Все новости
Литература
21 Февраля 2023, 14:39

Ни өсөн? (Хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллина. 

Ни өсөн?  (Хикәйә)
Ни өсөн? (Хикәйә)

  Был ҡыҫҡа ғына һорау минең өсөн ғүмер-ғүмергә ауыр һорау булып ҡалыр ул. Хәтеремдә: башҡорт теле уҡытыусыһы таҡта янына саҡырҙы, минең өсөн иң яратмаған ғәмәл - кеше алдында тороуы, белгәндәремде хатта онотам яуап биргәндә. Тағы ла "Ни өсөн?" һорауы ҡалҡып сыға.
 Саҡырғас сыҡмай сара юҡ, уҡытыусының әйткән һөйләмен таҡтаға яҙҙым, хәҙер уның ҡушыуы буйынса һәр һүҙгә һорау биреп ниндәй төркөмгә ҡарағанлығын аңлатырға тейешмен.
Бер һүҙҙә туҡталып ҡалдым. Һорау: "Дөрөҫ, ни өсөн?" Рус теле дәресендә лә һүҙ төркөмдәрен ҡабатлағанлыҡтан, руссаһын беләм, башҡортсаһын онотҡанмын. Асыуланған уҡытыусы ниндәй һүҙ төркөмдәрен белеүемде һорай, тулы яуап бирәм, быныһы хәтергә килмәй.
Синыфташтарым көлөшә, мин иҙән ярығына төшөп китерҙәй булып торам, ахырҙа руссаһын әйттем, көлөүҙән класс бүлмәбеҙ шартлай яҙғандыр.

  Аҙна уртаһы, көн артыҡ һыуыҡ булмаһа ла, Баймаҡтың әсе еле маңлайға бәрә, хатта күҙҙе асырға ла ирек бирмәй. Нисек түҙәләрҙер бында йәшәгәндәр. Ана, остағы киҫелеш юлы эргәһендә еңелсә генә кейенгән ҡыҙ юлайҡан машина көтә.
Алдан, боролоштан уҡ күҙ һала киләм, ҡиммәтле машиналар ҡыҙҙың ҡулын күтәреүенә иғтибар ҙа итмәй, янынан елдереп үтә генә. Боролоп артымды ҡарайым, артҡы урындар буш, тик тыңҡыслап йәшник, пакеттар тултырылған, пенсия алғандан һуң ҡала тиеп сабабыҙ, онон-майын, шәкәр-сәйен айға етерлек малдарға ем алып ҡайтырға тырышаһың, түләүҙәрҙән ҡалған аҡсаңа ҡарата.
 -Ултыртайыҡ баланы, еле үтә әсе бөгөн, - үҙем артҡа боролоп урын бушатырға тырышҡансы ҡартым уның янына боролоп туҡтаны.
 Матур йөҙө ҡыҙарынған, муйынына уралған шарфы боҙланып туңған үҫмергә тартым ҡыҙ ингәс тә оҙаҡ йылына алмағандыр, аяҡтарына һылашҡан джинсыһы, ҡыҫҡа курткаһы йылы тотмағаны беленә.
  -Колледжда уҡыйһыңдыр, тәүге йылы ауырыраҡ инде, бөтә булған ауырыуҙар йәбешә, аҙаҡтан нығынаһың ул, ауырып киттеңме? - уның мышҡылдап барыуына, аҙна уртаһында ҡайтырға сығыуына, тигендән юлға сыҡмауын аңғарғайным, юл сумкаһы ла юҡ, йылы ла кейенмәгән.
 -Бөтөнләй ташлап ҡайтырға булдым, оҡшамай унда миңә, колледждан тура юлға сыҡтым, ятаҡҡа уҡыу мәлендә индермәйҙәр.
 -Әсәйең беләме һуң бөтөнләйгә ташларға йыйынғаныңды?
 -Юҡ, уҡый алмайым, ауыр тиермен.
  Был бала ниндәйҙер ауыр хәлгә юлыҡҡандыр, тигән уйҙар килде, күҙ йәштәре аҡҡан баланы нисектер йыуатырға кәрәклеген белеп, ипләп кенә һораштыра башланым. Тәүҙә һөйләргә теләмәһә лә, беҙҙең бөтөнләй сит яҡтарҙан килеүебеҙҙе белепме, асылды балаҡай. Бүлмәләш ҡыҙҙары уның тураһында йөрөмтәл икәнлеген егетенә алдап әйткәндәр икән, бөгөн егете уға был һүҙҙең дөрөҫ түгеллеген иҫбатлатырға теләгән. Көскә ҡасып ҡотолоп юлға сығыуы. Артынан насар һүҙҙәр ҡысҡырып ҡалған тегеһе.
Түгелеп илаған ҡыҙҙы йыуатырға теләп, уны уҡырға кире барырға, тик икенсе бүлмәгә күсереүҙәрен һорарға кәңәш иттем.
  -Үҙеңдең таҙа икәнлегеңде иҫбатларға тырышма ла, бысраҡҡа тағы ла нығыраҡ буялырһың, иң беренсе ни өсөн ҡыҙҙарҙың һинең турала ғәйбәт таратыуҙары тураһында уйла, бәлки, береһе ул егетте яратып йөрөйҙөр, арағыҙҙы бутарға тырышалар. Уларҙың да бер нимә лә белмәүе мөмкин тағы ла, әйтәһең бит егеттән перегар еҫе сыға ине тип, үҙе һине һындырырға теләп уйлап сығарыуы мөмкин. Һәйбәт кеше түгелдер ул, оноторға тырыш уны, яҡын юлатма, ундайҙар үҙгәрмәйҙәр, аҙаҡ ғүмер буйы ыҙаланырһың. Ә өйҙә бер аҙ тынысланғас уҡырға кире бар, һөнәрле булыуың үҙең өсөн. Әйтерҙәр ҡыуылып ҡайтҡан тип, уҡый алманы тиерҙәр, кеше берҙе биш итергә әҙер тора. Әсәйеңдәргә лә ауыр булыр, һөнәрең булмаһа ҡайҙа барырһың, дүрт йыл тиҙ генә үтер ҙә китер. Һин һылыу, аҡыллы ҡыҙһың, егеттәр табылыр, үҙ-үҙеңә һүҙ бир ҙә, уҡыуымды бөтөрмәйенсә егеттәр менән йөрөмәҫкә тип, сәмләнеп тырыш, бик яҡшы урынға ингәнһең, унда бер нисә профессияға эйә булырға мөмкин, әлбиттә, үҙең тырышһаң.
 Үҙҙәренең ауылына боролған юл сатында төшөп ҡалды. Һалҡын елдә юл сатында торған балаға ҡарап йәлләп ҡуйҙым. Күтәрә алырмы иңенә тәүгә төшкән тормош һынауын, нескә күңеле ғәйбәт ағыуына бирешмәҫме? Күпте күргән, донъяның әсеһен-сөсөһөн күргәндәр ҙә бөгөлөп төшә бит.
 Үҙебеҙҙең юлға төшкәс тә был ҡыҙ тарыған хәлгә оҡшаш ғаилә яҙмышы иҫемә төштө.

Ауылда эш булмағанлыҡтан, бер ғаилә ҡалаға килеп төпләнде. Ире вахтала алыҫ Себер яҡтарына йөрөп  эшләй, өй һала башланылар, үҙе эшкә төштө, балаларын баҡсаға йөрөтә. Ике машинаға гараж, ике этажлы өйөм буласаҡ, тип хыялланды тормош иптәше.
-Бик һәйбәт, күтәрә алырһыңмы ауырлығын, - тинем уға.
Аңламаны минең кинәйәле яуабымды, бәһлеүәндәй ир үҙенең көсөнә ышана ине, ҡатыны ла ышаныслы терәге, бәләкәй балалары әлегә ярҙамсы түгел, әммә бирешергә уйламай.
Тиҙ арала өйөн күтәреп эшләп сыҡтылар, өйҙәре ҡыйып баҡҡыһыҙ, тирә яғы гөл- сәскәләргә күмелгән, ҡатыны ла тырыш, ирем өйҙә юҡ, балаларым бәләкәй тип сәбәп тапманы, үҙе лә төпкә егелде.
Өйҙәре нигеҙенә аят бағышлаған мәжлескә саҡырғас,  минең һүҙҙәремде иҫенә төшөрҙө, йәнәһе, күтәрҙем өйҙө, ә мин уның шатлыҡлы мәленә күләгә төшөргөм килмәне, күсермә мәғәнәлә әйткәнемде аңламаған, ысынлап та күтәрә алманы ауырлыҡты.
Харап көнләшә ине һылыу ҡатынын, һәр аҙымын телефон аша белешә, ҡапҡаларына, өйҙәренә видеокамералар ҡуйҙырған, ҡыҙыуыраҡ холҡо ла бар. Эшһеҙҙәр уйлап сығарған вахтовик ҡатыны тураһындағы һәр көләмәсте, уйҙырманы ҡатыны тураһындалыр,  тигәнерәк ҡабул итә, йәберләй. Хатта ҡатынының таныҡлыҡ алып машина йөрөтөүенә лә ҡаршы, йәнәһе, уйнашҡа йөрөйәсәк.
Ауылдан сығып, йәһәт күтәрелеп, эштәре ыңғай барыуына  күптәр көнләшкәндәрҙер, берәүҙәр ҡатыны тураһында ғәйбәт таратҡандар, кемдеңдер машинаһына ултырғанын күргәндәр.
 Эргәһендә бәлки ҡатыны булғандыр ул машинала, юлайҡан ултырыуы ла мөмкин, әммә иренә был хаҡта ҡырҡҡа төрләнеп  хәбәр ишетелгән, өйҙә ҙур ғауға ҡупҡан. Ике ай ҡырҙа йөрөгән ир ышанамы инде ҡатынының аҡланыуына, тормоштары боҙолдо, хәҙер өйҙө бүлешә алмайҙар, балалар сертификаты ла ҡушылған, улар өлөшөн ир һанға һуҡмай, өйҙәренә индермәй ҙә, аҡсаһын ҡайтарырға ла теләмәй.
Ялҡауҙарҙың хөсөтөнән, күрә алмаусылыҡтан, көнсөллөктән  ниндәй матур ғаилә тарҡалды. Үҙҙәре Себер сығып эшләргә лә теләмәйҙәр, тормоштары ыңғай барғандарҙан да көнләшәләр. Һүҙ таратыусы бер ҙә үҙенең боҙоҡлоғон танырға теләмәй.   Һүҙ таратыусыға "Ни өсөн?" һорауы бирелһә лә, уның ниндәй төркөмгә ҡарауын билгеләүе лә ауыр бындай осраҡта.
Үҙ мәртәбәһен генә уйлаусы ир ҙә үҙенә үҙе бындай һорауҙы биргеһе килмәйҙер, имеш, ғорурлығы ҡушмай. Бында ҡатынды ғәйепләүе еңел, ғәйбәткә сәбәп биргән, ул аҡтан-аҡ, пактан-пак.
  Тормошта иң ауыр һорау булып ҡалыр инде минең өсөн "Ни өсөн?" һорауы.

Автор:
Читайте нас: