Все новости
Литература
24 Мая 2022, 11:39

Бала саҡ байлығы

‌Иҫ белә башлаған саҡтарҙа балаларға сағыу, матур нәмәләр оҡшай, күрәһең. Беҙ бәләкәй ваҡытта хәҙерге кеүек ялтыр-йолтор нәмәләр әҙ булғас, минең иң хәтерҙә ҡалғаны – кәнфит ҡағыҙы тышы.

Бала саҡ байлығы
Бала саҡ байлығы

 Уларҙы төрмәй ҡағыҙһыҙ ҙа һаталар әле. Какаоға манылғанын – мендәр кәнфит тип, осло күбә һымаҡ формалы йәшел, ҡыҙыл, көрән, һары, аҡ төҫлөләрен – помадка тип, һирәк килеп сыҡҡан аҡ ондан яһалған һымаҡ онталып торғандарын үзбәк кәнфите тип йөрөтөрҙәр ине. Ҡәҙимге кәнфиттәр ҙә шәкәргә манылып тышһыҙ һатыла. Улары инде ҡайһы саҡ иреп уҡмашып бөтә, күрмәлекһеҙ тауарҙы берәүҙең дә алғыһы килмәгәнлектән, халыҡ әйтмешләй, "нагрузка" итеп, фил төшөрөлгән һинд сәйенә ҡушып һаталар. Таҡталы грузин сәйен эскең килмәһә, алаһың инде, ҡайҙа бараһың. Эсенә повидло һалынғандары – "ҡаты кәнфит", йомшаҡ, шоколадлылары " шикалат" беҙҙең өсөн. Шикалат ҡиммәт, бик һирәк, берәрләп кенә эләгә. "Ласточка" тигәне осһоҙораҡ, "Кара Кум" тигәне ете һумға барып етә, ауыл магазины тирәһенә ундайҙы килтереп тә тормайҙар, ҡиммәткә кем алһын.

Һүҙем кәнфит ҡағыҙы тураһында ине бит әле. Ҡаты кәнфит ҡағыҙының ҡайһы берҙәренең биленә төҫлө ҡурғаш йәбештерә торғайнылар. Эй, матур инде, ҡарап туйғыһыҙ. Беҙгә, һәр бер тышты яҙып, тәңкләп йыйып барған балаларға, был үҙе хазина. Кемдә нисәү икәнен һанайбыҙ, ике бер төҫлө икән, алмашабыҙ. Мин әле мәктәпкә йөрөмәйем. Бәләкәйҙән бар йомошҡа әсәйем мине йүгертә. Оло апайың түрҙә эш бөтөрә, икенсе апайыңдың хәле юҡ, һинән башҡа кем барһын тигәс, ризалашам, уйындан айырылып барғым килмәй, ни эшләп гел мин тип ҡауғалап алһам да. Икенсе апайым, ысынлап та, "хәлем юҡ бит минең," тип илай башлай. Оҙағыраҡ тыңлашмай торһаң, ишек башындағы селек сыбыҡтың сираты етеүе бар.

Бер һыйыр, күмәк бала булһаҡ та, ауылдағы ике ғаиләне аҡтан өҙмәй әсәйем. Беренселәре – Әхмәҙулла олатайҙар. Уны, алыҫ ҡына туған булыуына ҡарамай, ҡарт ҡартатай йәтим тип ҡарап үҫтергән, үҙемдең ҡартатайым уфтанған, ошо Әхмәҙулланы кеше итәбеҙ тип, миңә уҡыу эләкмәне, тип. Олатайым ( беҙҙә ике яҡты ла олатай ти ҙә ҡуялар) күптән гүр эйәһе, ә Әхмәҙулла олатай әбейе, зәғиф ҡыҙы менән артҡы урамда, мулла Ситдыҡ бабайҙарға күрше булып торалар. Бер литр һөт тоттора әсәйем, тишекле сеткаға ултыртып. Һаҡ ҡына ҡосаҡлап сығып китәм сәфәргә. Мең бәлә менән, уҫал эттәрҙән абаланмай, ата ҡаҙҙарҙан суҡылмай һөттө имен алып барып еткерһәм, миңә байрам. Итек башындай ғына баланы ҡунаҡтай күреп түргә үткәрәләр, өләсәй сәй менән булышҡан арала, урындыҡҡа менеп, тәҙрә янына баҫам, сөнки тәҙрәнең яңаҡтарына шул ҡаты кәнфиттең ҡурғаш билле ҡағыҙҙары йәбештерелгән. Ниндәйе генә юҡ! Һыйпап, һыйпап, һәр береһен ҡарап туйғас ҡына сәй эсергә ултырам.

Уларҙың мине ҡайтарғыһы килмәй, бала күреп һөйләндерәләр, ҡыҙыҡ табып көлөшәләр. Ләкин әсәйҙең киҫәтеүе ҡолаҡ төбөндә яңғырап китә, "Кеше аптыратып ултырма, тиҙ ҡайт! " Икенсе көнө шул сценарий тағы ҡабатлана, был юлы инде үҙебеҙҙең урам буйлап аҫҡа төшөргә кәрәк. Селек сыбыҡ ишек башынан күҙ ҡыҫҡас, бармай сара юҡ. Унда әсәйемдең ике туған Миңлебикә апаһы ике улы менән йәшәй. Колхоз һарыҡтарын эрзинкә итек кейеп йөрөп ҡарап, һыуыҡ үткәрҙе, ти әсәйем. Уның аяҡ - ҡул бармаҡтары сурайып сығып, бөкләнеп бөткән, "палиартрит" миндә ти. Унда ла бик йылы ҡаршы алалар. Эскерһеҙ, алсаҡ инәй булды, мәрхүмә. Уларҙың тәҙрә яңаҡтарына ғына түгел, тағы мейес алдындағы урҙаны тотоп торған таяуға ла теҙеп теге билле ҡағыҙҙар йәбештерелгән. Һәр береһенә " инвентаризация" үткәреп сығам. Миңлебикә инәйем мин килеүгә бер нисә ҡағыҙ ҙа әҙерләп ҡуя ҡайһы берҙә, сөнки ағайҙарҙың кәнфит ҡағыҙына иҫтәре китмәй, кеҫәмә лә кәнфит төшөп ятҡан саҡтар була.

Шулай итеп бер сумаҙан байлығым бар минең.

Әлфиә Нөгөш.

Автор:
Читайте нас: