Все новости

ӨЙРӘК БӘЛЕШЕ

Шәмбе көн тәмле ҡамыр ризыҡтары бешереү өсөн иң ҡулай көн инде ул! Әйҙәгеҙ әле, бисмиллалап, өйрәк бәлеше бешерәйек, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ!

ӨЙРӘК БӘЛЕШЕ
ӨЙРӘК БӘЛЕШЕ
Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы майонез, 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк. Ҡамырҙы баҫҡандан һуң 20 минут тотабыҙ.

Эслек өсөн өйрәк итен, эсәк-бауырҙарҙы ваҡлап туралған һуған, картуф, тоҙ һәм борос һалып болғатабыҙ.

Ҡамырҙы йәйеп, майланған табаға һалабыҙ, эслекте өҫтәйбеҙ ҙә матур итеп ситтәрен бөгәбеҙ. 

Р.Хәйруллина рецебы.
Автор:
Читайте нас: