Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән уҙышта илдең 45 төбәгенән 2700 трейлраннинг (тәбиғи рельеф буйынса йүгереү) һәм скандинав йөрөшөн яратыусылар 10 дистанцияла ярышты. Һәр спортсы йәше һәм әҙерлек кимәле буйынса үҙенә яраҡлы дистанцияны һайлай алды.
“Malidak” - республикалағы күләмле тау фестивале, ул йыл һайын 6 меңдән ашыу ҡатнашыусыны һәм тамашасыны йәлеп итә. Фестиваль сиктәрендә Урал тауҙарының иң мөһим тау түбәһе буйлап 100 саҡрымлыҡ ҡатмарлы йүгереү ультрамарафоны үтә, ҡатнашыусылар был дистанцияны 20 сәғәт дауамында йүгерә.
“Malidak Ultra” традицион рәүештә төрлө ҡатмарлылыҡ һәм матурлыҡ кимәлендәге трейлдарҙы үҙ эсенә алды (5-тән 78 саҡрымға тиклем): скандинав йөрөшө, рогейн, балалар старттары һәм ғаилә квесты.
Фестивалдең титуллы ярышы - “Malidak Ultra Hard” 78 саҡрым оҙонлоҡто һәм 3215 метр бейеклекте тәшкил итте. Ҡатнашыусылар Яланғас, Рассыпная, Кирәл, Еләкташ тауҙарына күтәрелде, Торна һаҙлыҡтары аша үтте.
“Malidak Ultra Light” - шулай уҡ етди трасса, уның оҙонлоғо 62 саҡрым һәм 2500 метр бейеклеккә күтәрелеү талап ителде. Маршрут Яланғас, Кирәл тауҙары түбәһе аша үтте.
Быйыл һауа шарттары арҡаһында ойоштороусыларға ультрадистанцияларҙы ҡыҫҡартырға һәм маршруттарҙан уникаль Ирәкташ тау һырттарын алып ташларға тура килде.
“Malidak Ultra Hard” төп ультрамарафон дистанцияһында абсолют еңеүсе Антон Казаков булды. Ул ярышты 10 сәғәт 42 минут 7 секундта тамамланы.
ыл дистанцияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе Булып Ольга Адова килде. Ольгаға был ҡатмарлы тау ультрамарафонын үтеү өсөн 12 сәғәт 46 минут 48 секунд талап ителде.
Ойоштороусылар өлкәндәр һәм балалар өсөн бай программа әҙерләгән: уҡ атыу, волейбол, скаладр, йога, батуттар, арҡан паркы, күңел асыу паркы, планетарий, реактив лаборатория, спорт майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре, күңелле уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Бынан тыш, һәр кис бөтә ҡунаҡтар өсөн киске программа - DJ-сеттар, яҡтылыҡ шоуы, концерт ойошторолдо.
Ярыштар барып етеүе ауыр булған таулы урында уҙғарылғанлыҡтан, урында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дежур итте, улар ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итте һәм штаттан тыш хәлдәргә тиҙ арала яуап бирергә әҙер булды.
Әйткәндәй, фестиваль “Malidak” старттар серияһына инә, ул тағы өс ярышты үҙ эсенә ала: "Ирәмәл ярыш", "Zuratkul Fest", "Zigalga Trail" ҡышҡы ярышы. Һуңғыһы 7 декабрҙә Силәбе өлкәһенең “Зигальга” милли паркында уҙа.
Фестиваль сиктәрендә альпинизм буйынса Волга буйы һәм Урал федераль округтары, Башҡортостан Республикаһы Чемпионаттары, скайраннинг-марафондар; альпинизм буйынса Башҡортостан Кубогы, скайраннинг-ярыш үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажер залдары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә, был төбәктең бөтә халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Төбәктә 2,175 миллиондан ашыу кеше физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә (физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн булған сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып), был 58,2 процент тәшкил итә (2022 йылда 56,1 процент).
Эдуард Дәүләтбаев фотолары.