Все новости

Сүллектәге мөғжизә

(Юл яҙмалары)

Сүллектәге мөғжизә
Сүллектәге мөғжизә

Һаумы, Дубай!

Ҡыҙым менән бергәләп берәй илгә барып ял итеп ҡайтыу тураһында күптән хыяллана инек. Әммә пандемия арҡаһында илдәр араһындағы сиктәрҙең ябыҡ булыуы, ковидтың бер тулҡыны үтеп китеүгә икен­сеһе ҡалҡып сығып тороуы, от­пускыларыбыҙҙың тап килмәүе тотҡарлай килде. Ниһайәт, Яңы йылдан һуң коронавирустың сигенә башларына өмөт итеп, Дубайға юллама һатып алдыҡ. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, тағы омикрон тигән яңы штамм килеп сыҡты. Сәйәхәт хаҡында хыялыбыҙ хыял булып ҡына ҡалыр микән, тип хафаландым, сөнки 2020 йылда Төркиәгә һатып алынған путевкам әле булһа файҙаланылмаған. Аҡсаһын да ҡайтарманылар, үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта барырһығыҙ, тигән һылтау менән кисектереп киләләр. Хәҙер ул ваҡыттағы 2 аҙналыҡ турҙың хаҡына бер аҙнаға ла барып булмай!
Борсолоуҙар юҡҡа булмаған. Беҙ юлға сығыр алдынан ғына Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре туристарға талаптарҙы көсәйтте. Быға тиклем короновирусҡа ҡаршы тест дүрт тәүлек алдан тапшырылырға тейеш булһа, хәҙер ул ике тәүлеккә ҡалдырылды. Етмәһә, тест һөҙөмтәһе мотлаҡ ҡағыҙҙа баҫылып, мисәт һуғылған булырға тейеш, электрон вариантта ҡабул ителмәй. Алдан белгәндә быларҙың бер мәшәҡәте лә юҡ кеүек, тик мин Мәскәүгә билет алып өлгөргән инем, шунлыҡтан ваҡыт бик тығыҙ ҡалған булып сыҡты.
Дубайға Өфөнән тура осорға ла мөмкин. Хатта тиҙерәк тә барып етәһең, сөнки юлға бер сәғәткә әҙерәк ваҡыт китә. Әммә Мәскәүҙән тур һайлап алыу мөмкинлеге күберәк, етмәһә ҡыҙыма ла уңайлыраҡ булғас, шунан алдыҡ.
Сит илдәргә балаларым менән бергә барырға тырышыуымдың сәбәбе ябай – инглиз телен белмәйем. Мәктәптә лә, университетта ла немец телен уҡырға тура килде. Ул ваҡытта бәләкәй генә ауылда ҡайҙан белгес булһын инде! Исмаһам университетҡа ингәс инглиз телен өйрәнә башлаусылар төркөмөнә яҙылырға кәрәк булған да бит, йәш саҡта уны уйлайһыңмы ни? Эргәлә аҡыл өйрәтергә кеше булмаған. Хәҙер үкендерә лә бит, һуң. Ярай әле балаларым иркен аралаша. 2015 йылда ҡыҙым менән Кипрға барҙыҡ, улым Байрас менән 2018 йылда Черногорияла булдыҡ. Унда беҙ хатта путевка ла алып торманыҡ, үҙ яйыбыҙға теләгән ергә барып-күреп йөрөнөк. Балалар менән бергәләп ял итеү рәхәтләнеп аралашыу мөмкинлеген бирә, шуныһы айырыуса ҡиммәт.
Шулай итеп, был юлы ҡы­ҙым Гөлнәзирә менән Дубайға юл алабыҙ. Донъялағы иң ҙур авиакомпанияларҙың береһе «Эмирейтс»тың 900 пассажирҙы һыйҙырған ике ҡатлы ҙур аэробусына ултырышып бөтөүгә салонда «Бисмиллаһи рахманир ир-рахим» тигән һүҙҙәр яңғырап китте. Пилоттың беҙҙе шул һүҙ­ҙәр менән башлап сәләмләүе яңы тәьҫораттарға, матурлыҡ менән осрашыуҙарға көйләнгән күңелдәргә рәхәтлек биреп, тағы ла елкендереп ебәрҙе.
Бындай ҙур самолетта тәүләп осоуым. Урындар бик иркен, креслолар уңайлы. Пассажирҙарға плед менән кескәй генә яҫтыҡ таратып бирелә. Һәр кешенең алдындағы креслола дисплей бар. Юл буйына төрлө мәғлүмәт менән танышып (Ғәрәп Әмирлектәре, Дубай, авиакомпания тураһында), кино ҡарап (фильмдар төрлө телдәрҙә), йә видеоуйындар уйнап барырға була. Үҙебеҙҙең маршрутты күҙәтеп барыу айырыуса мауыҡтырғыс. Уны өс ракурстан ҡарап була. Бер камера пилот кабинаһынан күрһәтә. Алда нимә бар – шуларҙы пилот күҙлегенән ҡарай алаһың. Икенсе кнопкаға баҫһаң, ерҙә нимәләр барлығын күрһәтә. Айырыуса һауаға күтәрелгән ваҡытта ҡыҙыҡ. Өсөнсө күренеш – маршруттың картаһы, ниндәй илдәр аша осаһың, диңгеҙ өҫтөнән бараһыңмы, сүллектәнме – барыһы ла күҙ алдында.
5,5 сәғәтлек юлда бер тапҡыр ашатып алдылар. Юл буйына сәй, һут кеүек эсемлектәрҙе теләгәнсә алып эсергә була ине. Спиртлы эсемлектәр тәҡдим ителеүе көтөлмәгәнсә булды.
Ваҡыт һиҙелмәй ҙә ҡалды. Иркенләп ултырып икенсе кинофильмды ҡарап бөтөүгә беҙ Дубайҙа инек инде. Ғәрәптәрҙең бөтә нәмәне кешегә уңайлы булһын өсөн эшләүенә беҙ самолетта уҡ инандыҡ.
Дубай аэропортына килеп төш­кәндә киске сәғәт 10 ине. Бындағы ваҡыт Өфөнән 1 сәғәткә арттараҡ.
Дубайҙа бер нисә аэропорт бар. Беҙҙе ҡабул иткән халыҡ-ара аэропорттың 3-сө терминалы донъялағы иң ҙур бина икән. Ғөмүмән, алдағы көндәрҙә бында «иң-иң» тигән һүҙҙәрҙе бик йыш ишеттек. Донъялағы «иң ҙур бина, иң ҙур сауҙа үҙәге, иң ҙур башня» һ.б. Бында ошо рәүешле уникаллеккә ынтылыу бар, был туристарҙы йәлеп итеүҙең бер ысулы.
Аэропортҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул йылына 60 млн пассажирҙы ҡабул итә. Минут һайын 3-4 самолет төшөп тора. Кешеләрҙең ни тиклем күп булыуын күҙ алдына килтереү өсөн шуны әйтеү ҙә етә – илдәге халыҡтың 88 проценты ситтән килгән! Уларҙы ҡаршы алыу һәм оҙатыу, сифатлы итеп хеҙмәтләндереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү логистиканың бик юғары кимәлдә ойошторолоуын талап итә. Һәм беҙ тиҙҙән уның, ысынлап та, сәғәт кеүек эшләүен күрәбеҙ.
Самолеттан төшкән халыҡ ағы­мы иң тәүҙә ковидҡа тест тапшырыу өсөн ҡуйылған махсус кабиналарға йүнәлә. Оҙон холдың буйынан-бу­йына кабиналар ҡуйылған, инәһең дә планшетҡа исем-фамилияңды, рейсыңды яҙаһың. Шунан танауҙан анализ алалар. Бөтәһе 1-2 минут ваҡыт китәлер, хатта баяғы атлап килгән 900 кеше туҡтап та тормай тиерлек, артабан пас­порт контроленә йүнәлә. Аэропорт хеҙмәткәрҙәре һәр ерҙә халыҡ ағымына йүнәлеш биреп тора.
Таможня аша үткәндә ғәрәп кейемендәге кешеләр күренә баш­ланы. Ирҙәре оҙон аҡ күлдәк кей­гән, баштарына аҡ яулыҡ ябынған. Ә ҡатын-ҡыҙҙары – ҡап-ҡара ке­йемдә. (Киреһенсә булһа, яҡшыраҡ булыр ине һымаҡ тойолоп китә миңә. Беҙ йәйге эҫелә аҡтан кейенергә тырышабыҙ бит, аҡ туҡыма ҡояш нурын үткәрмәй, кире ҡайтара, тип ышанабыҙ. Шунан киләлер инде был фекер).
Ирҙәрҙең традицион кейемдәре дишдаша йәки кандура тип атала икән. Һомғол буйҙарына, ҡара­ғусҡыл йөҙҙәренә ап-аҡ кейемдәре килешеп тора. Ирекһеҙҙән, фото­ға төшөргө килеп телефонға то­тонаһың да туҡтап ҡалаһың. Был илдә кешеләрҙе рөхсәтһеҙ фотоға төшөрөү тыйыла. Ғөмүмән, Әмирлектә, башҡа илдәрҙән айыр­малы рәүештә, туристар өсөн сикләүҙәр күп. Әммә, урыҫтар әйтмешләй, сит монастырға үҙ уставың менән бармайҙар. Шуға ла баяғы ситтән килгән 88% кеше бында аяҡ баҫыу менән илдең закондарына буйһона. Беҙгә, мәҫәлән, ул сикләүҙәрҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Киреһенсә, урамда ярым шәрә йөрөү, йәмәғәт урындарында, урамда алкоголь эсеүҙе тыйыуҙың файҙанан башҡа ниндәй зыяны булһын! Шуға ла йәмәғәт урындарында тулы тәртип. Әйтәйек, пандемия шарттарында бөтә илдәрҙә лә битлек кейеү тәртибе индерелде, әммә ул бер ерҙә лә Дубайҙағы кеүек күҙәтелмәйҙер. Сауҙа үҙәктәрендә булһынмы, транспорттамы – бер кем дә битлеген сисеү тураһында уйлап та бирмәй, уны ашағанда һәм фотоға төшкәндә генә сисеп тороу рөхсәт ителә. Әгәр ҡағиҙәне тотмаһаң, 3000 дирхам штраф һалына. Был 60 мең һум, тигән һүҙ. Һәм бына ошондай ҙур штрафтар был илгә аяҡ баҫҡан һәр кешене ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, халыҡтың милли йолаларына ихтирам менән ҡарарға мәжбүр итә.
Ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙарының абайя тип аталған кейеме балахон рәүешендәге оҙон күлдәк менән яулыҡтан тора. Уның ни өсөн ҡара төҫтә булыуы тураһында төрлө фараздар бар. Имеш, ғәрәп ҡатыны иренең күләгәһе генә, шу­ға ул ҡаранан кейенергә тейеш.
Йәки алама ниәт менән күҙ атыусыларға төндә күренмәҫ өсөн ҡаранан кейенәләр. Ысынында сәбәп бик ябай. Әмирлектәр сүллектә урынлашҡан. Уның тер­риторияһының 5 процентында ғына кеше йәшәрлек. Элекке замандарҙа ҡатын-ҡыҙ сүлдә усаҡ та яҡҡан, ашарға ла бешергән, бала ҡараған. Кейемде йыуырға һабын булмаған, уны көл ҡатыш ҡом менән йыуғандар. Ҡара төҫтәге кейем кер күтәреүгә йәтеш бит инде, етмәһә сауҙагәрҙәр һатҡан иң арзан туҡыма ла ҡара төҫтә булған. Бына шул замандан ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡара төҫкә өҫтөнлөк биреүе.
Шундай кейемдәге бер ғәрәп ҡатыны таможняла беҙҙең күҙ алмаһын фотоға төшөрҙө. Күп илдәрҙән айырмалы, бында ошондай процедура үтеү ҙә бар. Ҡыҙыма линзаһын сисеп торорға тура килде.
3-сө терминалды аэровокзал тип әйтерлек тә түгел, ул хас та ҙур бер күргәҙмә залы йә сауҙа үҙәге. Ҙур иркен холдар, үҫеп ултырған пальмалар, сафлыҡ бөркөп торған фонтан. Шундай ҙур, яҡты. Тирә-яҡҡа күҙ йүгертеп кенә алабыҙ ҙа, электричкаға ултырып, багажыбыҙҙы алырға китәбеҙ. Иҫ киткес ҙур аэропортта тулы тәртип булдырылғаны шунда ла күренә: йөк ташыусылар бер рәткә теҙелеп тора. Арбалары эргәһендә. Беҙҙәге вокзалдарҙағы кеүек бер кем дә һөрән һалып эргәңдән йүгермәй, йәки үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итеп, еңеңдән тартмай.
Беҙ килеп еткәндә багаж таҫмаһы буш, алынмай ҡалған сумаҙандар зал уртаһына теҙеп ҡуйылған ине. Меңәрләгән кеше диңгеҙе ҡайнаған ерҙә шәхси әйберҙәрең имен торһонсәле! Беҙ сумаҙандарҙы алып киткәндә лә билетыбыҙҙы тикшереүсе булманы. Мине ғәжәпкә ҡалдырған был күренештең сәбәбен һуңынан аңланым. Был илдә тормош кимәле шул тиклем юғары, урлашыу юҡ кимәлендә. Булһа ла бур шунда уҡ тотола. Сөнки бөтә ерҙә лә камералар ҡуйылған. «Беҙҙең илгә аяҡ баҫҡандан алып кешенең һәр аҙымын күҙәтеп сығырға була», – тип һөйләгәйне беҙгә гид аҙаҡтан. Бөтә хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа көнөндә үк асыҡлана. Бик һирәк осраҡта ғына икенсе көнгә ҡалырға мөмкин. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы юғары ҡаҙанышҡа килтергән тағы ла бер сәбәп бар. Бында полицейскийҙар, тәртип һағында тороусылар ҡәҙимге кейемдә йөрөй. Шуға ла эргәңдәге кешенең закон һаҡсыһы булыуын белмәҫкә лә мөмкин. Етмәһә уларҙың ҡайһы берҙәре 30-ға яҡын тел белә, тинеләр беҙгә. Сөнки, башта әйткәнемсә, күпселек халыҡ ситтән килгән. Уларҙың нимә һөйләшкәнен аңлап, күҙ-ҡолаҡ һалып йөрөй тәртип һағында тороусылар.
Сығыр яҡҡа йүнәлдек. Беҙҙе исемдәребеҙ яҙылған плакат тотоп ҡаршы алырға тейештәр. Әммә ҡаршылаусылар шул тиклем күп, күрмәй үтеп китмәм, тимә. Шулай ҙа тыныс ҡына аҡҡан халыҡ ағымы ыңғайына атлап киләбеҙ. Ҡолағыма ҡыҙымдың исеме салынып ҡалды. Беҙҙе ҡаршы алып тороусы ҡаҙаҡ егете өндәшкән булып сыҡты. Анау хәтле кеше араһынан нисек беҙҙе танығандыр, быныһы һаман да миңә сер. Шулай ҙа социаль селтәрҙәргә инеп ҡарап танып ҡуйғандыр, тигән фаразым бар, ул осраҡта ла кәбәндән энәне табыу – ай-һай. Ул беҙҙе таксиға ултыртып отелгә оҙатты.
Дубайҙағы транспортҡа кил­гәндә беҙ үҙ аллы йөрөгәндә кү­берәк такси һәм метрола йөрөнөк. Гөлнәзирә телефонына махсус ҡу­шымталар яҙҙырып алды ла (бына бит телде белеүҙең һәм интернеттың өҫтөнлөгө!) шулар буйынса ап-анһат ҡына кәрәк транспортҡа ултырҙыҡ та киттек. Такси хеҙмәтенә башлыса «Тойота» машиналары йәлеп ителгән. Ҡайһы берҙә люкс категорияһындағы машиналар ҙа килә. Әммә махсус тамғаһы булмаған машинаға ултырырға ярамай, сөнки легаль булмаған таксистҡа аҡса түләгән кеше яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Тәҙрәнән төнгө ҡалала уттарын емелдәтеп күккә олғашҡан биналарҙы ҡарай-ҡарай отелгә йүнәлдек. Беҙҙең ҡунаҡхана Дубайҙың Марина тип аталған элиталы райондарының береһендә урынлашҡан булып сыҡты. Уны икенсе төрлө Дубай Манхэттены тип тә йөрөтәләр.

Йоҡонан уянғас та тороп тәҙ­рәнән тышҡа ҡараным. Ҡаршыбыҙ­ҙа – бейек-бейек йорттар. Урамда кешеләрҙең күлдәксән йөрөүен күреп, аптырап ҡалам. Ҡыштан йәйгә ҡапыл күсеп булмай икән. Шул арала телефондарыбыҙға гидтан сәләм килде. Ул беҙгә кисә аэропортта тапшырған анализдарҙың һөҙөмтәләрен хәбәр итеп, осрашыуға саҡырған. Еңел тын алдыҡ, сөнки әгәр ҙә берәйебеҙҙә коронавирус табылһа, уны дауаханаға алып китерҙәр, икенсебеҙ (беҙ ҡыҙым Гөлнәзирә менән икәү барғайныҡ) ике аҙна отелдән сыға алмаҫ ине. Әйткәндәй, Рәсәйҙән килгән бер ғаилә шундай хәлдә ҡалды. 
Шулай итеп, беҙ Дубайҙың Марина тип аталған иң күренекле һәм күрмәлекле районында. «Марина» тигән ныҡ таныш исемдең бындағы мәғәнәһе бөтөнләй икенсе. Ул «диңгеҙ» һүҙенән алынған, эргәләге дингеҙ порты районға шундай атама биргән. Юғиһә туристар араһында уны рус ҡатын-ҡыҙҙарының исемен йөрөтә, тип яңылышыусылар ҙа була икән. 
Гидыбыҙ – тажик егете илһам­ланып беҙгә илдең ғәжәп урындары тураһында һөйләй башланы. Беҙ иң популяр бер нисәүһен һайланыҡ. 
Танышыуҙы Дубайҙың үҙенән башларға булдыҡ. Автобуста ойош­торолған бындай экскурсиялар шуныһы менән уңайлы: ҡаланың иң иҫтәлекле урындарын күрәһең, тарихын ишетәһең, әгәр ҙә нимәлер оҡшап ҡалһа, ҡабаттан килеп яйлап ҡарай алаһың.
«Дубай» һүҙенең өс төрлө аңлат­маһы бар. Берәүҙәр уның мәғәнәһен «саранча» һүҙенә бәйләй (Был аңлатмаға урындағылар үҙҙәре лә ышанып етмәй, сүлдә ниндәй саранча булһын, тиҙәр). Икенсе фараз «ике туған, ағалы-ҡустылы икәү» тигән фекер яҡлы. Һәм өсөнсөһө, инглиз теленән тәржемә иткәндә, «һатып ал» тигәнде аңлата һәм ошоноһо дөрөҫлөккә иң яҡыны, тиҙәр. Сөнки Эмиратта бөтә нәмә ҡиммәт, «бушлай» тигән төшөнсә бөтөнләй ҙә юҡ, бөтә нәмә юғары хаҡ талап итә, бөтә нәмә өсөн түләр­гә кәрәк. 
Экскурсиябыҙҙың тәүге туҡта­лышы Дубай шейхының резиден­цияһы эргәһендә була тип иғлан иттеләр. Эргәһендә тип әйтеү бик арттырыу булыр, сөнки унда беҙ алыҫта ағарып күренгән ҡойма менән ҡапҡа башындағы 5 ат һынынан башҡа бер ни ҙә күрә алманыҡ. Әлбиттә, резиденцияға яҡын килтермәҫтәре билдәле, шулай булғас, маршрутҡа индер­мәһәләр ҙә булыр ине. Әммә туристарҙа шейхтарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныу шул тиклем көслө, етмәһә, ғәрәптәр үҙҙәренең башлыҡтарын бик ихтирам итә, шуға алыҫтан булһа ла күрһәтеп, һөйләп киткеләре киләлер. 
Кем һуң ул шейх, дөрөҫөрәге, кемдәр ул шейхтар һәм улар нимә менән шөғөлләнә? Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, шейх «өлкән», йәғни «кешеләр менән идара итә алырлыҡ аҡылы һәм тәжрибәһе булған кеше» тигәнде аңлата. Элек ырыу башлыҡтарын шулай тип атап йөрөткәндәр. Уларҙың төп шөғөлө ислам динен данлау һәм таратыу булған, урта быуаттарҙа руханиҙарҙы шулай тип атағандар.
Бөгөнгө көндә ғәрәп илдәрендә етәкселәр ошо титулды йөрөтә. Хәйер, етәкселәр генә түгел, король нәҫелендәге бөтә балаларға ла тыуғандан уҡ ошондай исем бирелә. Мәҫәлән, Ғәрәп Әмирлектәрендә ете король нәҫеле бар, һәр береһендә йөҙләгән кеше булһа, улар барыһы ла шейх тип атала. 
Ғәрәп шейхтары Ер шарының иң бай кешеләре һанала. Әммә был уларға үҙҙәренең дәүләтен һәм халҡын ҡайғыртырға ҡамасауламай. 
Халыҡ айырыуса илдең беренсе шейхы Зәйед бин Солтан Әл Наһайәнде ныҡ ихтирам итә. Ул Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре дәүләтенә нигеҙ һалыу ғына түгел, 50 йыл эсендә уны ҡояш аҫтында көйөп янған сүллектән донъялағы иң үҫешкән, иң бай дәүләт яһауға өлгәшкән. Әле үткән быуаттың 70-се йылдарында ғына бында диңгеҙ төбөнән ынйы сығарып һатыу менән шөғөлләнгән ярлы ғына балыҡсы ауылдарынан башҡа бер нәмә лә булмаған. Юлдар ҙа юҡ, һыу ҙа... Ҡайҙа ҡарама – ҡом да ҡом... 
ХХ быуат уртаһында нефть табылыуы илдең иҡтисадында ҡырҡа боролош яһай. Ул ваҡытта әмирлектәр Бөйөк Британия хакимлығында була. 1968 йылда Англия үҙ ғәскәрҙәрен сығарырға булғас, Абу-Даби менән Дубай шейхтары берләшергә ҡарар итә. Тиҙ арала уларға башҡа әмирлектәр ҙә ҡушылып, 1971 йылда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре тигән дәүләт төҙөлә. Әлеге ваҡытта дәүләт ете эмираттан тора: Абу-Даби, Дубай, Аджман, Шарджа, Фуджейра, Рас-эль-хайма, Умм-эль-Кайвайн. Уларҙың һәр береһенең үҙ закондары, үҙ тәртиптәре. Мәҫәлән, беҙ Абу-Дабиға барырға теләһәк тә бара алманыҡ, сөнки, Дубайҙан айырмалы рәүештә, унда барыу өсөн коронавирусҡа ҡаршы өс вакцинация үтеү шарт ине. Айы­рыуса Шардж әмирлегендә сикләүҙәр күп, был ковидҡа ғына бәйле түгел, ғөмүмән, йәшәү-көнкүреш ҡағиҙәләренә ҡағылышлы. Шуға ла был илгә барырға теләүселәр тур һатып алғанда ниндәй эмиратҡа юллама алыуҙарына иғтибарлы булырға тейеш.
Зәйед бин Солтан Әл Наһайән нефть һатыуҙан килгән табышты халыҡтың байлығы тип иғлан итә, дәүләт сәйәсәтендә халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү беренсе урынға ҡуйыла. Шейх үлгәс, баш ҡалалағы иң ҙур мәсеткә уның исеме бирелә һәм ҡәбере өҫтөндә өс мулла тәүлек әйләнәһенә аят уҡый. «Шейхтың үлгәненә – 18 йыл, аят уҡыу туҡталғаны юҡ», – тип һөйләй экскурсияны алып барыусы. 
Зәйед бин Солтандың 19 улы булып, күбеһе хәҙер ҙур вазифалар биләй. Хәлиф бин Зәйед Әл Наһайән исемлеһе – илдең президенты, бер үк ваҡытта Абу Даби әмирлегенең шейхы ла. 
Дубай эмираты шейхының исеме – Мөхәммәт бин Рәшит Әл Мәҡтум. Ул бер үк ваҡытта Премьер-министр һәм вице-президент вазифаларын да башҡара. 
Дубай әмиренең дә ҡаҙаныштары бик күп. Заманында уның атаһы, әмирлектең беренсе шейхы булып, уны глобалләштереүгә йүнәлеш ала. Ул Дубай эмиратында нефть ятҡылыҡтары Абу Дабиҙағы кеүек күп булмауын, ҡасан да булһа тәбиғи байлыҡтың бөтөрөн аңлай һәм башҡа тармаҡтарҙы үҫтереп ҡалырға тырыша. Иң тәүҙә ул порт төҙөтә, ҙур һыу юлында ятҡан эмират өсөн логистиканы үҫтереүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай. «Минең ҡартатайым менән атайым дөйә менеп йөрөгән, мин Мерседеста йөрөйөм, улым Ленд Ровер йөрөтә, ейәнем дә Ленд Роверҙа йөрөр, моғайын, ә уның улы киренән дөйәгә ултырыуы бар», – ти ул киләсәктә нефть бөтөү ихтималлығына ишаралап. 
Әле илдә нефть запасы күпме, ул күпмегә етер? Был һорауға аныҡ ҡына яуап юҡ. Шуға ла Мөхәммәт бин Рәшит, атаһының юлын дауам итеп, иҡтисадты төп өс йүнәлештә алып бара. Тәүгеһе – логистиканы үҫтереү. Дубай Европа менән Азия араһында йөрөгән бик күп сауҙа караптарын ҡабул итә. Икенсенән, әмирлек ҙур финанс һәм сауҙа үҙәгенә әйләнә. Беҙҙәге банктар Швейцария банктарынан ышаныслыраҡ, ти гидтар ҙур ғорурлыҡ менән. Өсөнсө йүнәлеш – туризм. Бының өсөн климат бик ҡулай. Бында йыл әйләнәһенә килеп ял итергә була, һыуҙың йылылығы 37 градусҡа етә. Әммә хәҙерге заманда туристарҙы йәлеп итеү өсөн диңгеҙ генә аҙ, шуға ла Мөхәммәт бин Рәшит Дубайҙа донъялағы иң бейек йортто (Хәлиф башняһы – Бурдж Халифа тип атала), донъялағы иң ҙур сауҙа үҙәген – Дубай Молл, «Эмирейтс» тигән донъялағы иң ҙур авиакомпанияларҙың береһен, донъялағы иң оҙон автоматлашты­рылған метро төҙөтә. Әммә ошо иң-иңдәр араһында иң ғәжәпләндергәне Дубайҙағы яһалма утрауҙар. Улар хаҡында һуңыраҡ ентекләберәк һөйләрмен. 
Әйткәндәй, үҙҙәрендә бер нәмә лә етештерелмәгәс, табылмағас һәм үҫмәгәс, ғәрәптәр Австралиянан түбән сифатлы алюминий алып, уны эшкәртеп, юғары сифатлы итеп һатыуҙан да байтаҡ табыш ала.
Дубайҙың шейхына әле 72 йәш һәм ул һаман ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Гид аңлатыуынса, Мө­хәммәт бин Рәшит донъялағы иң ҙур ат һарайы хужаһы. Өс йыл элек аукционда ул 21 млн долларға 19 сабыш аты һатып алған. Йыл һайын март айында илдә ат сабыштары үткәрелә. Элегерәк шейх үҙе лә ҡатнашҡан бындай бәйгеләрҙә. Йыш ҡына беренселекте алған. Резиденцияһының ҡапҡаһын юҡҡа ғына ат һындары менән биҙәтмәгән инде.
Шейхтарҙың 50 йыл эсендә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен ни тиклем күтәреүе халыҡтың йәшәү кимәленең бик юғары булыуында күренә. Урындағы кешеләрҙең күбеһе эшләмәй. Бөтә эш ситтән килгән мигранттар тарафынан башҡарыла, улар илдәге халыҡтың 80 процентын тәшкил итә. Беҙ иҫебеҙ китеп ҡараған күккә олғашып торған йорттарҙа йәшәйҙәр. 
Сит илдәрҙән килеүселәргә 65 йәшкә тиклем эшләргә хоҡуҡ биргән виза асыла, әммә бер кем дә даими йәшәү өсөн был илдә тороп ҡала алмай, пенсия ла түләнмәй. Кем күпме булдыра ала, шулай эшләй ҙә ҡайтып китә. Улар отелдәрҙә, ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәй. Уның хаҡы айына 1,5 мең долларҙан башлана. Күптәр күрше эмираттарҙан йөрөп эшләй. Шуға ла иртәле-кисле урамдарҙа автомобиль тығындары барлыҡҡа килә. 
50 йыл элек был ерҙә бер нәмә лә булмауы хаҡында әйткәйнем инде. Хәҙер бында сит илдәрҙәге иң абруйлы юғары уҡыу йорттарының филиалдары бар. Беҙ экскурсия ваҡытында Белем ауылын үтеп киттек. Унда донъялағы иң билдәле Гарвард, Кембридж, Мәскәү, Санкт-Петербург дәүләт университеттарының филиалдары булыуы тураһында әйттеләр. Уларҙа ошо уҡыу йорттарының профессорҙары килеп уҡыта. Оман, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек күрше ғәрәп илдәренән дә килеп белем алалар. Хаҡы – йылына 5 мең доллар. Элегерәк йәштәрҙе юғары белем алырға сит илдәргә ебәргәндәр. Әммә улар сит ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштереп, боҙолоп ҡайта тип, үҙҙәрендә университеттарҙың филиалдарын булдырғандар. 

Дубайҙа мине иң-иң хайран иткәне яһалма утрауҙар булды тип, был хаҡта ентекләп яҙырға вәғәҙә иткәйнем. 1990 йылдар аҙағында бында туризмды үҫтереүгә ныҡлы йүнәлеш алына. Туризм булғас, ҡунаҡханаһыҙ булмай – отелдәр төҙөү зарурлығы килеп тыуа. Иң яҡшы отель проектына конкурс иғлан итәләр. 28 йәшлек инглиз архитекторы диңгеҙ яры буйлап ял итеп йөрөгәндә елкәнле ғәрәп кәмәләрен күреп ҡала һәм ҡунаҡхананы елкән формаһында эшләргә тәҡдим итә. Дубайҙың шейхына был идея оҡшап ҡала, әммә кәмә сүлдә йөрөмәй, – диңгеҙҙә! Тимәк, ул диңгеҙҙә торорға тейеш! Шулай итеп, отель өсөн махсус утрау эшләргә хәл ителә. 5 йыл ваҡыт кәрәк була бының өсөн. 
Ҡунаҡхананы биҙәү эштәре үҙе бер тарихҡа әйләнә. Бөтә донъя дизайнерҙары ҡатнаша, сөнки шейх: «Миңә 1000 долларлыҡ дизайн тәҡдим итмәгеҙ, мин миллион доллар түләргә әҙер», – тип белдерә. Йәғ­ни, отель аһ итерлек булырға тейеш инде.
Бер ваҡыт машинаһына арба тағып алған ҡытай ҡыҙы килә. Ул үҙенең эскиздарын тейәп алған була. Отелдәге бер генә бүлмә лә икенсеһенә оҡшарға тейеш түгел, уларҙың һәр береһенең үҙ стиле булырға тейеш, ти ул һәм 202 номерҙың һәр береһенә айырым дизайн тәҡдим итә. 
Донъялағы иң бейек отель була «Парус». Ул 28 ҡаттан тора. Ике ҡатлы бүлмәләрҙәге телевизор, планшеттарҙың панеле – алтындан. Һәр номерҙа хеҙмәтләндереүсе бар. 
Эксперттар отелде ете йондоҙло тип баһалай, әммә ҡунаҡханалар системаһында бындай кимәл бул­мағанлыҡтан, ул биш йондоҙло­лар рәтенә индерелә. 
Уңышлы проекттан илһамланған ғәрәптәр «Парус»тан һуң тағы ла ҙурыраҡ проектҡа тотона. Беҙҙең экскурсия Пальма Джумейра (пальма олоно) тип аталған икенсе яһалма утрауҙа дауам итте. Хәйер, уны утрау тип әйтеү бик дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки ул ысынында 16 япраҡлы пальма ағасы формаһында эшләнгән утрауҙар теҙмәһе. 
Нимәгә кәрәк була һуң Дубайға тағы бер яһалма утрау? Был һорауға яуап биреү өсөн туристарҙың ихтыяжын белер кәрәк. Ә улар яр буйындағы отелдәрҙе ярата. Ә Дубайҙа был ваҡытта диңгеҙ ярҙарында яңы отель төҙөрлөк буш урындар ҡалмаған. Шуға ла шейх яһалма утрау төҙөтмәксе була һәм яр буйы һыҙығы (береговая линия) оҙонораҡ булһын өсөн утрауҙы түңәрәк йә шаҡмаҡ формала түгел, ә пальма ағасы формаһында эшләтә. Бындағы ҡайһы отелгә урынлашһа ла туристар яр буйында була. 
5 йыл бара төҙөлөш. Шуның ике йылы диңгеҙ төбөнән ҡом сығарыуға китә. Эш шунда, утрауҙы таш менән ҡомдан ғына эшләйҙәр. Уны тотоп тороусы бер ниндәй ҙә металл конструкциялар юҡ, свайҙар ҡатылмаған. Иң үкенеслеһе шул: 88 проценты сүллектән торған илдең үҙендәге ҡом төҙөлөш өсөн яраҡһыҙ булып сыға. Ул он шикелле бик ваҡ, һыуҙа тиҙ йыуыла. Шуға ла ҡомдо диңгеҙ төбөнән сығарырға тура килә. Быныһы үҙе генә лә күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ, ифрат күп көс һәм хеҙмәт талап иткән эш бит. Ә ташты Фуджейра әмирлегенән килтерәләр, унда тауҙар күп. (Беҙ Фуджейраға бер көнлөк экскурсияға барып ҡайттыҡ). 
2006 йылда Пальма Джумейра төҙөлөп бөтә. Тәүге 72 сәғәт эсендә унда 4 000 күсемһеҙ милек һатыла. Апартаменттарҙың хаҡы – ярты млн, виллаларҙыҡы 1 миллиондан башлана. Яңы утрауға реклама яһау, отелдәрҙең хаҡын күтәреү өсөн донъяла билдәле актриса Ан­джелина Джоли менән билдәле хоккейсы Брэд Бэйтсҡа берәр вилла бүләк итәләр. Был хаҡта радио-телевидение һөйләй, гәзиттәрҙә яҙалар. Хаҡтар күтәрелеп китә, хәҙер улар 3,5 миллиондан башлана. 
Яһалма утрау Дубайҙа турис­тар өсөн яр буйы һыҙығын 56 километрға арттыра. Уны нығытыу һәм туристарҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн яр буйына коралдар ҙа, һыу төбөнә ике самолет та батырып ҡуйылған.
Утрауҙа резиденциялар, биш йондоҙло курорттар, ресторандар, пляждар урынлашҡан. Бөгөнгө көндә ул донъялағы иң билдәле турист үҙәктәренең береһе. Унан бигерәк кеше аҡылы менән заман технологияларының мөмкинлеген сағылдырған бер мөғжизә. Юҡҡа ғына уны һигеҙенсе мөғжизә тип атамайҙар. Пальма Джумейра Дубайҙа мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ икәнен иҫбатлай һәм заманыбыҙҙың иң ғәжәп инженер-төҙөлөш объекты булып тора. 
Күрәһең, яһалма утрау эшләүгә киткән сығымдар үҙен аҡлайҙыр, сөнки Дубай янында Ер шарының картаһы формаһында эшләнә баш­лаған тағы ла бер утрауҙар теҙмәһе бар. Ул эреле-ваҡлы 300 утрауҙан торасаҡ, тиҙәр. 
2019 йылда Ҡытайҙа булғанда ҙур һәйкәлде һыу эсенә утрау яһап ултыртҡандарына иҫем киткәйне. Һүҙ ҙә юҡ, һәйкәл ерҙә торһа, тәьҫир көсө бөтөнләй икенсе булыр ине, диңгеҙ эсенән һауаға олғашыуы – бөтөнләй икенсе күренеш. Әммә Дубайҙа күргәндәр Ҡытайҙағы ише генә булманы. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым. Ерҙә кеше аҡы­лының, фән һәм техниканың, заман технологияларының үҫеше, ана, нимәләр килтереп сығара! Хәйер, аҡыл менән белем генә түгел, аҡсаның күп булыуы ла кәрәк шул. Ә Дубайҙа ул етерлек.
Дубайҙа бөтә нәмәлә рекорд ҡу­йыуға ынтылыш барлығы хаҡында иң тәүге яҙмамда әйтә биреп ҡуй­ғайным инде. Сәйәхәтебеҙҙең килә­һе туҡталышы – Бурдж Халифа, башҡортса әйткәндә, Хәлиф баш­няһы. Донъялағы иң бейек бина. 
Башняға күтәрелер алдынан  уның алдында йырлаусы фонтандарҙы ҡараныҡ (донъялағы иң бейек фонтан икәнен аңлағанһығыҙҙыр). Унан Дубай Мол (донъялағы иң ҙур сауҙа үҙәге икәнен әйтеп тә тормайым) аша үтеп, беҙҙе өҫкә алып менән торған лифт янына килдек. 
Бурдж Халифа 2004 йылда төҙөлә башлаған. Уның 160 ҡаты бетон менән ҡорос арматуранан төҙөлә, артабан металдан 180 метрлыҡ шпиль урынлаштырыла. Бейеклеге – 828 метр, барлығы 163 ҡат иҫәпләнә. Төҙөлөш өсөн бетондың +50 градус эҫегә бирешмәй торған айырым төрө эшләнә. Уны төндәрен генә һалалар һәм бетон ҡушымтаһына боҙ ҡушалар. Ҡояшта ҡыҙмаһын өсөн бина махсус ҡараңғылатылған быялалар менән көпләнә. 
Әлбиттә, Дубайға килгән бер генә турист та Хәлиф башняһына менмәй ҡайтмайҙыр. Беҙ барғанда ла халыҡ бик күп ине. Элегерәк Мәскәүҙә уҡыған саҡта һәр көн иртән Александров баҡсаһында Ленин мавзолейын күрергә тип көтөп торған һыу буйы сиратты күреп иҫебеҙ китә торғайны. Бында уның ише түгел! 
Туристарҙы 148-се ҡатҡа тик­лем мендерәләр. Беҙ 125-сеһендә туҡталырға булдыҡ. Сөнки шул тиклем бейеклеккә еткәс, аръяғына айырма юҡ кеүек. 
Лифтҡа 20–30-лап кеше һыя. Тиҙ йөрөшлө был лифт бер секунд эсендә 9,8 метр үтә. 10 секунд эсендә беҙ 100-сө ҡатта инек инде, шуныһы ғәжәп, эстә был тиҙлек һис тә һиҙелмәй. 125-се ҡатта тирә-яҡты ҡарау өсөн майҙансыҡ бар. Шунан төрлө уттарҙа балҡыған киске ҡаланы ҡарап, хозурланып төштөк. Күктең етенсе ҡатында булыуың аңға барып та етмәй, бер кинофильм эсендә йөрөп ятҡан һымаҡһың, йә булмаһа быяла аша матур бер картина ҡараған кеүек, шуғамылыр бер ниндәй ҙә ҡурҡыу хисе юҡ. Аяҡ аҫтындағы иҙән бер мәлгә генә ҡыбырҙап киткән кеүек булды-булыуын, бина елдә һелкенә тигәйнеләр шул. 
Беҙҙең сәйәхәт Дубайҙа халыҡ-ара ЭКСПО тип аталған заман технологиялары күргәҙмәһе барған осорға тура килде. Бер көнөбөҙҙө шул күргәҙмәгә арнарға булдыҡ, сөнки уны ҡарар өсөн генә Дубайға 25 миллионға яҡын кеше килә, тип фаразлай ине белгестәр. 192 дәүләт фәнни-техник ҡаҙаныштарын тәҡдим итте быйылғы ЭКСПО-ға. Беҙ ҡыҙым менән иң ҙур дәүләт­тәрҙең экспозицияларын ҡарарға теләгәйнек, әммә улар бер-бере­һенән алыҫ ҡына урынлашҡан (Күргәҙмәнең майҙаны – 438 га). Етмәһә, кеше күп булғанлыҡтан, һәр береһенә инер өсөн берәр сәғәт сират торорға кәрәк. 
Һәр дәүләт үҙенең көсөн, үҫе­шен, потенциалын күрһәтергә, шулай уҡ тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырырға тырыша бындай күргәҙмәлә. Павильондар тыш­ҡы ҡиәфәтенән үк үҙен таны­тып, саҡырып тора. Ҡытайҙың павильо­ны билдәле ҡытай фонаре формаһында эшләнгән, Ғәрәп Әмирлектәренең бинаһы – осоп барған бөркөт ҡанаты (Бөркөт уларҙа статус билгеһе). Рәсәй экспозияһы урынлашҡан бина төрлө төҫтәге проводтар менән уратып алынған, улар мәғлүмәт тапшырыусы нейрондарҙы һүрәтләй. Беҙҙең илдең экспозицияһы бик бай йөкмәткеле һәм тәрән мәғә­нәле ине. Залдың уртаһында мейе скульптураһы ҡуйылған. Ваҡыт-ваҡыты менән ул асылып китә. Мейе – фәнни фекер – идея – ысынбарлыҡ – прогресс тигән сылбыр хаҡында һүҙ, йәғни, барыһы ла мәғлүмәт етештереү һәм уны таратыу тураһында. 
Ошонда уҡ донъяны хайуандар күҙе менән күрһәтә торған ҡорамалдар ҡуйылған. Аттар, сиңерткәләр, йыландар, хамелеондар тирә-йүнде беҙҙең кеүек күрмәй, ә бөтөнләй башҡаса. Мәҫәлән, аттың алдында яҡын торһаң, ул һине күрмәй икән дә баһа, бының өсөн саҡ ҡына ситтәрәк торор кәрәк. Ауыл балаһы булһам да мин быны белмәгәйнем. 
Ҡытай, АҠШ һәм Һиндостан экспозициялары космосты үҙләш­тереү темаһына арналғайны. Бынан тыш Ҡытай ҙур тиҙлекле транспортын күрһәтте.
Англия, Таиланд, Германия, Һиндостан, Сүриә, Сәғүд Ғәрәб­станы, Төркмәнстан һәм, әлбиттә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлегенең күргәҙмәләрен ҡарай алдыҡ был көндө. Японияға инергә уйлағайныҡ, бер көн алдан теркәлергә кәрәк ине, тинеләр. Аяҡтарыбыҙ талып, ныҡ ҡына арыһаҡ та бөтә донъяны гиҙгәндәй булып, бик ҡәнәғәт ҡайттыҡ. 
Күҙҙәребеҙҙе иркәләгән, кү­ңелебеҙҙе наҙлаған матурлыҡ ул, әлбиттә, Сәскәләр баҡсаһы ине. Бындай гөлбаҡсалар күп илдәрҙә бар, Дубайҙағының төп үҙенсә­леге ундағы сәскәләрҙең күп төрлөлөгөндә, йә булһа һирәк осрай торған үҫемлектәр булыуында түгел. Бындағы хуш еҫле 7 гектар ерҙә петуниялар батшалыҡ итә. Уларҙан ниндәй генә композиция эшләнмәгән. Тауис, фил, аттар, бесәй, самолет, өйөрөлөп бейеп йөрөгән ҡыҙҙар... Күҙҙең яуын алыу бына нисек була икән, ҡайһыһына ҡарарға белмәйһең, оҙағыраҡ күрге, күҙ алдындағы хозурлыҡты һеңдереп ҡалғы килә. 
Был гүзәллек ноябрь айынан майға тиклем дауам итә икән. Йәйге ныҡ эҫе көндәр башланғас, парк ябыла, сөнки 40–45 градус эҫелә сәскәләрҙең матурлығын һаҡлау ауыр. Әле сәскәләргә көнөнә 757 000 литр һыу китә тиҙәр. Дубайҙың яланғас сүлдә урынлашыуын иҫәпкә алһаң, башҡа сығымдарҙы күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. 
Һәр көнөбөҙ яңы асыш, яңы тәьҫораттар менән күңелдәребеҙҙе елкендерҙе. Һоҡланып та, ғәжәп­ләнеп тә, сәйерһенеп тә ҡараған һәм ҡабул иткән нәмәләр күп булды Дубайҙа. Бында боронғолоҡ менән заман килешеп йәшәй, бер-береһен тулыландыра кеүек. Һәр илдең – үҙ йолалары, һәр халыҡтың – үҙ ҡиммәттәре. Бында үҙҙәренең мәҙәниәтен һаҡлап ҡына ҡалмай, Ер шарының төрлө тарафтарынан килгән кешеләрҙән дә (ә улар илдәге халыҡтың 88 процентын тәшкил итә) йолаларын тотоуҙы, мәҙәниәтен һаҡлауҙы талап итә алған. Шуға ла бар донъя Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен нисек бар шулай ҡабул итә, уға һоҡлана һәм барырға ашҡынып тора!

Самолеттың салоны заманса техника менән йыһазландырылған
Стюардессаларҙың формаһында  этник элементтар бар
Аэропорттың аулағыраҡ урынын  фотоға төшөрөргә тырыштым
Марина районының үҙәк урамдарының береһе
Дубайҙа үҙенсәлекле архитектуралы йорттар күп
Күккә олғашып торған йорттар  хайран ҡалмалы
Беҙҙең тәҙрәнән күренеш
Дубай әмиренең резиденцияһы
Дубай Молдың эсендә таксиҙа йөрөргә була
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең сүллектән башланыуын күрһәтеүсе экспозиция
«Парус» отеле
Пальма Джумейра 16 япраҡлы пальма ағасы  формаһында эшләнгән
Хәлиф башняһы донъялағы иң бейек бина һанала
Рәсәй экспозицияһы янында
Сәскәләр батшалығында
Сүлдең үҙ матурлығы
Самолеттың салоны заманса техника менән йыһазландырылған
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева
Читайте нас: