Новости
18 Сентября 2024, 09:58

Милли музейҙа Эльза Ҡотлобаеваның күргәҙмәһе асылды

Республикабыҙҙың Милли музейында «Өфө, мин яратам һине!» күргәҙмәһе асылды. Уны  Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының һәм Башҡортостан Рәссамдар ижади берләшмәһе ағзаһы, культуролог Эльза Готье ойошторған.

Милли музейҙа Эльза Ҡотлобаеваның күргәҙмәһе асылдыМилли музейҙа Эльза Ҡотлобаеваның күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа Эльза Ҡотлобаеваның күргәҙмәһе асылды

 

Проект башҡорт халҡының мифтары һәм легендаларына, төбәктең ҡабатланмаҫ күркәмлегенә, уның бай тәбиғәтенә нигеҙләнгән. Эльза Заур ҡыҙының картиналарында матди һәм идеаль донъя, тормош яралыуы, диндең тәүге формалары, ер тураһында күҙаллауҙар, Урал батыр һәм Һомай образдары, шулай уҡ һоҡланғыс натюрморттар сағылыш тапҡан.

Ижадсы тәҡдим иткән сағыу хис-тойғолар һәм илһам донъяһына сумырға теләһәгеҙ, Милли музейға рәхим итегеҙ, дуҫтар! Күргәҙмә 20 сентябргә тиклем эшләй. 

Әйткәндәй, Эльза Ҡотлобаева тураһында мәҡәләне "Ватандаш" журналының март һанында уҡый алаһығыҙ.

Милли музейҙа Эльза Ҡотлобаеваның күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа Эльза Ҡотлобаеваның күргәҙмәһе асылды
Автор:
Читайте нас