Все новости
Общие статьи
13 Сентября 2021, 13:35

Ветеранға ярҙам күрһәтелде

Үзбәкстан Республикаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн Ә.-З.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге махсус телеграмм канал ойошторған. Унда башҡорттар бер-береһе менән таныша, аралаша, ярҙамлаша. Туған телдә үткән барлыҡ саралар тураһында иғландар ошонда һалына.

Ветеранға ярҙам күрһәтелде
Ветеранға ярҙам күрһәтелде

Шулай итеп, 17 август көндө каналға Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы Ҡәрипова бәләкәй генә үтенес ҡуйғайны. Унда ветеран Рәйсә апай өсөн инвалид коляскаһы берәйегеҙҙә юҡмы, тиелгәйне. Оло йәштәге инәйгә поликлиникаға йөрөп, инвалидность юллап, коляска алыр өсөн ваҡытлыса коляска кәрәк ине. 5 көн тигәндә был үтенес тормошҡа ашты. Рим Абдулла улы, Эльмира Әғзәм ҡыҙы, Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы Рәйсә инәйгә инвалид коляскаһын һатып алып бирҙеләр.  Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы шулай уҡ уға йылы ойоҡбаш та бәйләп бүләк итте. Ветеран быға бик шатланды, фәрештәләр ҡанаты һаҡлаһын бәлә-ҡазаларҙан, тип доға ҡылды. Амин, ҡабул булһын.

“Быйма кеүек үҙе ҡалын, үҙе йомшаҡ.

Ҡулдарыңдың рәхәтен күр, туңмаҫ аяҡ”, – тип Рәйсә инәй шиғыр юлдары менән рәхмәттәр уҡыған. «Коляска шул хәтлем уңайлы, ҡулдарымды терәп ултырғас, арҡаларым ял итә», – тип сәйҙе лә коляскала ултырған көйө эскән.

«Рәйсә апайҙың хәтирәләрен тыңлай-тыңлай кис кенә ҡайтып киттем. Ҡанатланып, хисләнеп рәхмәттәрен шиғыр юлдары аша еткерҙем. Бик ҡаты шелтәләмәгеҙ: бер тында яҙылған юлдар», – ти Рәлиә Ҡәрипова. Түбәндә уның Рим Абдулла улы Ғиниәтуллинға бағышлап яҙған шиғырын килтерәм.

Туғанҡайым, йәшә рәхәт!

Ныҡ һөйөндөм, атланғандай пар аттарға.

Миһырбанлыҡ күргәс, Тәңрем, сит-яттарҙан.

Рәхмәттәрем яуһын һеҙгә, туғандарға,

Ҡыуаныстан оран һалам бар Йыһанға!

 

Аҡсалата бүләк биргәс Комитеттан,

Алмаған ул алтын алҡа бисәһенә –

 Хәйер иткән үкһеҙ етем балаларға,

Төрөп һалып ҡуймайынса кеҫәһенә.

 

Шатландырып-һөйөндөрөп етемдәрҙе,

Алып биргән сәк-сәк, кола, кәнфиттәр ҙә.

Ә ҡалғанын бүләк итте, ғүмер теләп,

Йөрөй алам коляскала бүлмәләрҙә.

 

Һулыш алам! Ҡояш күрәм! Рим туғаным!!!

«Бөгөн дә мин теремен», – тип ҡыуанам!

Рәхмәт һиңә, туғанҡайым, мең-мең рәхмәт!

Иҫәнлектә һәм һаулыҡта йәшә рәхәт!

 

Иңдәремдә минең – шатлыҡ ҡанаттары.

Донъяларҙы гиҙер өсөн бар “Толпарым”.

Тота алмай дүрт диуарҙың ҡамаҡтары...

Рәхмәт һеҙгә,ОЛО РӘХМӘТ, Рим туғаным,

Башҡорттарым!!!

Р.Т. Ҡәрипова.

Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас: