Проза
15 Апреля 2025, 14:36

Атайһыҙ "үҙем өсөн” тип бала табыусы вайымһыҙ ҡатындарға бағышлана

Күп тапҡыр ынтылғаны булды Илшаттың унан үҙ атаһы тураһында һорашырға. Кем ул? Ҡайҙа ул? Ни өсөн улар бергә йәшәмәй?.. Тик һәр ваҡыт әсәһенең күңелен әрнетермен тип ҡыйманы. Исмаһам, берәй летчик булды, батырҙарса һәләк булды, тип уйҙырма ваҡиғаны һөйләһә лә, малайға еңелерәк булыр ине. Тик юҡ шул! Атай ҙа… Уның тураһындағы хәбәр ҙә...

Фото Г.РахметовойФото Г.Рахметовой
Фото Г.Рахметовой

Илшат ишек алдына йүгереп инде лә, әсәһе күрмәгәндә тип, тиҙ генә усаҡлыҡҡа инеп юғалды. Бысраҡ курткаһының еңенә мыш-мыш килгән танауын һөртөп, оҙаҡ ҡына бер нөктәгә тексәйеп ултырҙы. Әле үҫмерлеккә аяҡ баҫмаған, әммә күптән инде бәләкәй бала булыуҙан да туҡтаған малай тәрән уйҙарға батты.
Ҡара күҙле был малайҙың кескәй генә күңелендә хис тойғолар даръя булып ярһый ине. Еңел түгел атайһыҙ үҫеүе малайға. Әсәһе тырышҡан була, әлбиттә, уның өсөн барыһын да эшләй. Ҡара таңдан алып кискә тиклем һауында йөрөй. Йорт тирәһендәге ирҙәр башҡармаҫтай эштәрҙе лә үҙе эшләп ҡуя. Тик ул барыбер атай була алмай.
Күп тапҡыр ынтылғаны булды Илшаттың унан үҙ атаһы тураһында һорашырға. Кем ул? Ҡайҙа ул? Ни өсөн улар бергә йәшәмәй?.. Тик һәр ваҡыт әсәһенең күңелен әрнетермен тип ҡыйманы. Исмаһам, берәй летчик булды, батырҙарса һәләк булды, тип уйҙырма ваҡиғаны һөйләһә лә, малайға еңелерәк булыр ине. Тик юҡ шул! Атай ҙа… Уның тураһындағы хәбәр ҙә…
Һыу буйында себеш көткән мәлдәрендә ул зәңгәр күккә ҡарап, күҙҙәрен йомоп, гел хыялдарға бирелә торғайны. Бына ул атаһының елкәһенә ултырып, урам буйлап килә. Күрше малайҙар уға көнләшеп ҡарай. Бына улар бергәләп бесән күбәләй, бына балыҡҡа китеп баралар. Илшаттың өйрәнергә теләге булһа ла, өйрәтеүсеһе булмағанлыҡ тан, белмәгән күп эштәренә төшөндөрә атаһы… Шулай хыялдарға бирелеп ята ла, тәрән көрһөнөп, малай тағы көндәлек – атайһыҙ тормошона ҡайта.
Шулай йылдар артынан йылдар үтте. Атайҙарына арҡаланып, йәберләргә әҙер торған тиҫтерҙәренең бәйләнеүенә лә яраҡлашып яуап бирергә өйрәнде. Туҡмалып, йөҙө ҡанға, йәиһә батҡаҡҡа батып ҡайтҡан мәлдәре лә аҙ булманы. Тик ул түҙҙе. Башҡалар араһында үҙ урынын табырға, ниндәйҙер кимәлдә абруй ҡаҙанырға тырышты. Егет ҡорона ингәндә ул үҙ маҡсатына иреште лә, буғай. Ауылдағы ғына түгел, эргә-тирәләге ауыл ҡыҙҙары ла оҙон буйлы, ҡара ҡашлы, муйылдай күҙҙәре менән йылмайып баҡҡан егет хаҡында хыялланып, төн йоҡоларын йоҡламаны. Әммә тәүге мөхәббәтен Илшат фәҡәт үҙ ауылынан тапты. Үрге оста йәшәгән Ләбибәне бала саҡтан белеп йөрөһә лә, фәҡәт һылыу ҡыҙ ҡорона инеп, алмаланып торған биттәре ай нурындай тумаланып торған сағында ғашиҡ булды егет. Ҡыҙ ҙа битараф түгел ине уға. Шулай матур мөхәббәт тарихы башланып китте. Беренсе эскерһеҙ һәм саф тойғолар. Таңға тиклем һөйләшеп, көлөшөп туя алмай ине ҡыҙ менән егет. Хистәренең эскерһеҙлегенә тамам ышанғас, Илшат Ләбибәгә тәҡдим яһаны. Ҡапыл аптырап та, ҡурҡып та ҡалды шул минутта ҡыҙ. Бары тик оҙон керпектәрен елпелдәтеп, бер Илшатҡа, берсә ситкә ҡарап, өндәшмәй торҙо. Оҙатҡанда ла бойоҡ ҡына ҡайтып китте. Ниндәйҙер һалҡын хәнйәр булып ҡаҙалғайны егеткә Ләбибәнең һуңғы ҡарашы. Юҡҡа булмаған икән.
— Әсмәнең уйнаштан тапҡан балаһына ҡыҙ үҫтереп ултырманым, — тип зәһәрле ҡараш ташлап, ишек төбөнән үк бороп сығарҙы яусыларҙы Ләбибәнең әсәһе.
Шулай йәштәрҙең эскерһеҙ тойғолары селпәрәмә килде. Илшаттың күңел түрендә бала саҡтан уҡ һаҡланып килгән йөрәк яралары яңырҙы. Ошонан һуң егет күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Ләбибәгә, әллә инде үҙенең миһырбанһыҙ яҙмышына ҡарышыпмы, кәйеф-сафа ҡорҙо. Ҡыҙ артынан ҡыҙ алыштырҙы. Тик яңынан һөйөргә, бар күңеле менән мөхәббәт осҡононда янырға форсат бирмәне яралы йөрәгенә.
Бер ауыл йәштәре икенсеһен саҡырышып, усаҡ янында танышып, таңға тиклем йырҙар йырлап үткәргән йылдар. Уйламағайны Илшат үҙенә насип йәрен тап шунда осратырын. Шытып сығып барған шаталаҡ ҡыҙҙар ут янында өйөрөлгән күбәләктәр кеүек уның тирәләй урала. Ә ул ҡараштары менән уларҙың араһында әллә ни айырылмаған, әммә тап шул ябайлығы менән үҙенә йәлеп иткән ҡыҙыҡайҙы эҙләй. Бына ҡараштар ҡушылды, ҡыҙ баҫалҡы ғына ҡарап күҙҙәрен йәшерә...
Туй тураһында һүҙ сыҡҡас, булманы түгел булды Илшаттың йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырған үткәне тураһында еткереүселәр. Зөлхизәнең әсәһе лә ҡаршы төштө. Шулай ҙа ҡыҙ ҡарап торманы, яратҡанына сыҡты. Күп тә үтмәй, әсәһе донъя ҡуйып, Илшатты ғүмер буйы борсоған серҙе ҡуша алып китте.
Төрлө ваҡыттар булды йәштәрҙең тормошонда. Әммә Илшат бер ваҡытта ла насар атай булманы. Бер-бер артлы буй еткергән балаларына һөйөнөп туя алманы. Үҙенә бала саҡта шул тиклем етмәгән атай һөйөүен сабыйҙарына артығыменән бирергә тырышты. Тик һуңғы көндәренә тиклем бала саҡта тиҫтерҙәренең “атайһыҙ” тип йәберләгән һүҙҙәре күңел түрендә һәр ваҡыт яңғырап торған кеүек тойолдо.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас