+1 °С
Облачно
Йомшаҡ ҡына сөсө ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр өсөн 200 г кефир, 100 г тирәһе аҡ май йәки 5 аш ҡалағы майонез, 1 йомортҡа, аш һеркәһендә һүндерелгән сәй содаһы, тәменсә тоҙ, он кәрәк.
Эслек өсөн: сайра балығы консерваһы (майлы), 1ст. дөгө, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 2 баш һуған, тәменсә тоҙ.
Балыҡты сәнске менән ваҡларға, дөгөнө бүрттереп алырға, һуғанды турап майҙа ҡыҙҙырырға, янына ыуғыстан кишер ыуып һалырға. Барыһын бергә ҡушып, эслек әҙерләргә. Ҡамырҙы йәйеп, пирог формалаштырырға. 200 градуслы духовакал 40 минут тирәһе бешерергә. Әҙер!!!
Рәфилә Шәмсетдинова.