Все новости
Общие статьи
10 Мая 2021, 19:58

Фронтовик ҡыҙҙары

Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы күрнекле башҡорт яҙыусылары, фронтовиктар Ғәли Ибраһимов һәм Рамаҙан Ҡотошевтың ҡыҙҙары Һөйөклө Ғәли ҡыҙы, Асия Рамаҙан ҡыҙы менән күрешкәйнек. Апайҙар атайҙары хаҡында иҫтәлектәр һөйләне, улар ауыҙынан ишеткән һуғыш хәтирәләрен яңыртып, шул заман кисерештәрен, күргәндәрен барлап, бик йылы әңгәмә ҡорҙо.

Хөрмәтле апайҙар, әйҙәгеҙ шунан башлайыҡ, 9 май байрамы һеҙҙең өсөн, һеҙҙең ғаилә өсөн ниндәй мөһимлектәге байрам?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- Беҙҙең ветеран атайыбыҙ, олатайыбыҙ ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейын ҡаршылап мәрхүм булды. Ә инде Еңеү көнө беҙҙең ғаилә өсөн иң оло байрам. Байрам ғына түгел, был беҙҙең ғаиләнең тарихы ла. Беҙҙең атай бит ул һуғыштан әйләнеп ҡайтмаҫҡа ла мөмкин булған. Ә ул ҡайтҡан һәм быуынын дауам иткән. Был көндө атайыбыҙҙы ейәндәре, бүләләре ҡалай буйлап алып йөрөй, парктарға барабыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ, тәбиғәткә сығабыҙ. Ҡасандыр был байрам халыҡта һағышлы байрам булһа, бөгөн ул патриотик бер көслө, рухлы сараға әйләнде.
Ә элек ветерандар артыҡ йыйылып барманы, һәр хәлдә атайымды улай иҫләмәйем. Ул үҙенең полкташтары менән генә һирәкләп күрешә ине. Өфөлә бер генә дуҫы булды, күберәк Мәскәүгә, Ялтаға, Омскиға китә инеләр. Яҙыусылар менән баштараҡ ул артыҡ аралашманы тип әйтергә лә була, яҙышыуға ла пенсияға сығып, алтмыштан уҙғас ҡына ныҡлап тотондо бит. Аралашҡан яҙыусыһынан Яҡуп Ҡолмойҙо ғына иҫләйем.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: -- Атайыбыҙ тере саҡта 9 май көнө баҡсала өҫтәл йыя ине. Уның янына мотлаҡ ҡәләшдәш ветеран дуҫтары килә. Беҙ балалары, ейәндәре уларҙы хеҙмәтләндереп йүгерешеп йөрөйбөҙ. Был ғәҙәт мин үҙемде иҫләгәндән бара ине, һуңғы йылда тиклем булды һәм хәҙер ҙә, атайыбыҙ юҡта ла, ирем шул баҡсала өҫтәл йыя. Әле тәүге йылдары ҡайһы бер яҙыусылар килеп сыға, атайҙы иҫләп ултырып китә ине. Хәҙер ҙә ул йолаға хыянат итмәйбеҙ. Сөнки беҙ бит фронтовик балалары – фронтовик ҡыҙҙары.
Атайҙарығыҙ, буласаҡ яҙыусыларыбыҙ, һуғышты ҡайҙа ҡаршы алған? Улар һеҙгә был хаҡта нимәләр һөйләне?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- Атайымды 1942 йылда ун һигеҙе тулыу менән армияға алғандар. Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлай һәм 19 йәшендә офицер дәрәжәһендә фронтҡа ебәрелә, Орел-Курск дуғаһында һуғыша. Артабан Брянск һәм 1-се Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре сооставында Берлинға тиклем хәрби юл үтә. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Хәрби наградаларға лайыҡ була. Уйлап ҡарағыҙ, ун туғыҙ йәшлек егеттәр командир булып һалдаттарҙы атакаға күтәрә. Алға китеп әйткәндә, һуғыштан һуң уның йәштәштәре булған егерме дүртенсе йылғылырҙың биш проценты ғына иҫән ҡала.
Белоруссия, Польша аша Берлинға барып етә. Берлин эргәһендәге бейеклектәргә тороп алып беҙҙең артиллерия егерме көнләп ҡаланы бомбаға тота. Унан ҡалаға инеп урынлашҡас, унда һәр илдең үҙ “зона влияния”һы булдырылған. Атайым беҙҙең зонала ҡалдырылып, 1947 йылға тиклем хеҙмәт итә һәм полковник дәрәжәһендә демодилизациялана. Хеҙмәтенән һуң уға Мәскәү ҡалаһында хәрби академия тәҡдим итәләр, әммә ул Башҡортостанын, ата-әсәһен үтә ныҡ һағынған була һәм бөтә нәмәнән баш тартып ҡайтып китә.
Илгә ҡайтҡас ул бындағы ҡыйралышҡа иҫе китә. Бигерәк тә беҙҙең Ишембай яҡтары бөлгөнлөккә төшкән була. Өфөлә әле халыҡ йорттар араһындағы ерҙәрҙе лә файҙаланып картуф ултырта икән. Ә беҙҙекеләр астан ҡырылған. Йортонда ҡыйыҡтың һаламы ла, ҡоймалар ҙа, эргә-тирәлә ағастар ҙа юҡ – яғып бөткәндәр. Өс улы фронтта булған аталары аслыҡтан, ауыр эштән миктәп үлгән булған. Әсәһе бөтөнләй һуҡырайып ҡаршы алған. Ата менән әсәгә хәрби улдары өсөн килгән пособиены ла икенсе ауылда йәшәгән почтальон алып торған булған. Ошо хәл булмағанда ла, бәлки, ҡарттар иҫән дә ҡалыр ине. Ул хәшәрәт әҙәм бер быларҙың ғына өлөшөнә инмәгән икән, уны һуңынан фашлап, ултыртып та ҡуялар.
Аҙаҡ атайым Өфөлә Юғары Советы Президиумына эшкә урынлаша. Һуңынан совет, партия органдарында, республика гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй. 1964 йылдан Өфө авиация институтының философия кафедраһында уҡыта. Ассистенттан һәм уҡытыусынан башлап философия кафедраһы доцентына тиклем баҫҡыстарҙы үтә. СССР Фәндәр академияһының Философия институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм утыҙ йыл самаһы эшләп хаҡлы ялға китә.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: -- Атайым 1939 йыл хеҙмәткә алына. Хабаровск өлкәһенә эләгә. Ул шунда көндәлек тота башлай һәм дәфтәренә а барыһын да тәфсирләп яҙып бара. 43-сө йылға тиклем уларҙы япон сигендә резервта тоталар. Унан Курск Дугаһына күсерәләр. Ул шунда һуғыш үткән ерҙәрҙең нисек бушлыҡҡа әйләнеп ҡалыуҙарын күреп аптырай.
Беренсе Украина фронтында һуғыша, Польша, Украина, Белоруссия аша үтеп, Одер эргәһендә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡанда инде Еңеү иғлан ителә. Ләкин ҡапыл ғына ҡайта алмайҙар әле, Венгрияға ебәрәләр. Еңеүҙән һуң беҙҙең армия сит илдәрҙән предприятиеларҙы, сәнәғәт, ауыл хужалығы ҡоролмаларын күсереп ала. Атайымдар Венгриянан Карпат тауҙары аша мал ҡыуып алып килеп, Украинаға тапшыра.
Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында тәүҙә инглиз теленән уҡыта, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул уҡ йылдарҙа, ситтән тороп, Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙер — Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан оҙаҡ осор «Ағиҙел»журналының яуаплы секретаре булып эшләй.
Атайҙарығыҙҙың һуғыш ветераны икәнлеген белеп үҫтегеҙме? Һуғыш тураһында һөйләнеме улар һеҙгә?
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: -- Биш йәштәр тирһендә белеп ҡалдым. Атайымдың яҫы офицерский ҡайышы бар ине. Ул, беҙ тыңламағанда, шуны шартлатып итәгенә һуғып беҙҙе ҡурҡытып тыя ине. “Хәҙер эләгә!” тигән була ла, үҙе берҙе лә эләктермәй. Шунан бер әйтте: был минең һуғыштан алып ҡайтҡан ҡайыш, тине. Ҡайыштың “һуғыштан” алып ҡайтылған булыуы мине бик тетрәндерҙе лә, мин ул ҡайыштан ҡурҡып, бер атайым өйҙә булмағанда иҙән ярығына төшөрҙөм дә ҡуйҙым. Эҙләп-эҙләп тапманы был, мин дә әйтмәнем.
Унан 1956 йылда “Бер полк кешеләре” тигән романы сыҡты. Был һуғыш тураһындағы беренсе башҡорт романы ине. Атайыма яҙыусылар килеп ултырып, был хаҡта бик күп һөйләштеләр, шунда уның “яҙыусы” икәнлеген дә аңлап алдым. Шулай ҙа бәләкәйерәкмен әле. Урамда балалар менән уйнайбыҙ ҙа “кемдең ата-әсәһе кем” тип һорау алышабыҙ. Мин әйтәм: әсәйем – табип, атайым – яҙыусы! Бер малай әйтә: “Атайың бер ҙә яҙыусыға оҡшамаған, яҙыусылар бейек цилиндрлы эшләпә кейә, һинекенең ундайы юҡ”, - ти. “Булмаһа ла яҙыусы” тип талашам. “Улайһа нисә китап яҙған атайың?” ти был. “Бер...” – тим мин. Былар минән көлдө хәҙер. Ә мин тот та йәбеш быға. “Минең атайым һуғышта булған!Минең атайым яҙыусы!” тип ҡолас ташлап һуғышам хәҙер. Танауым ҡанап, өҫ-башым йыртылып ҡайтып индем, малай кешенән яҡшы ғына эләккәйне шул. Индем дә атайыма “Һин яҙыусымы-түгелме? Һин кем ул?” тип илайым. Ул шунда ултыртып миңә барыһын да аңлатты. Мин уның һуғышта булғанлығын һәм шул һуғыш тураһында ҙур китап яҙғанлығын белдем.
Үҫә бара һуғыш тураһында һораша башланыҡ. “Нисә нимес үлтерҙең?” тигән һорауҙы бирә бит инде балалар иң беренсе. Ә атайыбыҙ бик баҫалҡы кеше ине. “Әллә, кем уны һанаған? Ҡул һуғышында, бәлки, өс-дүртәү булғандыр”, - ти. “Аҙ бит, нишләп күберәк үлтермәнең”, - тибеҙ балалығыбыҙға барып. Унан мин һуғыш тураһында уҡый, был осор менән ҡыҙыҡһына башланым. “Васик Трубачев” тигән китапты уҡып, “Эх, тағы ла һуғыш башланһын ине лә, мин унда барып Зоя Космодемьянская кеүек батыр ҡыҙ булыр инем” тип хыялланам хәҙер.
Олоғая бара атайым да арыуыҡ ҡына иҫтәлектәр һөйләп ҡалдырҙы, мин дә уларҙы яҙып төрлө баҫмаларҙа баҫтырҙым да. Мәҫәлән, уны ҡотҡарған ҡайсы тураһында ҡыҙыҡ ҡына бер хәтирә бар. Түш кеҫәһендә йөрөткән бәләкәй ҡул ҡайсыһы булған уның. Бер бәрелештән һуң ул ҡаты яралана, ә санитарҙарҙың уға килеп етергә ваҡыты юҡ. Хәле бөткәндән бөтә барып ағас төбөндә ята. Шул мәл бер санитар “Кемдә ҡайсы бар?” тип марля ҡырҡырға ҡайсы эҙләй һәм атайым уға саҡ ҡалҡынып: “Миндә” тип өндәшә ала. Ҡайсы артынан килгән санитар уның хәлен аңғарып арбаға тейәп алып китә. Унан теге медсестра уға ҡайсыһын кире бирә. Атайым ҡайсыһын һуғыштан алып ҡайта, һеңлеһенә бирә. Ул үлгәс һеңлеһе миңә тапшырҙы, ә мин уны Әҙәби музейға илтеп ҡуйҙым. Уның урыны шунда.
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- Мин атайымдың һуғышта булыуын һуң ғына белдем. Ул ваҡытта әллә ветерандар күп булғанғамы икән, уларҙы артыҡ ҡәҙер ҙә ителмәгәнме, мәктәптәрҙә балаларға “бына – ветеран” тип күрһәткән кеше лә юҡ ине микән. Һуғыштан ҡайтҡандар улар үҙе лә ниндәйҙер психологик травма алып ҡайтҡан быуын булғандыр инде, улар үҙ балалары менән артыҡ аралашманы. Ошо осор быуындар араһында бәйләнеш өҙөлөп ҡалғандай булды. Атайым да гел эштә йөрөнө, беҙгә ваҡыты ла юҡ ине. Һәр ваҡыт командировкаларҙа, яуаплы вазифаларҙа булды, уның ҡасан ҡайтып, ҡасан киткәнен күрмәй ҙә ҡала инек.
Беренсе тапҡыр 1984 йылда ул ветеран булараҡ, Еңеүҙең 30 йыллығын билдәләгән осрашыуға барҙы. Ул ваҡытта инде минең уландарым үҫеп, уны мәктәп байрамына саҡырған ине. Шул байрамдан ул шундай аптырап, тәьҫирләнеп ҡайтты. “Был балалар һуғышты ҡайҙан улай беләләр һуң? Бөтөн нәмә менән ҡыҙыҡһыналар бит әле!” тип ҡат-ҡат һөйләне ҡайтҡас та. Балаларҙағы патриотик рух уны нисектер асып, ҡанатландырып ебәргәндәй булды.
Атайҙарығыҙға, уларҙың дуҫтарына, фекерҙәштәренә бәйле бала саҡ иҫтәлектәре яҡтымы?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- Үҙемде белә белгәндән атайым яҙышты. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Ғәзим Шафиҡов менән бергәләп архивтарҙа соҡоноп, егерменсе йылдарҙағы шәхестәрҙең исемен, хеҙмәтен ҡайтарыу өҫтөндә эшләнеләр. Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтыйҙарҙың ижадын тергеҙҙеләр. Улар бер ваҡытта ла буш менән булып йәки кәйеф-сафа ҡороп йөрөмәне. Уның эргәһендәге кешеләрҙе лә бик эшлекле, етди ағайҙар итеп хәтерләп ҡалдым.
Илленсе йылдарҙа атайҙарҙы йыш ҡына хәрби сборға саҡыра торғайнылар. Мин бала саҡта уны шул хәрби кейемдә көйө хәтерләп ҡалғанмын. Һәм хәтеремдә тағы ла нишләптер уны һуғышҡа оҙатҡанмын икән тигән мәғлүмәт нығынып ҡалған да, үҫкәндә “атай һуғышҡа киткәндә” ти ҙә һөйләй инем. Ололар аңлай алмай, ниндәй һуғышҡа, нисек һин? Шунан ғына минең буталғанымды төшөнөп алып, аңлатып ҡуйҙылар.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: -- Новомостовая урамындағы бер ағас йортта торғанда, ауылса ҙур бүлмәнең бер яғында һике, икенсе яғында атайыбыҙҙың эш өҫтәле тора ине. Кис булһа беҙ ваҡ балларҙың шаярғыһы килә, тик әсәйебеҙ тыя, атай эшләй, шауларға ярамай. Ә атайыбыҙ яҙа ла яҙа, яҙа ла яҙа. Унан Революция урамына күскәс, атайҙың эш бүлмәһе айырым булды. Йыш ҡына яҙыусылар килеп ултырҙы, аралаштылар. Кәтибә апай Кинйәбулатова менән уҡыған саҡтарынан дуҫ инеләр, ул беҙҙең өйөҙөң көтөп алынған ҡунағы булды. Уны әсәй-атайҙар яратып “Кәти” тип кенә йөрөттө.
Шәриф Биҡҡол, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев беҙҙең эргәлә ҡуртымға бүлмә алып йәшәйҙәр ине ғаиләләре менән. Беҙҙең фатир үҙебеҙҙеке, шуға күберәк беҙҙә йыйылалар ине. Ҙур түңәрәк өҫтәлде уртаға ултырталар. Әсәйем бәлеш, картуф бешерә. Селедка телеп һалалар ҙа, гәзиттәрҙе йыртып салфетка урынына ҡулланалар. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар, йырлашалар. Назар Нәжми аккордеонда уйнап ебәрә, Хәким Ғиләжев йырлап ебәрә! Ҡатындарын да, балаларын да алып киләләр ҡайһы ваҡыт. Ул саҡта минең апайҙы скрипкаһын тоттороп ултырғысҡа баҫтыралар. Башҡортса ла, классик музыкаларҙы ла башҡара. Өй эсе бер концерт залы кеүек булып китә ине.
Һуғыш осоро кешеләрендә, бигерәк тә ветерандарҙа Сталин культы һаҡланды. Һеҙҙең өйҙә булдымы был культ?
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: -- Сталин улар өсөн бик авторитетлы кеше булды. Бөйөк шәхес итеп ҡаранылар, әммә бик ҡурҡтылар. Хатта Сталин темаһына һөйләшеү ҙә мөмкин булмаған хәл булған. Гәзиттә эшләгәнендә, мәҫәлән, байрамдарға ҡарата Сталиндың һүҙе булһа, ул төндә телефонограмма менән ебәрелгән һәм шул төндө берәү дежурҙа ултырып ҡалып, хәбәрҙе ҡабул иткән һәм шунда уҡ тәржемә итеп, иртәнсәккә гәзиткә ҡуйғандар ҙа. Ҡыҫҡа ғына, эстәлекле ҡотлауҙар һәм мөрәжәғәттәр килгән ил башсыһынан. Һәм ул был яҙмаларын үҙе яҙған булған. Сталин тураһында хатта атайым хатта олоғайғас, заманалар үҙгәргәс тә бер насар һүҙ әйтмәне, ул теманы ҡуҙғатманы ла.
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- Минең ҡартатайым, әсәйемдең атаһы, Зәки Вәлидинең ғәскәрендә полковой мулла булған. Унан егерменсе йылдарҙа улар Башҡортостандан ҡасып китергә мәжбүр булғандар. Ҡырғыҙстанға барып, шунда йәшәгәндәр. Балалары ла шул яҡта тыуа. Бары тик илле өсөнсө йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтыу мөмкинселеге сығып, үлә яҙып һағынышып килеп төшәләр. Бына шул ҡартинәйҙәр ҙә, әсәй ҙә шул яҡтағы хәл-әүәлдәре, йәшәйештәре хаҡында бер ваҡытта ла һөйләмәне. Мин үҙем дә был турала алтмышынсы йылдарҙың был яғында ғына ишетеп белдем. Был нимә тураһында һөйләй? Беҙҙең халыҡтың шул ҡәҙәр ҡурҡытылыуы, баҫылыуы тураһында. Сталин заманында иһә шул уҡ сәйәсәт ине. Әммә уларҙың ҡурҡыуын был даһи кешегә ҡарата булған әллә хөрмәттәре, әллә икенсе тойғо баҫып киткән ине булһа кәрәк. Һәр хәлдә улар Сталиндың исемен лә, есеменә лә тел тигеҙмәйҙәр ине. Олатайҙарыбыҙҙың тарихын белгәс, бәләкәс ҡустым йәне көйөп Сталиндың портретына тотҡан да “дурак” тип яҙған. Атайым шунда “Ошо яҙыу өсөн элегерәк бөтөн ғаилә менән китер инек” тип ҡуйҙы.
Бөгөн атайым ул заман сәйәсәте һәм башҡа тарихтары хаҡында күп яҙа. Хәтере шәп әлегә, зиһене яҡты. Ултырғаны менән үҙе бер тере шаһит, тере архив бит ул.
Миллә мәсьәләләр, тел мәсьәләһе тураһында һүҙ ҡуҙата инеме яҙыусылар, улар заманында был проблема булдымы икән?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- 1962 йылда Мәскәүҙә бер указ сыҡҡан, ул рус булмаған барлыҡ гәзиттәрҙе лә ябыу тураһында булған. Бөтә республикалар, айырыусы автономныйҙар тыңлаусан рәүештә ябылғандар. Татарстан да, Сыуашстан да эргә-тирәләге шундуҡ эштәрен туҡтатҡандар. Ә беҙҙең республика журналистары быға ҡаршы сығырға булған. Атайым әйтеүенсә, Рәми Ғарипов беренсе булып һүҙ әйткән: “Әйҙәгеҙ, баш күтәрәбеҙ итәбеҙ” тигән. Хәҙер былар йәшерен ойошма төҙөгән, паролдәр уйлап сығарған һәм баш күтәреүгә әҙерләнә башлаған. Эш урындарына паролдәр буйынса ғына шылтыратышып, бер-береһен йыйнағандар һәм йөҙләгән кеше обком алдына сығып баҫҡан. Зыя Нурыев хакимиәттән сығып быларҙы тынысландырып ҡараған, урынбаҫарҙары килешеүгә килгән. Журналистар ныҡ торған. Һәр хәлдә, ошо сәбәптәнме, әллә башҡа сәбәптәре лә булыпмы, милли гәзиттәр яңынан тергеҙелеп эш башлай. Күреп тораһығыҙ, тел өсөн көрәш беҙҙең милләттә бөтә йылдарҙа һәм замандарҙа ла барған.
Атайҙарығыҙ ниндәй холоҡло кешеләр ине? Әсәйҙәрегеҙ менән ниндәй мөнәсәбәттә булдылар? Ғаилә тәрбиәһе нимәләргә нигеҙләнде?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: -- Атайымдың бер ваҡытта ла ғаиләһенә ваҡыты булманы. Ул бик эшкә бирелгән кеше ине, әле лә эшләйәле. Беҙ уны күргәндә күреп ҡалдыҡ, күрмәгәндә юҡ. Бөтөн кешенең проблемаларын, йомоштарын хәл итте. Уға райондан да, ауылдан да ярҙам һорап, яҡлау эҙләп киләләр ине. Киләләр, ҡуна ҡалалар, нимәләрҙер көтөп яталар, уҡырға инергә килеүселәр тулып китә. Өйҙә үҙебеҙ былай ҙа биш кеше, килеүселәр иҙәндә лә, ишек төбөндә лә ята. Ҡустыма хатта ваннаға урын түшәп бирәләр ине. Атайым шулайтып башҡаларға иғтибар һәм хөрмәт күрһәтеп, ғаиләһендәгеләрҙе онотоп китә торған холоҡло ине. Мин быларҙы үҙем олоғая барғас ҡына анализлайым инде. Ә ул ваҡытта атайҙың авторитеты ҙур, әсәй ҙә уға һүҙ тигеҙмәй, зарланмай, шулай тейеш тип ҡабул итеп йәшәй. Икәү-ара мөнәсәбәттәре, минең ҡарамаҡҡа, татыу ине. Әсәйем ауыр йылдарҙа үҫһә лә, нисектер тормошҡа яраҡлашып етмәгән, аҡһөйәктәрсә, “воздушный” ҡатын булды. Ул донъя йөгөнә төшөп егелмәне, нимәләрҙелер хәл итергә теләмәне, атайымдың артында ғына йәшеренеп йәшәүҙе хуп күрҙе. Шунлыҡтан ғаиләләге кер йыуыу, иҙән йыуыу кеүек ҡара эштәр ҙә бик иртә минең иңемә ятты. Әсәй атайҙың иркә ҡатаны булып ҡартайҙы һәм шулай булып китеп барҙы.
Ҡартинәйемдән бер “Ҡасан йәшәү рәхәтерәк ине, хәҙерме әллә революцияға тиклемме?” тип һорағайным, ул уйлана биреп ултырҙы ла “ болғанышҡа тиклем” тине. Рус яҙыусылары күп осраҡта башҡорттоң боронғо йәшәйешен, революцияға тиклемге хәлен ауыр итеп һүрәтләһә лә, шул дәүерҙә көн итеп ҡалған ҡартинәйемдең шул мәлде кире ҡайтарғыһы килә ине. Тик ул был хаҡта бик һуң ғына телгә ала башланы. Ғаиләбеҙҙәге шул мәлдәге быуындар бәйләнешенең бөтөнләй өҙөлөп ҡала яҙыуы, ололарҙың ярты ғүмере йәшерен булыуы беҙҙең ысынбарлыҡты белмәй үҫеүебеҙгә килтерҙе. Шуға ла мин бөгөн ейәндәрем менән тығыҙ аралашырға, уларға бөтөн тарихтарҙы ла һөйләп ҡалырға тырышам. Улар был хаҡта беҙҙән – үҙ ғаиләһе вәкилдәренән ишетергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: -- Беҙҙең ғаиләлә атай әсәйҙе үлеп яратты. Был оло һөйөүҙе беҙ, балары ла, һиҙә, күрә инек. Әсәй үҙ сиратында ҡатыраҡ булды, хистәрен күрһәтмәне. Әммә бик донъясыл булып, атайҙы ныҡ хәстәрләй торғайны. Уның өҫтөнә лә үҙе ала, ашарына ла тәрбиәләп кенә ҡуя, кәрәген таба һалып бирә, ул эшләгәндә өйҙә тынлыҡ тота һәм башҡалар. Әсәй шундай булмаһа атайыбыҙ кейемен дә, тамағын ҡайғырта алмаҫ ине, моғайын. Сөнки артыҡ ер кешеһе түгел ине. Эй, атай һөйләшергә яратты, яҙышмағанда күп итеп һөйләне лә һөйләне. Уны әсәй тыңлай, йә беҙ тыңлайбыҙ, йә тағы ла кемдер тыңлай. Хатта дуҫтары менән йыйылып, аҙыраҡ төшөрөп алһалар “күп һөйләйһең” тип тыйып та ҡуялар ине. Шундай һүҙсән, алсаҡ булды ул. Беҙҙең менән ныҡ яҡшы һәм яҡын аралашты, һәр һорауыбыҙға яуап бирҙе, барыһын да аҡыллы итеп аңлатып, төшөндөрөп бирә белде. Әсәйгә оло мөхәббәте булды тип әйткәйнем бит инде, бына үлер алдынан шундай бер сәхнәләре һаман күҙ алдымда тора. Атай түшәктә ята, әсәй янында мыштырлап йөрөй ҙә, атай әсәйҙе саҡырып ала ла, ҡулынан һыпырып-һөйөп: “Зөһрә, мин бит һине шул тиклем яратып китәм...” – ти. Бына шулай йәшәне улар...
Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт халҡының йөҙәрләгән яҙыусы һәм шағиры ҡатнашып, шуларҙың ун һигеҙе батырҙарса һәләк була. Утыҙҙан ашыуы тән һәм йән яралары менән ҡайтып ҡәләм тирбәтә. Бөгөн уларҙың иҫәндәрен бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Беҙ уларҙы яҙған әҫәрҙәре, иҫтәлектәре һәм бөгөнгөләй балалары, ейәндәре һөйләгәндән белеп өйрәнәбеҙ. Ә уларҙы белгән-күргәндәр был хаҡта һөйләргә тейеш. Сөнки хәтер шулай йәшәй. Уны ололар балаларына, ә әлегеләй фронтовик ҡыҙҙары беҙгә – уҡыусыларға бәйән итергә бурыслы.
Читайте нас: