Все новости
Общие статьи
28 Июня 2021, 18:42

"Ватандаш" журналының июнь айына күҙәтеү

Журналдың һөтай һаны йәйгесә йылы, емеш-еләкле, һутлы әҫәрҙәргә, мәҡәләләргә, әңгәмәләргә бай. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып китәйек.

“Биш бала шундай талапсан әсәй һәм киң күңелле атай ҡулында тәрбиәләнә. Ҡыҙының тәүге шиғырҙарын күргәндә лә әсәһе ҡәтғи ғенә итеп үҙ һүҙен әйтә: – Кит, мәғәнәһеҙ нәмәләр яҙма. Шиғыр ҙур проблемалар, юғары эштәр хаҡында була. Мәҫәлән, Вьетнамда һуғыш бара... Шулай ҙа күңеле төшмәй ҡыҙыҡайҙың, ул бөтөн күргәнен, күңеленә ингәнен шиғырға һала бара. Бер мәл «Башҡортостан пионеры»нда конкурс иғлан ителгәнде күреп ҡала. Уны беренсе урындағы ниндәйҙер бүләктәр ҡыҙыҡһындырмай, икенсе урында – «Артек»! Ошо исем менән ҡанатланған йәш шағирә хәҙер гәзит редакцияһына шиғырҙарын яуҙыра ғына. Вьетнам тураһында ла була шиғыр, башҡа темаларға ла. Инде ҡыҙының яҙмаларын гәзиттә күргән әсәһе әлегә маҡтап һүҙ әйтмәһә лә, арҡаһын турайтып ебәреүенә ҡарағанда ғорурланыуы һиҙелә. Атаһы инде «Ай, минең ҡыҙым» тип ауыҙ һыуын ҡорота. Шулай балаларса шатлана, һикереп төшөп ҡыуана белгән ихлас кеше була ул. Еңеүселәр иғлан ителгәс, исемлектә үҙен дә күргән ҡыҙыҡай, әсәһенән ҡурҡып, гәзитте йәшерә лә ҡуя. Сөнки, ҡыҙҙарын бер ҡайҙа ла ебәрмәй, эш менән баҫып тотҡан әсәһенең ни әйтерен белә. Етмәһә уның яҙыусылыҡ эшмәкәрлеген өнәп тә етмәй.”

Өҫтә һүҙ барған шағирәнең ҡаҙаныштары, нимәгә тотонһа ла уңыштарға өлгәшеүе әсәһенең талапсанлығынанмы, әллә атаһының ҡыҙына һоҡланыуынанмы килде икән? Холоҡто нимә тәрбиәләй, алға барыр өсөн көс ҡайҙан килә, нисек уйлайығыҙ? Был һорауға яуапты һис шикһеҙ Миләүшә Ҡаһарманованың Замандаш рубрикаһында урын алған билдәле шағирә тураһындағы очеркында табырһығыҙ!

“Ниһайәт, әсә йөрәгендәге иҫтәлектәр телгә килде, ул улы тураһында һөйләй башланы. Йөрәгендә йылдар буйы йыйылған һағыш уты һуңғы бер нисә көндә дөрләп киткәндер, күрәһең. Улының ҡайтмауына күнгәндер инде. Инәйҙе иң әрнеткәне – улының башы яраланыуы. «Ике көн ыңғырашып ятҡан, ти бит, үлә алмай интеккәндер инде балаҡайым», – тип ҡат-ҡат уфтана ул. Кем дә булһа: «Юҡ, һыҙланмаған улың, яраһы ауыртмаған», – тип әйтмәҫме, йыуатмаҫмы тигәндәй, тыңлаусыларға мөлдөрәп ҡарап ала. Әсәнең йөрәгенә барып тейгән уҡ икән батыр улының яраһы.” Был сығышы менән Учалынан Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында иҫтәлектән өҙөк. Уны Сәрүәр Сурина батырҙың әсәһенән яҙып алған. Ағинәйҙең тәрән аҡыллы фекерҙәре, фәһемле иҫтәлектәре журнал уҡыусыларҙың да күңеленә хуш килер.

“1944 йыл ныҡ ауыр булды. Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында йәшәгән Ғилмиһан инәйем беҙгә «пил» тигән бер нәмә килтерҙе. Үҙенән икмәк еҫе лә килгән һымаҡ. Быяла валсығы ла бар. Ғилмиһан инәйемдең Баһауетдин тигән улы һуғыштан ауырып, иртәрәк ҡайтҡайны. Белоруссия һаҙлығында һалҡын тейҙергән. Ул мелькомбинатта эшләгән. Шул беҙгә ике тоҡ «пил» биреп ебәргән. Үҙе еңел генә. Телгә нәмәлер ҡаҙала. Ваҡ-төйәк үтеп китте, ә береһе телгә ҡаҙалды. Ул «пил» тигән нәмә тирмәндән осҡан, торбаһына йәбешеп ҡалған туҙан (пыль) булған икән”. Һуғыш балалары бына шулай итеп үҙҙҙәренең бала сағын – Бөйөк Ватан һуғышына тура килгән осорҙо хәтерләй. Зөһрә Ҡотлогилдинаның һуғыш балаларынан яҙып алған иҫтәлектәре менән таныштырыу июнь һанында ла дауам итә. Факия Сафарова менән Миләүшә Ғәзизованың ышанмаҫлыҡ, ҡайсаҡ ҡыҙғаныс иҫтәлектәре уҡыусыларҙы ла битараф ҡалдырмаҫ.

“Етенсе класс аттестаты менән Өфө сәнғәт училищеһына музыка бүлегенә килдем. Экзаменды Николай Яковлевич Инякин ҡабул итә. Ул ике метрҙай ҙурлыҡтағы һуҡыр кеше. Күҙлек кеймәй һәм күҙ алмалары туҡтауһыҙ ҡыбырлап йүгереп тора. Ҡарап тороуға бик ҡурҡыныс ҡиәфәттә һәм мин, ауыл балаһы, бындайҙы күргән булмағасмы, әллә уның зәғифлегенән бөжәпме, ҡойол да төш. Янына баҫтырып ҡуйып туҡылдатып ритмды тикшерә был, шул тактҡа һуға ла, ҡабатлай ҙа алмайым. Улай итте мине, былай итте лә, “Вам не стоит по музыке итди, вы полный бездарь” тип “нуль” балл ҡуйып сығарып ебәрҙе. Икенсе йыл тағы ла килдем. Уҡығы килә бит шунда! Баянда училищеның өсөнсө курс пьесаларын ятлап алып уйнайым һәм шуларҙы күрһәтмәксемен дә. Тик, хәйерсегә ел ҡаршы, әпәт шул Инякин ултыра. Мин тағы ҡаушаным. Бармаҡтар тыңламай ҙа ҡуя. Һәм тағы “ноль” алып торам...” “Полный бездарь” тигән баһа алған кеше нисек итеп популяр композитор, ысын мәғәнәһендә халыҡ йырҙарына әйләнгән 400-ҙән ашыу йыр ижад иткән маэстроға әйләнде икән һуң? Әллә ысын талантты ергә күмеп йәшереп булмай, тигән мәҡәлдәге кеүек килеп сыҡтымы. Хәйер, был турала Мәҙәниәт рубрикаһындағы әңгәмәнән үҙегеҙ уҡып белерһегеҙ.

“Тарих” рубрикаһындағы фән докторы Нәзир Ҡолбахтиндың мәҡәләһе тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға табышҡа тиң. Ул 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренә арналған мәҡәләләр серияһын дауам итә. Был юлы Ҡунаҡбай Йомаев, Мәүлит Әитов, Миндиәр Арҡаев, Миҙәт Миндиәров исемле шәхестәрҙең яу юлдары, уларҙың биографияларына ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырһығыҙ.

Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киң популярлыҡ яуланы, уны Башҡортостан, Рәсәй тарихын, донъяуи һәм шәхсән фажиғәләрҙе һүрәтләгән эпик әҫәр тип нарыҡланылар. Ә романға белгестәр ниндәй баһа бирә, ҡатын-ҡыҙ образын тулы мәғәнәһендә асыр өсөн автор ниндәй алымдарға мөрәжәғәт итә, романға эске яҡтан күҙ һалырға, уның психологияһын аңларға, ҡатын-ҡыҙҙың булмышына, серҙәренә төшөнөргә теләүселәр өсөн Фәнүзә Нәҙершинаның мәҡәләһе бик ҡыҙыҡлы булыр.

Дина Гаврилованың “Һалҡын йылдар төҫө” романының аҙағы ни менән бөтөрөн ҡыҙыҡмы? Әлтүктең ғаиләһенең яҙмышы нисек тамамланыр? Ни өсөн уның ҡыҙы Еля туй көнөн илап ҡаршылай: «Ул бала сағы, хыялдары менән хушлашты. Буласаҡ иренә ерәнеү, ҡурҡыу менән ҡараны. Һарыҡты ҡорбан итергә алып барыуҙы күҙ алдына килтерҙе. Бахыр малҡай баҡыра, тулай, тартҡылаша. Ләкин көслө ир ҡулдары ҡорбан мәхлүктең тояҡтарын бәйләп һала. Һуңғы ауаз. Һәм тынлыҡ. Ал ҡан нәҙек кенә булып аҡ ҡарға аға. Ғүмер тамам, тип уйланы ҡыҙ ахыр сиктә. – Башҡа бер нәмә лә булмаясаҡ».

Бормалы, тетрәндергес кеше яҙмыштарының хәл ителеше һүрәтләнгән өлөштө уҡымай ҡалмағыҙ.

Читайте нас: