Все новости
Литература
3 Мая 2022, 10:00

ХӨКӨМ (повесть, 2-се өлөшө)

Хәйҙәр Тапаҡов.

ХӨКӨМ (повесть, 2-се өлөшө)
ХӨКӨМ (повесть, 2-се өлөшө)

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереү тыйыла.

3

Яңғыҙҙар Тауы – оло ҡаҙанға оҡшап, Өмбәт ауылының ҡушлауына түңкәрелгән күркәм ҡалҡыулыҡ. Тирә-яғын шыйыҡ сауҡалыҡ уратҡан, ә түмәләс уртаһында һоро таштар өйөмө айырымланып күренә. Таштарҙы аралаштырып, бил тиңенән ал, һары сәскәле селек, тубылғы, гөлйемеш үҫә, ҡырлауҙағы барыһынан бейегерәк булып ярпайған муйыл ҡыуаҡтары – түмәләстең ҡото, йәме. Шул муйылдар май айында һөт күбегеләй, иртәнге ҡуйы томандай аҡ сәскәгә күмелһә, бындағы иҫерткес хуш еҫ ауыл урамына инеп тула хатта. Яҙ ҡояшы ҡыҙҙыра башлау менән ҡарҙан әрселгән асыҡлыҡта көн оҙоно бала-саға сыр-сыу килеп тәсәй уйнай, туп һуға, кистәрен йәштәр йыйылып усаҡ яға, уйын ҡора. Көҙ башында йәш-елкенсәк ситкә юлланһа, тәбиғәттең яңынан уяныуын көтөп етемһерәп, бойоғоп ҡала Яңғыҙҙар Тауы. Был урынға ундай атаманы нилектән биргәндәрҙер инде, кем белә. Суйыр таштар айырымланыбыраҡ һерәй-гәнгә ошолай атауҙары бар, бәлки, һөйгән йәрен көтөп ала алмау сылар ҡушҡандыр ошо исемде. Яңғыҙҙар Тауында әле аулаҡ. Кескәйҙәр ғәҙәттә көтөү ҡайтыр саҡта өйҙәренә таралыша, ә йәштәр күрше ауылдарҙан тиҫ-терҙәре килер көн уйынды клубта ойоштора.

Бүкән һымаҡ булып сурайған таш өҫтөнә барып ултырҙы ҡыҙ. Көндөҙгө томранан арынған ағас-ҡыуаҡтар киске һиллектә ойой, тамырҙары аша ер төпкөлөнән дым ишараты йотҡан үләндәр ҙә ҡайһылыр кимәлдә йомшарып ҡалған төҫлө. Тын алыуҙары иркенәйә төшкән йән эйәләре үҙҙәренең барлығын белдерә: уянып өлгөргән төн сиңерткәһе соролдап ебәрҙе, тубылғы төбөнән билдәһеҙ ҡош әллә һыҙғырҙы, әллә сутылданы. Ауыл яғынан йыбанып ҡына эт өрөп ҡуйыуы, аҙашып ҡалған бәрәстең инәһен эҙләп тәзелдәүе ишетелде. Асырғанып өҙәләнеү яманһыулатып ебәрҙе. Таш йөҙөнә соҡоп “Ғәлимйән” тип яҙылған ергә һуңғараҡ ашыҡ-бошоҡ ҡына үҙенең исемен сыймаҡлағайны, әле ул беленер-беленмәҫ төҫмөрләнә.

Уларҙың йәш айырмаһы өс йыл. Шулай булһа ла, гел бергә уйнап, ағалы-һеңлеле һымаҡ тағылып йөрөп үҫтеләр. Ғәлимйән уны бала саҡта малайҙар йәберләүенән ҡурсыһа, мәктәптә уҡығанда, дәрестәр бөткәнен көтөп, сумкаһын күтәреп алып ҡайта ине. Ҡыш көндәре сана-саңғы шыуғанда пальто төймәләрен ҡаптыра, һыпырылған шәлен, ялбыраған сәстәрен төҙәтә, бейәләйҙәрен һалдырып, ҡаҙ тәпәйҙәреләй ҡыҙарып өшөгән ҡулдарын өрөп йылыта. Хас та ағаһы инде. Һаҡлауға, яҡлауға, наҙлауға өйрәнеп, күнегеп бөттө, шулай тейеш, тип ҡабул итеп үҫте. Уға һис ҡасан “ағай” тип өндәшмәне, үтенесе булһа, йомош төшһә, тулы итеп “Ғәлимйән” ти, башҡа саҡта – “Ғәлим” генә. Иҫ инә башлағас, ҡурсалауҙарҙы, ярҙам итеп булышыуҙарҙы көтөп кенә ҡалманы, талап итте. Тегеһе һис һүҙһеҙ әйткәндәрен үтәй, буйһона. Егет мәктәптән һуң ауыл хужалығы техникумына уҡырға инде, мәгәр шул уҡ көҙ уны армияға алдылар. Алыҫ Көнсығыштан Яңы йыл, 8 Март айҡанлы ҡотлап ебәрелгән ҡош телендәй сәләм открыткалары уның өсөн ысын мәғәнәһендә көтөп алынған ҡәҙерле бүләккә әүерелде. Армиянан танымаҫлыҡ булып үҙгәреп ҡайтты егет, ҡырыҫланды, янына килмәне, алыҫтан күреп ҡалһа, күрмәмешкә һалышты. Ә ул ғашиҡ булып өлгөргәйне. Аҙағынаса аңлашылып бөтмәгән сәйер ситләшеү мөхәббәт утын һүндермәне, һүрелтмәне, киреһенсә, дөрләтеп кенә ебәрҙе.

Ғәлимйән техникумдың ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте, хәҙер бүлексәлә агроном вазифаһында эшләй. Әсәһе уны яратып телгә ала, тәүфиҡлы, инсафлы бала, ти, ә атаһы, парторглығына барып, киреһен тыҡый: “Эренән сирттерә, аулаҡта тап итеп күпме өгөтләнем, партия сафына инергә теләмәй, тимәк, платформаһы ныҡлы түгел, сәйәси кимәле түбән!” Әсәһенең үҙ һүҙе һүҙ: “Платформаңды, палитикаңды тылҡыма, йәме, әйтерһең, бында палитучеба. Ҡыҙым үҫә төшһә, кейәү итер инем үҙен, атаһы Сәлимйән дә эшкә бөтмөр, сымыры, ә Ғәлимйән атаһына оҡшаған”. Шуларҙы ишетә лә, гөлтләп тоҡанып киткәнлеген күрһәтмәҫ өсөн өйҙән сығып китә һала.

Оҙаҡ көттө, әммә был яҡҡа яҡынлаусы күренмәне. Шылт иткән та-уыш ишетелһә, терт итеп ҡала. Әлеге мәлдә, ғорурлығын еңеп, егет-те осрашыуға саҡырыуына үкенеп бөтә алмай ине ул. “Ни тиклем түбәнселек, оят!” Күңеле бер үк һүҙҙәрҙе тылҡып иңрәне.

Офоҡ бөтөнләй ҡарағусҡылланды, күк көмбәҙендә ара-тирә йондоҙҙар ҡабынды, ер йондоҙло төн юрғанын ябынды. Тәбиғәттең тәмле йоҡо-һон бүлергә теләмәгән ел дә Һаҡмар үҙәнендәге тау ҡултыҡтарына, йылға бөгөлдәренә китеп аҙашҡан. Ауыл яғынан гармун тауышы ишетелде. Торҙо, күлдәк итәген тартып төҙәткәс, шул яҡҡа ыңғайланы.

Клубтың ишеген шар асып ебәргәндәр, тәҙрәләрҙән, асыҡ ишектән тыш яҡҡа ут көлтәһе бөркөлә. Залдағы ултырғыстар стена ситенә урын-лаштырылған, ҡалғандары ситкәрәк өйөлгән. Әлегә күрше ауылдарҙан килеп өлгөрмәгәндәр, шуға клубта йәштәр күп түгел. Уны бында әйҙәп килтергән моңдо бүлексә тимерсеһе Рауил тарата икән дә баһа. Ул, күҙләүҙәрҙән ҡасҡандай, ҡараңғыраҡ ергә боҫҡан да, бер кемгә иғтибар итмәйенсә, ауыр эштән ҡатҡан бармаҡтарын хромка телдәренән етеҙ йүгертеп оҙон көй һуҙа. Әҫәрләнеүҙән, бирелеп уйнауҙан Рауилдың ташкүмерҙәй ҡара күҙҙәре ярым йомолған, ҡуйы, өтөрөй ҡаштары тоташып, ирендәре ҡыҫылып киткән. Сәхнә түренә, ҡалҡыу урынға ҡуйылған өҫтәлде түңәрәкләгән үҫмер егеттәр шарт та шорт иттереп домино һуға, араларында һонтор кәүҙә айырым-асыҡ һерәйгән. Ғәзим уның инеүен абайланы, оҙон муйынын һоноп ишек яғына ҡараны һәм үҙенең бындалығын күрһәтергә теләпмелер, өҫтәлгә шапылдата һуҡты: “Балыҡ! Иҫәпләгеҙ!” Ишек төбөндәрәк урынлашҡан ҡыҙҙар араһында Гүзәл күренә. Нәйлә күҙ хәрәкәте менән әхирәтен янына саҡырҙы. Тегеһе эргәһенә килер-килмәҫтән уҫал бышылданы:

Записканы алғанмы?

Алмаған шул, Ғәлимйән Аҡнаҙарҙағы теге ҡыҙына киткән шикел-ле, һәр хәлдә, шулай тип ишеттем. Ана ҡайтыр, бына ҡайтыр тигәстәре, Әҡлимәне ике-өс тапҡыр һылтауын табып ебәргәйнем дә, тап итмәгән. Бында килерҙән алда тағы киткәйне, уйынға әүрәпме, ҡайтмай ҡалды.

Шул хаҡта алданыраҡ хәбәр итеп булмай инеме?

Һеҙгә барғайным, әсәйең, Нәйләнең башы ауырый, яңы ғына йоҡ-лап китте тип, яныңа индермәне.

Гүзәл аҡланыуын ослап та өлгөрмәне, ишек ауыҙында сибек кенә ҡыҙҙы етәкләп алған Ғәлимйән күренде. Уларға текәлде лә, йәшен атҡандай шаңҡып, урынына һеңде. Баҙап ҡалыуын башҡаларға күрһәтмәҫ өсөн йылмайырға тырышты, тик яһалма көләсләнеү йөҙөн сирылтты ғына. Был икәү ҡаршы стена яғынан урын алды. Егет ҡыҙға ниҙер һөйләй, тегеһе әҙәпле генә баш ҡағып тыңлай. Ҡыҙҙың ябыҡ буй-һыны уртасанан саҡ ҡына бейегерәк, өҫтөндә килешле балитәкле күлдәк. Йөҙө ҡарағусҡыл, мөләйем. Тотош фиғелен йәмләгәне – тирә-йүнгә ышаныусан ҡараған һоро күҙҙәре һәм биленә ҡәҙәр төшөп икенән үрелгән ҡалын сәс толомо. Мәгәр ҡыҙ уға оҡшаманы, көндәше булғанға, Ғәлимйәнде йәнәшләгәнгә оҡшаманы. “Йә, ҡайһы ере минән артыҡ инде? Һуҡырҙыр был күҙле бүкән Ғәлим!” Тәүге тапҡыр яҡын кешеһен эсенән әрләне, битәрләне. Уңарсы күрше ауыл йәштәрен эйәртеп йүгерә-атлай килеп ингән клуб мөдире Зиннәт, сәхнә артындағы кабинетын асып, магнитофон тоҡандырып ебәрҙе. Талғын, аһәңле вальс ағылды. Кемеһелер аҡ бейеү иғлан итте. Ҡыйыу баҫып сәхнәгә күтәрелде, Ғәзимгә ҡулын һондо:

Һеҙҙе саҡырырға мөмкиндер бит?

Һорап тораһың тағы!
Бойороп әйтте:

Өҫтәлде ал, ошонда бейегем килә!
Ғәзимдең ымына буйһонған үҫмерҙәр дөбөр-шатыр өҫтәл-ултырғыстарҙы шылдырҙы. Бында ярым ҡараңғы, шулай ҙа сәхнә залдан айырым-асыҡ күренергә тейеш. Уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалырға ынтылған Ғәзим биленән ҡосаҡлай һалып алды. Танауына аяҡ кейем-дәренән килгән ытырғандырғыс тир еҫе бәрелде. Зал яғына әйләнгән мәлдә, арыҡ кәүҙәне этә биреп, Ғәлимйәнгә һирпелде. Ә егет уларҙы бар тип тә белмәй, күрмәй ҙә. “Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ!..”

Ҡуш йоҙроҡтай башта босҡаҡтай тырпайған ҡарпыш ҡолаҡҡа бышылданы:

Оҙата бараһыңмы?

Һорап тораһың тағы! – Ғәзим бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы.

Ҡысҡырма әле. Әйҙә, әйтәһе һүҙем бар…
Күптәрҙең иғтибарын йәлеп итеп, клубтан етәкләшеп сыҡтылар. Тегеһе шунда уҡ биленән ҡармап үҙенә тартты.

Көслөк менән ситләште:

Әрһеҙләшмә, юғиһә бөтөнләй һемәйерһең.

Ғәйеплемен!
Көндөҙгө сәкәләшеүҙән һуң ҡыҙҙың ылдыйланып китеүен, егеттәр араһынан фәҡәт уны ғына һайлап бейеүгә саҡырыуын аҙағынаса төшөнөп етмәгән Ғәзим һүҙ ялғай алмай аңшайып тик килә. Бына уларҙың тапҡырына килеп еттеләр. Аш өйөнөң тәҙрәһендә ут яна, тимәк, әсәһе уны көтә. Үсеккәндәй ҡыланып сығып киткәйне бит, моғайын, борсолалыр.

Һин… аҡсаң күплеккә маҡтана инең бит әле. Ысынлап та шулаймы, әллә буш һүҙ генәме?

Кеҫә таҡырлыҡҡа байғош агроном зарланһың! – Ғәзим оҙаттырыуҙы Ғәлимйәнгә үс итеп эшләнгәнлеккә ишараланы.

Кеҫәң ҡалын булғас, миңә бүләк тә эшләй алаһыңмы?

Һорап тораһың тағы!

Белмәй тороп, алдан кәпәренмә, ул әйбер арзандан түгел.

Булһын! Йәнең теләгән әйберҙе хәҙер үк аяҡтарың аҫтына һалам!

Үткәндә район үҙәгендәге ювелир магазинында алтын сәғәт күреп ҡайттым. – Өҙөп әйтте. – Алып бир миңә шуны!

Был тиклем дә ҡиммәтле нәмә таптырыуҙы көтмәгән Ғәзим юғалыңҡырап ҡалды, шулай ҙа албырғауын һиҙҙермәҫкә тырышты.

Сәғәткә лә ҡыҙығыр икән кеше! Ә мин ысынлап та ҡиммәтле әйбер һорай икән тип торам тағы. – Теле бер нимәне һөйләһә лә, һаран ҡарашы икеләнә һымаҡ.

Ҡулыңдан килмәҫен белгәнгә юрамал ғына әйткәйнем! Пока! – Китергә теләүен белдерҙе.

Ғәзим юлын быуҙы:

Ашыҡма, тороп тор! – Ауырттырып ҡул суғынан матҡыны. –Иртәгә төш мәлендә ошо беләгеңә тағырмын!

Шартым шул – уны көндөҙ түгел, иртәгә кис бөтә йәштәрҙең күҙ алдында клубта тапшырырһың.

Оло кинәнес менән! Тик шуныһы... Ҡиммәтле бүләктең әжерен нимә менән ҡайтарырһың икән? Буштың атаһы күптән үлгән!

Уң яҡ битемдән үбергә рөхсәт итермен!

Юҡ, клубта, барлыҡ егеттәр алдында, ирендәреңдән һурып үбермен!

Юҡ, битемдән генә!

Бәлки, хәҙер үк аванслап ҡуйырбыҙ, ә? – Һәрмәүестәй ҡул яңынан билдән уратты.

Ҡыҙ ҡосаҡлауҙан етеҙ ҡотолдо:
– Бәйләнмә әле, иртәгә тинем бит! – Ҡабаланып бәләкәй ҡапҡа яғына ҡарай атланы.

4

Таңдан, яһалма алсаҡланып, күтәренке кәйефтә йөрөргә тырышты. Аласыҡ иҙәнен йыуып сығарғас, йүгерә-атлай өй эсен йыйыштырырға кереште, алыҫтағы ҡарандан көйәнтәләп һыу килтерҙе. Уны тыштағы усаҡлыҡта йылытып, йыйылып киткән керҙәрҙе йыуып элде, шунан са-мауыр ҡойоп ебәрҙе. Ҡыҙының егәрлеләнеп китеүенә ҡыуана әсәһе, ар-тынан эйәреп йөрөп хәстәрләй:

Ормаһарҙа тырышып, үҙеңде әрһеҙләмә, иртәгә лә көн бар.

Иртәгә ни булырын кем белә, әсәй…

Төндә күргән хәйерһеҙ төшө тынғылыҡ бирмәй ине уға. Төшөндә үҙе ут төрткән өйҙө уратып ҡаңғырып сыҡты: ярҙамға саҡырырға итә – тауышы сыҡмай, тотош хужалыҡтарын ялмаған, ҡором ҡайыған, ялҡынлы теле асманға олғашҡан янғынды һүндерергә ынтыла – ҡул-аяҡтары тышауланған. Баҫлығыуынан көскә айнып, арманһыҙ арып уянды. Әле шуның шауҡымынан болоҡһой.

Бөтә нәмә Хоҙай Тәғәлә ҡулында. Алла бойорһа, өсәүләп матур итеп йәшәрбеҙ әле киләсәктә. Татыулыҡҡа, бер-береңде һүҙһеҙ ҙә аңлауға ни етә?! Әҙерәк ял итеп ал да, документтарыңды йәнең теләгән уҡыу йортона алып барып тапшыр. Әхирәтең Гүзәл университетҡа, тел йүнәлешенә бармаҡсы икән, Гөлбикә шулай ти. Өс бала тәрбиәләгән ҡатын ҡыҙын белемле итергә тырышып ятҡанда беҙ ҙә һине уҡытырбыҙ, саҡ ҡына ла мохтажлыҡ кисермәҫһең. – Әсәһе үрелеп арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.

Иркәләүҙәр гел генә тәтеп торһа ла, был юлы нишләптер иләҫләнде, албырғаны. Хистәрен йәшереп, һүҙҙе икенсегә борҙо:

Әйҙә, әсәй, сәй эсеп алайыҡ, атайым да эшенән ҡайтыр.

Төтөнгә күҙҙәрен шәмәртә-шәмәртә самауыр ҡайнатҡан бәпесемдең сәйен эсәбеҙ инде ул, эсмәй әллә. – Аласыҡҡа сыҡҡас, Сания өҫтәлгә һый теҙергә тотондо ла, лып итеп ултырғысҡа ялпашып, хәтирәләргә бирелде. – Әллә нишләп һуңғы осорҙа йәшлегемде һағынам. Уйлап ҡараһаң, артыҡлап иҫкә алыр ваҡиғалар булмаған да һымаҡ, шулай ҙа үткән йылдарҙы берәмтеләп теүәлләһәң, һәр көнө, һәр сәғәте, хатта һәр минуты ҡәҙерле. Таң алдынан ғына төш күреп ятам: имеш, йәп-йәш кенә килеш туй табыны артындабыҙ, атайың бармағыма йылҡылдап янған зөбәржәт ҡашлы йөҙөк кейҙерә, беләгемә алтын сәғәт таға. Ә бит беҙ йәшәгән йылдарҙа кәләшкә бүләк биреү йолаһы юҡ ине. Атайың никах ҡағыҙын өйләнешкәндән һуң ике ай үткәс кенә эшенән ҡайтышлай ауыл советына һуғылып алды, ә балдаҡты көмөш тәңкәнән һуғып бирҙе.

Ғүмерем буйы шуны затлы әйберҙәй күреп, һаҡлап-ҡәҙерләп кенә тотонам. Бер осор тәмәке бөтөп киткәс, ир-ат махорка тарта башланы, шуға мин атайыңа суҡлап, ҡорамалап кисет тегеп биргән булдым. – Ауыҙын усы менән ҡаплап кеткелдәп көлөп алды ла, онотолоуынан арынып, ысынбарлыҡҡа ҡайтты. – Өйҙөң, аласыҡтың иҙәнен йыуып, түшәнер-яҫтанырҙы ҡағыштырып, ҡаралтыны йыйыштырып, туҙанын һөртөп арыу иттең әле, йома сәйенә Миңнизар, Гөлбикә апайҙарыңа әйтеп алырға иҫәп. Саҡырыуым аша-төшәрәк инде, бынау Һайыҫҡан Раузаны саҡырырға шыпа ла күңелем тартмай.

Ярай, һөйләшер-сөкөрҙәшер серҙәштәреңде йый. Әсәй, атайымды көтәйек, инде оҙаҡламаҫ, мин хәҙер!

Төпкө өйҙә эске кейемдәрен алмаштырҙы, тыуған көнөнә бүләк ителгән сейә ҡыҙыл күлдәген, шул уҡ төҫтәге туфлиҙарын кейҙе, ҡолаҡтары һыртына хушбуй ышҡыны, былай ҙа һылыу, күрмәлекле, ка-мил йөҙөнә һиҙелер-һиҙелмәҫ кершән яҡты, сәстәрен ялбыратып ебәреп, электр бигудиһы менән бөҙрәләтергә тотондо. Йәнендә ҡаршылыҡлы уйҙар ҡайнаша. “Эх, әсәйем әйтмешләй, ошолайтып өсәүләп йәшәргә лә йәшәргә ине. Беҙгә башҡа бер ни кәрәк түгел, өс таған ише тормошобоҙ имен, ныҡ, бөтөн. Бөгөн кис…” Тынғылыҡ бирмәгән һуңғы һүҙбәйләнеш һүл йыйған яралай һулҡып ҡуйҙы. Тәҙрә быялаларында уйнаған нурҙар ҡайһы аралалыр юғалған, өй эсе ҡараңғыланып киткән.

Аласыҡтан күңелле тауыштар ишетелә. Атаһы төшкө ашҡа ҡайтҡан икән. Уны күреү менән әсәһе һөрәнләп тә ебәрҙе:

Ана беҙҙең ҡәҙерлебеҙ килә ята!
Ҡыҙ уларҙың уртаһына барып баҫты һәм, муйындарынан һығып ҡосаҡлап, үҙенә яҡынайтты:

Ауылды ташлап китеп барһам, һағынырһығыҙмы?

Как будты белмәй-һиҙмәй инде, һин йоҡонан уянғансы юҡһынып бөтәбеҙ. – Хискә бирелеүсән әсәһе күңелендәгеһен йәшермәне. Атаһы, әйтелгәндәрҙе йөпләгәндәй, мыйыҡ остарын семетеп һүҙ ҡыҫтырҙы:

Ҡыҙым, үткәндә алтын сәғәткә күҙҙәрең тишелә яҙып ҡараның, бына уңыш йыйғандың аҡсаһын алырмын да, әсәйеңдең эш хаҡына ҡушып, шуны беләгеңә тағырбыҙ, йәме. Әлегә сабыр ит.

Ә уны быға тиклем алғандарҙыр ҙа әле…”
– Ә мин һеҙҙе бик-бик яратам, ситкә китә ҡалһам, ныҡ-ныҡ итеп һағынырмын! – Шулай тине лә, йөҙөн йәнәш баштар араһына йәшереп, бала саҡтан йәненә һеңешкән ҡәҙерле еҫте ҡомһоҙланып еҫкәргә тотондо. Клубҡа бик һуңлап ҡына сыҡты. Ситкәрәк тартылып, айырым урынлашты, шымып ҡалды. Шөбһәләнеп, кисә үҙе уйлап сығарған тамашаның башланырын көттө. Ғәзим түрҙәге ултырғыста аяҡтарын тарбайта биреп ултыра, йөҙөндә һауаланыу билдәһе сағыла. Эре сирттереүенә ҡарағанда, һорауын үтәгән... Нимәгә кәрәкте һуң әле ул сәғәт? Беләккә йә муйынға тағылған алтын кешене бәхетле итә алмай. Уйындан – уймаҡ… Ғәлимйән, Розалия бындалар. Бүләк итһен, сиртһен был икәүҙең танауына! Ҡарарының хаҡлылығын иҫбатларға теләгәндәй, ҡыҙ башын ғорур сөйөп ебәрҙе.

Уйын ҡыҙғайны ғына, Ғәзим Рауилдың гармун күрегенә баҫты: аҙға ғына туҡталып тор, йәнәһе. Уртаға сыҡты. Йәштәр, ни әйтер икән был тигәндәй, уға төбәлде.

Егеттәр, ҡыҙҙар! Яңыраҡ ауылдың иң сибәр ҡыҙына 18 йәш тулды. – Ғәзим, башын артҡа ташлап ебәреп, йоҡа сәстәрен һыпырҙы. Тауышы һәлмәк, тантаналы, телмәр тоторға трибуна артына сыҡҡан оратор тиерһең. Юрамал, кем хаҡында һүҙ барғанын йәшергәндәй, уға арҡаһы менән баҫҡан. – Алтынға тиң сибәрлек ғәҙел баһаланырға хаҡлы. Бына мин, – маһайып күкрәгенә төрттө, – һеҙҙең төшөгөҙгә лә инмәгән ҙур аҡсаға шул һылыуға затлы әйбер һатып алдым. Бүләкте һеҙҙең алда тапшырырға рөхсәт итегеҙ! – Ул Нәйләне етәкләп уртаға алып сыҡты һәм, беләгенә сәғәтте тағып, хужаларса ҡосаҡлап ирендәренән һурып үпте. Егеттәр шау-гөр килде, ҡыҙҙар, килешмәгән хилаф нәмә күргәндәй, ҡараштарын иҙәнгә сәнсте.

Кеше араһында түгел, хатта аулаҡта, шаяртып ҡына ла уны үпкәндәре юҡ ине. Киреһенсә, ошоғаса сәнскеле, ҡырыҫ холҡо менән ауыл егеттәрен арауыҡ һаҡларға, ауыҙҙарын үлсәп асырға мәжбүр итте. Бына бит үҙе ҡорған, аҙағы нимә менән барып бөтөрө билдәһеҙ уйын ниндәй хәлгә төшөрҙө. Ғәзимдең килешеүҙе боҙоуынан тертләп, тәне семерҙәп китте, башын ситкә ҡайырып, тәненә яғылған ерәнес нимәнән ҡотолорға теләгәндәй, усы менән ирендәрен һыпырҙы. Бурҙаттай ҡыҙарып, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында бәүелеп тора биргәс, бар көсөнә сәберткеле тар сикәгә сабып ебәрҙе. Һуғыу тауышы тынлыҡты ярып асыҡ ишетелде. Ғәзим ялланған ерен ыуҙы:

Ә быныһы хаҡында килешмәгәйнек, шулай ҙа хәстәрем өсөн ғәҙел баһа алыуыма сикһеҙ бәхетлемен! – Бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке сығарып ҡапты. – Был тамаша рәхәтләнеп бер көйрәтерлек булды! – Йәйрәтә баҫып, асыҡ ишек яғына йүнәлде.

Урынына барып ултырҙы ла, ары ни ҡылырға белмәй, тирә-яғына аптыранып баҡты ҡыҙ. Клубтағылар иғтибар итмәгән һымаҡ ҡылана, әйтерһең дә, ул – буш урын, әйтерһең дә, ул юҡ. Ҡырын эш бына бит нишләтә! Бер аҙҙан дарҫлап типкән, алҡымына килеп тығылған йөрәге тыныслана төштө, үҙе лә килеп тыуған хәлде айыҡ баһалар кимәлгә ҡайтты. Түбәнге ос ҡыҙҙары ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа нимәлер хаҡында бышылдаша, моғайын, ауыл ере өсөн оят иҫәпләнгән ҡылыҡты оҡшатмай ғәйбәт һаталарҙыр.

Ғәлимйән клубтағы ығы-зығыны күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, Розалияһына ниҙер һөйләүен белә. “Бының быуаһы йырылған, кисәнән алып ошо ҡара бөрсәнән айырыла алмайсы!”

Сәйер тамашанан һуң клубтағы уйындың йәме, ҡыҙығы китте. Нәйлә көндәгенән иртәрәк тарала башлаған йәштәргә эйәреп сыҡты. Гүзәлде өйөнөң янына тиклем оҙата килде. Әхирәте ауыҙына йөҙөк йәшергән, тимәк, ул да клубтағы хәлде оҡшатмаған. Һүҙҙәре берекмәһә лә, ҡуҙғалырға ашыҡманы, нисек тә ваҡытты һуҙырға тырышты. Һиҙә – егеттәр менән бергә сыҡҡан Ғәзим тура ғына ҡайтып китмәгәндер. Ул уны эҙәрлекләй, эргәләге баҡса ҡараңғылығына боҫоп, табышын аңдыған һеләүһендәй уңайлы, яйлы мәлде һағалай төҫлө. Шуға нисек тә эҙ яҙлыҡтырырға иҫәбе. Гүзәл инеп киткәс, ҡарасҡылай ҡыймылдап өйҙәре яғына йүнәлде. Хәҙер түшәгенә сумыр ҙа иртәгә бөтөнләй клубҡа сыҡмаҫ, шунан Өфөгә документтарын тапшырырға юлланыр. Ә был һантый һемәйһен әйҙә. Ишек алдына инеп тупһаға яҡынлауы булды, кемдер ҡараңғы мөйөшкә тартып алды ла ирендәренә һөлөктәй ҡаҙалды, айпалап оҙаҡ үпкәндән һуң уғрылай хәтәр шыйылданы:

Оҙаҡ көттөрҙөң… Затлы әйберҙең хаҡын үбешеү менән генә ҡап-лап булмай! Сикәмде ялландырғас, моғайын, дәртлеһеңдер. Оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, сибәркәй!

Нимә?! – Башҡаһын әйтеп өлгөрмәне, уҫлаптай ус ауыҙын томаланы, икенсеһе муйынын быуҙы. Төн убыры, салҡан әйләндереп, эргәләге мунса яғына ҡарай өҫтөрәне. Соланға ингәс, өнһөҙ ҡарасҡы бар көсөнә эсенә тондорҙо, шунан елтерәтеп ҡараңғы мунсаның төп яғына быраҡтырҙы. Башы һыланмаған стенаның бүрәнәһенә бәрелде, күҙҙәре алдында хәтәр осҡондар сәсрәне. Мәрхәмәтһеҙ ҡулдар уны һәрмәкләп эҙләп тапты, тос йоҙроҡ тағы эсен төйҙө, күндәм бул, өнөң сыҡмаһын, тип киҫәткәндәй яҙылған ус сикәһенә сабып ебәрҙе. Ул үҙ сиратында, иҫәңгерәү-шаңҡыуын еңеп, ҡабырғаһына янтайҙы ла яйын тап килтереп, йәнтәслимгә аяғын сысаңлатты. Туфлиҙың осло дағаһы ҡорһаҡ аҫтындағы тән йомшаҡлығына батты. Эт саңҡыуындай сыйылдау ишетелде лә бер аҙға ғына шикле тынлыҡ урынлашты. Йән еренә эләктереп имгәндерҙем, шикелле, тип шөрләй биреп тә ҡуйҙы хатта. Яңылышҡан. “Ах, һин шулаймы ни әле, кәнтәй!” Быуылған ыҫылдауҙы ишетте. Хайуани ҡомары тыйып торғоһоҙ ҡуҙғыған Ғәзимде ары туҡтатыу мөмкин түгел ине. Бына ул, йөгөнөкләп килеп, ҡыҙҙы яңынан эҙләп тапты ла биленән ҡармап үҙенә тартты...

Ҡысҡырыуҙан, ярҙамға саҡырыуҙан мәғәнә ҡалманы – эш үтте, ҡылыныры ҡылынды. Ғәрлегенән быуылып, тештәрен ауырттырғансы ҡыҫып иланы. Ғәзимдең йәпһеҙ ҡыланыуынан ултырғысҡа түңкәрелгән сүмес иҙәнгә төшөп зыңғырҙаны, унда-бында тәгәрәгән тас даңғыр-доңғор килде. Шул саҡ соланға кемдер инде, түшәмгә беркетелгән электр фонары тоҡанды, ишек ауыҙында таныш һын тоҫмалланды.

Әсәйем! Ул барыһын да күрҙе! Оят! Мәсхәрә! Нишләп беҙҙе ошо мәлдә ер йотмай икән?!.” Мейеһен урталай ярған өҙөк-йыртыҡ уйҙар булмы-шын ҡорошторҙо. Көтмәгәндә әшәкелеккә юлыҡҡан әсәһе лә ошон-дай уҡ тойғо кисерә ине шикелле. Ул, һынағастай ҡатҡан кәүҙәһен ауырлыҡ менән бәүелтеп, тетрәндергес күренеште тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе лә, ҡарашын йәшереп, биттәрен ҡушусланы. Һарғылт бөләңгертлекте күңел түренән сыҡҡан сеңләүгә тартым иңрәү йыртты. Берауыҡ шулай онотолдо ла, быуындары таралып барғанғамылыр, ишек яңағына һөйәлде һәм шыбырҙап тиерлек әйтте:

Һин... һин... нимә ҡыланаһың, ҡыҙым?.. Был һинме, әллә иблес күҙҙәремде томаланымы?

Бөгәрләнеп ятты ҡыҙ, тубыҡтарын ҡосаҡлап, йөҙөн йәшерҙе, ә Ғәзим, яланғас сатын ҡулына эләккән тас менән боҫормалап, эләүкә аҫтына шыуҙы.

Ниһәйәт, әсәһе ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтты шикелле, сығыу яғына ҡарай ҡайырылды, үҙе, телен көрмәлдереп, һөйләнде:

Васил, һин ҡайҙа, кил әле бында! Васил!..
Урынһыҙ саҡырыуҙы ишетеп ҡото алынған Ғәзим ары-бире кейенә һалып ауа-түнә ишек яғына ҡарай йүгерҙе, үҙе йыртҡыстай үкерҙе:

Һин нимә ҡылмаҡсыһың, алйыған әбей!
Ишек шартлап ябылды, соланда таһыр ҙа тоһор килеп көрмәкләшеү китте.

Ауырлыҡ менән ҡалҡып, ойпаланған сәстәрен рәткә килтерҙе ҡыҙ. Үтә лә яй ҡыймылдап, йыртыҡ күлдәген, мейес артына шылған туфлиҙарын табып кейҙе. Ҡолаҡ һалды. Соландағы көрмәкләшеү кинәт туҡтаны. Тышҡа, кәртә яғына ҡыуышып киткәндәрҙер тип уйлап та өлгөрмәне, ишек шар асылып китте һәм унда ҡобараһы осҡан Ғәзим күренде. Тәңкә күҙҙәре аҡылдан шашҡандай аларған:

Сания апай… Әсәйең сикәһе менән солан стенаһына ҡағылған ҡаҙауға бәрелде лә иҫһеҙ йығылды. Ҡымшанмай ҙа, исмаһам!..

Төҙәтә алмаҫлыҡ фажиғә, енәйәт ҡылыныуын йәне-тәне менән тойҙо ҡыҙ. Башы әйләнеп китеп, мейес ҡашағаһына терһәкләнде, ҡоромға буялған усы менән биттәрен, маңлайын ыуҙы. Ишек яңағына һөйәлә биргәс, соланға сыҡты. Иҙән уртаһында, ҡоласын йәйеп, әсәһе салҡан төшөп ята, башы ҡырын һалынған, сикәһенән ҡара ҡан һарҡый. Асыҡ күҙҙәр билдәһеҙлеккә һораулы төбәлеп, быялаланып ҡатҡан.

Әсәй, ни эшләнең һин, әсәй?! – Нәйлә йәнһеҙ кәүҙәгә ҡапланды. Оҙаҡ ятты шулай. Ҡурҡыулы бышылдау һиҫкәндереп ебәрҙе:

Ул үҙе, минән ысҡынам тип, башы менән ҡаҙауға бәрелде. Ғәйебем юҡ, ысынлап әйтәм…

Сәсрәп кенә кит!

Аңланым, Нәйлә, аңланым. Китәм. Һин бөтәһен дә яйға һал… Әгәр ғәйеп тағырға маташһаң, прокуратура алдында икәүләп яуап бирергә тура килер, шуны онотма! – Яҙмышына үлемесле ҡурҡыныс янағанда ла Ғәзим үҙ башынан себен осороп ҡапаҡланы*. – Һин бит мине бында сәғәттең хаҡын ҡайтарам тип саҡырҙың, шулай түгелме ни?! Теләмәгән ҡатын-ҡыҙҙы ир-егет үҙе генә бер ваҡытта ла көсләй, һындыра алмай!

Вон, ҡәбәхәт!
Ғәзим, артҡа сигенә барып, төн ҡараңғылығына инеп юғалды. Әсәһенең өҫтөнә эйелеп, таш балбалдай ҡатты ҡыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булып үткән фажиғә, аҡылһыҙлығы арҡаһында сит ҡул менән ҡылынған енәйәт күҙ менән ҡаш араһында тормошон икегә айырҙы, йәнендәге сафлығын һыпырып ырғытты. Аҡтан – ҡараға, таҙанан – бысраҡҡа, гонаһһыҙҙан гонаһлыға ҡалғас, ул – әүернә… Тормоштарына килеп ингән ҡайғыны һиҙемләгән Һорлан эргәлә генә һуҙып олоп ебәрҙе. Олоуы буҫығып-буҫығып илауға тартым. Уға күршеләрҙең эттәре ҡушылды. Арғы остан, йәнә йылға аръяғындағы өйҙәрҙән шул уҡ яуап ишетелде. Тотош ауыл илай төҫлө. Ҡайһылай ҙа ҡурҡыныс! Ә уның ҡурҡырлыҡ, тороп ҡасырлыҡ та көсө ҡалмаған. Быуындары, өшәндергес һалҡындан ҡорошҡандай, дерелдәй, тотош тәне ҡалтырай. Ә башы айыҡ эшләй, уйларға, фекер тупларға һәләтле. Ғәжәп, тәбиғәте менән ул шул тиклем дә мәрхәмәтһеҙ, йыртҡыс йәнлеме?.. Шулай бул-май тағы, әле генә әүернәгә әүерелде ләһә. Мейеһе математик һандарҙы иҫәпләгәндәй көсөргәнә, әммә яңылышмай, буталмай. “Әгәр мунсалағы хәлде яҡындары, ауылдаштары белеп-ишетеп ҡалһа, йәшәү ошо ерҙә тамамланды тигән һүҙ, үҙ-үҙеңде боғалаҡҡа тығырға ғына ҡала. Ә миңә көн итергә кәрәк, сөнки йәшәй ҙә башламағанмын бит әле. Бында Ғәзимде ҡыҫтырырға ярамай, ул артыҡ, сөнки һорауҙар күбәйә, шик арта. Ете төн уртаһында мунсала нимә юғалттығыҙ, тиәсәктәр тәүҙә. Бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам, һуңынан нимә булһа ла булыр…” Ҡапыл, иҫенә килеп, эләгә-йығыла һөрәнләп өйҙәре яғына ҡарай йүгерҙе:

Ярҙам итегеҙ! Ярҙам!.. Килегеҙ!..
Эштән арып ҡайтып ял иткән атаһын йоҡонан уятыуы еңелдән түгел ине. Ул шешмәк ҡабаҡтарын ыуа-ыуа тороп ултырҙы, ығышып ке йенде, шунан, эргәһендә тиҙерәктән һалдырып тыбызыҡлаған ҡыҙына иғтибар ҙа итмәй, уттары янған мунса яғына ҡарай атланы. Ҡатынының үле кәүҙәһен шәйләгәс, йөҙөн йәшерергә теләп солан мөйөшөнә һөйәлеп тынып ҡалды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, күргәнен ҡабул итергә теләмәгәндәй, бар көсөнә йоҙроҡлап таҡта стенаға тондорҙо, үҙе йөрәгенә хәнйәр ҡаҙалып үлем ғазабын кисергән йыртҡыстай үкерҙе:

Бының булыуы мөмкин түгел! Мөмкин түгел! Кемгә ҡалдырҙың беҙҙе, Сания, кемгә ҡалдырҙың?!. Күпме әйттем, шул ҡан баҫымыңды иҫеңдә тот, үҙеңде һаҡла тип, тыңламаның!

Дөрөҫ әйтәһең, атай, моғайын, ҡан баҫымы күтәрелгәндер ҙә, стенаға бәрелеп, ҡолағандыр. Клубтан ҡайттым да ишек алдына инһәм, мунсала ут яна, килһәм – әсәйем ята… Мин хәҙер Миңнизар апайға әйтәм…

5

Хәүефле саҡырыу икәнлекте һиҙемләгәнгәмелер, бызмыр холоҡло Миңнизар бик тиҙ килеп етте. Сыбыртҡылай һалынған ҡулды тотоп пульсты һәрмәп ҡараны, тамам төҫһөҙләнеп ҡалған күҙ алмаларына оҙаҡ итеп текәлеп, уларҙы ҡапшағандан һуң һамаҡларға тотондо:

Кисә һеҙгә йомош менән ингәндә ауырыҡһыныуын күргәс, ҡайтып тонометр әпкилдем. Үлсәгәндә ҡан баҫымы ныҡ юғары ине шул… Укол ҡаҙаным, дарыу эсерҙем, балнисҡа ятып ал, тигән булдым. Бесәнгә төшөргә йыйынабыҙ, дауаланыуҙы һуңғараҡҡа күсерәйек, тип ризалашманы, юл төшкәндә район дауаханаһына барып әйләнергә вәғәҙәләп алдаштырҙы. Бигерәк үкенесле донъя тигәнең, ҡороғор. – Күҙ йәштәренә төйөлөп урынында тапана биргәс, хөкөм ҡарары сығарғандай итеп әйтте: – Васил, күршеләреңде уят та, индерәйек өйгә… – Үҙе көтмәгәндә килеп баҫҡан ҡазаға ышанырға теләмәй, һаман иламһыраны. – Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тигәндәре шулдыр, кем уйлаған бына ошолай, ҡапыл да килеп сығыр тип...

Тиҙ арала йыйылышҡан күрше-күлән иҙән уртаһындағы артһыҙ ултырғыстарға ҡаты яҫылыҡ ҡуйып, ҡулдарын түш тапҡырынан ҡаушыртып, күҙҙәрен йомдортоп мәйетте шунда һалды. Ширлеккә теҙелеп, берауыҡ баш баҫып шымтайышып торҙолар, унан өнһөҙ-һүҙһеҙ таралыштылар. Ауыл ерендә шатлығы ла, ҡайғыһы ла тиҙ та-ралыусан: йышылып бөткән имән таяғын туҡылдата-туҡылдата, аҡһаҡ аяғын һөйрәп, өс өй аша йәшәгән Хәйерниса ҡарсыҡ килеп инде, уның эҙҙәренә баҫып тиерлек Гөлбикә, Әминә, Хәкимәләр күренде. Хәйерниса тешһеҙ ауыҙын беленер-беленмәҫ йыбырлатҡандан һуң шау тарамыш бармаҡтарын тарбайтып сырыш биттәрен һыпырҙы һәм, яулыҡҡа төрөп ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып килтергәнен үлсәп-бесеп, кәфенлек тегергә керешеп китте, үҙе һин дә мин, һәүетемсә һөйләнде:

Санияға әхирәткә ҡуҙғалырға әле иртәрәк, көнэлгәре төйнәнмә-гәндер, яһанмағандыр, шуға үҙемә тип әҙерләгәнде тотошлайы менән килтерҙем. Зыяратҡа күптән йыйынып бөттөм дә бит, Ғазраил алмағас, ни хәл итәһең. Аллаһы Тәғәлә йәшенә-дәрәжәһенә ҡарамай, күңеленә ятҡанын һайлай-сүпләй. – Шул арала эргә-тирәһендәгеләргә кире ҡаҡҡыһыҙ күрһәтмәләрен биреп тә өлгөрҙө. – Әминә килен, әҙәм сағылыр нәмәләрҙе ашъяулыҡ-фәлән менән ҡапла әле тиҙ генә, динебеҙ кеше һыны сағылғанды, сағылдырғанды яратмай. Ә һин, Васил ҡәйнеш, таң атыу менән кибеткә барып аҡса ваҡлат, киҫтермәй генә таҫтамалдар ал, зыяратҡа сығырға кәрәклекте әйтеп, урам ҡыуалатып хәбәр ебәр. Урам ҡыҙырып йәүкәләмә, һөйөнсө яңылыҡ түгел, килешмәҫ. Һүҙ генә юллат, иншалла, ауыл халҡы белеклелеген юғалтмаған әлегә. Көндөҙгө ун икенән дә ҡалдырмай мәрхүмәне сығарырбыҙ, улай-былай иткәнсе көн кискә ауыша торған. Алла ҡашына юлланыусыны көттөрмәйек, ыҙалатмайыҡ. – Һуңғы тумбытҡандарын раҫлағандай нығытты. – Йома көн мәңгелек йортона күсенә, ожмахтың түренә барып эләгер Сания мәрхүмә, ул бит игелекле, итәғәтле, иманлы ине. Ҡуй инде, кисә иртән генә донъя ҡыуалатып йүгермәләп йөрөгән кешене мәрхүмә тип атарға тел дә әйләнмәй. Ни хәл итмәк, маңлайына яҙғаны шулдыр, күрәһең, әҙәм балаһы фанилыҡта Хоҙай ҡушҡандан тыш күкрәк тултырып артыҡ тын да ала алмай хатта…

Йорт хужаһы ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡаршы төштө:

Тағы ла бер төн генә булһа ла йоҡлап китмәһенме, еңгә?

Ярамай, китап ҡушмай, кафырҙы ғына өс көн тоталар. Мосолманды көнөндә ерләү фарыз, юғиһә артынан башҡаларҙы эйәртеүе бар, йәнә селләһе лә ҡайһылай томра, өҙлөкһөҙ артыш төтәтеү менән генә эш сыҡмаҫ.

Санияның үлеме хаҡында справка ла алаһы бар. Рөхсәтһеҙ килеш-мәҫ. – Һаман ризалашҡыһы килмәй атаһының.

Уныһын үҙ өҫтөмә алам. Фалиж һуҡты, тип участка дауаханаһының баш врачы Сәләхетдин ағайға шылтыратырмын. Аҡыллы, ярҙамсыл кеше ул, эштең асылына тиҙ төшөнөр. Врачтар саҡыртыу, Санияны районға алып барып, ерле-юҡҡа тунатып, шунан кире апҡайтып мәшәҡәтләнеү кәрәкмәҫ. Былай ҙа бөтәһе лә күҙ алдында бит инде, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Миңнизар.

Иншалла, шулайтығыҙ. – Амин ҡылғандай, ҡабатлап йөҙөн һыпырҙы Хәйерниса. – Гөлбикә ҡыҙым, Әминә, офоҡтан ҡояш күренеү менән Селтербей шишмәһенә барып килерһегеҙ, һыуҙы ағым ыңғайына буръяҡландырмай ғына һыпырып, йәтешләп алығыҙ, шулай тейеш. Күнәктәр өҫтөн яулыҡ менән бәйләрһегеҙ, һыуҙың тамсыһын да ергә сайпылтырға ярамай. Бөтәһе урын-еренә еткәс, һуңғы тапҡыр үҙем йыуындырырмын, ауырын ауҙарырмын, яйымды яйлап өйрәнгән Фатима, Фариза, Нәзирә, Мәрйәмдәр ярҙам итешер.

Нәйлә ишек төбөндәге ултырғыста бөршәйгән. Уны күреүсе, хатта йомош ҡушыусы ла юҡ. Атаһы ғына, ғәйепләгәндәй, һүҙ ҡыҫтырҙы:

Ҡыҙым, биттәрең ҡарайған, маңлайыңа мөһөр баҫып алғанһың. Бар, йыуын, таҙарын!..

Ҡояш күтәрелеүгә ишек алдын тултырып ярты ауыл халҡы йыйыл-ғайны инде. Ир-ат ҡул ҡаушырмай, һәр береһенең шөғөлө бар: кемеһелер баш, аяҡ осона ҡуймалы яҫы таш йүнләп килтергән, шуны сүкеш ҡасау менән соҡоп мәрхүмәнең исем-шәрифен, тыуған, баҡыйлыҡҡа күскән йылын-көнөн яҙып аҙаплана, икенсеһе ҡалын ләхет таҡтаһын самалап быса, кемеһелер таҡтаның ситтәрен тигеҙләй, бәғзеләр, көрәктәрен яу-рындары аша һалып, ҡәбер ҡаҙырға йүнәлә. Ҡапҡа төбөндә оҙон арбаға егелгән ат теҙгененән баһыуға бәйле, ҡайғырғандай башын эйгән хай-уан үҙ сиратын көтә: уға ла бит дилбегәне ҡағыу менән, ҙур булмаһа ла, таштай ауыр йөктө көсәнеп тартып ауыл һыртындағы ҡалҡыулыҡҡа йүнәләһе. Өй эсендә мәрхүмәне йыуындырыусыларҙы, һуңғы сәфәргә әҙерләүселәрҙе иҫәпкә алмағанда, ҡалған бисә-сәсәгә эш юҡ тиерлек, улар тупһа ауыҙында өйкөлөшкән. Араларында Рауза ла күренә. Ул ике һүҙҙең береһендә Санияны маҡтай: “Һәйбәт кеше ине, – ти һағыҙын ласҡылдатып сәйнәй-сәйнәй, бөтәһе ишетерлек итеп аҡланырға ла яйын таба: – Ғәзим ни, ауылда мәйет барлығын ишетмәгәс, кисекмәҫтән барырға кәрәк тип, ҡара таңдан ҡабаланып район үҙәгенә сыҡты ла китте, ҡайтыу менән килеп етер, сыҙап ятмаҫ. Фәтих Әхмәҙуллычтың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше артынан эйәреп ҡайта ғүмер баҡый, от-четын һаман тапшырып бөтмәгән, совхоз бухгалтерияһы ҡыр быуыны-на төшөп шуны таптыра, талап итә, ти. Төн оҙоно тауҙай ҡағыҙҙарында соҡсондо, әле, ашау-эсеүен онотоп, кәнсәһендә ултыра. Ус яларлыҡ эш хаҡы алмаһа ла, вазифаһы бигерәк яуаплы һәм ауыр шул...”

Нәйлә һарай янындағы оҙон бүрәнәгә һаҡҡан да тынып ҡалған. Уның өсөн йәшәү мәғәнәһе ҡасҡан, салт аяҙ көн һүнгән. “Үлтереүсемен! Әсәйемдең фажиғәһенә бары мин генә сәбәпсе! Әллә йыйылғандарға, ғәйеплемен, тип ярып әйтергә лә ҡуйырғамы? Ул саҡта нимә үҙгәрер? Бары үҙемә генә насарлыҡ ҡылам, ә атайым бер төптән ике кешеһен юғалтыр – ҡатынын һәм ҡыҙын. Бер ҡатарҙан килгән ҡайғыны йөкләй, күтәрә алырмы? Юҡ, нисек тә йәшәп ҡарарға кәрәк. Йөрәгендәге ете йоҙаҡҡа бикләнгән енәйәтен берәү ҙә, бер ҡасан да белмәҫ. Ә Ғәзим, ҡурҡаҡ йән, телен арҡыры тешләр, өндәшмәҫ. Яйы сығыу менән үсемде аласаҡмын, ҡотолоу юҡ уға!..”

Төшкә ҡарай өйгә саҡырҙылар, әсәһе менән хушлашырға кәрәк икән. Башта йөҙө асыҡ ҡатынының янына атаһы барҙы, оҙаҡ ҡына моңһоу итеп текәлеп торҙо. Эйелеп, балауыҙ төҫө алған маңлайға ирендәрен тигеҙҙе, күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡты. Ғүмерҙә күҙ йәштәрен яттарға күрһәтмәгән атаһы тәүге тапҡыр мир алдында илай ине. Шунан Нәйлә яҡынланы, атаһының хәрәкәттәрен ҡабатланы, әммә күҙҙәре ҡоро ҡалды, сөнки ғәмен ошо ерҙә, әлеге минутта башҡараһы мөһим йомош биләп алғайны.Ҡаш аҫтынан ян-тирәһен байҡаны – уны күрмәйҙәр, уға иғтибар итмәйҙәр һымаҡ. Ҡулын кеҫәһенә тыҡты һәм усына йомоп сығарған алтын сәғәтте, йыйылыусыларға һиҙҙермәйенсә, кәфен эсенә төшөрҙө. Ары Гөлбикә, Әминә, Миңнизарҙар яҡынланы, шунан Фариза, Нәзирә, иң аҙаҡтан, илай-һыҡтай, – Рауза…

Ҡояш төшлөктән байыу яғына ыңғайлағанда зыяратта яңы түмәләс ҡалҡып сыҡты. Ауыл муллаһы Ғабдулла тауышын артыҡ күтәрмәй генә көйләп йыназа уҡығандан һуң ҡәбер тирәһендә өйкөлөшкәндәр, өләшелгән хәйер-саҙаҡаны устарына йомоп, баштарын эйеп ҡапҡа яғына йүнәлде, атаһы менән Нәйлә икәү генә тороп ҡалды. Ҡатын-ҡыҙға эскә үтергә рөхсәт ителмәгәнлектән, ҡыҙ тыш яҡтан зыярат кәртәһенә һөйәлгән дә тынып ҡалған, ҡулы йән көскә ҡаҙауы сысайған һайғауҙы ҡыҫҡан. Шыпа ла ауыртмай, әрнемәй усы, ә бармаҡтары араһынан һырғалаған ҡара ҡыҙыл ҡан тамсылап ергә тама: тып… тып … тып… Биниһая ваҡыт торҙолар, әммә ауыл яғына ыңғайламанылар. Ҡайҙа ғына барһындар инде, улар өсөһө лә бында бит. Ҡайтһалар, эҙләһәләр ҙә таба алмаҫлыҡ юғалтыуҙы, ғаиләләренең бөтөнлөгө йәнселеүҙе бөтә тәрәнлегендә тоясаҡтар. Шуға ҡымшанмай ҙа тора бирәләр. Бына кинәт иҫеп ебәргән талғын елгә эйәреп әллә ҡайҙан өрпәк болот килеп сыҡты ла, ҙурая, ҡабара барып, ауыл өҫтөндә әйләнергә кереште һәм бер аҙҙан ҡорғаҡһыған ергә һанһыҙ көмөш тамсылар һибелде. Төпһөҙ күк йөҙө, уның илай белмәүенә үс иткәндәй, булмышынан һаран йәштәрен көсләп һығып, шым ғына һыҡтай ине. Маңлайынан, биттәренән шыбаҡшып һарҡҡан йылымыс тамсылар, эйәге осона йыйылып, ҡан тамсылары таплаған үлән өҫтөн еүешләне.

Тормоштарының бөтөнлөгө йәнселде Иманбаевтарҙың. Мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытыу ҙа йортҡа һиллек килтермәне. Көндәр буйы ауыҙҙарына йөҙөк йәшереп суҡаялар ҙа, кис етһә, береһе – төп яҡта, икенсеһе аш өйҙә ҡырын ятып ойоп китә. Иртән тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Ашарға кәрәк булған өсөн генә тәғәмләнәләр, ҡапҡан ризыҡтарынан көл тәме килгәндәй, тәмһеҙ-татһыҙ. Атаһы эсештергеләй башланы. Юҡ, өй беренсә әйенселәмәй, магазинға уны ғына ебәрә. Ҡайһылай итһен, һүҙҙе йыға, үтенесте яуапһыҙ ҡалдыра алмай, шауҙырлатып алып ҡайта бер нисә шешәне. Үпкәләп иҫкәртеүҙәргә аҡланыулы яуап әҙер: “Рәнйемә, ҡыҙым, мин саҡ ҡына, сама белеп кенә, ҡайғыны баҫырлыҡ ҡына…” Магазинға сираттағы шешә артынан китеп бара ине, урамда Ғәзимде тап итте. Аралары тиңләшкәс, теге ҡабалан мығырҙаны:

Сер һаҡлай беләһең икән, һатманың. Ысынын ғына әйткәндә, тор-моштан ваз кисеп, төрмәгә йыйынып бөтөлгәйне.

Уға нәфрәтле ҡараш төбәлде:
– Күрә алмайым! Әлегә йөрөй бир иректә, тик оҙаҡҡа түгел... Ҡасан да булһа үлтерәм мин һине, шуны хәтереңдән сығарма! Ошо ҡулдарым менән быуып үлтерәм! – Ороло муйынға үрелде лә, тырпайған бармаҡтары йоҙроҡҡа йомарланған ҡулын көслөк менән кире тартып алды.

Һорау билдәһеләй кәкрәйгән Ғәзим, бер ни тип тә яуап ҡайтармай, ары атланы.

Кискеһен апаруҡ иҫерек атаһы мәғәнә ҡасҡан күҙҙәрен инәлтеп төбәлде:

Әйт әле, ҡыҙым, әсәйең ысынлап та үҙ үлеме менән үлдеме? Ә мин быға ышанмайым, бик теләһәм дә, ышанмайым! Ышанмайым, бөттө-китте! Әйт дөрөҫөн, шул төндә нимә булды?! Ете төн уртаһында мунсала нимә ҡараған әсәйең, ни сәбәптән сикәһе юғарыға ҡағылған сөйгә эләккән? Ошо шикле, зиһенгә һыймаҫ һорауҙарға нисә көн яуап таба алмай ҡаңғырам…

Һин айыҡ тәүҙә, шунан һөйләшербеҙ, йәме… Иртәгә иртәнсәк…Таң һарыһынан атаһы ҡабаланып өйҙән сығып китте, ул үҙе үк дөрөҫлөктө ишеткеһе килмәй ине шикелле.

Ибраһимовтар кәләш әйттерҙе, туйҙы октябрь айына тәғәйенләнеләр. Шул көндәрҙә телевизорҙан өҙлөкһөҙ ГКЧП*, баш ҡалалағы оло бола хаҡында һөйләй башланылар. Көн оҙоно телевизорҙан йөҙҙәре төмһәргән, өгөттәренә инанған халыҡтан яҡлау өмөт иткән етәкселәрҙе күрһәтәләр. Эфирҙың ҡалған ваҡытын “Аҡҡош күле” балеты, траур көйө уйнаусы симфоник оркестр сығыштары менән тулыландыралар. Кис еткәс, иҫерек атаһы йоҙроҡлап өҫтәлгә тондорҙо:

Күҙ алдында яҙмыштар емерелә, ҡыҙым, ҡом тауылай бөйөк ил ишелә. Тарафтар буталды, алда беҙҙе ҡурҡыныс тетрәнеүҙәр көтә!

Тағы һүҙһеҙ ҡалдылар. Атаһының ғәмендә – ил ҡайғыһы, ә ул Ғәлимйәндең туйы хаҡында ишетеп болоҡһой.

6

Август аҙаҡтарында тиңдәштәренең кемеһе – уҡыуға, кемеһе эшкә таралыша башлағас, күңелле йәшлек шауы бүҫкәргән ауыл, ҡото ҡасып, бушап ҡалды. Хәҙер кистәрен ишекте шар асып, уттарҙы балҡытып ҡуйып, бейеү көйҙәрен һыҙҙырып йәштәрҙе киске уйынға саҡырмай Зиннәт, исем өсөн иртәле-кисле клубты асып яба һәм шуның менән һөнәри бурысы ла тамам.

Аңланы – уға ары ауылда ҡалырға ярамай. Алмашҡа кеше табылмағанлыҡтан, аҙна самаһы әсәһенең төркөмөндәге һыйырҙарҙы һауып аҙапланғайны. Һауынсылар таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан бүлексә янына йыйыла ла йәйәүләп ауыл эргәһендәге йәйләүгә китә. Иртә тороп өйрәнмәгәнгә йоҡоһо килә, күҙҙәре әсетә. Язаға алып барғандай, үҙен мәжбүр итеп, иң арттан һөйрәлә. Ҡайһы саҡ юлда ятҡан ташҡа аяғы эләгеп һөрлөгөп тә киткеләй. Аяҡтарында – ауыр резина итектәр. Унһыҙ ярамай, йәйләүҙең ялан кәртәһендә аҙым һайын тиерлек – табаҡтай йәйелгән шыйыҡ тиҙәк “ҡоймаҡтары”, абайламайыраҡ баҫһаң, бысраныуыңды көт тә тор. Ял итеү өсөн тәғәйенләнеп, гәрбил таҡтанан ашыҡ-бошоҡ әтмәләнгән будка, ҡыҙыл мөйөш, һауыт-һаба келәте, һөт ҡабул итеү урыны ныҡ туҙған; түбә шиферҙары, һиҙерәп тишелгән туҡымалай, ватылып бөтөп бара, ергә һөйрәлеп ябылған тотҡаһыҙ ишектәр – тишек-тошоҡло, һыйырҙар ышҡыныуҙан ялтырап ҡатҡан ялан кәртә һайғауҙары урын-урыны менән ҡаҙауҙарынан ысҡынып түбән һалынған. Дөйөм алғанда, йәйләүҙә – емереклек, йәмһеҙлек мөхите. Йәнгә иң тейгәне – өҫкә кейгән көрән төҫтәге халатҡа ғына түгел, то-тош йәйләүгә елләмәҫлек кимәлдә әсегән һөт, мал һыҡраһы еҫе һеңгән. Һауынсыларҙың телдәре тупаҫ, төрпө, ҡыҙыҡһыныуҙары сикләнгән, көтөүселәргә йәйләү яңғыратып һүгенеп ебәреүе бер ни тормай. Шөғөлөнән йәм, мәғәнә тапманы. Көн һайын ҡабатланған үҙгәрешһеҙ, игеҙәктәрҙәй оҡшаш, яңылыҡтарһыҙ ауыр эш эсен бошорҙо, һарыуын ҡайнатты, күңеле бейегерәк, мөғжизәлерәк, тылсымлыраҡ үрҙәргә ын-тылды. Бар ҙа баһа ундай тормош ер йөҙөндә, бар ул: аҡсаны иҫәпләмәй, ҡыҫмай ғына тотоналар, килешле, ыҫпай итеп кейенәләр, бер-береһенә зыялы мөнәсәбәттәләр. Ҡайҙалыр ожмахҡа тиң көнитмеш гөрләгәндә, ниңә һыйыр тиҙәгенә батырға, болғанырға?! Ауыл ерлегенә тап килмәгән ымһыныулы ҡыҫыр хыялды инҡар итергә теләгән Ағуна исемле туҡал һыйыр тиҙәкле ҡойроғо менән битенә сабып ебәрҙе. Ошондайыраҡ сәбәп, һылтау эҙләгәнгә, яртылаш һауылған төркөмдө ташлап, ферма мөдиренең өгөтләүҙәрен ҡолағына ла элмәй, йүгерә-атлай ҡайтып китте ҡыҙ. Башҡаса һауынға барманы. Йәмәғәт эштәренә ҡағылғанда талап-сан, ҡырыҫ атаһы эштән киткәнлеген ишеткәндән һуң туҙҙырып әрләп ташлар, тип ҡурҡҡайны, әммә яңылышты. Ул, ирендәрен ҡымтып ауыр көрһөндө лә, тауышын күтәрмәй генә ҡыҙыҡһынды:

Нишләп эштән китергә иттең әле?

Һыйыр типте.

Ғүмере буйы мал аҫтынан сыҡмаған әсәйеңдең бер тапҡыр ҙа шулайтып зарланғанын ишетмәнем.

Ә бына мине береһе типте, икенсеһе һөҙә яҙҙы.

Башына төшкән бәләгә кеше иң әүәл үҙе ғәйепле.

Ғәйебем нимәлә? Мин бит уларҙы әрләмәнем, һуҡманым.

Яратмай ҡарағанһыңдыр, кире мөнәсәбәт күрһәткәнһеңдер, мал бит аҡыллы, өндәшә, һөйләшә генә алмай.

Бер аҙна үткәс, сәй янында ауылдан китергә теләүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Атаһы айыҡ ине, тик оҙайлы эскенән яңы туҡталғанлыҡтан, кәүҙәһенең бирешкәнлеге һиҙелә, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙө тартылып, күҙ аҫтары күләгәләнеп киткән. Көйәләнеүе, эстән бөтөрөнөүе һиҙелә. Әйтелгәндәрҙе ҡәҙимге генә ҡабул итте шулай ҙа. Алдындағы ҡаралай сәйен ҡабаланмай, йотомлап ҡына эсеп ҡуйғас, аласыҡ тупһаһына ба-рып бөксәйҙе. Һандыҡ төбөндә ятҡан ҡорама кисетте эҙләп табып, уны махорка менән тултырҙы. Дүрткел итеп йыртылған гәзит киҫәгенә ҡатҡан бармаҡтары менән самалап тәмәке һибеп ураны, йөйҙө төкөрөкләп йәбештерҙе лә, ишекте ҡыҫып ҡуйып, шырпы тоҡандырҙы. Йәнендәге юшҡынлы көйөктө әҙләп кенә тышҡа өргәндәй апаруҡ быҫҡытты ла, төпсөктө һүндереп ярыҡтан тыш яҡҡа ырғытҡас, кисетте усында һәлмәкләп тамағын ҡырҙы:

Әсәйеңдең ҡомартҡыһы.

Беләм.

Ошо нәмәнән йылылыҡ, яҡтылыҡ килеп тора төҫлө, эсендәге тәмәкегә лә хуш еҫ һеңгәндәй. Ябай, күҙгә бәрелмәгән әйберҙең ҡәҙерен һуңлап ҡына беләбеҙ шул. Әгәр әсәйең эргәбеҙҙә йөрөп ятһа, был сепрәк киҫәген иҫемә төшөрөр инемме икән? Икеле. Юҡтыр. – Бер аҙ өндәшмәй ултырғас дауам итте. – Был һөйләшеүҙе күптән көтә инем, ҡыҙым. Һиңә бында ҡалырға ярамағанлыҡты ла беләм, ни хәл ҡылмаҡ, ҡанаттарың нығыны, оянан осор сағың етте. Тик бына йөрәгем менән,  ул һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулы менән түшен ыуҙы, – һине бер ҙә генә янымдан ебәргем килмәй. Китһәң, кем ҡулына ҡарап ҡалам, кемдән ярҙам өмөт итә алам, түшәккә ятып китһәм, ауыҙыма һыу тамыҙыр берәйһе булырмы, ә? – Йәнен һыҙҙырған эске кисерештәрҙән күҙҙәре еүешләнде. – Бынан ун биш саҡырымдағы Ҡәҙершала ҡартатайың менән ҡартәсәйең көн итә лә бит, уларҙың үҙ көндәре үҙҙәренә саҡ. Ә бында ҡыутомшоҡтай яңғыҙмын, күҙ терәп барыр яҡыным юҡ. Быныһы  ярты ҡайғы тигәндәй, иң ҡурҡынысы – халыҡты туйҙырған, көн иттергән ауыл еренә эшһеҙлек килә, ә мин бер көн дә, бер сәғәт тә шөғөлһөҙ тора алмайым. Йәшәү мәғәнәм, тормошомдоң асылы – хеҙмәт, шунан көс-дарман алам. Беҙ төҙөгән ҡеүәтле ҙур ил, яҙғы боҙҙай ваҡ киҫәктәргә ваҡланып, таралырға йыйынып сатнаған, совхоз, бүлексә тарҡала. Ҡасандан бирле аҡса төҫөн күрмәйбеҙ. Урындағы халыҡ нисек, нимә иҫәбенә көн итергә тейештер инде? Әсәйеңдең үлеме хаҡында совхоз үҙәгендәге участка дауаханаһына справка алырға барғайным бит әле, шунда урамда ғүмере буйы партком секретары булып эшләгән Айытбай Нәҙерғоловты тап иттем. Парткабинетына йоҙаҡ һалған да Ленин портретын ҡултығына ҡыҫтырып ҡайтып килә, мине күреп ҡалып күрешкәс, былай тине: “Мәғәнәһеҙ ваҡытһыҙлыҡ билдәһеҙлеккә старт алды, нимә менән барып бөтөр, белмәйем. Кисә Карл Маркс томдарын өйөмә алып ҡайтып ҡуйғайным, ошоғаса төҙөгәнде атып-бәреп емерһәк тә, бер килеп кәрәгер әле улар”. Бында ла бит ана шул болғансыҡтан файҙа күреүселәр етерлек, ҡабаланып-ҡарһаланып кеҫәләрен ҡалынайтып ҡалырға тырышып ятҡан көндәре. Бүлексә бухгалтеры Фәтих Рәхимов аҡсаһыҙ йонсомай, киреһенсә, үҙенекеләй күреп, бүлексә мөлкәтен һатып кинәнә. Дөйөмләштереп әйткәндә, бурҙар быуаты килә, йәмғиәттә уғрылыҡ тантана итә. Ниңә быларҙы тәфсирләп һөйләйем әле, улар һиңә, моғайын, мәғәнәһеҙ тел сарлау һымаҡ ишетеләлер. – Салланған сәстәрен һыпырҙы. – Аҡса тигәндәй, юлланам тиһәң, һаҡлыҡ кенәгәһендә әҙерәк бар-барлыҡҡа, шуны алырға тура килер. Ярай, ҡартая барған алйоттоң мыжыуын иҫәпкә алма инде, китәм тиһәң, минән фатиха, ризамын.

Ниндәй һәйбәт, аҡыллы кеше һин! – Нәйлә йүгереп килеп атаһын ҡосаҡланы. – Ҡаршы килмәҫеңде алдан уҡ һиҙгәйнем.

Өҫтәл артынан урын алған ғәзиз кешеһе һынамсыл төбәлеп һораны:

Ҡайҙа барырға йыйынаһың инде?

Өфөгә. Тик юғары уҡыу йорттары студенттарҙы күптән ҡабул итеп бөткәндер. Ваҡытлыса берәй ГПТУ-ны һайлармын. Аҙаҡтан күҙ күрер.

Ә беҙ һине Миңнизар апайың ише аҡ халатлы итеп күргебеҙ килгәйне. Ауырып-сырхап киткән осраҡта дауалаусыбыҙ эргәбеҙҙә була, йәнәһе лә. Әсәйең мәрхүмә менән шул хаҡта хыялландыҡ. Йә, ярай, һинеңсә хәл итәйек, – атаһы, мөһим ҡарар ҡабул иткәндәй, тубыҡтарына һуҡты. – Хәҙер һуңғыһы: йәшәйһе көндәрем һанаулы ғына ҡалды, шикелле, әгәр башҡаса осраша алмаһаҡ, мине әсәйең янына ҡуйырһығыҙ, эргәһенән урын билдәләп ҡуйғанмын.

Күңелгә шом һалма әле, атай, улайтһаң, китмәйем дә ҡуям.

Ғүмерең буйы ошо йортто һаҡлап, ҡарт алашаның яйын яйлап көн итмәҫһең бит инде. – Атаһы һүрәнке йылмайҙы. – Әҙәм балаһы был ергә мәңгегә килмәй, ҡасан да булһа китергә бурыслы – кешесә көн итеп, яҡшы һүҙ, яҡты эҙ ҡалдырып. Хәйер, һиңә уны аҙағынаса аңларға, төшөнөргә иртәрәк.

Юлға йыйынды. Ауыл осондағы туҡталышҡа ҡәҙәр бергәләп сыҡ-тылар, атаһы әйберҙәрҙе күтәреп арттан эйәргән. Автобус апаруҡ ара киткәс, арт яҡта баҫып барған еренән ауыл яғына ҡайырылды. Бынан зыярат, хатта әсәһенең ҡәбер түмәләсе ап-асыҡ күренә икән. Юл сатына баҫҡан атаһы сағылда үҫкән яңғыҙ имәндәй һерәйгән. Тора-бара ул бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнде. Бына ике ҡара нөктә – түмәләс менән туҡталыш эргәһендәге һын – бергә ҡушылды һәм алыҫ офоҡта бөтөнләйгә ирене.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: