Проза
5 Марта 2025, 11:01

Сампришал бабай (булған хәл). Р.Вәлиуллина

90-сы йылдар... Һуғыш инвалиды Камалетдин исемле бабайға хөкүмәт "Ока" машинаһын бүләк итә. Бабай машинаһын алып ҡайта ла, ҡыуанысынан, бер нисә дуҫын эйәртеп, машинаһын “йыуырға” ауылдан ун ике саҡырым тирәһендә ятҡан урман ситендә аҡҡан шишмә буйына киләләр.

Фото Ф.МустафинаФото Ф.Мустафина
Фото Ф.Мустафина

Ҡыуаныслы Камалетдин бабай әбейе һалған аҙыҡтарҙы, яртыһын да ҡуйып, бер нисә мәртәбә нисек итеп ҙурлап машинаны тапшырғандарын һөйләп ала... Ашап, эсеп йырлашып арығандан һуң, ҡайтырға сыҡһалар... Ҡараһалар, машина урынында юҡ!
- Хәйерсе, әллә урлағандар инде, - тип аптырай бабай.. – Ярар инде, насип булмағандыр! Сам пришел, сам ушел, тик бына минең сатан аяҡ менән нисек ауылға ҡайтырға? – тип ҡайғыра...
Шул саҡ урман буйлап машина килгәнен күрәләр. Камалетдин бабайҙың дуҫтары, машинаға ултырып ҡайтабыҙ тип ҡыуанып, ҡулдарын күтәреп машина ҡаршыһына йүгереп сығалар. Тик саҡ тайпылып ҡалалар. Камалетдин бабайҙың машинаһы шоферһыҙ көйө быларҙың янынан геүләтеп үтеп тә китә...
Баҡтиһәң, Камалетдин бабай машинаһының тормоз рычагына баҫмаған икән. Машина тау битләүенән йөрөп китеп, янғындан һаҡлау өсөн һөрөлгән урман буйлап ергә төшкән. Шулай машина рәхәтләнеп бензины бөткәнсе урман уратып һөрөлгән юл буйлап йөрөгән...
Әбейе иртәләп сельсоветкә бабайының юғалыуы тураһында хәбәр итә... Ауыл менән эҙләргә сығалар быларҙы... Төш еткәс кенә табалар.. Ә ауыл кешеһенә етә ҡала ҡушамат тағырға. Үлгәнсе Камалетдин бабайҙы Сампришал бабай тип йөрөтәләр. Туҡһан йәшкә етеп, мәрхүм булғас, ауыл муллаһы “Сампришал” тип йыназа уҡый башлағас, кемдер:
- Уның исеме Камалетдин, шикелле, - тип әйтеп ҡуйған.
Әйткәндәй, совет заманында кешеләр, балаларына ишеткән ят исем бирергә яраталар ине. Әле минең күрше мәрхүмдең исеме Фрунзе ине...

Автор:Рәхимә Вәлиуллина
Читайте нас