Все новости
Общие статьи
9 Ноября 2022, 11:56

Өсмөйөш (булған хәл)

Мөҙәрис БАГАЕВ.

Өсмөйөш (булған хәл)
Өсмөйөш (булған хәл)

ӨСМӨЙӨШ

Әхмәттәр менән хушлашып сыҡҡас, Мансурҙың тыуған ауылына юлландыҡ. «Бала, үҫмер саҡтарым үткән ерҙәрҙе күреп ҡайтырһың», – тине ул. Беҙ барған ерҙәр ифрат матур, ә бына юлдары ташҡа үлсәйем ине. Битләүҙәре һомғол ҡарағайҙар менән ҡапланған таш ҡаяларҙы урай-урай утыҙ саҡрымдай араны сәғәттән артыҡ ваҡытта үттек.

– Әллә ҡайҙа, йәһәннәмгә китеп барғандай тоям үҙемде, – тинем юлдашыма күҙ ташлап.

Мансур көлөмһөрәй биреберәк ҡуйҙы ла:

– Был юлды күп тапаным инде. Атҡа ла ултырып сыға инек, йәйәү ҙә күп йөрөлдө. Ярай, түҙ, килгәненә үкенмәҫһең, – тине.

Ул машинаһын ауылдың осонда ғына урынлашҡан зыярат янында туҡтатты.

– Атай менән әсәй янына һуғылмай китеү яҙыҡ булыр. Рухтарына бағышлап, доғалар ҙа уҡып китербеҙ, – тип Мансур мине зыяратҡа алып инеп китте.

Атаһы менән әсәһенең ҡәбере йәнәшә генә ине. Икеһе лә тимер рәшәткәләр менән уратылып, мәрмәр таштар ҡуйылған. Соҡоп, исем-шәрифтәре яҙылған, әммә мәрхүмдәрҙең фотолары юҡ ине.

– Мосолмандарға ярамай, тигәс, ҡәбер таштарына һүрәттәрен ҡуйҙыртманым, – тине Мансур ҡулы менән рәшәткәләге ҡарҙы һыпырып төшөргөләп.

Доға уҡып алғас, юлдашым мине зыяраттың арғы башына алып китте һәм беҙ бер рәшәткә эсендә урынлашҡан өс ҡәбер янына етеп туҡтаныҡ. Уларға ҡара мәрмәрҙән зауыҡ менән биҙәлгән таштар ҡуйылғайны, ундайҙарҙы ҡала зыяраттарында атаҡлы кешеләрҙең ҡәберҙәрендә генә осратырға була ине. Төпкөлдә ятҡан ауылдың зыяратында ошондай ҡара мәрмәрле ҡәберҙәр күреү бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы.

– Кемдәр һуң былар? – тип һорай һалдым.

– Кемдәр, тип ни – ошо ауыл кешеләре. Быныһы – Ғәйзулла бабайҙыҡы, быныһы – Сәғиҙулла бабайҙыҡы, урталарында – Хәлиҙә инәй ҡәбере. Улдары эшләтеп алып ҡайтып ҡуйҙырҙы, – тип Мансур республикала билдәле генә кешенең исемен атаны.

– Улар тураһында Ғәффә апайым яҡшы белә, унан һөйләтербеҙ, – тине ул зыяраттан сығырға юлланғас.

Ғәффә апай беҙҙе ҡапҡа төбөнә үк сығып ҡаршы алды.

– Бына, алып кил дә, алып кил, тигәс, килтереп еткерҙем Мөҙәрис ағайҙы, – тине Мансур күрешкән арала.

Уның һүҙҙәрен ишеткәс, апай тартына биреберәк ҡалғандай булды.

– Улай уҡ тимәнемсе. Яҙғандарын яратып уҡыйым, ишеткән-күргән ғибрәтле хәлдәрҙе һөйләп яҙҙырһам, ҡайһылай шәп булыр ине, тинем. Әйҙәгеҙ, ашым да бешкән, сәйем дә ҡайнаған, – тип, ул беҙҙе өйгә алып инеп китте.

Беҙ тамаҡтарыбыҙҙы туйҙырып, диванға ҡунаҡлағас, Мансур:

– Ҡәберҙәрен күрһәттем, Ғәйзулла бабайҙар хаҡында һөйлә әле ағайға, – тине апаһына.

– Әй, бигерәк ҡыҙыҡ булды инде уларҙың тормошо. Ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы шунда, – тип башланы Ғәффә апай һүҙен һәм түбәндәгеләрҙе һөйләп алып китте. – Үҙем ул саҡтарҙы күреп-белмәгәс, әсәйемдән ишеткәндәрҙе һөйләйем әле башта.

... Ғәйзулла менән Сәғиҙулла күршелә генә тыуып-үҫеп, бәләкәйҙән бер-береһе менән бик дуҫ булалар. Егет ҡорона ингәс тә гел бергә йөрөйҙәр. Халыҡ Ишәй менән Ҡушай тип тә йөрөтә үҙҙәрен. Был ике дуҫ бер үк ҡыҙға ғашиҡ була хатта. Ауылда ғына түгел, тирә-яҡта иң һылыу ҡыҙ булған Хәлиҙәгә ғашиҡ була улар. Кеше аптыратып клубтан да ҡыҙҙы икәүләшеп оҙатып ҡуялар. Бер уйлаһаң, үҙ-ара дошманға әйләнергә тейештәр ҙә бит, ләкин былар бер ни булмағандай дуҫлашып йөрөй бирә. Хәлиҙә иҫ киткес сибәр була, тинем бит әле. Ул ҡартайғансы кеше һоҡландырып йәшәне. Ҡыҙ сағында уға күрше ауыл егеттәре лә ғашиҡ була. Береһе хатта урлап та алып китә. Ғәйзулла менән Сәғиҙулла арттарынан ҡыуып етеп, һалдырып ала ҡыҙҙы.

Ике дуҫ араһынан Ғәйзулланы оҡшатып, шуны һайлай Хәлиҙә. Туй үткәреп, бер ай самаһы ғына бергә йәшәп ҡала улар. Һуғыш сығып, Ғәйзулла менән Сәғиҙулла бер үк көндө фронтҡа китеп тә бара. Хәлиҙә ауырға ҡалып өлгөргән була һәм бер малай таба. Әсә бәхетен күреп, ҡыуанып ҡына йөрөгәнендә Ғәйзулланың ҡара ҡағыҙы килә. Шул ҡәҙәре үрһәләнеп, иренең үлемен бик ауыр кисерҙе, тигәйне әсәйем. Күрәһең, ныҡ яратҡан булғандыр инде, бахырҡай.

Ә бына Сәғиҙулла бер ниндәй йәрәхәт-фәлән алмай һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайта. «Киткәндә атайым мулланан бетеү яҙҙырып алып, шуны муйыныма тағып ебәргәйне, шул һаҡланы мине», – тип һәр саҡ һөйләр булған ул. Әзмәүерҙәй ир-егет ни – ҡайтыу менән ҡабат леспромхозға эшкә сыға, өй мәшәҡәттәренә лә башкөллө сума. Ғәйзулланыҡыларға ныҡ ярҙамлаша, әммә үҙ ғаиләһен булдырыу хаҡында уйлап та ҡарамай. Ул саҡта ни, ауыл тулы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ – теләгәнен һайлап ал. Әммә Сәғиҙулла берәүгә лә күҙ һалмай, бары ике өй араһында ҡайнауын белә. Шул Хәлиҙәгә ғашиҡ булып, уны яратып, шунан айный алмай тик йөрөгәндер инде. Ауыл халҡы, оҙаҡҡа бармай өйләнешеп ҡуйырҙар, тип көтә быларҙы. Ләкин йылдар үтә, тик был икәү һаман яңғыҙ йәшәй бирә. Яҡын дуҫының ҡатыны булғанға, Сәғиҙулла тәҡдим яһарға ҡыймағанмы, әллә Хәлиҙә ризалыҡ бирмәгәнме. «Ғәйзулланын үлгәненә ышанмайым. Көтәм әле, ҡайта ул», – тип тә әйткән икән, тигәйне әсәйем. Сабырлыҡтары бөткәнмелер, биш йыл үткәс кенә никах уҡыта былар.

Хәлиҙә бер-бер артлы ике ҡыҙ таба. Әсәләренә оҡшап, икеһе лә шул тиклем матурҙар ине. Минән аҙыраҡ кесерәк инеләр, бер ваҡыттараҡ үҫтек улар менән. Ул ҡыҙҙар үҙҙәре кеүек аҫыл егеттәргә кейәүгә сығып, күптән инде Өфөлә йәшәй. Йәйен генә күмәкләшеп ҡайтып киттеләр.

Ғәффә апай һуңғы һүҙҙәрен әйтте лә стеналағы кәкүкле сәғәткә ҡарап алды һәм:

– Ейәнем менән килен дә ҡайтып етергә тейеш. Ҡана, мин самауырымды яңырта һалайым, бергәләшеп сәй эсербеҙ, – тип урынынан торҙо.

Беҙ ҙә саф һауа һулап инәйек, тип урамға сыҡтыҡ. Ул да булмай, ҡапҡанан егеүле ат килеп керҙе.

– Ҡунаҡтар бар икән дә. Һаумыһығыҙ, – тип сананан төшә һалып, мыҡты ғына кәүҙәле ир-егет беҙҙең менән килеп күреште. Йәнәшәһендә ултырып килгән ҡатыны ла яныбыҙға килеп, күрешергә ҡулын һуҙҙы.

– Нисек, Сабир ҡусты, аттарың именме? – тип һорай һалды Мансур егеттән.

– Аллаға шөкөр, имен әлегә. Бына киленең бер биҙрәгә яҡын һөт тә һауып алды, – тине Сабир ҙур ғына бидонға күрһәтеп.

– Ҡымыҙ әсәбеҙ икән, улайһа, – Мансурҙың был һүҙҙәренә ҡустыһы:

– Эсәбеҙ. Өйҙә әҙере лә бар ине. Өләсәйем һыйламанымы ни? Онотҡандыр, күрәһең, – тип әйтә һалды ла өҫтәп ҡуйҙы. – Сәй эсеп сыҡҡас, мунса яғып ебәрермен. Сабына-сабына шунда эсерһегеҙ ҡымыҙҙы.

Беҙ өйгә инеп, күмәкләшеп тағы табынға ултырҙыҡ. Апайҙың хәбәрен тиҙерәк тыңлап бөткөм килә ине. Өҫтәл артынан тороу менән Ғәффә апайҙан:

– Шунан, артабан нисек булды? – тип һорай һалдым.

– Артабанғыһын ишетеп түгел, үҙем күреп беләм, – тип башланы һүҙен хужабикә. – Хәлиҙә менән Сәғиҙулла өйләнешкәндән һуң алты йыл үткәс, бар әҙәмде аптыратып, Ғәйзулла бабай ҡайтып инде. Мин бабай тип әйтһәм дә, ул саҡта ҡарт түгел ине әле ул, ҡырҡ йәше саҡ тулған булғандыр. Әммә ҡайтып ингәндә бөршәйеп бөткән, сибек кенә кәүҙәле ҡарт һымаҡ ине. Әсәһе, Мәғзүнә инәй, улын көтөп ала алмай, бер йыл элек кенә үлеп ҡуйғайны. Бер кемһеҙ, буш тороп ҡалған йортҡа ҡайтып инде Ғәйзулла бабай.

Мин бала булғас, ул саҡта аңғарып етмәгәнмендер. Әсәйем әйтә: «Эй көтәбеҙ ни булырын, Хәлиҙә Сәғиҙулла менән йәшәп ҡалырмы, әллә кире Ғәйзуллаға ҡайтырмы икән, тип». Улар өсөн ҡыҙыҡ булмаһа ла, кешегә ҡыҙыҡтыр инде. Хәлиҙә ҡайтмаған, әммә: «Ҡайтып инерен күңелем һиҙә ине бит, ниңә тағы бер аҙ сабыр итмәнем икән», – тип ныҡ өҙгөләнгән, ти. Ә бына Ғәйзулланың улы Зәйнулла атаһын бер ҙә үҙһенмәгән, әйтеп ҡараһалар ҙа, бар тип тә белмәгән. Ул ваҡытта ун биш йәшен тултырған, инде аң кергән егет булған бит инде. Сәғиҙуллаға эҫенеп, шуны атаһы кеүек күреп йөрөгән.

Ғәйзулла бабай – электән йомоҡ кеше, ҡайҙа булғанын, ни эшләп йөрөгәнен бер ҙә әйтеп бармаған. Кеше генә, ҡайҙандыр ишетеп, әсирлектә булған икән, тип һөйләп алды. Беҙҙең атай ҙа фронтовик бит, һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп ҡайтҡан кеше. Бер саҡ ҡыҙмаса булып ҡайтып инде лә, әсәйгә: «Ғәйзулланың тел асҡысын таптым бит әй. Бер ҡырлы стаканды төп күтәрә бәрҙерткәйнем, илай-илай башынан үткәндәрҙе һөйләне лә бирҙе», – тине һәм унан ишеткәндәрен беҙгә лә еткерҙе.

Ғәйзулла бабай һуғышта разведкала йөрөгән икән. Бер саҡ, дошмандар яғынан сығып килгәндә, минаға юлығалар. Уныһы шартлап, бер-икеһен теткеләп ырғыта. Ғәйзуллаға ла эләгеп, ул да һушын юғалтып, ергә тәгәрәй. Иптәштәре уны ла үлгән икән тип, шунда ҡалдырып китә. Арттарынан ҡыуып килгән фашистар тере икәнен һиҙеп, Ғәйзулланы әсирлеккә ала. Аҙаҡ Германияға алып китеп, бер лагерға илтеп тығалар. Атайым исемен дә әйтеп һөйләгәйне, онотҡанмын инде бына.

Ғәффә апай концлагерҙың исемен иҫкә төшөрөргә теләгәндәй, һүҙенән туҡтап ҡалды.

– Дахауҙа була ул, – тип Мансур апаһына ярҙамға килде.

– Эйе, Дахау, тине шул, – апай иҫләй алғанына ҡыуанғандай, йәнләнә биреп ҡуйҙы ла, хәбәрен артабан һөйләп алып китте. – Әсирҙе башҡалар менән бергә тәүҙә ниндәйҙер заводҡа йөрөтөп эшләтәләр, артабан бер нимес алпауытына ҡоллоҡҡа тапшыралар. Һуғыш аҙағына тиклем шул алпауытҡа бил бөгә, бахыр. Беҙҙекеләр барып ҡотҡара үҙен. Әммә күрәһеләре алда була әле уның. Үҙең теләп плен төшкәнһең, тип, Ғәйзулла бабайҙы судҡа баҫтырып, ун йылға Себергә ебәрәләр. Шунда ун йыл буйы урман ҡырҡа ул. «Беҙҙекеләр нимесләрҙән дә яманыраҡ ҡыланды. Ана үләм, бына үләм, тип, көн дә үлем көттөк. Тере ҡалыуға ышаныс булмағас, юҡҡа өмөтләндермәйем, тип, ауылға хәбәр-фәлән дә ебәрмәнем», – тигән Ғәйзулла бабай.

Ауылға ҡайтҡас, күҙенә нур инеп, тәненә ит ҡунып, теремекләнеп китте ул. Төҫкә лә йәшәреп киткәндәй күренде. Тыуған яҡ тыуған яҡ инде ул – һауаһына тиклем дауа. Аҙыраҡ йән кергәс, ул да леспромхозда эшләй башланы. Байтаҡ ғүмер уҙһа ла, яңынан ҡатын алырға уйламаны ла. Алам тиһә, ауылда яңғыҙ бисә-сәсә байтаҡ ине инде – бер яңғыҙы йәшәй бирҙе шунда. Хәлиҙә кереп, кейем-фәләнен йыуып, өйөн йыйыштырғылап йөрөгән йөрөүен. Бер ни булмағандай аралашып йәшәгәндәрен үҙем дә күреп беләм.

Шулай ун йылдан артыҡ йәшәнеләр шикелле. Бер көн ауылда Сәғиҙулланы ағас баҫып үлтергән икән, тигән хәбәр таралды. Дөрөҫ булып сыҡты – ҡырҡҡан ағасы кире яҡҡа ауып китеп, өҫтөнә ҡолаған да ҡуйған. Бына бит, һуғыш тиклем һуғыштан тере ҡайтып, бында юҡтан ғына үлеп ят инде. «Ул көндө бетеүен тағырға онотоп киткән, ни мин, күрмәй ҡалғанмын», – тип илаған икән ҡатыны.

Ирен күмер-күммәҫ үк кеше: «Хәлиҙә кире Ғәйзуллаһына ҡайтырмы икән?» – тигән хәбәр йөрөтә башланы. Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ ҡына бит ул – берәүҙә бер ҡайғы, икенселәрҙә – икенсе ҡайғы. Шулай ҙа халыҡтың көткәне раҫ килде: Хәлиҙәһе Ғәйзуллаһына ысынлап та кире ҡайтты. Ул саҡ Зәйнуллалары уҡып сығып, Өфөлә арыу ғына эшкә урынлашып, шунда төпләнгәйне. Сәғиҙулланан тыуған ҡыҙҙар менән дүртәүләшеп йәшәнеләр Ғәйзулла бабайҙың өйөндә. Әлфирә менән Әлмирә Өфөгә киткәс, икәү генә ҡалып, ҡартайғансы ғүмер кисерҙеләр шунда. Ер ҡуйынына ла бер-бер артлы ғына инеп яттылар. Ғәйзулла, Сәғиҙулла бабайҙар, Хәлиҙә инәй бер-береһенә ныҡлы тоташҡан өсмөйөш һымаҡ булдылар инде.

– Мөхәббәт өсмөйөшө, тип әйт, – тине шунда Мансур апаһының һүҙен бүлдереп.

– Нимәнеке булһа ла, өсмөйөшкә оҡшап торҙолар инде, – тип һүҙен тамамланы Ғәффә апай.

– Сит илдең юҡ-бар мелодрамалары тип, телевизорҙан күҙҙе алмайбыҙ. Бына ҡайҙа ул ысын мелодрама, шулаймы, ағай? – тине шунда Мансур миңә күҙҙәрен төбәп.

– Дөрөҫ әйтәһең, ҡустым, – тип, уның әйткәнен хуплап ҡуйҙым...

 

 

Автор:
Читайте нас: