Все новости
Литература
30 Июня 2021, 00:08

Шикле тун

ХикәйәГөлнара МостафинаИльясты төнгө дежурствоға ҡуйҙылар. Милиция эше тынғыһыҙ. Етмәһә, кәләшен дауаханаға һалып ҡуйҙылар, ятыуына икенсе аҙна китте. Йәш ғаилә ҙур шатлыҡ кисерә: тағы өс айҙан бәпес көтә улар. Һуңғы арала үҙен насар тойған Ләйсән дә тыуасаҡ сабыйын хәүеф аҫтына ҡуйманы, ваҡытында дауаланырға ашыҡты. Район үҙәгендә йәшәгәнлектән, Ләйсәнгә ял көнөндә өйөнә ҡайтып килергә лә рөхсәт иттеләр. Бөгөн, йома кис, уны Ильяс барып алырға тейеш ине, килеп сыҡманы.

Һағынды ул Ләйсәнен. Өйҙә һыуыҡ, ҡот юҡ кеүек. Ашхана ашы ла ялҡытты. Һуңғы көндәрҙә хатта урын да һалып тормайынса, кейем менән генә йоҡларға ғәҙәтләнде. Йылы юрған аҫтына инһә, Ләйсәнен иҫенә төшөрөп, йоҡоһо осто. Кәләшенең яҫтыҡҡа һеңгән еҫе танауын ҡытыҡлап, йөрәге ашҡынып типте. Оҙон толомоноң беләгенә, муйынына уралып, ләззәттән иҫергән мәлдәрен хәтерләп алйыны.

... Кейеменән дарыу еҫе аңҡыған Ләйсәнен оҙаҡ ҡосаҡлап ултырҙы Ильяс. Сәстәренән һыйпаны, битенән үпте, һағыныуын баҫырға тырышты. Ләйсән әҙәп һаҡлап, ситкә тартылды.

– Кит, иҫәр. Кеше алдында шулай ҡосаҡлашып ултырмайыҡ инде, – тине ул аяғына баҫып. – Хәҙер кейенеп сығам, һин аҫта көт, йәме...

– Мин бөгөн төнгөлөккә сығам, – тине Ильяс бик ауырһынып ҡына.

– Эйеме? Әтеү ни, мин дә ҡайтмайым, яңғыҙым өйҙә ни эшләйем инде. Иртәгә килеп алырһың, йәме?

Шулай тине лә Ләйсән, рәхәтләнеп йылмайҙы. Их, ошо йылмайыуы, тилерткес сихри ҡарашы! Иҫерергә хатта шарабың да кәрәкмәй. Ильяс кәләщен ҡабат күкрәгенә ҡыҫты, ҡомһоҙланып ирендәренә үрелде, тәне эҫергәнен тойҙо.

– Ләйсән, мин һине яратам!.. Ишетәһеңме? – тип шыбырҙаны.

Йөклө ҡатын иренең ҡыланышынан уңайһыҙланып, тирә-яғына ҡаранып алды. Ярай әле, башҡа ҡатындар коридорҙа телевизор ҡарай, үҙҙәрен берәү ҙә күрмәне, ишетмәне.

– Йә, ярай, иртәгә, дежурствонан тура бында килермен...

...Ильяс урамға сыҡҡанда көн ҡотһоҙ, сикәнес тойолдо. Епшек ҡар тәүҙә битенә, муйынына һарылды, руль артына ултырғас, машина тәҙрәһенә һылашты. Эштән өйөнә ашыҡҡан кешеләр пальто яғаһы менән биттәрен ҡаплап, ҡабаланып уҙа. Ҡала бәләкәй булғас, Ильяс “һә” тигәнсе эш урынына барып та етте.

Урамдағы ырашҡы бураны тиккә булмаған икән. Үс иткәндәй, бер килһә, килә бит. Килеү менән эскелек арҡаһында талашып, янъял ҡуптарған ир менән ҡатын араһын яйларға тура килде үҙенә. Хәйер, бындай эштәргә өйрәнеп бөткән инде лейтенант. Боласыларҙың өйөнә барып күренеүе булды, шуны ғына көткәндәй, тегеләр ҙә тынысланды. Эште тәрәнгә ебәрмәүҙәренә һөйөндө улар ҙа. Ильяс уларҙы ҡаты итеп иҫкәртеү менән сикләнде, протокол-маҙар яҙып торманы.

Ҡайтышлай, үҙәк урамдан дауахана яғына боролдо. Ырашҡы бураны ла баҫылған кеүек. Был яҡҡа Ләйсәне тарта. Боролошҡа етәрәк, күҙенә юл буйлап атлаған егет менән ҡыҙ салынды. “Ҡар ҙа, һыуыҡ та юҡ йәш йөрәктәргә”, – тип көлөмһөрәне ул алға ҡарап, кәләшен иҫенә төшөрҙө.

Лейтенантҡа әлеге йәштәр таныш тойолдо. Кемдәр икән? Машинаһын әкренәйтте. Яҡынайғас, күҙҙәре дүрт булды: бәй, Ләйсән бит. Берҙән-бере, һөйөклө Ләйсәне! Юҡ, булмаҫ, ул бит дауаханала ҡалды. Етмәһә, ауырлы...

Уның күңелендә яралған шик ҡорт кеүек күңелен өңөргә тотондо. Ильяс тыныслығын юйҙы. Әллә? Юҡтыр, бәлки, яңылышалыр. Бөткәнме ни ер йөҙөндә бер-береһенә оҡшаш кешеләр?

Улар тәңгәленә етеп килгәндә, ҡыҙ фар яҡтыһына ышыҡланып, ҡулы менән битен ҡапланы. Егет ситкә тайшанды.

– Йә, Хоҙай, Ләйсән үҙе!..

Эйе, бүтән берәүҙең дә бындай туны юҡ. Быйыл ғына бүтәндәрҙекенә оҡшамаһын тип, итәк, ең остарына, биленә төлкө тиреһе тектереп алғайнылар. Был – Ләйсән генә! Ильяс шыбыр тиргә батты. Рулде йән көсөнә ҡыҫып тотҡан икән. Лейтенант тормозға баҫты. “Ах, ...! – тип ҡаты һүгенде йәш ир. – Эштә булыуымдан файҙаланып, икенсе берәү менән уйнаш итергә китеп бара. Тимәк, мин сығып китеү менән, һөйәрен саҡырып алған!.. Улай булғас, бала минеке түгел...”

Ильястың күҙ алдары томаланды, тештәрен шығырҙатты. Йоҙроғо менән бөтөн көсөнә машина ишегенә тондорҙо. Ауыртыуҙы тойманы ла. Бармаҡ остарынан ҡан һарҡыны хатта. Кем ул ир? Ҡайҙан килгән, ҡасан һәм нисек танышҡандар? Ҡалай яратҡан булып ҡылана бит әле, кәнтәй... Ике оятһыҙҙың хәҙер иҙмәһен иҙеп ташлаясаҡ. Икеһен дә аяп тормаясаҡ! Битенән көлөргә бирмәҫ! Сволочтарҙың хыянатын фашламаһамы!

Ильяс машинаһын тоҡандырҙы. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәйенсә, йорттар араһынан елдерҙе. Тиҙ ҡыуып етте уларҙы. Үкертеп газға баҫты. Уазигын нәҡ өҫтәренә борҙо. Быны көтмәгән теге икәү юл ситендәге көрткә барып сумды.

Күҙҙәренә ҡан һауған лейтенант машинаһын көскә туҡтатты. Дарҫлап типкән йөрәген ауыҙлыҡларға итте. Кеҫәһенән тәмәке алып тоҡандырғас ҡына фекер йөрөтөрлөк хәлгә килде. “Туҡта, Ильяс... Туҡта! Уларҙы тапаның да, ти. Төрмәгә ултыртырҙар, шунан рәхәт булып ҡалырмы? Ҡыҙыулыҡ менән енәйәт яһай яҙҙың түгелме?”

Эше буйынса күпме сетерекле хәлдәргә тарыһа ла, тыныс аҡыл менән еңеп сығырға өйрәнгән лейтенант ярһыулығын башына, аҡылын буйына һеңдереп өйрәнгәйне. Иң тәүҙә һөнәре талап иткәнсә, тегеләрҙең көрткә сумған ерҙәрен барып ҡараны. Әллә ҡасан уҡ тороп һыпыртҡандар икән. Әммә был мәлдә Ильяс уларҙың иҫән булыуына ҡыуанды.

Машинаһына кире килеп ултырғас, тағы тәмәке алып ҡабыҙҙы ла, уйҙарына сумды: “Бәлки, был кеше Ләйсәндең Ильясҡа тиклем осраған һөйгәнелер, тәүге мөхәббәтелер? Ләйсәнен ныҡ ярата ул. Ни эшләргә? Күрмәмешкә-белмәмешкә һалышырғамы әллә? Тик, ғүмер буйы уның хыянатын нисек күтәреп йәшәр, башҡа кеше балаһын нисек тәрбиәләп үҫтерер? Туҡта, Ләйсән бит уның машинаһын таный, тимәк, ул бөтәһен дә белә. Хәҙер барасаҡ та, күрәсәк, күҙҙәренә ҡараясаҡ, шунда барыһын да хәл итәсәк. Тик Ләйсәнде нисек табырға һуң? Ул бит ҡайҙалыр китеп бара ине. Тәк, дауаханаға барып, дежурныйҙан һорашырға, таптырырға...”

Ваҡыт һуң булғанлыҡтан, ишек бикле ине. Ҡыңғырауға баҫты, ишектә дежурный ҡыҙ күренде.

Беренсе палаталағы Ләйсән ҡайҙа китте? – тип һораны ул теге ҡыҙҙан. Ниңәлер һүҙҙәре үҙенең ҡолағында шаңдау булып ишетелде. Ҡан баҫымы күтәрелгән икән.

– Ҡайҙа булһын, үҙендә, ял итә...

Артабан инде Ильяс, ҡыҙға бер ни әйтмәйенсә, коридор буйлап китте һәм Ләйсәндең палатаһына килеп тә инде. Дежурный ниҙер әйтергә, уның юлына ҡаршы төшөргә лә өлгөрмәй ҡалды.

– Ильяс!

Ир терт итеп ҡалды.

– Ләйсән!

– Ильяс, бында ни эшләп тораһың ул?

– Ни... Ләйсән... Ни...

Уның теле көрмәлде, ыҡ-мыҡ итте. “Ҡайһы арала кире килеп, сисенеп тә өлгөргән. Халат, тапочка кейеп алған булған”.

– Ләйсән, ни... – Ильяс ни әйтергә белмәгәс, башына килгән тәүге һүҙҙәрен әйтте: – Әйҙә, кейен, мин һине алырға килдем...

– Бә-әй, ниңә уны бая уҡ әйтмәнең? Дежурство юҡмы ни бөгөн? Бөгөн мин ҡайта алмайым. Мин ни, кейемдәремде беҙҙең палаталағы Гөлиәгә биреп торҙом. Ауылдыҡыларҙы сығармағандарын беләһең бит... Ире килгәс, йөрөп килһендәр, тинем. Әле туғандарына киттеләр.

– Ә-ә-ә?!

Ильяс ни эшләргә белмәйенсә, аҡылдан шашҡандай көлөргә тотондо. Бер ни аңламаған Ләйсән, уның ҡыланышын күреп, бот сапты:

– Әллә эсеп алғанһың инде? Әйҙә, коридорға сығайыҡ, ҡыҙҙарҙы аптыратаһың, иҫәр. Ҡулыңды ҡайҙа ҡанаттың? Бар, сыға тор, хәҙер үҙем бинт алып сығам...

– Эсмәйенсә лә иҫерерһең бында, аҡылдан яҙырһың. Үәт, дүрәк, дүрәк, алйот! Аҡыллым, матурым, берҙән-берем! Белһәң икән үҙеңде нисек яратыуымды...

Ильяс Ләйсәнде күтәреп, бәйләнешһеҙ хәбәрҙәрен теҙә-теҙә, өйөрөлөргә тотондо. Шау-шыуға йүгерешеп килеп еткән медсестралар, әрләп-ҡыуып тигәндәй саҡ сығарып ебәрҙеләр үҙен.
Читайте нас: