Все новости
Литература
24 Октября 2023, 15:51
ЛИТЕРАТУРА

«Йыртҡыстарға беҙҙә ярлыҡау юҡ...»

Гөлнур Ҡыуатова.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

– Иртәгә һиңә Шәрип* ауылына коман­дировкаға барырға тура килер. Данлыҡлы, бай тарихлы ауыл, оҙаҡламай 250 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы ҙур, тос ҡына материал әҙерләргә кәрәк ине... Етәксебеҙҙең был хәбәренә нимә тиергә белмәй, аптырап ҡалдым. Баш тартыр сәбәп эҙләп, уйҙарым биш тарафҡа йүнәлттем.

– Ошо арала үҙебеҙҙә мәшәҡәттәр күп ине бит әле. Документтарҙы һаман юлға һала алмайым... – баш тартырға етди сәбәп таба алмай, ауыҙ эсенән мыңғырланым.

– Бына командировкаға барып, материал әҙерлә лә, бер көн ял бирербеҙ. Эшеңде рәхәтләнеп теүәлләрһең. Әллә ни алыҫ ара түгел, иртәнге сәғәт 7-лә сыҡһағыҙ, кискә ҡалмай ҡайтып етерһегеҙ. Унда һинең килерҙе беләләр, мәҙәниәт йорто мөдире менән мәктәп директоры үҙҙәре йөрөтөр, һөйләр. Өйрәтеп торорға кәрәкмәй инде. Икенсе ҡаттан документтар әҙерләтеп ал...

Тураһын әйтмәй сара ҡалманы:

– Икенсе кеше бара алмаймы? Ул ауылды маҡтап яҙғым килмәй. Етди сәбәптәр бар.

– Беренсенән, шәхси мөнәсәбәттәр эшкә ҡамасауларға тейеш түгел. Икенсенән, ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе беләһең икән, асыҡла ла, шул турала яҙып сыҡ. Бер кем дә һинән тик маҡтауға ҡоролған материал һорамай.

Кабинетҡа индем дә, нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалдым. Кем уйлаған 20 йылдан һуң ҡасып тигәндәй киткән Шәрип ауылына ҡабат юлым төшөр  тип. Хәйер, ҡыуылып киттем, тиһәм дә була. Участковый шәхсән үҙе кинәйәләп кенә янаны бит. Егеттәр ҙә ҡурҡытып маташты. “Эй, шул район кешеләре шулай бит ул! Ә-ә-ә-ә, ул ауылды беләбеҙ инде! Иң алама халыҡ шунда йәшәй!” – тигән кеүегерәк һүҙҙәрҙе ишетһәм, һәр ваҡыт шәриптәрҙе иҫемә төшөрәм. Бер төбәкте лә, ауылды ла яманларға телем әйләнмәй. Бер насар хәбәр артынан барғанда ла, тиҫтәләгән матур ғаиләгә, ярҙамсыл кешегә тап булаһың. Ә бына тап Шәрип ауылы күңелдә тик насар хәтирәләр менән генә ҡалған. Әллә ғәҙелһеҙлек, йыртҡыслыҡ күңелде тетрәттеме, әллә йәшлек менән ваҡиғаларҙы артыҡ хисләнеп ҡабул иттемме – белмәйем...

Ғәҙәттә, юлға алдан әҙерләнәм. Таныштарҙы, улар булмаһа, дуҫ-туғандарҙың таныштарын эҙләйем. Уларҙан хәл-торошто белешәм, мәҡәлә яҙырлыҡ кешеләрҙе һорашам. Тик был юлы күңел тартманы. Хатта курсташым Сәйҙәгә лә хәбәр итеп торманым. Теге юлы ул да миңә “һуҡыр-һаңғырау” булырға ҡушҡайны. Шул хәлдән һуң арабыҙ һалҡынайҙы. Хатта ватсаптағы “Һабаҡташтар” чатында ла бер-беребеҙҙе күрмәмеш булабыҙ...

Һүҙ юҡ, Шәрип – матур ауыл. Тәбиғәттең иң күркәм ерендә урынлашҡан: тирә-яҡтан тауҙар уратып алған, һәр үҙәндән шишмә ағып төшә лә, улар ауыл уртаһында бергә ҡушылып, Теләк йылғаһын барлыҡҡа килтерә. 20 йыл элек үк был матурлыҡҡа иҫем киткәйне. Ә хәҙер, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеүсе дәүләт программаһы буйынса ярҙам алып, ул шишмәләр төҙөкләндерелгән, ә йылға буйына ағастар, сәскәләр ултыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған, хатта балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән. Үҙенә күрә матур парк барлыҡҡа килгән. Заманса ФАП балҡып ҡаршы алды, шулай уҡ ауыл халҡы башланғысы һәм ярҙамы менән ыҡсым ғына мәсет тә төҙөлгән.

– Беҙҙә халыҡ берҙәм, татыу һәм тырыш. Бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп донъя көтәләр. Шул уҡ ваҡытта ауылға берәй нәмә эшләргә кәрәкһә, бер кем дә ситтә ҡалмай. Мәсеткә йөрөүселәр күп, ҡарттар ғына түгел, урта йәштәгеләр ҙә намаҙға баҫа. Хәҙер мәҙәниәт йортона барғас, сәй эсербеҙ ҙә, артабан ауыл буйлап йөрөрбөҙ. Мәғариф ветераны, 40 йыл тарих фәненән уҡытҡан Илһам Салауат улы иҫке йортонда ауыл тарихына арналған музей асты. Унан тыш, оҫта ҡуллы Сәлимә апай райондың барлыҡ яңы тыуған сабыйы өсөн бүләккә үҙе теккән йүргәктәрҙән йыйылма әҙерләй, – ауыл биләмәһе хакимиәтендә  эшләгән ханымдың һөйләгәндәрен битараф ҡына блокнотыма теркәнем. Шулай ҙа, яйын тура килтереп, күңелде өйкәгән һорауҙы бирмәй булдыра алманым:

– Ә эскелек, енәйәтселек менән хәл нисегерәк?

– Һис арттырыуһыҙ, беҙҙең участковый эшһеҙ ултыра, тип әйтергә була. Йәштәр араһындағы шаярыуҙарҙы, ғаилә ығы-зығыларын һанамағанда, енәйәттәр юҡ. Ә эскелеккә килгәндә, беҙ киләһе йылда “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ниәтләйбеҙ. Сөнки һәйбәт күрһәткестәр бар. Үҙегеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе әйтмәйенсә генә магазинға инеп, араҡы һорап ҡарағыҙ. Һеҙгә ундағы кешеләр аптырап ҡараясаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙың иҫерткес эсемлек алыуы ғәҙәти булмаған хәл беҙҙең ауылда.

– Ғәжәп... Ә бынан 20 йыллап элек ошо ауылда ҙур енәйәт булды, тигәйнеләр. Бер ғаилә йыртҡыстарса үлтерелгән.

– Мин был ауылға 12 йыл элек кенә килен булып төштөм. Шуға теүәл генә әйтә алмайым. Шулай ҙа, уларҙы ситтән килгән кешеләр үлтергән, тип һөйләгәйнеләр. Һәм ул ғаиләнең башлығы ла беҙҙең ауылдыҡы булмаған шикелле.

“Беләм инде ниндәй сит кешеләр икәнен! Күҙ буяп, матур хәбәр һөйләмәгеҙ!” – тип әйтке килһә лә, телемде тешләнем. Әллә участ­ковый янына инеп сығырғамы икән? Шул уҡ кеше булһа, мине танырмы? Ниндәйерәк тонда һөйләшер ине икән? Бәлки, хәҙер дөрөҫлөктө юллап ҡарарғалыр?

Сәй эскән арала башта шундай уйҙар ҡайнаны. Ә үҙем йәшлегемдең күңелле лә, иләҫ-миләҫ тә, хатта илертерлек матур хисле лә ике кисе үткән мәҙәниәт йортон күҙҙән үткәрҙем. Элекке иҫке ултырғыстар, буяуы ҡупҡан иҙән, төҫһөҙ шаршау юҡ инде. Район мәҙәниәт йортондай зауыҡлы төҙөклән­дерелгән, биҙәлгән. Анау мөйөштәге музыка аппаратураһы беҙҙең төшкә лә инмәй ине. Ә был ауылда заманында егеттәр һыҙҙырып гармун уйнай ине...

Сәйҙәләргә ҡунаҡҡа килгәйнем. Өйҙәге ваҡ-төйәк эштәр менән булабыҙ, ә күңел түҙемһеҙләнеп кис еткәнен көтә. Быға сәбәп бар: ниһайәт, Рөстәм менән танышабыҙ! Беҙ ярты йылдан ашыу хат алыштыҡ. Ул үткән аҙнала ғына әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтты. Өфөлә осрашырға тейеш инек, тик хаты ваҡытында килеп етмәй, пландар үҙгәрҙе. Ялға апайымдарға йыуынырға барҙым. Етмәһә, йоҡлап ҡалдым. Йәкшәмбелә төштән һуң ғына дөйөм ятаҡ бүлмәһенә ҡайтып инһәм, ҡыҙҙар сар ҙа сор әрләп ҡаршы алды:

– Өс көн йыуынмағандан ҡортлай инеңме? Ярай, барғанһың, ни йәнең менән унда йоҡлап ятаһың? Рөстәмдең ошо арала әрменән ҡайтырын белдеңме? Белдең! Ят ине бүлмәңдә! Тәүлек буйы ошонда һине көтөп ултырҙы. Ярай, беҙ һалдырып алманыҡ, рәхмәт әйт!

– Нисек көтөп ултырҙы? Ул килдеме ни?

– Эйе. Апайыңа китте, тигәнгә әллә ышанды, әллә юҡ...

Карауатыма ултырҙым да, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Һин дә мин әрләп торған ҡыҙҙар дәррәү генә йыуатырға тотондо:

– Хәҙер илауҙан фәтүә юҡ. Балауыҙ һығып ултырма инде. Ул бөтөнләй беҙҙең бүлмәлә йоҡламаны. 5-се ҡаттағы Вадим менән һөйләшеп, шунда ҡуна ҡалды. Кәнишнә, төндә бер ярты араҡы эсеп алдылар. Ну ике йыл әрмелә булған кешегә простительно!

– И вообще, ул матур ғына егет икән! Ҡап-ҡара ғына! Һиңә точно оҡшаясаҡ!

– Ҡап-ҡара түгелсе! Просто бер аҙ ҡояшҡа янған. Ә фотоларында ул аҡ йөҙлө ине! – был һүҙҙәрҙе ишеткәс,  илауҙы онотоп, ҡысҡырып ебәрҙем:

– Фото?! Миңә ҡалдырҙымы? Күрһәтегеҙ! – ҡыҙҙар, аптырашып, бер-береһенә ҡа­рашты.

– Ә беҙ һораманыҡсы ул... Башыбыҙға ла килмәне, – минең ҡабат илап ебәреремде һиҙеп, Альбина яңылыҡ менән бүлешә һалды.

– Һине икенсе аҙнала Сәйҙә ҡунаҡҡа алып ҡайта. Шунда осрашасаҡһығыҙ!

Беҙҙең хатлаша башлауға Сәйҙә сәбәпсе. Улар Рөстәм менән ауылдаштар ғына түгел, класташтар ҙа. Ә беҙ Сәйҙә менән бер курста уҡыйбыҙ, күрше бүлмәләрҙә йәшәйбеҙ. Ул әрмеләге һәр класташ малайына хат яҙа торғайны. Рөстәмгә тыуған көнөндә бер төркөм ҡыҙ менән төшкән фотоһын ебәргән. Ә ул мине оҡшатҡан, һорашҡан, сәләм юллаған. Бер аҙҙан хаты ла килеп төштө. Яуап яҙҙым һәм беҙҙең дуҫлыҡҡа нигеҙ һалынды. Егеттәргә хас булмағанса, матур яҙа ине ул. Зәңгәр ручка менән матур тәбиғәт күренештәрен төшөрөп ебәрә. Ул мәктәпте тамамлағас, ярты йыл сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыған. Тик “хыялындағы рәссамлыҡтың ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнен” аңлағас, уҡыуын ташлап ҡайтып киткән. Һүрәттәргә ҡарап, Шәрип ауылының һәр шишмәһе менән танышып бөттөм. Хатта үҙе хеҙмәт иткән часть урынлашҡан казарманы ла төшөрөп ебәрҙе. Ә бына үҙенең фотоһын ебәрмәне, хатта Сәйҙәгә лә күрһәтергә ҡушмаған. “Осрашҡанда күрерһең”, – тип яҙҙы һәр хатында. Сөнки мин яҙған һайын фото һорай торғайным.

Сәйҙәнең: “Иртә әле”, – тиеүенә ҡарамайынса, ай-вайына ҡуймай, клубҡа алып сыҡтым. Ысынлап та, музыка гөрләп тороуға ҡарамаҫтан, унда мәктәп уҡыусылары ғына йөрөй ине. Сәхнә янындағы өҫтәлдә ятҡан гәзит-журналдарҙы ҡараштыра башланыҡ. Ә үҙемдең ике күҙем ишектә. “Минең килерҙе белә, ниңә һаман сыҡмай икән?” – түҙемһеҙләнеүҙән асыулана ла башланым. Беҙҙең тиҫтер йәштәр бер аҙ йыйылғас, айырым түңәрәк яһап, бейергә төштөк. Яй музыка башланыуға бер егет килеп, бейергә саҡырҙы. “Әллә Рөстәмме?” – тип аптырап, ризалыҡ бирҙем. Тик ул танышырға, һүҙ башларға ашыҡманы.

– Һаумы! – арттан килеп, кемдер яурыныма ҡулын һалыуға тертләп, боролоп ҡараным. – Аҙ ғына һуңлағайным, урлай яҙҙылар түгелме? – Шаян йылмайып торған егеттең Рөстәм икәнен күңелем менән һиҙҙем. Бейергә саҡырған егет ситкә китте.

– Ҡосаҡлап күрешергә мөмкинме?

Күптәнге танышымды осратҡандай, ҡосағымды йәйҙем. Һүҙ менән аңлатып булмай, нисектер хаттарын уҡығанда хыял аша күҙаллаған егеткә оҡшаш ине ул. Әйтерһең дә, беҙ быға тиклем хат юлдары аша түгел, ә йәнәш ултырып һөйләшкәнбеҙ.

– Ғәфү ит, һалдат бутҡаһы ашап ҡайтҡан кеше булараҡ, көн һайын тигәндәй ҡунаҡҡа саҡыралар ҙа саҡыралар. Бөгөн өләсәйем саҡырғас, баш тарта алманым. Клуб тупһаһы төбөндә тороп, һинең нисек ингәнеңде ҡарарға ине. Миңә күҙ һалыр инеңме икән? – ҡосағына ҡыҫҡан килеш Рөстәм ҡолағыма хәбәр һөйләүен дауам итте.

– Ҡарамай үтһәм нишләр инең?

– Танышып маташыр инем...

Беҙгә йәштәрҙең ҡыҙыҡһынып текәлеүен күреп:

– Әйҙә, түңәрәк уртаһында тормайыҡ. Ситтә һөйләшәйек, – тинем.

– О-о, аулаҡҡа саҡыраһыңмы? Әйҙә, Сәйҙә менән Айратты алайыҡ та, Теләк буйына төшөп ултырайыҡ. Әллә бейегең киләме?

– Әгәр Сәйҙәләр барһа, мин риза...

Дүртәүләшеп клубтан сыҡтыҡ та, көлөшә-көлөшә яй ғына йылға буйына атланыҡ.

– Ҡыҙҙар, гармун уйнаманың, тип үпкәләр инде. Бәлки бер аҙҙан ҡабат килербеҙ? Әтеү класташ егеттәр берәм-берәм һалдатҡа китте лә, рәхәтләнеп бейегән дә юҡ, – Сәйҙәнең был һүҙенә аптырап киттем:

– Һин гармунда уйнай беләһеңме?– Беҙҙең ауыл егеттәре бөтәһен дә белә. Гармун, ҡурай, гитара – высший класс! Тағы ла беҙҙең класс тулыһынса бейеү ансамбленә йөрөнө, хорҙа йырлатып маташтылар. Шиғыр ятланыҡ, көрәштек. Утын ярам, ер ҡаҙыйым, һыу ташыйым. Чүт-чүт эсәм, тәмәке тартмайым. Ашарға бешерә белмәйем. Әҙер кейәү, ҡыҫҡаһы. Тик әлегә эш юҡ, шуға ярты йылһыҙ өйләнә алмайым! Көтөргә ризаһыңмы? – Рөстәм хәбәрен теҙҙе генә.

– Ищеү бер талантың бар...

– Һүрәт төшөрөүҙе әйтәһеңме? Ул һинең өсөн генә булды. Импрессионизм, экспрессионизм, кубизм, модернизм, неоклассицизм һәм башҡа «изм»дар минең өсөн түгел. Миңә бына һүрәт, бына портрет, баш урынында баш, ағас урынында ағас булырға тейеш. И все!

– Әртист һин, клоун! Шул талантыңды әйтәм.

– Точно! Әйтергә онотҡанмын: ауылдың халыҡ театры артисы мин. Армияға тиклем бөтә спектаклдә уйнаным, һәр Яңы йыл кисәһендә Ҡыш бабай булдым. Шуға мине һалдатҡа оҙатҡанда иң ныҡ илағаны клуб мөдире булды. Һинең арттан Өфөгә китһәм, ну әрләйәсәк әй...

Шул саҡ гөрһөлдәп, ҡаршыға УАЗик машинаһы килеп туҡтаны ла, кабинанан өлкәнерәк ағай килеп сыҡты. Ир-егеттәр ҡосаҡлашып күреште.

– Килендәрме әллә? – беҙ Сәйҙә менән оялышып, ситкәрәк киттек.

– Хәлдәр нисек, Өлфәт ағай?

– Хөрт, егеттәр! Йөрәк яна... Ишеткәнһегеҙҙер инде...

– Эйе. Аптырап, ышаныр-ышанмаҫ йөрөйбөҙ һаман... Башҡа һыймаҫ хәл бит... Нимә тинеләр?

– Вот именно, әйтмәнеләр... Шаһиттар юҡ, тиҙәр. Әллә таныштары бар, әллә аҡса төрткәндәр... Аҡланылар...

– Кит бушты! Нисек инде аҡланылар?!

– Ярай, егеттәр, һеҙ юлығыҙҙы дауам итегеҙ. Ҡыҙҙар көтә. Иртәгә өйгә килегеҙ, һөйләшербеҙ әле. Йөрәк яна...

– Ней, ағай... Бәлки берәй ярты?..

– Юҡ, егеттәр. Был хәлде айыҡ баш менән уйлар кәрәк...

Ағай машинаһына ултырып китте, беҙ юлыбыҙҙы дауам иттек. Йылға буйынан таң һыҙылғас ҡына ҡайтыҡ. Рөстәм иртәгеһенә клубҡа үҙе килеп алырға вәғәҙәләне һәм һүҙендә торҙо. Ысынлап та, ул гармунда һыҙҙырып уйнай ине. Тыпырҙаҡ бейеүгә оҫталығым булмаһа ла, түңәрәккә мин дә төштөм. Бер аҙҙан Рөстәмде башҡа егеттәр алыштырҙы. Бейеп арығас, магнитафонға кассета ҡуйҙылар.

– Әсәйемдәр күрше ауылға ҡунаҡҡа китте. Әйҙә, беҙгә барып ултырабыҙ. Өйҙә ике һеңлем генә. Йоҡлап ҡалғандарҙыр инде...

– Сәйҙә барһа, мин ризамын...

– Минән ҡурҡаһыңмы әллә? Кисә лә аулаҡлап һөйләшә алманыҡ...

– Ҡурҡмаһам да унһыҙ бармайым.

– Аңланым инде. Ул да, Айрат та, ищеү бер класташым йөрөгән ҡыҙы менән бара... Тик ҡайтҡанда ярты сәғәт булһа ла икәү аулаҡта һөйләшербеҙ әле, йәме? Әллә миңә әйтер һүҙең дә юҡмы?

– Ярай, ярты түгел, бер сәғәт һөйләшербеҙ...

Рөстәмдәрҙең өйөнән сыҡҡанда төн уртаһы еткәйне инде. Тәүҙә өс пар һөйләшә-һөйләшә йәнәш атланыҡ. Теләк йылғаһы буйына етәрәк, Рөстәм аҙымдарын яйлаты. Етәкләшеп барғас, мин дә башҡаларҙан ҡалыштым.

– Иртәгә һеҙгә юлғамы?

– Эйе. Төшкө автобусҡа сығабыҙ...

– Әйҙә, иртәнсәк икәү анау тауға менәбеҙ... Уның башында ҡартатайым алмағастар ултыртҡан. Йыл һайын емеш бирә. Быйыл сәскә атҡанмы, юҡмы икәнен ҡарап киләйек. Бәлки көҙгә, емеш өлгөрөүгә, туй ҙа яһарбыҙ...

– Теләһә нимә һөйләмә әле...– оялышымдан башымды эйҙем.

– Мин ысын уйлағанымды әйтәм. Әллә һиңә оҡшамайыммы?

– Оҡшайһыңсы...

Рөстәм ҡапыл ҡосаҡлап алды. Ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, уның ҡара күҙҙәре уттай яна ине. Үбешеүҙең сихри татын тойорға теләп, күҙҙәремде йомдом... Тик урам сатынан боролған машинаның фар яҡтыһы һәм гөрһөлдәк тауышы беҙҙе татлы наҙҙарҙан айнытып ебәрҙе. Нур көлтәһенән ҡасырға теләп, юлдан ситкә сыҡтыҡ.

– Әйҙә, йылға буйына. Бында аулаҡлап һөйләшеп булмай ул. Йә кеше йөрөй, йә машиналар...

Бәлки шул саҡта уйламаҫтан Рөстәмдең тәҡдимен ҡабул итһәм, яҙмышым бөтөнләй икенсе юлдан китер ине. Тик мин, икенсе тапҡыр ғына осрашҡан егеткә ышанырғамы, юҡмы, тип икеләнеп ҡалдым. Бар һөйләгән хәбәре шаяртыу ҡатыш, етди ҡабул итеп, аҙаҡ үкенмәҫменме? Бәлки уның хат алышҡан ҡыҙҙары бер мин генә түгелдер? Икенсе яҡтан, ул нисектер хаттары менән үк күңелемде яулап алғайны. Ә осрашҡас, уны ысынлап оҡшата башланым. Осрашып, дуҫлашып йөрөргә шатланып риза булыр инем...

– Ҡотҡарығыҙ! Ярҙам итегеҙ!

Машина гөрһөлдәүе аша ишетелгән тауыштың ҡайҙан килгәнен аңламай, аптырап ҡалдым. “Сәйҙә! Әнисә!” – алда киткән ҡыҙҙарҙың яҙмышы өсөн борсолоп, юлға табан атланым. Рөстәм алға йүгерҙе. Уға эйәрә алманым, бейек үксәле туфлиҙар ҡараңғыла шәп атларға ирек бирмәне. Машинаның кисәге УАЗик икәнен күреп ҡалдым. Ул үтеп китте. Арттағы быҫҡып янған уттары яҡтыһына нимәлер һөйрәтеп барғанын да абайланым. Тик мин алға, Сәйҙәләр, янына ынтылдым.

– Ҡотҡарығыҙ! Үлтерәләр! Люди!!!

Барған еремдән туҡтап, артыма боролдом. Тауыштың ҡайҙан килгәнен аңламайынса, тирә-яҡҡа ҡарандым. Рөстәм бер ерҙә лә күренмәй.

– Ярҙам итегеҙ!Ҡысҡырыу машина тауышы менән бергә алыҫлашты. Асфальт юлдан атлау еңелләште, мин быны аңлағас, УАЗ артынан йүгерергә тотондом. Туғай боролошона еткәс, ул бер аҙға туҡтаны. Шул саҡта артынан һөйрәлеп барған нәмәнең ике кеше булыуын аңлап ҡалдым. Уңасы булмай машина ҡабат ҡуҙғалып китте. Был юлы әллә арттан йүгергән мине күрепме, ул ҙур тиҙлек менән барҙы һәм ауылдан сығып китте.

– Гөлдәриә-ә-ә-ә! – Рөстәмдең тауышына айнып киттем һәм күҙҙән юғалған машина артынан йүгереүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлап ҡалдым.

– Рөстәм, унда кисәге ағай!.. Кеше һөйрәтеп китеп бара...Милицияға хәбәр ит... Улар үлә бит!

Сығырымдан сығып ҡысҡырыныуымды күргән егет мине көслө ҡосағына алды ла, тынысландырырға тотондо.

– Тыныслан, йәме... Әйҙә Сәйҙәләр янына. Улар һине күпер янында көтә. Ә милицияға үҙем хәбәр итермен...

Тиҙ генә тыныслана алманым. Сәйҙәләрҙең ҡапҡа төбөнә еткәс, ул һалҡын һыу алып сыҡты.

– Нимә ҡарап тораһығыҙ? Тиҙерәк нимәлер уйларға кәрәк! Машина табып, артынан ҡыуып етегеҙ! Кеше үлә бит!

– Гөлдәриә, һин тыныслан. Шым ғына өйгә инеп ятайыҡ. Илап, шаулап йөрөһәң, әсәйҙәрҙең уяныуы бар. Һуңға ҡалғанһығыҙ, тип әрләрҙәр. Кисә лә, таң атҡас ҡайттығыҙ, тип һөйләнгәйне. Ә егеттәр хәҙер участковыйға барып, хәлде аңлатыр. Бәлки арттарынан барырҙар. Берәй машина табылһа... Ә беҙ әйҙә өйгә инәйек.

– Ярай. Тик мин иртәгә юлға сыҡҡансы участковыйҙы күреп, хәлдең нисек булғанын һөйләрмен...

– Иртәнсәк һөйләшербеҙ ул турала...

Төнө буйы күҙгә йоҡо инмәне. Таң алдынан ғына ойоп киттем. Бер аҙ тынысланғайным, тик иртәнге табын ваҡытында күрше апай инеп әйткән яңылыҡ мине ҡабат ярһытып ебәрҙе.

– Бөгөн таңда күрше ауыл сүплегендә Антон менән ҡатыны Сәүиәнең кәүҙәләре табылған. Райондан бер көтөү милиция килгән. Ир үлек, ә ҡатынды дауаханаға оҙатҡандар. Кеше булырмы, юҡмы, билдәһеҙ, тиҙәр.

– Ҡуй инде, – Зәкиә апай менән Хәниф ағай илтифатһыҙ ғына шулай тине лә, сәй эсеүҙәре дауам итте. Бер аҙҙан бөтөнләй икенсе хәбәргә күстеләр. Тик мин түҙеп ултыра алманым:

– Уларҙы кисә УАЗик машинаһы һөйрәтеп алып киткәйне, – тип хәбәр ҡыҫтырҙым. Табын тып-тын булып ҡалды. Бер кем дә хәлдең нисек булғанын һорашманы. – Милицияға хәбәр итергә кәрәк...

– Ярай, мин ҡайтайым, ирем, бесәнлекте ҡарап ҡайтайыҡ, ти ине, – күрше ҡатын сығып китте.

– Һеңлем, милиция менән бәйләнмәйек. Уның файҙаһынан бигерәк зыяны күп була торған, – Хәниф ағай ҙа мине тынысландырырға тырышты. – Һинән башҡа ла табырҙар, хәлде асыҡларҙар...

– Юҡ, мин күргәнемде һөйләргә тейеш! Былтыр йыл ағайымды шулай район үҙәгендә егеттәр туҡмап китте. Бер кем ярҙам итмәне. Суд юлын тапай-тапай саҡ ғәҙеллек юлланы. Мин был хәлгә күҙ йомоп ҡала алмайым...

– Ярай. Тик бер ҡайҙа ла барып йөрөмә, участковый йәки райондан тәштифсе үҙе беҙгә килер. Ауыл халҡы әллә нимә тиер.Бер нисә сәғәт үтеүгә участковый Сәйҙәләргә килеп инде. Уның менән һөйләшеү ҡурҡыныс киноға оҡшаш булды.

– Тә-әк, кисәге хәлде күрҙем, тиһең инде... Сәғәт нисә ине?

– Теүәл белмәйем. Төнгө берҙәр тирәһе ине, шикелле...

– Ҡайһы тирәлә?

– Йылғаға боролоп төшкән юл сатындараҡ инек.

– Тә-әк. Инек... Тимәк, бер үҙең генә түгел инең?

– Юҡ, егеттәр, ҡыҙҙар менән инек.

– Исем-шәрифтәре?

– Береһе бына Сәйҙә...

– Бик ҡыҙыҡ, – участковый Сәйҙәгә боролдо. – Тимәк, һеҙ ул хәлде бергә күрҙегеҙ?

– Юҡ, беҙ күрмәнек, – мин аптырап, курсташыма текәлдем. – Улар беҙҙән айырылып ҡалғас, мин егетем менән шишмәгә төшөп, көтөргә булдыҡ.

– Сәйҙә, нисек күрмәнең? Беҙ килгәндә һеҙ юл ситендә тора инегеҙ, бит. Машина үткән юл ситендә!

– Эйе, һинең илаған тауышыңды ишетеп, беҙ шишмә буйынан йүгереп сыҡтыҡ. Әнисә егете менән үҙҙәренең ишек алдына инеп ултырғайны. Улар ҙа сыҡты. Тик беҙ машинаны күрмәнек, тауышын ғына ишеттек...

Аптырап ҡалдым. Быға тиклем уларҙың ҡайҙа булыуын һорашмағайным.

– Мин Рөстәм менән инем. Ул күрҙе!

– Ярай, уның менән дә осрашырмын. Ә һеҙ шоферҙы йәки ҡысҡырған кешене һәйбәтләп күрҙегеҙме?

– Юҡ, беҙ машина килеүен күреп, юлдан ситкә төшкәйнек. Тәүҙә, кеше һөйрәлеп бара икән, тип уйламаным. Тауыш ишеткәс кенә аңлап ҡалдым. Әммә машинаның Өлфәт тигән ағайҙыҡы икәнен беләм.

– Номерын күрҙеңме?

– Юҡ, әйтәм бит, ҡараңғы ине. УАЗ машинаһы. Бына-бына боҙолорға торған кеүек гөрһөлдәп йөрөй...

– Был ауылда дүрт УАЗ бар. Номерын күрмәгәс, кемдеке икәнен ҡайҙан белһең? Белеүемсә, һеҙ был ауылда тәүге тапҡыр.

– Эйе. Тик алдағы көн беҙ ул ағайҙы машинаһы менән урамда осратҡайныҡ. Машинаһының тауышы иҫтә ҡалды. Мин музыка мәктәбен тамамланым, тауышҡа иғтибарым ныҡлы.

– Был дәлил була алмай. Бына хәҙер ун машина урамдан үтһә, тап ул машинаны тауышынан таный алаһыңмы?

– Ышаныс юҡ, шулай ҙа тыңлап ҡарарға була.

– Була ла бит, тик һин әйткән Өлфәт ағай кисә дауаханаға эләккән. Шуға бер нисек тә ул машинаны тикшерә алмайбыҙ.

– Тимәк, машинаны кемдер алған!

– Шуға һорайым бит: шоферҙы күрҙеңме?

– Юҡ...

– Ҡыҙый, дөрөҫөн әйт, кисә иҫерек инеңме? Йүгерә алманым, тиһең... Алдама, кәрәкһә, ҡаныңды анализға алырбыҙ!

– Юҡ, иҫерек түгел инем. Өс ҡыҙға бер шешә ҡыҙыл шарап эстек...

– Тимәк, эскәнһегеҙ!

– Эсеү менән иҫереклелек араһында айырма бар!

– Бына нисек? Тимәк, һинең тәжрибә бай! Бик ҡыҙыҡ! Һин, ҡыҙый, буласаҡ уҡытыусы түгелме? Сит ауылға килеп, эсеп, ялған күрһәтмәләр биреп ултыраһың.

– Минең енәйәтсене табырға ярҙам иткем килә!

– Тауыш күтәрмә! Иҫерек ҡыҙҙың күрһәтмәһе нимәгә ярҙам итһен? Бер күрмәгән, ә машина тауышын таный. Музыкант, имеш! – участковый урынынан тороп, ишеккә ыңғайланы. Аҙаҡ кире боролоп, янап ҡуйырға онотманы. – Бына нимә, ҡыҙый, башты ҡатырып йөрөмә бында. Ҡунаҡтың срогы – өс көн. Һәм мәҡәлде ишеткәнең бармы: барған ереңдә һаңғырау-һуҡыр бул!

Бер аҙ аптырап ултырҙым да, сумкаға әйберҙәремде тултыра башланым. Юлға сығыр ваҡыт етеп килә ине. Кемдер һыҙғырғанға ҡараһам, ҡапҡа төбөндә Рөстәм тора. Сәйҙә менән янына сыҡтыҡ.

– Участковыйҙы күрҙеңме?

– Эйе. Тик минән ярҙам булманы.

– Нисек? Һин юлға минән алда йүгереп сыҡтың! Үҙ ауылыңдың кешеләрен, машиналарын беләһең.

– Ауылға ҡайтҡаныма аҙна ғына. Әле йүнле машина түгел, кеше күргән юҡ...

– Бер тапҡыр күрһәм дә беләм: ул Өлфәт ағайҙың машинаһы ине! – Сәйҙә менән Рөстәм бер-береһенә ҡарашты. – Былай ғына ҡалдырырға ярамай. Өфөлә булһа ла хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкмен! Урам буйлап кешене утын урынына һөйрәтеп йөрөтәләр, бер кем дә бер ни ҙә күрмәгән! Мин аңланым: һеҙ ҙә уларҙы күргәнһегеҙ, тик белмәмеш булып ҡалырға теләйһегеҙ!

– Тыныслан! – Сәйҙәнең тауышы асыулы ине. – Урам яңғыратма. Беренсенән, беҙ күрмәнек. Икенсенән, һин – ҡунаҡ. Ә беҙгә, ата-әсәйҙәребеҙгә бында йәшәргә кәрәк. Эштең айышына төшөнмәйсә, дөрөҫлөк даулап йөрөмә. Әйҙә, Рөстәм менән хушлаш та, ин өйгә. Сәғәт ярымдан автобус килә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, тынысланғасың, барыһын да аңлатырмын. Ә әлегә бер ни ҙә күрмәнең һәм ишетмәнең!

– Рәхимһеҙ, ҡурҡаҡ һәм ҡаты бәғерле кешеләр һеҙ! Ауылдашығыҙ йыртҡыстарса үлтерелде, ҡатын кеше ауыр хәлдә! Нимә уйлайһығыҙ һеҙ?!

– Ярай, Рөстәм, Өфөгә килгәсең һөйләшерһегеҙ, йәме. Хәҙер барыбер бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ...

– Килеп тә йөрөмә. Хәҙер ҙә, башҡа ваҡытта ла бер нәмә булмаясаҡ. Минең ҡурҡаҡтар менән аралашҡым килмәй! Һәм был ауылға башҡаса аяҡ баҫмайым!

Һүҙемдә тора алманым. 20 йылдан һуң Шәрип ауылына ҡабат килергә тура килде. Ә Рөстәм менән башҡаса осрашманыҡ. Бер нисә тапҡыр хат яҙҙы, дөйөм ятаҡ ишеге янында көтөп тә торҙо. Яраттым, тип әйтә алмайым. Әммә ғашиҡлыҡ булды, шуғалыр ауыр онотолдо булды. Сәйҙә лә бер нисә тапҡыр араларҙы яйға һалырға тырышты, тик күңелем ҡатҡайны инде. Ике тиҫтә йыл үткәс, үткәндәрҙе иҫләп, асыу һаҡлау, бер уйлаһаң, ахмаҡлыҡ һымаҡ. Ни тиһәң дә биш йыл буйы бергә уҡыған, күрше бүлмәлә йәшәгән кеше бит. Тик ул ҡайҙа эшләй әле? Ауылдамы әллә район үҙәгендәме? Ғаиләһе бар, тип хәтерләйем. Хәҙер мәктәпкә барғас, берәйһенән һорашырға кәрәк булыр. Зәкиә апай иҫәнме икән? Күстәнәс тә алмағанмын.

– Был – беҙҙең мәктәп. Ветеран уҡытыусыларға арнап стела асыласаҡ, ауыл юбилейына шундай үҙенсәлекле бүләк әҙерләнек. Йылға буйы, мәктәп һәм мәҙәниәт йорто территорияһының үҙенсәлекле биҙәлешенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Ул беҙҙең рәсем һәм черчение фәндәре уҡытыусыһының проекттары буйынса эшләнде. Икенсе йыл сират балалар баҡсаһы янына етә. Әйткәндәй, Рөстәм Төхвәт улы һеҙҙең менән шәхсән осрашырға теләк белдергәйне, – таныш исемде ишетеп, йөрәгем ярһып ҡуйҙы. “Ҡасырға!” – эске бер тауыш ниндәйҙер сигнал биреп маташты. Тик ҡыҙыҡһыныу көслөрәк булып сыҡты:

– Әгәр ваҡыты булһа, ҡайтыр алдынан ҡабат мәктәпкә килермен.

*   *   *

– Был осрашыу инде беҙҙең яҙмыштарға бер ниндәй ҙә үҙгәреш индермәҫ. Әммә һуң булһа ла асыҡлыҡ индерергә булдым. Күңелдәрҙә көҙөк ҡалмаһын, – олпатлана төшһә лә, йәшлектәге кеүек матурлығын һәм алсаҡлығын һаҡлаған Рөстәмдең күҙҙәренә текәлеп, уның хәбәрен тыңлайым. Теге саҡтағы кеүек ихласлап ҡосаҡлап алғы килгәндәй булды. Шул уҡ мәлдә уның менән осрашыуға үкенеп тә ҡуйҙым. Ниндәйҙер аҡланыуҙар, үкенеүҙәр нимәгә кәрәк һуң? Уйымды белгәндәй, Рөстәм йылмайып, баш сайҡаны:

 – Теге саҡта осрашырға риза булһаң, барыһы ла һәйбәт булыр ине. Аңлар инең, моғайын. Тимәк, беҙгә бергә булырға яҙмаған, ни хәл итәһең. Асыуың көслө булып, беҙҙең ауылға килмәҫһең, тип тә уйлағайным.Теге мәлдәге хәлгә килгәндә, һин хаҡлы инең. Өлфәт ағайҙың енәйәтен беҙ күрҙек. Бәлки беҙҙән башҡа ла күреүселәр булғандыр. Тик һинән башҡа ул турала ҡысҡырыусы булманы. Әйткәндәрҙер, беҙҙә татыу, бер ус кеүек уҡмашҡан халыҡ йәшәй. Енәйәт, эскелек, ғәҙелһеҙлек юҡ. Ағайҙың был аҙымы үҙенә күрә ғәҙеллек эҙләү ине, шуға ла бер кем дә уны һатманы. Хатта участковый ҙа. Сәүиә  Өлфәт ағайҙың ике туған килене була. Ире үлгәс, ҡайҙалыр танышып, Антон исемле иргә кейәүгә сыҡты.  Бик матур йәшәгән кеүек тойолдо улар. Армиянан ҡайтыуға бөтә ауыл гөж килә: Антон 15 йәшлек үгәй ҡыҙын ике йыл буйы көсләп йәшәгән. Нимә менән ҡурҡытҡандыр, билдәһеҙ, шулай ҙа Әлиә был хәл тураһында тәүҙә бер кемгә лә һөйләмәгән. Аҙаҡ ҡына Өлфәт ағайҙың ҡатынына килеп, хәлде аңлатҡан. Тик милицияға ғариза яҙыуҙан баш тартҡан.

Хәлде белгәс, Өлфәт ағай үҙе мәғариф бүлегенә лә, тәштифсегә лә барып, енәйәт эше асыуҙы һораған. Тикшереү булған, хатта эш судҡа ла барып еткән. Иң аптыратҡаны: Сәүиә унда ирен яҡлап, ҡыҙын ғәйепләп сығыш яһаған. Йәнәһе лә, 13 йәшлек бала ирҙе үҙенә ҡаратмаҡсы булып, ҡыҫҡа итәктәр кейеп, биҙәнеп йөрөгән, енси бәйләнеш тәҡдим иткән. Әлиә үҙен яҡлап бер һүҙ әйтмәгән, ә ҡайтҡас, һарайға сығып аҫылынған. Күршеләр күреп, ҡотҡарып ҡалған да бит, тик аҡылына зәғифлек килеп өлгөргән. Ә беҙҙең ауылда йыртҡыстарға ярлыҡау юҡ. Закон уларҙы яҡлай икән, үҙебеҙ хөкөм итеү юлын табабыҙ. Бына шул турала һөйләргә теләгәйнем һиңә 20 йыл элек...

– Ә ниңә шул көндө үк һөйләмәнегеҙ һуң барыһын да?

– Аңламаҫ инең... Өфөлә милицияға барып дөрөҫлөк даулап йөрөрһөң, тип уйланыҡ. Ә Әлиә менән булған хәлде улар белһә, Өлфәт ағайҙың ғәйебе мотлаҡ иҫбатланыр ине.

– Һәр хәлдә 13 йәшлек баланың яҙмышын боҙған йыртҡыс әсәй менән үгәй атаның үлеменә асыҡлыҡ индерергә теләп йөрөмәҫ инем инде!

– Тап Шәрип ауылына килен була торған кеше булғанһың да бит, ҡалайтаһың. Не судьба, тиҙәрме әле? Йәшлек үкенесе булып ҡала инде. Шунан, ауыл оҡшанымы?

– Мин хәҙер уға бөтөнләй икенсе ҡараш менән ҡарайым. Насар ауылдар, райондар булмай ул. Тик ҡайһы саҡ насар кешеләр генә осрап ҡуя...

Читайте нас: