Все новости
Литература
4 Октября 2021, 10:24

Утынға барған Батыр. Юмореска. Раушан Ғәлимов.

Бер заман Батыр урманға утынға барған, ти. Арбаһына ағасты тау итеп өйөп, инде ҡуҙғалам ғына тигәндә, көскә тын алып торған арыҡ алашаһы ятҡан да үлгән. Ултыра, ти көйөп Батырыбыҙ. Ни эшләргә хәҙер? Ташлап ҡына китер инең дә, көн оҙонона һөйрәтеп йөрөткән бүрәнәләре бик йәл бит инде. Оҙаҡламай бөтөнләй ҡараңғы ла төшкән, ти.

Утынға барған Батыр. Юмореска. Раушан Ғәлимов.
Утынға барған Батыр. Юмореска. Раушан Ғәлимов.

Ҡапыл күк йөҙө ялтлап киткән дә, бының алдында ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә бер тылсым эйәһе хасил булған.
– Ултыраһыңмы? – тип һораған ул.
– Ултырам. Ана, ат үлде.
– Күрәм. Бурысты ҡайтарырға ваҡыт еткән бит инде, – тигән тылсымсы. – Иҫеңдәме ҡырҡ һигеҙ йыл элек террариумдан быуар йыланды сығарып ебәргәнеңде.
– Баласаҡта кем шуҡ булмаған, тиһең?
– Юҡ, юҡ! Ҡарт, мин һиңә киреһенсә рәхмәт әйтергә килдем. Теге быуар йылан мин инем бит. Әлбиттә, мин шул көндө үк тышта туңып үлдем, әммә ғүмеремдең һуңғы минуттары иректә үтте. Шуның өсөн мин һиңә тере ат бирәм. Ваҡытлыса инде, әлбиттә.

Теге тылсым эйәһе таяғын шундуҡ һелтәп тә ебәргән, бер ярғанатты һуғып та төшөргән, шул арала уны атҡа әйләндерә лә һалған.
– Ҡуйсәнә! – тип йөҙөн йыртҡан Батыр, – мин был ярғанат фәләнгә яҡын йоғонор эшем юҡ!
Ҡарт шул саҡ үҙе һауанан нимәнелер тотоп алып, теге ҡатынға һонған.
– Май ҡуңғыҙы барамы?
– Бармаған ҡайҙа ул?
– Аңлауымса, мин төнгө ун икегә тиклем өлгөрөргә тейешмендер?
– Юҡ, был сәғәт бүлкәттәре менән хәҙер бөтөнләй буталыш китте. Ашыҡма, аҡрын ғына барһаң да була. Ат, ҡатыныңды күреү менән, үҙе кире ҡуңғыҙға әйләнер. Әгәр минең ярҙамым кәрәк булып китһә, һыҙғыр ғына.
– Рәхмәт, изге тылсым эйәһе!

Батырҙың ҡатыны Гөлшәкәр ирен көткән-көткән дә, сихырсы күршеһенә инә.
– Мәстәй, ярҙамың кәрәк, пенсия алғас, һуңынан үҙеңде ризалап ҡуйырмын. Тиҙ генә кәрттәреңде һип тә, көҙгөңә күҙ һал әле. Минең теге ир ғәләмәте утынға тип киткән еренән һаман ҡайтмай, ҡайҙалыр юғалды ла ҡуйҙы.
Сихырсы өҫтәлгә кәртен таратып һалып, планшетын тоҡандыра ла, сәйнүген ҡуйырға сығып китә.
– Юҡ! Эсмәйем мин һинең ул нәмәңде, ваҡытым да юҡ! – тип ырғып торған Гөлшәкәр.
– Һиңә сәй эсерергә бер кем дә йыйынмаған бында. Уның йолаһы шул. Сәйнүк һыҙғыра башлау менән экранда һинең Батырҡайың да күренер! Егерме беренсе быуат бит урамда, күршекәйем.

Тиҙҙән планшетта Батырҙың да һыны пәйҙә булды, ти. Ул утын өҫтөндә тылсымсы менән гәп һатып ултыра ине.
– Анау һинеке түгелме?! Ниндәйҙер бисә менән ултыра!
Гөлшәкәр быны күреү менән асыуынан күршеһенең ашъяғынан уҡлау алып урманға ҡарай сапҡан.

Батыр үҙ яйына аҡрын ғына ҡайтып килә ятҡанда, ер тетрәүен һиҙенә башлаған бер заман. Меҫкен ир олпат ҡына ҡатынының уның үҙен бәреп үлтерегә сабып килгәнен аңламай ҙа инде, теге ат кире ҡуңғыҙға әйләнә башланы, тип уйлай һәм һыңғырып ебәрә.
– Ҡатының килә, – тигән тылсымсы, – үҙеңде лә, йөгөңдө лә, ул үтеп китеп тынысланғансы һыйырҙарға әйләндереп торам.

Гөлшәкәр урманды бушҡа урап ҡайта ла, кире сихырсыға инеп, ҡайҙа булғанын һәм ниҙәр күргәнен һөйләп бирә.
– Диуана! Ҡайсан һин һуңғы тапҡыр тирә-йүндә һыйыр күрҙең? Бер Сәмси лә бар ине, үткән аҙнала уныһын да бүреләр тамаҡлап китте бит! – ти күршеһе.
Тегенеһе төп башына ултырғанын аңлап ҡалып, шунда ятҡан балтаны ала ла, йәнә урамға йүгереп сыға.

Батыр инде ауылға ла инеп килгән был ваҡытта. Ҡатынының уға ҡаршы осоп килгәнен ишетеү менән, ҡалтыранған ирендәре менән һыҙғыра, ти. Тылсымсы шундуҡ килеп сыҡҡан да, быны колонкаға әйләндереп тә ҡуйған.

– Алйот! – тигән бының аңралығына хайран ҡалып сихырсы, теге тағы бер ниһеҙ кире әйләнеп килгәндән һуң, – ауылда һыуҙың булмағанына егерме, колонкаларҙың бөткәненә инде ун биш йыл. Уларҙан ҡалғанын да һинең ғәзиз Батырәхмәтең металлоломға киҫкеләп бөткәнен белмәйһең йәнәһе.
Гөлшәкәр өнһөҙ генә балтаны ятҡан урынына һелтәй ҙә, тиҙерәк үҙ өйөнә мылтыҡ алырға йүгерә.

Ҡарт дары еҫен һиҙеп, бронялы берәй нимәгә әүерелеп торғанда һис кенә лә артыҡ булмаҫ ине, тип тылсымсыны саҡырып ала. Тегенеһе:
– Ғәйеп итмә, ҡарт, мин өс теләгеңде үтәнем, артабан үҙ йүнеңде үҙең күрәһең инде.

“Йә, утын инде ҡайтып етте, хәҙер тере саҡта тайһам да була”, – тип уйлай ҙа Батыр, етеҙ генә сихырсының йорто эргәһендә үҫкән кесерткәндең иң ҡуйы урынына кереп боҫа. Гөлшәкәр ҙә инде яҡында ғына йөрөй, мылтығын тотоп яндан терәлеп тигәндәй уҙып китә. Ярар ҙа тышта ҡараңғы. Ҡапыл кемдеңдер эте килеп сыҡҡан да, ҡартҡа ҡарап өрөргә керешмәһенме. “Бөттөм, былай булғас!” – тип уйлай меҫкенең. Аҡрын ғына йәшеренгән урынынан сығып, эттәр йөрөмәгән урын ҡарай башлай. Аптырағас, күршеһенең өйөнә йүгереп инә, тегенеһе бер кемде күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә планшетҡа текәлеп ултыра. Шул ваҡытта ҡарт артынан кемдеңдер инеп килгәнен ишетеп ҡала ла, шкафҡа ҡаса.

Гөлшәкәр килеп инеү менән:
– Мәстәй! Планшетыңа ҡара тиҙрәк, ҡайҙа ул! Мин ул хайуанды юғалттым!
– Кәнтәйендә ул! Күрәм: бер йортҡа кереп китте!
Ҡарт ни урман буйлап та, кесәрткән араһында йөрөп тә, һыуыҡ үткәреп өлгөргән дә инде, шул саҡ сөскөргән дә ебәргән. Гөлшәкәр ошо хәлде үҙенсә аңлап, был икәүҙең бәхетһеҙлегенә күрә бик ашығыс ғонахлы һығымталар яһап та ҡуя. Батыр ҡасып өлгөрә, ә Мәстәйҙең башы аша планшетын кейҙереп өлгөрә тегенеһе.

Батыр өс көн күрше ауылда танышында йәшеренеп ята. Аҙаҡ ҡатынына ҡайтып энәһенән ебенә тиклем түкмәй-сәсмәй барһын да һөйләп бирә. Тегенеһе ихлас ышанған була. Яңы мылтыҡ алыр өсөн йәшереп йыйған аҡсаһын да килтереп сығара ҡарт. Хәҙер ысынлап та уға бер ниндәй ҙә ҡорал кәрәкмәгәненә иманы камил Батырҙың. Күршеһенә яңы планшет, ҡатынына тун алып бирә. Хәҙер Гөлшәкәр иренә тағы ла нығыраҡ ышана һәм барһын да ғәфү итә.

– Теге урыныңда аҡса бөттөме әле, яңы кәритәгә етәрлек юҡмы аҙраҡ? – тип һорап ҡуйҙы ҡатыны бер көн.
– Юҡ, юҡ һәм дә юҡ! – тине ҡарт, – аҡса ла юҡ, яңы кәритә лә һәм был әкиәттәр ҙә дә тамам туйҙырған.

Автор:Мәликә Әхтәмова
Читайте нас: