Все новости
Литература
23 Октября 2023, 19:03
ЛИТЕРАТУРА

Ижад итәм. Сатирик хикәйә. Харис ШӘРИПОВ

Ғүмере буйына етәксе вазифаларын башҡарған Әләф Тәләфович, етмеш йәшен үткәргәс кенә хаҡлы ялға сыҡты. Һаман да йөрөп ятыр ине лә, юғарынан матур ғына итеп китеүен “һоранылар”. Инде үкенесе лә юҡ кеүек Әләф ҡарттың.

Ғүмере буйына етәксе вазифаларын башҡарған Әләф Тәләфович, етмеш йәшен үткәргәс кенә хаҡлы ялға сыҡты. Һаман да йөрөп ятыр ине лә, юғарынан матур ғына итеп китеүен “һоранылар”. Инде үкенесе лә юҡ кеүек Әләф ҡарттың. Балаларын да ҙур урындарға ҡуйып бөттө. Ҡыҫҡаһы, бөтә ерҙә лә блат-сват! Үҙенә нимә кәрәк барыһын да булдырҙы. Күҙгә күренгән хеҙмәте булмаһа ла, маҡтаулы исемдәрен дә алды, ордендарын да таҡтылар.

Хәҙер йәйҙәрен ҡала янындағы ике ҡатлы дачаһында үткәрә. Көндәр көҙгә тартты, уңыш йыйып алынды. Тоҙланаһы тоҙланды, ҡайната торғаны ҡайнатылды. Гел генә халыҡ араһында булып өйрәнгән Әләф Тәләфовичкә өйҙә тик кенә ятыуы ҡыйын ине. “Әгәр ижадҡа тотоноп ҡарағанда”, тип уйлап ҡуйҙы Әләф Тәләфович. Ҡасандыр филология факультетын тамамлаған кеше бит әле. Был уйына үҙе лә бик шатланды һәм, илһамланып, балалар өсөн шиғырҙар яҙырға тотондо. Бына быйыл баҡсаһында кишер бик уңды. Тәүге шиғырын кишергә бағышланы.

Ҡарҙан асылғас та ер

Сәлимйән сәсте кишер.

Һулыу һайын һыуҙар һипһә,

Бик тиҙ үк үҫеп етер.

Ямғыр яуғас, һыу ҙа һипкәс,

Кишере лә ҙурая.

Түтәлдәрҙең араһына

Саҡ аяҡтары һыя.

Йәйҙәр үтеп, көҙҙәр еткәс,

Кишерҙәр үҫеп етте.

Шул файҙалы байлыҡты

Сәлимйән йыйып алды.

Яҙып бөткәс, Әләф Тәләфович бик ҡәнәғәт булды: балалар өсөн бик тә шәп буласаҡ. Ә йәшелсә, еләк-емештәр бик күп бит – яҙып ҡына өлгөр! Икенсе шиғыры баклажанға арналды.

“Баҡсабыҙҙа күгәреп,

Үҫеп сыҡты баклажан.

Ҙур булып үҫеп китермен

Баклажанды ашаһам!”

Шунан инде башҡа йәшелсә, еләк-емештәргә лә шиғырҙар тыуҙы: “Ғаяз сәсте ҡыяр”, “Кәбеҫтәгә ни етә”, “Әнис үҫтергән Фәнис”, “Бик файҙалы ташҡабаҡ”, “Гөлсинә йыя сейә” һәм башҡалар. Бер ай тигәндә балалар өсөн бер дәфтәр шиғыр яҙылды. Төрлө урында таныш-тоноштары күп булғас, уға китап итеп сығарыуы ҡыйын булманы. “Баҡсам тулы йәшелсә” тип аталған, төҫлө һүрәттәр менән биҙәлгән китап тиҙ арала ҙур тираж менән баҫылып та сыҡты. Мәктәп китапханаларына, балалар баҡсаларына, магазиндарға таратылды. Бер йыл тигәндә Әләф Ғәлфәров, яҙыусы танытмаһын алып, төрлө осрашыуҙарға, радио, телевидение тапшырыуҙарына йөрөй башланы. Сираттағы юбилейын Әләф Тәләфович яҙыусы булараҡ та ҡаршыланы. Уны киң йәйелдереп үткәрергә ҡарар итте: гәзит-журналдарға интервьюлар бирҙе, осрашыу кисәләре ойошторҙо. Аҡ йортҡа орден алырға ла барҙы.

Бына инде ул ғаиләһе, яҙыусылар, тел, әҙәбиәт ғалимдары, артистар менән тыуған районына юбилей кисәһе үткәрергә ҡайтты. Яҡташтары, ауылдаштары: “Рәхим итегеҙ, Әләф Тәләфович!” – тип икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ағинәйҙәр ансамбле таҡмаҡ әйтте.

“Тыуған ауылына ҡайтты

Беҙҙең Әләф ағабыҙ!

Юбилей ҡотло булһын,

Шиғыр яҙылып торһон!

Ай лүҙер ләритә,

Ритаяҙыр ләритә!”

Ауыл мәҙәниәт йортонда юбилей кисәһе башланды. Мәктәп уҡыусылары тырышып-тырышып яҡташ шағирҙың шиғырҙарын һөйләне. Әләф Ғәлфәровтың ижадына байҡау яһар өсөн һүҙ филология фәндәре кандидаты Сәлиә Мөғәллимоваға бирелде: “Әҙәбиәткә һуңлап килһә лә, Әләф Тәләф улы Ғәлфәров, балалар өсөн бик шәп шиғырҙар йыйынтығы сығарҙы. Уның шиғырҙары үҫеп килгән йәш быуын өсөн бик кәрәкле һәм фәһемле. Бына шағирҙың “Кишер” тигән шиғырын алайыҡ. Унда Сәлимйән исемле малайҙың кишер сәсеүе һүрәтләнә. Сәлимйән яҙ көнө кишер сәскән, уға йәй буйы һыу һипкән, утаған. Көҙ көнө кишере бик ҙур уңыш биргән. Әҫәрҙә үҫмер Сәлимйәндең хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫеүе күрһәтелә. Хеҙмәттә сынығып, эшһөйәр булып үҫкән кеше, әлбиттә, ныҡ була. Һөҙөмтәлә, Сәлимйәндең кишере генә үҫмәй, ул үҙе лә эшһөйәр, көслө шәхес булып үҫешә. Ғөмүмән, был китаптың тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур!”

Юбилей кисәһе, концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Элекке ҙур түрә, хәҙер яҙыусы, шағирға район етәксеһе лә ҙур бүләк тапшырҙы. Кисәнең икенсе өлөшө мәжлестә дауам итте.

“Әле йәшәйбеҙ икән!” – тип шатланды Әләф Ғәлфәров. “Инде тағы ла бер нәмә әтмәләп дәүләт премияһын да эләктергәндә, шәп буласаҡ!”

Читайте нас: