрҙәренең тәбиғәтен һәм боронғо тамырҙарын юллау; халыҡ хикәйәләрен сюжеттары буйынса төркөмләү; легенда, риүәйәт һәм уларға яҡын башҡа төр хикәйәләрҙең тарихи ерлектәрен өйрәнеү.

Ғалимәнең халыҡ хикәйә­ләре менән ҡыҙыҡһыныуы «Башҡорт халыҡ ижады»ның күп томлыҡ серияһына легенда һәм риүәйәттәр томын (1980) төҙөү ваҡытында (1970 йылдарҙың аҙағы) башлана. Тап ошо йылдарҙа архив яҙмаларын, баҫылған текстарҙы өйрәнеү, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған фольклор экспедицияларында (Мөхтәр Сәғитов, Салауат Галин, Нур Зарипов, Әнүр Вахитов, Ниғмәт Шоңҡаров, Фәнүзә Нәҙершина ҡатнашлығында) риүәйәт, ле­гендаларҙы, хөрәфәти хикәй­ә­ләрҙе йыйыуға ныҡ иғтибар бирелеүе һөҙөмтәһендә ифрат бай материал туплана. Эш Башҡортостанда ғына түгел, башҡорттар йәшәгән Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Пермь, Ҡурған өлкәләрендә лә бара.

Эҙмә-эҙлекле рәүештә алып барылған эш «Халыҡ хәтере» монографияһы булып үҫә. Башҡорт халҡының риүәйәт, легендаларының русса баҫмалары, башҡортса томдың икенсе тулыландырылған баҫмаһын, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән «Халҡым йыры» (Өфө, 1995), «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» (1997), «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары» (2001) исемле ҙур күләмле йыйынтыҡтарҙы әҙерләү барышында авторға яңы материалдар, яңы ғилми әҙәбиәт менән эш итергә тура килә. Ә был инде үҙ нәүбәтендә монографияның да киңәйеүенә, элек яҡтыртылған ҡайһы бер ҡараштарҙың асыҡланыуына һәм тулыланыуына сәбәпсе була.

Китапханала осрашыу

«Халыҡ хәтере»нең тиҙ арала таралып бөтөүе, юғары уҡыу йорттары студенттарының, уҡытыусыларҙың, ғөмүмән Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, китапты һорап мөрәжәғәт итеүҙәре инде уның тулыландырылған баҫмаһын әҙерләү кәрәклегенә ышандыра һәм Ф.А.Нәҙершина «Халыҡ хәтере» китабын тулыландырып, 2006 йылда «Ғилем» нәшриәтендә баҫтырып сығара.

Уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был хеҙмәт өс бүлектән тора. Беренсе бүлек тарихи прозаға ингән жанрҙарҙың тәбиғәтен өйрәнеүгә бағышланған. Халыҡ хикәйәләрендә ысынбарлыҡтың сағылыу проблемаһы икенсе һәм өсөнсө бүлектәрҙә ҡаралған. Риүәйәт, легенда һ.б. хикәйәләрҙең тарихи ерлеген күҙәтеү ике ҙур идея-тематик төркөм эсендә башҡарылған: «Боронғо ышаныуҙарға ҡоролған легендалар һәм хөрәфәти хикәйәләр», «Тарихи, тормош-көнкүреш риүәйәттәре». Бындай төркөмләү, бер яҡтан, ҡараштар тарихын, аң үҫешен сағылдырған сюжет, тема һәм мотивтарҙы бер тирәгә туплаһа, икенсе яҡтан, ижтимағи тормош, социаль-тарихи йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе берләштерә.

Фәнүзә Нәҙершинаның «Халыҡ һүҙе» (Өфө, 1983) китабы башҡорт халыҡ ижадының афористик жанрҙары – мәҡәл, әйтем, йомаҡтарҙы өйрәнеүгә арнала. Афористик ижад төрҙәренең барлыҡҡа килеүе, жанр үҙенсәлектәре, уларҙың халыҡ тормошондағы роле, идея-эстетик йөкмәткеләре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, әһәмиәтле күҙәтеүҙәр килтерелә бында.

Әйтәйек, мәҡәлдәр бер нисә сығанаҡтан барлыҡҡа килгән, тип һанай Ф.А.Нәҙершина:
1) Мәҡәлдәрҙең күпселеге халыҡтың тәбиғәтте һәм ижтимағи тормошто туранан-тура күҙәтеүе, йәғни тәжрибә нигеҙендә тыуған.
2) Мәҡәл репертуарының икенсе бер тулыланыу сығанағы – халыҡ ижадының башҡа жанрҙары. Башҡорт халҡында сәсәнлек традицияларының ғәжәйеп көслө булыуын иҫкә алғанда, әле лә телмәрҙә киң ҡулланылып йөрөгән күп кенә мәҡәлдәребеҙҙең тамыры шул сәсәндәр ижадының аҫыл емеше булған ҡобайырҙарға ҡайтып ҡала.
3) Мәҡәлдәр фондының тулыланыу сығанағы булып шулай уҡ халыҡ телендә миҫал өсөн һөйләнеп йөрөлгән һәр төрлө көләмәс, мәрәкә һүҙҙәр тора.
4) Йыр, әкиәттән айырылып сыҡҡан мәҡәл һәм әйтемдәр бар.
5) Һирәкләп телмәрҙә әҙәби сығанаҡтарҙан килеп ингән мәҡәлдәр осрай һ.б.

Ошондай экскурстан һуң ғалимә шундай һығымтаға килә: «Шулай ҙа уларҙың иң ҙур һәм төп сығанағы булып халыҡтың тарихи-ижтимағи, тормош-көнкүреш тәжрибәһе тора» [3, 63-сө б.].
Ә бына йомаҡтарға килгәндә, Фәнүзә Нәҙершина был үҙенсәлекле жанрҙың генезисын боронғо кинәйәле телгә бәйләп тикшереүҙе хуп күрә. Тыйылған һүҙҙәр, әйберҙәрҙе табулаштырыу (культ менән бәйле), ситләтеп, кинәйәле һөйләүҙәр, уй йәшереүҙәр йомаҡтың боронғо тамырҙары булырға мөмкин, ти ул.
Фольклор жанрҙарын тематик яҡтан төркөмләү, уларҙың поэтикаһын, генезисын тикшереү яғынан ғалимәнең үрҙә әйтелгән хеҙмәттәре фәндә етди аҙым булараҡ юғары баһа ала.

Тәрән йылға тын аға

Күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады» серияһында башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән «Йомаҡтар» (1979, 1983), «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» (1980, 1993), «Риүәйәттәр һәм легендалар» (1980, 1987, 1997) томдары – юғары фәнни кимәлдә әҙерләнгән хеҙмәттәр. Уларҙың барыһына ла баш һүҙ, аңлатмалар Фәнүзә Нәҙершина тарафынан яҙылған. Рус теленә күренекле әҙип Ғәзим Шафиҡов менән тәржемә иткән «Башҡорт халыҡ ижады» томдары өсөн бер төркөм хеҙмәттәштәре менән бергә 1987 йылда Фәнүзә Нәҙершина Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Был томдар элекке Советтар Союзы күләмендә үткәрелгән конференцияларҙа илдең абруйлы, ҙур ғалимдары тарафынан да юғары баһалана, уларҙа тупланған материалдың кимәле, фәнни аппараттың тулы һәм төплө яҙылғанлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Шулай уҡ «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары» (1985, рус телендә), «Алтын ҡумта» (1985), «Рухи хазиналар» (1992), «Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар» (1996) исемле йыйынтыҡтары ла ыңғай баһа ала.
Һүҙ ыңғайында шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: айырыуса ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан башлап, башҡорт халыҡ ижады нигеҙендә фәндең төрлө йүнәлешендә (философия, социология, тел ғилеме, педагогика һ.б.) эшләүселәр күбәйҙе. Был күренеште, һис шикһеҙ, башҡорт халыҡ ижады буйынса хеҙмәттәрҙең, томлыҡтарҙың донъя күреүе менән бәйләргә була.

Фәнүзә Айытбай ҡыҙын башҡорт халыҡ ижадын донъя кимәлендә танытыу, иң әһәмиәтле жанрҙарҙы инглиз теленә тәржемә итеү ҡыҙыҡһындыра. Ошондай тынғыһыҙ эштең тәүге емеше – йырсы Флүрә Килдейәрова менән бергә әҙерләгән «Халҡым йыры» тигән үҙенсәлекле баҫма – 1995 йылда донъя күрә. 1997–2010 йылдарҙа башҡорт, рус, инглиз телдәрендә «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре», «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре, легендалары», «Башҡортса-инглизса-русса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге», «Урал батыр», «Салауат Юлаев – башҡорт фольклорында», «Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре» кеүек китаптар баҫтырыла.

Фәнүзә Айыт­бай ҡыҙы Нәҙершина һуңғы ике йылда был өлкәлә тағы өс китап әҙерләп сығара: «Башҡорт халыҡ ижады. X том. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» (2019), «Сал Урал хазиналары» – «Сокровища Седого Урала» – «The Treasures of the Ancient Urals» (2019) китап-альбомы; «Тел гәүһәрҙәре – Жемчужины языка – Pearls of the Language – Die Perlen der J34 Sprache – Les perles de la langue. Башҡорт, рус, инглиз, немец, француз телдәрендә башҡорт халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәре» (2020). Был китаптар өс, хатта биш телдә булыуы менән әһәмиәтле.

Танылған ғалимә шулай уҡ «Башҡортостан энциклопедияһы»н, «Салауат Юлаев» энциклопедияһын, «Башҡорт халҡының тарихы» тигән ете томлыҡ ҙур хеҙмәтте төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев ғалимә хаҡында шулай тип яҙғайны: «Фәнүзә Айытбай ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе фольклорсы, беренсе фән кандидаты, фән докторы, халыҡ ижадын өйрәнеүсе гүзәл заттарыбыҙҙан беренсе булып Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған ғалимәбеҙ. Бындай беренселектәрҙе тағы ла байтаҡ һанарға мөмкин. Фольклорсының хеҙмәттәре менән таныш кешеләр был хаҡта яҡшы белә. Ләкин был беренселек йән-фарманға сабып килеп еткән алдынғылыҡ түгел, йылдар буйына туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, ғүмерлек эҙмә-эҙлекле хеҙмәт менән, зирәк зиһен һәм тоғро күңел менән яулап алынған ҡаҙаныш».

Ғалимә йәмәғәтселеккә 1984–1990 йылдарҙа күрһәтелгән «Йыр тарихы – халыҡ тарихы» исемле телевизион тапшырыуҙарҙың авторы һәм алып барыусыһы булараҡ та яҡшы таныш. Башҡортостан телевидениеһы төшөргән «Рухи хазиналар эҙенән» (Асылыкүл, Дим буйы башҡорттарының ижады), «Күңелдәре тулы моң уның» (ҡурайсы Кәрим Дияров хаҡында) тигән документаль фильмдар ҙа Фәнүзә Нәҙершина авторлығында ижад ителә.

Билдәле ғалимәнең йәмәғәт һәм ойоштороу өлкәһендәге эшмәкәрлеген дә билдәләп китергә кәрәк. Мәҫәлән, 2006–2012 йылдарҙа тап Фәнүзә Нәҙершина, Рәшит Шәкүр, Салауат Килдин, Ғәзим Шафиҡов һ.б. арҙаҡлы шәхестәрҙең юллауы арҡаһында Ауырғазы районының Мораҙым ауылында, 600 йыл тулыуы айҡанлы, мәктәп реконструкцияланды, социаль-мәҙәни үҙәк асылды, һыу индерелде, район үҙәге менән ауыл араһындағы һәм ауыл эсендәге юлдарға асфальт түшәлде, «Мораҙым – меркет-мең башҡорттары төйәге» тигән ҙур фәнни-тарихи китап донъя күрҙе.

Ғалимәнең тыуған ауылындағы ер-һыу атамаларының фәнни әйләнешкә инеп китеүе лә мораҙымдарҙың күңелендә ғорурлыҡ хистәре уята. «Биллеғылыс» легендаһына иғтибар итәйек: «Ҡарттар уны (йылғаны) ҡылысҡа оҡшатҡан. Ысынлап та, ҡарап торһаң, ул ҡылыс һымаҡ бөгөлөп ята, Өршәккә табан. Сыҡҡан яғында уның биле бар – Еркүпер тип атала. Хикмәт бына шул Еркүпергә бәйле. Имеш, Бүгәс яуы ваҡытында, тип һөйләй торғайны ҡарттар, Салауатҡа йылға аша сығырға кәрәк була. Һыу ташҡан саҡ, тау йылғаһы тәгәрәп аға, таштарҙы онтай икән. Салауат ярға килеп етеүе була, йылға ерҙе өңөп инә лә, күпер яһап, икенсе яҡтан килеп сыға. Салауат, рәхмәт әйтеп, йылғаны сығып китә» [4, 353-сө б.]. Ф.А.Нәҙершина фекеренсә: «йылғаның Салауатҡа ярҙам иткәне, йәғни тәбиғәттең ыңғай геройға теләктәшлеге мотивы, тәғәйен мөхиткә ярашлы рәүештә төрлө халыҡтарҙың ижадында осрай. Ошо тәү ҡарауға бәләкәй генә күренештең дә ғәжәйеп ҙур мәғәнәһе бар. Фольклорыбыҙҙағы бындай, шулай уҡ башҡа бик күп архаик мотивтарҙың киң таралыуы һәм тотороҡло оҡшашлығы рухи мәҙәниәтебеҙ тамырҙарының тәрәнлеген, уларҙың дөйөм кешелек тарихы ерлегенә тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтеп тора» [4, 300-сө б.].

Тәрән йылға тын аға, ти халыҡ. Билдәле ғалимә, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы Фәнүзә Айытбай ҡыҙының бар булмышы һәм аҡыл ҡеүәһенә күңел йылыһын ҡушып башҡарған фиҙакәр эшмәкәрлеге мул һыулы тәрән йылғаны хәтерләтә. Халыҡ күңеленән ынйылар табып, уларҙы мең йәйғор төҫтәрендә яҡтыртып һәм балҡытып, халыҡҡа яңынан ҡайтарыу кеүек изге һәм мөҡәддәс эш башҡара ул.

Әҙәбиәт

1. Ғилем нуры. Ә.Аҡбутинаның Ф.Нәҙершина менән әңгәмәһе // Башҡортостан. – 2011. – 5 февраль.
2. Нәҙершина Ф.А. Халыҡ хәтере. Тулыландырылған икенсе баҫма. – Өфө: Fилем, 2006. – 320 бит.
3. Нәҙершина Ф.А. Халыҡ hүҙе. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. – 160 бит.
4. Мурадым – родовое селение миркитминцев. 600-летию Мурадыма посвящается / Автор проекта: С.А.Кильдин. Редакционная группа: д.ф.н. Р.З.Шакуров, д.ф.н. Ф.А.Надршина и др. – Стерлитамак, 2006. – 418 с.

Читайте нас: