Все новости
Спорт
25 Июля , 21:10

Башҡортостан атлеттары 3 тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекордын яңыртты

Сибай Ҡалаһында  Башҡортостандың иң көслө кешеләре ҡатнашлығында экстрим-шоу үтте. Мауыҡтырғыс сараны ҡарарға төрлө райондарҙан халыҡ йыйылды.

Башҡортостан атлеттары 3 тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекордын яңыртты
Башҡортостан атлеттары 3 тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекордын яңыртты

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, экстрим ярыштары еңеүсеһе, Башҡортостан Дәүләт йылышы-Ҡоролтай депутаты Эльбрус Ниғмәтуллиндың Сибайҙағы командаһы ауыр тәгәрмәсле техниканы үҙе артынан металл баҫҡыс буйлап тартыу буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Рәсәй һәм Евразияның элекке рекорды 78 тоннаға тиң һәм ул 5 йыл һаҡлана килә ине.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Сараның генераль партнеры—“АРМ Техно” компанияһы, “Күп функциялы креатив үҙәк”. Ойоштороусылар шулай уҡ Сибай ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәтле.

Алты атлет араһында беҙҙең райондашыбыҙ,  Башҡорт гимназияһы директоры, Урал аръяғының «Иң көслө кешеһе» титулын йөрөтөүсе Айҙар Байсурин да бар. Ул команда менән берлектә 3 этаптан торған сығышында Рәсәй һәм Евразия рекордын ҡуйҙы.  Дөйөм алғанда беҙҙең атлеттар көн дауамында 3 тапҡыр рекорд ҡуя алды!

Беренсе этапта 88 тонна ауырлыҡтағы автопоезды урынынан ҡуҙғатһалар, икенсе этапта 106 тонна ауырлыҡтағыһын  4 м 60 см арауыҡҡа тартып баралар, һәм өсөнсө, һуңғы этапта 122 тонналығын да урынынан ҡуҙғатырға өлгәшә улар. Шулай итеп, Башҡортостан атлеттары командаһы көн дауамында 3 тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекордын яңырта. Был һөҙөмтәләрҙе баш рефери "Уралстронг" федерацияһы президенты  Дмитрий Кононец теркәне.

Стронгмендарҙың ҡаҙанышы тураһында «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт егете, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин хәбәр итә. «Тормошҡа ашты! Шатмын! Башҡортостандың йыйылма командаһы Сибайҙа ауыр тәгәрмәсле техниканы үҙе артынан металл баҫҡыс буйлап һөйрәү буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Быға тиклем Рәсәй һәм Евразияның элекке рекорды 78 тоннаға тиң ине. Башҡортостандың 6 атлеты элекке рекордты яңыртырға ниәтләп йыйылды. Өс этаптан торған көсөргәнешле алышта, көн дауамында 3 тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекордын яңыртырға өлгәшә алды улар. Сығыш яһаған рекордсмендарға:  Денис Ваһапов, Альберт Мостафин, Айҙар Байсурин, Марсель Мурзин, Алексей Серебряков, Арман Үтәгәновҡа рәхмәтемде еткерәм.  Афарин, егеттәр! Уларға тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйем. Уларҙың һәр береһенең иңендә әллә күпме ярыш һәм призлы урындар, көсөргәнешле хеҙмәт, физик һәм рухи әҙерлек ята”.

Источник:https://aulut.ru/articles/common_material/2024-07-25/bash-ortostan-atlettary-3-tap-yr-r-s-y-m-don-ya-rekordyn-ya-yrtty-3861520 

Автор:
Читайте нас: