Аҡланырлығым юҡ, дуҫымдың ҡатыны янына, ул яңғыҙ ҡалғас та, ингеләнем... Алдап ҡына ҡотолоп булмаҫтыр бында.
– Эйе, шулай, дөрөҫөн еткергәндәр һиңә, – тип ихлас асылырға ҡарар иттем. – Бәлки, һиңә тиклем дә минең тағы бер ҡатыным булғанын әйткәндәрҙер? Өйләнергә йөрөгәнемде лә кешенән ишеттеңме? Үҙем тәҡдим яһаманыммы һиңә, онотҡанмын инде хәҙер, ғәфү ит. Эйе, һине осратҡансы минең йөрөгән ҡыҙҙарым, алам тигән кәләштәрем күп булды. Ҡайһыларының артынан үҙем саптым, бәғзеләре үҙҙәре муйыныма аҫылынды... Ләкин шуларҙың бөтәһе араһынан мин тик һине һайланым, башҡа береһен дә түгел!..
Һуңғы һүҙҙәрҙе әйтеүемә бергенәмдең һытыҡ-илаҡ йөҙө яҡтырып, йәшле күҙҙәренән бәхет сатҡылары һибелде. Хәҙер, минең йөрөмтәллегем тураһында имеш-мимеш ташыусылар килһә, ҡатыным, әллә мине тынысландырып, әллә үҙен йыуатып, уларға минең ышандырыуым менән яуаплай: ”Ул бит мине һайланы!”