– Һеҙ ғүмер буйы һүҙ менән эш иткән кеше. Журналист, баш мөхәррир булараҡ та, шағирә булараҡ та, төп инструментығыҙ һүҙ булды. Бер нисә саҡырылышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып, закондар әҙерләүҙә ҡатнаштығыҙ. Закон, тимәк, ташҡа баҫылған һүҙ, ул айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап итә. Эшмәкәрлегегеҙҙең ҡайһы осоронда һүҙҙең ҡорал икәнлегенә нығыраҡ инандығыҙ?
– Һүҙҙең ҡорал икәненә мин депутатлыҡтан алдараҡ, Белорет районының «Урал» гәзите мөхәррире булып эшләй башлағас, ныҡлы инандым. Тап шул мин вазифама тәғәйенләнгән мәлдә республика статусын киңәйтеү өсөн хәрәкәт башланғайны, мин иһә башкөллө уға барып индем – ағымға эйәреп түгел, инанысыма ярашлы ынтылыш күрҙем яңы был тулҡында. Әйтергә кәрәк, гәзитебеҙ үҙебеҙҙең төбәктә ҡыйыу, тос һүҙ әйткән әйҙәүсе көскә әүерелде. Бигерәк тә уның саф башҡортса ғына сыға башлауына өлгәшеүебеҙ ярҙам итте – туған телдәге һүҙ үтемлерәк тә, күңелдең иң нескә ҡылдарына барып етә, инандыра ала.
Ә закондар сығарыу өлкәһендә эшләүем ижадыма күпмелер йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, ижад кешеһе һүҙе, закондар менән эшләмәһә лә, ҙур ҡорал ул. Бигерәк тә, халыҡ таныған, ихтирам иткән ижадсы һүҙе!
Мин күп тапҡырҙар Мостай Кәримдең парламентыбыҙ ултырышында республика президентының башҡорт телен белергә тейеш тигән статьяһын яҡлап сығыш яһауы тураһында яҙғаным, һөйләгәнем булды. 2 көн ултырҙыҡ беҙ шул статьяны үткәрә алмай бәхәсләшеп. Ул – шағир, Ватан һуғышы ветераны, бер нисә тапҡыр Юғары Совет депутаты булып һайланған шәхес – килеп 5 минут сығыш яһаны ла, ҡабаттан тауыш биргәндә инде статьяға ҡаршылар ҡалманы ла тиерлек. Бына ниндәй ҡорал ул – абруйлы шәхес һүҙе!
– Эйе, Мостай ағайҙың тапҡыр һүҙҙәре, аҡыллы сығыштары һағындыра. Айырыуса бөгөн, һүҙ хәрби ҡоралға әйләнеп, донъяла Рәсәйгә ҡаршы мәғлүмәт һуғышы барғанда. Интернетта әүҙем тормош алып барған кеше булараҡ, Һеҙ ялған яңылыҡтарҙы – фейктарҙы нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Мин мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан ҡарайым, шуға күрә аҡты ҡаранан айыра алам тиерлек. Фейктар – был осраҡта бик ҡурҡыныс һүҙ ҡоралы. Мәғлүмәтте уҡығанда башта кем тарафынан яҙылғанына иғтибар итәм, унан, был кем мәнфәғәтендә яҙылған, тигән һорау ҡуям. Ошо ике генә «иләк» тә фейкты ысынбарлыҡтан айырырға күпмелер ярҙам итә.
– Ә Һеҙҙең эштә һәм тормошта теләгән һүҙегеҙҙе әйтә алмаған осраҡтар күп булдымы?
– Ижадта әйтергә теләгәнемде генә яҙам. Әммә әйтеп бөтөп булмағандары ла бар, һис шикһеҙ. Бына район гәзитендә эшләгән осоромда ныҡ ҡыйыу булғанмын тип үҙемә-үҙем аптырайым ҡайһы саҡ. Йәшлектә революционер булыу тәбиғиҙер, ҡартайғас, «тайҙарға эйәреп йөрөү» тураһында ҡарһүҙ ҙә бар бит. Өндәшмәй ҡала алмаған бер «ауырыуым» – телдәге хаталар. Шул арҡала хатта дошман күрә башлаусылар ҙа барлыҡҡа килде инде.
– Һүҙҙе бөтөнләй ҙә аңламаған, уның бәҫен тоймаған кешеләр менән осрашырға тура килгәне бармы?
– Бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Минең «ВКонтакте-Бәйләнештә» сайтындағы төркөмдәремдә ҡайһы саҡ шундай бәхәстәр килеп сыға. Халҡыбыҙҙың аҫылташтарға торорлоҡ мәҡәл-әйтемдәре буйынса һүҙ ҡуҙғатҡылап торам – иҫ киткес ошо хазинанан йәш быуындың фәһем алыуы ғына түгел, ни тиклем нәзәкәтле, һутлы, балдан татлы тел байлығының тәмен дә аңлатҡы килә. Даими эшләргә кәрәк беҙгә был йәһәттән, хатта фольклорыбыҙ ғына ла беҙҙең бөйөк мәҙәни мираҫҡа эйә икәнлегебеҙ күрһәткесе бит.
– Төп вазифаларығыҙҙан тыш Һеҙ һәр ваҡыт үҙ иркегеҙ менән иңегеҙгә өҫтәлмә бурыс алаһығыҙ. Тәржемәсе булыу, башҡорт Википедияһын булдырыуҙа ҡатнашыу өсөн, иң нескә материя менән эш иткән хирург кеүек, һүҙҙең башҡалар күҙенә салынмаған нескәлектәрен, мәғәнә киңлеген һәм тәрәнлеген тойорға кәрәк. Ошо шөғөлдәрегеҙ аша үҙегеҙ өсөн һүҙгә бәйле тағы ниндәй яңылыҡтар астығыҙ?
– Мин телсе-уҡытыусы ғаиләһендә үҫтем. 6 йәшем тулыр-тулмаҫтан уҡырға өйрәнеү менән китап «ҡортона» әйләндем, әсәйем уларҙы хатта йәшереп ҡуя торғайны. Шул мәлдән мин китапһыҙ, мәғлүмәт биргән берәй баҫмаһыҙ, йә булмаһа ниҙер яҙмай үткәргән көнөм юҡ, тиерлек. Хаҡлы ялға сығыу менән шөғөлөм мине яңы һуҡмаҡтарға алып инеп китте – социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр асып, туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә күпмелер өлөш индерәм. Википедияла ла туған телебеҙ мөмкинлектәренең киң икәнлеген күрһәтәм, тәржемәгә лә бик теләп тотондом, сөнки «Урал» гәзитендә эшләгәндә күп тылмасларға тура килә торғайны.
Әйткәндәй, гәзиттең дубляж буйынса урынбаҫары булып эшләгән мәлдә мин тәржемәселәребеҙҙең башҡортсаға һүҙмә-һүҙ түгел, мөмкин тиклем ижади әйләндереүҙәрен талап итә торғайным. Бер мәл редакциябыҙға Бөрйән районының талантлы шағиры Самат ағай Ғәбиҙуллин килеп сыҡты ла, төпләнмәләребеҙҙе ҡарап ултырып, тәржемә түгел, баштан уҡ башҡортса яҙылған кеүек бит, тип беҙҙе маҡтап, ҡанат үҫтереп киткәйне.
Бөгөн мин әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә ҡарағанда тап ошо шөғөлдәремә өҫтөнлөк бирәм – рухи ихтыяждарыма тулыһынса тап килә улар.
Г.-Х.Андерсендың бер нисә моңһоу әкиәтен, Л.Кэрролдың Элис (Әлисә) тураһындағы әҫәрен тәржемә итеп, туған телебеҙ мөмкинлектәренең сикһеҙ икәненә йәнә бер инандым. Ирландияла донъя күргән был хеҙмәтемдең «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» тип аталыуы ла тәржемәнең кураторы В.Фет менән кәңәшләшеп, килешеп эшләнде. Ғәҙәттә беҙҙә ҡыҙ баланың исемен урыҫса тәржемәгә эйәреп, Алиса тип алалар. Инглизсәһе иһә – Элис, Әлисә тип атауҙы һорап ҡына тора түгелме? Бала ла мөғжизәләр иленә түгел, төштәрҙә булғанса, көтөлмәгәнсә сәйер донъяға барып эләгә, инглизсә лә Wonderland (Wonder – аптырау, ғәжәпләнеү) шуға күрә Сәйерстан тип алыуымды В.Фет бик хупланы. Башта Ғәжәбестан тип тә алырға уйлағайным, кураторым иһә ғәрәптән түгел, үҙебеҙҙән саф башҡорт һүҙе табырға ҡушты. Бында шундай ижади, хатта фәнни хеҙмәт булды ул минең был тәржемәм.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияны алыу ижадым өсөн иң ҙур бүләк тип һанайым. Уның «Ырғыҙ» романын уҡыусы ғына сағымда айырыла алмай уҡып, ғүмерлек тетрәнеү кисергәйнем. Был исем шул саҡтан күңелгә ныҡ яҡын, хатта уртансы ейәнсәремә лә уның исемен ҡушырға һораным. Мәктәптә уҡығанда «заманса булмаған» исеменән тартынып, үҙгәрттерергә тырышып бер булһа ла, үҫә килә ул исемен ярата башланы. Был ғына ла түгел, буласаҡ кейәүебеҙ башта уның тап исеменә иғтибар итеп, танышырға булып киткән. Хәҙер инде 3 йыл бергәләр, шөкөр.
Һәҙиә апай яҙмышы – тарихыбыҙҙағы һулҡып торған яра, оло талант эйәһе кисергәндәр уның үҙе өсөн генә түгел, ул йәшәгән мөхит өсөн дә ҙур һынау булған. Мин уның юҡҡа сыҡҡан тыуған ауылында, уның йорт нигеҙе булған урында, яҡында ғына Ырғыҙ ярында мөншөгөр (выпь) ыңғырашыуына йәнем ҡушылып иңрәп ҡайтҡас, «Һәҙиә» тигән поэмамды тамамлап ҡуйҙым.
Һөнәрем буйынса мин балалар әҙәбиәте библиографы, кескәйҙәр өсөн ижад итеүемә теоретик белемем дә ярҙам итә. Мин иң кескәйҙәр, башланғыс класс уҡыусылары өсөн яҙам – был юҫыҡта һәләтем бар тип уйлайым. Ә бына урта йәштәге уҡыусы балалар өсөн проза әҫәрҙәре яҙыу – ҡулымдан килмәҫ кеүек. Әммә бөгөн тап үҫмерҙәр прозаһы, минеңсә, етешмәй. Үҙемдең ҡулдан килмәгәс, премияны алғас, аҡсаһын үҫмер балалар өсөн проза әҫәрҙәренә конкурс үткәреүгә тотондом. Әйткәндәй, бик арыу ғына хикәйә-повестар ижад ителде, уларҙың уңышлылары «Шоңҡар» журналында баҫылып та сыҡты. Тик һаман да әле был өлкәлә бушлыҡ ҡала килә.
– Һеҙ Башҡорт Википедияһында баштан алып эшләйһегеҙ. Һүҙлеккә индереү өсөн исем-атамаларҙы нисек һайлайһығыҙ?
– Баштан уҡ түгел, тәүге йылдарҙан, йәғни 11-се йыл инде яҙыша башлауыма. Топонимика – ул беҙҙең тарих, ул беҙҙең боронғо сиктәр ҙә, шуға күрә быға ҙур әһәмиәт бирәм. Исем-атамаларҙы мин урыҫ телендәге Википедиянан да, топонимсы ғалимдарҙың, эҙләнеүселәрҙең йыйынтыҡтарынан да алам. Бигерәк тә Ырымбур, Силәбе өлкәһендәге ер-һыу атамалары тураһында, тарихи Башҡортостан ерҙәренеке булыуы сәбәпле, мәҡәлә яҙыу зарури тип һанайым. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы (хәҙер Ҡыуандыҡ ҡала округы) шул йәһәттән иҫ киткес сығанаҡ – бик күп тауҙарының, хатта таш ҡыналарының, йылға-күлдәренең атамаһы башҡорт телендә, үҙгәртелгән хәлдә булһа ла, инеп ҡалған. Топонимдарҙың бит этимологияһы айырата ҡиммәт, тап улар атамаларҙың килеп сығышын, легендаһын асыҡлай. Шул йәһәттән Ырымбур өлкәһенең топонимсыһы С.М.Стрельниковтың хеҙмәттәренә таянып, байтаҡ мәҡәләләр яҙҙым (С.М. Кувандыкский край в географических названиях. – Златоуст: С.М. Стрельников, 1994. ISBN 5-900802-02-7.)
А.К.Матвеевтың китаптарынан бик күп мәғлүмәттәр алдым (А.К.Матвеев Географические названия Урала. Топонимический словарь. – Екатеринбург: ИД «Сократ». 2008. ISBN 978-5-88664-299-5).
Силәбе өлкәһенән Н.И.Шуваловтың хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ: күп яҡташтары урындағы атамаларҙы фин-уғырҙан, пуштундан, әллә кемдән эҙләгән бер мәлдә, ул төбөнә төшөп асыҡлап, тап башҡорттан икәнен иҫбатлаған. Уның китабына таянып, Силәбе өлкәһенең бик күп күлдәренең этимологияһын Википедияға индерҙем. (Шувалов Н.И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. – 2-е изд., переработанное и дополненное. – Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. – 160 с. – ISBN ISBN 5-7688-0157-7.)
– Бөгөнгө көндә Һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һүҙҙәр ниндәй?
– Һис иҫкермәй торған иң ғәзиз һүҙҙәр – ғаиләм, милләтем,Уралым, илем.
– Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе ботаҡ тишеге тигән мәҡәл бар. Бөгөн ана шул маңлай күҙе менән ҡарау, башҡалар күрһен өсөн эшләү өҫтөнлөк ала бара. Йәмғиәтебеҙҙең күңел күҙе һуҡырая барыуына килтергән сәбәптәрҙең береһе шул түгелме икән?
– У.Теккерейҙың «Ярмарка тщеславия» тигән әҫәре иҫкә төшә – барыһы ла күҙ буяу, күҙгә төтөн ебәреү, ниндәйҙер файҙа, байлыҡ алыу өсөн эшләнә. Халҡыбыҙҙың ихласлығы, асыҡ күңеллелеге, хатта йомартлығы ла ҡаты һынауға дусар булды – үҙгәртеп ҡороу беҙҙең күңелдәрҙе күпмелер хатта ғәрипләне. Беҙ, имеш, заманға яраҡлашабыҙ тип, үҙебеҙҙең булмышты юғалта барабыҙ. Ғөмүмән, башҡортта ғына түгел, совет осорондағы иң яҡшы сифаттарыбыҙҙы бүтән милләттәр ҙә юғалта бара. Беҙҙе бит «үҙгәртеп ҡороу» тигән афәт менән үҙ-үҙебеҙҙән ҡәнәғәт булмаҫҡа, имеш, «европалар» алдында кәмһенергә, «совок» тигән ҡушаматҡа ла күнергә өйрәтеп яталар инде 40 йылға яҡын. Тик, бер болғанмай һыу ҙа тонмай, тигән ише, тонор әле был болғансыҡ замандар ҙа. Ошо хаҡта «Футляр» тигән шиғыр ҙа яҙғайным, көптән дә сығырбыҙ, иншә Аллаһ.
– Кеше олоғая килә күҙҙәре тоноҡлана, ә күңел күҙе үткерләнә. Йәш саҡта иғтибар итмәгән нәмәләрҙе үтәнән-үтә күрә башлайһың. Бының ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла барҙыр, моғайын. Һеҙҙең фекер нисек?
– Тормош тәжрибәһе хаталар, һыҙланыуҙар, юғалтыу-табыштар аша килә. Ғәмәлдә сабый ауа-түнә, абына-һөрөнә, тубыҡ-маңлайҙарын күгәртә-күгәртә атларға өйрәнгән ише, кеше үҙ аллы йәшәргә лә шул һабаҡтар аша өйрәнәлер. Олоғая килә шуға ла йәшлектә күрмәгән-аңламаған нәмәләрҙе, хаталарҙы мөмкинсә урап үтә башлайһыңдыр. Тик мин – ауыл балаһы, ҡалала ла ауылса йәшәп ятам, ауылса фекерләүҙән дә ҡотола алманым шикелле.
Ауыллыҡ һаман фиғелдә –
Торғаны бер ауыҙлыҡ.
Беҙ ауылдан китәбеҙ ҙә,
Китмәй беҙҙән ауыллыҡ.
– Ул ауыҙлыҡ беҙҙең күбебеҙҙә бар инде ул! Ә бына ҡайһы берҙә күҙең менән күргәнде аңлатып булмаған осраҡтар була. Шундай хәлдә ҡалғанығыҙ бармы?
– Хажда шундай хәлгә осраным. Шайтандарға таш ташлаған урындан бер төркөм ололарҙы автобус менән Мәккәгә алып ҡайтып киттеләр. Аяғымды ауырттырыу сәбәпле, мин дә уға ултырҙым. Йәйәү ҡайтыусылар багаждарын автобус түбәһенә урынлаштырҙы. Юлға сыҡҡас ҡына ғәрәсәт ҡупты ла, диңгеҙ түңкәрелгәндәй булып ямғыр яуа башланы. Түбән күтәрмәле еңел машиналар йөҙөп йөрөй. Транспорт арҡыс-торҡос тығылған. Бәрелешеп тә бөткәндәр. Шул тығындар аша ярты сәғәтлек юлды ун сәғәт ҡайттыҡ та ҡуйҙыҡ. Беҙҙең менән бер төркөмдә Тәпкилә инәй бар ине, ҡыҙы йәйәүлеләр араһында ҡалғайны. Ул инде күптән ҡайтып еткән булған, мин килеп инеү менән һикереп килеп торҙо, әсәһенә ҡаршы сығып йүгерҙе.
Әйберҙәрен автобус башындағы багажникка һалғайны ул. Һөйләнә-һөйләнә килеп инде:
– Тере нәмә юҡтыр инде, һыуы үтә ҡойолоп тора.
Ни булғанын һораша-һораша теге шаҡмаҡлы «ҡытай сумка»һын аҡтарырға тотондо – урам сауҙагәрҙәренән алған яулыҡ-түбәтәйҙәре лыҡытҡы һыу, хатта полиэтилен ҡапсыҡтары ҡабарып киткән. Ә шулар араһында бер ниндәй көплөкһөҙ ятҡан ихрам кейеменә бер тамсы һыу тейһә! (Ихрам – хажиәләр Ҡәғбәтулла тирәләй үткәндә кейә торған етен күлдәк-ыштан). Апай сепрәк-сапраҡты хатта карауатына йәйеп ебәрҙе:
– Ҡарағыҙ, Үҙе күрһәтеп тора ниҙе һаҡлай, ниҙе ҡазалай икәнде!
Үҙ күҙем менән күрмәһәм, шул мөғжизәгә ышанмаҫ инем...
– Матур күренештәр, зауыҡлы әйберҙәр күҙҙе ял иттерә, күңелде хушлай. Нимәләрҙе күрергә теләр инегеҙ?
– Бик баналь кеүек күренер, бәлки, яуабым. Мең шөкөрҙәр, төрлө илдәрҙең күркәм төбәктәрендә, музейҙарында тамаша ҡылып, кешелектең тарих төпкөлдәренән килгән һуш алмалы мәҙәни хазиналарын күрергә насип булды. Әммә бер ваҡытта ла ялҡытмаҫ, ғәзиздәрҙән-ғәзиз хозурлыҡ – тыуған еребеҙ. Беҙ иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Уралыбыҙҙа, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәйбеҙ, тик йыш ҡына ошоно баһалай белмәйбеҙ, вәхшиҙәрсә тотонабыҙ. Белорет районына йылдың ни миҙгелендә ҡайтһам да юл буйына тау-урмандарының, йылғаларының матурлығына һоҡланып үтәм, ҡайһы саҡ хатта хистәр күкрәккә һыймай күҙҙән йәштәр атылып сыға: ерҙәге йәннәт ул – күреп туя алмаҫ беҙҙең тыуған еребеҙ.
Зауыҡлы, эсендә йәне генә юҡ биҙәүестәрҙе күргәндә лә, бер аҙ һоҡланып ҡарап торам да, алмай китәм – алтын-алмасҡа ла, «бренд» тигән сепрәк-сапраҡҡа ла битарафмын. Шулай тәрбиәләнгәнменме, әллә булмыштанмы, әйтә алмайым. Ә бына ҡыҙыма, ейәнсәрҙәремә биҙәүестәр алғылайым. Унда ла көмөштән йә заманса бижутериянан.
Дөрөҫөн әйткәндә, эшләп йөрөгән саҡта тапҡан-таянғанды йорт һалыуға, көнкүреш кәрәк-ярағына, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуға тотоноп торҙоҡ, минең өсөн шул төп урында ине.
– Һәр быуындың үҙ ҡарашы: донъяға, йәмғиәттә барған үҙгәрештәргә, әйләнә-тирәләге күренештәргә. Ғаиләгеҙҙәге йәш быуын менән фекерҙәрегеҙ тап килмәгән саҡтар буламы, булһа, нисек хәл итәһегеҙ?
– Борондан уҡ оло быуын менән йәш быуын араһында үҙ-ара аңлаша алмаусылыҡтар булған, был хаҡта хатта яҙмалар ҙа һаҡланып ҡалған. Әлбиттә, беҙҙең ғаиләлә лә фекерҙәр тап килмәгән саҡтар була. Һәр осраҡ – үҙенә башҡа, һәм хәл итеү юлдары ла шуға төрлөсә. Беҙ ҡартым менән – совет йәмғиәте вәкилдәре, беҙҙең сағыштырыр нәмәләребеҙ бар, балалар менән сәйәсәткә ҡағылған һөйләшеүҙәрҙә бәхәстәр ҙә килеп сыҡҡылай ине. Мәгәр улар ҙа олоғая килә халҡыбыҙҙың, заман яман түгел, әҙәм яман, тигән аҫыл һүҙҙәренә төшөнә бара.
Өйөбөҙҙә хәмер-шарапҡа урын юҡ, ә бит ғаилә низағтары йышыраҡ шул арҡала килеп сыға. Беҙ улыбыҙҙың да, ейәнсәрҙәребеҙҙең дә туйҙарын, юбилейҙарыбыҙҙы ла, алтын туйыбыҙҙы ла иҫерткесһеҙ үткәрҙек. Ошондай айныҡ тормош рәүеше беҙгә йәш быуын менән уртаҡ тел табырға ярҙам итәлер тип уйлайым.
Дөйөм маҡсаттар булыуы ла үҙ-ара аңлашып йәшәргә ярҙам итә. Шул уҡ баҡса эштәре лә, башҡа донъяуи мәшәҡәттәр ҙә. Беҙ Өфө ситендә 6 йылдан ашыу өй һалдыҡ. Ябай ғына проект ул, тик ҙур процент менән кредит алып һала башланыҡ та, аҡса еткерә алмай бер булдыҡ. Улыбыҙ студент ине ул саҡта, йәйге каникулында төҙөлөштә эшләп алып, бер аҙ нәмәгә өйрәнде, прорабыбыҙ булды. Атаһына беренсе ярҙамсы булды ул.
Хәҙер, шөкөр, балаларҙың, ейәндәрҙең атай, олатай йорто тип йыйылыр урыны бар. Ял һайын мунсаға киләләр, был да яҡынлыҡ, йылылыҡ тойғоһо тыуҙыралыр, минеңсә.
– Гүзәл апай, Һеҙҙең ғүмер эсендә генә лә йәмғиәтебеҙ бик ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Хәйер, Һеҙҙең түгел, минең быуын да формациялар үҙгәреүен дә, бер нисә иҡтисади кризис та кисерҙе, локаль һуғыштар күрҙе. Ошолар Һеҙгә ниндәй йоғонто яһаны икән? Иң тетрәндергәне, иң ауыры нимә булды? Рәми Ғарипов Бөйөк Ватан һуғышы минән шағир яһаны тигән. Әгәр ҙә тормошобоҙ шыма ғына, бер төрлө генә китеп барған булһа, Һеҙ ниндәй булыр инегеҙ?
– Илебеҙҙе юғалтыуҙы ауыр кисерҙем. Парламентты танкылар менән аттырғанды тура эфирҙа күрһәттеләр – тәгәрәп ятып иланым. Унан – ГКЧП. Гәзитебеҙҙә сыҡҡан мәҡәләгә район депутаттары ултырышында бәйләнделәр, йәнәһе, уларҙың бойороғон сығарғанбыҙ. Инфляция, көн эсендә хаҡтарҙың бер нисә тапҡыр артыуы. Ауылдарға барам да, ололарҙың күҙҙәренә ҡарай алмайым, барыһына ла мин дә ғәйепле кеүек тойоп, илап ҡайта инем. Аслығын, һуғышын күргән, ауыр тормошта йәшәп, саҡ бауыры ҡалҡа башлаған оло быуынға хатта пенсиялар ҙа ваҡытында түләнмәй торҙо бит бер мәл. Шуны ауыр кисерҙем. Болғауыр заман булып алды.
Магазиндарҙа – ризыҡҡа һыу буйы сираттар. Беҙгә бер йыл да сәсмәй ҡалмаған бәрәңге, баҡса емештәре бирешмәҫкә ярҙам итте. Беҙ әле лә баҡса тотабыҙ, бәрәңге сәсәбеҙ, балаларыбыҙҙы ғына түгел, ейәндәребеҙҙе лә шулай өйрәтәбеҙ. Аҡсаны ашап булмай – гел шулай тип тылҡып ҡына торам. Шөкөр, тыңлайҙар...
Әммә республикабыҙ, минеңсә, байтаҡ төбәктәргә ҡарағанда шул осорҙо еңелерәк үтте кеүек – үҙаллылыҡ иғлан итеүебеҙ арҡаһында тиҫтәләрсә йылдар ҡул етмәгән эштәр башҡарылды – юлдар һалынды, типлы мәктәптәр, медицина биналары, мәҙәниәт йорттары төҙөлдө, туған телебеҙҙә нисәмә баҫма сыға башланы! Әгәр шул үҙгәрештәр булмаһа, мин, ихтимал, һәүетемсә генә китапханала эшләп, пенсияға сыҡҡан булыр инем. Мин заманды түгел, заман мине һайланы – сәйәсәт юлына алып сыҡты.
– Һеҙ авариянан һуң үлеп терелеүегеҙ тураһында яҙғайнығыҙ. Аварияға тиклем һәм унан һуң төп айырма нимәлә?
– Хәләлем дә райкомда эшләне, мин дә гәзитсе булып киттем. Беҙҙең таулы төбәктә ул заман ҡайҙа инде ул асфальт юлдар, бата-сума, аңҡы-тиңке, хәҙер сәғәт эсендә үткән юлдарға яртышар көн исраф итеп, йөрөп ҡайта инек. Ана шундай юлда автобусыбыҙ түңкәрелде лә инде.
«Тауыҡ кетәге» тип йөрөтөлгән йортта, ике балалы булғансы, 6 хужаға бер аш бүлмәһе булған 9 метрлыҡ «кәбәркә»лә йәшәнек беҙ. Горькийҙың «На дне» әҫәрендәге барлыҡ персонаждар араһында, тормош шарттары ла шунан әллә ни алға китмәгән торлаҡ инде. Иҫке генә «хрущевка»нан 2 бүлмәле фатир алғас, хан һарайына күскәндәй булдыҡ. Унда ҡуйырлыҡ мебель ишараты ла юҡ ине әле. Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләнән, ярҙам көтөр еребеҙ юҡ. Матди яҡтан ауырлыҡ кисергән саҡтар әҙ булманы. Мәгәр тап юл фажиғәһенә осрап, теге донъянан әйләнеп ҡайтҡас, ярлы ғына йәшәһәк тә балаларыбыҙҙы үҙебеҙ үҫтерә алыуыбыҙ оло бәхет икәненә төшөндөм, көн итмешебеҙгә шөкөр итергә өйрәндем.
Һәм нисектер тормошобоҙ үҙенән-үҙе яйға һалынып китте.
– Үҙегеҙҙә ниндәй сифаттарҙы – ыңғай, ҡайһыларын кире тип баһалайһығыҙ?
– Кеше үҙен үҙе баһалағандан ҡайтышыраҡ, кеше баһалағандан яҡшыраҡ булыусан, тип уҡығайным ҡайҙалыр. Шуға күрә ни тиһәм дә бик дөрөҫ булмаҫ. Кеше баһаһы менән Аллаһы тәғәлә баһаһы бөтөнләй тап килмәүе лә ихтимал. Кире яҡтарымды еңеп, Хаҡ тәғәлә ризалығында Уның ҡаршыһына баҫырға яҙһын.
– Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ йәшен күрһәтеп бармай. Нисек уйлайһығыҙ, Һеҙ – йәшегеҙгә, ул Һеҙгә тура киләме?
– Мин баш бала булғанғамы, һәр саҡ үҙ йәшемдән оло күрендем. Шуны аңлап, кеше аптырамаһын тип хатта бер-ике йәш өҫтәп күрһәтеп йөрөгән саҡтарым да булды. 39 йәшемдә өләсәй булдым, ейәнсәремде көтөп алдым, шул йылы уҡ «Башҡортостан» гәзитендә хатта Ғәзизәмде күтәреп төшкән фотом ҡуйылған интервью сыҡты. Өләсәй булыуҙан, ейәндәре өләсәй тип әйтеүҙәренән ҡурҡҡан ханымдарға аптырайым – шундай оло бәхетен аңламаҫ кешеләр ҙә була икән!
Ҡартайыу тигәндән. Яратам да инде үҙебеҙҙең яҡтағы ауыл халҡының бер ҡатлы тура һүҙлелеген. Нисегерәк итеп ҡупшыраҡ, ситләтеберәк әйтәйем икән тип уйлап тормай ул, нисек уйлаһа, шулай әйтә лә ҡуя!
– Апай, телевизорҙан ныҡ ҡарт булып күренәһең, тереләй бик улай түгел икән дә...
Ә быныһы яңыраҡ, Белоретта:
– Апай ҡартайып киткән...
Быны әйткән кеше менән 20 йыл күрешкән юҡ ине.
Аллаға шөкөр, ҡартайыу йәшенә лә етелде, ә бит 34 йәшемдә донъянан киткәйнем инде. Белореттың талантлы травматологы Вязов (Аллаһы тәғәләнең рәхмәттәре булһын мәрхүмгә) мөғжизә менән был донъяға ҡайтарып алғайны.
Хәҙер биттәрен ҡырҡҡылап, ботоксмы-нимәме тултырып, йәш күренергә тырышып, Аллаһы тәғәләнең ҡушҡанына ҡаршылашып маташҡандарға аптырайым да, йәлләйем дә үҙҙәрен...
Шөкөр, ҡартайҙым!!!
– Бөгөнгө Гүзәл Ситдиҡова кем ул, ниндәй ул?
– Ҡартым менән 51 йыл бергә ғүмер итәбеҙ, шөкөр. Ул – энергетик, әле лә эшләп йөрөй, пенсияға сығыр алдынан, берәүҙең хаслығы арҡаһында эшенән китеп, ойошма асырға мәжбүр булды. Тәүҙә үҙе экспедитор, йөк тейәүсе, бухгалтер һ.б. булып, арендаға ҡыҫыҡ ҡына бүлмә алып башлап ебәргәйне, 16 йыл дауамында хәҙер инде яҡшаты республиканан ситтә лә танылған, 30-лап кешене даими эшле иткән, үҙ офисы, транспорты, ҡыйбатлы ҡорамалдары булған ойошмаға әүерелде «Өфөэнергоиҫәп».
Былтыр уға «Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы» исеме бирелде. Күптән лайыҡ ине инде ул был исемгә, һуғыш ветераны атаһы вафатынан һуң 16 йәшендә үк хеҙмәт юлын башлаған, киске мәктәптә, шунан металлургия институтының киске бүлегендә уҡып сығып, инженер һөнәре алды. Бер көн дә эш ҡалдырғаны булманы, ауырып торһа ла эшкә сыға ине. Балаларға ла, ейәндәргә лә үрнәк беҙҙең олатай, улар алдында абруйы ҙур.
Ойошмаһын асҡас, мин уның бөтә башланғысына ярҙам итеп торҙом, дөрөҫөн әйткәндә, йорт һалып бөтөүгә аҡсамды биҙәүестәргә, сепрәк-сапраҡҡа түгел, ана шул предприятиены үҫтерешеүгә һалып торҙом һәм әле лә тапҡан-таянғанымды шунда ебәрәм. Үҙ көсө менән, аҙымлап ҡына алға бара, алыпһатарлыҡ түгел бит, еңел һәм тиҙ бирелгән табыш юҡ: осто-осҡа саҡ ялғап, кредиттар алып эшләгән саҡтары ла була. Бар килем – заказсылар табып, үтәлгән эштән бит, улары ла ваҡытында түләмәй ҡуйғылай. Шундай саҡтарҙа сабырлығына, ҡойолоп төшмәүенә һоҡланам.
Ойошманың үҙ ашханаһы бар, ҡышҡылыҡҡа күп итеп туңдырып ҡуйылған еләк-емештәрҙе лә күстәнәс итеп оҙатам. Ҡартым – иманлы, намыҫлы эш кешеһе, бер ниндәй үҙгәртеп ҡороу шауҡымдары ла уны боҙа алманы, уның ошондай рух ныҡлығы, иплелеге, эшселәре тураһында хәстәрлек күреүе менән ғорурланам.
Ә өйҙә инде мин бик һаҡсыл, йүнсел хужабикә. Ябай ғына йәшәйбеҙ, барына ҡәнәғәт була беләбеҙ. Баҡсала сәскәләр үҫтерергә яратам. Кәрәк икән, ҡул эшенә лә тотонам, тегә лә, бәйләй ҙә беләм. Эшләп йөрөгәндә лә ярымфабрикат ташып йөрөмәнем – һәр саҡ бешерендем.
Шулай уҡ мин өләсәй, ижадсы, интернетта әүҙем тормош алып барған пенсионерка.
– Һәм динле кеше, тип өҫтәргә лә булалыр?
– Динле өләсәйҙән бәләкәй саҡта яҙа-йоҙа нимәгәлер өйрәнеп, «һуғышсан атеизм» заманында күңелгә шиктәр ҙә оялай биреп ҡуйып, Алланың рәхмәте менән һуңлабыраҡ булһа ла дин өйрәнә башлаған бәндәмен. Исламда күп һорауҙарға яуап бар; дөрөҫөн әйткәндә, бөтәһенә лә бар ул, тик ул тәрәнлеккә төшөп бөтөүе генә мөмкин түгел. Дин ул – рухи аҙыҡ та, уҡытыусы ла, тормошта маяҡ та. Ул бик ауыр ваҡыттарҙа ла юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә, йән тыныслығы бирә. Ейәндәребеҙгә тәрбиә биргәндә лә дингә таяныу күп заман хасталарынан имен ҡалырға ярҙам итә.
Тәүге тапҡыр 2005 йылда хажға барғайным, 2017 йылда инде хәләлем менән икәүләп барыу бәхете насип булды. Ғаилә эсендә бер инаныслы булыу бик мөһим тип һанайым.
– Ҙур рәхмәт, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, йөкмәткеле әңгәмә өсөн. Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Әңгәмәне Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева алып барҙы.