Все новости
Литература
14 Января 2023, 18:33

Яңы йылмы, әллә иҫке тормош дауамымы? (Хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллина.

Яңы йылмы, әллә иҫке тормош дауамымы? (Хикәйә)
Яңы йылмы, әллә иҫке тормош дауамымы? (Хикәйә)

Ошоғаса ауылда йәшәгән әсәйемдәргә Яңы йыл байрамын үткәрергә ғаиләбеҙ менән йөрөнөк. Йәшәгән ҡалабыҙға алыҫ булмағас, гел балалар менән шау-гөр килеп тейәлешеп килеп төшөр инек, оҙон ялдарҙа, һәр каникулдарҙа балаларым ауылға, ҡартатай өләсәйҙәре янына ҡайтырға ашҡынып торҙолар. Беҙгә лә уңайлы, уларҙан бер аҙ ял итәһең, ашау-эсеүҙәренә лә артыҡ расход китмәй, ҡараулы, ҡайҙа йөрөйҙәр, ниңә оҙаҡлайҙар тип борсолаһы түгел.
Беҙ ҡайтыуға әсәй билмәнен яһап, котлет, тефтелиҙәрен туңдырып көтөп тора, нисек кенә һанаһаң да, өҫтәл артында ун, ун ике кеше йыйылабыҙ шул, апайымдарҙыҡы ла күрше ауылдан килә, алыҫ тип тормай килен дә тиктормаҫ балаларын олаҡтырырға тырыша. Беҙҙекеләрҙең, ярай, бүтән барыр ере юҡ, килендең ата-әсәһе иҫән, ебәрһен ине шунда, юҡ, әсәйҙе ыҙалатыр кәрәк.
Киткәндәрендә машина тултырып күстәнәс тейәп оҙатырҙарын белә, үҙенең бер ҙә эшкә килергә ашҡынып торғаны күренмәй. Атай мәрхүм булғас, әсәй былтыр картуфын ауылдағы алкаш бисәләрҙән күмдергән булған, көҙ өс тоҡ картуфын биреп шуларҙан уҡ ҡаҙҙырып алдырған. Улары әсәй күрмәгәндә соҡор ҡаҙып, эре бәрәңгеләрҙе күмеп киткәндәр, һуңынан төндә килеп алып кешегә араҡыға алыштырғандар, быныһы аҙаҡтан билгеле булған әсәйгә. Картуф уңманы быйыл, тине беҙгә.
Балаларыма ашарға картуф алып ҡайтырға килһәк, әсәй тултырып әҙерләп ҡуйған тоҡтарҙа элек орлоҡҡа ҡалдырған кеүек кенә ҙурлыҡтағы картуфтар. Әсәйҙән үҙеңә орлоҡҡа ҡалдымы, тип һорағанға, ҡалды, ҡалды тине. Үҙе ҡышҡы каникулда балаларыма бер тапҡыр картуф билмәне, картуф шәңгеһе бешереп ашатмаған. Яраталар бит улар иҙелгән картуфты кәтлит менән ашарға. Шуғалырмы, улар Яңы йыл байрамына ауылға килеүҙән ҡырҡа баш тарттылар.
Былтыр әле уның һуғымы булғайны, һуңғы быҙауын ҙурайтып һуйҙы, быйыл бына картуф та ултыртманы, һуғымы ла юҡ. Ә балаларҙың һурпа эскеһе килә, барын-юғын белмәй кәтлит һорайҙар. Баҙарҙан ит белешкәйнем Яңы йылға билмәнгә тип, яҡын барырлыҡ түгел, башмаҡтың артҡы ботона илле мең һорап тора оялмай ҙа, әрләп киттем һатыусыһын. Әйтәм былтыр ҡустым һуғым һуйғанда шунда уҡ артҡы аяғына сат йәбеште, имеш, берәү бесән эшләгән, беҙ ҙә килеп йыл да һуғым һуйышабыҙсы, ҡаҙ өмәһенә лә гел килергә тырыштыҡ, яратам духовкала бығып бешкән ҡаҙҙы. Әсәй һурпалап, әҙләп бешер тиһә лә, кейәүең ярата, тием дә ҡуям, унан тағы ебәрә ул, һурпалыҡ тип.
 Атайҙың да бынау ауыр ваҡытта үлеп ятыуын әйт, ковидтан өҙлөккән, тинеләр, әсәй ҙә ауырығас, малдарҙы тәрбиәләп үҙе йөрөгән, һарайҙа ҡолап ятҡан ерендә тапҡандар. Әсәй атай үлгәс тә малын бөтөрҙө, хәлем юҡ тип, себеш тә алып аҫыраманы, быйыл бына картуф та сәсмәне, атайға һалышып ялҡауға әйләнгән булғандыр, бер нимә эшләгеһе килмәй. Һалыуҙан һуң тыным ҡыҫыла тип һылтаулап тик ултыра.
Был юлы Яңы йыл байрамына килеүемә магазин билмәне алған, өй тын, бер бала тауышы ла сыҡмай.
 -Ҡайҙа тегеләрең, ахыры аяҡ атларға бирмәй йүгерешә инеләр?
 -Ҡустыларың саңғы шыуырға баралар икән күмәкләп, апайыңдар үҙҙәре ҡунаҡ йыялар. Кейәү, балалар ҡайҙа, нишләп килмәнеләр?
-Ялҡытты, уларҙан бер аҙ ял иткем килә, ас ҡарғалар кеүек ашарға таптырып тик ултыралар, тунға тип аҡса йыйғайным, белеп ҡалдылар ҙа береһенә телефон кәрәк, икенсеһенең машинаһы онталған. Йәнем көйөп, әсәйемдең ҡоймағын һағындым тип сыҡтым да киттем.
 -Ҡоймаҡ ҡоймағайным шул быйыл үҙегеҙ килмәйбеҙ тигәс, һыуға туғылған ҡоймаҡтың ней тәме.
-Һуң пенсияңды яҫтап ятҡансы, берәйһенән һөт һатып алһаң ней була.
  -Ауылда һөт һатырлыҡ кеше лә ҡалманы инде, булғандарыныҡының һыйырҙары һыуалған. Ҡана, билмән бешерәйем.
- Бәҙрәф ҡағыҙынан яһалғанынмы, әле балаларға ла шуны алып ҡалдырып киттем, әйҙә ултырһындар сәйнәп, ашағым килмәй шуны.
  Әсәйемдең үҙе бешергән икмәге тәмле, яйлап ултырып сәй эскәс мунса яҡтым,  яратам ауыл мунсаһын, йылынған һыуына керҙәр йыуҙым, йыбана-йыбана өйҙөң саңын һөрткөләп, иҙәнде йыуырға тотондом.
Юҡ, былай булмай, мөйөш-һәйештәргә әсәйемдең күптән ҡулы теймәгәнлеге күренеп тора, иртәгә үк апайым менән киленде борҡотормон, килеп әсәйҙе бағып, эштәрен эшләп китһендәр. Ана, урамда өйөлмәгән утыны ята, ҡар күмһә, соҡоп алып яғыуы үҙе бер этлек буласаҡ, иҙәнен йыуҙым, бөгөн мунса инһәм, Яңы йыл ҡаршылаһаҡ, иртәгә  кискә ҡайтырға сығырмын, бында ни эшләп ятмаҡ кәрәк, шыж-пыж ишетелмәй бер ҙә. Әйтәм көҙгө каникулда булғандан һуң балаларҙың бер ҙә килгеләре килмәне шул, имеш, өләсәй мыжый, уны эшлә, быны ташы. Беҙгә генә һалған һалыҡмы әллә, бүтән балалары ла бар, ярҙам итһендәр.
 Үҙем тәүҙә барып, сәғәттән ашыу ултырып йыуынып сыҡтым, унан тандырына тип әсәйем китте. Күп тә үтмәй, хәле бөтөп көскә һөйрәлеп мунсанан ҡайтты, эс кейемдәрен йыуып тасҡа һалып тотҡан, эшем кешеһе, эш бөтөрөп йөрөй берәү.
Ҡайтты ла тәгәрәне, ҡан баҫымы күтәрелгән, дарыу эсергәндән һуң күҙен бер аҙ асһа ла, өҫтәл артына ултыра алманы. Вәт һиңә байрам, балаларҙың баш ҡаңғыртыуҙарынан ҡасып сығып киткәйнем, бында ла көтөп тормағандар.
Үҙем менән килтергән шарап шешәһен өҫтәлгә ултыртҡайным да, әсәйем шундай итеп ҡараны, иҙән ярығына һыйһам төшөп китерҙәй булдым шунда, асманым шешәне.
Етеп килгән яңы йыл менән телефондан таныштарҙы ҡотлаған булдым, уларҙың өҫтәлдәренә ҡыҙыҡтым, үткән Яңы йыл байрамдары хәтеремә төштө, иремә, балаларыма указдар бирҙем, һәм вәссәләм, көнө буйы арыған тән үҙенә ял һораны, сәғәт ун икене лә көтмәй йоҡларға яттым.
Иртән тороуыма әсәйем ҡыштырлап ҡоймаҡ ҡамыры туҡый, хәлһеҙ ҡулы ҡалаҡты ла етеҙ өйрөлтә алмай икән дә, уның ҡартайыуы мөмкин икәнлеге шунда ғына башыма барып етте, йәһәт кенә тороп битемде сайғас та үҙем туҡып ҡоймаҡ ҡойҙом, иртәнге сәйҙе бергәләп эстек.
Мин унан һаман элеккесә нимәлер там итеп килеүемде әсәйем һиҙҙеме икән, матур байрам, һыйлы табын көткәнемде белгәндер, шуға ла ҡоймаҡ менән булһа ла һыйламаҡсы булғандыр, хәленән килмәһә лә.
   Оят миңә, үҙемдең ысын асылымды йәшерергә тырышып уны һүҙ менән албырғатырға тырышам, юҡты-барҙы ҡысҡырып һөйләйем, көлгән булам. Шым ғына тыңлаған әсәйем дарыуын алып ҡаба, мин уның дарыу ҡабынан һуңғы төймәне алыуын күрәм, шунда ғына асылған ауыҙым ябылмайынса ҡала, ул бит миңә килгәнемдә дарыуҙар алып ҡайтырға әйткәйне телефон аша, онотҡанмын, уйламаҫтан сығып киттем шул, йәнәһе тун алып кейәсәкмен, әсәйемдән  аҡса һорап торорға уйланым, еңмешлек әлеге. Әсәйемдән, ярай, етмәгән аҡсаны һорап өлгөрмәнем, пенсияһы үҙенә лә етмәй икәнлеге башыма ла инмәне.Ҡайтыу менән онотмай әйткән дарыуҙарын алырмын, ауыл кешеләре ҡалаға килә торған, шулар арҡылы ебәрермен.
Артабан ниңәлер һөйләшергә һүҙ ялғанманы, әсәйем сәйҙән һуң ятып торҙо, мин нимә эшләргә белмәй ҡашығаяҡ бүлмәһен йыйыштыра башланым.
  -Әсәй, тегеләрең кисәге салатты ашамайҙар, -быныһы оло ҡыҙым шылтырата.
  -Атайҙан аҡса һорағыҙ тинең, ул минең аҡсам юҡ тей, үҙе кисә иҫерек булды, әле лә тышҡа сығып китте, - малай шыңшып үҙенекенән шылтырата.
  Иргә үҙем шылтырата башланым, телефонын юрый алмайҙыр, яуап юҡ.
  Минең борсолоуҙарымды әсәй һиҙеп ятҡандыр, әкрен генә тороп кейенә башланы.
  -Киске автобусты көтмә әле, балам, төшкөлөгөнә сыҡ, йә буранлап китер.
Өйҙә кейәүенең буран сығарыуынан ҡурсалауы, яңғыҙым тиктәҫкә сығып китеүемдән  нимәлер булғанын һиҙенә.
 -Киске автобус менән ҡайтырмын, тип әйтеп киттем, әсәй.
 -Йә... Әҙ күрҙең ней ҙә, күп күрҙең ней. Рәхмәт, хәлемде белдең, тәрбиәләнең, байрамды бергәләп үткәрҙек, күңелем булды, балам, исмаһам кешеләр алдында йөҙөм яҡты, балалары ҡәҙерләп онотмай килеп йөрөй тиерҙәр. Көн үҙәгендә ҡуҙғал, бына балаларға күстәнәс, бүләк алырһың минең исемдән, сәләм әйт. Ҡулыма пенсияһынын дүрттән бер өлөшөндәй аҡса тоттора.
 -Алмайым, әсәй, мин һинән аҡса һорарға килмәнем... -күҙҙәремә йәштәр эркелә, алдайым бит әсәйемде, ысынында тунға етмәгән аҡсаны һорарға килдем бит.
 -Алаһың, был һиңә түгел, балаларға күстәнәс, күрәһең бит магазингә йөрөр хәлем юҡ, күршеләр килтерә һораған әйберҙәрҙе, ашарға миңә күп кәрәкмәй.
Шым ғына юлға йыйынам, әсәйем оҙата сығырға теләй, саф һауа һуламаҡсы бер юлы.

 Ял көнө булһа ла, юлаусылар бар, йәнләнеп киткән әсәйем автобус көтөүселәргә үҙенең хәбәрен һөйләй.
 -Ҡыҙым килде, әсәйем яңғыҙы моңайып ултырмаһын тигәндер, кейәү балалар менән бергәләп ҡалған, ауырығанды белеп борсомайыҡ артыҡ тигәндер инде. Мунса яғып индерҙе, иҙән-керҙәремде һыпырып йыуып сыҡты, тәрбиәләне инде.Өҫтәл әҙерләһә лә, мунсанан һуң ашап буламы, ултырҙыҡ инде үҙебеҙ һөйләшеп. Рәхмәт балаҡайыма.
 Унан күп һанлы пакет-сумкалары эргәһендә торған әбей эргәһенә барҙы.
  -Был юлы нишләп инеп хәлемде белеп сыҡманың, инмәгән, ҡунмаған йортоң түгел дәһә.
  -Мәстүрә ҡунаҡ күрһәтте, аҙаҡ өй беренсә йөрөтөп ҡунаҡ иттеләр,  ул күстәнәс, ул бүләген тотторҙолар, туңдырып алып ҡайтып барам әле. Ҡыҙымдың балалары бишәү булып китте бит, етешмәйҙәр. Өйҙәренә барып тамаҡтарына яраштырып, мәктәпкә оҙатып, ҡаршылап йөрөйөм. Минең туғандарым ауыл һайын, һәр береһе саҡырып тора,  күстәнәстәрен тейәп оҙаталар, ауылда ней иркенселек, ҡалалағы кеүек түгел, бер стакан һөткә тилмереп ултырмайһың. Күмәктәр шул, күмәктәр, ваҡытында ашарға бешермәһәң, янбашыңды өҙә тешләп сәйнәрҙәр. Тапҡан -таянғаным вис шуларға китә, пенсиямдың түләүҙәрҙән ҡалғаны...  Ҡыҙыңды оҙатаһыңмы, юл хәйере бирҙеңме? Бигерәк ҡурҡыныс бит юл йөрөүҙәре.Миңә бирәһеңме ней, рәхмәт, рәхмәт, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөһөн инде. Минең теләгем төшә ул, хәйереңде ҡайтҡас тәһәрәтләнеп уҡып ҡабул итермен дә, балаларыма тотторормон. Уларҙың күңеле саф, ихлас ҡыуанһалар Аллаһыбыҙға ирешер, хәйерең ҡабул булыр.
Автобус килде, шиңеп ҡалған әсәйемде ҡосаҡлап хушлаштым да, автобусҡа мендем. Урыным теге әбейҙең артындағы ултырғысҡа тап килде. Ауыл һайын йөрөргә яратыусы әбей ул, беҙҙең ҡалала йәшәй. Ҡунаҡта булған ерендә һәр саҡ ихластан үҙенә саҡыра, килеп йөрөүҙәрен үтенә, һағыныуын белдерә.
Тик бер ваҡытта ла өйөндә тормай, бәлки, ишек күҙенән генә ҡарап кешеләргә асмайҙар ҙа, һәр хәлдә өйөндә тап иткән кеше юҡ әлегә.
Әле лә ҡалаға яҡынлашыу менән ейәнсәренә ҡаршыларға ҡушты, сумкаларын күтәрешеп алып ҡайтышырға. Әсәйемә инеп хәлен белмәүе лә аңлашыла, һыйыр көтмәгән әбейҙән нимә алаһың, юғиһә элек маҡтай-маҡтай аҙналап ятыр ине беҙҙең өйҙә.
 Автобустан төшкәс юлыбыҙ бер тирәгәрәк, әбейҙәрсә ҡысҡырып ейәнсәренән хәл-әхүәлдәрҙе һораша, ейәнсәренең яуабы ишетелмәй.
-Минең квартираға барып йөрөмә тинем бит, асҡысты бир хәҙер үк. Шул дуҫ ҡыҙыңдың ботон һындыра һуғырмын инде, тағы светты артыҡ яҡҡанһығыҙҙыр инде, сәй эсергәнһеңдер , үҙең генә ашамай. Бөгөн үҙемә ҡайтмайым, һеҙҙә генә йоҡлайым да иртән тағы бер ауылға барам. Һыйлым ҡыҙына никах уҡыта тип ишетеп ҡалдым әле, белмәмеш булып барып төшһәм, һеҙгә тағы ашарлыҡ күстәнәс эләгер, быныһы ике-өс көнгә һеҙгә буйтым етә, минең квартираға барып йөрөмә ыштубы, әсәйеңә әйтеп китермен.
Кешегә ярҙамсыл, һәр эште еренә еткереп башҡара ине йәш сағында ошо апай, хәҙер ҡарыуы киткәс үҙенсә ризыҡ табыу юлын тапҡан икән, ауыл буйлап туғандарын барлай. Һоранмайҙыр ҙа ул юл сатында, үҙенсә күмәк балалы ҡыҙына ярҙам итмәксе ҡартайған көнөндә. Оялыуҙы беләме икән? Ә минең унан ҡайһы ерем артыҡ һуң?...

Автор:
Читайте нас: