Все новости

ТОРМОШ УЛ ҠОРАМЫШ ЮРҒАНДАЙ

Башҡортостан Респуб­ликаһының, Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн» билдәһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы Мәрйәм Солтанова ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшен билдәләй. Бөгөн дә тыуған Ма­ҡар ауылында үҙенең 25 йыл элек асҡан музыка мәктәбен­дә етәксе вазифаһында ең һыҙ­ғанып йәшлек дәрте менән эшләп йөрөй ул.Юбилярҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ойошторған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

ТОРМОШ УЛ ҠОРАМЫШ ЮРҒАНДАЙ
ТОРМОШ УЛ ҠОРАМЫШ ЮРҒАНДАЙ

– Мәрйәм апай, абруйлы шәхес булып Ишембайҙа төпләнеп йәшәп ятҡан көйө һеҙ көндәрҙең бере­һендә Маҡар ауылына – тыуған йортоғоҙға – ҡайтып, өп-өр яңы тормош менән йәшәй башлай­һығыҙ. Был нимә, теге япондар кеүек, иллегә еткәс, кәсеп-һөнәр үҙгәртеп, яҙмышты яҙлыҡтырып, йәшәреп йәшәүгә ынтылыш булдымы, әллә унан да мөһимерәк сәбәп бар инеме?

– Маҡарға ҡайтырға ҡарар ит­кәндә миңә, туғанҡайым, илле түгел, алтмыш тулғайны инде. Минең вазифаларым да етерлек ине: депутатмын, судта – заседатель. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Ишембайҙа ҡала мәҙәниәт һарайында, Кинйәбулат ауылында хорҙар ойоштороп, «Ха­лыҡ» исеме алып бирҙем; стадионда Еңеү көнөнә арнап 600 кешенән торған ҡатнаш хор менән сығыш яһаныҡ. Эйе, ҡала һәм район мәҙәниәтен, атап әйткәндә, хор-йыр сәнғәтен күтәреүгә ҙур өлөш индерҙем. Ләкин тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын йөрәкте бер уй телеп, һыҙлатып йонсотто: ниңә һуң сәнғәттең кешенең күңелен үҫтерә, рухын асманға тоташтыра торған төрө менән Маҡар балалары шөғөлләнә алмай? Ауылымды яратам, тип оран һалыу менән генә ауыл үҙгәреп китмәй бит!
   1998 йыл. Тыуған нигеҙҙә ҡус­тым йәшәне. Ҡасан ҡайтып инһәң дә – ишек асыҡ. Нигеҙенә йомран оялап ултырмай – күңелгә шул да йылы бирә. Ләкин... 19 августа ҡустым баҡыйлыҡҡа күсте, мин 20 августа ҡулыма ауылда музыка мәктәбе асырға тигән ҡағыҙ алып, ҡайтып төштөм. Төшкәс тә донъяла күңелде йылытырлыҡ берҙән-бер нурлы йорт ошо икәнен төшөндөм. Әлбиттә, нимәгә тотонайым тиһәң, шул юҡ. Кем әйтмешләй, ун икенең бере юҡ тиһәң дә була: кластар юҡ, йыһаз юҡ, музыка ҡоралдары юҡ. Улым Радик Өфөлә ине. «РИА»ла эшләй. Ул үҙенең офисынан йыһаз ебәрҙе; әлегә миңә келәт биргәйнеләр – шунда тултырҙым, парталар алып бирҙе; ҡыҙым Ризә­лә бәләкәй баяндар һатып алды; Ишембай һалым инспекцияһы етәксеһе Ринат Мөхәмәтов ике пианино бүләк итте; китаптар үҙемдеке бар ине, ә уҡытыусыларҙы балалар баҡсаһынан, дөйөм мәктәптән йәлеп иттем.

– Ә тыуған йортоғоҙ? Ул йә­шәрлек инеме?

– Ҡыш һыуыҡ булды: яҡһаң – йылына, саҡ ҡына торһа, һыуына. Тәүге ҡыш ауыр сығылды, үтә һыуыҡ көндәрҙә сиратлап туған­дарҙа йоҡлап йөрөлдө.

Ағас тирмән ауыр була –
Беләккәйҙе талдыра.
Ата йорто яҡын була –
Йөрәккәйҙе яндыра,
ти бит йыр...

 – Тыуған-үҫкән йорт шул. Һин уны күрҙең. Эсендә лә ултырҙыҡ. Ләкин мин ул йорт булмаған хәлдә лә ҡайтыр инем. Сөнки ул миңә икеләтә яҡын: беренсенән, уны атайым Ғәзизрахман менән әсәйем Мәхмүзә һалған; икенсенән – унда минең кендек ҡанымды һаҡлаған ағас – «Мәрйәмбикә ағасы» үҫә. Ул былай була: мин бөркәнсек – битлек менән тыуғанмын. Атайым шул бөркәнсек менән бала ятҡылығын ергә күмә лә шунда уҡ ағас ултырта. Ҡан тартамы, йән тартамы – ҡайҙа ғына барһам да ун көндән артыҡ була алмайым: күңел гел тыуған йортҡа тартыла.

– Ғәжәп икән...

– Ғәжәп хәлдәр күп ул. Улым Радик Солтанов менән Мәккәгә бар­ҙым. Ун алты кешебеҙ. Ҡәғбәне урап йөрөйбөҙ. Һәр мөйөшөндә полиция тора – ташҡа ҡағылдырмайҙар. Нисектер шулай килеп сыҡты, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым – ташҡа битем менән терәлдем. Ҡайтҡас Йәнәле тауына менеп ауылыма ҡарағым килде. Ярҙамсым Флүр менән эс­кәмйәлә һөйләшеп ултырабыҙ. Төн. Сәғәт 12-се ярты. Ҡапыл бик ҙур, яҡтырып торған шар төшә башланы. Мин тиҙ генә «Әлхәм» доғаһын уҡый башлағайным – шар ҡапыл юҡ булды. Доғаларҙың ҡөҙрәтен мин шунда төшөндөм. Нимә булды был? Уйландым. Аҙаҡ шундай фекергә килдем: ауылыма ҡайтып, балаларҙы матурлыҡ, илаһи моң донъяһына яҡынайтҡан өсөн Аллаһ Тәғәләнең фатиха-рәхмәте булды, ахыры. Ә бит музыка менән шөғөл­ләнгән балаларҙың араһында бер насары юҡ. Мәсәғүт педагогия училищеһында ла ун йыл эшләү дәүерендә күпме студенттарға музыканан һабаҡ бирҙем. Ҡалала сәнғәт мәктәбендә уҡыттым, ҡайҙа эшләһәм дә һөнәремә бөтә ихлас­лығымды һалдым, ваҡыт менән иҫәпләшмәнем. Әлдә ирем, Ирек Мирза улы, эшемде аңланы, бөтә булған концерттарыма йөрөнө. Смотр ваҡыттарында төнһөҙ ҡайтып булмай – бер ҡасан да көнләшеп үҙен дә, мине лә кәмһетмәне.

– Мәрйәм апай, ирегеҙ тура­һында үткән заманда һөйләй­һегеҙ...

– Эйе, ул илле йәшендә генә китте. Оҙаҡ та ятманы. Иң һуңғы әйткән һүҙе: «Мин бит һине шулай ныҡ яратам, тупанасым!» – булды. Балаларҙы ла ҡарашты. Радик спортсы булғас, уға калорияһын иҫәпләп, үҙе әҙерләп ашатты. Сирек быуат ғүмер бергә йәшәгән дәүерҙә бер ауыр һүҙ әйтмәне. Уны юғалтыу һағышын асылда ошонда, Маҡарҙа, яңы эш менән баҫтым һәм йырҙар яҙа башланым.

– «Тыуған ерҙең тартыу көсө» тигән төшөнсә лә бар бит. Миф­тарҙа, легенда-әкиәттәрҙә батыр­ҙар тап үҙ тупрағынан, үҙенең эскән һыуынан көс ала...

– Эй-й-й! Һуғыш йылдарында аслыҡтан ҡотҡарған тау-урман-ҡырҙарҙы нисек онотаһың?! Йәнәле тауында үҫтек беҙ. Йырым да бар шул хаҡта. «Йырҙар аша артыҡ иртә белдем йырһыҙ йәшәү – йәшәү түгелен», тигәндәй, йырға бик иртә ылыҡтым. Әле сабый саҡта бағана башына менеп ултырып алам да ауыл көйҙәрен һуҙам икән. «Кем балаһы йырлай ул?» – ти икән үтеп барыусылар. «Ниңә, теге Мәх­мүзәнең һатып алған ҡыҙы бит – Мәрйәм», – тиҙәр икән.

– Ниңә, һеҙҙе һатып алғандар­мы ни?

– Эйе, Маһира апайымдан һуң ни эшләптер атай-әсәйемдең 5 балаһы тормаған, шуға мине тәҙрә аша һатып алғандар. Хаҡына кендек әбейгә күлдәклек ситса һәм галош биргәндәр.

– Ул заманда күлдәклек туҡыма һәм галош ҙур бүләк һаналғандыр инде – 1938 йыл бит. Ауыр заман.

– Ер менән ҡуша туңып, умырзая төҫлө бергә терелеп үҫтек инде. Атай – һуғышта, әсәй – артелдә, йүкә ағасын һыҙырып, ебетергә күлгә һалалар. Һыуҙы кисеп йөрөп эшләйҙәр. Кискә аяҡтары гөбөләй шешеп ҡайтып инә, ә иртәнсәк – тағы эшкә. Ул тороп, эшкә китә алһын өсөн, аяҡтарын бау менән түбәгә күтәреп бәйләп, аҫып ҡуябыҙ. Апайым да эшләне, өҫтәүенә, мал ҡарай – һыйырҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ. Улы ла эшкә сыҡты. Мин урмандан сыбыҡ-сабыҡ ташыйым. Ирҙәр булмағас, бүре әр­һеҙәйҙе – ауылға уҡ килеп инәләр. Шуға Ғәйсәр исемле малай ме­нән йөрөйбөҙ утынға. Ә бер көндө балтаһыҙ киткәнбеҙ. Һындырырға көс юҡ – бәләкәйбеҙ. Шулай ҙа нимәлер алып ҡайттыҡ. Ут яҡтыҡ, ҡаҙанда һыу ҡайнай башланы. Үлән һалдыҡ бешерергә – исмаһам, эскә төйөр төшһөн, тинек. Ер ҡарҙан әрселһә, башта йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ йыябыҙ, унан еләк өлгөрә, шунан сейә, муйыл, балан; тамыраҙыҡтар – ҡыҫҡаһы ошо Йә­нәле-тау, Селтербей, Урманауҙы беҙҙе астан үлтермәне.

– Ә бына хәҙерге көнкүрешегеҙ? Хәҙер бит бында бөтөнләй башҡа донъя. Ҡатлы бөхтә йорттар, урам эсендә – яһалма күл, унда ҡыр өйрәктәре бала сығара, һыуында форелдәр йөҙөп йөрөй; ҡайҙа ҡарама – йәшеллек, сәскәләр. Әй­терһең дә, ҡапыл бер оазисҡа килеп инәһең...

– Хәҙер шулай. Бая әйткәнемсә, башта ныҡ ҡыйын булды. «Әсәй, әллә кире Ишембайға ҡайтаһың­мы?» – ти улым. Йәлләй. «Юҡ, – мин әйтәм, – ҡайтмайым. 60 бала уҡый миндә! Эҫендем шуларға». «Улай булғас, йәй өй төҙөйөм», – ти Радик. Арыуыраҡ ерҙәр булһа ла, Радик өйҙө элекке нигеҙгә ултыртты, 20-ләп машина сүп-сар сығарып түкте, тирә-яғын ҡойма менән уратып алды. Төҙөнө өйҙө. Газ үткәрҙе. Һыу баҫа ине – ағастар ултыртты, торбалар үткәрҙе. Күп тә үтмәне, ташландыҡ сүп-сап баҫҡан урын ожмах баҡсаһына әүерелде. Өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөттө. Мәктәпкә ике тапҡыр евроремонт яһатты, өр-яңы парталар, ҡыйбатлы ултырғыстар, тәҙрә ҡорғандары алды. Ризәлә, әйткә­немсә, баяндар алдырҙы, эш гөрләп китте, уҡытыусыларҙың да, ауыл халҡының да күңеле күтәрелде.

– Һеҙҙең ҡайтыу ғына күп­ме мәсьәләне хәл иткән! Бала­ларығыҙҙы ниндәй генә доғалар менән үҫтерҙегеҙ, Мәрйәм апай? Әле бына һеҙҙең менән һөйләшеп ултырғансы ғына улығыҙ әллә нисә шылтыратты, хәлегеҙҙе белде.

– Мин гел Аллаға ышанып йә­шәнем. Балаларыма яҡты киләсәк һораным. Үҙебеҙ кешегә ярҙамсыл, изгелекле булдыҡ. Бер генә миҫал: Радикты машина төрттөрөп китте. Бала дүрт ай дауаханала гипста ятты. Ирек тә, мин дә бөтә көсөбөҙ­ҙө баланы аяҡҡа баҫтырыуға йү­нәлттек. «Ғәйеплене ниңә яуапҡа тарттырмайһығыҙ?» – тинеләр. «Беҙҙең өсөн иң мөһиме – улыбыҙ тере!» – тинек. Уйлап ҡараһаң, ул шофер егет махсус рәүештә бәр­ҙерәм тип уйламаған бит. «Бер кемде лә ғәйепләмәгеҙ!» – тигән теләкте прокуратуранан килгән кешеләр магнитофонға яҙҙырып алып китте. Әгәр беҙ судлашһаҡ, балаларҙы урамда ҡалдырып, ап­текаға ингән тәрбиәселәренә лә эләгә ине, бәрҙергән шоферға ла. Күрәсәгебеҙ булғандыр. Һынау бит бәндәгә бушҡа бирелмәй. Беҙ ул һынауҙан хуш күңел, таҙа намыҫ менән сыҡтыҡ, тип әйтә алам хәҙер.
Мин үҙем дә бер ҡасан да, бер кешегә лә этлек эшләмәнем, хә­лемдән килгән ярҙамды күрһәтәм ярҙам һорағандарға; Ирек тә шулай булды – ул, врач булғас, кемдәр генә килмәне! Ҡуйған диагноздары гел дөрөҫ булды. Юғары профессионализмға эйә доктор ине ул. Радик та шуларҙы күреп-белеп үҫте. Музыкаға бик һәләтле булһа ла, спортты үҙ итте. Күрәһең, йәрәхәт алғандан һуң аяҡҡа баҫыр өсөн ныҡышмалы көрәш спорт менән дуҫлаштырҙы, ихтыяр көсөн нығытты, яҙмышҡа баш бирмәй алға барырға өйрәтте. Спорт уға икенсе ғүмер бирҙе – биатлонсы булып китте, СССР-ҙың спорт мастеры.
Ризәлә лә спорт менән шө­ғөлләнде. Уны хатта Артекка ебәр­ҙеләр яҡшы уҡыған өсөн. Ми­нең балалар урамда эт һуғарып йөрөмәне. Ҡыҙым ашарға ла бешерә ине. Күршеләр: «Һеҙҙең балаларығыҙ юҡмы әллә ул?» – ти торғайнылар. Яҡшы уҡынылар. Ризәлә – мәктәптең комсомол ойошмаһы секретаре булды. Хәҙер ҙә ул бик ныҡ ғаиләһенә бирелгән. Өлгөлө ҡатын, әсәй, өләсәй...

– Башҡорт эшҡыуарҙарының иң уңышлыһы булыу өҫтөнә Радик Ирек улы илһөйәрлеге менән дә айырыла бит, Мәрйәм апай. Башҡалар байыҡһа, кеме – Италиянан, кеме ҡайҙан ер ала, вилла һала, ә һеҙҙең улығыҙ үҙенең капиталын Маҡар ауылында ғәжәйеп донъя булдырыу өсөн тотона. Тау итәгенән үткән яҡтыртылған саңғы юлы үҙе ни тора! Ә зыяратты таш ҡойма менән кәртәләтеүе! Ә уның эшмәкәрлеге үҫеп килгән йәш бы­уынға ла үрнәк бит: тырышһаң, уның кеүек көслө лә, уңышлы ла булып була! Ә бына улығыҙҙың Канадала махсус заказ буйынса эшләткән шәхси самолетының бортына «Мәрйәм» исеме яҙылыу тарихы ла шәхсән һеҙгә, әсәһенә, бәйләнешлелер инде?

– Эйе, улым самолетына Мәр­йәм исемен ҡушты шул. Атайымдың һуғыштан яҙған хатында «Мәрйәм ҡыҙым» тигән юлдар бар, шул һүҙҙең атам ҡулы менән яҙылған күсермәһен алып, шул рәүешле яҙҙырған самолетҡа.

– Бына бит! Ниндәй тәрән ихтирам йәшәй улығыҙ йөрәгендә һеҙгә ҡарата. Ҡайҙалыр уҡығай­ным: билдәле шәхестәрҙең био­графияһын өйрәнгәндән һуң, ғалимдар шундай һығымтаға килгән – әсәләрен шәхес итеп танығандар ғына тормоштарында ҙур уңышҡа өлгәшә! Ә бына Радик Ирек улы өсөн Мәрйәм исеме әсәһенең исеме булыу өҫтөнә уңыш кодылыр ҙа, бәлки? Ни өсөнмө? Сөнки һеҙҙең яҙмыш тик уңыштарҙан тора! Үҙегеҙ теләгән уҡыу йорттарына ингәнһегеҙ, Мәскәүгә хор йәмғиәте съезына барыу бәхете тейгән, тормош ип­тәшегеҙ изге күңелле, яҡшы кеше булған; балаларығыҙҙан уңыу, эшегеҙҙән, тыуған ауылығыҙҙан, атаҡлы Ҡарамышевтар нәҫеленән сығыуығыҙ – былар барыһы ла һеҙгә тыумыштан (ә һеҙ бөркәнсек менән тыуғанһығыҙ) бирелгән әлеге уңыш кодылыр ул?

– Ырым-юрауҙар буштан бар­лыҡҡа килмәйҙер – уныһы хаҡ. Ләкин тормошта хәл иткес аҙым­дарҙы аҡыл бизмәненә һалып ҡабул итеү яҡшылыр, тим.
Бына, мәҫәлән, атайым миңә Стәрлетамаҡ педагогия институ­тының математика факультетына барырға ҡушты. Эстән һыҙһам да ҡаршы өндәшмәнем. Математиканан көслөмөн – уны беләм. Атай үҙе лә сауҙа хеҙмәткәре ине – иҫәбе теүәл. Ә бына Стәрлегә барып етеүгә мин үҙемә яҡын уҡыу йортон һайланым – мәҙәни-мәғрифәт техникумын. Әлбиттә, миңә әйттеләр, әгәр һин математик булһаң, фән юлынан китер инең, профессор дәрәжәһенә етер инең... Бәлки! Ә күңел? Сәхнәнән төшмәй йырлап-бейеп үҫкән ҡыҙ үҙен һандар донъяһында нисек тойор ине? Кем­дең күңеле – һандарҙан, ә кемдеке моңдарҙан ярала торғандыр. Әлбиттә, атай башта ярҙамдан баш тартты, изге кешеләр осраны юлымда, һыйындырҙы, аҙаҡ атай үҙе килеп етте. Бына шул. Ошо көнгәсә балалар һәм ололар өсөн күпме йыр ижад иттем! Әле һикһән бишем тулғанда ла, үҙем асҡан музыка мәктәбендә етәксе булып эшләп йөрөйөм. Әлхәмдуллилаһи шөкөр!

– Ә тормош иптәшен һайлау мәсьәләһе нисек булды? Ул осраҡта ла аҡылды алға ҡуйҙығыҙмы?
– Ҡуйҙым. Мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫлашҡан егетем бар ине. Хәлил. Ә бына Өфө сәнғәт училищеһының 2-се курсына күскәс, Ирек ағайығыҙ осраны. Осраны ла миңә бер кү­реүҙән ғашиҡ булды. Ул инде медицина институтының дүртенсе курсын тамамлағайны. Йәй уларҙы хәрби кафедра Ҡазанға ебәрҙе һәм ул шунан тура беҙгә, Маҡарға, килеп төштө. Ә хаттары!.. Әсәйемә уҡыһам, ул аптырай: «Был егет ул саҡлы матур һүҙҙәрҙе ҡайҙан таба икән?» – ти. Кис етте, әсәй менән баш ватабыҙ: егетте йоҡларға ҡайҙа һалырға? Шунан хәл иттек: һарай башына! Эйе, шунда түшәнек урынды, еткән ҡыҙлы өйҙә егетте йоҡлатып һалып ҡуйып булмай бит. Ә инде иртән иртүк атай ҡайтты, бергә ултырып сәй эскәс, уны юлға сығарып ҡуйҙы.
Көҙ Ирек менән өйләнештек. Мин өсөнсө курсты бөтөүгә, бала тыуҙы. Ирек инде Дыуан райо­нына эшкә ҡайтты. Бер айлыҡ баланы алып ҡалып, Ирек минең көндөҙгө бүлектә уҡыуымды да­уам иттерҙе! Гел шулай хәстәрлекле булды ул. Хатта студент сағында ла беҙҙең ятаҡта эҫе һыу булмағас, керҙәремде үҙенең ятағына алып ҡайтып йыуа ине.

– Тимәк, Мәрйәм апай, эште – күңел, ә тормош иптәшен аҡыл менән һайланығыҙ?

– Шулай һәм шулай уҡ түгел дә: Хәлил беҙгә алыҫыраҡ ҡәрҙәш ине. Әсәй шуға ишаралап һуҡрана ине йыш ҡына; ә Ирек сикһеҙ яратыуы менән минең күңелде арбаны, миңә дуҫ та, терәк тә, балаларға яҡшы атай ҙа, ата-әсәмә хәстәрлекле кейәү ҙә булды. Яңынан тыуып, яңынан тормошҡа сығырға булһам да мин тик уны һайлар инем.

– Мәрйәм апай, Йәнәле, Селтербей тауҙарында үткән йәшлек йылдарығыҙ хаҡында сығарған бик матур йырҙарығыҙ бар. Нисек әле?
Селтербейҙең серле түбәләре,
Серҙәрем күп һеҙгә һөйләргә;
Ярты йәнем һеҙҙә тороп ҡалған –
Инде хәҙер нисек түҙергә?!

– Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, тик онотмай тәүге мөхәббәтен үҙенең, тигән шиғыр юлдарындағылай, бән­дәнең күңел ҡотоптарында гел яҡ­тырып торған йондоҙо – тәүге саф тойғолар һаҡланырға тейештер инде ул. Үткән ғүмер – ҡорамаларҙан торған юрған кеүек бит ул. Һәр ҡораманың үҙ тарихы, үҙ төҫө, үҙ моңо. Ул йыр кеүек – һүҙҙәрен алып ташлап булмай. Һәр биҙәк үҙенсә ҡәҙерле. Уларҙың барыһы ла бөгөнгө Мәрйәмдең бер өлөшө. Мәрйәмде Мәрйәм иткән өлөшөнә төшкән көмөшө.

– Мәрйәм апай, һеҙҙең дә, шулай уҡ һеҙҙең үксәгә баҫып үҫкән минең быуын да тигеҙлек хөкөм һөргән Совет заманында тыуып-үҫеп, бауыр ҡалҡытып, кем олоһо, кем кесеһе булған ке­шеләрбеҙ. 90-сы йылдарҙа тормош үҙгәрҙе – ижтимағи формация алышынды, берәүҙәр – бай, икенселәр – урта, өсөнсөләр ярлы булып ҡалды. Һеҙ был бүленештең тәүгеһе рәтендә. Ошо һорауҙы биргәндә, бер ҡарһүҙ иҫкә төштө. Африкалағы бер ҡәбиләгә миссионер килгән – дин тарата. Ҡа­сандыр беҙгә лә килгәндәр бит Мысырҙан, шуның кеүек. Ауылдан ауылға йөрөй икән был сәхәбә. Физик торошо яҡшы булғандыр был мосафирҙың – бик шәп бара икән, ә уны оҙатып йөрөгән аборигендың хәле ҡайтыш. Шулай йөрөй торғас, былар ялға туҡтаған. Сәхәбәгә тиҙ хәл ингән, юлдашына киттек, ти икән. Быға ҡаршы абориген: «Юҡ, әфәнде, беҙ бик шәп киттек, тәнем һеҙҙең янда булһа ла, йәнем артта ҡалды. Уны көтмәй алға китеп булмай – килеп етһен инде», – ти икән. Шуның кеүек, һеҙҙең психология, күңел торошо теге дәүерҙә, осто осҡа ялғап йәшәгән дәүерҙә, тороп ҡалманымы?

– Эйе, аңланым. Шулай: ҡайҙа барһам да вертолет йә самолет көтөп тора. Сит ил курорттарында йылына өс-дүрт тапҡыр үҙебеҙҙең шәхси самолетта барабыҙ. Германия дауаханаларында дауаланам. Йорт, әлбиттә, тулыһынса минең ҡарамаҡта, ләкин ярҙамсыларым, машинам, шоферым бар.
Әммә донъя ҡуласа – әйләнде­реп килеп бер баҫа, тигәндәй, үткән заманды хәтерҙән сығарып ташлап булмай! Әлеге ҡорама юрған ҡорамыштарының күп өлөшө шул саҡта ҡоралған бит. Мин – һуғыш балаһы. Бая әйткәнемсә, үлән менән туҡланып, ярҙан ятып һыу эскән бала. Бәләкәй генә ҡулдарым менән күпме арҡан иштем икән? Әсәй һуғыш йылдарында боҙло һыу кисеп йөрөп эшләп ярты һаулығын юғалтҡайны. Уның өсөн арҡанды мин ишәм – норма ҙур. Норма тулһа, мәктәпкә барам, тулмаһа – юҡ. Арҡанды ишеүгә еткергәнсе һалабашты ҡабығынан айырабыҙ. Хәҙер «Йүкә үр!» бейеүен сәхнәнән генә ҡарай халыҡ, ә беҙҙең өсөн ул кәсеп ине. Мин эшләйем – әсәйгә трудодень яҙалар.
Һуғыштан һуң да бит тормош шунда уҡ яҡшырып, иркенәйеп китмәне, аҙнаһына бер-ике итле аш эләкһә, бәхет! Әсәй миңә һәр саҡ: «Ҡыҙым миңә пенсия эшләп бирҙе!» – тиер ине. Эйе, хәҙер илдән-илгә үҙ самолетыбыҙҙа осоп йөрөйбөҙ, ләкин мин, яңынан йәшәргә тура килһә, яңынан шул арҡан ишкән, тауҙар ҡыҙырып йыуа йыйған, тиңдәштәр менән гөр килеп һыу ингән, тауҙарҙа усаҡ яғып йырлашып ултырған сағыма ҡайтыр инем.
Унан һуң бит байлыҡ бына әле өҫкә кейгән кейем, ятып-тороп йөрөр урын-ер, ашаған-эскән генә түгел, ул йәшәү дәүеребеҙҙә йыйған аҡыл, тәжрибә. Тәүгеһе хаҡында байлыҡ – бер айлыҡ, тиһәләр, һуңғыһы үҙебеҙ менән баҡыйлыҡҡа күсә торған һиммәт. Шуға ла бар тип осоноу, юҡ тип ҡайғырыу ҙа килешмәй. Барыбыҙға ла – бер Ай, бер Ҡояш. Китһәң – 2 метр ер.
Бала саҡта бит икмәккә май йә бал яғып бирһәләр, бәхетле инек! Бына шул бала саҡтан эйә­реп килгән бәләкәй нәмәнән дә ҡыуаныс таба белеү һәләтен юғалтырға ярамай. Шөкөр итер кәрәк. Шөкөр итә белмәгән кеше алтын бәҙрәфтә ултырһа ла шөкөр итмәй торғандыр...

– Шулай инде, бәндә бәхет эҙләй, ә бәхет үткән көндәрҙә ҡал­ған була шул. Мәрйәм апай, бына һеҙҙең бер мохтажлығығыҙ ҙа юҡ, ә һеҙ күп кенә тауыҡ то­таһығыҙ, бәрәңге, поми­дор, ҡыяр үҫтерәһегеҙ... Был ни­мә, юҡлыҡ кисергән замандан ҡалған ҡурҡыумы, әллә башҡа берәй сәбәбе бармы?

  – Туғаным, был күңел өсөн. Төплөлөк бирә. Ерҙә йәшәйбеҙ бит. Йәшәүҙең мәғәнәһе, тәме, йәме – ерҙән, ҡара тупраҡтан. Аҡсаға ҡарап ҡыуанып, һоҡланып ултырып булмай, ә бына сәскән орлоҡтарҙың шытып сығыуын, үҫеүен, сәскә атыуын, тәүге емештәренең килеп сығыуын күреү – оло кинәнес! Та­уыҡ ояларынан йомортҡа йыйып индереү ниндәй күңелле! И-и-и... Ауылда ауылса йәшәге килә!

  – Бер кемгә лә сер түгел: беҙҙең йәмғиәт бер-береһенең шатлығына ҡыуанып йәшәр дә­рәжәлә камил түгел, киреһенсә, был минән артыҡ булып китмәһен, тигән кеүек, түпәләргә генә торалар, ә инде емешле ағасты бигерәк тә йыш һәм аяуһыҙ һелкетәләр. Уңышлы ҡатын булараҡ, һеҙҙе лә тормоштоң аяуһыҙ һәм яҙылмаған был ҡануны урап үтмәгәндер?..


  – Ә миңә, туғаным, көнсөлдәр көс бирҙе! Улар шуны аңламай: Аллаһ Тәғәлә кешегә һәләтте бурыс итеп бирә. Булған һәләтеңде асаһың икән – Аллаһ ҡаршыһында бурысыңды үтәйһең. Бына йыйылыш бара – партияның ҡала комитетынан вәкил бар. Әхирәтем минең менән йәнәш ултыра. Бергә уҡыныҡ, бергә эшләнек – дуҫлығыбыҙ йылдар һынауын үткән. Мине «Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә тәҡдим итәләр. Шул саҡ әхирәтем һикереп торҙо:
   – Ә ниңә Мәрйәм Солтанованы? Ә ниңә гел генә уға?! – ти был.
«Ул бер түгел ике-өс хорҙы етәк­ләй, депутат, судта – халыҡ заседателе. Кинйәбулат ауылында ла сәнғәт мәктәбенең филиалын юллап йөрөп астырҙы, – тине горком вәкиле Ғаяз Садиҡ улы Нафиҡов. – Ә уның «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем алыуына ла ун ике йыл үткән!» Ҡырҡ алты кешенән ҡырҡ икеһе риза булды – исем бирҙеләр.
Ул заманда китап алыу ҙа бик ҡатмарлы ине. Макаренконың дүрт томы килгән. Китаптарҙың кемгә эләгеүе билдәһеҙ – яҙып, ҡағыҙҙы төрөп, банкаға һалғандар. Мин: «Һуңғыһы – минеке», тинем. Макаренко миңә эләкте. Хоҙай тәғәләнең ҡөҙрәте инде – бер көндә 2 бүләк – бер юлы. Улым Радик, спорт батальонына эләккәс, армияла булһа ла, күнекмәләр үтер өсөн өйгә ҡайтарҙылар. Был да оҡшаманы халыҡҡа:
   – Ни өсөн Радик өйҙә? Ул бит армияла! – тинеләр.
ОБХСС-ҡа ялыу ҙа яҙҙылар: тикшерегеҙ, ни өсөн Солтанова күп ала аҡсаны? Тикшерҙеләр. Шул асыҡланды: иң түбән эш хаҡы – минеке; иң күп эшләгән дә мин. Бер тапҡыр келәм алғанмын. Шул. Ир үлгәс, күмергә лә запас аҡса булмай сыҡты. Мин ярҙам иткән предприятиелар, коллективтар Иректе ерләүгә кәрәк бөтә нәмәне килтерҙеләр.
Әле лә төрлө һүҙҙәр ишетелеп ҡала ул. Һикһән бишкә тиклем эште ташламауым да кемгәлер оҡшамай. Бәндәгә бит Ай менән Ҡояш та ярамай. Кешегә насарлыҡ теләмәгәс, күңелем таҙа. Бер инәй әйткәйне: «Әйтер һүҙеңде, ҡыҙым, әйтеп бар, күңелеңдә ҡалдырма, рәнйемә, рәнйеһәң, ул кешегә насар була». Шуны тотам: ваҡытында әйтәм дә – бөтәм. Күңелдә һаҡлап йөрөмәйем.

– Мин һеҙҙең дәрес биргәнде күрҙем бит, Мәрйәм апай. Дәрес­тә һеҙ тотош егерме йәшкә йә­шәрәһегеҙ! Көнсөлдәр һеҙ эштән туҡтаған хәлдә лә көнләшеүҙән туҡтамаясаҡ. Быныһы – бер; ә бына Ғүмәр Хәйәм: ҡатын-ҡыҙ йәш булыуҙан туҡтаһа, аҡыл эйә­һенә һәм сағыу нәзәкәтле ханымға әүерелә, тигән.

– Эйе, йәшлек үҙе матур. Олоғая төшкәс, үҙеңә иғтибарҙы күберәк бүлеү кәрәктер. Зауыҡ менән кейенә белергә, кеше менән һөйләшеү, аралашыу манераһын да камиллаштырыу зарурҙыр. Ҡатын-ҡыҙ үҙен төшөрөргә тейеш түгел. Бына минең өсөн ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлелеге эталоны булып Ризәлә Миңнулла ҡыҙы Бикмөхәмәтова торҙо. Профессор. Сәнғәт академияһының дирижер бүлеге уҡытыусыһы. Уның үҙен тота, кейенә белеүенә һәр саҡ һоҡлана инем. Шуға ла ҡыҙыма уның исемен ҡуштым. Башҡорт хорын үҫтереү, пропагандалау буйынса Ризәлә Миңнулла ҡыҙы бик күп эшләне, хор коллективтары конкурстарында жюри рәйесе булараҡ та ҡатнашты.
Әле әйткәндәремә өҫтәп тағы шуны әйтке килә: ҡатын-ҡыҙ, тормошҡа сыҡҡас, ул ир ҡатыны булырға тейеш. Иренә ашарға ла әҙерләһен, өҫтөн дә ҡараһын. Бына минең Иректең алты күлдәге, алты майкаһы йыуылған, үтекләнгән – һәр саҡ әҙер торҙо. Бик бөхтә булды ул. Ҡатын кеше ирен хөрмәт итергә тейеш – шунһыҙ тормош алға бармай. Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы иргә ярҙамсы итеп яралтҡан – шуны оноторға ярамай. Ғаилә – ҡәлғә. Ул ныҡ булһа, ир кешенең күңеле тыныс була һәм ул тауҙар аҡтарыу көсөнә эйә була. Хәҙерге заманда, күп ирҙәр вахта менән эшләгәндә, ҡатын ҡаҙна булырға тейеш. Яуаплылыҡ икеләтә-өсләтә арта, сөнки балаларҙы тәрбиәләү бөгөн тулыһынса ҡатын-ҡыҙ иңендә.

– Мәктәптә эшләгәс, хәҙерге йәштәрҙең психологияһын, эстетик йөҙөн, талаптарын һеҙ яҡшы төшөнә торғанһығыҙҙыр. Хәҙерге йәштәр һеҙҙең быуын йәштәренән нимәһе менән айырыла?

– Мин 1956 йылда тамамланым урта мәктәпте. Нисек әйтергә? Беҙ дәртлерәк, ойошҡаныраҡ инек. Гел бер-беребеҙ менән аралашырға ынтылдыҡ. Өйҙә телевизор юҡ, кино – клубта. Интернетҡа тексәйеп ултырыу ҙа юҡ. Мәктәптә хәҙер ашаталар, яҡшы кейенәләр, ләкин бик инертныйҙар, белгәндәре – телефон. Беҙ рухи яҡтан да, физик яҡтан да бөгөнгө йәштәрҙән күпкә сәләмәтерәк инек.

– Мәрйәм апай, тыуған ауы­лығыҙ Маҡарҙы илһам сығанағы, тип атап буламы?

– Йырҙарҙы мин, ысынлап та, ауылға йәшәргә ҡайтҡас яҙа башланым. Был ихтыяж миңә Иректе юғалтҡас килде ул. Күңелдәге юғалтыу бушлығын йырҙар менән баҫтым. Ә бына йыр өсөн һүҙҙәрҙе башлыса Ишембайҙан сыҡҡан ижадсылар шиғриәтенән алам. Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Әнисә Таһирова, Ғәлиә Кәлимуллина һүҙҙәренә мөрәжәғәт итәм.
Ауыл халҡы менән аралашам, әл­биттә. Ағинәйҙәрҙе ойоштороп, уларға йыйылырға бүлмә эшләт­тем, балаҫ һуғыу станогын алып бирҙем, ярҙамымдан ҡалдырма­йым. Респуб­лика ағинәйҙәр хә­рәкәте үҫеүгә бик шатмын.
Ижад кешеһе булғанғамы, артыҡ күп кеше менән аралаша ла алмайым. Күңелгә илһам ҡошо килгәндә мин өйҙә булырға те­йеш. Ағинәйҙәр хәрәкәтен беҙҙең ра­йон ҡыҙы Гөлфиә Янбаева башлап ебәргәйне – хәҙер был изге эш киң йәйелде. Ағинәйҙәр бит ауылда йолаларҙы, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә лә ҙур өлөш индерә.
Әлбиттә, туғандарымдың хәлен беләм. Ҡыҙым Ризәләм булыуы – оло бәхет. Ҡыҙлы кеше – наҙ­лы кеше, тип юҡҡа әйтелмәгән, миңә нимә кәрәген күреп-белеп, хәлемә инеп, ҡурсалап, һаҡлап ҡына тора.
Ҡиәмәтлек ҡыҙым да бар – Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиева. Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтуллина – әхирәтем. Тыңлай белә, үҙе белеп ярҙамға килә. «Йылдар үткән һайын табындарҙа һирәгәйә дуҫтар», – тип башҡорт шиғриәте классигы тикмәгә әйтмәгән инде. Ваҡыт иләгенән төшөп ҡалған дуҫтар ҙа юҡ түгел...

– Һеҙҙең кешегә ярҙамсыл икәнегеҙҙе йыш ишетергә тура килә. Йомартлыҡ һеҙҙең өсөн сауап алыу ысулымы, әллә күңел төбөнән килгән ихтыяжмы?

– Әллә... Ни тип атаһаң да булалыр. Кешегә ҡыйын икән – хәлен яҡшыртырға ынтылаһың. Табиптар кеүек инде. Кем юбилейын үт­кәрергә аҡса таба алмай, ә кем – дарыуға, санаторийға. Минең үҙемә бит бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәк икән – улым бирә. Һуңғы әйберемде лә биреп сығарғаным була. «Не оскудеет рука дающего» – ана шул дөп-дөрөҫ. Китап та хуп­лай йомартлыҡты. Биргән менән алғандың сауабы бер түгел инде. Бер кем дә мәңгелеккә килмәгән Ергә – сауап та алыр кәрәк. Әле, юбиле­йым алдынан, улым Маҡарҙағы музыка класы кабинетына Мәскәүҙән өр-яңы йыһаз ҡайтартты, яҡшы ремонт эшләтте.

– Шулай инде, Мәрйәм апай, ашаған белмәй – тураған белә, тиҙәр. Һеҙҙең мәктәпкә Радик Ирек улы ике тапҡыр евроремонт эшләткән, ҡыйығына, тәҙрәлә­ренә, батареяларына, иҙәненә тик­лем алыштырған. Ашханаһында тутыҡмай торған тимерҙән яһалған өҫтәлдәр, кер йыуыу машинаһы, башҡа кәрәкле йыһаз алған. Ә бит, Мәрйәм апай, шундай мәктәптәр бар Башҡортостанда – парталарында бынан 60 йыл элек мин ултыра инем, ә миңә тиклем кемдәр ултырмаған! Ә һеҙҙә – Маҡарҙа – мәктәптең мәжлес залындағы ултырғыстар – үҙҙәре бер сәнғәт есеме! Афарин инде, афариндар! Радик ҡусты һәм һеҙҙең кеүектәр күберәк булһын Башҡортостанда!
Мәрйәм апай, шулай ҙа һора­йым әле: яңынан йәшәргә тура килһә, тормошоғоҙҙа нимәне үҙ­гәртер инегеҙ?

– Ул турала бик ихласлап уй­ланырға тура килмәне былай. Ә бына Мәсәғүт педучилищеһында эшләү йылдарымды үҙгәртмәҫ инем. 1973 йылда атайым ауырып китмәһә, мин унан китмәҫ тә инем. Атай ауырығас, ике балабыҙ менән ҡайттыҡ. Ул 1974 йылда китеп барҙы. Ҡараулы булды. Бер йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ. Атай-әсәйҙең фатихаһын алып ҡалыу һәр кемгә зарурҙыр инде ул. Атай-әсәйеңә ҡараш – ул, минеңсә, кешенең кешелеклелеген үлсәү миҡдары ла. Кешелеклелеккә имтихан тотоу. Был имтихан бер сәғәткә лә, бер көнгә лә туҡтамай. Был – намыҫ эше.

– Тимәк, һеҙҙеңсә, кешелеклелек үлсәме – кешенең ата-әсәһенә булған мөнәсәбәте. Ә тағы?

– Тағы хеҙмәт, тырышлыҡ. Үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләү, яуаплы­лыҡ. Күпме йәшәйһең – шул саҡлы өйрәнәһең. Матур һөйләй белеү эш түгел. Эш булғас, уның һөҙөмтәһе булырға тейеш. Һәм... бәҫеңде белеү. Бәҫеңде ебәрмәү.

– Ә үҙ бәҫеңде белеү менән тәкәбберлек нимәһе менән айырыла?

– Үҙенең бәҫен белгән кеше икенсе берәүгә ҡаты бәрелмәй, ваҡланмай, ғәйбәт һөйләмәй, ҡыҫ­ҡаһы үҙенән башҡаны әүлиә тип белә. Бер нәмәне лә үҙең менән алып китеп булмай. Бөтә кеше лә шулай етеш йәшәһен ине! – бар теләгем шул.

– Һеҙҙең өсөн бәхет нимә? Үҙегеҙҙе һәр саҡ бәхетле итеп тояһығыҙмы?

– Мин бәхетле тип ҡысҡырып йөрөп булмай. Йөҙ процентҡа бәхет­лемен, тип тә әйтә алмайым. Балаларым матур йәшәй – бына ул бәхет. Үҙем дә, Аллаға шөкөр, һаумын. Ошо йәшкә етеү – үҙе бәхет. Ә бына бик иртә тол ҡалыуымды, иремде иртә юғалтыуымды уйлаһам, донъяның бер яғы китек.

– Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Һеҙ нимәгә өмөт итәһегеҙ? Тән генә ҡартая, йән ҡартаймай, тиҙәр – быға нисек ҡарайһығыҙ?

– Бөтә өмөтөм – аҙ ауырыу, анһат үлем. Эшләмәнем түгел – эшләнем, эшемдең емештәрен дә татыным, хөрмәтен дә күрҙем. Бер кемгә лә, шулай уҡ Хөкүмәткә лә үпкәм юҡ. Йән мәңгелек тигәнгә ышанам. Мәңгелеккә тыныс ҡына күсеү насип булһын. Йән мәңгелек булғас, йөрәк ҡартаймай инде ул. Көҙгөгә ҡарамаһаң, йәш икәнмен әле, тип йөрөйһөң. Китаптар уҡы­йым, кроссвордтар сисәм, һәр миҙ­гелдең ҡәҙерен белеп, тәбиғәттән көс алып йәшәргә тырышам. Бе­шеренергә яратам. Ризәләм, кейәү, килендәрем, ейәндәрем килеүгә яратҡан аштарын бешереп ҡуям. Донъябыҙ ҙур ғына – тәртиптә тоторға тырышам. Дәрестәремде яратып үткәрәм. Уҡытыусылар коллективы менән дә аралашыу үҙеңде тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Һәр хәлдә алдағы көнгә өмөт тә, бөгөнгө көндөң йыуаныс-ҡыуаныстары ла, ваҡ мәшәҡәттәре лә, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә китеп бара. Ҡыҫҡаһы – йәшәп ятыш!

– Мәрйәм апай, һеҙ сит ил­дәрҙә күп булаһығыҙ. Беҙҙең көн­күрешкә оҡшаған-оҡшамаған яҡтары ниҙә күренә?

– Ауылдары проект буйынса төҙөлгән. Тота килеп бер ерҙә өй төҙөү юҡ. Таҙалыҡ. Бөхтәлек. Унда иҫкереп, ауылдың ҡотон ебәреп ултырған өйҙәр юҡ. Юлдар яҡшы. Һәр кеше йәшәгән ерен үҙе тәр­типтә тоторға тейеш тә бит. Эш ху­жаларҙан да тора: талапсанлыҡ, тырышлыҡ етмәй.

– Мәрйәм апай, әңгәмәнең башында һеҙ тормош ул – юрған-ҡорамыш тигәйнегеҙ. Был ысындан да шулай бит! Беҙҙә лә булды ул ҡорама (ҡайһы ерҙә ҡорамыш) юрғандар. Ятып алам да шул би­ҙәктәрҙе барлайым. Араларында асыҡтары бар, тоноҡ биҙәклеһе лә, ваҡыт иләүенә түҙмәй туҙғаны ла осрай. Һеҙ ҡорамаларҙан уңды­ғыҙмы? Бөтәһе бер самамы әллә...

– Төрлөһө бар, әммә береһен дә алып ырғытмаҫ инем. Иҫкеһен дә, заманса сағыуын да. Тоноҡтарын – сағыуыраҡтар, иҫкеләрен – яңы­раҡтары, серектәрен ныҡлылары тотоп тора. Улар миңә ана шул күп төрлө булыуҙары менән дә ҡәҙерле. Кеше тормошо – туҡтауһыҙ ағылған сольный концерт кеүек бит ул, унда бер нота ла артыҡ түгел – шун­һыҙ тулы яңғырашҡа өлгәшеп булмай. Ҡартлығына һәр кем үҙ юрғаны, үҙ моңо менән килә. Ете ейәнем, 4 бүләрем, 1 бүләсәрем бар; музыкаға, бейеүгә һәләтлеләр, өлкәнерәктәре тормошта үҙ юлын тапҡан. Бүләр-бүләсәрҙәр әлегә тубырсыҡ ҡына – уларҙан килә­сәктә ниндәй ағастар, ниндәй урман үҫеп сығыр – улары Аллаһ ҡулында, һәр хәлдә ҡурпыларҙың булыуы мөһим.

– Һәм һуңғы һорау. Мәрйәм апай, бер бөйөктөң әйткәне булыр: кешелектең төп ынтылышы – китапҡа инеп ҡалыу. Был тәңгәлдә эштәр нисек һеҙҙең? Ҡәләм осона йыш эләктерҙеләрме?

– Аллаға шөкөр: Ирек Кинйә­булатов, Әнисә Таһирова, Ғәлиә Кәлимуллина шиғырҙар арнаны. Рәлиф Кинйәбаевты үҙемдең биографым тиһәм дә булалыр – минең хаҡта өс китап сығарҙы. Әле, 85 йәшем тулғанда ла шул хәстәр менән йөрөй. Телетапшырыуҙар ҙа эшләнеләр. Улар бит киләһе йәш быуын өсөн кәрәк. Милләттең рухын күтәреп, алға әйҙәп торған аҡ елкәндәй шәхестәре булырға тейеш. Ашаған бөтә, кейгән туҙа, ә ташҡа баҫылған ҡала. Шулай булмаһа, тәүтормош кешеләре теле сығыр-сыҡмаҫтан ташты ырып билдәләр сүкей башламаҫ ине...

– Рәхмәт, Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы! Беҙҙең был әңгәмә лә, таш­ҡа баҫылып, кемгәлер маяҡ, кем­гәлер тылсымлы бер таяҡ булып хеҙмәт итһен. Тормошта икеһе лә кәрәк: тәүгеһе – аҙашмаҫ өсөн, һуңғыһы һикәлтәле, тайғаҡ юл­дарҙа ҡолап имгәнмәҫ өсөн.

 

«Дәрестәремде яратып үткәрәм».
Ире, балалары менән. Өфө, 1972 й.
Дирижер Мәрйәм Солтанова үҙе ойошторған хор менән. 2014 й.
«Балаларым матур йәшәй – бына ул бәхет», – ти Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы.
2022 йылда Мәрйәм Солтанова  «Мәҙәниәт илсеһе» миҙалына лайыҡ булды.
«Дәрестәремде яратып үткәрәм».
Автор:Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Читайте нас: