Все новости
Проза
22 Июля 2025, 13:54

Бәхет мине һуңлап тапты. Г.Солтанова

Был көндө ҡырға төшкө аш алып киткән ағайымды атайым атҡа ултыртып алып ҡайтты. Юғиһә уның бер ҡасан да атайҙы көтөп ҡалғаны юҡ ине. Сөнки уны өйҙә эш артынан эш көтөп кенә тора. Ул көндө үгәй әсә үҙ алдына мығырлап йөрөнө: ат тиҙәгенә барырға кәрәк, алабута урып ҡайтырға кәрәк, картуф баҡсаһын ҡый баҫып килә, ҡайҙа йөрөй был мөртәт?!

Фото Г.Рахметовой
Фото Г.Рахметовой

Ауыл ҡапҡаһынан ат күренгәс, ҡаршыларына саптым. “Атай, ағай ҡайтманы. Ағайым ҡайҙа?” Ул өндәшмәне. Бесән тейәгән арбаһына ла ултырмаған, бер ҡулына дилбәгә тотҡан да, йәйәүләп ҡайтып килә. Шул ваҡыт бесән өҫтөндә ятҡан ағайымды күреп ҡалдым. “Ағай, әсәй һине әрләй, ниңә ҡайтманың?” Ул өндәшмәй, күҙҙәре лә йомоҡ ине. Ҡайтып еткәс, атайым әсәйҙе саҡырып сығар, тине. Әсәй сыҡты. Атайым бик уҫал итеп: “Ас ҡапҡаны!” - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ат ишек алдына инде. Әсәй эштең ниҙә икәнен бик тиҙ аңланы күрәһең, ағайымды күтәреп инеп килгән атайыма ишекте ҙур итеп асып индерҙе. Һикегә индереп һалғас, ағайымдың битенә аҡ яулыҡ япты. Мин уны йоҡлай, тип уйланым. Атайым уның эргәһенә ултырҙы ла, башын эйеп илап ебәрҙе. “Исмаһам, миңә тип алып килгән күкәйҙе лә ашмаған бит. Бәлки, иҫән ҡалыр ине балам...” “Аллаһ үҙе биргән, үҙе алды. Илап бер ни эшләп булмай. Бер тамаҡ кәмене”, - тине үгәй әсә. “Һин ни һөйләйһең, ҡанэскес зат?! - тип ултырған урынынан һикереп килеп торҙо атайым. - Бар Шәмсетдин ағайҙы саҡыр, ул үҙе белә нимә эшләргә кәрәклеген”.

Әсәй күршеләргә инеп китте. Аяҡ араһында буталып йөрөмәҫкә ҡушылғас, мин мейес артына инеп боҫтом. Шәмсетдин бабай эштең нимәлә икәнлеген бик тиҙ аңлап алды. “Башына еттегеҙ баланың. Ҡаҡтың һин уны Хәлисә. Ашарына ла бирмәй ситнәттең. Астан үлгән ул, ана күренеп тора. Мин уны күреп йөрөнөм, көндән-көн хәлһеҙләнде бала”, - тине күрше бабай.

Икенсе көндө ағайымды йыуып, төрөп, зыяратҡа алып барып күмделәр. “Һинең дә урының шунда, артыҡ тамаҡ”, - тип үгәй әсә ҡаты ғына итеп беләгемдән семтеп алды. Ул ваҡыт өйҙән кешеләр сығып бөткән ине.

1941 йылдың июнь айы ине. Баҡсала бәрәңгеләр сыға башлаған ине. Болонда ҡуҙғалаҡтар өлгөрөп килгән саҡ. Мин ағайымды һағындым. Беҙ уның менән ҡуҙғалаҡҡа бара торғайныҡ. Атайым беҙгә еләк йыйып ашата ине. Ас ҡарынға булғанғамы, унан һуң үлтереп, эсебеҙ ауырта торғайны. Быйыл ағайым юҡ. Атайым да уның үлемен хәйерлегә булһын тип юраны. Әммә хәйерлегә булмаған икән шул. Һуғыш башланды. Атайымды бик тиҙ һуғышҡа алып киттеләр. Ул ғына түгел, ауылдан күп ағайҙар китте. Атайымды ебәрәһем килмәне. Илайым да, илайым. Әсәйем мине: “Илап йөрөмә бында, яҡшыға иламайһың”, - тип мине типкеләп ебәрә. Мин тағы ла мейес артына инеп сүгәләйем дә, үкһеп-үкһеп илайым. Һуңғы кешем, иң яратҡан кешем дә китеп бара. Миңә ни эшләргә инде? Ул ваҡытта миңә ете генә йәш булған. Үҙебеҙең әсәйем бик иртә үлгән. Уны бөтөнләй хәтерләмәйем. Беҙ өс бала етем ҡалғанбыҙ. Оло апайым минән 8 йәшкә ҙурыраҡ ине. Уны ауылыбыҙҙың мәрхәмәтле кешеләре үҙҙәре менән Донбасс яҡтарына, Украинаға алып китте. Инде ағайым да, атайым да мине ҡалдырып китте. Күрше Шәмсетдин бабай менән Гаффә әбей мине үҙ балаларындай яҡын күрә ине. Үгәй әсәйҙең миңә ыжғырып килгән ваҡытты улар йөрәктәре менән һиҙепме икән, әллә ҡайҙан килеп сығалар ине лә ҡул күтәрергә ирек бирмәйҙәр. Уларҙың өйөндә йылы, әрәхәт. Туйғансы картуф ашайым, һоло кеҫәле эсәм. Әммә өлкәнәйеп килгән улдарының һуғышта һәләк булыуы тураһындағы хәбәре килгәс, икеһе лә ныҡ биреште. Килендәре лә үҙҙәренә оҡшап, бик мәрхәмәтле ине. Барыбер мине яҡын итте.

Һуғыш йылдарында күргән михнәттәр үҙе бер китап яҙырлыҡ. Аслыҡ эсте кимерә. Яҙын баҡсала көҙҙән ҡалған картуф күренгеләй. Уның эсендә аҡһыл матдә. Шуны йыйып Гаффә әбейгә индереп бирәм. Ул уға һыу ҡушып, ҡамыр баҫа ла, мейескә тыға. Көлсә бешкән ваҡытта минән дә бәхетле кеше булмай. Бешкәс, ул ҡатып китә, оҙаҡ сәйнәлә, тамаҡ туйып киткән кеүек була. Бөгөн дә мин Гаффә әбей бешергән шул серек картуф көлсәһен һағынам. Ул яһай торған һоло кеҫәлен башҡа бер ҡасан да ашай алманым. Күпме генә тырышһам да, Гаффә әбейҙеке кеүек килеп сыҡмай ине ул. Мин һуғышҡа киткән атайымды көттөм. Ауылға яраланған ағайҙар ҡайта башланы. “Беҙҙең дә атай яраланып ҡайтһа ине”, - тип уйлай инем. Әммә ул ҡайтманы. 1946 йылда Сталинград һуғышынан иҫән ҡатйҡан Ғилимхан ағай мине саҡырып һөйләгән ине: “Атайың менән Сталинградта бергә һуғышырға тура килде. Ундай мәхшәрҙе Хоҙай бүтән күрһәтмәһен инде. Иҫән ҡалмағандыр ул, бисараҡай. Һуңғы тапҡыр окопта бергә яттыҡ. Немецтар менән ике арала бер үлгән ат ята. Ҡышҡы һалҡын үҙәккә үтерлек. Немецтар ҙа, беҙ ҙә шул атты күҙәтәбеҙ. Улар ҙа ас булғандыр, күрәһең. Беҙ атайың һәм тағы ла ике егет шыуышып ат янына киттек. Немецтар атһа, шунда үлгән булыр инек. Улар ҡарап торҙо, ләкин атманылар. Беҙ атты тунап, байтаҡ ҡына ат алып килдек. Бер заман ат янына хәҙер инде немецтар шыуыша башланы. Беҙ ҙә уларға атманыҡ. Шулай итеп сиратлап, аттың һөйәген дә ҡалдырмай, ташып бөттөк. Һуңынан һуғыш башланды. Бер ҡаты ғына бәрелештә атайыңды юғалттым”.

Ғилимхан ағайҙы һуғыш бөткәндән һуң Украинаға, бандеровсыларҙы баҫтырырға ебәрәләр. Ул һуғыштан һуң түштәренә орден-миҙалдар тағып ҡайтты.

Үгәй әсәй атайымды көтмәне лә, буғай. Һуғыштан ҡайтҡан ағайҙар беҙҙең өйҙә йыш булалар ине. Уныһына мин хөкөмсө түгел. Ул мине ҡамасауламаһын, типтер инде, ауылдың бер телһеҙ егетенә кейәүгә бирергә уйланы. Мин илап Шәмсетдин бабай менән килене янына йүгерҙем. “Зинһар, ҡотҡарығыҙ, иҙән аҫтында булһа ла ултырырмын, ҡайҙа икәнлегемде әсәйгә генә әйтә күрмәгеҙ инде”, - тип иланым.

Сания апай: “Иҙән аҫтында йәшәйҙәреме ни, иртәгә үк Ҡазанға ебәрәм. Унда үҙ йүнеңде үҙең күреп, нисек тә йәшәрһең”, - тине. Мин ҡасып ҡына кейемдәремде йыйҙым да, төнөн сығып киттем. Таң алдынан атҡа ултырып, Ҡазанға юл тоттом.

1950 йылдың яҙы ине ул. Ҡазанға килеп эшкә урынлаштым. Буласаҡ ирем менән дә шунда таныштым. Өйләнештек. Балаларыбыҙ тыуҙы. Бик матур йәшәнек. Инде хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрем һөйөндөрә. Аллаһы Тәғәлә үлсәүҙе барыбер тигеҙләй. Бала саҡта күргән михнәттәрем өсөн ул миңә олоғайған көнөмдә матур тормош бирҙе. Бөгөн мин үҙем хәтерләгән, миңә ҡасандыр ярҙам иткән һәр кешегә, ауыл ҡапҡаһынан теҙелешеп һуғышҡа сығып киткән, шул һуғышта мәңгегә ятып ҡалған ауылдаштарым рухына бәйнә-бәйнә доға ҡылам. Үҙемә бәхет һораным. Бәхеткә еңел юлдар юҡ икәнлеген бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәремә лә аңлатам.

Автор: Гөлсирә Солтанова
Читайте нас