Все новости

Йылайыр районы хаҡында хәҙер Һиндостанда ла беләсәктәр!

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туристик тармаҡты үҫтереү буйынса әүҙем эш башланды. Элек булған туристик локациялар яңыртыла, яңылары асыла. Былар барыһы ла республикаға илдең күрше төбәктәренән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.

Йылайыр районы хаҡында хәҙер Һиндостанда ла беләсәктәр!
Йылайыр районы хаҡында хәҙер Һиндостанда ла беләсәктәр!

Кешеләр Башҡортостандың тәбиғәтен ҡарарға, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышырға килә, милли аш-һыуҙан ауыҙ итә. Туризм –шулай уҡ республиканың киләсәгенә инвестициялар һалыу һәм яңы эш урындары булдырыу ул. Республика башлығы Радий Хәбиров инвестиция сәғәттәре сиктәрендә  туристик тармаҡҡа ҡағылышлы проекттарға айырым иғтибар бүлә һәм уларҙы бойомға ашырыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Бөгөн килеп Башҡортостан  туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Миҫал өсөн, республикаға 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль средстволар йәлеп ителгән.

Ә бына беҙҙең район хаҡында хәҙер республика, Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта алыҫ сит илдә – Һиндостанда ла беләсәктәр.

Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы бер төркөм һинд студенттары Йылайыр үҙәк район дауаханаһына практика үтергә килде. Бынан тыш сит ил ҡунаҡтары район тарихы, рус, башҡорт халыҡтарының милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы менән яҡындан таныша. Стажировка барышында студенттар Йылайыр дауаханаһында эшләүсе өлкән коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнә. Сит ил ҡунаҡтары үҙ сиратында аҡ халатлыларға инглиз телен өйрәнеүҙә ярҙам итә. Әйткәндәй, бындай форсат менән һәр бер теләүсе ҡуллана ала. Инглиз теле буйынса бушлай курстар үтергә теләүселәрҙе көндөң беренсе яртыһында район поликлиникаһының ултырыштар залында көтәләр. 83475223337 телефон номерына шылтыратып алдан яҙылырға ла була.

Беҙҙең халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ менән һинд студенттары өсөн дә бер матур сара әҙерләнгән.  Районға килгән тәүге көндәрендә үк улар менән район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов осрашты. Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусылары менән берлектә район тарихты өйрәнеү музейына, Сауҙагәрҙәр урамы буйлап экскурсия ойошторолдо. 

  • Белеүебеҙсә, Һиндостан менән Башҡортостан Республикаһы араһында күптән инде дуҫлыҡ ептәре нығынған. Беҙҙең стажировка программаһы ла Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Һиндостандың медицина учреждениелары араһындағы халыҡ-ара бәйләнеште нығытырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, туған районыбыҙҙың туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, - Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин.
  • Источник:https://aulut.ru/articles/common_material/2024-07-31/yylayyr-rayony-ha-ynda-h-er-indostanda-la-bel-s-kt-r-3868960 
Йылайыр районы хаҡында хәҙер Һиндостанда ла беләсәктәр!
Йылайыр районы хаҡында хәҙер Һиндостанда ла беләсәктәр!
Йылайыр районы хаҡында хәҙер Һиндостанда ла беләсәктәр!
Автор:
Читайте нас: