Все новости
Общие статьи
17 Октября 2022, 10:30

Әсәй бәхетле булһын...

Ауылдағы иң бәхетле ғаилә – ул беҙҙең ғаиләлер кеүек тойола ине миңә. Бар нәмәбеҙ ҙә бар, кешенән кәм түгел. Йорт-еребеҙ ялт иткән, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн, атай-әсәй ҡәҙерләп кенә тора. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк? Бәхет өсөн әсәйҙең күңел тыныслығы ла кәрәк икән.

Әсәй бәхетле булһын...
Әсәй бәхетле булһын...

Беҙ ишле ғаиләлә үҫтек. Әсәй фермала быҙау ҡараны, атайым ферма мөдире ине. Мин – ғаиләлә иң өлкәне, ике энем менән һеңлем дә бар. Үҫә төшкәс, атай менән әсәйҙең шыпырт ҡына үҙ-ара бәхәсләшеүҙәрен һиҙә башланым. Ул ваҡытта миңә 12 йәш тирәһе ине. Әсәй йыш ҡына атайҙы эштән һуңға ҡалып ҡайтыуы, фермала ҡатын-ҡыҙҙар менән шаярып һөйләшеүе өсөн тиргәй ине. Үҫкәс кенә белдем, ул саҡта инде ауылда атайҙың “фермалағы ҡатын-ҡыҙҙар менән йоҡлай” тигән даны сыҡҡан булған.

Әсәй боролғас, миңә лә ауыр ине. Ләкин беҙ был хаҡта һөйләшмәнек. Ә минең эсемдәге борсолоуҙарҙы кемгәлер бушатаһым килде. Тик кемгә? Ҡайһы ваҡыт әсәйҙән: “Атай ҡайҙа ул? Һуң бит инде, ниңә ҡайтмай ул?” – тип һорай инем. “Эштән һуң мал һуялар”, – ти иде. Ә ул ваҡытта атайыбыҙ бер ҡатындың ҡосағында ятҡан булған... Беҙ ҡапсыҡта ятмай шул, барыһы ла сиселде.

Иренән айырылған ҡатын янына йөрөүе турһында миңә урамдағы бала-саға әйтте. Был хәбәрҙе бик ауыр ҡабул иттем, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды. Ҡайтып бер сәғәт буйы үкhеп-үкhеп иланым, унан тағы бер сәғәт бер нөктәгә ҡарап уйланып ултырҙым. 12 йәшлек баланың башында мең төрле уй ине. Әсәйгә һөйләргәме? Юҡ, йөрәге күтәрә алмаясаҡ. Атай менән һөйләшергәме? Ул мине тыңламаясак, йәки hүгәсәк... Нишләргә?

Ул төндә әсәй йоҡламаны. Минең дә күҙгә йоҡо кермәй. “Әсәй, ниңә йоҡламайһың?” - тим. “Атайыңды көтәм”, - ти. Шул саҡ йөрәгем әрнеп ҡуйҙы. Был хәлдең аҙағы булырға тейеш бит инде?! “Әсәй! Мин уның ҡайҙа икәнен беләм, әйҙә барып алып ҡайтабыҙ уны!” – тинем. Тиҙ генә кейендек тә, төнгө урам буйлап теге ҡатындың өйөнә киттек. Юлда барғанда, әсәй ҡайҙа барыуыбыҙҙы һораны. Барыһын да hөйләп бирҙем. Әсәй илай, мин тынысландырырға тырышам…

Барһаҡ, ысынлап та, атай шунда ине. “Атай, әйҙә өйгә ҡайтабыҙ. Атай, һин беҙгә кәрәк!” - дип ялбарҙым. Атай ғәйепле һымаҡ башын аҫҡа эйеп баҫып торҙо. “Балалар көтә”, - тине сабыр тауыш менән әсәй. Теге ҡатын өсөбөҙҙө лә ҡыуып сығарҙы. “Эҙегеҙ ҙә булмаһын өйөмдә”, - тине. Юл буйы өндәшмәй генә ҡайттыҡ.

Икенсе көндө, унан һуң да атай өйгә ваҡытында ҡайта башланы. Беҙгә перәниктәр алып ҡайта ине. Әсәйҙе лә ишектән кереүгә үк ҡосаҡлап ала ине. Шул көндән бирле беҙ әсәй менән серҙәшселәргә әйләндек. Әсәй минең менән кәңәшләшкәс, үҙемде ҙур ҡыҙҙар кеүек хис итә башланым. Иң ҙур хыялым – әсәйем бәхетле булһын, күңеле һәр ваҡыт тыныс булһын!

Рәмилә Т.

 

 

Автор:
Читайте нас: