Все новости
Литература
13 Мая 2022, 12:26

Аймылыш (сатирик хикәйә)

Нурйәнде баш ҡалаға бер аҙналыҡ командировкаға ебәрҙеләр. Ҡунаҡ-ханаға урынлашып, тәғәйен офисҡа барып теркәлгәндән һуң, уға аҙна башынан эшкә тотонорға ҡуштылар. 

Аймылыш (сатирик хикәйә)
Аймылыш (сатирик хикәйә)
Алда ике көн ял булыуҙан файҙаланып, ир ҡала буйлап бер аҙ йөрөп килергә тип сығып китте. Улай-былай йөрөп ҡәҙимге генә арығас, Нурйән беренсе осраған кафеға инде. Ир кешенең, билгеле инде, ҡала һынлы ҡалаға килгәс, эскә бер аҙ «йылылыҡ төшөрөп» алғыһы ла килә. Шуға күрә ул бер һауыт һыра алды ла, кафе түрендәге бер мөйөшкә ултырып, эсә башланы. Кафе буш тиерлек, бер-ике өҫтәлдә генә кешеләр күренә.
Баш ҡала булғас, унан да бигерәк бер күрмәгән ят әҙәмдәр йөрөгәс, ир үҙен иркенерәк тойҙо. Һәр хәлдә үҙенең тыуған яғындағы һымаҡ түгел. Күрмәгәнде күреп, тейешһеҙгә тығылып «ана, көпә-көндөҙ ҡыҙыу эш мәлендә эсеп ултыра» тип ғәйбәт таратырлыҡ ҡайһы берәүҙәр юҡ. Бында һине кем белә лә, кем таный!
Бер аҙҙан кафеға һимеҙ-һимеҙ алты-ете сумка-пакет тотоп алған бер ят ҡатын килеп керҙе. Килеп тә керҙе һәм мөйөштә ултырған Нурйәнде күреп тә ҡалды. Аяҙ көндө йәшен аттымы ни! Ҡатын күк күкрәгәндән дә былайыраҡ оло һөрән һалып ир янына һеләүһен тиҙлегендә атылып килеп тә етте:
– Әх, алкаш! Саҡ ҡына ҡалдырып сығып китер әмәл юҡ, бында килеп тә кергән! Тамағың туймайҙыр һинең, төпһөҙ ғорла! Хәҙер үк марш өйгә! Тор тейем!
– Һеҙ нимә, ханым?! – Нурйәндең ҡобараһы осто. – Мин һеҙҙе белмәйем!
– Белмәйһеңдер, һыумейе! – Ҡатында туҡтатырлыҡ түгел ине. – Анау сама эсеүеңә бисәңде лә танымай башлағанһыңдыр, әҙәм ояты!
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ мине бутайһығыҙ берәйһе менән...
– Ах, шулаймы әле, эт! Хәҙер башыңды уя һуғам биллаһи-валлаһи! Марш өйгә! Тот әйберҙәрҙе, алкоголик!
Яһил ҡатындың туҙыныуынан кафелағы бүтән ирҙәр шунда уҡ сығып тайҙы. Нурйәндең өҫтөнә баяғы сумка-пакеттар осто. Ҡатын ирҙе бөрә тотоп алды ла, әллә ҡайһы арала ҡулдарын сумкаларға ҡуша бәйләп, елтерәтеп алып сығып та китте. Донъяла булмаған «матур» һүҙҙәрҙе теҙә-теҙә әллә ҡайһы арала өйөнә алып барып та еткерҙе. Бер ни ҙә аңламаған Нурйәнгә буйһоноуҙан башҡа саралар ҡалмағайны инде. Ҡатын бөтә подъезды яңғыратып, ирҙе төрткөләй-төрткөләй эскә индерҙе. Тик шунда көтөлмәгән хәл булды. Фатир ишеген асҡас, Нурйәнгә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған бер ир килеп сыҡты. Бәйләнсек сәүек кеүек бер туҡтамай сәңкелдәгән яһил ҡатын был күренештән бер минутҡа ғына тын ҡалды ла, лап итеп иҙәнгә ултыра төштө. Артабан эш ни менән бөткәндер, уныһы Нурйәнгә мәғлүм түгел – аймылыштан файҙаланған ир күптән үк табанын ялтыратҡайны.
И.Сафиуллин.
Автор:
Читайте нас: