73-сө янғын һүндереү бүлеге һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы менән берлектә әҙерләнгән күсереп йөрөтмәле мунса ташырылды. Егеттәргә оҙатыласаҡ мунса эсенә кәрәк-яраҡтар менән шәхси эшҡыуарҙар Фәнис һәм Регина Юлмөхәмәтовтар ярҙам иткән.
Махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу ярҙам итә. Ярҙам йыйыуға ихлас ҡушылып, үҙ өлөшөн индереүсе райондаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөгөнгө көндә егеттәргә беҙҙең ярҙам һәм һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтеү, берҙәм булыу бик мөһим. Яҡташтарыбыҙҙы үҙебеҙҙең ярҙамдан айырмайбыҙ. Иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Источник:https://vk.com/wall151621297_11035