Проза
28 Мая 2025, 11:00

Яңғыҙлыҡта үтә ғүмерем...

Беҙ ирем менән 28 йыл ғүмер иттек, ике бала үҫтерҙек. Мин ул йәшәгән ауылда магазинда ревизор булып эшләй инем. Бер көн шулай эшем бөткәс, күрше ауылға ҡайтырға сыҡтым. Юлыма бер егет килеп сыҡты, ошо ауылдыҡы ине ул. “Әйҙә кейемемде генә алмаштырам да, алып барып ҡуям”, - тигәс, ризалаштым. Баҡтиһәң, ата-әсәләре өйҙә булған. Был егет мине индергәс тә: ”Таныш булығыҙ, бына киленегеҙ”, - тип белдерҙе. Шулай йәшәп ҡалдым уларҙа. Һис уйламағанда, килен булып төштөм.

Фото Ф.МустафинаФото Ф.Мустафина
Фото Ф.Мустафина

Үлгән кеше тураһында насар һөйләргә ярамай, тиҙәр. Шулай ҙа артығына зарланмайым. Әммә ул ныҡ ҡаты күңелле кеше булды, эсте. Төрлөсә уйлаған саҡтар булды. Балаларым өсөн түҙеп йәшәнем. Миңә хәҙер 63 йәш, яңғыҙ ҡалғаныма ла ун йылдан ашты. Эшләгән саҡта яңғыҙлыҡ һиҙелмәй ине, хаҡлы ялға сыҡҡас, тоңҡа тапмайым. Йылы йәйҙәр нисек тә үтә ул, бына ҡышҡы һалҡын көндәрҙе уҙғарыу ауырыраҡ. “Ватсап”та күрше ауылда йәшәгән класташ ҡыҙым: “Күршебеҙҙә генә бер ир тол ҡалды. Ул да яңғыҙ, һин дә. Шуның менән таныштырып ҡарайыммы? Бер-берегеҙгә иптәш булыр инегеҙ”, - тине. Уны нисектер өйөмә саҡырырға тартындым. Шунлыҡтан иптәш ҡыҙыма киттем. Күршеһен дә саҡырҙы. Бер нисә генә минут һөйләшеп ултырҙыҡ. Телефондарҙы алышҡас, ул сығып китте. Хатта яһалған сәйен дә эсмәгән ине. Ысын күңелдән әйтәм, ул ир миңә оҡшаны. Һәйбәт кеше икәне йөҙөнә сыҡҡан. Класташ ҡыҙым да шулай ти: “Ғүмер буйы күрше булып йәшәйбеҙ. Уңдыҡ уларҙан. Иптәше генә иртә китеп барҙы”. Ауыл кешеһе белә инде бер-береһен, өҫтәүенә күршеләр ҙә.

Икенсе көндө ул миңә шылтыратты. Тағы бер нисә көндән ҡунаҡҡа килде. Бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Мин үҙемде хатта йәшәреп киткәндәй хис иттем. Миңә лә ҡартайған көнөмдә яҡшы кеше менән йәшәргә яҙған икән, тип ҡыуандым. Үҙемдеке, әйтәм бит, эсте, шуға ла ғүмере ҡыҫҡа булды.

Был хәлде ҡыҙыма һөйләнем. Ул ағайына еткергән. 2 көндән улар миңә килеп етте. Минең ҡабат кейәүгә сығыуыма ҡаршы булыуҙарын белдерҙеләр. “Ҡартайған көнөңдә йүләрләнеп йөрөм инде, әсәй. Ғүмер буйы иҫерек менән торҙо ла, һаман да уға етмәгән икән, тирҙәр. Ккеше араһында эшләйбеҙ, ундай һүҙҙәр беҙгә кәрәкмәй...”, - тинеләр.

Был йәштә балаларға ҡаршы барып булмай бит инде. Күпме ғүмерем ҡалғандыр, улар ҡулына ҡалам бит. Шулай итеп, кейәүгә сыҡмай ҡалдым. Аңлатып шылтыратҡас, теге ир бик борсолдо. “Балаларың йәш бит әле, улар яңғыҙлыҡтың нимә икәнен аңламайҙар”, - тине. Килешәм. Ләкин һүҙемде һүҙ итәм, тип кейәүгә сыға алмайым бит. Олоғайғас, уларҙың да һүҙен тыңларға кәрәк бит. Ҡалайтырға? Их...

Автор:Асия
Читайте нас