Все новости
Общие статьи
14 Мая 2021, 08:53

ҠОЛ ҒӘЛИ - БАШҠОРТ ШАҒИРЫ

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Йәдкәр Әхәт улы Бәшәров уҡыусыларын тағы ла бер оло бүләк – “Ҡол Ғәли һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте тураһында” тигән китап менән һөйөндөрҙө. Әҙиптең бығаса беҙ уҡыған “Бөйөк Башҡорт иле”, “Башҡорт хан” китаптарының авторы икәнлеген дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Яңы баҫма “Болғар шағиры” тип өйрәнелгән Ҡол Ғәлиҙе үҙ милләтенә ҡайтарған һәм быны кире ҡаҡҡыһыҙ итеп дәлилләгән төплө документ та ул. Был хаҡта Йәдкәр Әхәт улының үҙе менән һөйләшәбеҙ.

- Йәдкәр Әхәт улы, һеҙҙең китап туйында сығыш яһағанында билдәле ғалимыбыҙ Рәшит Шәкүр “Элегерәк, бер хеҙмәттә, Ҡол Ғәлиҙе “башҡорт һәм болғар шағиры” тип яҙғаным өсөн ярайһы ғына тауыш сыҡҡайны” тип хәтерләне. Был китабығыҙҙа һеҙ уны, ҡыйыу рәүештә, “башҡорт шағиры” тип дәлилләйһегеҙ. Һөйләп китегеҙ әле уның хаҡында?

- Ҡол Ғәлиҙең мулла ҡушҡан исеме - Мөхәммәтғәле. Уның атаһы Мирғужа исемле уҡымышлы мулла була. Мирғужаның Ҡол Ғәлиҙең әсәһе буласаҡ ҡыҙ – Боҙби менән танышыуы ла ҡыҙыҡ ғына була. Әлеге мулла боронғо иҙел-урал ҡәбиләһе һабандарҙың Һабантуй байрамында ҡыҙҙарҙың егеттәр менән көс һынашыуын тыя. Ә был йола беҙҙең эраға тиклемге 6-сы быуатҡа тура килә. Ислам диненә тиклемге дәүерҙә, башҡорттарҙың боронғо ата-балаларында, ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәр бер хоҡуҡлы була һәм күп осраҡта ҡыҙға өйләнеү өсөн егет кеше үҙенең ниндәйҙер өҫтөнлөгөн күрһәтергә тейеш була. Һәм был өҫтөнлөк көрәштә, уҡ атышта, ат сабышта, алышта һынала. Мәҫәлән, Һамар-Һабан Әшнәне алыу өсөн уны көрәштә еңә, ун икенсе быуат әмире Шамғундың ҡыҙы Саина ҡыпсаҡ ханы менән алышып, уның ҡабырғаларын һындыра. Ҡол Ғәленең яҙмалары буйынса, был хәлдәр Бөржән ырыуынан булған Буртас башта дәүерендә күп һүрәтләнә. Ул заманда ҡыҙҙар үҙенә ирҙе үҙҙәре һайлап ала ала. Буртас батша әлеге йоланы туҡтатырға тигән ҡанун сығара ла, әллә күпме ҡатын-ҡыҙ ирҙәр йәмғиәтенән айырылып тауҙағы ҡәлғәғә йәшәргә китә. Ҡатындар менән ирҙәр араһында әленән-әле бәрелештәр булып тора. Буртас ғәскәре ҡатындарҙы еңеп кенә барғанда, батшаның үҙ ҡатыны ла уны ташлап ҡатындар яғына сыға. шул ваҡыт батша ла ҡылысын төшөрөргә һәм әлеге йоланы кире ҡайтарырға мәжбүр була.

Ә Һабантуй беҙҙең бөгөнгө һабан туйы менән тура килмәй. Боронғо халыҡтарҙа Һамар – уңыш, мал һәм үрсем эйәһе (дух) була. Һабан тип улар шул мал көтөүҙәрен көтөүсе изге эйәне атай. Иҙел-Урал ҡәбиләләре ошо мал үрсетеп йәшәү мөмкинлеген биргән яратҡан эйәләре Һамар-Һабан хөрмәтенә үҙҙәрен һабан тип атай ҙа. Яҙ башында малдар үрсей, ҡолон-бәрәстәр күпләп тыуып аяҡҡа баҫа башлай ҙа, был яңы циклды малға эйәреп йөрөп көн күргән халыҡ “туй” тип атай. Шулай итеп был мәл тәбиғәттең яңы циклы тигәнде аңлата – һабантуй. Тап ошо мәлдә ырыуҙар йыйын яһай ҙа инде. Байрам апрель аҙағы май башына тура килеп, бер йоманан икенсе йомаға тиклем дауам иткән. Байрам малға, мал үрсеменә мәҙхиә, йәғни, ул һабан һәм ер эшкәртеү менән бер нисек тә бәйле түгел.

Һәм бына ошо байрамда ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр менән көс һынашыуын сираттағы берәү – Ҡол Ғәлиҙең атаһы була торған Мирғужа мулла тыйып маташа. Ул табын ырыуы башлығы Йомарт-Табындың ҡыҙын бер егеткә ҡаршы көрәшкә сыҡҡанда туҡтата. Халыҡҡа был оҡшамай һәм мулланы туҡмалыуҙан бейҙәр саҡ алып ҡала. Был үҙенә күрә бер өҫтән төшөрөлгән күрһәтмә кеүек була. Ахырҙа Мирғужа үҙе ошо ҡыҙға өйләнә һәм Боҙби 1172 йылда уға Мөхәммәтғәлене табып бирә. Мирғужа үҙе Тамта иленең әйле ырыуынан була, йәғни, бөгөнгөсә итеп әйткәндә, Ҡол Ғәле әйле башҡорто булып сыға.

1174 йылда Ҡол Ғәлиҙең ата-әсәһе Бүләр ҡалаһына күсеп бара. Юлда әсәһе Боҙби ауырып китә һәм шул сиренән һауыға алмай ике йыл яфаланғас, вафат була. Атаһы Мирғужа баш ҡалала сәит итеп ҡуйыла. Яңы сәитте бүләрҙәр намаҙға саҡырған моңло тауышы өсөн Наҡҡар тип атай. (Наҡҡар – ҡыҫҡа тынлы торба.)

Ҡол Ғәли ун алты йәшенә тиклем урындағы мәҙрәсәлә белем ала. Уның һабаҡташы Башҡорт хандың ейәне Мирғази була. Балалар бергә уйнап үҫә. Үҫеп еткәс, береһе - сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, икенсеһе дини мөғәлим, сәит булып китә.

- Ҡол Ғәлиҙең сәйәхәтнамәләре бер географик карта-һүрәтләмә булып тора. Беҙ уны бары шағир булараҡ ҡына беләбеҙ, ә һеҙ уны сәйәхәтсе һәм ер-һыу өйрәнеүсе итеп тә бирәһегеҙ.

- Биләр ҡалаһындағы төрлө ваҡиғалар, ихтилалдарҙан һуң, Ҡол Ғәли үҙенә бирелгән хакимлыҡтан тулыһынса баш тартып, сәйәхәткә сығып китә. Был юлда уны әллә күпме ваҡиғалар, осрашыуҙар, мажаралар көтә. Ҡыпсаҡтарға әсирлеккә эләгеп бер-нисә йыл далала ла йөрөй. Унан ҡотолоп, оҙаҡ йылдар мосолман Көнсығышының мәҙәни үҙәктәре буйлап йөрөй. Хорезм, Сирия, Иерусалим, Мәккә илдәре буйлап сәйәхәт итеүен һәм унда шағирҙар, ғалимдар, суфый-шәйехтәр менән осрашыуын, аралашыуын бик ентекле итеп яҙа. Полестинанан Египетҡа юлланған карауандың Иерусалим һәм башҡа ҡалаларҙа, Нил йылғаһы ҡултығында туҡтап киткәнен иң беренселәрҙән булып ҡағыҙға төшөрә.

Ҡол Ғәли Төнтяҡ-Көнбайыш илдәре менән дә тығыҙ бәйләнеш тота. Ул Норвегияла, Финляндияла, Карелияла һәм Кольск ярымутрауында була. Ун өсөнсө быуат башында шул яҡтарҙа булып ҡайтҡас, шағир Бөйөк Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш сиген өйрәнә башлай. Был ваҡытта Көнсығыш Европала уғыр-башҡорттар Волга юлын – иң төньяҡ диңгеҙ юлын- үҙләштерә башлай. Ҡол Ғәлиҙең мәғлүмәттәре буйынса, Тауышбыраның (Фин ҡултығы) төньяҡ ярының көнсығыш ҡырынан үткән сик Галиджийск (Ладожск) күленә алып бара, унан Унжа-Ҡалаға (Петрозаводск), ары Унжай (Онежск) күленең көнсығыш яры буйлап Бат-Уғыраға (Вытегра) тиклем, унан Лянча күленә (Лача), унан Кочкаға (Няндома), ары Мосха йылғаһы буйлап... Был юл буйлап урынлашҡан ауылдарҙа, ҡалаларҙа төрлө телле, төрлө йөҙлө һәм динле халыҡ йәшәй. Улар менән нисек аралашырға һәм ниндәй мөғәләмәлә булырға икәнде лә яҙа автор. Тимәк, әле бик боронғо замандарҙа уҡ финдәр һәм башҡорттарҙың ата-балалары араһында йылы мөнәсәбәттәр булған.

Ҡол Ғәли Чулман (Төньяҡ ) диңгеҙе буйлап йөҙөп үтеүен дә һүрәтләй. Хаж ҡылғанда ул Иҙел (Волга), Шыр (Дон), Азак (Азов), Һаҡлан (Ҡара) йылғалары һәм диңгеҙҙәре һәм Уҙый (Оғуз) дәүләте аша йөҙөп үтә. Үҙенең “Хон китабы” тигән яҙмаларында “Минең менән булған 12 христиан һәм караим ошо сәйәхәттән һуң ислам динен ҡабул итте” тип яҙа.

Артабанғы ғүмерендә Ҡол Ғәли тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, унда сәит вазифаһын биләп, батша хөкүмәтенең яҡын кешеһе булып, илдәге сәйәси эштәрҙә ҡатнашып йәшәй. Ул баштан уҡ ябай халыҡ позицияһын алған булһа, һуңғы көндренә тиклем халыҡ яҡсыһы булып ҡала. Күрәһегеҙ, был бөйөк шәхесте беҙ ысынлап та белеп етмәгәнбеҙ, өйрәнмәгәнбеҙ.

- Ҡол Ғәлиҙең шәжәрәһе буйынса нисә вариант бар? Һеҙ уларҙың ҡайһыныһын китапҡа индерҙегеҙ?

- Бахши Имандың 2012 йылда Ҡаҙан ҡалаһында яҙылған тарихи мәғлүмәттәре буйынса ҡарағанда бер аҙ тура килмәгән урындар ҙа бар. Бахши Иман шәйех Мөхәммәт Әминдең 1483-сө йылғы “Болхар шәйехтәренең изге юлы” китабынан өҙөктәр генә ҡалдырған. Бында Болғар илендә, Болғар ҡалаһында, Башҡорт иленең Һыуар, Биләр ҡалаларында барған мөһим ваҡиғалар һәм уларға ҡағылышлы булған шәйехтәр генә телгә алына. Шунлыҡтан Ҡол Ғәлиҙең шәжәрәһе лә тулыһынса түгел. Шулай ҙа уның менән танышырға була. Ноғомандың улдары Дауыт менән ҡазый Яҡуп, шәйех Дауыттың улы Сөләймән сәит булып китә. Бүләрҙәге иң ҙур мәсет манараһы уның исемен йөрөтә. Сөләймәндең улы Сада, уның улы Ҡылыс. Ноғомандың икенсе улы Иәҫбел була, Иҫәбелдең улы шәйех Ҡолдауыт, Ҡолдауыттың улы Мирхужа, Мирхужаның улдары Ғүмәр, Бурташ, Хәҙриә, Мәсүт һәм Ҡол Ғәли (Мөхәммәтғәле). Ҡол Ғәлинең улы Мирғәле, Мирғәленең улы йәдкәр, Йәдкәрҙең улы Рәжәп, Рәжәптең улы Иҫбелхужа, уның улдары Хаммат һәм Хөсәйен.

Ғалим Ҡәрифулла Кейеков Ҡол Ғәлиҙең шәжәрәһе Бикәтүн бабайҙан башлана, тип һанай. Бикәтүндең Әйле, Юрмый, Байлар һәм Майҡыбей тигән улдары була. Уның хаҡында шәжәрәлә “Әйле атаһы Бикәтүн йортонда, Миәс даръявында, атаһы урынында илле йыл шаһ булып, туҡһан йыл ғүмере булып, Миәс даръяһында дәфен булынмыш” тип яҙыла.

Тажетдин Ялсығол әл Башғирди үҙенең “Болғар Тәуарихы” ҡулъяҙмаларында (XVIII быуаттың аҙағы – XIX быуаттың аҙағы) Әйле ырыуының һәм Ҡол Ғәлиҙең шәжәрәһен ҡалдыра. Был турала 1897 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең “Йәдкәр”ендә яҙып сыға. Унда шәжәрә Истәк хандан башлана. Ситәк хан, уның улы Бикәтүн, уның улы Әйле. Әйленең улы Туҡый хан, уның улы Айҙар хан, уның улы Сәит хан, уның улы Әмир хан, уның улы Солтанморат хан, уның улы Сәлим хан, уның улы Илһам хан, уның улы Ҡабдулла хан. Ҡабдулла хандың улы Ғәлимбәк имам һәм мөҙәрис була. Уның улы Мирхужа һәм Мирхужанан Ҡол Ғәле...

Күреүегеҙсә, ниндәйҙер айырмалыҡтар булған осраҡта ла, беҙ Ҡол Ғәлиҙең данлы Әйле ырыуынан булып, хандар һәм белемле муллалар затынан сығыуын аңлай алабыҙ.

- Ҡол Ғәлиҙе беҙ, иң беренсе сиратта, уның “Йософ Ҡиссаһы” аша беләбеҙ. Ул әҫәрҙең идеяһын мөхәббәт, ислам дине инеү, изгелек, тоғролоҡ, туғанлыҡ нигеҙендә күрәбеҙ. Ә һеҙ тикшергән инештәр ниндәй мәғлүмәт бирә?

- Был поэма Волга алды-Урал буйында табылған яҙма әҙәбиәттең иң ҙур ҡомартҡыһы булып һанала. Ул Бөйөк Башҡортостан дәүләте дәүеренә тура килә.

Ҡол Ғәли әҫәрен “Йософ Ҡиссаһы” тип атай, ә аҙаҡ уның архив варианттарында “Йософ Китабы”, “Ҡиссаһи Йософ ғәләйһи әссәләм, “Китабы ҡыйссан хәҙрәти Йософ аннаби ғәләйһиәссәләм” кеүек атамалылары ла табыла. Ә күсереп яҙыусылар һәм телдән һөйләүселәр уны “Йософ менән Зөләйха” тип тә үҙгәртеп ебәрә. Йыйып әйткәндә, Йософ тураһындағы 360 төрлө поэма төрө йәшәй.

Поэманы Йософ Биләр ҡалаһындағы бик буталышлы, ҡатмарлы мәлдәрҙә яҙа. Батша хөкүмәтенә ҡаршы ихтилалға күтәрелгән халыҡ яҡлы булып сыҡҡас, күтәрелеүселәрҙе баҫтырып, шағирҙы Алабуға ҡәлғәһенә бикләп, сынйырға ултырталар. Унда ул Вятка йылғаһында йөҙгән караптарға юл күрһәтеү өсөн төндәрен маяҡ яндырып торорға тейеш була. Шул бәйле ултырған михнәтле көндәрендә ул “Йософ Ҡиссаһы”н яҙа ла инде.

XII быуатта яҙылған поэмалағы уйлап сығарылған донъя ысынбарлыҡтың сағылышы булып сыға. Автор Алланың дөрөҫлөктө өҫкә сығарырына ышана һәм һәр кешелә ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы ҡараш тыуҙырырға тырыша. Әҫәрҙә уның үҙ тормошо элементары ла сағылыш таба. Донъяуи ҡиммәттәре, фекерҙәре, ниндәйҙер күңел төшөнкөлөктәре лә таныла. Бигерәк тә шул осор батшалыҡ итеүсе ғаилә хәлдәрен яҡшы һүрәтләй. Батшалыҡта ултырғандың халыҡты иҙеүе, язалауы, ҡоллоҡа оҙатыуы, үҙ туғанын ситкә тибеүен күрһәтә. Бигерәк тә ихтилалда еңелгәндән һуң күргән ыҙалар, был иҙеүҙәрҙе еңелгәндәрҙең ҡапыл ғына онота алмаҫын, йән һәм тән яралары оҙаҡ һыҙларын бәйән итә.

Ҡол Ғәлиҙең “Йософ Ҡиссаһы” уҡыған батша (Ғабдулла Челбир) ҡаты асыулана, бигерәк тә батшалыҡтың ағаһынан ҡустыһына күсеүен күтәрә алмай. Ҡулъяҙманы тапап ташлап, шағирҙы фетнәсе булараҡ ҡулға алырға ҡуша. Тик уны алып килеү өсөн батша кешеләренә йылға аша йөҙөп сығырға кәрәк була. Көслө дин кешеһе, күрәҙәсе булып дан алған Ҡол Ғәли “был бойороҡто үтәргә теләүселәр йылғаны сыға алмаясаҡ” тип кенә ҡуя һәм, ысынлап та, был талапты үтәүсе табылмай. Ысынлап та, Ҡол Ғәли кеше аңына яҡшы тәьҫир итә алған, ниндәйҙер арбау көсөнә эйә булған зат вәкиле була. Уның ата-бабаһы илдә, төрки халыҡтар араһында исламды таратыусы, халыҡты күпләм исламға алып килеүселәр була. Уларҙың изгелеге, аҡылы, белеме, ғәҙеллеге айырым бер күренеш булып тора. Ҡол Ғәли лә уҡыусылары һәм башҡа әҡәләм тирбәтеүселәр тарафынан шулай итеп һүрәтләп ҡалдырыла.

Ҡиссалағы Зөләйха образы ла юҡтан алынмаған. Ҡол Ғәли Ҡоншаҡ хандың ҡыҙы Сәүлиәне яратып йөрөй. Был ҡыҙҙы ул атаһы менән Биләр ҡалаһына килгәнендә күрә лә, ғашиҡ була. Әммә Сәүлиәне икенсегә кейәүгә бирәләр. Һуңынан инде, Сәүлиәнең ире вафат булғас, шағир уның менән күрешә. Был һөйөүҙең дауамы ла була.

1212 йылда Ҡол Ғәли поэмаһының тәүге яҙылышын тамамлай, 1233 йылда уны эшкәртеп, бер аҙ өҫтәлмәлектәр индереп яҙа. Был даталар уның ҡулъяҙмаларына ҡуйылған. Әҫәр халыҡ-ара, милләт-ара, батшалыҡ-ара ғына түгел, донъя һәм йыһан кимәлендәге проблемаларҙы, кисерештәрҙе сағылдырған һәм күҙ алдына килтермәҫлек киң даирәлә таралған әҫәргә әйләнә. Уны хәреф таныған уҡып, уҡый белмәгәндәр яттан һөйләүселәрҙән отоп алып тарата. Төркиәлә төрөк теленә тәржемә итеп алып, Төнъяҡ Иран, Әзербайжан, Бәләкәй Азия, Сирия илдәрендә лә һөйләйҙәр. Египет солтаны Мансурға ҡиссаның ҡыпсаҡ телендәге ҡулъяҙмаһын алып киләләр, ул әҫәр менән туған телендә таныша. Бөгөн “Йософ Ҡиссаһы” буйынса йөҙләп поэма һәм проза әҫәрҙәре ижад ителгән. Күп авторҙар әлеге әҫәрҙе үҙ әҫәрҙәренең нигеҙе итеп, этәргесе, илһам сығанағы итеп алған.

“Йософ Ҡиссаһы”н халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙың дауамы итеп ҡарарға кәрәк. Сөнки, ул ысынлап та шулай. “Урал Батыр”ҙа боронғо халҡыбыҙҙың йәмғиәт булып формалашыуы, уның Тәңрегә – Күк Аллаһына килеүе, йәғни Аллалыҡты ҡабул итеүе һүрәтләнә. “Йософ Ҡиссаһы”нда ошо уҡ халыҡтың ислам диненә күсеүе – йәғни, рухи үҫеш дауамы һүрәтләнә. Уларҙың икеһендә лә изгелек менән яуызлыҡ көрәше, кешенең тәбиғәт балаһы булыуы, зәхмәттәр менән параллель донъяла йәшәүе һәм башҡа кеүек икеһенә лә уртаҡ булған хәл-ваҡиғалар күп. Быларҙы һеҙ тәфсирләп әлеге тәҡдим ителгән китапта уҡый алаһығыҙ.

- Ҡол Ғәлиҙең тағы ла бер китабы бар, уның хаҡында беҙ юғары уҡыу йорттарында уҡыманыҡ, шунлыҡтан халыҡ араһында белеүселәр ҙә аҙҙыр. Һеҙ был хазинаны өйрәнгәнһегеҙ, шулай бит?

- 1242 йылда шағир “Хон китабы” тигән ҡулъяҙмаларын башлай. Был баҫмаһын ул тамамлай алмай, яҙмалары конспект формаһында ғына тороп ҡала.

“Хон китабы” – ул беҙ ҡабул итергә теләгәнсә “хан китабы” түгел. Хон ул боронғо халыҡ, бер ҡәбилә, ырыу атамаһы. Китапта автор ата-бабаларының тарихын иң боронғо быуаттарҙан, беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙән алып һүрәтләй башлай. Унда Шамса Тебирҙең мәғлүмәттәре бар. Уның буйынса, Иҙел ярҙарында үҙҙәрен “Ура” тип атаусы һиндиец халҡы йәшәй. Бик әүәле Европаның төнъяғын боҙ ҡаплай. Боҙлоҡ дәүере башлана. Боронғо ата-бабалар һауыҡтан ҡасып Уралға һыйына һәм уның мәмерйәләрендә йәшәй. Шул ерҙәрҙе улар Ура-Арья йәки туран тип йөрөтә.

40 мең йыллап боронғолоҡта боҙлоҡ сигенә башлай, 35 мең йыллап элек ете ырыу Иҙел тигән феодал батшалыҡ барлыҡҡа килә. Унда һаҡлан (Ураның бер иле), һиндиецтар (боронғо төркиләр) ҙа инә. Ҡол Ҡәли яҙыуынса, батшаның хакимлығы менән риза булмаған бейҙәр тарафынан йәшерен рәүештә саҡырылған Агарджа Дуло, Иҙелдең батшаһы Ирғәле менән осраша. Улар алыша. Бәрелештә Агарджа еңеп сыға һәм тәхеткә ултыра. Ҡол Ғәле ҡулъяҙмаһында был бәрелеште шиғри формаға һалып һүрәтләй.

Илгә төнъяҡтан нуҡрат атамалы уғыр ҡәбиләләре, көнсығыш Себер тарафынан уғыр-аскалдар инә. (Себерҙе ҡайһы халыҡтар бөгөн дә “Аскал” тип атай.) Был ҡушылма Волга-Уралда “Иҙел” тигән ил төҙөй (туран да тиҙәр).

Был күсеш осоро бынан ун бер мең йыл элек була, тип яҙа автор. Ары һиндиецтарҙан һамарҙар айырыла ла, Һамар дәүләтен яһай. Беренсе хакимдары Май йәки Мардукан була. Һамар халҡы йондоҙҙарҙы, күкте күҙәтә. Улар йондоҙҙар күрһәтмәһе менән йәшәй, йондоҙҙар буйлап күрәҙәләүҙәргә ышана. Артабан, Һамар дәүләте һыу аҫтында ҡалып, Ат-Алан ерҙәре диңгеҙ аҫтында ҡалғас, батша дружинаһы менән көнбайышҡа юллана ла, төркиләрҙе баҫып ала. Һамар яугирҙары төрки ҡыҙҙарға өйләнә һәм уларҙың балалары төрки телендә һөйләшә башлай. Ошо ҡушылманан хон халҡы барлыҡҡа килә. Күпмелер ваҡыттан һуң хондрға ғәрәптәр һөжүм итеп, уларҙы уртаға бүлә. Көнбайыш өлөшө баҫып алыусы главнокоманующийҙың исеме менән атала башлай – Кимер – Ҡамыр (Ҡамыр батыр). Барлыҡ хондарҙы, ғәрәптәрҙе һәм башҡаларҙы Ҡамыр халҡы тип атанылар, тип яҙа Ҡол Ғәле.

Ары ҡулъяҙмаларға күҙ йөрөткәндә, Ағиҙелгә беренсе булып килгән хон башлығы Ҡамыр батыр Бүләр (Биләр) дәүләте төҙөгәс, халыҡ уны хаким итеп ҡабул итә. Хондарҙы “бүләрҙәр” тип атай башлайҙар, ә уларға килеп һыйынған болғарҙарҙы уларҙың башлығы Бесер-би исеменән “бесермәндәр” тип йөрөтәләр. Һуңғараҡ болғарҙарҙы урыҫтар менән төркиҙәр ҙә шулай атай башлай. Һуңынан, яңы хон батшаһы Бүлүмәр Бүләрҙә үҙ династияһын хакимлығын урынлаштыра башлағас, бүләр болғарҙары үҙҙәренең хон ырыуҙарына хеҙмәт итеүе хөрмәтенә “бүләрҙәр” ип атата. Бүлүмәр илендә хон ырыуҙары бик күп була әле, халыҡ, шул иҫәптән болғарҙар ҙа, хон телендә һөйләшә.

“Хон китабы”ның артабнғы ниндәйҙер өлөштәре Баҡши Имандың “Джагфар тарихы” китабында телгә алына. Унда “Хин Керман” (Аҡ Вежа), “Джалда” (Ҡырым), “Тамъян һәм Дуртсу” (Кавказ алдының Төнъяҡ өлөшө), Дяу-Хонджак” (Урта Волга губерняһының Төнъяҡ өлөшө, һабан халҡы ерҙәре), “Маджара Суба” (Буржан бейлеге баш ҡалаһы) һәм болғар-ҡыпсаҡ мөнәсәбәтен һүрәтләүҙәр бар. Үкенескә ҡаршы, был өлөштәр, тулы рәүештә, төп нәсхәһендә һаҡланмаған. Әммә ошо билдәле булғандары ла беҙгә баһалап бөткөһөҙ зиннәттәге мәғлүмәт – белем бирә. Тарихсыларыбыҙға быларҙы ҡулланырға ла ҡулланырға. Ошоларҙан сығып та әллә күпме төйөндәрҙе сисеп ебәрергә, әллә ниндәй буталсыҡтарҙы юлға һалырға була. Күрәһегеҙ, бөйөк шағир беҙгә тарихта ла яҡтылыҡ ҡалдырған.

Йәдкәр Әхәт улы был китабы менән беҙгә ысын мәғәнәһендә Ҡол Ғәлиҙе – әйле ырыуы башҡортон – бөйөк шәхесебеҙҙе ҡайтарҙы. Ошо китап буйынса үткән конференцияла ҡайһы бер ил-тарих-тел нигеҙен өйрәнеүсе ғалимдарыбыҙ “беҙ уның кем икәнлеген белдек ул... әммә атап ҡына әйтерлек дәлилдәребеҙ булманы” тип тә үкенес белдерҙе. Һәм – бына, авторҙың дәлилдәре бер китап! Рәхәтләнеп уҡығыҙ, өйрәнегеҙ.

Читайте нас: