Все новости
Литература
24 Марта , 13:00

«Ғүмер бит ул баш осонан иҫеп үткән ел генә...»

Зөһрә Ҡотлогилдина – күренекле журналист. Ул пуб­лицистика өлкәһендә айырыуса әүҙем эшләй. «Һуғыш балалары һөйләй» тигән китабы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булды.Шулай уҡ шиғриәттә лә танылыу яуланы ул. Йырлы-моңло шиғырҙарына бик күп композиторҙар көйҙәр ижад итте. Йыр сәнғәтенә индергән хеҙмәттәре өсөн «Гәлсәр һан­дуғас» телевизион конкурсының һәм Башҡортостан радиоһының «Юлдаш йыры»ның бүләктәре тапшырылды.Әле Зөһрә Ҡотлогилдина журнал уҡыусыларына үҙенең яңы шиғырҙарын тәҡдим итә.

«Ғүмер бит ул баш осонан  иҫеп үткән ел генә...»
«Ғүмер бит ул баш осонан иҫеп үткән ел генә...»

Ҡайҙа?!.

Бәйгеләрҙә ярһып сапҡан аттар
Йөрәктәре ярылып йығылды.
Улар урынына артта килгән
Алашалар килеп йыйылды.

Ҡайҙа һеҙ, Мостай ағай?!

Халҡым, телем, ерем тиеп янған
Милләтемдең аҫыл улдарын
Үҙ теленән яҙҙырмаҡсы булып,
Быуҙылар бит барыр юлдарын.

Ҡайҙа һеҙ, Рәми ағай?!.

Үҙ илендә илен һағынып йәшәй
Аҫаба ла башҡорт балаһы.
Килмешәктәр баҫып алған ерҙә
Ниңә өнһөҙ ырыу ағаһы?

Ҡайҙа һеҙ, Рауил ағай?!.


Үҙ телен белмәгән бала

Үҙ телен белмәгән бала
Зәғиф, ярлы күңелле.
Ата-әсәһен сит-яттарға
Һатҡан була түгелме?

Үҙ телен белмәгән бала
Моңһоҙ, рухһыҙ күңелле.
Үҙ милләтен сит-яттарға
Һатҡан була түгелме?

Үҙ телен белмәгән бала
Мәңге етем күңелле.
Тыуған илен сит-яттарға
Һатҡан була түгелме?


Үҙемә һорау, яуап

– Был донъяла иң ҡәҙерле нимә
тиһең?
– Тыуған илем, тыуған ерем, туған
телем.

– Нимәләрһеҙ тормош юҡтыр
был донъяла?
– Ерһеҙ, утһыҙ, һыу, һауаһыҙ
йәшәп ҡара.
– Ниҙәр юлдаш һинең ғүмер
юлдарыңда?
– Хеҙмәт, намыҫ, хаҡлыҡ минең
ҡулдарымда.

– Яҙмышыңда рәхмәтлеһең һин
кемдәргә?
– Ата-әсәм, ғәзиз балам, һөйгән
йәргә.

– Йәшәйештең асылдары
нимәләрҙә?
– Был донъяла кеше булып
йәшәүҙәрҙә.


Күңел ҡушҡанса

Ленин тиеп, партия тип
Яҙманым бер юл.
Күңелемдә ниҙәр ҡайнай –
Яҙғандарым шул.

Ә күңелдә – халҡым өсөн
Борсолоуҙарым.
Туған телем йәшәһен, тип
Ҡурсалауҙарым.

Аҫыл шәхестәребеҙҙе
Танытыу илгә.
Йәш таланттарҙы үҫтереү
Булды бит иңдә.

Милләт өсөн тип эшләнә
Бөтә ғәмәлдәр.
Үҙ бурысын ғәҙел үтәй
Беҙҙең ҡәләмдәр.

Белмәйем мин был тормошта
Юлды башҡаса.
Шулай йәшәйем бөгөн дә
Күңел ҡушҡанса.


Алмалыҡтар1 ине илебеҙ

Республикабыҙҙың тәүге
Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа

Яҙҙар еткән һайын Алмалыҡта
Алмағастар гөрләп сәскә ата.
Туй күлдәген, гүйә, кейә ауыл,
Ап-аҡ болот хас та ергә ята.

Янғын телдәренән юҡҡа сыҡҡан
Урамдары өр-яңынан ҡалҡты.
Алмалары һығылып беште тағы,
Һоҡландырып бөтә тирә-яҡты.

Хәстәрлекле ил ағаһы бында
Шундай матур ауыл бүләк итте.
Уға рәхмәт әйтеп, алмағастар
Тупырлатып ергә алма һипте.

Бындай Алмалыҡтар еребеҙҙә
Төбәк һайын балҡып ҡалҡып
сыҡты.
Эй һағына халҡым, ил ағаһы,
Штурвалда һинең торған саҡты.

Ил карабы ҡайҙа йөҙгәнен дә
Хәҙер белер әмәл ҡалманы бит.
Алмалыҡты йотҡан янғын кеүек,
Ил карабын уттар ялманы бит.

SOS ҡысҡырып, ҡотҡарырға илде
Сос уҙаман ҡасан килер икән?
Халыҡ хыял иткән төйәгебеҙ
Алмалыҡтар булып ҡалыр микән?

Еребеҙгә яҙҙар килгән һайын
Ал сәскәгә күмелә Алмалыҡ.
Илебеҙгә ҡылған изгелектәргә
Рәхмәт уҡый һеҙгә бар халыҡ.


Бөтәһе лә үтә, тиҙәр...

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр,
Үтмәй, йөрәктә ҡала.
Мәңге онотолмаҫлыҡ итеп
Асыҡ яраһын һала.

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр...
Үтмәй, хәтерҙә ҡала.
Ғүмер буйына әрнетер
Һыҙланыу булып яна.

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр,
Үтмәй, үҙеңдә ҡала.
Үҙең менән бергә китер
Йән менән онотола.

 

Кеше һүҙе

Кеше һүҙе – иҫкән ел ул,
Иҫә лә үтеп китә.
Кеше һүҙе үткәс, һине
Үҙеңсә донъяң көтә.

Кеше һүҙе – ағын һыу ул,
Аға ла үтеп китә.
Кеше һүҙе үткәс, һине
Тоғро ярҙарың көтә.

Кеше һүҙе яҙмыш түгел,
Елдә осҡан сүп кенә.
Кеше һүҙе табыш түгел,
Һыу һеңдергән сүл генә.

Елдәр иҫә, һыуҙар аға –
Үтә лә китә ғүмер.
Кеше һүҙенең уты юҡ –
Усаҡта һүнгән күмер.


Өсәү инек

Өсәү инек.
Икәү ҡалдыҡ.
Ауҙы бер тағаныбыҙ.
Терәүле саҡтарыбыҙҙы
Хәҙер ныҡ һағынабыҙ.

Өсәү инек.
Көслө инек.
Бер йыр ине ғүмерҙәр.
Яҙмыштарға яҙылғандыр
Мәңгелек тупһаларынан
Мәле еткәс инеүҙәр.

Өсәү инек.
Икәү ҡалдыҡ.
Икәү ҙә әле терәк.
Икәүле саҡтарҙы аяп,
Оҙағыраҡ тип йөрәк.


Ете Зөһрә

Ҡурай таждарылай етәү улар –
Ете Зөһрә – дуҫтар, таныштар.
Етеһенә ете серем һыя,
Ҡайһы саҡта – әрнеү, һағыштар.

Йондоҙ исемендә булғанғамы,
Яҙмыштары сағыу йондоҙҙай,
Йөҙҙәренә һырҙар яғылһа ла,
Күңелдәре дәртле, йәш ҡыҙҙай.

Етегән йондоҙ кеүек, яҡты балҡып,
Һәр береһе мине ҡурсалай.
Бәлә килһә, ҡайғы-хәсрәтемде
Бүлеп ала улар урталай.

Ҡурай таждарылай етәү улар –
Ете ҡыҙҙай, рухлы, тоғролар.
Һәр береһен иҫкә алған һайын
Йөрәгемдә йылы тойғолар.

Ете Зөһрә ете тарафымда
Ҡул һуҙалар миңә һәр эштә.
Был донъяла аҙаштырмай һаҡлай
Ете аҙаш – ете фәрештә.


* * *

Ваҡыт тарая тигәне
Дөрөҫмө икән әллә?
Бер нәмәгә өлгөрөп булмай,
Был ни заман, ни ғиллә?

Егерме дүрт сәғәттәре
Ун һигеҙгә ҡалғанмы?
Был быуат әллә кешегә
Шундай һынау һалғанмы?

Әҙ йоҡлап, күп эшләһәң дә,
Өлгөрөү мөмкин түгел.
Йәшәй-йәшәй талапты ла,
Ахыры, арттыра күңел.

Таң ата ла кис була, тип
Ғүмерҙәр үтә генә.
Ваҡыт еткерә алмауҙар
Үтә бит үҙәгемә.

Ҡырҡҡа бүленерҙәй булып,
Йәшәй кеше донъяла.
...Бер кем эшен бөтөрә алмай,
Барыбер үкенес ҡала.


Тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ

Тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ,
Күңеле китек былай ҙа.
Уның нисек йәшәгәне
Билдәле тик Хоҙайға.
Тол ҡатынға уйламаҫтан
Әйтмәгеҙ ауыр һүҙҙәр.
Тәбиғәттә яҙ булһа ла,
Тормошо – тотош көҙҙәр.

Тол ҡатынды кәмһетмәгеҙ,
Кәм иткән уны яҙмыш.
Иңен баҫҡан яңғыҙлыҡтан
Эстәре тулы һағыш.

Тол ҡатынға ҡырын ҡарап,
Йәнен телгеләмәгеҙ.
Был донъяның фанилығын
Һеҙ ҙә бит беләһегеҙ.

Тол ҡатын мохтаж яҙмыштың
Мәрхәмәт, ярҙамына.
Кәмһетмәгеҙ, рәнйетмәгеҙ,
Ул түҙер ҡалғанына.

 

Йылмайыу көйәнтәһе

Йәнем уртаға ярылып
Йөрөгән мәлдәремдә
Бер актриса кәңәш бирҙе
Йәшәйеш хәлдәремә.

«Бигерәк бөтөп киткәнһең,
Улай йәшәү ярамай.
Иртән тор, йылмай көҙгөгә
Бер нимәгә ҡарамай.

Йылмайыу көйәнтәләрен
Элеп ал да йөҙөңә
Йөрө шулай, белмәһендәр
Ут янғанын йәнеңдә».

Йәндәрем ялҡында саҡта
Нисек һуң йылмайырға?
Күҙ йәшен күрһәтмәҫ өсөн
Нисек һуң тыйылырға?
Ҡайҙарҙан табырға һуң ул
Йылмайыу көйәнтәһен?
Күпме тора, ни хаҡ икән,
Әйтмәҫһеңме бәйәһен?

Йылмайыу көйәнтәләрен
Ҡайҙан алырға тиһең?
Эсең тулы хәсрәттәрҙе
Ҡайҙа һалырға тиһең?

Йылмайыу көйәнтәләрен
Ҡайҙа һаталар икән?
Ҡуш биҙрәләге шатлыҡтар
Ҡайҙа яталар икән?

Мин актриса түгелмен шул.
Бәхет гримын һалырға.
Бәләм һәм бәхетемдер ҙә
Үҙем булып ҡалыуҙа.

Был донъяла мин нисек бар
Шулай йәшәйем инде.
Тик үҙемсә ҡабул ҡылам
Тормошта һәр көнөмдө.

Янғанда ла, яҙғанда ла
Була алмам бүтәнсә.
Йылмайыу көйәнтәләрен
Алып булмай үтескә.

...Үҙе булып йәшәне, тип
Әйтһәләр һуңғы һүҙҙә,
Йылмайыу көйәнтәләре
Ятыр минең йөҙөмдә...


Рәхмәт төшкөрө инәй

Ауылда бер инәй булды –
Мөхип ине исеме.
Рәхмәт әйтеп оҙата ине
Сәләм биргән кешене.
«Һаумы, инәй!»
«Һаумы, балам!
Эй рәхмәттәр төшкөрө!»
Ошо һүҙ менән ул, гүйә,
Йәнебеҙҙе өшкөрҙө.

Ошо һүҙ көндөң барына
Йөрөттө осороп ҡына.
Тағы ишетке килә ине
«Осраҡлы» осратып ҡына.

...Көтмәгәндә шатлыҡ килһә,
Иҫкә төшә шул инәй –
Уның рәхмәттәреме әллә
Тормош юлымды имләй?

Ауылға ҡайтһам, әле лә
Тап иткем килә уны,
...Тик күптән инде өҙөлгән
Был ерҙә үткән юлы.
Үҙем хәҙер шул һүҙҙәрҙе
Әйтәм мин бүтәндәргә.
Рәхмәт төшкөрө, тип ҡалам
Сәләм биреп үткәнгә.


* * *

Һәр нәмәлә табыш ҡына күрҙең,
Был тормошта һин бит аҡса ҡоло.
Беҙҙең ҡибла башҡа, юлдар бүтән,
Ҡәҙерлерәк миңә баҡса гөлө.

Рухи ҡиммәттәрҙән өҫтөн итеп,
Донъя байлыҡтарын һайлағанһың.
Һиңә ситен аңлау йөрәктәге
Халҡым тиеп янып ҡайнауҙарым.

Бер көн килеп һанһыҙ табыштарың
Һағыш ҡына булып ҡалмаҫ тимә.
Байлыҡтарың ҡыйлыҡ булып ятыр,
Ҡағыҙ булып аҡсаң янмаҫ тимә.
Бай хәйерсе булып йәшәгәнсе
Хәйерсе бай булыу артығыраҡ.
Күңеле бөтөндәргә был донъяла
Ҡояш төшә барыбер яҡтыраҡ.


Йыйырсыҡтар ҡартлыҡ билдәһеме?

Йөҙҙәреңде йыйырсыҡтар баҫҡан,
Ҡартайғанһың икән, тимәгеҙ.
Йыйырсыҡтар – минең йылдар
буйы
Йыйған байлыҡ, тиһәм, көлмәгеҙ.

Улар – минең шатлыҡ-
ҡыуаныстар
Шулай уйылып ҡалған йөҙөмә.
Тәҡдиремә төшкән бар булмышым
Эҙен һалды ғүмер көҙөмә.
Юлаҡ-юлаҡ сал сәстәргә һыйған
Хәтирәләр, яҡты үткәндәр.
Йылдар миңә бер иҫтәлек итеп
Көмөш нурын һибеп киткәндәр.

«Гел шатлыҡтан тормағандыр
тормош,
Ҡайҙа әрнеү, ғазап, һағыштар?
Был донъяла тәрән һырҙар һалыр
Үкенестәр тулы яҙмыштар?»

Мин уларҙы йөҙөмә сығарманым,
Йөрәгемә күмдем, йәшерҙем.
Ҡайғы-хәсрәт күңелемдә ятты,
Иҫтәлектәр менән йәшәрҙем.

Йөҙҙәрҙәге йыйырсыҡтар ғына
Ҡартлыҡ билдәһеме? Юҡ, түгел!
Ул һүҙҙәрҙе әйтмәҫ йөҙйәшәр ҙә,
Әйтер бары үҙе ҡарт күңел.


* * *

Бөгөн берәү мине таланы.
Юҡ, бер тинемде лә алманы.
Нахаҡ һүҙҙәр, ялған, ғәйбәт менән,
Күңелемде тапап, таланы.

Ғәйеп ташлау өсөн бүтәндәргә
Үҙеңә бит суфый булыу кәрәк.
Гонаһты ла хатта кисерә белә
Тик гонаһтан азат оло йөрәк.


Төйөлөп үҫкән бала

Төйөлөп үҫкән бала
Кәмһетеүҙәргә күнә.
Рәнйетелгән күңелендә,
Күҙендә нурҙар һүнә.

Төйөлөп үҫкән баланың
Яҙмышҡа үсе ҡала.
Ҡыйырһытылған йәнендә
Уңалмаҫ яра яна.

Төйөлөп үҫкән бала
Ҡаты бәғерле була.
Үҫкәс, үҙе башҡаларҙан
Шуның ҡоһорон ала.


Ғүмер бит ул...

Ҡыштарыңдың, йәйҙәреңдең
Ҡәҙерҙәрен бел генә.
Ғүмер бит ул сәскә атҡан
Хуш еҫле бер гөл генә.

Көндәреңдең, йылдарыңдың
Ҡәҙерҙәрен бел генә.
Ғүмер бит ул баш осонан
Иҫеп үткән ел генә.

Бергә булған минуттарҙың
Ҡәҙерҙәрен бел генә.
Ғүмер бит ул йәйге төндә
Йондоҙ яуған мәл генә.


Яңғыҙлыҡ

Яңғыҙлыҡ – ул ҡара урман.
Дөм ҡараңғы тирә-яҡ.
Эстәренә ингән һайын
Хәүефлерәк, шомлораҡ.

Яңғыҙлыҡ – ул төпһөҙ йылға,
Шашып ярһый ярынан.
Ул үҙенә саҡыра төҫлө
Ваз кисергә барынан.

Яңғыҙлыҡ – ул тәрән упҡын.
Үҙенә тарта, һура.
Кәүҙәң түгел, йәнгенәйең
Упҡын ситендә тора.

Һынған ҡанат менән осор
Һыңар ҡош ул – яңғыҙлыҡ.
Көндәрендә, төндәрендә
Ҡояшһыҙлыҡ, айһыҙлыҡ.

Эй һин, яҙмыш, яңғыҙҙарға
Мәрхәмәтле булһаңсы.
Юлдарына Хызыр Ильяс
Һин сығарып ҡуйһаңсы.

Айырмасы һин уларҙы
Өмөт шәмдәлдәренән.
Усағында ут һүнмәһен
Киләсәк көндәренән.


Ғүмер
(триптих)

I. Бала саҡ

Ҡасан иртәгә була тип,
Эй көтәбеҙ һәр көндө.
Хыялдар алға әйҙәй ҙә
Ашыҡтыра һәр кемде.

II. Йәшлек

Теге кәрәк, был кәрәк тип,
Сәсәп донъя көтәбеҙ.
Баш күтәрмәй эшләй-эшләй,
Ғүмерҙәрҙе һүтәбеҙ.

III. Ҡартлыҡ

Эй был йылдар елә генә,
Аямай шул һис кемде.
...Бөгөн дә таң аттырҙыҡ, тип
Ҡаршылайбыҙ һәр көндө.

Яҡташтарыма

Тапҡыр һүҙле, үткер телле,
Халҡының бай шәжәрәһе.
Бикбай, Солтангәрәй һымаҡ
Көйөргәҙе сәсәндәре.

Һабантуйҙа билен бирмәҫ,
Көслө, ҡыйыу ир-аттары.
Ғәфиәт, Хәсән, Сәлмәндәй2
Көйөргәҙе батырҙары.

Сәхнәләрҙе яңғырата,
Йыр, бейеү – ҡуш ҡанаттары.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтай
Көйөргәҙе таланттары.

Баҫыуҙарҙа иген үҫә,
Гөрләп тора яландары.
Шәүәли Вахитов кеүек
Көйөргәҙе уңғандары.

Төйәгенә тоғро халыҡ,
Ерҙә уның бар хәстәре.
Тарихта үҙ эҙен яҙа
Көйөргәҙе шәхестәре.


* * *

Епшек ҡарҙан бала-саға
Әүәләне Ҡар бабай.
Килештергәндәр бит әле,
Бигерәк матур ҡайһылай.

Ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр
Эй тырышты балалар.
Улар өйгә ҡайтып киткәс,
Моңайҙы Ҡар бабайҙар.
...Иртән сыҡҡас, бөтә бала
Күрҙе мәхшәр майҙанда.
Кисәге Ҡар бабайҙарҙан
Бер нәмә ҡалмаған да.

Кемдең ҡулы күтәрелгән
Шуларҙы ҡыйратырға?
Балаларға вәхшилекте
Нисек һуң аңлатырға?

...Өлкәндәр донъяһында ла
Кемдер төҙөй, кем вата.
Белерлек түгел ҡайһы саҡ
Ҡайҙа хаҡлыҡ йә хата.

...Илдә эшһеҙлек булмаҫ ул:
Төҙөй ҙә емерәләр.
Эшһеҙ йөрөйҙөр ни бары
Емерә белмәгәндәр.


Ысын дуҫтар

Зөбәржәт, Фәүзиә, Фәниәгә

Ысын дуҫтар күп булмай ул,
Берәү... икәү... өс бөртөк.
Йәш саҡта байтаҡ инек тә,
Аҙаҡ әҙ ҡалып бөттөк.

Дуҫлыҡ ныҡлығын һынарға
Тормош кәртәләре бар.
Улар беҙгә аҙым һайын
Юлда осрап торалар.

Шатлығыңда табыныңда
Булмаһа ла дуҫтарың,
Ҡайғыңда иңдәрен ҡуйыр,
Ҡулы ҡыҫыр устарың.

Бәләңдә яңғыҙ ҡалдырмаҫ,
Кәрәкһә, утҡа инер.
Бер кемгә һөйләмәҫ серең
Бары дуҫ ҡына белер.
Улар беҙҙе ҡабул итер
Нисек бар, шулай килеш.
Дуҫтар бит ул был донъяла –
Өлөшкә төшкән көмөш.

Ысын дуҫтар күп булмай ул:
Берәү... икәү... өс кенә.
Улар тормош һуҡмағында
Ғүмерлеккә көс бирә.


Ҡарағай

Тағы килдем яндарыңа,
Йөҙйәшәрлек ҡарағай.
Беләм: һиңә түккән серем
Бүтәндәргә таралмай.

Күҙ йәштәрем йыуа һинең
Олондарың, ҡарағай.
Беләм: хәсрәт, аһ-зарҙарым
Һине лә бит яралай.

Шып-шым ғына тыңлайһың да
Йыуатаһың, ҡарағай.
Беләм: олпат тыныслығың
Күңелемде дауалай.

...Ҡасандыр икәү килгәйнек
Яндарыңа, ҡарағай.
Беләм: һин беҙҙе көтәһең
Һис нимәгә ҡарамай.

Үткәндәремде һағынып,
Яңғыҙ киләм, ҡарағай.
Беләм: һинең көс-ҡеүәтең
Һағыштарҙан аралай.

Ярай әле, тәбиғәттә
Һиндәй көс бар, ҡарағай.
Беләм: көслөләр янында
Көсһөҙ булыу ярамай.

 

1 Алмалыҡ – Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. Янғын сығып, тотош ауыл тиерлек янып, йортһоҙ ҡалған халыҡҡа ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимов ярҙамы менән ауыл тергеҙелде, алмағастар ултыртылды. Хәҙер урам Президент исемен йөрөтә.

2 Ғәфиәт Арыҫланов – башҡорттар араһынан беренсе Советтар Союзы Геройы, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеров та ошо исемгә лайыҡ булған батырҙар. Улар өсөһө лә Көйөргәҙе районының бәләкәй генә Кинйә ауылынан. 

Автор:Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Читайте нас в