Все новости
Общие статьи
12 Сентября 2022, 14:50

Өйгә боҙом керҙе...

Мин үҙем сихырға ышана торған кеше түгел инем. Әлегә тиклем шулай тип уйланым. Ай-һай... һуңғы ваҡыттағы хәл мине уйланырға мәжбүр итә.

Өйгә боҙом керҙе...
Өйгә боҙом керҙе...

Беҙҙең өйҙә бер ҡасан да тыныслыҡ булманы. Дуҫ ҡыҙҙарымдың өйҙәге тыныслығын иҫерек атайҙары алһа, беҙҙең өләсәй менән әсәй тыныша алманылар. Үҙ-үҙемде белә-белгәндән өйҙә гел тауыш, әрләшеү булды. Әсәй – өләсәйҙе, өләсәй әсәйҙе яратманы. Беҙ, балалар, ике ут араһында йәшәнек. Бер яҡтан өләсәй ҙә яҡын, икенсе яҡтан әсәй ҡәҙерле. Уларҙың әрләшеүенә сыҙай алмайынса, бала сағымда сәғәттәр буйына һыу буйында илап йөрөй инем. Һыуҙарға төшөп батаһы килгән саҡтарым күп булды. Был тауыш улар ҡартайғансы тынманы. Студент ваҡытта ауылға ҡайтҡы килмәй торғайны.

Башта өләсәйҙе ерләнек. Бер йыл да торманы, әсәй ҙә китеп барҙы.

Өйҙән мәйет сыҡҡас, йыуаһың, йыяһың бит. Әсәй үлгәс, иҫке диванды ремонтларға булдыҡ. Ҡыҙыл тышлы  ине ул. Унда гел өләсәй йоҡланы. Иҫке тышлығын һалдырырға тип тотоноуға, ҡулыма бер нәмә бик ҡаты сәнсте. Ҡамыт энәһе! Бик йыуан, ҙур энәне беҙҙә ҡамыт энәһе тиҙәр. Ҡайҙан килгән ул бында? Өләсәйҙең нәҡ мендәр терәп, баш ҡуйып ята  торған яғында бит әле! Берәй нәмә теккәнбеҙ ҙә, ҡаҙап ҡуйып онотҡаныбыҙ, тиер инең, әллә ниндәй сәйер үҙе тағы. Ике башы ла ҡап-ҡара итеп көйҙөрөлгәнме, яндырылғанмы? Энәне ҡулым менән тотоп, сүплеккә ырғыттым. Ырғыттым да оноттом. Бөтәме ни ҡаҙап ҡуйып онотолған энәләр.

Бер аҙҙан һуң тағы бер шик тыуҙырған нәмәгә тап булдыҡ. Кухня тәҙрәһе аҫтындағы мүкте турғайҙар электән ташыйҙар  ине инде. Был юлы ҡоштар әллә ниндәй йомғаҡ тартып сығара башлағандар ҙа, уныһы ярыҡҡа ҡыҫылып, эләгеп ҡалған. Бала йоҙроғо саҡлы йомарланған был йомғаҡта ниҙәр генә юҡ – сәстәр, тырнаҡтар, ептәр, баҡа ҡабырсығы, башы көйгән тағы бер энә... Мин башта уны ҡыҙыҡһынып ҡына аҡтара башлаған инем, ерәнеп,  атып уҡ бәрҙем. Ул баҫҡыс башына уҡ килеп төштө. Был юлы ысынлап та тороп шикләндем. Бындай йомғаҡ беҙҙең тәҙрә  төбөнә ҡайҙан килгән? Өйҙәгеләр эше түгел икәне билдәле бит инде. Кем тәҙрә төбенә сәс, тырнаҡ йомарлап тултырһын, ти? Тупһа башына килеп төшкән ул хәшәрәт йомғаҡты бисмилламды әйтеп һоҫҡоға һеперҙем дә, баҡса башына илтеп күмдем.

Эскә шик керҙе. Өйгә кереп,  тағы шундай сәйер нәмәләр эҙләй башланым. Оҙаҡ эҙләйһе лә булманы, верандаға кереүгә үк, ишек яңағындағы мүккә тағы шундай уҡ ҙур һәм ҡап-ҡара, ике башы ла һындырылған энә батырылғайны. Тәндәрем сымырҙап китте. Кемдер беҙҙең өйгә сихыр алып кергән. Кем эше булырға мөмкин? Өләсәй ҙә, әсәй ҙә ябай кешеләр, бер кемдең дә юлына арҡыры төшкәндәре булманы. Өләсәй менән әсәйҙән һуң өй тынысланып ҡалғайны. Инде тауыш хәҙер үҙ ғаиләмдә сыға. Ирем менән юҡтан ғына ла эләгешәбеҙ. Юғиһә беҙ был өйҙә йәшәмәйбеҙ, унда ялдарға ғына ҡайтҡылайбыҙ. Юҡтан да ҡысҡырышыуыбыҙға әллә шул энәләр  ғәйеплеме, тип тә уйлайым. Уныһына ғына ла иғтибар итмәҫ инем, өләсәй ҙә, әсәй ҙә – икеһе лә яман сирҙән донъя ҡуйҙылар. Уҙған йыл тикшеренеү ваҡытында  ошондай сирҙең миндә булыуы ла асыҡланды.

Мин хәҙер ысынлап бик ҡурҡам. Бәлки, ул энәләрҙе ҡаҙаған кеше беҙгә шундай  ҡара теләк теләгәндер? Барыһы да сирләп үлеп бөтһөндәр, тигәндер? Әле бит балалар бар, улар өсөн  йөрәгем алынып тора. Бик йыш булмаһа ла, өйгә Ҡөръән уҡытып торабыҙ, Ҡөръән сүрәләре уҡыған дисктар ҙа ҡуям. Шулай ҙа күңел тыныс түгел...

 

"Сөембикә" журналынан.

 

Автор:
Читайте нас: