Республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында булдырылған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары республикала туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта әйтеүенсә, ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Белорет районына туристар ағымының артыуы күҙәтелә һәм инвесторҙарҙың туристик өлкәгә ҡыҙыҡһыныуы арта. Һуңғы йылдарҙа бизнес аҡсаһына яңы туристик инфраструктура объекттары булдырылды: Ишле ауылындағы “Марьино” ял базаһы, Инйәр ауылы янындағы “Бахтино” глэмпингы, Отнурок ауылындағы “Арский” һәм “Мәлидәк” глэмпинг-парктары, "Тау” ял базаһы.
Бөгөнгө көндә дәүләттән грант аҡсаһы йәлеп итеп төҙөлгән ете объект тамамлана. Район биләмәһендә 5 миллиард һумдан ашыу суммаға ҙур инвестиция проекттары - “Ҡағы утары” комплексы, Абҙаҡта “Юбилейный” шифаханаһы корпусы, “Лапландия” курорт комплексы, “Морат” ғаилә курорты тормошҡа ашырыласаҡ.
Николаевка ауылында уҙған йыл аҙағында республика хөкүмәтендәге “Инвестиция сәғәте”ндә үҙенең проектын тәҡдим иткән Вәсилә Хызырованың “Иҙел башы” бөтә миҙгел комплексы төҙөлә. Мең квадрат метр майҙанда өйҙәр, мунсалар, паркинг, палаткалы лагерь урынлаштырыу зонаһы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлашҡан. Кемпингты булдырыуға инвестицияларҙың дөйөм күләме - 48,4 миллион һум тәшкил итә. Эшҡыуар кемпингтар модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға федераль грант алған һәм 4,7 миллион һум күләмендә субсидияға ҡунаҡ йорттары, мунса комплексы һатып ала, төҙөлөш материалдарына, һыу менән тәьмин итеүҙе һәм һыуҙы ағыҙыуҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдарға заказ бирә.
Был проектҡа ярҙам саралары сифатында һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирелә. Шулай уҡ инвестор Николаевка ауылы янында бер гектар ерҙе сауҙаһыҙ ҡуртымға ала, ә муниципалитет кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтә. Комплексты ағымдағы йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Грант ярҙамында яңы заманса объекттар төҙөлә һәм ғәмәлдәге базалар киңәйтелә, Сосновка ауылы янында Ағиҙел йылғаһы буйында глэмпингтар эшләй башлаясаҡ. Ҡарағай урманында террасалары һәм мангал зонаһы менән 12 “Борвиха” йорто һәм “Катрина” базаһының панорама тәҙрәләре менән алты төрлө йорт төҙөләсәк. Өйҙәрҙең бер өлөшө быйыл эшләй башланы.
Ноҡат ауылы эргәһендә “Ноҡат” глэмпингы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Өйҙәр ҡоҙоҡ-борт умарталығы янында тора. Ҡағыла ғәмәлдәге “Тәңре” турбазаһында яңы модулле көмбәҙле һәм йыйылма-ҡалҡан йорттар ҡуйылған. Отнурок ауылында “Горы” ял базаһында, булған бинаға өҫтәп, тағы ла 4 модулле өй төҙөлә.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең районға туристик инфраструктураны үҫтереүгә 154 миллион һумға тиерлек республика һәм федераль субсидиялар йәлеп ителгән. Инвесторҙар үҙҙәре лә шундай уҡ сумманы һалған. Быйыл туризм өлкәһендәге тағы ла кәм тигәндә ун проекттың кемпингтар һәм модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға грант ярҙамы алыу көтөлә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров баштан уҡ Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип атаны һәм был проблеманы кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләне.
Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы ыңғай динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль средстволар йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә кемпингтарҙа, глэмпингтарҙа, ял базаларында 600-гә яҡын номер өҫтәлә. Белорет, Баймаҡ, Бишбүләк, Ишембай һәм Учалы райондарында яңы туристик маршруттар асылды. Туристарға һәм республика ҡунаҡтарына уңайлы булһын өсөн Башҡортостандың иҫтәлекле урындары тураһында электрон белешмәләр менән файҙаланырға тәҡдим ителә. Ә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылында туристик мөхитте үҫтереү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.
- Бөгөн беҙҙең эштә дүрт йөҙҙән ашыу инвестиция проекты бар, ә өҫтөнлөклөләр исемлегенә дөйөм суммаһы 20,13 миллиард һумлыҡ 22 инвестиция проекты ингән. Төбәк өсөн туризмды үҫтереү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Башҡортостандың ғәжәйеп тәбиғәтен мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш. Шуға күрә артабан да алға барабыҙ, - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республика туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы инструменттар булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәре сиктәрендә проекттарҙы шәхсән ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Лилиә СИБӘҒӘТОВА,
Сермән ауыл амбулаторияһы шәфҡәт туташы, йәмәғәт лидеры:
- Урман-ҡырҙар буйлап саф һауала йөрөү һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Хәрәкәт әүҙемлегенең файҙаһы бәхәсһеҙ, был организмдың бөтә мөһим системаларының һаулығы өсөн нигеҙ булып тора.
Беҙҙең күптәребеҙ Башҡортостаныбыҙҙың матур урындарын, тарих һаҡлаған, легендаларға бай күркәм урындарын күргәне юҡ. Республика Башлығының туризмды үҫтереүгә, эшҡыуарҙарға ял итеү урындарын булдырыу өсөн ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программалары беҙгә сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Шуға күрә мин бындай проекттарҙы хуплайым һәм киләсәктә беҙҙә туризмдың артабан да үҫеренә ышанам.
Источник:https://ural-rb.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-15/be-e-t-bi-tte-r-kem-k-r-en-3887119