Все новости
Спорт
13 Августа , 15:17

Раушания Сабитова: “40 йәштә генә һыбай йөрөй башланым”

Ярославль ҡалаһында үткән Һыбай уҡтан атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе аттан ҡурҡмаҫҡа саҡыра.

Раушания Сабитова: “40 йәштә генә һыбай йөрөй башланым”
Раушания Сабитова: “40 йәштә генә һыбай йөрөй башланым”

Раушания Сабитова ғаиләһе менән Өфө ҡалаһы эргәһендәге Жилино ауылында йәшәй. Баймаҡ ҡыҙына “ат ене” ҡағылыуға әлә ни күп ваҡыт та үтмәгән. Ни бары өс йыл самаһы. Шәхси эшҡыуар, инглиз телдәре уҡытыусыһы, менталь арифметика буйынса дәрестәр алып барған Раушания өс йыл элек уҡ атыу менән шөғөлләнә башлай. Әммә уны һыбай килеш уҡ атыу күберәк ҡыҙыҡһындыра. Алдына алған маҡсатына ирешә ул. Быйыл ҡыш Ярославль ҡалаһында үткән Һыбай уҡтан атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүсе була.

- Ат ене ҡағылһа, унан ҡотолормон тимә. 40 йәшемдә һыбай йөрөй башланым. Уҡ атыу ярыштарында төрлө аттарҙа йөрөргә тура килә. Иң мөһиме – ҡурҡыуыңды күрһәтмәҫкә. Ат бик аҡыллы хайуан. Ошо һөйөүем мине атлы итте. Быйыл миңә бер йәшлек тай бүләк иттеләр. Исемен Бүләк тип ҡуштыҡ. Уны махсус ошо һыбай уҡ атыу ярыштары өсөн тәрбиәләйәсәкбеҙ. Ҡышты тибенлектә үткәргәс, ҡулға эйләшмәгән, ҡырағайыраҡ әле. Шулай ҙа уртаҡ тел таба башланыҡ. Ҡулдан ашай башланы.

Миңә иң йыш бирелгән һорауҙарҙың береһе – һыбай йөрөү файҙалымы? Ҡыҙҙарға атта йөрөргә ярамай тигән һүҙҙең, медицина күҙлегенән ҡарағанда, бер ниндәй фәнни нигеҙе юҡ. Күңелегеҙ теләй икән, рәхәтләнеп йөрөгөҙ! Тик шуны онотмағыҙ: атта йөрөү өсөн, әлбиттә, махсус кейем кәрәк. Ә ярыштарға милли кейем кейәбеҙ, - ти ул.
Раушания Сабитова быйылға Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивалендә быйыл Бүләкһеҙ ҡатнашасаҡ. Ә киләсәктә улар Бүләк менән айырылғыһыҙ дуэтҡа әйләнәсәк!

Текст һәм фото авторы: Лилиә Нуретдинова

Раушания Сабитова: “40 йәштә генә һыбай йөрөй башланым”
Раушания Сабитова: “40 йәштә генә һыбай йөрөй башланым”
Раушания Сабитова: “40 йәштә генә һыбай йөрөй башланым”
Автор:
Читайте нас: