Все новости
Спорт
28 Января 2025, 15:00

Айыҡ ауыл мәргәндәрҙе йыйҙы

25 ғинуар көнө Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ турнир үтте.

Был ярышта үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарарға Баймаҡ, Учалы, Йылайыр райондарынан, Өфө, Күмертау ҡалаларынан 50-гә яҡын уҡсы йыйылды, шуларҙың 30-ы бөрйәнебеҙҙең йәш уҡсылары булды.

Ярышта ололар өсөн 5 этап ҡуйылды: 1 -се этап - "Һағыҙак" - 18 метрҙан; 2 -се этап - "Мәкер йылан", 18 метрҙан; 3 -сө этап - "Аждаһа" , 25 метрҙан; 4 -се этап- "Тере һыу", 25 метрҙан; 5 -се этап - "Айыу", 30 метрҙан. Балалар " Мәкер йылан", "Айыу", "Һыбайлы" сәптәренә 15 метрҙан аттылар.

Һуңғы ваҡытта ярыштарҙа 55 йәштән өлкән уҡсылар категорияһы ҡулланылып килә, был турнирҙа ла айырым шундай категория булдырылды. Балалар араһында 12 йәшкә тиклем һәм 13 йәштән 17 йәшкә тиклемгелар айырым ярышты.

Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, ярыш бик көслө һәм сәмле генә үтте. Һөҙөмтәләргә килгәндә, Бөрйәндәр алдынғылыҡты бирмәне.

Ир-егеттәр араһында: 1 -се урын - Юлбирҙин Салауат. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1 -се урын - Ишкилдина Наилә; 2 -се урын - Ишморатова Әлиә; 3 -сө урын- Нурутколова Илүзә.

55 + категорияһында: 1-се урын - Юлбирҙин Сынбулат; 2-се урын - Ырыҫҡолов Азамат.

12 йәшкә тиклемге малайҙар араһында: 1-се урын - Ҡаһарманов Тамерлан; 2-се урын - Ғәббәсов Арсен; 3 -сө урын - Хәсәнов Айгиз. 12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында; 1-се урын - Дәүләтшина Гөлзәмиә; 2-се урын- Хәсәнова Айгүзәл; 3-сө урын- Шәрипова Лия. 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге егеттәр араһында: 3 -сө урын - Дәүләтшин Данияр. 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында: 1 -се урын - Ғәҙелшина Йәсмин; 2-се урын- Ишкинина Рушана; 3 -сө урын - Ҡаһарманова Рузалина. Афариндар, Бөрйәнбеҙҙең йәш уҡсылары.

Был ярышҡа бик күп махсус бүләктәр әҙерләнгән. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе Ғәлин Кәрим Файзрахман улы, иң бәләкәй категорияла беренсе урын яулаусы Дәүләтшина Гөлзәмиә менән Ҡаһарманов Тамерланға аҡсалата приз (һәр береһенә 2500 күләмендә) тапшырҙы.

Урындағы ойоштороусыларҙың махсус бүләктәренә Дәүләтшин Вилдан, Ҡаскынбаев Рамаҙан, Ишкилдин Азат, Юлбирҙин Салауат лайыҡ булды.

Ошо ярышты ойоштороуға булышлыҡ иткән ауыл хакимиәте башлығы Сайфуллин И.М, мәктәп директоры Ғазина А.С., баш судья Ишморатов И.З., Ырыҫҡолов А.Ә., Бөрйән уҡсыларына, яңы "Һағыҙак", "Мәкер йылан", "Айыу" сәптәренең авторҙары - Булат ағай менән Азамат ағайға һәм, әлбиттә, тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсы апайҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Читайте нас