Все новости

Кекс рецебы

Мин – кекс фанаты, бала саҡтан үлеп яратам! Иң яраткан рецебым, нәҡ бына бала саҡтағы, кибеттә һатылған кеүеге менән бүлешәм. Ғәҙәттәгесә – тиҙ! Яйлы! Тәмле!

Кекс рецебы
Кекс рецебы


⠀⠀ Аҡ май – 170 г (иретелгән),
⠀⠀ Йомортҡа – 3 дана (бүлмә температураһындағы),
⠀⠀ Шәкәр – 170 г,
⠀⠀ Йөҙөм – 170 г (алдан сама менән 5 минутҡа ҡайнар һыуҙа тоторға, һуңынан 1 аш ҡалағы он менән бутап алырға. Шулай иткәс, йөҙөм аҫҡа ултырмай. )
⠀⠀ Он – 240 г,
⠀⠀ Тоҙ – бер семтем,
⠀⠀ Ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) – 5 г,
⠀⠀ Ванилин – бер семтем,
⠀⠀ Шәкәр онтағы – кекс өҫтөнә һибергә.

⠀⠀ Иретелгән май, тоҙ, шәкәр һәм ванилинды яҡшылап (ағарғансы) 4-5 минут самаһы болғатырға. Унан һуң берәм-берәм йомортҡа һытып ҡушабыҙ, һәр береһен һалғандан һуң миксерҙа әйләндерәбеҙ. Он һалып, ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп бутайбыҙ. Иң һуңынан йөҙөм өҫтәп, тағы бер ҡат, инде ҡалаҡ менән, бутап алабыҙ.
⠀⠀ Духовкала 170° градуста 1 сәғәт бешерәбеҙ. Үҙем, ғәҙәттә, икмәк формаһында бешерәм. ????
⠀⠀ Бөттө-китте! Тәмле булһын! ❤

Автор @aliye_salakhova

Кекс рецебы
Кекс рецебы
Автор:
Читайте нас: