Все новости
Литература
22 Июля 2021, 10:10

БЕСӘН ЕҪЕ

Хикәйә. Ғ.Лоҡманов.

БЕСӘН ЕҪЕ
БЕСӘН ЕҪЕ

Бер көндө туғайға бесәнгә барғайныҡ, йөктәребеҙҙе тейәп бөтөрҙөк тә, аттарыбыҙҙы юлға төшөрөп, һәр ҡайһыбыҙ саналарыбыҙ артынан эйәрҙек. Минең танауға ләззәтле, татлы еҫ бәрелде. Ул бесән еҫе ине. Бесән еҫе... Теге саҡта хуш еҫле еләкле туғайҙа тәүләп осрашыуыбыҙ күҙ алдыма килеп баҫты ла хистәрҙән күңелем тулды.

Фронтта алған яраларым һуңғы ваҡытта шаҡтай тынғыһыҙлай башлағанлыҡтан, район табиптары, һис кисекмәҫтән дауаланырға ҡушып, Өфөгә ебәрҙе. 

Киң маңлайлы, ҡалҡыу яңаҡтары бәләкәй түңәрәк һаҡалына табан ослайып килгән оло йәштәрҙәге врач, мине бик ентекләп ҡарағандан һуң:

— Һеҙҙе госпиталгә һалабыҙ, — тине. Үҙе, яуап биреүемде лә көтмәйенсә, ялтырауыҡлы ручкаһын ҡулына алды...

Мине тәҙрәләре урам яҡҡа ҡараған палаталарҙың береһенә урынлаштырҙылар. Биш кешелек икән. Килеп ингәндә, икеһе өҫтәл артында шахмат уйнай ине. Улар һүҙһеҙ генә миңә табан ҡарап торҙо ла йәнә  эштәренә кереште. Һул яҡ карауатта тубығын ҡосаҡлап ултырғаны, ғәҙәттән тыш оҙон муйынлы, бейек кәүҙәлеһе, ҡайһы яҡтан булыуымды һәм исем-фамилиямды һораша башланы. Уң яғымдағы күршем одеял бөркәнеп ятҡайны. Ул, миңә табан борола төшөп, көсһөҙ тауыш менән:

— Яңы күрше... — тине лә тағы ла әйләнеп ятты. Уның йәш сырайлы ҡуңыр йөҙө шаҡтай ябыҡ һәм йонсоу ине. Зәңгәр күҙҙәре ғәҙәттәгенән ҙур һәм төпкә батҡан. Кәүҙәһенең дә ҡаҡса булыуы ҡалын одеял аша уҡ беленеп тора. 

Госпиталдә башлап ятыуым түгел. Шулай ҙа палаталағы был кешеләр миңә бөтөнләй ят. Уларға бер ҡасан да эйәләшә алмам төҫлө. Әммә икенсе көндө үк беҙ күптәнге таныштар кеүек инек инде. Улар ауылдаштар һымаҡ яҡын тойолдо миңә. Тора-бара күп һөйләшер, хатта оҙаҡ-оҙаҡ һүҙ көрәштерер булып киттек. Тик уң яғымдағы иптәшем беҙҙең бәхәстәргә ҡушылмай, йәрәхәттәре артыҡ борсоғанға күрәме, күп ваҡытын ятып уҙғара. Ул, әллә нисек, бик төшөнкө күңелле һәм уйсан...

Нисәмә көн инде бергә булып та, бары тик исеме Һаҙый, ә фамилияһы Ҡотлогилдин икәнлеген генә белә алдым. Беҙҙе дауалаусы Иван Петрович уның янында оҙағыраҡ ултырыусан. Уға тейешле дарыуҙар билдәләй, үҙенең шаян, йылы һүҙҙәрен дә ҡыҙғанмай. Тик күршемдең йөҙө әүәлгесә моңһоу һәм һағышлы килеш ҡала. 

Ә бер көндө Һаҙый мине бик ныҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы. Врач, иртәнге обходын тамамлап, беҙҙең палатанан сығып киткәс, ул ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ фотоһын ҡулына алды ла, күҙҙәренә яҡын уҡ килтереп, текәлеп ҡалды. Бына йөҙөнә таң нуры кеүек мөләйем бер алһыулыҡ йүгерҙе. Ирендәре йәйелә төштө. Ул йылмайҙы. Ҡулында был һүрәтте быға саҡлы ла күргәнем бар ине. Кем икән ул? Тик күршемдең сырайындағы яҡты нурҙар бик тиҙ һүнде. Ул, ниҙер хәтеренә төшөрөптөр инде, ҡапыл сәйерһенеп китте. Түҙмәнем, уның эргәһенә килеп ултырҙым да:

— Һаҙый, кем ул? — тип һораным. Ул яуап бирергә ашыҡманы. Йылмая биреп, тартынып ҡына миңә ҡараны ла:

— Матурмы? — тине. Мин һүрәтте ҡулыма алдым. Иңенә шәл һалған оҙонса йөҙлө, сәсен икегә айырып тараған йәш ҡатын ине.  Йөҙөндәге, ҡиәфәтендәге бөтә һыҙаттарға әһәмиәт бирергә тырышып, хәтһеҙ текләп торҙом. Ләкин күпме генә эҙләһәм дә, күҙҙәрендә лә, бит-һынында ла иҫ китерҙәй сибәрлек тапманым. Тик иптәшемдең кәйефен ҡырғым килмәне. Шуға күрә:

— Матур. Бик матур, — тинем.

Һаҙыйҙың тигеҙ аҡ тештәре ялтырап ҡуйҙы.

— Беләһеңме, — тине ул, йәнләнеп китеп,  — ул бит... минең ҡатыным ине!

— Ҡатының ине?! Ә хәҙер?

— Хәҙер... Түгел инде. Китте ул.

Мин ғәжәпләнеп ҡарап торғас, Һаҙый ашыҡмайынса ғына һөйләй башланы...

Уларҙың танышыу-ҡауышыуы былайыраҡ була.

“Яңы Мөслимдән спектакль менән килгәндәр” тигән хәбәр Иҫке Уртай йәштәрен елкендереп ебәрҙе. Был хаҡта фермала ла мәғлүм булды. Эш бөткәс, ҡыҙ-ҡырҡын биҙәнә-төҙәнә башланы. Күрше ауыл егеттәре алдында һәр кемдең матурыраҡ, һөйкөмлөрәк күренгеһе килгәндер инде. Тик Фәниләнең генә артыҡ иҫе китеп барманы. Ул хатта ситтән генә көлөп, мыҫҡыллы йылмайып торҙо: “Алйот түгел тиң был ҡыҙҙарҙы, нисек тыз-быз килгән булалар, әйтерһең, спектакль ҡарағандары юҡ та, Яңы Мөслим кешеләрен күргәндәре юҡ!”

Ниндәй сәхнә әҫәрен ҡуясаҡтарын асыҡлағас, клубҡа бармаҫҡа ла уйлағайны.“Ғәлиәбаныу"ҙы ятҡа белә ул. Әҫәрҙәге төп ролде лә әллә нисә тапҡыр башҡарғаны бар. Харап, тапҡандар шаҡ ҡатырыр нәмә! Шулай ҙа, кис булғас, Фәнилә лә клубҡа килде һәм, шаршау асылғанын көтөп, эре генә ултыра бирҙе: нисек  уйнарһығыҙ икән, йәнәһе, ҡарап ҡарайыҡ, һеҙ белгәнде инде беҙ...

Спектакль башланды. Бына тәҙрә төбөнә килгән Хәлил йырлап ебәрҙе... Фәнилә, үҙе лә һиҙмәҫтән, сәхнәгә ҡарап донъяһын онотто. Ғәжәп! Ниндәй саф, моңло һәм яғымлы тауыш! Ә ҡулына гармун тотоп, тәҙрәнән йырсы егет үҙе килеп ингәс, хатта тетрәнеп ҡуйҙы. Тулҡынланыуҙан, күңеле тибрәнеүҙән бит алмалары алһыуланып сыҡты. Уның буйсан һыны, сибәр йөҙө тамам арбағайны инде үҙен.

Фәнилә егеттән күҙҙәрен алманы. Хәлилдең сәхнәгә сыҡҡанын түҙемһеҙләнеп көттө. Ғәлиәбаныу булып үҙенең уйнағыһы, әлеге һөйкөмлө егет менән ҡара-ҡаршы йырлағыһы килде. Хатта Ғәлиәбаныу ролен башҡарыусы ҡыҙҙан уны көнләп ултырҙы. Исмәғил Хәлилгә атып, егет һығылып төшкәс, Фәниләнең күҙҙәренән йәш тамсылары бәреп сыҡты. Эйе, ул ғашиҡ ине. 

Яңы Мөслим йәштәре шул кисте үк ҡайтып китте. Фәнилә бары тик егеттең Һаҙый исемле икәнлеген, колхозда көтөүсе булып эшләүен генә белеп алды.

Ҡыш үтте. Яҙ ҙа артта ҡалды. Малдар йәйләүгә күсте. Йәйҙең ҡояшлы, йәмле көндәре етте. Фәнилә район газетаһында, бер аҙ һуңыраҡ өлкә газетаһында, Һаҙый тураһында бик йылы яҙылған очеркты уҡып, фотоһүрәтен күреп һоҡланһа ла, егеттең үҙен башҡаса осрата алманы. Әммә уның зифа буй-һыны күҙ алдынан китмәне, хәтфәләй йомшаҡ, яғымлы тауышы ла, күңел ҡылдарын тибрәндереп, гүйә, ҡолаҡ төбөндә яңғырап торҙо.

Бер көндө ҡыҙ һеңлеләре менән бергә Соҡорҙар янындағы урман буйына еләккә килде. Һауаның сафлығынан, еләктең күплегенән күңелдәр шат, кәйефтәр көр ине. Тик Фәниләгә генә ни эшләптер яманһыу. Шул моңһоулыҡты баҫырға теләп, ахыры, ҡыҙ ҡысҡырып йырлап ебәрҙе.  Туҡтауы булды, Соҡорҙар артындағы ағаслыҡта иҫ киткес моңло йыр яңғыраны. Ул ғәжәпкә ҡалды. Ҡайҙа ишеткәйне һуң әле был яғымлы, көр тауышты? Эйе, Һаҙый йырлай...

Фәнилә йыр килгән яҡҡа йүгерҙе. Яурынына сыбыртҡы һалған Һаҙый, һыңар ҡулы менән йәш ҡайынды ҡосаҡлаған да, ҡомһоҙланып ысыҡлы үләнгә йәбешкән һыйырҙарға күҙ һалғылап, күкрәктән сыҡҡан иркен тауыш менән һуҙып йырлай...

— Хәйерле көн! — тине Фәнилә, егеттең иғтибарын үҙенә тартырға тырышып. Һаҙый йырлауынан туҡтаны ла, ҡыҙға йылмайып ҡарап:

— Хәйерле көн! — тине. 

— Ағай... йырлағыҙ әле тағы ла, — тине ҡыҙ, егеткә яҡыныраҡ килеп. — Шундай матур йырлайһығыҙ! Хәлил булып та һоҡланғыс итеп уйнағайнығыҙ.

— Һеҙ Иҫке Уртайҙанмы әллә?

— Эйе. Әле бына туғайығыҙға еләккә килдек. Йә, йырлағыҙ инде, ағай.

— Ҡуйығыҙсы... ҡыҙҙар алдында, тик-томалдан нисек ауыҙ күтәреп йырлап торайым, ти. Башҡа ваҡытта, йәме.

— Вәғәҙәме? Еләк ашайһығыҙмы? Мәгеҙ! — Ҡыҙ егеттең усына ҡып-ҡыҙыл, һыуһыл еләктәр һалды.

Үҙенең йөҙө лә шундай уҡ төҫкә инде. Фәнилә әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә күңеле хистәрҙән ташып барғанлыҡтан, егеткә башҡаса һүҙ ҡуша алманы. Өҙҙөрөп, үҙ итеп бер ҡарап ҡуйҙы ла:

— Хушығыҙ! — тип йүгереп китеп барҙы. Һаҙый ҙа шул тарафҡа бер нисә аҙым атланы, ҡысҡырып уны туҡтатырға, кире саҡырырға теләне. Тик ҡыйыулығы етмәне. Бары тик:

— Ниндәй һөйкөмлө ҡыҙ! — тип, һоҡланып, үҙ алдына шыбырланы.

Икенсе көндө ҡыҙ еләккә килгәс, йәш ҡайын күләгәһендә улар тағы ла осрашты. Бынан ары Фәнилә, эштәре араланыу менән, һәр көндө еләккә ашыҡты. Ә Һаҙый уны һағынып түҙемһеҙләнеп көтөп алды.

Көҙ етеп, малдар аҙбарҙарға ингәс, Һаҙый һәр кис һайын Иҫке Уртайға килә башланы. Һөйләшеп тә, һөйөшөп тә туя алмай улар. Төн шаҡтай тиҙ үтә, Һаҙый инде ҡайтып китергә булып, байтаҡ ара уҙғансы, Фәнилә уны

оҙатып бара. Ҡашлаҡҡа еткәс, бер-береһенә именлек, тыныс йоҡо теләп, һуңғы тапҡыр ҡул ҡыҫышалар. Тик Һаҙый әле лә китергә ашыҡмай. Әйтерһең, күҙгә күренмәгән сихри ептәр ике йөрәкте бергә сорнаған да, ебәрмәй. Инде егет үҙе ҡыҙҙы етәкләп ауылға саҡлы килә. Улар ҡайһы саҡ төн таңға ауышҡансы шулай бер-береһен оҙатышып йөрөй.

Яҙға табан йәштәр ҡауышты. Гөрләтеп туй яһанылар. Фәнилә үҙенә пар итеп Һаҙыйҙы һайлап яңылышманы. Тырыш, уңған ир булып сыҡты ул. Әҙәплелеген, иғтибарлылығын һөйләйһе лә түгел. Көлөп кенә тора. Фәнилә, өйҙә яңғыҙы ғына ҡалған саҡтарҙа: “Мин бәхетле! Кешеләр, ишетегеҙ, көнләшегеҙ, мин бәхетле, бәхетле!!!” — тип ҡысҡырырҙай була. Шатлыҡтан, тулҡынланыуҙан хатта бейеп тә ала...

Мин Һаҙыйҙы тыңлайым...

— Эйе, һөйкөмлө ине ул, — тип һүҙен дауам итә күршем. — Эштән ҡайтып инәм, шулай, ә ул йылы һүҙҙәр менән ҡаршылай. 

“Арыманыңмы? Бик йонсоғанһыңдыр инде?” — тип, йомшаҡ ҡулдары менән яңаҡтарымдан һөйөп ала. Өй ҙә таҙа, һәр саҡ йыйыштырылған була. Ашарға әҙер. Шундай күңелле!

— Ҡайҙа эшләй ине һуң ул?

— Юҡ, эшләмәй ине. Уның хеҙмәт хаҡына мохтаж түгел инем. Тик бына һуңғы ваҡытта яраларым көсәйеп китте. Яталы-торалы йөрөй башланым.

— Шуның өсөн китмәгәндер бит?!

— Белмәйем, — тине Һаҙый, ҡырт киҫеп. Уның был хаҡта һөйләргә теләмәүе аңлашыла ине. Мин уйға ҡалдым.

— Сығып киткәндә: “Һаҙый, үпкәләмә, һин аңларға тейеш — мин әле йәш”, — тип кенә әйтте, — тине ул.

— Тимәк... — Был һүҙем шундай ҡаты һәм тупаҫ килеп сыҡты булһа кәрәк, шунда уҡ ауыҙымды яптым. Мин, әлбиттә, ҡысҡырып: “Тимәк, ул еңел тормош яратҡан наҙлы, иркә бер ҡатын икән!” — тип әйтергә теләгәйнем

дә,  ниндәйҙер көс тыйып ҡалды. Һаҙый быны әллә һиҙмәне, әллә һиҙеп тә әһәмиәт бирмәне.

— Юҡ! — тине, уның тауышы был юлы, нисектер, көслөрәк яңғыраны. — Асыуланмайым уға. Минең арҡала күңеле бойоғоуын теләмәйем. Бәхетле йәшәһен. Хәҙер ул әсәһендә тора. Әле күрше ауылға димләйҙәр тип ишеттем.

Һуңғы һүҙҙәрҙән һуң ул яңынан бойоғоп, күңелһеҙләнеп, ҡарашын ситкә ташланы, йөҙөнә тағы ла моңһоу күләгә төштө. Ул үҙенең артыҡ асылып китеүенә, эс серҙәрен әйтеп  һалыуына үкенә ине булһа кәрәк. Мин уны башҡаса һөйләндерергә ярамағанлығын аңланым.

Көндәр бер-бер артлы үтә торҙо. Һул яҡтағы иптәшем ҡайтып китте. Ә Һаҙый һис арыуланмай. Иван Петрович иртән беҙҙең палатаға килеп инә лә иң элек Һаҙый янына бара, уны үҙ балаһылай яҡын күреп, хәлен һораша башлай. Тегеһе ғәҙәттәгесә:

— Яҡшы, хәлем яҡшы, — тип яуап ҡайтара.

Тик Иван Петрович ауырыуҙың хәлен аңлай. Доктор  ул һауыҡһын өсөн  бөтәһен дә эшләргә әҙер. Ләкин Һаҙый элеккесә бойоҡ. Уның ҙур зәңгәр күҙҙәре көндән-көн төпкә батҡан кеүек...

Бер кисте: “Фәнилә... китәһең... Икенсе берәүгә китәһең... Фәнилә...” — тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде миңә. Белмәйем, әллә һаташа, әллә үҙе лә һиҙмәҫтән шулай һөйләнә ине.

Был төндө бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттым...

Үҙемдең сәләмәтлегем яҡшыра. Тик Һаҙыйҙың хәле бик борсой ине. Иптәштәрем дә уның өсөн ысын күңелдән ҡайғыра. Үлем түшәгендә ятҡан был кешегә нисек булһа ла ярҙам иткем килде. 

Бына бер саҡ, тауышланмай ғына, уның эргәһенә барып ултырҙым. Ул һағышлы күҙҙәре менән бүлмәнең ап-аҡ стенаһына текәлгән. Ә ирен ситтәрендә, беленер-беленмәҫ кенә булып, йылмайыу билдәләре сағыла... 

Уның күҙ алдында — Фәнилә. Быныһы һүҙһеҙ  ҙә аңлашыла ине. Ултырғысымды ҡуҙғатып ҡуйғас ҡына ул, уйҙарынан арынып, миңә иғтибар итте.

— Һаҙый, — тинем мин уға, йомшаҡ тауыш менән, — уның тураһында башҡаса уйлама. Аңлайһыңмы, уйлама! Һиңә хәҙер һауығырға кәрәк. Ул бит иң ауыр саҡта ирен ташлап киткән. Бынамын тигән сибәр, яҡты күңелле ҡыҙға өйләнерһең әле. Ә уны онот. Онот, дуҫҡай!

Их... Ниңә генә әйттем һуң мин уға был һүҙҙәрҙе!

Ул, йәшен һуҡҡандай, тетрәнеп китте. Миңә сикһеҙ асыу һәм нәфрәт менән ҡараны. Шунан, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, икенсе яғына әйләнеп ятты. Ошо ваҡиғанан һуң, Һаҙый миңә бөтөнләй өндәшмәҫ булды.

Өйөмдән йыш ҡына хат алам. Ҡатыным мине бик ныҡ һағынғанлығын, хатта төшөндә лә йыш күреүен яҙа. Һөйөү, мөхәббәт һүҙҙәрен дә ҡыҙғанмай. Тик бына Һаҙыйға ғына берәү ҙә яҙмай.

Бөгөн, ғәҙәтенсә, еңел генә атлап, палатаға хат ташыусы килеп инде лә конверттарҙы аҡтара башланы.

— Мостафин, рәхим итегеҙ!

Урынымдан һикереп торҙом. Хат ҡатынымдан ине.  Онотолоп китеп уҡый башланым.

— Ҡотлогилдин, һеҙгә заказлы хат.

Шунда, үҙем дә һиҙмәҫтән, башымды күтәрҙем дә Һаҙыйға төбәлдем. Ул ышанманы, ахырыһы, урынынан ҡуҙғалманы. Хат ташыусы дүрт мөйөшлө зәңгәрһыу конвертты тотоп, уға табан ыңғайлағас, аҡрын ғына тороп ултырҙы. Хатты алып, адресына күҙ ташлау менән, ниҙер һиҙеп, йөҙө ағарынып китте, һуңынан, биҙгәк тотҡандай, ҡалтырана башланы. Хаты төшөп китте. Ул ашығып уны йәнә ҡулына алды. Йөрәге йыш-йыш тибеүҙән, ахыры, конвертты асырға хәле юҡ ине. Бер аҙҙан бөхтә итеп бөкләп һалынған ҡағыҙ битен аҡрын ғына тартып сығарҙы ла уҡый башланы. Тора-бара йөҙө асылып китеп, уҡыған һайын яҡтыра, мөләйемләнә барҙы. Беҙ ҙә уға ҡарап ниҙер көтәбеҙ. Ниһайәт, ул көлөп башын күтәрҙе лә, хатты миңә һуҙып:

— Мә, уҡы, — тине.

Мин ваҡ ҡына йыйнаҡ хәрефтәр менән теҙеп яҙылған юлдарҙы ҡысҡырып уҡый башланым: “Һаҙый һөйөклөм! Һиңә шуны белдерергә теләйем. Мине эшкә алдылар бит. Ҡайҙа тиһеңме? Фермаға, һауынсы итеп. Шуны ла

әйтәйем, әсәй мине Тауҙар ауылындағы йәш, буйҙаҡ иргә димләй. Колхозда хисапсы ул. Йортло, маллы кеше. Һуңғы көндәрҙә күп уйландым, күп ғазапландым. Әхирәттәрем осрай ҙа: “Көндән-көн ябығаһың, әллә ауырыйһыңмы?” — тип һорай. Юҡ, һаулыҡҡа зарланған юҡ. Тик күңелгә генә ниҙер етмәй. Бер көндө туғайға бесәнгә барғайныҡ, йөктәребеҙҙе тейәп бөтөрҙөк тә, аттарыбыҙҙы юлға төшөрөп, һәр ҡайһыбыҙ саналарыбыҙ артынан эйәрҙек. Минең танауға ләззәтле, татлы еҫ бәрелде. Ул бесән еҫе ине. Бесән еҫе... Теге саҡта хуш еҫле еләкле туғайҙа тәүләп осрашыуыбыҙ күҙ алдыма килеп баҫты ла хистәрҙән күңелем тулды. Фермаға ҡайтып бесәнде бушатҡанда ла, эштәремде бөтөрөп өйгә табан атлағанда ла был хис күңелдән китмәне. Һине саф, ялҡынлы һөйөү менән яратыуымды айырым йәшәй башлағас тағы ла нығыраҡ аңланым. Ысын мөхәббәтте һүндереп тә, һүрелдереп тә булмай икән ул. Юҡ, мин һине ташлай алмайым, Һаҙый. Тиҙерәк һауығырға тырыш, һөйөклөм...”

Хаттың ҡалған өлөшөн Һаҙый үҙе уҡыны. «Һине өҙөлөп көтөп ҡалыусы Фәнилә», — тигән һуңғы һүҙҙәрҙе ул сикһеҙ бер тулҡынланыу менән әйтте. Ҡағыҙ битенән оҙаҡ ҡына күҙен алмай торҙо.

— Бына бит! — тип, Фәниләнең рәсемен ҡулына алды  ул.

Барыбыҙ ҙа уның эргәһенә йыйылдыҡ. Фото ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөнө. Был юлы һүрәттәге кеше,  ысынлап та, бик матур күренде. Уға бөтә йөрәктән рәхмәт әйткебеҙ килде. Беҙ Һаҙыйҙың ҡулын ҡыҫтыҡ, тиҙерәк һауығып, ҡатыны менән ҡауышыуын теләнек.

Бынан һуң уның хәле, әкренләп яҡшыра башланы. Ул хәҙер беҙҙең менән һөйләшә лә, көлә лә, шаяра ла. Ризыҡтан да баш тартмай башланы. Фәниләнең хаттары һуңғы көндәрҙә тағы ла йышая төштө. Ул һәр ҡайһыһында Һаҙыйҙы бик һағыныуын, күрешеү минуттарын түҙемһеҙлек менән көтөүен яҙа. Ә береһендә инде үҙен алдынғы һауынсы тип  газетаға яҙып сығыуҙарын, хеҙмәт көнөнә тейгән аҡсаһына һөйгәненә күлдәк алып ҡуйыуын яҙҙы.

Һаҙый арыуланып, күҙгә күренеп йәшәреп,  шаҡтай тулыланып ҡайтып китте. Тиҙҙән мин дә госпиталдән сығып, яңынан шаулы, күңелле ауыл тормошона ҡатнашып киттем. Күҙ алдыма йыш ҡына ҡуңыр йөҙлө, мөләйем ҡарашлы, һөйкөмлө Һаҙый һәм сәсен икегә айырып тараған, иңенә шәл һалған Фәнилә килеп баҫа. Үҙҙәре ҡәнәғәт йылмая. Ҡайнар һөйөү, саф мөхәббәт менән йәшәгән кешеләр сикһеҙ бәхетле бит улар.

Автор:Ғаян Лоҡманов.
Читайте нас: