Все новости
Литература
7 Мая 2022, 10:00

ХӨКӨМ (повесть, 6-сы өлөшө)

Хәйҙәр Тапаҡов.

ХӨКӨМ (повесть, 6-сы өлөшө)
ХӨКӨМ (повесть, 6-сы өлөшө)

16

Нәйлә осло тырнаҡлы бармаҡтары менән лакка ҡатырылған сәсен төҙәткеләне. Йоғошло сире иҫенә төшөп ытырғанды, тәненән еңелсә ҡалтыраныу йүгереп үтте. Нәҙек сигарет алып ҡапты. Тоҡандырҙы. Тартырға Хәлимәлә өйрәнде. Ихтыярынан тыш иҫерткес эсемлектәрҙән дә ауыҙ итте, артҡа ҡалғанлығын, ауылдан икәнлеген күрһәткеһе килмәгәнгә тәмәкеһен дә борхотто. Араҡы-шараптан һаҡланды, саманан арттырманы, тормош һаҙлығына тәгәрәүҙән ҡурҡты, ә бына тартырға әүәҫләнде, тырышып ҡараһа ла, ташлай алмай. Ауыҙына көйөк тәме килде, шуға бер-ике тапҡыр ғына һурҙы ла һүндерелмәгән тәмәкеһен көл һауытына һалды. Һаламдай нәмә, төтөн ебен юғарыға һуҙып, тиҙ арала янып бөттө. Ҡуҙыраған тәмәке көлө өҫтәлгә һибелде. Нәйлә, юлаҡ ҡалдырып, быяла өҫтәлде һыпырҙы. Әшәке, әрпештәрҙе яратмай ул, ене һөймәй. Саҡ ҡына бысраҡ күрһә, танауын йыйыра, шуға ла коттеджда – тулы тәртип. Туҙан ҡунған йә саҡ ҡына ҡырын ятҡан әйбер күрмәҫһең, хеҙмәтселәренән бөхтәлек, өҫтәренең йыйнаҡ, килешле булыуын талап итә.

Нисек ҡотолорға был бәләнән, ҡайһылайтып гонаһын йәшерергә, тормошон яйларға? Әгәр был хаҡта уның тура юлға баҫыуына инанған Виктор Николаевич белеп ҡалһа, ғәфү итмәйәсәк, кисермәйәсәк, берәҙәк этте ҡыуып сығарғандай, тышҡа һөрәсәк. Хәҙер ҡала урамдары ҡарауһыҙ хайуан кимәленә төшкән асарбаҡтар менән тулған. Ҡайҙа ҡарама – йолҡоштар, ҡайҙа барма – шулар, ҡаҡашҡан ҡулдарын һоноп, теләнселәй. Тирә-яҡ, тотош ил хәйерселәр өйөрөнән генә әүәләнгән һымаҡ. Кейгән кейемдәре кергә ҡатып ҡайышланып бөткән, үҙҙәренән ҡырҡыу, уҡшытҡыс һыҡра еҫе килә.

Нәйлә ҡапҡа ауыҙына боролдо. Аҙға ғына туҡталды ла, шәшке тунының яғаһын күтәреп, бирсәткәле ҡулдарын кеҫәһенә йәшерҙе, аяҡтарын алмаш-тилмәшләп урынында тыбызыҡланы. Өтөп алып бара селлә сасҡауы. Тышта ниндәй генә көн тороуға ҡарамаҫтан, йоҡо алдынан саф һауала йөрөп әйләнеүҙе ғәҙәт иткән. Ҡайһы саҡ Виктор Николаевич та эйәрә, әле ул командировкала.

Һалҡындан күктәге йондоҙҙар сәсрәп ватыла ла, ҡарағусҡыл күк йөҙөндә ҡойроҡло эҙ ҡалдырып, түбәнгә атыла, төндө һыу кеүек үтә күренмәле иткән айҙың да мөйөшө кителеп ҡойолған. Бынау бөкрө бағаналар башындағы лампалар, туңыуға сыҙамай, сәсрәп ватылыр төҫлө.

Байҙарҙың үҙ зауыҡтарына яраҡлаштырып төҙөгән кирбес йорттары теҙелгән урамдан былай ҙа һирәк-һаяҡ үтәләр, бөгөн, яҡшы хужа этен сығармаҫ көндө, ул бөтөнләй бушап ҡалған. Бөтөнләй үк түгел: ана, тротуарҙан көйәнтәләй бөгөлгән әҙәм атлай. Башында – спорт кәпәсе, өҫтөндә – йоҡа болонья куртка. Ҡулдары менән иҙеүен йомарлап, терһәктәрен ҡабырғаларына тартҡан. Һыуыҡ алдырған үткенсе боҫ борхотоп ҡажғылдап йүтәлләй. Шәүләгә тартым ҡарасҡы яҡынланы һәм, кинәт ҡайырылып, ҡаршыһына сығып баҫты.

– Ради Бога, послушайте меня, прошу Вас…

– Что вам нужно? Сейчас же отойдите, а то позову на помощь! – Ерәнес, бысраҡ әйбергә йоғоноуҙан ҡурҡҡандай, ҡатын ситкә тартылды.

– Не бойтесь, успокойтесь, я Вам не причиню никакого зла. Мне негде ночевать в такой холод, готов провести ночь в собачьей конуре, где угодно, только не прогоняйте. Только на одну ночь…

Һүрәнке ут яҡтыһында асарбаҡтың йөҙөнә баҡты. Тупаҫ акцентына ҡарағанда, урыҫ түгеллеген самалап була. Нәйлә башҡортсалап яуапланы:

– Китегеҙ бынан, үҙегеҙҙең ни хәлдә икәнлегегеҙҙе күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ошондай хәлдә ҡуныу хаҡында үтенәһегеҙ. Оялығыҙ!

Үҙ телендә өндәшеүҙе ишеткән ир түгелеп китеп өлтөрәне:

– Алла хаҡына… Ишек төбөндә төн үткәрергә ризамын… Беҙ йоҡлап йөрөгән йылылыҡ ҡоҙоҡтарын бикләнеләр, хәҙер ҡайҙа барырға, ни ҡылырға? Подвалығыҙҙа ҡуныу өсөн генә лә аяҡтарығыҙҙы үбергә әҙермен…

Туҡта, ҡайҙалыр күргәне бар бит был кешене, тауышы ла таныш һымаҡ… Зиһенен көсәндереп, хәйерсене тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе һәм көтөлмәгән осрашыуҙан тертләп китте. Ауылдашы Ғәзим! Уны мыҫҡыл итеп сафлығынан яҙҙырған, киләсәген емергән, тормошон ҡотһоҙ йүнәлештән ебәргән, әсәһенең башына еткән Ғәзим! Яҙмыш һуҡмағы нисә йылдан һуң осраштырҙы, ҡан дошманын ҡаршыһына килтереп баҫтырҙы! Өмбәт урамындағы янауы ҡолағында ҡабаттан яңғыраны: «Ҡасан да булһа үсемде алам, үлтерәм мин һине!» Икеләнеп туҡтап ҡалыуҙы ризалыҡ тип ҡабул иткән Ғәзим Аллаға табынғандай теҙләнде, итектәрен үбергә тотондо:

– Бер төнгә генә эт ояғыҙҙа ҡунырға рөхсәт ит, ханым, үтенәм…

Тайшанып, итек үксәһе менән арыҡ иңбашты еңелсә эткәйне, көсө ҡайтҡан һонтор кәүҙә салҡан йығылды, шулай ҙа ғыжылдыҡ тауыш бер үк һүҙҙәрҙе тылҡыны:

– Бер төнгә, бары бер төнгә генә, ишегегеҙ төбөндә…

Бер аҙ ытырғанып ҡарап торғас, Нәйлә ерәнеп теш араһынан һыҡты:

– Пошел вон, мразь!

– Һеҙ шул тиклем дә таш бәғерлеме ни, ханым?!. Ҡайҙа ҡунырға миңә? Туңам бит, үләм… – Ғәзимдең өшөүҙән тотош тәне ҡалсылдай, тамағы бөрөлөүҙән тауышы эт өрөүенә тартым.

Дошманының үҙәләнеп үтенеүенә тыныс ҡалды ҡатын, таш һындай тура ҡатып, ихата ҡапҡаһын япмай ғына эс яҡҡа йүнәлде. Эйелеп, аяҡтарына килеп һырпаланған этте иркәләп һыйпаны, ҡолаҡтарының һыртын тырнаны һәм, көтмәгәндә күңелендә урғылған үс ағымына сыҙамай, этен һөсләтеп бармағы менән урам яғына төртөү хәрәкәте яһаны. Эт, бойороҡто үтәргә әҙерләнеп, уҫал ырылданы. Нәйлә, ҡайыш муйынсаны матҡып, бышылданы:

– Сидеть, Пират, сидеть! Он и так обречен, подохнет без посторонний помощи! – Ырғып торҙо ла йүгереп барып ҡапҡаны шартлата япты. Мәрхәмәт өмөт иткән Ғәзимдең иңрәүе ишек төбөнә ҡәҙәр оҙата барҙы:

– Үлтермә, ханым, үлтермә, мин дә бит кеше… Шул тиклем дә миһырбанһыҙмы ни һеҙ?..

Өйгә ингәс, йомшаҡ ҡәнәфигә сумып, сикәләрен ҡушусланы. Йыртҡысҡа әүерелеп бара түгелме? Аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ йыртҡысҡа… Ҡайҙан килгән ундай ҡанһыҙлыҡ, рәхимһеҙлек?..

Йәнендә ҡапма-ҡаршылыҡлы ике уй, фәрештә менән иблес, аҡ менән ҡара талаша:

«Һуң йоҡлап сыҡһын ишегең төбөндә, донъяң емерелеп китмәй ҙә баһа!»

«Юҡ, тағы ла бер тапҡыр юҡ!.. Эткә – эт үлеме!»

«Ул да бит кеше, әсәйеңдең үлемендә лә туранан-тура ҡатнашлығы юҡ, көтмәгән ерҙән килгән ҡаза, осраҡлы хәл… Бәхетһеҙлегеңдең башында үҙең тораһың да баһа, улайға китһә…»

«Ә мыҫҡыл ителеү? Ул түбәнһетелеүҙе кем аҡлар?»

Уйҙары үтмәҫ бысҡылай мейеһен игәй, аныҡ ҡына фекер төйнәр хәлдә түгел.

– Сәлимә!

– Мин бында, Наина Васильевна! – Ҡыҙ йүгерә-атлай килеп етте.

– Пиратты ашат та иреккә ебәр.

– Ни өсөн? Виктор Николаевич уны бәйҙән ысҡындырырға ҡушмай бит, бигерәк тә төндә!

– Әйткәнде эшлә! Ишекте ныҡ итеп биклә! Уттарҙы һүндер! – Бойороғона аныҡлыҡ индерҙе. – Урамда шикле кешеләр йөрөй, килеп инмәҫтәр тимә.

Таш балбалдай ҡатып, ҡараңғыла оҙаҡ ултырҙы. Аныҡ ҡарарға килә алмағанлыҡтан, йөрәге ике һүҙҙе өҙлөкһөҙ ҡабатлап һулҡыны: «Индерәм… индермәйем… индерәм… индермәйем…» Һынташтай ҡатҡан килеш таң алдынан ғына һаташыулы әүелйеп китте.

Иртәгәһен иртүк ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Участка инспекторы икән. Ул бармаҡтарын сикәһенә тигеҙеп алды, сөсө ялағайланып түбәнселекле сәләмләне:

– Хәйерле иртә, Наина Васильевна!

– Таң ҡый-һайҙан башланғас, көндөң хәйерле килеүе икеле.

Күпте күргән инспекторҙың иҫе лә китмәне:

– Инергә мөмкиндер?

– Әҙәпле ҡыланма, ингәнһең бит инде. Ни йомош?

– Йомош, тип… Үҙемә беркетелгән биләмәне тикшерә инем.

– Тикшерегеҙ. Беҙгә ниңә индегеҙ?

– Уҙған төн ҡапҡағыҙ төбөндә бер асарбаҡ туңып үлгән. Әле генә шуны моргҡа оҙаттым.

– Унда беҙҙең ни ҡыҫылыш?

– Белеп тороғоҙ, тибеҙ, һуңынан рәсми мәғлүмәттәрҙә өй адресығыҙ яҙылһа…

– Урамдағы һәр әшәкелек, енәйәт өсөн яуап бирә алмайбыҙ. Ә йортобоҙҙоң адресын кәрәккән-кәрәкмәгән ерҙә Виктор Николаевич күрергә теләмәҫ ине. Урынһыҙ ығы-зығы абруйына кире йоғонто яһай.

– Беҙ ҙә шундай фекерҙә.

– Беҙ тигәнегеҙ кемдәр?

– Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре.

– Полицияла халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар эшләүе ҡыуаныслы хәл. Артыҡ, кәрәкһеҙ мәғлүмәтте кеше иғтибарына сығармағыҙ. – Хужабикә инспекторға аҡса сығарып бирҙе. – Был һеҙҙең аҡыллы эш итеүегеҙ өсөн гонорар. Ярҙам кәрәкһә, тартынмағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки һеҙ беҙҙе яҡлайһығыҙ, беҙ һеҙҙе ҡайғыртабыҙ.

Инспектор ырғытылған татлы һөйәкте һауала уҡ эләктереп алған бурҙайҙай ҡәнәғәт ҡалды.

– Бәлки, кәрәкмәҫ? – Шулай тиһә лә, етеҙ генә аҡсаны тимер ҡаптырмалы түш кеҫәһенә йәшерҙе. – Рәхмәт. Йомартһығыҙ, Наина Васильевна!

– Һәр башҡарылған эштең, һатылған тауарҙың тәғәйен хаҡы була, шуға маҡтарға ашыҡмағыҙ. Һеҙ әйткән асарбаҡтың документы барҙыр бит?

– Бер ай элек төрмәнән иреккә сығарылыуы тураһында справкаһы ғына табылды. Туғандарын эҙләү ваҡытты ғына аласаҡ, тағы шуныһы – ул бындай ҡиәфәттә кемгә кәрәк?!

– Мәйетте ҡайҙа алып барырға иҫәбегеҙ?

– Ваҡ-төйәк документтарҙы тултырғандан һуң – крематорийға.

– Ул да әҙәм затынан бит әле. Мосолман зыяратына ерләүҙе ойоштороғоҙ.

– Зыярат хайуан тормошо менән йәшәгәндәрҙе ерләй торған урын түгел. Рөхсәт итмәйәсәктәр.

– Әлеге көнитмештә барыһы ла рөхсәт ителә! Ерләү бюроһындағы яуаплы кешеләр менән килешегеҙ, яйын яйлағыҙ. Һуңынан ошо мәшәҡәткә тотонолған сығымдар хаҡында еткерерһегеҙ. Килештекме?

– Эш эшләнгәс, кемгә мөрәжәғәт итергә?

– Шул тиклем дә белекһеҙһегеҙ, иптәш участковый! Ошо яуаплы эште һеҙгә мин ышанып тапшырам түгелме?!

Бармаҡтар ҡабаттан сикәгә ҡағылды:

– Ғәйеплемен. Шулай ҙа был сетерекле мәшәҡәт арзандан булмаясаҡ…

Бәйләнсек серәкәйҙән ҡотолорға теләгәндәй, Нәйлә, ҡулын һелтәп, ишек яғына эйәк ҡаҡты:

– Башта ҡушылғанды башҡарығыҙ, шунан килерһегеҙ! Сифат өсөн өҫтәмә гонорарға ла иҫәп тота алаһығыҙ.

– Бөтәһе лә урын-еренә еткерелер! Һау булығыҙ, Наина Васильевна!

Ғәзим бында асарбаҡтай көн иткән, тегендә, ауылда, Фәтих мулла менән Рауза абыстай мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек, әҙәми мөнәсәбәт хаҡында вәғәз һөйләйҙер. Яҡшы менән яман буталған болғансыҡ осор... Ә үҙе һуң, үҙе? Теге юлы Гөлбикә апаһы мәктәптәрҙең бөтөүен нигеҙ ташының һурылыуына тиңләгәйне. Уның да бит йәне ҡата бара. Әҙәм итеп тотҡан рух таштары берәм-берәм нигеҙенән һурылһа, бер килеп йәһәннәмгә мәтәлер…

Шул саҡтағы кисерештәрҙе яңынан күңеле аша үткәргәндәй, маңлайын усы менән ҡапланы. Күҙгә күренмәҫ битлектән ҡотолорға теләгәндәй, йөҙөн һыпырҙы, ләкин булмышын быраулаған уйҙарынан арына алманы: «Ни ҡылырға? Әгәр ошо һура барған батҡаҡтан сыға алмаһам? Һуңғы көндәремде асарбаҡ Ғәзим хәленә ҡалып үткәрәсәкмен бит, бысраҡ килеш хатта Хәлимәгә лә кәрәкмәйәсәкмен. Ундай яҙмышҡа дусар булмаҫ өсөн теләһә кемдең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙермен! Хәлимә… Уның ҡыҙы…. Был бит – ҡотолоу юлы!»

– Сәлимә! Сәлимә!

Өҫкө ҡатта ялбырай төшкән баш күренде.

– Төш әле бында!

Төнгө халат кейгән ҡыҙ йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа ҡаршыһына килеп баҫты:

– Тыңлайым һеҙҙе, Наина Васильевна.

– Ятҡанһың да икән.

– Ғәфү итегеҙ, китап ҡараштыра инем, йоҡлап киткәнмен.

– Зарар юҡ.

Нәйлә ҡыҙға күҙ һирпте. Буй-һыны шәп, балтырҙары тулы, осаһы ҡалҡыу, күрмәлекле йөҙ тураһында әйтәһе лә түгел. Лайыҡлы кандидатура. Виктор Николаевич, ҡатынына һиҙҙертмәҫкә тырышып, был һылыуҙың буй-һынын ашарҙай итеп юҡҡа ғына күҙәтмәй икән. Шәп ҡыҙ…

– Ҡаты ғына итеп һөтһөҙ кофе әҙерләп индер. Башым сатнай, тағы ла ҡан баҫымы төшөп китте шикелле.

– Хәҙер.

Ҡыҙҙы һынамсыл текәлеп оҙатты. Бында килгәнендә сибек кенә ҡыҙый ине, әллә ни арала өлгөрөп күҙгә лә эләгә башланы.

17

Бынан дүрт йыл элек көтмәгәндә фатир телефоны шылтыраны. Процедура ҡабул итә ине. Массаж яһаусы ҡыҙға сығып торорға ымланы ла, тегенең артынан ишек ябылыу менән аҡ һөйәктән боронғо стилдә эшләнгән телефондың алтын ялатылған трубкаһын үрелеп алып, йыбанып ҡына һуҙҙы:

– Ал-ло!

– Һаумыһығыҙ!Баҙнатһыҙ өндәшеү ишетелде. – Урынһыҙ борсоған өсөн ғәфү итенәм, гәзиттәге белдереү буйынса мөрәжәғәт итә инем.

– Да, мы давали такое объявление, но в настоящий момент я занята…

Шылтыратыусы көтмәгәндә йәнләнеп китте:

– Ғәфү итегеҙ, был Иманбаевамы әллә? Нәйлә?! Тауышыңды бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел!

– Кем менән һөйләшәм? – Шулай тиһә лә, ул да тауышты шундуҡ таныны.

– Кем булһын – Хәлимә! Әйтәм бит, белдереү буйынса шылтыратам. Бына бит, көтмәгәндә...

– Слушаю вас!

– Бергә уҡыған курсташығыҙҙан һеҙҙең хаҡта ишеттем. Фамилияғыҙҙың үҙгәреүен дә, ныҡ бай йәшәүегеҙҙе лә беләм. Мин ҡауыштырған кеше менән бергәһегеҙ икән.

Хәлимәнең һыу буйы хәбәргә күсеүе оҡшаманы, ҡырҡа бүлдерҙе:

– Ҡыҫҡа тотоғоҙ.

– Телефондан түгел, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшергә ине. Ни тиһәң дә, бөтөнләй үк ят түгелбеҙ. Килеп сыға алмаҫһыңмы? Фатирым элекке, эш урынында ла осрашырға мөмкин.

Ваҡытым юҡ! Белдереү буйынса һеҙ шылтыратаһығыҙ, ә мин түгел.

– Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ! – Трубканы һалып ҡуйыуҙан ҡурҡҡан Хәлимә ҡабаланды. – Әгәр мөмкин булһа, һеҙҙең өсөн уңайлы ваҡытты һайлап… – Хәлимә кем менән мөғәмәлә итеүен, уларҙы айырған йылдар арауығын иҫәпкә алмағайны, шуға буталып һөйләнде.

– Был арала эшем тығыҙ. Вәғәҙә итмәйем, бәлки, киләһе аҙнала…

– Рәхмәт һеҙгә. Эш һорап шылтыратыусылар етерлектер, әммә минең үтенесте лә иҫәпкә алһағыҙ ине!

«Бына шулай, Хәлимә апаҡайым, кем менән һөйләшкәнеңде һәм үҙ кимәлеңде һәр саҡ иҫеңдә тот…» Һығылмалы, йомшаҡ ҡулдар муйынынан алып аяҡ остарына ҡәҙәр тәнен яҙа, иркәләй. Ошо ҡыҙҙы даими саҡырта, хеҙмәт хаҡын да йәлләмәй түләй. Массажсы үтә лә тырыша, әгәр ҡушһа, тәнен ҡулдары менән түгел, теле менән ялап алыр ине. Массаждан бигерәк, шылтыратыусыны кәмһетеп һөйләшә алыуынан ҡәнәғәт ул. Хәлимәне бөгөн, хатта хәҙер үк ҡабул итә ала, әммә, шартына килтереп, теге аҙна аҙағына күсереп ҡуйҙы, әйҙә, өмөтләнһен, борсолоп көтһөн. Яйлы һылтау табырға һәм ҡабул итеүҙән баш тартырға ла мөмкин, әммә ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы еңде барыбер: ниңә шылтыратты Хәлимә? Ҡарт, эшлектән сыҡҡан әбей үҙен хеҙмәтсегә тәҡдим итмәйҙер ҙә? Асыҡларға кәрәк.

Ниһайәт, Хәлимә уның ҡаршыһында. Был көнгә айырыуса ентекләп әҙерләнде Нәйлә: күңеленә ятҡан иң килешле кейемдәрен һайланы, еренә еткереп биҙәнде. Ауылдан килгәнендә төҫһөҙ генә кейенгән, донъяның әсеһен-сөсөһөн татымаған бер ҡатлы ҡыҙ ине, күрһен хәҙер уның кемлеген! Әле тәхеткә ҡунаҡлаған батшабикәләй йомшаҡ ҡәнәфигә сумған, башы ғорур сөйөлгән, ҡарашы тәкәббер.

Инеүсе, күренеү менән күрешергә ҡулын һоноп, уның яғына ынтылғайны ла, сәләмләү ҡабул ителмәне – хужабикә ишек төбөндәге ағас ултырғысҡа ымланы, өҫ-башы теге саҡтағынан ары китмәгән ҡатынға юғарынан түбәнһетеп ҡараны. Хәлимә ҡыйынһынып ҡына ултырғыс ситенә һаҡты, туҙып төҫө ҡаса башлаған юбкаһын төҙәткеләп тартты.

– Һаумы… Һаумыһығыҙ, Нәйлә…

– Наина Васильевна, тиҙәр мине. Наина Васильевна Крестенко. Әйҙәгеҙ, алдан уҡ шулай килешәйек: үткәнде хәтерләп, танышлыҡҡа ишаралау, шул танышлыҡтан файҙа күрергә ынтылыу урынһыҙ һәм кәрәкһеҙ. Эйе, һеҙҙе ҡасандыр белә инем, ләкин был асылып китеп һөйләшеүгә сәбәп түгел. Иғлан буйынса мөрәжәғәт иткәнегеҙҙе әйттегеҙ, шулай ҙа мине ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирергә тура килер. Элекке урында эшләйем, тинегеҙ бит әле?

– Ауылдан килгәндән алып шунда инде.

– Эш араһында бер ҡатлы, аҡсаға мохтажлыҡ кисергән ауыл ҡыҙҙарын да һатаһығыҙҙыр? Ни тиһәң дә, иш янына ҡуш, өҫтәмә табыш, шулаймы?

– Улай уҡ түгел дә… – Хәлимә ғәйепле кешеләй башын эйҙе.

– Ни тиклем генә кеҫәгеҙҙе ҡайғыртһағыҙ ҙа, алға киткән ерегеҙ күренмәй. Алыш-бирешкә ҡоролған баҙар шарттарында конкуренттарығыҙ етерлектер. Үткәндәргә нөктә ҡуйыу йәһәтенән шуны әйтәм – һеҙ мине белмәйһегеҙ! Телегеҙҙе тыя алмаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ.

– Наина Васильевна, был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Аңлаштыҡ. Тыңлайым һеҙҙе.

Хәлимә һоҡланыу һәм көнләшеү аша бай йыһазлы йорттоң ҡаралтыларын теүәлләне:

– Ҡайһылай ҙа иркен, етеш йәшәйһегеҙ.

Йөҙөн ризаһыҙ сирып, хужабикә ҡырт киҫте:

– Әҙәм балаһы бай йәшәү өсөн түгел, бәхетле йәшәү өсөн тыуа был донъяға.

Ҡунаҡ башлағанын өҙмәй ҙә ҡуймай дауам итергә самаланы:

– Ошондай шарттарҙа йәшәүегеҙҙе күреү минең өсөн – оло шатлыҡ...

– Бына быныһы артыҡ, сөнки күҙҙәрегеҙ икенсене һөйләй. Йомошоғоҙҙо конкретлаштырығыҙ.

– Йомошом шул… Ауылда әсәйем йәшәй ине. Олоғайып үлеп ҡалды инде...

– Ауылдағы әсәйегеҙ, ҡыҙығыҙ хаҡында әйткәйнегеҙ шул, онотмағанмын. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, атай-әсәйҙе юғалтыуы еңелдән түгел. – Был һүҙҙәрҙе ихластан әйтһә лә, үткер ҡарашы менән ҡатындың тумалаҡ кәүҙәһен бырауланы. – Әсәйегеҙҙе әйтәм, һеҙҙән изгелек өмөт итеп ғүмере үткәндер инде?

– Ҡулымдан килгәнсе тырыштырҙым, мохтажлыҡ кисермәне. Ҡыҙым менән йәшәгәс, бирешмәне.

– Ҡыҙығыҙ ирегеҙҙәнме? Ғаиләгеҙ хаҡында һөйләгәнегеҙ булманы. Хәтерем яҡшы, бер әйтелгәнде һис ҡасан онотмайым.

– Ирем юҡ минең, бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булманым.

– Ҡыҙығыҙ елдән яралдымы?

– Күршенең иренән. Йәшлек хатаһы. Шул арҡала ауылдан китергә тура килгәйне.

– Һатҡан ҡыҙҙарығыҙ ғына түгел, тимәк, һеҙ ҙә фәхишә булып сығаһығыҙ түгелме? – Быны еңеүле тантана менән әйтте һәм асыҡлауын дауам итте. – Ярай, быныһы һүҙ араһында ғына. Әсәйегеҙ үлеп ҡалды, ә ҡыҙығыҙ әлеге мәлдә ауылда. Шулаймы?

– Эйе, апайымда йәшәй, быйыл мәктәпте тамамланы.

– Шул ҡыҙҙы бында, Өфөгә алырға иҫәбегеҙ, яңылышманыммы? Һеҙҙең бит мөмкинлектәрегеҙ киң, ҡыҙҙарҙы һатҡан аҡсаға балағыҙҙы ҙур ҡалала уҡыта алаһығыҙ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, хатта сит илдә лә.

– Быуыны нығынмаған баланы эргәмдән ебәрмәҫкә ине.

– Бына һеҙ ҙә һайлау алдына баҫтығыҙ. Кешенең ғәзизен теләһә кем ҡуйынына ырғытаһығыҙ, ә үҙегеҙҙеке йәл, йәл генә түгел, хатта был хаҡта уйларға ла ҡурҡаһығыҙ. Парадокс! Ярай, теләйһегеҙ икән, ҡыҙығыҙҙы ситкә ебәрегеҙ, үтә лә һаҡлауға, ҡурсыуға мохтаж икән, эргәгеҙҙә ҡалдырығыҙ. Ни ҡыла алам был осраҡта?

– Ҡыҙым билдәле сәбәптәр арҡаһында миндә ҡала алмай шул…

– Әй әттәгенәһе, онотоп ебәрә яҙғанмын – йортоғоҙ фәхешхана бит! Бындай шарттарға гонаһһыҙ йән нисек түҙһен!

– Ятаҡҡа ла урынлаштыра алмайым, ул сағында ике көндөң береһендә фатирыма киләсәк. Серҙең асылыуы бар. Шуға һеҙгә үтенес менән килдем, Наина Васильевна, уны ярҙамсы итеп үҙегеҙгә ала алмаҫһығыҙмы? Ҡараулы булыр ине, исмаһам.

Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы Нәйлә. Төплө фекер туплағас, ҡарарын әйтте:

– Хеҙмәтсе эҙләп гәзиттәргә белдереү биргәйнем, ләкин был осраҡта килешеү башҡасараҡ булыр. Ауыл ҡыҙының егәрлелегенә, йорт эштәрен еренә еткереп башҡара алыуына шикләнмәйем. Иртәгә иртәнсәк килеп китһен. – Янсығынан меңәрлектәр сығарып, эткә һөйәк ырғытҡандай, Хәлимәнең алдына ташланы. – Һеҙҙән алған теге бирәсәкте ун, хатта егерме тапҡыр артыҡ итеп ҡайтарам! Донъялағы донъялыҡта ҡайтарылырға тейеш!

– Ул саҡтағы хәлдәрҙе онотайыҡ инде. Һеҙ былай ҙа…

– Ә мин бер нәмәне лә онотмайым. Иҫәп-хисапты ла! Яйы сыҡҡанда хәйерселәргә саҙаҡа биреп китергә тырышам. Ә һеҙ миңә бөгөн үҙегеҙ килдегеҙ. Хәҙер иһә сығып китегеҙ!

Икенсе көндө атырға тумаланған сәскә ҡиәфәтендәге ҡыҙ килеп ингәс, көнләшеп ҡараны: «Минең дә ошондай саф, гонаһһыҙ саҡтарым бар ине бит. Бынау ҡаҡ түштәре тиртеп, кәүҙәһе тумалаҡланһа, ысын һылыуға әүереләсәк. Йөҙөнә һиҙелер-һиҙелмәҫ буяҡ яғып, биленә ҡәҙәр төшкән сәстәрен бөҙрәләтеп ебәрһә, ир-аттың һушын аласаҡ…»

Хәлимәгә шылтыратыуҙы кәрәк тапты:

– Айырым бүлмәлә йәшәр, ошонда уҡ туҡланыр. Уның төп бурысы – коттеджды тулы тәртиптә тотоу, аш-һыу йүнәтеү, башҡа йомоштарҙы үтәү. Былар өсөн тәғәйен эш хаҡы түләмәйем, әммә аҡсаһыҙ ҙа йонсомаҫ, кейемһеҙ ҙә йөрөмәҫ. Дөйөмләштереп әйткәндә, аҫрау итеп алам. Ошондайыраҡ шарттар. Һуңғыһы – миңә башҡаса шылтыратмағыҙ, һеҙҙең менән мөнәсәбәтте бөтөнләйгә өҙәбеҙ.

– Изгелегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Наина Васильевна.

– Ә һеҙҙең изгелекте ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел! – Нәйлә асыу менән телефон трубкаһын ырғытты.

Тәүге көндө үк Сәлимәгә кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуйҙы:

– Шарттарымды әсәйең еткергәндер, өҫтәп шуны ғына әйтәм, минең рөхсәттән тыш ҡалалағы фатирығыҙҙа күренеп йөрөмә. Был хаҡта белеп ҡалһам, ҡыуып сығарам.

Башың йәш әле, бысраҡлыҡты, әшәкелекте, бәйелһеҙлекте, алдаҡ-ялғанды былай ҙа күрергә өлгөрөрһөң, ҡыҙыҡай…

18

Виктор Николаевич ялдан ҡайтып төштө. Ирен аэропортта ҡаршыланы, ҡайтышлай ҡаланың бай ресторанына йүнәлделәр, айырым кабинаны биләнеләр. Ҡалын кеҫәлеләр өсөн тәғәйенләнгән был ял итеү урынына даими киләләр, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе, башҡа иҫтәлекле даталарҙы ошонда үткәрәләр, шуға уларҙы таныйҙар, теләп ҡабул итәләр. Официант вазалағы аҡ раузалар гөлләмәһен өҫтәл уртаһына ҡуйҙы, ашамлыҡ килтерҙе. Виктор Николаевич яҡшы коньяк, аҡ шарап талап итте.

– Мин эсмәйем.

Был бит еңел шарап. Ни сәбәпле?

– Уныһын ҡайтҡас аңлатырмын. Һиңә лә эсергә ярамай, беләһең. – Ҡәтғи ҡаршылығын белдермәй генә шелтәләп әйтте.

Виктор Николаевич эсеү менән мауығып киткәйне бер осор, табиптар ярҙамы менән туҡталды. Шунан бирле спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙына ла алмай ине. Шулай ҙа был юлы, осрашыу шатлығын сәбәп итеп, коньяктың төбөнә тиерлек төштө.

Һуң ғына ҡайттылар. Виктор Николаевич дәртләнеп көйләй-һыҙғыра ваннаға инеп китте, Нәйлә урын йәйергә кереште.

Түшәктә түҙемһеҙ ир ҡатынын ҡосағына ҡыҫты.

– Виктор Николаевич…

– Һағындым, Наиночка, ысынлап әйтәм.

– Тегендә танһыҡты ҡандырыусы һылыуҡайҙар табылманымы ни?

– Наиночка, тәнем дә, күңелем дә керһеҙ.

– Әллә… Ял йорттарын беләм, бер ым етә ундағы шаталаҡтарға...

– Ант итәм, тием бит… – Кәренә сыҙамаған ир өтөп алып бара.

– Виктор, бая ресторанда ни өсөн спиртлы эсемлек эсмәнем, беләһеңме?

– Әйт. – Ире һағайҙы.

– Дауаланам.

– Хәл етдиме?

– Етди.

– Асығыраҡ итеп әйткәндә?

– Йөрәк, тинеләр.

– Йөрәк булғас, етди инде ул! Беҙҙең шәхси врачҡа күрендеңме?

– Һин булмағас, юғары класлы хеҙмәтләндереү беҙгә эләкмәй.

– Нисек инде улай? Иртәгә үк асыҡлайым. Ниңә иртәгәне көтөргә, хәҙер! – Виктор Николаевич тороп уҡ ултырҙы.

– Кәрәкмәй. Ғәҙәти поликлиникаға үҙем барҙым. Ундағы шарттар ҙа насарҙан түгел. Әйтәм бит, төҙәлеүгә барам. Сәләмәтләнгәс, йәнем-тәнем менән бары һинеке генә булырмын!

– Тыныс йоҡо. – Ире үпкәләгән төҫлө һыртын ҡуйып ятты. Саманан арттырып эсеү үҙенекен итте шикелле, оҙаҡламай йоҡлап та китте.

Түшәмдәге гәлсәр люстралар теҙмәһе тәҙрә аша төшкән һүрәнке яҡтылыҡта тәре һәм боғалаҡҡа тартым шәүләне хәтерләтә. Шөбһәләнеп көткән бәлә яҡынайғандан-яҡыная. Ҡасан да булһа гонаһы асылыр, мөйөшкә ҡыҫырыҡлар, бынау түшәмдәге боғалаҡ муйынына һалыныр, тын алырға ирек бирмәҫ. Ял итеп ҡайтҡан ир үҙенекен талап итер, сараһыҙлар. Ә бит ул ошоға ҡәҙәр онотҡанда бер ашыҡ-бошоҡ ир бурысын үтәй ҙә тотошлайы менән эшенә бирелә ине. Әле лә ҡарыуы күпкә сыҙамаҫ, оҙаҡ тыйылғанға ғына егетләнә. Туҡта, ниңә әле ир теләген һүндерергә, әгәр, киреһенсә, ҡуҙғытып, ҡотортоп ебәргәндә?! Теге юлы башында моронлаған хәтәр планды оноторға тырышҡайны ла ул. Ә бит, айыҡ аҡыл менән фекер йөрөткәндә, ҡурҡыр бер нәмә лә юҡ. Бынан хәтәрерәк гонаһтарға батты ла баһа ошоға саҡлы, язаһыҙ ҡалды, йәшәп ята әлегә имен-аман. «Башҡа юлын күрмәйем!» – тине Нәйлә шыбырҙап ҡына һәм эргәһендә ятҡан иренә шикле ҡараш ташланы. Ә ул танауын яҫтыҡҡа төрткән дә мышнай бирә. Ҡабаттан түшәмгә баҡты. Теге боғалаҡ, оҙоная барып, карауаты өҫтөндә һалынғандай булды…

Иртәнге ашты кәйефһеҙ генә ҡапҡыланылар. Ошоға тиклем ишек төбөндә үбешеп хушлашырға ғәҙәтләнгән ире кейенде лә һыртын ҡуйҙы.

– Төшкөлөккә көтмә. Ял иткән арала эштәр йыйылып киткәндер, оперативка үткәреп алаһы бар, шунан һуң директорҙар Советының кәңәшмәһенә барам.

Виктор Николаевичтың артынан ишек ябылыу менән ҡатын ҡабаланып кейенә башланы.

19

Һатып алған кейем-һалымды карауат өҫтөнә ырғытҡас, Нәйлә янына Сәлимәне саҡырҙы:

– Кейеп күрһәт, килешәме икән?

– Әлләсе, уларҙы үҙегеҙгә тип һайлағанһығыҙҙыр?

– Үҙемәме, әллә түгелме – уныһын һуңынан асыҡларбыҙ. Кейеп күрһәт.

– Хәҙер үкме? Миңә лекцияға ине бит әле.

– Өлгөрөрһөң.

– Ошонда, һеҙҙең алда кейем алыштырырғамы?

– Минән оялаһыңмы? Әйҙә, ҡыланма!

Төрлө фасонда тегелгән затлы күлдәк-юбкалар, салбарҙар һомғол кәүҙәгә ҡойоп ҡуйғандай – йәш ҡыҙҙы яңы төҫтә, яңы сүрәттә күрһәтәләр.

– Фотомодель! – Нәйлә һоҡланыуын йәшермәне. – Бынау салбар, блузканы кей ҙә алдымдан үт әле!

– Уңайһыҙ. Мода күрһәтеү подиумында түгелмен дә инде, Наина Васильевна.

– Беҙҙең халыҡты кейем генә түгел, аҡҡош йөҙгәндәгеләй талғын атлау, килешле ым-ишара йәмләй, ылыҡтырғыс итә.

Ни генә ҡылһын ҡыҙ, буйһондо. Улай-былай үткеләп, бүлмәне кәлепләй башланы, үҙе яйлап ролгә инә барҙы: хәрәкәттәре ышаныслыраҡ, килешлерәк була барҙы.

– Тартынаһың, ана бит, ҡулыңдан килә. – Хужабикә дәртләндереп ебәрҙе лә иҫкәрмәһен яһаны. – Үҙеңде иркенерәк тот. Туҡта! Килешле итеп ҡайырыл! Эйел! Янбаштарыңды янтайт, асыҡ иҙеү аша ымһындырғыс итеп түштәреңде күрһәт!

Береһенән-береһе сағыуыраҡ, күҙҙе ҡыҙҙырғыс кейемдәр алмаштырыуҙан ҡатын-ҡыҙ нәфсеһе, ҡомары уянған Сәлимә, татлы төш күреүҙән айнып, ысынбарлыҡҡа ҡайтҡандай шып туҡтаны.

– Бәлки, етер, Наина Васильевна?

– Ярай, һинеңсә булһын! – Нәйлә, мөһим мәсьәләне хәл иткәндәй, ҡулын һелтәне. – Алғандарымдан ҡәнәғәтмен, матурҙар, был кейемдәрҙе һиңә бүләк итәм!

– Миңә?! – Иҫәпһеҙ йомартлыҡҡа ышанмайыраҡ ҡараған ҡыҙҙың күҙҙәре түңәрәкләнде.

– Яңылыш ишетмәнең – тотошлайы менән ал! Кисә Виктор Николаевич иҫкәрмә яһаны, нишләп Сәлимәнең өҫтөн ҡарамайһың, ти. Былай ҙә күптәнән презент яһарға йыйына инем, шуға иртә таңдан һине ҡайғыртыуым.

Затлы кейем бит былар…

– Байлыҡ тигәнең килә лә китә, бөгөн – бар, иртәгә – юҡ, әлеге мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәп ҡал!

– Бынау эске кейемдәр ҙә миңәме? – Ҡыҙ айырым ятҡан төргәктәргә ымланы.

Эйе. Хәҙер үк бөтәһен дә гардеробыңа элеп ҡуя алаһың. Һин йәш, әйҙә, кинәнеп ҡуллан, әхирәттәреңде көнләштер. Ҡартайһаң, уларҙың хәжәте ҡалмаясаҡ.

– Күлдәктәрҙең ҡыҫҡа итәклеләрен, асыҡ иҙеүлеләрен институтта кейә алмаҫмын инде.

– Курсташ ҡыҙҙарың да пәрәнжә бөркәнмәгәндер. Бишенсе йыл ҡалала йәшәһәң дә, ауыл ғәҙәттәренән ҡотола алмайһың!

Сәлимә, шатлығын йәшерергә тырышып, кейемдәрҙе ҡосаҡлап бүлмәһенә йүнәлде. Ул ялтырауыҡ тәтәйгә әүрәп сихырланған, шул уҡ ваҡытта йәшерен һағалаған шомдан һипһенгән бала фиғелендә ине.

Нәйлә ҡарарының ҡәтғилеген нығытып ҡуйыуҙы кәрәк тапты – ҡыҙҙың артынан бойороулы тонда ҡысҡырҙы:

– Бөгөндән ошоларҙы ғына кейеп йөрө. Беҙгә бит йыш ҡына бай ҡунаҡтар килә, ҡыҙҙарының өҫтөн ҡарарға ла эшкинмәйҙәр, тип уйлауҙары бар.

Өҫтәп алаһы әйберҙәре бөтмәгәйне әле, шуға ҡабаттан сығып әйләнергә итте. Аҙыҡ-түлек йыйнаны, аптекаға инеп сыҡты, гәзит-журнал, видеокассеталар һатылған ерҙә туҡталды. Ҡайтып ингәс, ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып, аш-һыу хәстәрләргә керешеп китте. Бешергән-төшөргәнен өҫтәлгә урынлаштырғас, ымһындырғыс ҡатын-ҡыҙҙар төшөрөлгән ялтыр журналдарҙыбәләкәй өҫтәлгә, эротик кассеталарҙы телевизор алдына, күренгән ергә һалды, ҡан баҫымын төшөрөүсе дарыуҙарҙы ир дәртен арттырыусы таблеткалар менән алмаштырҙы. Кинәт туҡталды. «Был тиклем дә мәкер, хәйлә миңә ҡайҙан килә? Аҡылдан шашҡандай ҡыланам, иремде енәйәткә этәрәм, ә хәйләһеҙ ауыл ҡыҙының киләсәген аяҡ аҫтына һалып тапайым түгелме? Элек бит ундай түгел инем. Әкренләп тормош төпкөлөнә тәгәрәйем, башта аяҡтарым батҡайны, аҙаҡ һаҙлыҡ билемә саҡлы йотто, хәҙер тағы ла тәрәнгәрәк һурылам. Һуңғы сиктә төпһөҙлөккә сумып юҡҡа сығасаҡмын…» Әммә йәнендә талашҡан ике яртының ҡараһы, ошоғаса ҡылынған гонаһтарын аҡлап, киреһен тыҡыны: «Яҡындарыңдың, Ғәзимдең үлемендә ғәйебең юҡ, һәр хәлдә, уларҙы белә-күрә һәләк итмәнең. Сәлимә һинең өсөн кем һуң? УлХәлимәнең ҡыҙы. Ханбикә шарттарында йәшәй, бушлай туҡлана һәм кейенә. Ошоларҙы эшләү үҙе үк изгелек. Теге саҡ Хәлимә ярҙам итеү һылтауынан тәнеңде лә, йәнеңде лә һатҡайны, инде һинең сират. Донъяҡуласа, әйләндереп бер баҫа. Юғарылағылар бирә әмерҙе, хөкөмдарҙар сығара хөкөмдө, язаның ғәҙелме-түгелме икәнлеген улар хәл итә. Тормош ултеатр. Виктор Николаевич менән Сәлимәгә килгәндә, улартормош драмаһында ҡатнашыусы ябай актерҙар ғына. Ошо фарсты сәхнәгә ҡуйыусы режиссер булараҡ, актерҙарҙан теләгәнеңде эшләтә алаһың, нисек кәрәк, шулай әүәләйһең…» Ҡара фәрештәнең кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәренә биреште, ниһайәт, ҡыҫылған ирендәренән: «Хәл ителде!»тигән өн һығылып сыҡты...

– Сәләм! – Виктор Николаевич ҡайтҡан икән дә баһа, ишек төбөнә баҫҡан да ғәфү үтенгәндәй итеп ҡарай.

Нәйлә ирен ҡосаҡлап алды:

– Ә мин һағынырға ла өлгөрҙөм. Йә, әйт әле, ҡәҙерлем, һине әлеге мәлдә ниндәй сюрприз көтә?

– Бәлки, ҡунаҡ барҙыр? – Хужа, аптырауға ҡалып, ян-яғына ҡаранды.

– Дөрөҫ әйтәһең, ҡунаҡ бар, ул – һин! Ошо һөйөклө кешем өсөн көн буйы өҫтәл биҙәнем, аш бүлмәһенә рәхим ит!

Түрҙәге затлы коньякты күргән ире ғәжәпләнеп китте, мәгәр кисәге табындан һуң баш төҙәтеп алырға теләүе йөҙөнә сыҡҡан. Уның яуабы күптән әҙер:

– Аш тәмләткесһеҙ өҫтәл йәмһеҙ. Теләмәйһең икән...

– Иң мөһиме – һинең теләгең, ҡәҙерлем!

...Иртәгәһен шешәне яңғыҙы бушатҡан Виктор Николаевич эшкә барырлыҡ хәлдә түгел ине. Нәйлә, телефон трубкаһын ҡалҡытып, кәрәкле һандарҙы йыйҙы:

– Хужағыҙ ауырый, бөгөн уны көтмәһендәр. – «Сәғәт унға тәғәйенләнгән кәңәшмәне лә кисектерһендәр», – тигән ыңғырашыуҙы ишетеп, кире ҡаҡҡыһыҙ тонда дауам итте. – Кәңәшмәне кисектерегеҙ һәм беҙҙе башҡаса борсомағыҙ. Нимә булып киткәнме? Һеҙ, урынбаҫар, етәксегеҙҙең гипертония менән яфаланыуын ошоғаса белмәйһегеҙме ни? Насар, бик насар! Хушығыҙ, ҡабатлап әйтәм, ул-был йомошоғоҙ хаҡында онотоғоҙ, Виктор Николаевичтың да сырхап, түшәктә ятып алырға хаҡы бар!

Рәхмәтле төбәлеп ятҡан иренә ҡарап, наҙлы йылмайҙы:

– Бөтәһе лә һәйбәт, ҡәҙерлем! – Үҙе ҡабаланып йыйына башланы: – Ял ит, йәме. Миңә табипҡа барып килергә кәрәк. Ҡасан ҡайтырымды әйтә алмайым, бәлки, процедураларға ҡалырға тура килер. Ә һин түшәктән берүк ҡалҡына күрмә, ҡан баҫымынан дарыуың журнал өҫтәлендә. Әгәр күңелһеҙ булып китһә, кисә алып ҡайтҡан журналдар бар. – Уйланғандай итте. – Хәйер, был хәлдә яңғыҙыңды нисек ҡалдырмаҡ. Сәлимә! – Ҡыҙ күренеү менән уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. – Хәҙер үк өҫтөңдө алыштыр! Әгәр ят кешеләр килеп инһә? Оят! Бөгөн дәрескә бармаҫһың, күрәһең бит, Виктор Николаевичтың сәләмәтлеге шәптән түгел. Сәғәт һайын ҡан баҫымын үлсә, дарыуҙарын эсер! – Иренә ҡарап, йөҙөн ирәмһетте, арауыҡ аша үбеү хәрәкәте яһаны. – Йә, ярай, мин киттем!

20

Тәғәйен генә барыр ере булмағас, ҡала ситенә тәбиғәткә сығып әйләнде, төштән һуң әхирәтенә боролдо. Оҙаҡ ҡына ләстит һаттылар, иҫке яңылыҡтарҙы яңырттылар. Ваҡытты һуҙырға теләп, кафеға инде. Төнгө күңел асыуҙарға тиклем байтаҡ ваҡыт бар әле, шуғалырмы бер нисә өҫтәлде генә биләгәндәр. Оҙаҡ тотҡарланманы, заказы буйынса килтерелгән салатта сәнскеһе менән теләкһеҙ генә соҡонғас, официантты саҡырып иҫәпләште лә сығыу яғына йүнәлде. Көтмәгәндә ҡаршы инеп килеүсе инспектор менән бәрелешә яҙҙы. Теге уны абайлау менән ғәҙәттәгесә сөсө йылмайҙы. Ошо йылмайыуын яратмай, хатта күрә алмай, саманан тыш татлы нәмә ҡапҡандай, күңеле болғана башлай.

– Хәйерле көн, Наина Васильевна!

– Хәйерле булғас, һеҙҙең биләмәлә тулы тәртиптер, ә, иптәш лейтенант?

– Өлкән лейтенант!

– О-о-о, абайламай ҙа торам, дәрәжәгеҙ менән ҡотлайым! Һеҙ быға лайыҡ!

– Хәлдән килгәнсә тырышам инде. Рәхмәт. А что касается моего участка, там все в ажуре!

– Улайһа, беҙгә тыныс күңел менән йәшәргә мөмкин?

– Тулы ышаныс менән, шикләнмәйенсә!

Китә бирҙе лә, көтмәгәндә башын артҡа ҡайырҙы Нәйлә:

– Әйткәндәй, беҙҙең халыҡта бер мәҡәл бар бит әле: «Доверяй, но проверяй!» Теге саҡ ҡушҡан йомошом өсөн һәйбәт гонорар түләнем, ә бына эште ҡабул итеп алырға, уның башҡарылғанмы-юҡмы икәнлеген белешергә ваҡыт тапманым. Бәлки, хәҙер үк тикшерербеҙ?

– Әлбиттә, Наина Васильевна, әлбиттә!

– Улайһа, мине шунда алып барығыҙ!

– С превеликим удовольствием! – Инспектор Нәйләнең машинаһына ҡунаҡланы. Салонға арзанлы тәмәке көйөгө, әсе тир еҫе таралды.

Зыярат шомло тынлыҡ менән ҡаршы алды. Ағас-ҡыуаҡтарҙан һибелгән япраҡтар асфальт һуҡмаҡҡа һары келәм булып ятҡан. Инспектор, хужаһы менән иркенлеккә йөрөргә сыҡҡан бәйҙәге бурҙай ише, йүгерә-атлай алдан төшкән:

– Бына бында ята ул, Наина Васильевна, тейешенсә ерләнек, хатта мәрмәрҙән ҡәбер ташы ла ҡуйҙыҡ. Был тиклем ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ булмаһа ла…

– Уныһы инде һеҙгә ҡағылмай. Китһәгеҙ ҙә була!

…Бына ул яңғыҙы. Ҡулындағы раузалар гөлләмәһен ҡәбер өҫтөнә һалды. «Баҡыйлыҡтағы хәлдәрең нисек, хайуан?! Бәлки, ошо мәлдә тамуҡ утында янаһыңдыр? Ян, әйҙә, ян… Яныңа килгән мине танып, ғәжәпләнеүеңдән урыныңда әйләнеп тә ҡуйғанһыңдыр, бәлки. Ә бит инспектор хаҡлы, затлы таш аҫтында ятырға хаҡың юҡ. Рухыңа ҡиммәтле гөлләмә лә тейеш түгел. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, килтерҙем, мин һарандарҙан түгел. Нишләп һалҡында ҡатырып үлтерҙең, тимәксеһеңме? Ә һин мине кемгә әүерелдерҙең? Гонаһһыҙҙан – гонаһлы, аҡтан ҡара яһаның…»

Ауыр уйҙарын күрше ҡәбер эргәһендәге еңел һөйәкле, аҡ яулыҡ ябынған ҡарсыҡ бүлде. Ул сыбыҡтай ҡатҡан бармаҡтары менән битен һыпырып алды ла үҙ алдына һөйләнгәндәй теҙҙе:

– Был ҡәберҙә ҡартым ерләнгән. Һәйбәт, игелекле, эшлекле, мәрхәмәтле зат ине, ике яуҙа ҡатнашҡан ветеран. Фин һуғышында, шунан Курск янында ҡаты яралар алһа ла, һуңғы көндәренә саҡлы йәшәргә ынтылып ҡырталашты. Тормошто, кешеләрҙе ярата ине шул. Элек көн һайын килә инем янына, хәҙер– аҙнаһына бер. Ара ла алыҫ, йылдар үтеү менән сәләмәтлек тә шәптән түгел… Бында кемең ерләнгән?

– Танышым, ауылдашым.

– Затлы гөлләмә килтереүеңә ҡарағанда, яҡын кешеңдер?

– Минең өсөн ул ят! Холоҡһоҙ, хаяһыҙ бер әтрәгәләм ине. Бабайыңа килгәндә, биләгән урыны шәптән түгел, сөнки бысраҡ йәнле кеше менән йәнәш ята! Хушығыҙ!

Арт яғынан әбейҙең шыбырҙап һөйләнеүе ишетелде:

– Фанилыҡта көн иткән барлыҡ ҡолдарыңды ла насар эштәрҙән, гонаһтарҙан арындыр, Хоҙайым!

Зыяраттан сыҡҡас, биниһая ваҡыт машинаһында ултырҙы. Нишләп ҡапыл ғына бында килергә итте әле? Енәйәтсе үҙенең енәйәт ҡылған еренә иртәме-һуңмы әйләнеп килә, тиҙәр, бәлки, шуғалыр… Ҡайтырға ҡуҙғалғанда тышта һиҙелеп ҡараңғы төшкәйне. Фараларын яҡтыртып, елгән машиналар ағымына ҡушылды.

…Гел йоҙаҡлы төп ишекте бикләмәгәндәр. Өҫ кейемен һалғас, көҙгө ҡаршыһында бит-йөҙөн күҙҙән үткәрҙе. Өҫкө ҡатҡа күтәрелде, бында ла бар нәмә урынында һымаҡ. Бүлмәһенән сығышлай, ҡайтҡанлығын белдереп, ишекте ҡаты ғына итеп япты. Аяҡ тауыштарын ишетеү менән күренергә ғәҙәтләнгән Сәлимә лә юҡ. Йоҡо бүлмәһендәге утты ҡабыҙып, боларынҡы түшәктә аунаған иренә өндәште.

– Хәлдәрең нисек?

Биленең түбән яғын юрғанға урап йөҙтүбән ятҡан Виктор Николаевич, түбәһендәге сәс өлпөһөн һыпырып, йәшкелт күҙҙәрен йәшергәндәй итеп ғәйепле кешеләй мығырҙаны:

– Пойдет. Бара.

– Барамы, әллә һәйбәтме? – Нәйлә ниндәйҙер эске тантана менән төпсөнә бирҙе.

– Һәйбәт, тинем дә.

«Йәшермә, ирекәйем, хәлдәреңде тел төбөңдән һиҙәм», – тигән уй йүгерҙе ҡатындың башынан.

– Сәлимә, һин ҡайҙа, кил әле!

– Ул сығып китте.

– Һуңға ҡалып ҡайҙа юлланды?

– Әйтмәне.

Түшәк ҡырына яҡынайып, яланғас билдән, әле ныҡлығын юғалтмаған яурындарҙан, мускулдары ҡабарған беләктәрҙән һыйпаны. Эйелеп, иңбашына ирендәрен тейҙерҙе. Танауына ят ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелде. «Әһә, эштәр былайыраҡ икән!» Яҫтыҡҡа йөҙтүбән боҫҡан башты үҙенә ҡаратып, һағайыулы йөҙгә текәлде, осло тырнаҡлы бармаҡтарын оло кинәнес һәм ниндәйҙер ҡырағай ҡанығыу менән арҡаға батырҙы.

– Наина…

Сәбәпһеҙ шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе лә, ҡоласын йәйеп, түшәккә салҡан йығылды Нәйлә:

– Ҡамасаулаусы булмағас, ҡайһылай ҙа рәхәт! Беҙҙе аулаҡта ҡалдырып, бик дөрөҫ эшләгән Сәлимә. Бөгөн ошолай иркенләп ял иткем һәм иркәләнгем килә... – Мәкеренең тормошҡа ашыуына дәртләнеп киткән ҡатын, кәйефе күтәрелеп, иренең ҡосағына сумды...

Сәлимә ҡайтманы. Икенсе көн дә, унан ары ла күренмәне. Ҙур коттеджда яңғыҙына күңелһеҙ, толҡа юҡ. Йыйыштырыусы булмағас, йортта тәртип урынлаштырырға керешеп китте. Аҫҡы ҡатты йыуып-һөртөп бөткәс, Сәлимәнең бүлмәһенә инде. Унда күнегелгән тәртип. Китап кәштәһендә – рус һәм сит ил әҙәбиәте классиктарының китаптары, карауат эргәһендәге тумбочка өҫтөндә яртылаш сигелгән йомшаҡ башлыҡ күренә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата ине ҡыҙ. Шунда уҡ ҡалын ғына блокнот ята. «Туҡта, ҡарайым әле, ниҙәр яҙылған икән?» Ҡыҙыҡһыныу менән биттәрҙе асҡыларға кереште. Ыҡсым ғына юлдарға теҙелгән шиғырҙар. Бер нисәүһен уҡып сыҡты, оҡшатҡандай итте. Ихлас яҙылғандар, рифма ла, ритм да урынында. Шиғыр яҙыуҙың рәт-сүрәтен аҙыраҡ белә Нәйлә, мәктәптә саҡта, ижад менән мауығып, әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнгәйне. Блокнот тышындағы яҙыуға иғтибар итте: «Яратам һине, тормош!» Хәйләһеҙ йән, донъяның аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ икәнлеген белмәйһең әле, белмәйһең! Туҡта, шул тиклем дә гонаһһыҙ фәрештәме икән? Карауат аҫтына күҙ атты, тумбочка эргәһендәге спорт сумкаһын аҡтарҙы, шифоньерға эленгән күлдәктәрҙе барланы. Бер килмәһә, бер килер ине әйберҙәре артынан, гонаһының фашланыуынан ҡурҡалыр… Әһә, был ниндәй пакет? Аяҡ кейемдәре тартмаһынан тапҡан полиэтилен пакеттың эсенән ҡанға буялған эске кейем килеп сыҡты. Бына бит уның эҙләгәне! Аяҡ остары менән шылдырып, уларҙы кире пакетҡа тултырҙы. Кәрәк буласаҡ әле былар!

Ире эштән ҡайтып ингәндә ҡатын ҡайнар күҙ йәштәрен түгә ине.

– Ниңә илайһың, Наиночка? – Һыҡтауҙың үҙенә ҡағылышлы икәнлеген һиҙенгән Виктор Николаевич борсолоулы төбәлде.

– Әйтерһең дә, белмәй…

– Асыҡлаңҡырап һөйләһәңсе! Әллә Сәлимә…

Башлағанды әйтеп бөтөрөргә бирмәй, Нәйлә ярһып ҡысҡырҙы:

– Һинең башыңда йәш ҡыҙҙар ғына, хәләл ҡатының хаҡында ҡайғыртыу ҡайҙа!

– Сәлимәнең сығып китеүенә нисә көн үтте, йә үҙе килмәй, йә хәбәре юҡ.

– Йылы хәбәр көтәһеңме ни әле һин? Былар хаҡында ни әйтерһең?! – Пакет эсендәге әйберҙәрҙе, бармаҡ остарына эләктереп, юғары күтәрҙе лә иренең алдына төшөрҙө.

Виктор Николаевич урынында өнһөҙ һерәйҙе.

– Нишләп өндәшмәйһең, Виктор Николаевич? Мыҫҡыл ителгән ҡыҙ әлеге мәлдә ҡайҙа йөрөй? Әгәр өҫтөңдән прокуратураға ялыу яҙһа, ғүмер буйы йыйған мөлкәтеңде түләп тә ҡотола алмаясаҡһың бит. Ә миңә булған хыянатың? Тимәк, һин тегендә, ял мәлендә лә уйнаш иткәнһең! Шул башың менән парламентҡа депутатлыҡҡа, халыҡ һайланыусыһына дәғүә итәһең, үтәлмәҫ вәғәҙәләр менән һайлаусыларҙың башын бутайһың. Депутат булып үткән хәлдә трибунанан әҙәп, әхлаҡ тураһында һөйләрһеңме?

Ошоғаса кимәл, абруй һаҡлаған Виктор Николаевич уңмаған ҡамырҙай бәлйерәп төштө. Ирен тамам үлтергес, ҡыйратҡыс һүҙҙәр менән шаңҡытты ҡатын:

– Һинкөсләүсе! Бәлиғ булмағандарҙы көсләүселәр айырым статьяға ярашлы хөкөм ителә!

– Шайтан ҡотортто! Һин сығып киткәс, ғүмерҙә кисермәгән ир ҡарыуы алҡымымдан алды, тыйып торғоһоҙ көслө теләктән күҙ алдарым томаланды. Нисек тә тынысланырға тырыштым, ә эргәмдә генә, ымһындырып, ярым-яланғас Сәлимә йөрөп ята. Их, барыһына ла үҙем генә ғәйепле!

– Аҙғынлығың бының менән генә бөтһә ҡана ла һуң, уның бит эҙемтәһе тағы ла аяныслыраҡ. Сәлимә һиңә венерик сир йоҡторған, үҙ сиратыңда һин мине бысраттың. Бөгөн үҙебеҙҙең врачҡа түгел, поликлиникалағы табипҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, шигем раҫланды.

– Бына бит нисек… – Виктор Николаевич быуынһыҙланып бөгөлөп төштө. – Әгәр кисерә алһаң, кисер, Нәйлә…

Аҙағы бар.

 

Автор:
Читайте нас: