Контузия алып ҡайтҡан чечен яуы ветераны икәнлеген иҫәпкә алып, шартлы өс йыл сәпәнеләр ҙә, быяла хаҡын түләргә ҡуштылар. Бәхеткә ҡаршы, тир ине, әгәр былар бәхеткә инһә. Апаһына күҙен күтәреп ҡарай алмай. Илай шул апаһы, плащы өҫтөнә һалған ебәк шарфы менән битен ҡаплап алып буҫлыға.
— Йә инде… Илама улай, - тигән булды ахырҙа шыбырлап, - Кеше ҡарай…
— Ҡараһын, - ти апаһы үкһеү аша, – оялыуҙан үткәнбеҙ инде…
Бында ла апаһы хаҡлы. Ҡустыһының хеҙмәттән ҡайтҡанына, ике йылдан ашыуыраҡ булһа, шул арауыҡта бындай оятты нисәнсегә кисерә улар. Ауыл советы, милиция тупһаһы кимәленән үтте, хәҙер тура прокурорға саҡырта ла ҡуялар. Хас та танылған енәйәтсе һымаҡ. Уныһы ла «Ҡарағолов» тип танып тора. Таныр ҙа…
Әле үкенеүенән бер фәтеүә лә юҡ Булатҡа, апаһы йәл. Шуға ғына йәне әсей. Тәскирә бит уларҙы, ике малайҙы, әсәләре үлгәс, бер үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙы ҡарайым тип уҡыуын ташлап ҡайтты. Уларҙы йәлләйем, тип, яратҡан кешеһенә лә сыҡмаған, тиҙәр. Быныһын күрше инәй Булатты әрләгәндә: «Һин этте уйлап апаң иргә лә бармай утыра, мына тигән итеп үҙ симъяһын ҡороп, балдарын бағып ятыр ине. Ҡалай һоратты, ҡалай илап китте бит анау егет», - тип бәйән итеп ташлай. Яҙа-йоҙа ишетеүенсә күрше ауылдан булған шикелле уныһы. Апаһы менән бергә уҡығандармы институтта. Хәҙер ҡайҙалыр, Булат бәләкәйҙә булған хәлгә, өйләнгәндер инде.
Ҡайтыусыларҙы ҡапҡа төбөндә генә ҡаршыланы Самат ҡустылары, урам яҡҡа сыҡманы. Ул да оялалыр. Шуға бөгөн мәктәпкә лә бармай ҡалған, күрәһең. Апайҙарының илауҙан шешенгән йөҙөнә йәлләп ҡарап:
— Нишләттеләр тағы, - тип мөңгөрләне кинйәләре.
— Нишләтһендәр, шартлы өс йыл бирҙеләр. Белмәйем, ахыры булырмы бының, шул мине лә ҡәбергә тыҡмайынса туҡтамаҫтыр… - Тәскирә ҡабаттан йәштәренә быуылды.
Күрше Әлифә әбей ҙә аңғара һалып, ҡыштыр-ҡыштыр йүрмәләп килеп етте лә, тарамыш йоҙроғон йөҙө тәңгәлендә уйнатып, ғәҙәтенсә, һыҙырып әрләп ташланы:
— У-уй, бүре йыҡҡыр! Тума! Апаңды һыҡтатыуҙан башың сыҡманы. – Булат тыңлап тормай өйгә инеп киткәс Тәскирәгә боролдо, — Зат затҡа тартмаһа осһы ҡыйыш була тип, шул башһыҙ атаһына ҡошаған инде был малай, ҡыҙым, тас шул алйот бит.
Тәскирә өндәшмәне. Нимә тиһен инде? Бер уйлаһаң, хәҙер уның кемгә оҡшауын асыҡлауҙан ни фәтеүә. Үҙенең атаһы үлеп ҡалғас, әсәһе, әллә нишләп ошонда ҡайҙандыр килеп хасил булған бер әҙәмгә сыҡты ла, ҡустыларын тапты. Шыр алйот булды шул уныһы, эсте лә һуғышты, эсте лә һуғышты. Ярай себерҙә эшләне, былай булғанда ғаиләгә бер генә лә тынғы булмаҫ ине. Унда ла әсәһенең йөрәген бөтөрөп өлгөргән, өлкән улының башланғыс синыфтарҙы тамамлауында күрә алманы. Кинйәһе яңы уҡырға ғына төшөргә тора ине. «Хәлем юҡ, барып күренеп киләм», - тип кенә киткән ерҙән моргтан барып алдылар. Эстән янған, күрәһең…
Ҡустыларын берәүгә лә бирмәне Тәскирә. Ныҡ торҙо. Әсәһен ерләргә ҡайтҡан еренән кире китмәне лә ҡуйҙы. Балаларҙы алырға килгәндәрҙең: «Уҡыуыңды тамамларға кәрәк. Малайҙарҙы хөкүмәт ҡарап торор, унан алырға теләк белдергән туғандарығыҙ ҙа юҡ түгел», - тип өгөтләүҙәрен ҡолағына ла элмәне. Ҡалдыра алмай ине ул бәләкәстәрҙе, әсәһе лә моғайын, «ташлама» тиер ине. Булат менән Самат та, апайҙарына аҫылынып йөрөп үҫкәс, уны әсәйҙән кәм күрмәй, икеһе ике яҡтан ҡосаҡлап алып мәңге ысҡынмаҫтай булып торалар. Нисек тартҡылап айыраһың инде шуларҙы - ҡалдылар.
Шул ваҡыттан алып улар бергә. Тәскирә ситтән тороп уҡыуын тамамланы, ул сессияла саҡта донъяны Әлифә ҡарсыҡ алып ҡалды. Уҫал булып, туҡтауһыҙ һөйләнеп йөрөһә лә, шәп күршеләре, малды ла, малайҙарҙы ла асыҡтырманы.
Булат, мәктәпте бөтөрөп, бер йыл техникумда уҡып өлгөргәйне хеҙмәткә алдылар. Унда йөрөп ҡайтты ла, тик, уҡыуын дауам итергә теләмәне. Саматтары сығарылыш синыфында быйыл. Барыһы ла һәүетемсы, кешеләрсә бара кеүек ине лә һуң. Нимә булды ул был Булатына? Ҡасан шулай боҙолоп өлгөрҙө? Армияға тиклем улай түгел ине бит һуң. Эйе, шаянлығы булды, шуҡлығы арҡаһында үҙенә эләгә лә торғайны. Тик бит был саҡлы түгел ине. «Тегенән» шулай булып ҡайтты ул, бары «тегәнән».
Ике күрше, бит-ҡулы ҡыл иләк ише сатраш сирыш менән ябылған кәкере әбей ҙә, утыҙҙы ашатлап, кәүҙә-һыны сымырылана башлаған ҡыҙ (ауыл үлсәме менән ҡарт ҡыҙ), һәр кеме үҙ уйына батып аптырашып, һикәлтәлә ултырып ҡалды.
***
Оло ҡала вокзалы үҙе бер баҙар. Һатынған-ҡағынғанынан тыш, ултыра-ята ял иткәне, китеү мәлен көткәне, урындағыларҙы бимазалап хәйер һорап йөрөгәне лә, уларҙан ҡала бушҡа алаҡанлағандары ла етәрлек. Шулай ҙа Булатҡа бәйләнгәне юҡ. Бейек пальма гөлө төбөндәге эскәмйәлә ярты көндәй ойоп ултыра. Тороп йөрөр ине -урынһыҙ ҡалыр. Тик ҡуҙғалыр ахыры, тәҡәтһеҙ тартҡыһы килә. Ҡасан килеп алырҙарын белмәй күпме ултырырға була, бәлки улар кискә генә, бәлки бөгөн булмаҫ та әле. Сығыр алдынан шылтыратҡанында: «Бер урын бөгөн-иртәгә бушай, шул көн, шул сәғәттә вокзалда көтөгөҙ, эҙләп табырбыҙ», - тигәйнеләр бит.
Теге көн, һуңғы ғауғаһынан һуң, апаһы, сараһыҙҙың көнөнән, интернеттан контузия алғандарға ярҙам итерҙәй реабилитация үҙәктәре адрестарын ҡараштырырға кереште. Булат үҙе лә шул хаҡта уйланып йөрөй ине. Табиптарҙан ярҙам һорамайса булмаҫ, тигән ҡарарға килгәйне уйының ахырында. Апаһы сайттан-сайттҡа инеп иғландарҙы уҡый торғас Ҡурған өлкәһендә урынлашҡан бер клиникаға туҡталды. «Тормош ауырлыҡтарына юлыҡҡандарға, эскелек, наркомания ҡоллоғона эләккәндәргә бушлай ярҙам итәбеҙ. Дауалау хаҡын килеүселәр хужалыҡта хеҙмәт итеп ҡайтара. Дауалау ваҡыты 4-6 айҙы биләй» тип яҙылған юлдар Тәскирәгә «ҡустың һауығып ҡайтыр» тигән шикелле уҡылды һәм тиҙ арала йыйындырып барлыҡ аҡсаһын тотторҙо ла ебәрҙе.
Төш етеүгә апаһы төйнәп ебәргәндәр менән тамаҡ ялғап алмаҡсы булғайны, кеҫәһендәге телефоны тауыш бирҙе. Алһа тегеләр икән. Ҡоро ғына «Тышҡа сыҡ, шундай-шундай номерлы машина янына кил» тинеләр. Йәһәтләп эҙләп тапты. Руль артындағы ир яҡшылап һорашып та торманы, башы менән генә иҙәп инеп ултырырға саҡырҙы ла, инеп ултырыуына ҡуҙғалып та китте. Машинала Булаттан тыш тағы ла берәү булып сыҡты. Кеше тигәненән килгән һаҫыҡ еҫтән танауын сирып, егет, уға ярты кәүҙәһе менән тотошлай боролоп уҡ баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Тик тегеһенең берәүҙә лә эше юҡ, керле курткаһына бысраҡ башын тартып мышнай бирә. Әллә йоҡлай, әллә иҫерек. Ул да ошо хәлдә дауаланырға китеп бара микән. Былай булһа бик күңелле компания йыйыла.
Өс сәғәттән ашыу юл үтеп, тайгалағылай ҡарағай шырлығына килеп инделәр. Был яҡта ла ылыҫлы урмандар бар икән. Һәр ағасты урап йөрөгәндәй тар ғына асыҡлыҡтар буйлап та әллә күпме арауыҡ барҙылар. Был юл, гүйә, кемделер аҙаштырырға теләгәндәй берсә күренеп, берсә юғалып, берсә икегә, берсә өс-дүрткә саталанып алға тәгәрәй. Ниһайәт, бейек тимер ҡапҡа янына килеп туҡтанылар. Һаҫыҡтан саҡ сыҙап килгән Булат шундуҡ ишек тотҡаһына үрелгәйне, руль артындағы һуҡ бармағын күтәреп «көтөп тор» тигәнде аңғартты ла, әсе итеп сигнал бирҙе. Ул арала эстән биктәрҙе салтырлатып ысҡындырып, ҡапҡаларҙы ҡайырып асып ҡуйҙылар. Машина эскә йөҙөп үткәс, артынса кире йоҙаҡ һалынды. Булат төшөп баҫҡас, ойоған аяҡтарын яҙған арала, бейек ҡоймалар менән уратылған ҡәлғә эсендәге ҙур булмаған йорттарҙы һәм урталағы ике ҡатлы бинаны күҙҙән үткәрҙе. Тәүге ҡат алам-һалам булып күренһә лә, икенсе ҡаттың пластик тәҙрәләре тимер рәшәткәләр менән ҡапланған ине.
Булаттарҙы алып килгән кеше баяғылай баш иҙәп кенә эскә әйҙәне. Оҙон коридор буйлап үткәндә бүлмәләрҙән кемдәрҙер һонолоп ҡарап ҡалды. Икенсегә күтәрелеп, ҡат араларын кәртәләп торған рәшәткә асылғанын көттөләр. Баштан аяҡ ҡара комбинезонға төрөнгән уҫлаптай кәүҙәле һаҡсы ҡулындағы оло бәйләм асҡыстары араһынан берәүһен һайлап алып, эс яҡтан ҡуйылған бер түгел ике йоҙаҡты асып индерҙе. Бындай серлелеккә аптыраны егет, күңеленә шом төшкәндәй булғайны ла, баш табип бүлмәһендә ҡоласын йәйеп ҡаршы алған алсаҡ врачты күргәс, шиктәре таралып китте.
— О-о! Ниндәй егеттәр килә! Рәхим итегеҙ! Рәхим итегеҙ, беҙҙең дворецҡа! – Урта йәштәрҙәге ағай өтәләнеп килеп башта Булатҡа, унан теге хәстрүшкә ҡуш усын һуҙҙы, — Богдан Радионович булам, дауалаусы врач.
Инеүселәр ҙә исемләп танышып, ҡайҙан килеүҙәрен әйтте. Яңы айныға башлаған юлдашы үҙен ниңә бында алып килеүҙәрен аңлатыуҙы талап итә башлағайны, оҙатып йөрөүсе санитар уны йәһәтләп алып сығып китте. «Йоҡлап алғас һөйләшербеҙ» тип ҡалды Богдан Радионович та. Ә Булат врачҡа оҡшаны инде. Уны күргәс тә ҡояштай балҡып киткән булһа, сисендереп тыңлап, тикшереп сыҡҡас ҡәнәғәтлеге арта ғына төштө.
— Яҡшы, бик яҡшы, йәш кеше. Һинең кеүек һау-сәләмәт егеттең дөрөҫ йәшәүе мөһим. Һиңә бит әле ғаилә ҡораһы, донъя көтәһе бар, - тип киләсәккә әллә ниндәй яҡты өмөттәр биргәндәй һөйләнде. Һуңғы оҙайлы ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр рәхәт булып китте. Күңеленә йылы йүгерҙе Булаттың. Аҙаҡ санитарға эйәреп йөрөп постель кәрәк-яраҡтары алып, фәҡир генә палатаға инеп урынлашҡас та, кәйефе күтәренке булды. Арыған тәнен, ниһайәт, ҡаты булһа ла түшәккә һуҙып һалғас, иҫһеҙ булып йоҡлап та киткән. Кемдеңдер ишектән башын тығып: «Киске ашҡа» тип ҡысҡырғанын да ишетмәне, хатта.
***
Булатты, ауыл малайы икәнлеген иҫәпкә алып, һарай төҙөү эшенә ҡуштылар. Был эштә оло йәштәге Палыч тигән берәү менән бөтөнләй малай ҡорондағы ғына үҫмер йөрөй икән. Яңы кешене һынсыл ҡарап ҡаршы алдылар. Артыҡ һөйләшмәнеләр ҙә тигәндәй, шулай ҙа төшкәсә йышыу аппараты аша арыуыҡ таҡта үткәрҙеләр. Төштән һуң бағаналарға соҡор ҡаҙыу менән мәшғүл булдылар. Яңы эшсенең ташлы ергә ломды йән көскә ҡаҙалта һуғып, эре-эре кәҫтәрҙе аҡтарып килтереп сығарғанын ҡарап-күҙәтеп йөрөгән Палыч: «Көсө күп бының, хет һабанға ек», - тип ҡуйҙы.
Ике-өс көндән дауалау үҙәгендә егермеләп кеше барлығын асыҡланы Булат. Башлыса ир-егеттәр, ололары ла, йәшерәктәре лә бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан саҡ ҡына ҡатын төҫө ҡалған икәү ҙә, әллә ниҙә бер күренгән ауырлы берәү. Уныһын да алыҫтан ғына аңғарҙы, йөҙөн сырамытманы ла.
Дауаланыусыларҙың күптәре кешелек ҡиәфәтен юғалта барған халыҡ икән. Эскелектән, наркоманиянан миктәгәндәр әллә һуңғы төйәген эҙләп килгән, әллә туғандары тапшырған үҙҙәрен. Берәүҙәре эшләргә теләмәй ҡарышып ғауғалаша, икенселәре киреһенсә, өтәләнеп йөрөп нимә менәндер була, өсөнсөләре зомби хәлендә «ал» тиһәләр алып, «һал» тиһәләр һалып йөрөй. Палыч кеүек үҙ аҡылында булып, һәүетемсә генә гәпләшеп булғандайҙар ҙа юҡ түгел. Һәр кемгә бурыстар бүлеп бирелгән, ялан кәртәләрҙә сусҡа көтөлә, арыраҡ ҡош-ҡорт, ҡуян ситлектәре теҙелеп киткән. Шуларҙы ашатып, тәрбиәләп көндәре үтә дауаланыусыларҙың. Башҡаларға нисектер, Булатҡа табип иртәле-кисле йотоуға таблеткалар, ике көнгә бер система яҙҙы. Ошо процедураларын башҡара ла, әйтеүҙе лә көтмәҫтән төҙөлөш яғына йүнәлә.
Бергә эшләгән малайҙың бөтөнләй хәл генәһе юҡ. Оҙаҡ йөрөй алмай, «ломка»һы башлана. Үҙ аллы үткәрә алмағанда санитарҙар килеп бәйләп һала, ҙур булмаған доза ҡаҙай. Йәлләй уны Булат. Бер көн «Ҡайһы арала бындай хәлгә төшөп өлгөргән тиһең, бала ғына бит әле», - тигәйне Палып Эдиктың егерме йәшлек егет булыуын әйтеп аптыратты. Баҡтиһәң, бәләкәйҙән теләһә нимә тартып, еҫкәп йөрөп ағыуланып бөткәнме - үҫмәй ҡатып ҡалған икән. Уйлап ҡараһаң, Булаттан өс йәшкә генә кесе, ә икеһен бергә ҡуйһаң айыу менән ҡуян кеүектәр. Палыч бындағы һәр береһенең яҙмыш тарихын белә. Тәүге ҡарашҡа өндәшмәҫ, йомоҡ ҡартҡа оҡшаһа ла, һораһаң-һорамаһаң да нимәлер хаҡында һөйләп, фаразлап алырға ярата. Унан алынған мәғлүмәттәр буйынса бында тормош тарафынан этеп-төртөлгән яралы йәндәр генә йыйылған. Булат та шуларҙың береһе булып сыға инде. Ул быға ла, башҡаһына ла, нимәгә лә күнергә риза, тик шул эскелеккә башҡаса боролоп ҡарамаҫлыҡ ҡына булһын. Апаһының күҙҙәренә ышаныслы итеп баға алғыһы, уның өмөттәрен аҡлағыһы килә.
Ашханала бөгөн төшкө аш шау-шыулы. Утыҙ биш-ҡырҡ тирәһендәге ирҙе оҙаталар. Ул бында дүрт ай дауаланған, буйтым сәләмәт әҙәм төҫө алған, яҡшы ашау, физик эш тәненә ит ҡундырған. Сығыуға тип өҫтөнә лә ҡиммәтле булмаған спорт костюмы кейҙергәндәр. Хушлашыуға һүҙ алғайны, Булат ирҙең ярайһы уҡ шыма телмәренә аптырап ҡуйҙы. Уның ҡаштарын дуғаландырып ебәреүенә Палыч аңлатма бирҙе:
— Уҡытыусы булған был кеше, тарих уҡытыусыһы. Ҡатыны ташлап киткәс эскелеккә һабышҡан. Өйөндә ятып үлер тип күршеләре кем ашалыр ошондағыларға хәбәр иткән дә барып алғандар. Аралашыуға яҡшы әҙәм, культурный. Сыҡҡас эсмәһә ярар ине, бәлки кире эшенә лә алырҙар…
Булат халыҡ араһында теге ауырлы ҡатынды аңғарып ҡалды. Ситтәге бер өҫтәл артында геүләшеүселәрҙе шым ғына күҙәтеп ултыра. Ябыҡ ҡына, бәләкәй генә. Ап-аҡ арыҡ йөҙөндәге ҙур күҙҙәре менән ян-яғына ҡурҡҡан ҡоралай ише ҡапыл-ҡапыл ҡараш ташлап ала ла, тәрилкәһенә төбәлә. Ҡалағының осона эләктереп сәмсенеп ултыра. Булаттың үҙенә иғтибар иткәнен аңғарғас бөтөнләй бөршәйҙе. Ул да булмай тороп сығып уҡ китте. Ошондай ғына кәүҙәлә ҡаҙандай оло ҡорһаҡ. Ҡалайтып күтәреп йөрөйҙөр.
— Был ҡатындың ауырыуы нимәлә икән? – Булат берәүгә лә төбәмәһә лә, һорауын ҡысҡырып әйтте.
Сергей Павлович көлдө генә:
— Күрмәйһеңме ни, ауырыуы үҙендә.
— Ну… ауырлы бит…
— Ана шул ауырлы булғанға ла барыр урыны юҡ, үгәй атаһы көсләгән дә, әсәһе, ошо хәлгә ҡалғанын белгәс, ҡыуып сығарған. Богдан Радионовичтың командаһынан кемдер берәү йәлләп бында алып килгән. Вот йәшәй инде.
— Һы. – Булаттың был мәсьәләлә әйтер һүҙе лә, фекере лә юҡ ине. Был уның өсөн бөтөнләй ят, аңлайышһыҙ хәл. Ишеткәндәрен нисек ҡабул итергә лә белмәне.
Төштән һуң теге уҡытыусыны оҙатып ебәрҙеләр. Күҙ йәштәре менән һәр береһен ҡосаҡлап һөйөп айырылышты ул. Яңы кешеләр алып килеп, бындағыларҙы сығарып йөрөй торған ҡара тәҙрәле машинаға ултыртып алып киттеләр. «Күрерһегеҙ, ул аяҡҡа баҫып, нығынып эшләй башлағас, күстәнәстәр менән килеп китер әле», - тип ҡалыусыларҙы дәртләндереп ебәргәндәй итте оҙатыусылар араһында булған Богдан Радионович. Уның һүҙҙәренән ысынлап һәр береһе үҙҙәренең дә бынан сығыр көндәрен күҙ алдына килтерҙе. Һәр береһе яҡшыға, яҡтыға өмөтләнде.
Көндәр үтә торҙо. Булат ике тапҡыр баш табиптан телефон һорап алып апаһына шылтыратты. Былай яҡшы торалар икән, уның өсөн борсолалар инде. «Юҡҡа ҡайғырмағыҙ, минең барыһы ла яйлы, эшләйем, дауаланам, ике айҙан ҡайтып төшөрмөн», - тип тынысландырҙы уларҙы егет. Ай эсендә бригадаһы менән сусҡа һарайын төҙөп ҡуйып, әле ҡош-ҡорт кетәгенә тотондолар. Унан ауырыуҙар йәшәгән палаталарҙың иҙәндәрен алмаштыраһы бар, сереп төшөргә тора. Дауаланыу срогын тамамлауға планлаштырғандарын башҡарып ҡуймаҡсы Булат. Ошондай оло изгелек күрһәткән Богдан Радионович һәм уның дауаханаһына булған рәхмәтен тағы ла нисек ҡайтарһын инде ул.
Төн уртаһында аҙарынып ҡысҡырған тауыштан һиҫкәнеп уянды ла, ни булғанын аңлай алмай ятты Булат. Ул арала тауыш тағы ла әсерәк булып ҡолаҡты телде. Кемдер ярҙам һорай түгелме? Ҡатын-ҡыҙ сарылдаймы? Ауаз, ниһайәт, аңына барып еткәс, һикереп тороп коридорға ташланды. Сыҡты ла, ҡайһы яҡҡа йүгерергә белмәй туҡтап ҡалды. Тағы ишетелде тауыш - әллә илай, әллә иңрәй. Туҡта, остағы бүлмәнән, теге ҡатын йәшәгәндән килә бит! Барып, ишеген һелкә тартып асып ебәргәйне, иҙәндә ултырған ҡатынды күреп, юғалып ҡалды. Ҡорһағын ҡосаҡлап бөгөлөп төшкән, башын да күтәреп ҡарай алмай. Нисек ярҙам итергә белмәгән егет ҡатындың әле был, әле теге яғына сыҡты, тартып торғоҙмаҡсы булып, ҡулдарын һуҙҙы ла, ҡайһы еренә ҡағылырға белмәй, кире алды. Иҙәндәге һыҙлана бирҙе:
– А-а-аһ! Ярҙам итегеҙ! Ярҙам итегеҙ миңә!..
– Ни эшләргә һуң? Ҡалайтырға?
– Врач… Врач кәрәк…
Булат, ҡатынды ашатлап һикереп тигәндәй, коридорға атылды. Санитарҙар йәшәгән бүлмәнең ишегенә тондорорға тип йоҙроғон күтәргәйне генә, эстән инде бирсәткәләренә ҡәҙәр кейеп алған аҡ халатлы ишекте асып та ебәрҙе:
– Ишетәм, ишетәм. Хәҙер врач килә, әйҙә, һин өҫкә мендереш.
Булат, хәҙер инде бер үҙе булмағас, ҡыйыуыраҡ ҡыланды, инде тамам хәлһеҙләнгән ҡатынды, ялп иттереп кенә күтәреп, санитар артынан эйәреп, икенсе ҡатҡа мендерҙе. Палатаға ингәс, тегеһе тапчанға һалырға ҡушты. Егет ҡулындағы йөгөн йә ултыртырға, йә һуҙып һалырға белмәй өйөрөлдө. Уның шулай ҡаушап ҡаңғырыуын ҡыҙыҡ күреп ҡарап торған санитар һаһылдап көлөп ебәрҙе:
– Атай булырға йөрөйһөңмө әллә, Булатик? Ниңә улай сәбәләнәһең?
Шунда ғына үҙенең артыҡ тулҡынланыуын аңлап, уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарып-бүртенеп ҡатынды урынға терәне һәм ауырыуҙың һулыған үҫемлек кеүек һәлберәп төшөүенән:
– Үлеп ҡуймаҫмы?.. – тип ҡурҡып һораны.
– Ниңә үлһен ул, хәҙер бәпәйе тыуыр ҙа тороп китер.
– Бәпәйе? – Нисек Булаттың үҙенең башы етмәгән был. Эйе лә инде, ауырлы ҡатын бала тыуҙырырға ауырыйҙыр…
Ары санитар ярҙамсыһын коридорға ҡыуып сығарҙы ла, тимер приборҙарын салтыр-солтор иттереп, бала ҡабул итеүгә әҙерләнә башланы. Булат, аҫҡа төшөп ятыуҙы урынһыҙ һанап, ишек төбөндә һерәйеп тора бирҙе. Бындай хәлдән һуң, етмәһә, кемдер берәүҙең ул ҡәҙәр өҙгөләнеүҙәрен белә тороп, нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк?! Врачы ҡайҙа инде, тип уйлап та өлгөрмәне, коридор осонда Богдан Радионович күренде. Ҡыҙыу атлап килгән ыңғайы Булатҡа бер генә һынаулы ҡараш ташланы ла, палатаға инеп тә сумды. Эстән берсә ҡатындың ыңғырашыуы, берсә врачтың иркә өндәшеүе, аралашып ишетелә торҙо. Шул тирәлә кәлеп һуғып ҡына ла арыны Булат. Ә теге ауырыған бисараға ни сара? Инде лә был хәл тамамланмаһа, инергә лә, нимәлер эшләргә, тип ынтылғайны ғына, ҡапыл яр һалған сабый тауышы баҫҡан урынында һеңгәҙәтте егетте. Шул килеш бер килке тыңлап торғас, ауыҙы үҙенән үҙе йырылды, хатта тауышланып уҡ «Ур-р-а-а-а!» тип һуҙып ебәрҙе. Кеше тыуҙы!
***
Һарай ҡыйығын ябыу менән мәшғүл булып йөрөһә лә, ике күҙе шул ике тәҙрәлә Булаттың. Быяла аръяғында әллә ниҙә бер күренеп ҡалған аҡ шәүләне аңғарып ҡалырға тырыша. Нисә көн инеп сығырға ла итә үҙе, тик ҡыйыулығы ғына етмәй. Нимә тип барып инһен инде? Бәпәйегеҙҙе күрергә килдем, тиһенме? Ауылда, белеүенсә, бәпәй ҡарарға ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөшә. Уға, ир кешегә, етмәһә, ете ят әҙәмгә, ярамайҙыр ул…
Ятаҡ ишеге шап иткәнгә ҡарашын күсергәйне, әле генә уйында булғандың тас менән кер күтәреп килеп сыҡҡанын күреп, ҡулынан сүкешен төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡатын, үрелеп, йүргәктәрен элә башланы. Туҡта, ошонан яйлы форсат булмаҫ! Булат, һикереп төшөп, өҫ-башын ҡаҡҡыланы ла, оҙон-оҙон баҫып, ҡатын янына килде.
– Һаумыһығыҙ! – Ихлас итеп йылмайҙы.
Тик ҡатын күҙ сите менән генә ҡарап алып, һиҙелер-һиҙелмәҫ баш һелкеү менән сикләнде, эшенән туҡтаманы ла. Әммә егет бирешмәҫкә булды:
– Хәлегеҙ нисек, Сафия? Бәпәйегеҙ менән ҡотлайым.
Был һүҙҙәрҙән Сафия, күҙҙәрен тултырып, егеткә ҡарап уҡ ҡалды.
– Дөрөҫ әйтмәйемме әллә? Бында һеҙҙе Софья тиҙәр, буғай. Беҙҙеңсә Сафия инде. Йырҙағы һымаҡ: Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле…
Ҡатындың сырайы яҙылманы, әллә шаяртыуҙы ҡабул итмәне, әллә был йыр бөтөнләй ишеткән нәмәһе түгел. Уйлап ҡараһаң, русса һөйләшкән кеше башҡортса йыр тыңламайҙыр ҙа.
– Исем ҡуштығыҙмы? – Булат һаман ныҡышты.
– Ҡ-ҡуштым.
– Кем тип?
– Самира.
– Ыһы, матур исем.
– Ә һеҙ мине беләһегеҙме ни?
– Беләм, тип… Беләм инде, бында йәшәгәс. Теге мәл…
– Эйе… һеҙ булдығыҙ бит әле, - ҡатын шул ваҡиғаларҙы иҫләргә тырышты. – Рәхмәт һеҙгә, – шулай тине лә боролоп китә лә башланы.
Башҡаса тотор сәбәп тә, әйтер һүҙ ҙә тапманы Булат. Ахырҙа, алыҫлаша барғас:
– Самираны инеп күрергә яраймы? – тип өндәште.
Ҡатын ҡайырыла бирҙе лә көлөмһөрәне:
– Әллә… бик теләһәң күр һуң…
Ышанманы, ысынға алманы был сәйер теләкте. Тик юҡҡа. Бер кис һаҡ ҡына итеп уның ишеген шаҡынылар. Асып ебәрһә, сәңгелдәк күтәргән Булат, Сергей Павлович, ауыҙы ҡолағына еткән Эдик тора.
– Бәпәй менән ҡотлайбыҙ! – тиҙәр бер тауыштан.
Бөтөнләй юғалып ҡалды йәш ҡатын, әле бер, әле икенсе нәмәһен рәтләгән булды, ыуаланды. Ахырҙа, ҡотолоу сараһын тапмай, карауатта мышнаған төргәккә иҙәне, йәнәһе, ана, ҡарағыҙ. Шуны ғына көткән ир-егеттәр күмәкләшеп килеп эйелде лә тын алмаҫтан текәлде. Сабый йоҡо аралаш ауыҙҙарын салшайтып ебәреп, көлгәндәй иткәйне, барыһының да йөҙө балҡыны.
– Ҡарале, уже көлә белә, - тип сәпәкәйләп үк ебәрҙе Эдик.
– Атыу, һиңә ҡарағанда күпте беләлер әле ул, - тип шаяртты Палыч.
Булат хистәрен әйтеп аңлатыр һүҙ таба алманы, бары тик уларҙы күҙәтеп йылмайып торған әсәгә күтәрелеп ҡарап ҡына ҡуйҙы.
Ниһайәт, Палыч иҫенә килде лә:
– Мә әле, Софья, ошоноң төбөнә простыня тегеп бир, беркетеп китәйек, - тип сәңгелдәкте һуҙҙы.
– Ой, ниңә мәшәҡәтләндегеҙ, – тиһә лә, шунда уҡ энә һабаҡлап алды ҡатын.
Был кисте күпкә яҡынлашты осраҡлы өйҙәш булған дүртәү. Дөрөҫөрәге, бишәү, шул бишенсе бәйләне бит уларҙы. Эдик, инәлеп-ялбарып һорап, баланы ҡулына алды, еҫкәп ҡараны. Булаттың быға баҙнаты етмәне, әммә һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡатынға күҙ һалыуҙан тыйыла алманы. Йонсоу булһа ла, ап-аҡ ҡына һылыуҡай икән дә был Сафия. Кәүҙәһе лә тал сыбығы ише булып ҡалған. Шулай үҙгәрә алыуына аптырарһың ҡатын-ҡыҙҙың.
***
Аҙна башында улар менән Палыч хушлашты. Ҡыйын булды уны оҙатыуы. Эҫенешеп киткәйнеләр. Күпме эшкә өйрәтте, әллә ни төрлө тарихтар һөйләне, аҡыл-кәңәш бирҙе. Һуңынан аралашырға тип, адрестар менән алмаштылар. Сергей Павлович, ашҡынып, ҡыҙы янына ҡайтып китте.
Ял көндәрендә Богдан Родионович Булатты препараттар тейәшергә ҡалаға ебәрҙе. Йыш ҡына санитарға ярҙам итеп йөрөп әйләнә ул. Егет үҙе теләп килгән ерҙән ҡасып китмәҫ, тиҙер инде. Ҡасырға уйы ла юҡ Булаттың. Инде араҡыны ауыҙына алмағанына ике ай, әллә дауанан, әллә башҡаһынан, эскеһе лә, уйлағыһы ла килмәй. Шулай ғына булһын инде, тип һөйөнә үҙе лә.
Складтан йәшниктәрҙе тейәп бөткәс, санитар ҡайҙалыр йомошон йомошларға китте. Шофер кабинала ойоп алырға булды. Булатҡа ла кузовта ятып торорға урын бар. Шул уй менән өҫкә үрмәләй башлағайны, күҙе ҡаршылағы йортҡа яҙылған таҡтаташҡа төштө: маршал Ворошилов урамы. Бәй… Палычтың урамы ла һуң! Туҡта, ул ошонан ике йорт аша ғына йәшәргә тейеш. Булат, водителгә әйтеп тә тормаҫтан, кәрәкле йортто эҙләп йүгерҙе, һәм күп тә үтмәй, ике баҫҡысты бер һикереп менеп, ҡыңғырауға ла баҫты. Ишекте килеп асҡандарынса, кнопканан бармағын алманы, икенсе ҡулын килеп сығыусыны ҡосаҡларға тип әҙерләп күтәрҙе. Әммә көткәне апаһы йәшендәге ҡатын-ҡыҙ булып сыҡҡас, эскә һонолдо:
– Палыч өйҙәме? Һаумыһығыҙ!
– Һаумыһығыҙ, – ҡатын, егетте баштан аяҡ байҡап, ҡашын төйҙө. – Сергей Павлович санаторийҙа, һеҙ кем булаһығыҙ?
– Мин… уның дуҫы. Эх, китеп өлгөргән икән!
– Өлгөргән тип, дүрт ай элек киткәйне, дуҫы булып, шуны ла белмәйһегеҙме? – Ханым Булатты атаһының шешәләш дуҫы тип уйланы, күрәһең.
– Уның менән шунда… санаторийҙа булғайным бит. Аҙна әүәл ҡайтҡайны ла инде.
– Нисек… ҡайтҡайны?
– Ҡайтҡайны, – хәҙер Булат аптыраны. Элекке юлына баҫты микән ни? Кит, булмаҫ, ниндәй уй-хыялдар менән тулы ине.
– Аңлашыла… – күҙҙәренә йәш алды ҡатын.
– Һеҙ Оксана бит әле. – Тегеһе, «эйе» тигәнде белдереп, баш ҡаҡты. – Оксана, Палыч һеҙҙең өсөн тип, йән атып ҡайтырға сыҡҡайны, ышанығыҙ, зинһар. Унда саҡта өйөн генә һөйләне. Бөгөн-иртәгә килеп инер ул. Һеҙ тик көтөгөҙ уны, йәме, борсолмағыҙ…
Ни тип уйларға ла белмәй хәҙер Булат. Шулай уҡ та яңылышты микән ни Палычта? Ҡыҙынан башҡа ҡайҙа китергә мөмкин? Аҙнанан ашыу кемдә була ала? Был донъяла Оксанам менән икебеҙ генә, ти ине, нимә үҙгәргән? Ниндәй хәлдәр булып өлгөргән был ваҡыт эсендә? Тик әлеге һорауҙарға Палычтың үҙенән башҡа берәү ҙә яуап бирә алмай ине. Ул иһә – юҡ.
Ауыр уйҙар менән килеп төшкәйне, бындағы хәлдәрҙән ҡолап китә яҙҙы. Ҡобараһы осҡан Эдик «Софьяның бәпесе үлде», – тип ҡаршы алды. Ашҡаҙаны тәңгәленә килтереп тондорғандай булды. Тын ала алмай, һығылып торҙо-торҙо ла, үҙ-үҙен белмәҫтән:
– Нисек үлде? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Белмәйем. Шулай тиҙәр.
Булат Эдикты һыңар ҡулы менән генә ситкә этәреп ебәреп, эскә йомолдо. Сафия бүлмәһендә юҡ, сәңгелдәге лә, етемһерәп, буш тора. Икенсе ҡатҡа атылды. Ҡаттар араһындағы тимер рәшәткәләрҙе тотоп һелкетте, «Богдан Родионович! Сафия! Сафия!» – тип, йән асман саҡырҙы. Ниндәйҙер кабинеттан сыҡҡан санитарҙарҙың береһе яҡын килде.
– Ниңә ҡысҡыраһың? Врач буш түгел.
– Сафия ҡайҙа? Балаһы…
– Ҡатынды йоҡлаттылар, хәле мөшкөл. Ә бала үлде, Богдан Радионович сәбәбен асыҡлай.
– Ә ниңә үлде?.. – Булат рәшәткәләрҙе һындыра тота яҙҙы.
– Йөрәге сирле булған.
Сафияны өсөнсө көнөнә генә бүлмәһенә төшөрҙөләр. Эдик менән янына ингәйнеләр, балаһының йүргәктәрен ҡосаҡлаған килеш йомарланып тик ята. Берәүҙе лә күрмәне лә, ишетмәне лә, былай ҙа һирәк асылған теле бөтөнләй һөйләшеү һәләтен юғалтҡайны. Егеттәр, бер ултырып, бер тороп, ни ҡылырға, нисек итеп йыуатырға белмәне.
Хәлде асыҡлап ҡуйыу өсөн Булат Богдан Родионовичтың ҡайтырға сыҡҡанын көтөп алды.
– Ә-ә, һинме, ни хәл? – тип врач, ғәҙәтенсә, беренсе булып ҡулын һуҙҙы.
– Богдан Родионович, ниңә улай булды икән? – тип тура һораны ул табиптың арыған йөҙөнә төбәп ҡарап.
– Йөрәге дөрөҫ үҫешмәгән, әле бына асып ҡарағас, шуны асыҡланым. Диагноз яңылыш булмаһын өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрҙем. – «Аңлашылдымы?» тигәндәй, егеткә ҡарап алды ла, тегеһе һаман да нимәлер ишетергә теләгәндәй баҫып торғас, дауам итте: – Әсәнең йөклө ваҡытындағы кисерештәре лә, башҡа факторҙар ҙа йоғонто яһағандыр, – тип уйлайым. Тейешле тикшереүҙәр ҙә үтмәгән ине бығаса. Беҙгә ҙур срокта ғына килеп юлыҡты. Ҡалайтаһың, донъяла үлем тигән нәмә лә бар, ул кемде алып китерҙе һинән-минән һорап тормай. – Табип егеттең иңбашынан ҡаҡты ла машинаһына ыңғайланы. - Софьяға күҙ-ҡолаҡ булып тороғоҙ, уға еңел түгел.
Уныһын аңлай ҙа ул, тик нисек итеп? Ҡалайтып? Ярҙам итеү сараһын кем әйтер, кем өйрәтер?..
***
Ҡайғылары баҫылып та өлгөрмәне, Эдикты ла ҡайтарып ебәрҙеләр. Уның урынына килгән бер эскесене үҙ иркенән тыш тейәп ебәргәндәр, күрәһең, айығып алды ла: «Ҡайтарығыҙ! Ебәрегеҙ!» - тип, боларып аптырата. Иҫәрҙәр йортондағы кеүек итеп бәйләп һалдылар. Шуны ҡарап ултырмаҫ өсөн бүлмәһенә лә йоҡларға ғына инә хәҙер Булат. Күберәген эштә була ла, ашхананан сәй-шәкәр алып, кистәрен Сафия янында үткәрә. Бер аҙ асыла башланы бисара. Илауҙың да сиге барҙыр, күрәһең.
Егет сәйле стаканды ҡыҙҙың алдына шылдырҙы ла, икенсеһен үҙе шөрпөлдәтте.
– Һиңә лә ҡайтырға ваҡыт етәлер инде, – тип ҡуйҙы Сафия күңелһеҙ генә.
– Богдан Родионович, тағы ла бер ай йөрө, ти ҙә ул, белмәйем, ауылда апайҙар нишләйҙәрҙер…
– Һинең көткән кешеләрең бар, исмаһам.
– Ә һинең, Сафия? – Егет күптән күңелен өйкәгәнде асыҡларға теләне.
– Минең – юҡ, – тип өҙә генә яуапланы ла, тәҙрәгә боролоп уҡ ултырҙы. Илай инде хәҙер тағы ла. Булат, уны был аҙымдан туҡтатырға теләгәндәй, ҡапыл ҡулын һуҙҙы ла ҙур устары менән, ибәтәйһеҙ генә итеп, сәсен һыйпаны.
– Илама, Сафия, мин һине үҙем менән алып ҡайтырмын.
Ҡатын ҡапыл ялт итеп әйләнде. Иламай ине ул, киреһенсә, сәсрәтеп ҡарап тора. Әйтерһең, Булат уға насар берәй нәмә әйткән.
– Нимә, мине әллә, йортһоҙ бесәй шикелле, кемгә етте, шуға эйәреп китергә тора икән, тиһеңме? Ирһеҙ бала тапҡас та, бөтөнләй бөткәнгә һанайһыңмы?
– Нишләп, мин былай ғына…
– Былай ғына түгел! Ҡарашыңды һиҙмәйемме әллә? Ошондай хәлгә ҡалғас та, йөрәге юҡ икән, тиһегеҙме? Һеҙ барығыҙ ҙа бер!
– С-Сафия, туҡтале… Сафия… – Егет ярһып өҫтөнә килгән ҡатындан ҡасып, тотлоға-тотлоға ишеккә сигенде. Тик тегеһе ишетергә лә теләмәне:
– Кит! Сығып кит! Килеп йөрөмә бында башҡаса! – Ишек аръяғында Сафияның быуылып үкһегәне ишетелде. – Килеп йөрөмә…
***
Ҡайтырға йыйынды Булат. Иртәгә үк юлға сығыр. Сумкаһын төйнәп ҡуйҙы ла, табипты эҙләп китте. Һуңғы көндәр алдына алған эштәрен йомғаҡлап ҡуйыу өсөн генә үҙен көсләп тотоп йөрөнө бында. Бөтөн йәм, мәғәнә бөттө. Ә нимәлә ине һуң ул йәм? Үҙ-үҙенә ошо һорауҙы бирә лә, яуап тапмай. Сафияламы? Улар бит яҡшылап таныш та түгелдәр. Кем икәнлеген дә белмәй ул ҡыҙҙың, ниндәй милләт, ҡайҙа үҫкән, ҡайҙа йәшәгән – билгеһеҙ. Хәҙер инде белмәҫ тә. «Яҡын килеп йөрөмә», – тине бит. Бармаҫ. Инәлеп йөрөй торған ғәҙәте юҡ.
Ҡаттар араһындағы тимер рәшәткә янында була торған ҡарауылсы күренмәне. Өндәшеп ҡараны Булат. Ишеткән, сыҡҡан кеше юҡ. Тауыш сығарайым әле тип, ишекте эткәйне, асылды ла китте. Бер аҙ көтә биреп торҙо ла эскә үтте, бур түгел дә инде ул, врачты күрер ҙә сығыр. Етмәһә, бында ингәне лә бар. Ныҡ баҫмаҫҡа тырышып, Богдан Родионовичтың кабинеты тәңгәленә үтте лә, эстән һөйләшкән тауыш ишетелгәс, яңғыҙы түгелдер тип, ябылып етмәгән ишек ярығынан күҙ һалды. Телефондан кемделер һүгә генә табип, бөтөнләй үҙенә хас булмағанса, ҡаты, хатта тупаҫ һөйләшә. Булат ҡырғараҡ китеп торорға уйлағайны ла, ниндәйҙер эске тойомлауымы, һиҙемләүеме, уны туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Ирекһеҙҙән, эстән ишетелгәндәргә ҡолаҡ һалды.
– Әйтәм бит, клиент йәш, һау-сәләмәт. Һеҙгә кәрәк ағза ла яңыраҡ ҡына үҙ функцияһын башҡара алыуын иҫбатланы. Юҡ, уныһы реализацияланды инде. Тағы ла ике айҙай ял итһә, күсереүҙе күтәрә алырлыҡ була. Нимә тиһең? Һин нимә, коллега? Мин һиңә сифатлы тауар тәҡдим итәм, ә һин сауҙалашаһың. Был һиңә алкаштарҙың үпкә-бауыры түгел. Ситкә өсләтә арттырып ебәрә алам. Юҡ! Юҡ! Һин берәүгә генә заявка бирҙең, уныһына клиент бар, күптән көтә. Юҡ, дуҫ, уныһы ла һатылған, был тауар үтемле, шулай булғас, үҙең ҡара – ризалаш йәки баш тарт. Ыһы, ыһы, ярай, килештек, ярай…
Башҡаса тыңлап тора алмай ине Булат. Ишеткәндәрен аңына һеңдерергә тырышып, инде хәҙер аяҡ остарына ғына баҫып, кирегә китте. Рәшәткәне сыҡҡайны ғына врачтың кабинет ишеге асылды һәм егет ҡапыл иҙәнгә сүгәләне лә, эйелгән килеш аҫҡа шыуып төштө. Унан, коридорҙы ике һикереүҙә үтеп, бүлмәһенә инеп ауҙы. Шунда ғына уйлау һәләте ҡайтты үҙенә. «Әстәғәфирулла!» тиме әле күршеһе Әлифә әбей ныҡ аптырағанда? Ни тигән һөйләшеү ул был? Кем хаҡында, нимә хаҡында барҙы?.. Тимәк… Булыуы мөмкин түгел! Булмаҫ! Бындай ҡырағайлыҡҡа барырға януармы ни Богдан Родионович, яҙа-йоҙа ишеткәндән ундай һығымта яһап булмай. Туҡта, Сафияға барып, һорашып ҡарарға кәрәк…
Барғайны, ҡатын эшкә сыҡҡан икән, ҡош-ҡорт ҡарай, тинеләр. Эҙләп тапты ла һүҙҙе нимәнән башларға белмәне. Сафия уны күрмәмешкә һалышты. Үпкәһе бөтмәгән, күрәһең. Һаулығын да әллә алды, әллә юҡ.
– Сафия, ҡарале, бер генә һүҙем бар.
– …
– Бәпәйеңдең кәүҙәһен алып килмәнеләрме әле?
Ҡатындың ҡулынан емле биҙрәһе төшөп китә яҙҙы. Күҙҙәрен ҙур асып, ҡарап ебәрҙе.
– Алып килһәләр, ерләшеп китәйем, тигәйнем. Үҙебеҙсә ләхетләп. – Ҡатындан һаман яуап булмағас, өҫтәп ҡуйҙы, - Мосолман түгелме ни һин?..
– Эй-йе, – тип кенә әйтә алды тегеһе, ниһайәт.
– Шулай булғас, – тип элеп алды егет, – Ҡасан килтерәләр?
– Әллә. Богдан Родионовичтан көн дә һорайым, көн дә «иртәгә» ти.
– Үҙем һорармын атыу, ризаһыңмы?
Ҡатын ашығып баш ҡаҡты.
***
Аңлайышһыҙ һөйләшеүҙең осраҡлы шаһиты булғандан һуң, бик оҙаҡ уйланып йөрөгәс, Булат, эске тойомлауҙарына ҡолаҡ һалып, ниндәй генә хәлдәргә лә әҙер торорлоҡ план төҙөп алырға булды. Уға хәҙер йәки барыһын да оноторға, йәки, бөтөн был ҡатмарлы мәсьәләне асыҡлағансы, тикшеренергә тура киләсәк. Иң башта ҡалаға сығып килергә кәрәк. Ул Палычтың ҡайтыу-ҡайтмауын белергә тейеш. Әгәр ҙә ул ҡайтһа, барыһы ла улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Ә инде ҡайтмаһа… ни эшләр?
Сығыу юлы булмағанда, сетерекле хәлдәрҙе хәл итеү, эҙмә-эҙлекле уйлай һәм эш итә белеүгә өйрәткәйнеләр түгелме һуң уларҙы армияла? Объектты билдәләү, уны күҙәтеү, ғәҙәттәрен, шөғөлдәрен, көндәлек эштәрен ятлап алыу… Унан юҡ итеү. Снайпер булғайны. Икенсе Чечен һуғышында.
Баш ҡала хәрби комиссариатында уҡ уларҙы төркөмдән айырып алдылар. Башта тағы ла бер ҡат сәләмәтлектәрен тикшерҙеләр, психологтар ҡат-ҡат һөйләште, әллә ниндәй һүрәттәр төшөртөп, һорауҙарға яуап бирҙертеп йөҙәттеләр. Унан дүртәүһе төшөп ҡалып, алтау ҡалдылар. Шунан был тағы ла бәләкәсләнә төшкән төркөмдө Сочи ҡалаһына оҙаттылар. Унда килеп төшкәс, шундай уҡ төрлө тарафтарҙан йыйып алып киленгән башҡалар менән ҡушып, казармаларға урынлаштырҙылар.
Аңлатыуҙарынса, эттәр менән эш итергә тейеш ине был егеттәр. Тик тәүге ике айҙа әле эттәрҙең ҡойроғон да күрһәткән кеше булманы. Таңдан тороп йүгереп, ашап алғандан һуң, эштәре прицеллы винтовканы өйрәнеү булды. Уны яһау, ҡороу, таҙалау. Унан атыу күнекмәләренә керештеләр. Быныһы оҡшаны егеттәргә. Күптәр былай ҙа атыу буйынса спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеп, Булат кеүектәр иһә һунарсылыҡ менән таныш булып килгән. Һәр хәлдә, сәпкә атыу береһенә лә яңылыҡ түгел.
Тик бығаса белгәндәре әле өйрәнгәндең бер кескәй генә өлөшө лә түгел икән дә. Иң башта һунар итәсәк кешеңдең ғәҙәттәрен, көн дә эшләр эштәрен хәрәкәттәренә ҡәҙәр күҙәтергә, белергә тейешһең икән. Унан һунар итеү урынын табыу, унда урынлашыу, йәшеренеү ысулдарын һайлау, көтөү. Көткән саҡта йоҡлап, онотолоп китмәү өсөн хатта ниндәй уйҙар уйларға мөмкинлекте лә ентекләп тикшерҙеләр, башҡарып ҡаранылар.
Алты ай шөғөлләнеүҙәрҙең һуңғы аҙнаһында эттәр килтерелеп, һәр береһенә таратып бирелде лә, төп хеҙмәт урынына күсерелделәр. Уйынсыҡтары булғанға ҡыуанышып та өлгөрмәнеләр, Грозный ҡалаһына килеп төшкәс тә, улары йыйып алынды.
– Иптәш командир, беҙҙең эттәрҙе тартып алалар! – тип һөрәнләп йүгерешеп килде бер ни аңламаған егеттәр штаб янына.
Командир, утыҙ биш менән ҡырҡ араһындағы оло сырайлы ерән әҙәм, нимәлер ашауҙан майланған ауыҙын һөртә-һөртә килеп сыҡты ла, ҡайышы буйлап ҡулдарын йөрөтөп алғас, ялтыр итекле аяҡтарын кирә баҫып, ҡаршыһында геүләгән төркөмгә ҡәнәғәт булып ҡарап торҙо.
– Иптәш командир, – тип ялынды йәштәр. – Ни өсөн?
– Ә шуға, – был кешегә яңы килеүселәрҙең аптыраныуы оҡшай ине, ахыры.
– Нисек инде? Нисек аңларға?
– Сөнки һеҙ кинологтар түгел.
– Ә кем? Кем һуң беҙ?
– Бына нимә, һөтимәрҙәр! – Командирҙың тауышын күтәрә төштө, әйтерһең, тыңлаусыларына нығыраҡ тәьҫир итергә теләне. - Һеҙ бөгөндән – снайперҙар! Ошо минуттан иң яҡын дуҫығыҙ – винтовка, иң яман дошманығыҙ – сәптәге объект!
Эттәр араһында көн итте шулай ҙа егеттәр. Быныһы ҡаршы яҡтың күҙен бәйләү өсөн эшләнде. Заданиела булмағандарға эттәр менән уйнарға ла, шөғөлләнергә лә рөхсәт бирелде.
Күпмелер ваҡыттан Булат менән Ертай исемле ҡаҙаҡ егетенә задание бәхете эләкте. Ысын эш көтөп зарыҡҡан, ниндәйҙер батырлыҡ ҡылыуға атлыҡҡан егеттәр көтә-көтә көтөк булғайны инде. Шунлыҡтан һикереп төштөләр. Бурыстары ҡайҙандыр сит илдән килә торған ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, шуларҙың араһынан фотола күрһәтелгәнен юҡ итеү булды. Бик оҙаҡ текләне фотоға егеттәр. Хатта ул кешене әллә күпме халыҡ араһында ла танырлыҡ хәлгә еттеләр. Мәғлүмәт биреүсе объекттың елкәһен һыйпау ғәҙәте барлығын, уң күҙенә аҡ төшкән булыуын, шунлыҡтан, һөйләшкәндә һул яғы менәнерәк боролоп тороуын, оҫта ата һәм бысаҡ һелтәй белеүен еткерҙе. Бойороҡ буйынса, башта Булат ата, Ертай, кәрәк була ҡалһа, уның хатаһын төҙәтә.
Был халыҡ оло ҡунаҡтарҙы мотлаҡ ҡала ситендә үк ҡаршы алырға яратыуын иҫәпкә алып, снайперҙарға шлагбаум тәңгәлендге урын-ерҙе байҡарға ҡуштылар. Күҙәткән урынды, тәүге тапҡыр булғас, өйрәтеүсе ярҙамында һайланылар. Булат ҡаршылағы ҡаяташ араһына ҡыҫылып инеп ултырһа, пары икенсе яҡтан ағас башын оя итте. Шунда өс көн күҙ талдырҙылар. Дүртенсе көн тигәндә, ҡала яғынан килеп туҡтаған өс джиптан сығып һибелгән ир-егеттәр эргә-тирәне байҡап сыҡты, биноклдән күҙәтте. Тын алырға ла ҡурҡып, һалҡын таш эсенә һеңерҙәй булып һылашты Булат. “Тапһалар” тигән ҡот осҡос уйҙан иҫен юйыр хәлгә етте, шыбыр тиргә төштө, сығып йүгереү теләген нисек баҫырға белмәй, ирендәрен сәйнәне. Тамағына ағып төшкән йылы ҡан тәме былай ҙа ҡайнаған аңын тамам томалағандай итте.
Бына ҡаршы яҡтан ике машина пәйҙә булды. Көтөүселәр юл ситенә теҙелеп баҫып, күренеште сикләне. Килеүселәр етер-етмәҫ туҡтап, берәүһенең сығып, ишек асҡанын көттө. Һәр сығыусыны күҙлек аша ентекле күҙәтте Булат. Уға кәрәклеһе икенсе машинаның артҡы ишегенән пәйҙә булды. Фотолағыса, оло сәлләлә, оҙон халатта. Уны шундуҡ уратып торҙолар. Снайпер прицелда йылпылдаусы баштар араһынан үҙенекен тоторға, ысҡындырмаҫҡа тырышты. Ҡаршы алыусылар менән күрешкән һайын елкәһен һыпырҙы ҡунаҡ, башын уң яҡҡа ҡырыныраҡ тотто.
Сәпте эләктерә алмай арманһыҙ булды Булат - йә уны һаҡсылары ышыҡланы, йә тура килгәндә өлгөрә алманы. Шулай мыштырлай торғас, тегеләр ҡапыл-ҡапыл йыйынышып, машиналарына ултырҙы ла ҡуҙғалып та китте. Илай яҙып ҡарап торҙо ла ҡалды снайпер. Хәҙер, хәҙер яйы сығыр, тип көткәйне, ул яй булманы ла ҡуйҙы.
Ҡайтҡас, икеһен дә барыһы алдына баҫтырып ҡуйып, биш ҡатлы итеп һүкте офицер. Кисерелгәндән һаман ҡалтыранып торған егеттәр винтовкаларын һығып ҡосаҡлап ҡатып тороуҙан башҡаға эшкинмәне.
– Ҡурҡаҡтар! Һеҙ – ҡурҡаҡтар! - тине офицер маңлайҙарына бармағын төртөп. – Етлекмәгәндәр! Һеҙҙе бушҡа ашатабыҙ!
Ҡоралдарын тапшырғас, инструктор снайперҙарҙың хатаһын асыҡлау өсөн тикшереү эшен башланы, һәр хәрәкәтте, һәр күргәнде һүрәтләп, һөйләп сыҡтылар. Һығымтала икеһе лә булған мөмкинлеген ҡуллана алмаған, ҡурҡҡан йә мыштырлаған булып сыҡты. Киске аштан һуң янына Ертай килде. Борсолоуҙан йөҙө һурылып киткән байғоштоң.
– Ҡарале, Булат, мин бүренең күҙенә генә атып ала ла ҡуя торғайным. Хатта уҡ менән әллә ҡайҙағы бөркөткә тигеҙгәнем бар, – тигән булды үҙе бер аҙ шым ултырғас.
– Бүре менән бөркөт кеше түгел инде, – Булаттың һаман был хаҡта тылҡырға теләге юҡ.
– Ысын икән. Ышанаһыңмы, бына, ата алманым да ҡуйҙым. Үҙемсә, “был дошман” тип уйлап та ҡарайым – юҡ, булмай.
– Әллә эт өйрәтергә генә күсәйек тә ҡуяйыҡмы? – был уй әле генә башына килде Булаттың.
– Кем күсерә унда һине? Тағы ошондай хәл булһа, былай ҙа мәсхәрә менән берәй яҡҡа оҙатырҙар инде, – Ертай, яҙмышына күнгән хәлдә башын эйеп, китеп барҙы.
Икенсе заданиеға ярты йыл алдараҡ хеҙмәт башлаған Виталий менән күрше ҡалаға алып барып ҡалдырҙылар. Тәжрибәле снайпер уны үҙәк майҙан ситендәге ярым емерек йорт ҡыйығына урынлаштырҙы ла, үҙе икенсе яҡта ышыҡ тапты. Был юлы оҙаҡ көтмәнеләр. Майҙан эргәһендәге ихатаның ҡапҡалары ике яҡҡа шар асылып китте лә, халыҡ ағылып сыға башланы. Туй бара. Уртала егет менән ҡыҙ, уларҙы уратып, осоп-ҡунып бейешәләр, шарт та шорт килтереп һауаға аталар, дәррәү сәпәкәйләйҙәр.
Булат “күҙ”ен етеҙ шылдырып, хәтеренә һеңдергән һаҡалтайҙы эҙләй. Был түгел, был түгел, эй, әттәгенәһе, быларҙың ни, барыһы ла тигәндәй һаҡалтай. Туҡта-туҡта, әһә, бына уға кәрәге! Йәштәрҙе ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ҡотлай, күрәһең. Яйлап сәпкә индереп алды уны снайпер. Хәҙер ысҡындырмаҫҡа, уңайлы мәлен генә тоторға кәрәк. Хата китһә, төҙәтеп булмаясаҡ. Һаҡалтай кәләштең ҡулдарын тотоп, һаман да нимәлер һөйләй, тегеһе, баш һелкә-һелкә ризалашып тора. Ҡыҙы микән әллә, һуңғы өгөт-нәсихәтен бирәлер. Ошондай уйҙан бөтөнләй ҡыйын булып китте Булатҡа. Тамағына ҡаты төйөр килеп тығылды, көсөргәнештән тубыҡтары ҡалтырай башланы. Хәҙер ҡалтырыу ҡулдарына ла төшөр һәм бынан шылыуҙан башҡа юл ҡалмаясаҡ. Викторға ышаныр ине – уныһы был операцияла ҡаплаусы ғына. Тағы ла килеп сыҡмаһа, ояты ни тора! Бер генә секундҡа күҙҙәрен сытырлатып йомоп асты ла, прицелды объекттың ҡолаҡ тәңгәленә төбәп, күреккә баҫты. Тауыш-тынһыҙ сығып осҡан пуля шул мәлендә тәғәйенләнгәндең ярты башын алып китеп, янындағы кәләштең аҡ күлдәгенә ҡыҙыл буяҡ һирпте. Ҡапыл шау-шыу ҡупты, бер-береһен тапап йүгерештеләр, сыр-сыу ҡысҡырыштылар, этә-төртөшә ҡапҡа эсенә йомолдолар. Бөтөн был мәшхәрҙе һаман прицелдан күҙәтеп, шаңҡып тик ултырҙы Булат. Күпме дауам итер ине икән был хәл, шул мәл Виктор килеп елтерәтмәһә. Ул иптәшенең винтовкаһын тартып алып, үҙен терһәгенән тотоп, алға өҫтөрәне.
– Һин нимә, алйот, хәҙер килеп баҫасаҡтар! Үлемеңде көтөп ултыраһыңмы? Әйҙә, ҡыбырла! Шәберәк!
Ике күләгә таш ҡоймалар, емерек йорттар араһынан ҡаса-боҫа ҡала ситенә елдерҙе. Урамдарҙы сығып бөтөп, йылға буйындағы үҙәктә йәшерелгән машинаға ҡәҙәр саптылар. Килеп еткәс, Виктор яҙа-йоҙа бит-ҡулын сайҙы ла, маскировкаһын сисеп, ябай хәрби формаһын кейҙе һәм һуңғы сабырлығын йыйып, Булатты көтөп тора башланы. Дүрт аяҡлап йөрөп уҡшый, шуның араһында буҫлығып-буҫлығып илай ине тегеһе.
***
Заданиеға сыҡмаған саҡтарында, тренировкаларҙан буш ваҡыттарҙа ихатала үҙҙәре нимә теләй, шуның менән мәшғүл булды һалдаттар. Кеме йоҡо һимертә, кеме эт көсөктәрен уйната, кеме урындағы алыпһатарҙарҙан алған телефон, планшеттарға сумған. Урындағылар, тигәндән, Булат яндағы ҡасабанан килеп йөрөүсе Абулхай исемле малай менән дуҫлашып алды. 12-13 йәштәрҙәге ҡаҡса ғына ҡарасман уларға һөт алып килеп һата. Башта офицерҙар уның килеп йөрөүен оҡшатмай ине, бер-ике ҡыуылып киткәндән һуң, хәйләкәр үҫмерҙең ҡуйынында “ярты” сүрәтендәге күстәнәстәр ҙә табыла башланы. Тора-бара уны күҙгә элеүсе булманы, күреп өйрәнделәр. Күптәр менән танышып, дуҫлашып алды. Уны хәҙер теләһә ҡайһы мәлдә ниндәй нөктәлә осратһалар ҙа аптыраманылар. Етем бала икәнлеген, инәйендә тамаҡ хаҡы өсөн ошолай хеҙмәт итеүен дә белгәс, ҡул һелтәнеләр.
Һөтөн һатып бөткәс, Абулхай бушыраҡ күренгән һалдаттарҙан атырға өйрәтеүҙе һорап ҡаңғыртыр булды. Эйәреп йөрөп, инәлеп аптыратты. Башҡаларҙы ризалаштыра алмағанда ла Булатты күндерә ине ул. Егет малайҙың себешләп бөткән тарамыш бармаҡтарын ҡармап тотоп, ҡорал менән булыштырып ҡаратты. Исмаһам, берәүҙең күңелен күтәрәм был үлем таяғы менән, тип уйланы үҙе сараһыҙҙан. Ҡайһы саҡ улар һәүетемсә генә һөйләшеп тә ултырғыланы. Чечен малайы арыу уҡ русса ла һупалай. Белеме өс класс ҡына булһа ла, аңы яҡшы үҫешкән, фекерҙәре ҡыйыу ине уның.
–Ни өсөн һин бында килдең? – тип һораны малай бер шулай сәпкә бысаҡ ташлап уйнағанда.
– Нисек, нишләп, мин бит илгә хеҙмәт итәм, мин – һалдат, – тип аңлатты Булат.
– Һеҙҙең ил һалдаттары башҡалар илен онтап-емереп, кешеләрен үлтереп хеҙмәт итәме ни? – тип ныҡышты һаман Абулхай.
–Минең бер нәмәгеҙҙе лә емергәнем юҡ, берәүҙе лә…. – ары аҡлана алмай ине ул, аҡланыр һүҙ ҙә, дәлил дә тапманы.
Аҙаҡ был үткер малай менән әллә ни яйлап аралаша алманы. Һуңғы ваҡытта ҡарауыл нөктәләрендәге һалдаттарҙы сүпләүсе ниндәйҙер серле снайпер килеп сыҡты ла, бар көстө шуны аулауға ташланылар. Хәҙер Булаттар көнө-төнө сиратлап һунарға сығыр, эргә-тирә урман-тауҙарҙы һөҙөр, прицел торбаһынан сәғәттәр буйы ҡарауыл пункттарын күҙәтер булып китте. Ике ай этләне уларҙы был күҙгә күренмәҫ снайпер, ике ай һалдаттарға төн йоҡоһо, йүнле тамаҡ туйҙырыу эләкмәне. Өсөнсө ай тигәндә саҡ эләктерҙе уны снайперҙар. Кейек шикелле итеп ағас башынан атып төшөрөлгән. Йөҙ-башы тулыһынса уралған был әҙәмде ихата уртаһына индереп һалғас, инде даны таралған серле снайперҙы күреп ҡалырға тип, барыһы ла йыйылды. Йөҙөн асып ебәргәс иһә, бер арауыҡ телһеҙ ҡалып торҙолар. Хатта күпте күргән командирҙар ҙа, аңшая биреп, текәлеп ҡалды. Ерҙә иҙерәп кенә йоҡлағандай булып, уларҙың яратҡан етемәге Абулхай ята ине. Ышана алманы был хәлгә Булат.
– Иптәш командир, был малай йүнләп ата ла белмәй ине бит, яңылышлыҡ килеп сыҡманымы икән? – уның һорауын хуплаусылар табылды.
– Эйе шул, бала-саға, - тиештеләр.
– Юҡ, - тине малайға облава ойоштороусы төркөм башлығы, - беҙ уны оҙаҡ күҙәттек, ышаныслы булһын өсөн алдан ҡороп ҡуйылған алдатҡыс сәпкә атҡанын көттөк, унан ғына алдыҡ. Был – һалҡын ҡанлы, оҫта снайпер – бәхәсһеҙ.
Шаңҡыуҙан һөйләшә алмаҫ халәткә инде Булат. Шул төн керпек ҡаҡмай уйланып сыҡты ла, иртән барып снайпер булыуҙан баш тартып, рапорт яҙҙы. “Әхлаҡи һәм дини ҡанундарым мине кеше үлтереүҙән тыя”, – тип аңлатты егет ниәтен. Яҙмаһын ҡабул иттеләр, ҡарарбыҙ, хәл итербеҙ, тип ебәрҙеләр ҙә төндә дежурный аша офицерҙар казармаһына саҡыртып алдылар. Бына шунда күрһәттеләр уға “әхлаҡи һәм дини ҡанундарын”. Биш-алты иҫерек ир, ауыҙ-моронон ҡанға туҙҙырып, иҫен юйғансы типкеләне. Шулай тикшерелде һалдаттың рапорты. Һуңынан ике аҙна лазаретта ҡан ярау итеп ятты – бөйөрҙәрен төйгөләгәндәр генә икән. Эш бының менән генә бөтмәне әле. Һауығып сығыуына уны, армия сафтарында ил алдындағы бурыстарын үтәүҙән баш тарта тип, хәрби трибунаға ла ҡуйҙылар. Командир рәхимлек күрһәтеп, тикшереүҙән алда үҙе килеп, “йәки төрмә, йәки хеҙмәт” тигән шарт ҡуйғас, икенсеһен һайланы Булат. Бер бығауҙы икенсеһенә алмаштыра алмай ине ул. Хәйер, һайлау ҙа булманы инде. Ҡулына ҡабаттан прицеллы винтовка тотторҙолар.
Бынан ары тау-таш, йорт-ҡыйыҡтар өлөшө булып ултырыр, лупалы күҙ аша ҡорбандарын күҙләр аҙналар, айҙар һөйрәлеп барған яралы тиҙлегендә өҫтөрәлә торҙо, бәғерҙәр ҡата, хис-тойғолар үлә барҙы. Яйлап, ваҡыт йәш һалдаттарҙан аңдары томанланған үлтереүселәр яһаны. Бер аҙҙан егеттәр инде бомбалар өҙгөләгән иптәштәрен йыйып алып килгәндә лә, ҡара күмер генә ҡалған кәүҙәләрҙе табуттарға һалып оҙатҡанда ла, ҡатын-ҡыҙын, бала-сағаһын сыр-сыулатып, ауыл-ҡалаларҙы ут эсендә тотҡанда ла күҙ бәбәген сылатманы. Хатта ҡулға алынып, айҙан ашыу баҙҙа тотолған ике снайпер украин ҡыҙын йөҙәр һумға һатып йөрөгәндәрендә лә артыҡ иҫе китмәне Булаттың. Бахырҙарҙың ҡарар ере ҡалмай туҡмалғандар, нәжестәре менән бер соҡорҙа ултырғандан һаҫығандар, әллә баҙ һалҡынынан, әллә ҡурҡыуҙан дер-дер ҡалтырайҙар ине. Нимә етмәгән был бисәләргә? Эҙләгәндәрен тапҡандар, тип йәне генә көйҙө – йәлләмәне. Ә инде юғалған улдарын эҙләп килеп, офицерҙар корпусында туҡталған ҡатындар ишеген төндә иҫерек офицерҙар емерә башлағас, был асыу унда ниндәйҙер тыйып тотҡоһоҙ үс менән алмашынды. Винтовкаһын алды ла шул яҡҡа йүгерҙе, уға бер нисә егет эйәрҙе. Барып етһәләр, аяҡтарында саҡ баҫып торған ҡәбәхәттәр эстән баррикадаланып өлгөрөлгән ишекте аса алмай маташа.
–Китегеҙ бынан! – тип ҡысҡырҙы Булат етер-етмәҫтән. – Беренсе ингәнде атып йығам!
Ҡыҙып алған дүрт офицер ҡайҡайышып боролоп ҡараһа, арттарында бер төркөм снайперҙар ҡорал төбәп баҫып тора.
–Трибунал! Отставить! – тип һөрәнләп ҡараһалар ҙа, байғоштар хәлдең айышына тиҙ төшөндө. Бер килке үгеҙҙәр ише ҡараштар менән һөҙөшөп торғас, офицерҙар һуғыш яланын ташлап китте. Ҡайтып, байрамдарын артабан дауам итте улар. Һалдаттар иһә, ҡатындар ултырған бүлмәне таңғаса алмашлап ҡарауыллап сыҡты. Иртәнсәк был хаҡта иҫләүсе булманымы, һәр хәлдә, эште юллап йөрөүсе табылманы.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда уның снайпер икәнлеген берәү ҙә белмәне, сер тота алмағандар тере килеш ҡайтып етә алмай ине. Чечендарҙың снайперҙарҙы икеләтә дошман күреп, эҙәрлекләп килеп, ҡайҙа ла язаһын биререн беләләр. Шулай итеп, Булат армиянан “миротворец” исеме күтәреп ҡайтты. Һорашҡандарға ла, тыныслыҡ урынлаштырылған ерҙәрҙе эттәр ярҙамында бомбаларҙан таҙарттыҡ, тип кенә аңлатты. Кешеләр тыңланы ла онотто. Тик бына үҙе генә онота алманы. Бәлки, эш хәтерҙә лә булмағандыр, бары элеккесә ҡәҙимге тормош алып бара алмай ине инде ул. Үткән ике йыл арауығындағы ваҡытта тормош уны, нишләптер, үҙ арбаһынан төшөрөп ҡалдырған, нимәләрҙер юйылған, онотолған, иҫтән сыҡҡан булып сыҡты. Кешеләр уны, ул эйләнә-тирәләгеләрҙе аңлай алманы. Апаһы, уҡыуыңды дауам ит, тип игәһә лә, уҡыуҙың фәтеүәһен күрмәне. Эстән хатта үртәлеп, “Ана Абулхай өс класс менән дә барыһынан шәп атты әле”, – тип уйлаған саҡтары булды. Өйҙәгеләрҙең вәғәзенән ҡасып, урманға сығып китте лә, көндәр, ҡай саҡ төндәр буйы ла шунда ятты. Тынлыҡты тыңлап, уны һағалап өйрәнгән, был торош уның ҡанына һеңеп киткән икән. Тора-бара, ошо хәле яйлап ҡатмарлашты, уйы менән ысынбарлығы буталды, йөрөй-йөрөй үҙенең ҡайҙалығын онотоп китеү осраҡтары йышайҙы. Йоҡларға ятһа, күҙ алдынан номерланған ҡорбандары үтте, улар егетте баҫтырҙы, быуҙы, саҡырҙы… Шуларҙы күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн ятманы, йоҡоһоҙлоҡтан сәбәпһеҙгә ҡыҙҙы, енләнде, үҙ-үҙен тота алмай башланы. Сараһыҙҙан бер-ике рюмкалап эсә, эсһә, бер аҙ тыныслана ине лә, тора-бара лаяҡыл иҫермәйенсә онотолмай, ә инде ул хәлдә әҙәм ышанмаҫ хәлдәр башҡара башланы. Дуҫтары ҡасып бөттө, туғандары биҙҙе, аралашманы. Янында бер апаһы - әлеге һаман да үҙен ҡорбан итер апаһы ғына ҡалды.
***
Булат Богдан Родионовичтың күҙ алдында булырға тырышты. Тағы ла бер аҙға ҡал тигән тәҡдимен көттө. Ул саҡта иркенләп йөрөргә була. Юғиһә, Сафия менән асыуланышҡас, ҡайтам, тип әйтеп һалғайны бит.
Кискә ҡарайыраҡ санитар аша саҡыртып та алды табип һәм йомшаҡ ҡына итеп:
–Булатик, братишка, бына һине күҙәткән документтарҙы ҡарап ултырам да, белгестәр әлегә дауалауҙы өҙмәҫкә ҡуша бит әле, үҙең нисек уйлайһың? – тип өндәште.
Егеткә шул ғына кәрәк тә ине.
– Ҡушҡастар, ҡушалар инде, ни хәт итәһең? – тигән булды төшөнкө генә.
– Һин улай уҡ бошонма әле, файҙа өсөн эшләнә бит, дауалауҙың сифаты булһын өсөн, аңлайһыңмы, братишка? – табип күҙлеген сисеп, арыған күҙҙәрен ыуаланы. – Давай, иртәгә дарыуҙар артынан сығып, елләнеп йөрөп кил. Софьяңа бүләк тә ҡара.
Был хәбәрҙән Булаттың ҡалын ҡаштары өҫкә һикерҙе. Табип көлдө генә:
– Еткерҙеләр инде. Хуплайым. Һинең йәштә булһам, ул ҡыҙға минең дә күҙ төшөр ине. Тик ҡара, уның хәле әлегә шәптән түгел.
– Сафия тигәндән, Богдан Родионович, бәлки, бер юлы бәпесенең кәүҙәһен дә алып ҡайтырмын.
Хирург ҡапыл ғына аптырағандай булдымы, һынап ҡарай биреп торҙо. Юҡ, тойолманы, аңғарҙы Булат, һиҙҙе уның күҙ ҡарашындағы үҙгәреште. Тик нигә ҡаушаны ул, көтөлмәгән хәбәргәме, әллә был эшкә Булаттың ҡатнашлығынамы?
– Ниңә һиңә үле кәүҙә?
– Миңә түгел дә, Сафия үҙебеҙсә күмешһәң, тигәйне.
– Ә-ә… Баланы бер клиника тикшереүгә алғайны, шылтыратманылар әле.
– Ә инеп белешеп сыҡһам…
– Уныһы һин башҡара алыр эш түгел, Булатик, ваҡыты еткәс, килтерерҙәр – күмерһең.
«Һе, – тип уйланы йөк машинаһы кабинаһында елдергәндә Булат, – насар уйлағы ла килмәй бит әле, тик нисек итеп бөтөн был буталсыҡтарҙың осон-осҡа ялғарға?»
Йөк тейәп бөткәс, санитарҙарға «Богдан Радионович рөхсәт итте» тип, бүләк алыуҙы һылтау итеп айырылып китте лә, тегеләрҙән күҙ яҙҙырғас та, квартал эстәренән боролоп, Палычтың йортона ҡарай йүгерҙе. Тағы ла теге ваҡыттағы кеүек, даһыр-доһор сабып килеп менеп, ҡыңғырауға баҫты. Көттөрә биреп булһа ла, таныш ҡатын асты.
– Һаумыһығыҙ! Таныйһығыҙмы?
– Таныйым да… Сергей Павлович ҡайтманы бит, йәш кеше, инде бөтөн ҡаланы тетеп эҙләп бөттөм, дауалаған табибын күреп һөйләштем, полицияға ғариза яҙҙым.
Булат шаҡ ҡатты:
– Шу-шунан?..
– Доктор, дауахананан сығарылды, тигән ҡағыҙҙарын күрһәтә, ҡалаға алып килгән кешеләр, уларҙың шаһиттары бар. Уйлап ҡараһаң, мин бит инде уны полиция аша ла беренсе тапҡыр ғына эҙләмәйем. Быға тиклем ауылдағы дуҫында эсеп ятҡан, берәҙәктәргә эйәреп китеп, юғалған осраҡтары булғайны. Шуғалырмы, береһе лә етдигә алмай, ҡайтып төшөр, ти ҙә ҡуялар. Тик ниңәлер был юлы күңелем шомло…
Бер нәмә лә вәғәҙә итә алманы ҡатынға Булат. Бары тик өнһөҙ тыңлап торҙо ла, күңелһеҙ хушлашып, китеп барырға мәжбүр булды. Подъездан сығыуға, ингәнендә эскәмйәлә тәмәке көйрәткән ир һикереп тороп, артынан эйәрҙе. Нимә кәрәк быға, тип уйлап өлгөрмәне, теге ҡыуып етеп, йәнәш үк атланы. Улай ҙа булмай, күптәнге танышылай хәбәр ҡуша:
– Палычты эҙләйһеңме ?
Шып туҡтаны егет.
– Эйе! Ҡайҙа ул, беләһеңме әллә?
– Ә һин уның кеме? – Һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Ну, дуҫы тип әйтәйек. Ә һин?
– Шулай уҡ тиергә була.
– Ҡарале, – Булаттың был файҙаһыҙ әҙәмгә йәне көйҙө, - әйтер һүҙең булмаһа, башты ҡатырма, һинһеҙ ҙә ҡаңғырылған.
Ят әҙәм тағы бер аҙ эйәрә биреп барҙы ла, яңынан телгә килде:
– Һине лә Палычтың эҙһеҙ юғалыуы аптырата, шулай бит. Мине лә.
Булат тамам бынан ялҡып:
– Шунан? Ары нимә? Икәүләшеп аптырашып тик торайыҡмы? – тип екерҙе лә аҙымдарын ҡыҙыулатҡайны, теге еңенән эләктереп үк алды:
– Туҡтале, егет, ҡыҙмай тор, һөйләшер һүҙ бар.
– Ни хаҡында? Һин дә бит бер ни белмәйһең.
– Палычтың ҡайҙалығын әйтә алмаһам да, унан башҡа нәмәләрҙе беләм. Аңлауымса, һиңә лә күп нәмә мәғлүм.
– Һөйлә, улайһа.
– Бында түгел, оҙон хәбәр. Әйҙә, берәй кафеға инеп ултырайыҡ.
– Ваҡыт юҡ, көтөп торалар.
– Тағы ҡасан киләһең? Әйҙә, һин ошо араларҙа ысҡынырға тырыш. Килгәс тә миңә шылтыратырһың…
– Телефон юҡ минең! – Булат был юҡлыҡтан үҙен кәм итеп тойоп, тағы ҡыҙып китә яҙҙы. Килгәс тә, кемдер телефонын сәлдерҙе шул, осона ла сығып булманы.
– Аңлашыла, был яҡ менән бөтөн бәйләнеште өҙәләр, тимәк. Улайһа, автоматтан шылтыратырһың, тик был хаҡта берәүгә лә әйтмә, - тип бәйләнсек ир тәмәкеһе тышына арҡыс-торҡос һандар сыймаҡлап тотторҙо ла, бумажнигынан меңлек алып һуҙҙы. – Ҡапылда кәрәк булыр.
Тәүгә осраған ете ят әҙәмдең уға былайтып аҡса тәҡдим итеп тороуы Булатты ғәрләндерҙе. Ҡаштарын төйөп, аҡса һуҙған ҡулды этәреп ебәрҙе:
– Ал аҡсаңды! Хәйерсе тиһеңме әллә!
Ә тегеһе бер ни булмағандай, артынан ялбара биреп ҡысҡырып ҡалды:
– Шылтырат, йәме! Номерҙы юғалтып ҡуйма! Онотма, был бик мөһим! Көтәм! Көтәм, дуҫ!
“Көтмәһәң, кәрәк!” – тип, ауыҙ эсенән мығырлап китеп барһа ла, «Тә-әк, – тип уйланы ул машинала кирегә әйләнгәндә. – Нисек был эштең осона сығырға? Ул бит үҙе лә, бына ҡалайтҡанда ла, Палычтың өйөнә ҡайтмай эсеп йөрөрөнә ышанмай. Бығаса шулай булғандыр ҙа ул, дауаланғандан һуң, ҡабат ҡайҙалыр китер хәлдә лә, инеп күренергә тейеш тә баһа. Ул бит ҡыҙын һағынғайны, тик шул хаҡта ғына һөйләне һуңғы көндәрҙә. Ишеткәндәрен бергә бында килтереп ялғағанда… бигерәк ҡурҡыныс булып китә. Улайһа, санаторийҙағыларҙың барыһы ла үлем алдында йөрөй буламы? Ул да, Сафия ла… Ә һуң, теге ваҡыт, Сафия хаҡында барманымы ни һөйләшеү? Нисек белергә? Нисек яңылышмаҫҡа? Нисек, нисек? Башҡа һыймай… Етмәһә, бынау әҙәме кем? Нимә бәйләнде, нимә белә?.. Вәт башҡа бәлә булды, ә!»
Нисек кенә булғанда ла барыһын да асыҡларға тейеш икәнлеген аңлай ине Булат. Шунсама кешене, бигерәк тә Сафияны ҡорбанға килтертә алмай. Ул инде бер тапҡыр әҙәм ғүмерҙәрен ҡыйыуҙа ҡатнашты, икенсе тапҡыр ундайҙы ҡабатламаясаҡ. Бер тапҡыр эске донъяһын ҡыйратырға, намыҫын һалып тапарға юл ҡуйҙы, ҡабат рөхсәт итмәҫ. Үлһә, ошолар менән бергә үлер, әммә ташлап ҡасмаҫ.
Һуңға ҡалып ҡына, кеше аяғы һил булғас, Сафияның ишеген шаҡыны. Ҡатын кем икәнлеген аяҡ тауышынан уҡ танып ултырғас, килеп асты ла, кире урынына – тегеү машинаһы артына барып ултырҙы. Ул да үҙенә шөғөл тапҡан – бындағыларға түшәк кәрәк-яраҡтары, ҡорған-фәләндәр тегеп үткәрә көнөн. Машинкаһын Богдан Родионович алып килеп биргән.
Егет инеп тә, һаман өндәшмәй ултырғас, Сафия ҡулындағы һүтеп ултырғандарын ҡуйып, ҡарашын күтәрҙе:
– Ни булды?
Булат икеләнде, шуға уратып башланы:
– Сафия, һин батыр кешеме?..
Тегеһе бер нәмә лә аңламаны:
– Нисек? Ниндәй мәғәнәлә?
– Ну-у… Дөйөм алғанда. Кисергәндәреңде уйлағанда, көслөһөңдөр. Ҡарап тороуға сибек кенә булһаң да, артыҡ ҡурҡаҡҡа ла оҡшамағанһың.
– Аңламайым. Ниндәй булыуым ниңә кәрәк әле? Бөгөн күрештек, иртәгә хушлашабыҙ тигәндәй, ҡалай булһам да, киләһе аҙнала китәм инде.
Был яңылыҡтан егет әйтергә теләгәнен онотто:
– Кем әйтте ?
Уның ҡапыл былай ҡысҡырып ебәреүе Сафияны оторо аптыратты:
– Кем булһын – врач.
– Богдан Родионовичмы?
– Эйе.
Булат урынынан һикереп тороп уҡ китте, ҙур устарын шытырлатҡансы ыуалап, иҙән буйлап әйләнде. Унан, ниндәйҙер бер мөһим нәмәне хәл иткәндәй, ҡатынға яҡын уҡ килеп ултырҙы, тегеһе күҙҙәрен киң асып артҡа шылды. Егет инде ҡапыл ынтылып, яурындарынан тотоп алғайны, бөтөнләй бөршәйеп төштө. Булат, барыһын да бер юлы һөйләп ташларға тип, етди төҫ менән ҡатындың йөҙөнә тура ҡараны ла, ҡурҡыуҙан юғалып ҡалған был йәшкелт-зәңгәр түңәрәк күҙҙәргә төбәлеп ҡалды. Айыра алмай ине ул ҡарашын был төпһөҙ күлдәрҙән. Бындай илаһилыҡты күргәне лә булмағандыр - юҡтыр. Бөтөн тәне, кәүҙәһе аша үтеп ингән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә татлы тулҡындарҙы тойоуҙан йөрәге һуғыуҙан туҡтаны, хатта бар эргә-тирә, донъя, йыһан ҡатып ҡалды. Магнит менән тартылғандай булып, үҙе лә аңламаҫтан, дерелдәп асыла башлаған ирендәргә эйелгәйне генә, тегенеһе:
– Теймә миңә… үтенәм, – тип шыбырлап өлгөрҙө.
Ток һуҡҡандай тәьҫир итте был һүҙҙәр егеткә, ул һеләүһен етеҙлегендә ситкә ырғыны. Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан ҡатын телгә килде:
– Булат, әйҙә, ошо тәңгәлдә матур ғына итеп айырылышайыҡ. Минең - һиңә, һинең миңә үпкәң ҡалмаһын. Әгәр ҙә икенсе ваҡытта, башҡараҡ хәлдәрҙә осрашҡан булһаҡ, моғайын, башкөллө ғашиҡ та булыр инем. Һинең яҡшы кеше икәнлегеңде күрәм. Әммә… үҙең беләһең, тигәндәй…
– Нимә беләм? Бер нәмә лә! Һин бит минең менән һөйләшмәйһең, ҡасаһың минән, ҡурҡаһың.
– Аралашҡым килмәй, ышан. Ғәйеп һиндә түгел.
– Сафия, хәлеңде аңлайым…
– Нимә аңлайһың һин? – Ҡатын һарҡып сығып, сикәләренән йүгерә башлаған йәштәренән оялыуын асыу менән баҫып маташты, әллә тулышып һыҙлаған күңеле урғып түгелеп киттеме. – Минең кеүек берәүгә лә кәрәкмәгән бала булып үҫтеңме? Оятһыҙлыҡтан ҡасып-боҫоп йәшәнеңме? Мыҫҡыл ителдеңме? Түбәнһетелеү кисерҙеңме? Балаң… сабыйың үлдеме…
Башҡаса булдыра алманы Булат, ҡысҡырыуҙары үкһеүгә әүерелгән ҡатынды һаҡ, әммә ҡаршылашмаҫлыҡ итеп ҡосаҡлап алды.
– Тыныслан, Сафия, тыныслан, матурым, мин һине бынан ары берәүҙән дә рәнйеттермәм. Тыныслан…
Уның һайын ярһыны, уның һайын буҫлыҡты ҡатын. Егеттең күлдәк түше лыс һыу булды. Берәүҙең дә былай оҙаҡ итеп илағанын күргәне булмаған Булат, әле килеп күҙ йәштәренең йән әрнеүен йыуып төшөрә ала торған көс икәнлеген аңлап, ҡосағын ҡыҫа ғына төштө.
Ахыры шымып ҡалды ҡатын. Бер аҙ торғас, тынысланғандай булып, үҙен ҡоршаған көслө беләктәрҙән ысҡынды. Ысҡынды ла карауатына барып ултырҙы һәм «бына инде, ошолай килеп сыҡты» тигән ҡиәфәттә егеткә күтәрелеп ҡараны. Ошоно ғына көткән Булат уның алдына килеп сүгәләне, кескәй ҡулдарын устарына алды. Ҡатын ҡарышманы.
– Сафия, һөйләшеп алырға кәрәк.
– Һөйләштек бит инде, тағы ни…
– Бик етди проблема бар. Һин бүлдермәй генә тыңла, тик ҡурҡма, йәме, тыңлап бөт тә, уйлашырбыҙ.
Ҡатындың ебеп киткән танауын мыршылдатып, үҙәген тарта-тарта ризалығын белдереп баш һелкеүе бөтөнләй балаларса килеп сыҡты. Был күренештән Булаттың уны тағы ла ҡосағына алғыһы, иркәләгеһе килде. Тик булмай, улай ярамай. Ул хәҙер ҡабалана-ҡабалана ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирҙе. Аҙаҡ үҙенең уйҙарын да әйтте. Ә тегенеһе, гүйә, бер ни аңламаған кеүек текәлеп тик ултырыуын белде.
– Сафия, һин мине тыңланыңмы шул? Сафия…
– Булат? – Ҡатын уға ышанмай ине.
– Ышынмаһаң ышанма, Сафия, әммә мин һине былай ғына берәүгә лә тоттороп ебәрә алмайым.
Арығансы бәхәсләште был кисте ике йәш кеше, тик Сафия бындай хәлдең булыу мөмкинлеген ишетергә лә теләмәне. Ул бит бөтөн донъяла берҙән-бер һыйыныр урын тапҡан, уны ауыр хәлендә ошонда ғына ҡабул иткәндәр, кешесә мөнәсәбәт күрһәткәндәр. Шундай упҡындан тартып сығарып йән өргәндән һуң ниңә уны үлтерергә теләһендәр, ти. Ниндәй ағза? Ниндәй донор? Ул ниндәй донъяла булмаған, ҡолаҡ ишетмәгән хәбәр?!
***
Булатты көскә тынысландырып, һаҡ булырға, бөтә яңылыҡтарҙы ла уға белдереп, аңғартып ҡына йөрөргә вәғәҙә итеп, саҡ сығарып ебәргәс, Сафия урын йәйеп ятһа ла, йоҡлап китә алманы. Беренсенән, уны егеттең һөйләгәндәре хайран итһә, икенсенән, көндән-көн эҫенә, яҡынлаша барған мөнәсәбәттәре борсоно. Ул үҙенә ундай хис-тойғолар рөхсәт итә алмай. Хистәр һиҙерлек, хисләнеп йөрөрлөк наҙ ҡалғанмы һуң күңелендә? Барыһы ла тапалып, бысранып, көйөп-янып бөткән бит. «Һөйлә, мин аңлармын», – тигән була ла, егет кешегә һөйләрлек, аңлатырлыҡмы уның күргәндәре? Һәм ниҙән башлап һөйләргә була?
Сафияның атаһы менән әсәһе айырылышҡанда ул беренсе класҡа бара торған бала ине. Тик ололар еңешә алмай, тартҡылашып йөрөп, йәй үтеп, көҙ еткәнен дә һиҙмәй ҡалдылармы, әллә шулай бер-береһенән үс алдылармы – ҡыҙыҡайҙы мәктәпкә әҙерләүсе булманы. Атаһы икенсе ҡатынға мөкиббән киткән булһа, әсәһе уны ебәрмәҫ өсөн, балаңды ла алып кит, тип яһилланды. Тик бала атайға бер ни хаҡҡа ла кәрәкмәй булып сыҡты. Ул китте лә юғалды. Әсәһе иһә яңғыҙ ҡалыуының бар ҡөһөрөн ҡыҙына төшөрҙө. Ураған һайын “атаң балаһы”, “атаң ҡошап” тип әрләне. Бер йылға һуңлатып, өләсәһе алып барҙы Сафияны мәктәпкә. Әсәһе, этеп-төртөп йөрөтә торғас, ауылдағы ҡарт ҡәйнәһенә алып барып ҡалдырып киткәйне балаһын. Шунда унынсыны бөтөп, өләсәһе лә үлеп киткәс, әсәһенә күсеп килергә мәжбүр булды. Был ваҡытта әсәй тигәненең, үҙенән ун ике йәшкә кесе ирҙе индереп алып, шуны нисек тә тотоп, әүрәтеп йәшәү өсөн тиреһенән сығырҙай булып йөрөгән сағы ине. Теләгәндә килеп, теләмәгәндә сығып китеп, эре генә көн иткән әҙәм, йәш ҡыҙ барлыҡҡа килгәндән һуң, был йортҡа эҫенде лә китте. Ҡатыны өйҙә булмағанда, үгәй ҡыҙын аулаҡта һағалап, мөхәббәт һүҙҙәре һөйләп, бәйләнеп аптыратты. Ярҙам эҙләп, хәлде әсәһенә аңғартҡайны, тегенеһе балаһын яҡлашыр урынға: «Атаң балаһы, шуның кеүек, күҙең-башың уйнап», – тип тетмәһен тетте генә. Аҙаҡ нисек тә үҙен-үҙе яҡларға, һаҡланып, абайлап ҡына йөрөргә тырышты ла, тик йәш ҡыҙ бала һунар ҡомары уянған әрһеҙ ирҙән хәйләлерәк була аламы? Бер көн, төн шикелле ҡараңғы һәм ҡурҡыныс көндө булды ул хәл. Уҡыуҙан ҡайтып, сәй эскәс, серем итеп алмаҡсы ине, баҫылып йоҡлаған да киткән. Шул ятыуында теге хәсистең ишек асып килеп ингәнен дә, янына килеп аунағанын да ишетмәй-тоймай ҡалған. Тәненә кемдеңдер ҡағылыуына албырғап уянып киткәйне, ҡотолор әмәл юҡ. Әҙәм аҡтығы оло кәүҙәһе менән тал сыбыҡтай һынын түшәккә ҡуша ҡыҫты ла, ҡысҡырырға асылған ауыҙын усы менән томаланы. Ҡото осоп, көрмәкләшеп маташҡан ҡыҙ бер аҙҙан ҡурҡыуҙан һәм тын етмәүҙән иҫен юйҙы…
Был афәтте әсәһенә һөйләп аңлатыу, бәләһе менән бүлешеү мөмкин булмаған хәл ине. Сафия ни эшләргә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ә теге ҡомһоҙ бындай рәхәтлектән баш тартырға теләмәне: һағаланы, баҫтырҙы, эҙәрлекләне. Дәрестәрҙән һуң көндәр буйы әсәһенең ҡайтыуын көтөп, урамда йөрөнө ҡыҙ. Тик теге бында ла хәйләһен тапты. Әсәһенә Сафия ишетерлек итеп: “Килә алмайым, шунда-бында барам”, – тигән булды ла, ҡыҙ тынысланып ҡайтып ултырһа ғына, килеп тә инде. Һәм теге кәмһенеү тағы кисерелде… Унан тағы… Тағы… Ә бер көн Сафия физкультура дәресендә иҫтән яҙып йығылды ла, “тиҙ ярҙам” алып барып ҡалдырған дауахана табибы әсәһенә ҡыҙҙың йөклө икәнлеген әйтте. Барыһын да аңланы әсәһе, нисектер, шунда уҡ һиҙҙе еҫтең ҡайҙан сыҡҡанын. Юғиһә, “Кемдән?” тигән һорауҙы бирер ине лә һуң? Башта бер аҙ шаңҡығандай өндәшмәй йөрөнө лә, бер аҙ фекер туплап алғас микән: “Мин һинең арҡала шәхси бәхетемдән баш тарта алмайым, атайыңдың тормошомдо боҙғаны ла еткән, кит, приютҡа бар, унда һине аласаҡтар”, – тине. Шул һүҙенән һуң башҡаса һөйләшмәне лә, белмәне лә күрмәне лә ҡыҙын. Әйтерһең дә, ул юҡ, инде-сыҡты, әле бер, әле икенсе дуҫын алып ҡайтты, күңел асты, әммә балаһына бер генә ҡараш та һалманы. Эсе беленә башлағас, мәктәпкә йөрөүен дә ҡуйҙы Сафия, унан килеп, эҙләй башлағастары көндәрен вокзалдарҙа, парктарҙа йөрөп үткәрә торған булып китте. Әсәһе килеүсе уҡытыусыларға, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы хеҙмәткәрҙәренә: “Бер ни хәл дә итә алмайым, тотоп алып булмай, теләһә кемгә тағылып сыға ла китә, боҙолған инде боҙолған”, – тип һөйләп ҡалды. Мәктәпкә лә, ғөмүмән, был ҡалаға ла яңы килгән ҡыҙҙың ниндәйлеген кем белеп, аңлап өлгөрһөн. Шулай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, берәү килеп, фәлән-фәлән ерҙә уның кеүектәр өсөн приют барлығын әйтте, теләһә хәҙер үк алып барып ҡуйыу теләген дә белдерҙе. Бығаса ҡала уртаһындағы бер приюттың янынан ҡырҡ үтеп тә инергә ҡыйыулыҡ тапмаған булһа, әле килеп ярҙам ҡулы һуҙыусыға ҡараны ла ҡатты. Эйе лә, юҡ та тип әйтә алманы ул. “Эйе” тиһә, тағы бер кәмһенеү, “юҡ” тиһә – нишләр? Өндәшеүсе лә уның хәлен аңланы, буғай, ипләп кенә ҡултыҡлап алды ла китте. Юлда йөҙ төрлө уйҙар уйлап, борсолоп килһә лә, бында урынлашып алғас, үкенмәне ҡыҙ. Хатта рәхмәт уҡып бөтә алманы. Бәпесен дә яратҡайны бит ул. Яратҡайны. Ҡорһағында йөрөткәнендә: “Мәңге ҡабул итә алмам, теге әҙәмдең балаһы”, – тип екһенеп уйланы, шул зарынан һыҙылып, хәсрәтләнеп йөрөнө. Ә инде йәнен ярып сыҡҡас, Богдан Радионовичтың тиҙерәк биләүләп алып килеп һалыуын көттө, нишләптер күргеһе килде. “Бер ҡарармын да ҡуйырмын”, –тигәйне, алдан да табипҡа шуны аңғартып ҡуйғайны. Тик врач ҡулында тегеләй-былай әйләндерелгән сабыйҙың ялыныс илауын тыңлап ята торғас, йәне һурылып сыҡҡандай булды. Түҙеме бөттө һәм: “Бирә һалығыҙ”, – тип ынтылды. Яратты шул, ҡарап, һөйөп туя алманы. Тик ниңәлер был бәхете лә оҙаҡҡа барманы. Ниңә генә шулай булды һуң? Уйламағанда! Көтмәгәндә! Һау кеүек ине лә. Бер ере лә ауыртҡан кеүек түгел ине. Мыжыманы, юҡҡа борсоманы. Шул көн иртәнсәк прививка яһап киткәйнеләр, уныһы ла укол түгел, ә ауыҙына ике тамсы тамыҙыуҙан ғибәрәт ине. Туйғансы имеп, йоҡоға талды бала … һәм шунан уянманы ла ҡуйҙы. Әсә бәләкәсе ятҡан арала әллә күпме кер йыуҙы, иркенләп сәйләп алды, унан үҙе лә серем итте. Инде һаман да уянмаған сабыйын иркәләп кенә күтәреп алғайны, тегеһенең тынын һиҙмәне. Бер аҙ һелкеткәндәй итте. Унан, ҡобараһы осоп, сикәләрен тотҡоланы, унда ла ҡыбырламағас, ашығып, төргәктәрен сисеп ташланы ла, аңына барып еткән ҡурҡыныстан аҡылын юйып, тыпырсынып сарылдап ебәрҙе. Үҙәк төбөнән сыҡҡан ауазы ике ҡатлы бинаны ғына түгел, эргә-тирәләге урман-тауҙарҙы, хатта йыһанды ла иңрәткәндер. Кемдәрҙер инеп, үҙен тотто, кемдәрҙер баланы алды… Ике көндән генә һушына килде ҡатын. Богдан Родионович сабыйҙың йөрәге насар булған, үҙаллы оҙаҡ эшләй алмаған, тип аңлатты һуңынан. Шул мәлдәрендә янынан китмәне, уколдар ҡаҙап, йылы сәйҙәр эсереп, башынан һыйпап ҡына торҙо. Әллә ниндәй шифалы һүҙҙәр таба белде, һарғайып ҡына үлеп китергә бирмәне табип. Әле бынау Булат килеп, шул кеше хаҡында нимәлер тип ышандырып маташа. Ни булған уға? Шундай юҡ-бар һөйләп, иғтибарын йәлеп итергә уйлаймы? Улай тиһәң, аҡылһыҙ егеткә оҡшамаған да…
***
Өмөттәре аҡланманы Сергейҙың. Һуңғы сиккәсә ошо ҡараңғылыҡта ҡапыл ғына күк көмбәҙе асылып китер ҙә, яҡты өмөт сатҡыһы юлын яҡтыртып ебәрер, тип көткәйне. Тик улай булманы. Табиптар «донорһыҙ, күп булһа, ике ай» тип, һуңғы ярты йылда донъяларын ялмап алған ҡараңғылыҡты бөтөнләй бушлыҡҡа әйләндерҙе. «Нисек? Нисек ике ай?», - тип, кардиохирургия бүлеге мөдиренең яғаһынан алһа ла, хәлдең сараһыҙлығын бөтөн күҙәнәктәре менән тоя һәм ошо хаяһыҙлыҡтан да ярһый ине ул. Был мәл бөтөн тормошо, донъялағы барлығы һәм донъяһы үҙе лә бер ни хаҡҡа торошһоҙ булып ҡалды. Әрнеүе үҙәгенә үтеп ҡарғаны был аллаһыҙ бушлыҡты. Булһа, ишетергә тейеш ине бит ул алла, шул ҡәҙәр ялынып-ялбарыуҙарын да ишетмәгәс… юҡтыр…
Көтөлмәгәйне бәлә. Аңғармаҫтан, аҫтыртын килде. Килде лә йығаһынан, тәгәрәтәһенән һуҡты. Күҙ алмаһылай булған, иркәләп-һөйөп кенә үҫтереп килгән дүрт йәшлек ҡыҙҙарына бер көн килеп башҡа һыймаҫлыҡ диагноз ҡуйҙылар: йөрәк. Имеш, шул кескәй генә бала йөрәгенең ике клапаны эшлектән сыҡҡан. Имеш, ҡалған икәүһе лә ауырлыҡ менән генә лерпелдәп тора. Ышанманы быға Сергей. Район табибының ғына хәбәрен эшкә һанаманы. Ул бит әле ул-былға алданып барыр ауыл ҡарты түгел, ә район эске эштәр бүлегенең баш тәфтишсеһе, аңлы, белемле кеше. Ҡатынын да, юҡҡа паника ҡуптарма, тип кенә тыйҙы ла, шул көндө үк ҡыҙын өлкә клиникаһына алып китте. Шундай ышандырғайны бит ул Любаһын, «Беҙҙәге наҙандар нимә белә», – тип кенә ебәргәйне. Аҙаҡ аҡланыр ҙа, йыуатыр ҙа һүҙ тапманы.
Ғаилә бөтә көсөн шул сиргә ҡаршы көрәшкә һалды. Любаһы, эшен ташлап, һәр минутын балаһына бағышланы. Сергей дауалау этаптарын үтеүгә, машина яңыртам, тип, йыйғандарын да, машинаһының үҙен дә тотондо. Унан ҡала хәйриә ойошмаларының ярҙамдарын тапты, танышлыҡтарын, мөмкинлектәрен файҙаланып, төрлө табиптарға, клиникаларға сыҡты. Дауаланыу курстары өлкәлә лә, баш ҡалала ла үтелде, тик ыңғай һөҙөмтәләр генә булманы. Сырайында ауырыуҙың төҫө лә булмаған, уйнап-көлөп йөрөгән сабыйҙарына ҡарап, эстән янып ҡарайҙы ата-әсә. Любаһы йәшереп илап, Сергей төн йоҡоларынан яҙып ҡартайҙы һуңғы бер нисә айҙа. Дауаланыу һөҙөмтә бирмәҫен аңлағас, операцияға яҙылып, донор көтә башланылар. «Срочниктар» теҙмәһенә индерҙеләр ярай ҙа, әйтелгән хаҡтан сикәләрендәге ҡан тамырҙары шартларҙай булып бүртеп сыҡһа ла, Сергей тешен ҡыҫып, ҡағыҙҙарға имзаһын һалды. Сауҙалашып торор саҡмы ла, балаң ғүмерен аҡса менән үлсәп буламы? Ҡайтып, һис икеләнеүһеҙ фатирҙарын һатыуға ҡуйҙы ла, иң кәрәкле генә әйберҙәрен алып, әсәһенә күсте. Ҡыҙы менән ҡатыны клиникала йәшәй, тигәндәй.
Бер-ике ай эсендә донор мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, тинеләр. Хәҙер инде Сергей һәр иртәһен табипҡа шылтыратып, хәл белешеүҙән башлай ҙа, ике-өс көн араһында уның ишек төбөн тапай. Бик аңлай уны табип. Шылтыратыуҙарына ипле генә яуап бирә, ҡул биреп күрешеп ҡаршы ала, яурынынан ҡағып, йөҙөнә төбәлеп һөйләшә, тынысландыра, өмөтләндерә. Һауа етмәй һуҡлыҡҡанда тәрән итеп тын алып ебәргәндәй була уның менән осрашҡанда Сергей. Хирургтың хәстәрлегенән күңеле тулып китә, хатта сабырлығы һынып, һыңҡылдап илап та ебәрҙе бер. Уның алдында оят түгел кеүек. Ул бит аңлай, ул белә.
Фатир һатылып, аҡсаһы ҡулға алынғас, инде донор табылып, операцияға әҙерләнгән арала ғына нимәлер яҙлыҡты, нимәлер яңылыш китте был ҡыл шикелле генә итеп һуҙылып тарттырылған юлда. Көтөлгән ваҡытҡа ҡайҙандыр ебәрелде, тигән йөрәк килеп етмәне. Табип бик борсолған ҡиәфәттә: «Донорҙы һуңғы сиктә яраҡһыҙ тип тапҡандар», – тип хәбәр итте. Үҙенең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды шул мәл Сергейҙың. Йә ысынлап өҙөлөп кенә төшмәне. Исмаһам, ҡатынына бындайҙы еткермәҫ ине. Икәүләшеп аптырау сигендә ултырып ҡалдылар. Был тиклем дә ярҙамһыҙ һәм сараһыҙ итеп тойғаны юҡ ине үҙен ир кеше. Әле килеп балаһын, ҡатынын түгел, үҙен дә яҡлай алмаҫлыҡ хәлһеҙ булып һуҙылып төштө лә ятты. Түңкәрелеп кенә китһә икән ошо мәлдә бөтөн донъяһы! Юҡ шул, донъяһы ла шул уҡ, бәләһе лә. Барыһына ҡул һелтәп, үлеп кенә лә булмай. Үлә алмай шул ул, балаһын бындай хәлдә ҡалдырып китә алмай. Аҡсаларын йомарлап, сумкаһына тултырып алды ла донорҙы үҙе эҙләп сығып китте Сергей. Бөтөн булған клиникаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, сил өлкә, сит ил дауаханаларына ла, шәхси ойошмаларға ла мәғлүмәттәр ебәрҙе. Күптәренә үҙе барып инде, табиптарҙы күреп һөйләште, ниндәй хаҡҡа ла ризалығын белдерҙе. Асырғанып ярҙам һораны барыһынан да, үтенде, инәлде, ысҡынып китеп ҡысҡырҙы, талап итте. Шулай ҡаңғыра торғас, бер клиниканан “баланы алып килергә мөмкин” тигән йыуаныслы саҡырыу алғайнылар… өлгөрмәй генә ҡалдылар. Иртәгә юлға сығабыҙ тигән төндә ҡыҙҙары йоҡоһонда йән биреп ҡуйҙы. Шул ҡәҙәр шаңҡыны ата менән әсә, Любаһы үҙе шунда иҫен юйып йығылһа, Сергей ҡапыл эсе бушап, барына ла битараф булғандай торошҡа инде лә ҡуйҙы. Шул халәтендә балаһын нисек ерләгәндәрен дә хәтерләп етә алмай. Иланы микән, кемдәр килде-китте – белмәй ҙә хатта. Бер аҙ иҫенә килеп, уйлау һәләте ҡайтҡас, аңында барыһын да баштан алып әйләндерҙе лә үҙ-үҙен ғәфү итә алманы. Алданыраҡ ниндәйҙер юлдар тапмағанына, ҡыҙыуыраҡ тотонмағанына, сирҙе лә иртәрәк асыҡлай алмағанына ғәйепле тойҙо. Ул бит атай кеше, ул белергә, аңларға, балаһын һаҡлап ҡалыу өсөн йән аямай айҡашырға тейеш булған. Берҙән-бере, ҡыҙсығы уны ғәфү итмәҫ. Һаҡлай алмағаны өсөн атаһын кисермәҫ. Ошондай уйҙарҙан сәсе ағарҙы ирҙең. Күпмелер ваҡыттан эшкә сыҡҡан майорҙы хеҙмәттәштәре танымай торҙо. Төп-төҙ баҫып йөрөгән ғорур ҡарашлы, имәндәй хәрби урынына яурындары төшкән сал башлы ҡарт килеп ингәндәй булды. Ҡайғы бөккәйне, бөтөргәйне ирҙе.
Бер нисә ай үткәс, һаман да шул хәсрәттәре солғанышында йөрөгән Сергей ниндәйҙер йыуатыу һүҙҙәре эҙләпме, әллә шул аптыранған көндәнме, теге клиниканың номерын йыйҙы. Телефонды ул белгән хирург түгел, ә башҡа кеше алды.
– Богдан Родионовичты ишетергә теләгәйнем, – тине ул яҡын кешеһен һорағандай итеп.
– Һеҙ кем?
– Был Сергей Колесников ине, мин һеҙҙә донор көткәйнем… ҡыҙыма… Диана Колесниковаға.
– Эйе-эйе, списокта бар инегеҙ, хәтерләйем. Шунан, хәлдәрегеҙ нисек?
– Нисек тип… шул инде.
– Ҡайҙа үтте операция, кем яһаны?
– Һеҙ белмәйһегеҙҙер инде… операция булманы бит, донор килмәне… Ҡыҙымдың булмағанына дүртенсе ай.
Теге яҡтағы бер килке тынып торҙо.
– Нисек килмәне?..
– Әллә инде… килмәне, – Сергейға кем менәндер был хаҡта һөйләшеү еңеллек биргәндәй булды.
– Туҡтағыҙ, трубканы һалмай тороғоҙ, мин хәҙер үк база мәғлүмәттәрен асып ҡарайым. Тә-әк, тә-әк, бына… «срочниктар» теҙмәһе… Колесникова… Колесникова Диана Сергеевна, дүрт йәш тә өс ай тиелгән, шулаймы?
Сергейҙың йәне һыҙылып китте. Күптән ҡыҙының исемен улай ҡысҡырып әйткәндәре юҡ.
– Эй-йе…
– Беҙҙәге мәғлүмәттәр буйынса, һеҙ заказды алғанһығыҙ.
– …
– Алло! Ишетәһегеҙме?
– Һеҙ кем ул, ниндәй врач?
– Фамилиям Савичев.
– Мин хәҙер һеҙгә киләм!
– Һуң инде, индермәҫтәр. Иртәнсәк килегеҙ, уға тиклем мин Богдан Радионовичтан барыһын да асыҡлап ҡуйырмын.
Саҡ таң аттырҙы Сергей. Любаһы ла булмағас, ауыҙ асып һүҙ һөйләшер кешеһе юҡ. Ҡыҙҙарын юғалтҡас, ҡатынының был ҡалала ҡалғыһы килмәне, тыуған яғына ҡайтырға булды. Ҡаршы төшмәне уға Сергей, әүрәтер, йыуатыр әмәл тапманы. Яратышып өйләнешкән инеләр, балалары араларындағы бар йылы тойғоларҙы ла үҙе менән ҡуша алып киткәндәй булып ҡалды. Уртаҡ хистәре лә ҡалмағандай. Ҡатыны китте, ире тотманы.
Сиратта тороусыларҙы күрмәҫтән, хирургтың кабинет ишеген ҡайыра тартып асып килеп инде ул. Табип ҡаршыһында ултырған ауырыу тертләп китте. Тик ул ризаһыҙлығын белдерергә ауыҙын асып өлгөрмәне, Сергей врачтың алдына килеп тә баҫты.
– Богдан Родионович, аңлатығыҙ!
Табип тыныс ҡалды. Ҡаршыһындағы клиентынан кеселекле ғәфү үтенде лә, Сергейға ултырырға иҙәп, урын күрһәтте.
– Беренсенән, һаумыһығыҙ. Хәтерем яңылышмаһа, Колесников бит әле?
– Эйе, Богдан Родионович, мин кисә Савичев фамилиялы врач менән һөйләшкәйнем, саҡыртығыҙ әле уны.
– Һеҙҙең теләкте үтәй алмайым шул, үкенескә ҡаршы, ундай табип беҙҙә эшләмәй.
– Эшләмәй? Һуң мин…
– Ул кисә эштән бушатыуҙы һорап, ғариза ҡалдырған, мин ҡул ҡуйҙым, юҡ ул бында.
– Кисә?.. Кисә киске унда мин уға шылтыраттым бит һуң.
– Теләһәгеҙ, ғаризаһын күрһәтә алам, кисә көндөҙгө икелә документтарын алып киткән. Һорауығыҙ шул ғына инеме?
– Һорауым… Ул миңә беҙгә тейешле донор булған тигәйне, – Сергей әйтергә теләгәнен нисек аңлатырға белмәне, буталды.
– Ҡәҙерлем, тәжрибәһеҙ йәш табиптың һеҙгә нимәләр һөйләп башығыҙҙы бутағанын белмәйем, әммә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: һеҙҙең өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләнек. Аңлайым, бындай ваҡытта күп нәмәләр шулай буталырға, онотолорға мөмкин. Теләһәгеҙ, дауаланыу курсы яҙып бирәм.
Богдан Родионович тағы оҙаҡ ҡына йыуатты Сергейҙы, стрестан хәлен артыҡ ҡатмарлаштырып ебәреүен аңлатырға тырышты, тынысландырыу дарыуҙарына рецептар яҙып бирҙе. Тик баҫылманы күңеле Сергейҙың, киреһенсә, ниндәйҙер шом инеп ятты. Һөнәри тәжрибәһе лә, тәбиғи тойомлау һәләте лә бында ниндәйҙер бер йомаҡ барлығын аңғартты. Күнгәнлеген белдереп, өндәшмәй генә сығып китһә лә, кинәт аңы асылып, нисә айҙар буйына башын томалаған томан таралып киткәндәй булды. Ошо көндән башлап ул клиниканың тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Тапты теге Савичевты ла. Йәш табип тәфтишсенең баҫымы аҫтында бик оло сер итеп кенә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса үҙенең ҡулы аҫтына инмәгән документтарҙа ҡутарынғаны һәм ситкә мәғлүмәт сығарғаны өсөн эштән ебәрелеүе хаҡында һөйләне. Ярай әле, ғариза менән ебәргәндәр, юғиһә, статьяла оса яҙған. Ә инде документтарҙағы “Диана Колесниковаға донор тотонолдо” тигән юлдарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән. Белгәндәрен ҡалтырана-ҡалтырана һөйләп бөткәндән һуң, әле ярты сәғәттәй был хаҡта берәүгә лә әйтмәүҙе, серҙе үҙендә генә ҡалдырыуҙы ялбарҙы табип. Ул да һиҙә, күрәһең, эштең ниндәйҙер ҡара тәрәнлектән килгәнлеген, был хәлдең артында аңлайышһыҙ оло ҡурҡыныс барлығын. Сергей Савичевҡа бәйләнеште өҙмәҫкә һәм хәбәрһеҙ юғалмаҫҡа бойороп, егеттең инде үҙенең һағы аҫтында буласағын әйтеп китте. Ҡайтып, шул төндө керпек тә ҡаҡмайынса план төҙөнө ул. Бер ятты, бер ултырҙы, әле бүлмәһендә кәлеп һуҡты, әле балконға сығып, тәмәке көйрәтте. Әллә нисә шәшке ҡәһүә артында башында өйрөлткәндәрен блокнотына төшөрҙө. Ҡыҙы менән башланған бәләләр барышында табип менән булған һәр һөйләшеүен, үҙенең ниндәй һорауҙар биреп, уның нисек яуаплағанына тиклем хәтерендә яңыртырға тырышты. Һәр иҫләгәнен ентекләп анализланы, уйланды, һығымталар яһаны. Эйе, енәйәт бар ине был хәлдәрҙең артында. Тәжрибәле тәфтишсе быны аңы-ҡаны менән тойҙо, тик төйөндө тартып, тағатып ебәреү өсөн еп осон ғына таба алманы. Әммә ул табырға тейеш, тағатырға тейеш был йомғаҡты. Юғиһә, үҙен бер ваҡытта ла ғәфү итә алмаҫ.
Көҙгө ҡояш һуң ғына уянып, инде күптән шау-шыулы тормош башлаған оло ҡала өҫтөнә күтәрелгән мәлде – таңды ошондай ғазаплы уйҙар менән ҡаршыланы Сергей Колесников.
***
Водителен ебәрҙе Богдан, руль артында үҙе хәҙер шуға. «Ял ит», – тигән булһа ла, уның арыуында эше юҡ, бары ҡайҙа һәм кем янына барыуын ғына күрһәткеһе килмәй. Ә инде кемгә барғанын уйлаһа, үҙенә көлкө. Тик нисек кенә булғанда ла, әлеге ваҡытта ошо теләгенән ҡаса ла, ҡотола ла алмай. Ана шул теләк ҡоллоғонда йәшәп ятыуы һуңғы көндәрҙә. Бер йәш ҡыҙҙы күреү өсөн китеп бара ул. Уйламағанда, көтмәгәндә, ир уртаһы ҡорона инеп барғанда танау аҫты ла кибеп етмәгән студенткаға күҙ һалды. «Һалды» тиеү генә дөрөҫ булмаҫ, «төштө» уның күҙе. Операция бүлмәһенә ҡаҙ көтөүе итеп килтереп индерелгән студенттар төркөмөнән әллә нишләп ана шул сибек кенә һынды айырып шәйләп алды ла, ҡурҡыуынан сынаяҡ аҫтындай булып түңәрәкләнгән аҡ маска өҫтөндәге күҙҙәр сихырынан арбалды. Ысынлап арбалды, китаптарҙа яҙылғанса, ҡапыл ҡаушап, ҡулындағы скальпелде төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ә ҡыҙҙың унда эше лә юҡ, алдындағы уларға асыҡ дәрес биреүсе хирургты ул һуйыусы, ә операция өҫтәлендә ятҡанды ҡорбан итеп кенә күрә. Ана ҡолайым, бына ҡолайым, тип сайҡала биреп торҙо ла янындағы хәле үҙенекенән саҡ ҡына ирәберәк булған иптәшенең беләгенә аҫылынды.
Операциянан һуң, табип кабинетындағы һөйләшеүҙә, тыныслығын боҙоусының исемен белде – Альбина икән. Ни өсөн хирургия бүлегенә барғандыр, ғәҙәттә, ҡыҙҙар был һөнәрҙе һайламай.
Шунан һуң тағы ла бер-ике асыҡ дәрестә күрештеләр, ҡыҙ ниндәйҙер һорауҙар менән янына ла килеп китте. Буласаҡ докторҙың һайлаған һөнәрен әллә ни төшөнөп етмәгәнен аңлаған Богдан, ҡотҡоло теләктәренә баш була алмай, уны айырым практик шөғөлгә саҡырҙы. Студентка, бер аҙ ҡаушаһа ла, риза булды.
***
Ҡатмарлы булмаған йөрәк операцияһын күҙәтеп торған ҡыҙҙың әленән-әле ҡарашын тотто Богдан. Хайран булып баҡҡан был күҙҙәрҙең һоро бәрхәтендә ирене, бығаса бер ваҡытта ла кисерелмәгән ниндәйҙер рәхәтлек, ирәбелек тойғоһона солғанды. Ҡулдары үҙҙәренән-үҙҙәре белгәнен башҡарҙы, ә башын бөтөнләй икенсе уйҙар биләне. “Ниңә әле аҡылы ла етлегеп етмәгән сәпсектәй ҡыҙыҡайға күңеле тартыла? Уның һайлағаны ошо булырға тейешме ни? Диңгеҙ ярындағы виллаһына алып барасаҡ ҡатынын һис юғы баш әйләндерер төҫ-ҡиәфәттә итеп күҙ алдына килтерә ине бит. Уға башҡалар ҡарарға ла һуштан яҙырға тейеш ине. Банктарҙа ятҡан иҫәпһеҙ аҡсаларын, сейфтарындағы аҫылташ-мәрйендәрен ошо ҡыҙыҡай менән бүлешергә тейешме? Был нимә, мыҫҡыл итеүеме яҙмыштың? Уҫал шаяртыуымы? Ә ҡалай рәхәт… Ошо кешенең эргәңдә йөрөүе, һүҙ ҡушыуы, күҙ һалыуы аҡылды юйҙырта… Ну, ҡаптың, Богдан, ҡаптың…”
Эштән һуң, ни булһа ла булыр, тип, “Әйҙә, ял көнө берәй ергә барайыҡ”, - тигәйне, Альбина бер аҙ уйланып торғас, тура ҡарап:
– Ә һеҙҙең ҡатынығыҙ юҡмы ни? – тип һораны.
Уйынлы-ысынлы яуапланы Богдан:
– Юҡ шул.
– Ниңә улай?
– Әллә… Һинең кеүекте осратмағанмын, күрәһең.
Театрҙан сыҡҡас, оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөләр. Альбина уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән, врач буласағын үҙе хәл иткән. Уның балаларса бер ҡатлылыҡ менән “Кешеләргә ярҙам итергә теләйем” тигәненә Богдан иларға ла, көлөргә лә белмәне. Үҙенең бындай эскерһеҙ саф теләктәр кисермәгәненә бик күп йылдар үткәндер кеүек тойолдо. Бик ҡарт итеп тойҙо шул саҡ үҙен, эске донъяһы таушалып, ҡаҡшап бөткәндәй булды. Янындағы хисләнеп һөйләгән ҡыҙ баланы тыңланы ла, уның кеүек мәлдәрен ҡайтарғыһы килде. Тик булдымы икән уның ошондай сағы? Уның да шулай донъяға яратып, кешеләргә һоҡланып ҡараған саҡтары бар инеме һуң? Әллә йәне баштан ағыуланғайнымы?
Альбина менән аралашҡан, уны яҡшыраҡ белгән һайын, Богдан нығыраҡ әсирләнә, ҡыҙ ҡоллоғона тарый барҙы. Башта ҡабул итмәгән эскерһеҙлек, ябайлыҡ яйлап уның да йөрәк ҡалҡанын тишеп инде. “Һәр нәмәнең үҙ урыны” тигән булып, һалҡын аҡыл менән уйларға тырышһа ла, эсендә ике төрлө донъя төшөнсәләре айҡашты. Береһе “Әүәлгесә йәшә” тип баҫһа, икенсеһе “Улай бармай – үҙгәр” тип, тызып, бимазалап торҙо.
Шул мәлдәрҙә үҙенең бығаса яңғыҙ булыуын, дуҫтарһыҙ, яҡындарһыҙ икәнлеген аңланы ҡарт егет. Туғандары менән дә йылына бер тапҡыр атай йортонда ғына күрешеүен иҫәпкә алмағанда, шылтыратып хәлдәрен белергә лә ваҡыты юҡ. Уны барыһы ла онотҡан, әллә үҙе онотторған, һыуытҡан араларҙы – аңламаҫһың. Әле килеп бынауы тәтелдәк ҡыҙ бығаса кәрәге булмаған тойғоларҙы уятып, намыҫын семетмәксе әллә? “Китсәле, минең идеялар шул бер бала-сағаның етлекмәгән теләктәренә лә ҡаршы тора алмаймы ни?” – тип, ҡәнәғәтһеҙ баш сайҡаһа ла, шул мәл балаларының әсәһе итеп тап ошо ябай, алсаҡ, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙы күрергә теләгәнен аңланы. Аҡылы ҡаршылашһа ла, йөрәге шулай хәл итте: ул өйләнергә тейеш. Ошо арала эштәрен ослаясаҡ та, йәш кәләше менән диңгеҙ аръяғына күсеп китәсәк. Төпләнәсәк шул яҡта, онотасаҡ барыһын да, бәхетле, тыныс тормош менән йәшәп китәсәк. Ҡасандыр үҙенең бала сағындағы кеүек, өй тулы балалары булыр, муллыҡта, байманлыҡта көн итерҙәр.
***
Богдан ябай ғаиләлә үҫте. Уның күҙлегенән хатта хәйерсе. Атаһы ғүмере буйы завод тимерлегендә туҡылдап, байҙарға семәрле ҡоймалар ҡойоп, рәшәткәләр нағышлаһа ла, үҙенең донъяһына ундайҙы рөхсәт итә алманы. Әсәһе балалар дауаханаһында иҙән йыуҙы. Тапҡан ғыналары алты баланы ашатып-кейендереүҙән уҙманы. Шунлыҡтан, хәлле тиҫтерҙәре ҡулында йәки өҫтөндә булған күп нәмәләр Богдандың төшөнә генә инде. Көнсөллөк менән бәләкәйҙән таныш. Хәтерендә, ихатала сәпиткә атланған малайҙар һаны көндән-көн арта барып, бер мәл Богдандан башҡалар бөтәһе лә һыбай атланып бөттө.
– Әсәй, ҡасан сәпит алабыҙ? – тип, кис һайын аш артында һүҙ ҡуҙғатты малай, ата-әсәһенә алмаш-тилмәш ҡарап.
– Алырбыҙ, башта Викаға куртка алайыҡ та, – тип тынысландырҙы уны әсәһе.
Бер аҙнанан Богдан был һорауын тағы ла был юлы инде инәлеслерәк итеп ҡабатланы.
– Түҙеп тор, йәме? Зинаның итектәре туҙған, – әсә улының таҡыр башын дымлы алъяпҡысына ҡыҫып һөйҙө лә, эйелеп, түбәһенән үпте. – Һин бит аҡыллыһың, балам.
Атлана алманы тәки үҙ сәпитенә Богдан, ала алманы уны әсәһе, аҡсаһы артманы. Тиҫтерҙәренең һыбай елгәнен тәҙрә аша күҙәтеп, ҡара янды малай. Урамдағыларға ла, өйҙәгеләргә лә булған асыуы алҡымынан ашып, күҙ йәштәре булып түгелде.
Ярай әле, яҡшы уҡыны. Артыҡ тырышмаһа ла, уҡығанын, һөйләгән-аңлатҡандарын шунда уҡ башына һалды, белде, төшөндө. Шул һәләте күҙҙән төшөрөп ҡалдырманы үҙен. Хатта күтәрҙе лә әле. Мәсьәлә эшләтеп алыусылар ҙа, шыпырт ҡына контроль эш вариантын ебәреүселәр ҙә булып торҙо. Һәр береһенең айырым хаҡы бар, әлбиттә. Мәктәптә был түләүҙәр туңдырма, һағыҙ, туп хаҡы булһа, медицина институтында уҡығанда кроссовки, куртка кимәленә күтәрелде. Тик былар ғына аҙ ине уға. Уның байығыһы, аҡсаны усында йомарлап тотоп, иркен һелтәнеп йәшәгеһе килде. Был теләк шул тиклем көслө ине һәм ул, уҡыуын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, институт ятаҡтарына тыйылған тауарҙар индереп, сауҙа ойошторҙо. Йәшерен араҡы эшләгән урындарҙан был ағыуҙы оло һауыттар менән барып алды ла һәр ятаҡта нөктәһен булдырҙы. Ул ғына ла түгел, үҙәк баҙарҙа емеш-еләк менән тәьмин итеүселәргә яҡынлап алып, улар аша төрөп тарта торғандарын да сығарта башланы. Бына был сауҙа, исмаһам, килем килтерә ине. Юлы ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, хаҡын бишләтә ҡаплай. Ҡуласа эсендәге тейен кеүек, алһыҙ-ялһыҙ ошо бизнеста әйләнде егет. Башҡалар кеүек ялдарын төшкәсө йоҡлап ятманы, ҡыҙҙар артынан сапманы, хатта гүзәл заттың барлығын да аңғарманы, буғай. Һәр тапҡан тинен икеләтә, өсләтә арттырырға тырышты, ҡулына ингәндәрен һаҡлап, ҡәҙерләп һала барҙы. Күп тә үтмәй, машиналы булды. Уға бурыслылар, көнө ҡалыусылар, инәлеп килеүселәр күбәйҙе. Шулай хан дәрәжәһендә ине ул һуңғы курстарында.
Микрохирург һөнәре алып сыҡҡас, үҙ өлкәһе дауаханаһына ҡайтарҙылар. Шунан йүнәлтмә менән уҡығайны бит. Бурысын тапшырырға кәрәк. Эшләй башланы. Иртәнән ҡара кискәсә, унан ҡалһа, төндәрен дә шул операция өҫтәле, бөткөһөҙ ауырыуҙар, ҡағыҙҙар, йоҡоһоҙлоҡ, яуаплылыҡ тиҙ ялҡытты Богданды. Фатир менән ашауға ла етмәгән эш хаҡына ла риза түгел. Тик нишләйһең, ул бында ун йыллыҡ «ҡоллоҡҡа» килешеү төҙөгән, уны ошо дауаханаға кәрәкле табип итеп уҡытып алғандар.
Бер көн ҡапыл операция алдынан баш табип ҡыҫҡаса ғына итеп ауырыуҙың йәшәүгә шансы юҡлығын һәм туғандарының рөхсәте менән йөрәге донорлыҡҡа алына икәнлекте аңлатты. Артыҡ иҫе китмәне быға йәш хирургтың: төрлө сәбәп менән операция өҫтәленә килеп тарығандарҙың яҡты донъя менән хушлашҡандары ла, ағзаларын күсертеүгә ризалашҡандары ла, үлгән хәлдән терелеп киткәндәре лә етерлек. Ә бына ул йөрәкте һатып алырға теләгәндәрҙең тәҡдим иткән суммаһын ишетеүгә телһеҙ ҡалды. Был бит… байлыҡ! Бер йоҙроҡтай ғына ағзаны шундай хаҡҡа алсәле?! Әллә ҡайҙағы ғәрәпкә шул хаҡҡа беҙҙәге урыҫтың йөрәге кәрәк микән ни? Ағзаны тамырҙары менән күкрәк ҡыуышлығынан ысҡындырып алғанда ла, махсус һыуытҡысҡа урынлаштырғанда ла ҡиммәтле аҫылташ менән эш иткән оҫта итеп хис итте ул үҙен. Һәм башында бер уй яралды. Ҡырағай, әммә татлы, арбағыс уй. Ул хыял ятҡанда-торғанда ла егеттең баш мейеһен быраулап, сығыу юлын эҙләп кенә торҙо.
Шул теләген тормошҡа ашырыу өсөн янып йәшәй башланы ул хәҙер. Иң башта интернет аша ағзалар эҙләүсе сит ил клиникаларының, шәхси клиенттарҙың яҙмаларын уҡып, өйрәнеп сыҡты. Унан аноним сайт булдырып алып, улар менән һаҡ ҡына бәйләнешкә инде, талап ителгән тауарҙарҙың хаҡтарын белеште. Аптыраны егет! Бындай суммаларға ағзалар һатһа, уларҙың дауаханаһы күптән фантасик халәткә инер ине. Ә улар хан заманындағы ҡорамалдар менән эш итә. Шул уҡ ваҡытта аҙмы халыҡ һап-һау ағзаларын ҡәбергә алып китә. Ниңә шуларҙы ҡулланып ҡалмаҫҡа? Ниңә файҙаланмаҫҡа? Кем белә уны? Ҡуйғанда яҡындары, үлгәндең эсен асып, ағзаларын теүәлләп торамы? Ярамай, имеш, закон тыя. Ниңә ул закон башҡаларҙы йөҙ төрлө енәйәт эшләүҙән тыймай? Ә уны, ярлы табипты, берҙән-бер яҡтыға сыға алыу хоҡуғынан мәхрүм итә. Төкөрҙө ул ундай законға!
Хәҙер инде, төн йоҡоларын йоҡламай, план ҡорҙо Богдан. Артыҡ борсолоуҙарҙан ҡулдары ҡалтыранды, ирендәре тартышты. Бүлегендәге операцияға әҙерләнгән ауырыуҙарын бик ентекле өйрәнде, һәр береһе менән ҡат-ҡат һөйләште, ғаилә хәлдәрен, уй-ниәттәрен белеште. Уның был тырышлығы ла юҡҡа китмәне. Бик иғтибарлы, миһырбанлы табип булараҡ даны таралды ҡалала. Ауырыуҙар, башҡаларҙы урап үтеп, уға эләгергә, уның өҫтәленә ятырға ынтылды. Шулай маташа торғас, бер аҡылы инәрле-сығарлы булған бер ауырыуын бөйөрөн алып ташларға кәрәк икәнлеккә инандырҙы. Әлбиттә, ураған һайын йыға һуҡҡан приступтарҙың табип биргән дарыуҙарҙан икәнлекте төшөнөүсе булманы. Операцияны ике медсестра ярҙамында башҡарҙы ла, егерме минут эсендә кәрәкле ерен һуйып та алды. Нимә тигәндә лә, үҙ һөнәренең оҫтаһы бит әле. Операцияларҙы тиҙ һәм дөрөҫ яһай, ҡулы алтын уның. Эштең был этабы тамам булғас, тауарҙы яйлы урынлаштырыу өлөшөнә тотондо. Был яғы оҙаҡҡа һуҙылманы, булғанды алыусы ике көн эсендә табылды ла, алдан һөйләшелгән ҡаланың килешелгән урынында ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйылғас, донорҙы ҡабул итеп алып, аҡсаһын күсереп тә ҡуйҙы. Иҫәптәге һандарҙың нулдәрен һанай-һанай, алырға батырсылыҡ итә алмай йөрөнө… беренсеһен. Башҡаларын систе, шулай тейеш булғанса, эре генә, мәртәбәле генә һалып алып сығып китте банктан.
Йылдар үтә торҙо. Сауҙа нығына, киңәйә барҙы. Яйлап, бик-бик һаҡ ҡыланылып, ярҙамсылар һайлап алынды. Берәүҙәр клиенттар тапты, икенселәр уларҙы урынлаштырыуҙы йүнләне. Тора-бара ағзаларҙы улай урлап алыу ғына аҙ булды, йөрәк, бауыр, умыртҡа өлөштәре кеүектәргә заказдар килде һәм был аҙымды ла яһатты Богдандан шайтан. Машина аҫтында ҡалған иҫеректең әле туҡтап өлгөрмәгән йөрәген ысҡындырҙы ла алды берҙән-бер көндө. Ә тырышҡанда ул әҙәмде ҡотҡарып алып ҡалып була ине. Тырышты, тик терелтеү өсөн түгел, ә эҙ яҙҙырыу, ялған ҡағыҙҙар тултырыу, туғандарын ышандырыуға. Ышандылар инде. Төн йоҡламай операция үткәреп, күҙҙәренә тура ҡарап, йәндәренә үтерлек һүҙҙәр табып һөйләшә белгән табипҡа кем ышанмаһын?
Тора-бара, бизнесҡа даими клиенттар кәрәк була башлағас, Богдан өлкәнең бер районындағы ташландыҡ психбольницаны биләмәһе-ние менән һатып алды ла, бер аҙ төҙөкләндереү эштәре үткәргәс, эскелек, наркомания кеүектән дауалау һәм реабилитация үҙәге итеп теркәне. Гәзиттәргә биргән иғландарында «тормош ауырлыҡтарына осрағандарға бушлай ярҙам итәбеҙ» тип тә өҫтәне. Белә бит инде ул хәҙер халыҡтың нимәгә ҡабырын һәм бында кемдәр килерен дә. Шулай булды ла. Теләгәндәр, инде был афәттән сыға алмаҫын аңлағандар, үҙҙәре эҙләп тапһа, теләмәгәндәрҙе туғандары, ата-әсәһе йәки, киреһенсә, балалары алып килеп ташланы. Бәйләп тә, йоҡлатып та, көсләп тә килтерҙеләр. Ҡайһы саҡ ҡайҙа итергә белмәгән йорт-ерһеҙ берәҙәктәрҙе полиция үҙе үк ҡалдырып китте. Бында иһә уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршыланылар. Ентекле табип тикшереүҙәре үткәрҙеләр, йыуып-таҙалап алдылар, ашаттылар. Дауаланыу барышында ауырыуҙар хужалыҡта кем нимә башҡара ала, шуның менән шөғөлләнде. Ә эш бында етерлек, күңелеңә ятҡанын һайлап ал. Мал, ҡош-ҡорт, йәшелсә баҡсалары, ағас, тимер оҫтаханалары ла тотола. Өс-дүрт айҙа килгәндәрҙең күҙҙәре асыла, төҫ керә, сәләмәтлектәре нығый. Үҙҙәрен яңы тормошҡа ҡайтарған врачты улар алла урынына күрә башлай, уның һәр әйткәнен үтәп, ауыҙына ҡарап ҡына торалар. Шундай кимәлгә етеп һауыҡҡандар ҡайтарыла. Әлбиттә, улар шулай уйлай. Ысынында, бындағылар менән хушлашып сыҡҡан клиентҡа йоҡо дарыуы эсереп алып сығыла һәм ул, юлда иҫен юйғас, бөтөнләй икенсе йүнәлештә алып кителә. Икенсе нөктәлә уны шундай уҡ ябыҡ биләмәләге клиниканың подвалында күҙ асып йомған арала ағзаларға таратып та һалалар. Шуның менән эш тә бөтә, бар ине кеше, вәт, хәҙер юҡ.
Әлбиттә, тәрбиәләнгән ауырыуҙарҙың барыһын да был һуңғы нөктәгә еткереп булмай. Кемдәрҙелер килеп алалар, икенселәр хаҡында белешеп торалар, өсөнсөләре үҙҙәре үк яраҡһыҙ булып сыға. Тик шулай ҙа берәүгә лә кәрәкмәгән һәм бер ерҙә лә көтөлмәгән әҙәм баштары барыбер ҙә күберәк шул. Тап шулар Богдан Родионовичҡа яҙғандары була ла инде.
Альбинаны осратҡас, был шөғөлөн ҡуйырға, тигән ҡарарға килгәйне, сөнки һуңғы ваҡытта уның бизнесы менән ҡыҙыҡһынғандар барлыҡҡа килде кеүек. Анау бер баланың атаһы тәфтишсе булып тороуын әйт. Уның ҡыҙына тәғәйенләнгән йөрәкте ҙурыраҡ хаҡ биреүселәргә осорғайны бит. Соҡсоноп алды ла китте. Ир башта ҡайғыһынан аҡылдан яҙыр кеүек ине, Богдан биргән дарыуҙар быға ярҙам да иткәйне. Тик, ҡәһәрең, ныҡыш булып сыҡты, ҡаңғырып йөрөй торғас, ҡәҙимге халәтенә лә ҡайтҡан, мәғлүмәтселәр килтергән хәбәрҙәр буйынса ҡатынын да барып алған икән. Темеҫкенә хәҙер Богдандың шөғөлө тирәһендә ошо әҙәм.
Бөгөндән клиникаһын ябыр ине лә, әле һуңғы партияһындағылар бигерәк оҡшай табипҡа. Нәфсе тигән нәмә үҙенекен итә. Ҡалала эшләгән агенттары парк ҡыуышында ҡунып йөрөгән йәш ҡатынды табып алып килгәйне. Тауар һап-һау булып сыҡты, етмәһә, үҙе үк «йөк» менән. Яңы тыуған бала ағзалары был баҙарҙа бриллиант хаҡында. Бынан алда алып киленгән ике наркоманканың аналығын «ремонтлап» булышһа, ошондайы килеп ҡапҡас, тегеләрен башҡа файҙаға ебәрҙе лә, бөтөн иғтибарын яңы бушанған ҡатынға йүнәлтте. Хәҙер бер-ике айҙан уныһы ла ҡулланыуға әҙер буласаҡ. Мәғлүмәтселәре хәбәренсә, йәш иргә әүрәгән әсәһенә ҡыҙының ҡайҙа булыуы ҡыҙыҡ та, кәрәкле лә түгел. Үҙенә көндәш итеп күргәнде нисек сығарып ебәргән булһа, шулай онотҡан.
Уйламаҫтан үҙе килеп ингән әзмәүерҙәй мосолман егете лә оҡшай хирургҡа. Имән кеүек таҙа, үгеҙҙәй көслө. Был тауарҙы баҙарға бер сауҙаһыҙ сығарырға була ла, ураған һайын туғандарына шылтыратып ҡына аптырата уныһы. Ҡайҙалыр туған яҡтарында, апайым көтә, тигән була. Көтһә, көтәлер, артыҡ эскегә һалышмаған әле ул. Бары тик кисерелгән нервы стрестары һәм контузияһы ғына ҡамасаулай. Уларынан да сығып бара инде. Тыштан ғына түгел, эстән дә көслө егетең, саҡ ҡына этәргестән - бер аҙ психолог менән аралашыуҙан һәм тынысландырғыс препараттарҙан яйға килеүгә ыңғайланы. Аҡылы булһа, бынан ары эсмәҫ тә әле. Тик Богдан Родионовичҡа «моғайын» кәрәк түгел, уға сифатлы тауар, күп аҡсалар кәрәк, бик-бик кәрәк. Һәм ул ҡорбандарын бер ни хаҡҡа ла ысҡындырмаясаҡ.
***
Көн дә табип тупһаһын тапай торғас, Сафия бәпәйенең кәүҙәһен таптырып алды. Богдан Родионович уны шәхсән үҙе алып килеп бирҙе. Кескәй генә табут эсендә аҡ сепрәктәргә ныҡлап төрөлөп, сит-ситтәре тегелеп үк ҡуйылғайны. Хужа санитарҙарға ҡыҙ күрһәткән ергә алып барып күмергә ҡушты. Сафия, ҡабаланып, берәүҙе Булат артынан йүгертте. Табипҡа был оҡшаманы.
– Үлек былай ҙа оҙаҡ тотолдо, көнө буйы юлда килде, әйҙә, тиҙерәк ер ҡуйынына оҙатайыҡ, – тине ул үҙенә хас булмағанса ҡоро итеп.
– Мин ерләүҙең рәтен белмәйем, көтәйек инде, – тип инәлде ҡыҙ.
Ул арала өҫтөндәге әпилкәләрен ҡаға-ҡаға, Булат йүгереп килеп етте.
– Күрҙеңме?
– Юҡ… – ҡатын бер соҡор ситендәге табутҡа, бер табипҡа ҡараны.
– Богдан Родионович, күҙ һалырға яраймы? – Булат табутҡа килеп үк тотондо.
– Һин нимә! – тегеһе уйламағанда ҡыҙып китә яҙҙы. – Ниңә әсәне өҙгөләргә?..
– Сафия ҡарамаҫ, мин генә… Таныйым бит уны, – тип һаман ҡуйманы Булат.
Шул ваҡыт Богдан Родионовичтың тамам түҙеме бөттө һәм ул санитарына “күм” тигәнде аңғартты. Тегеһе көрәккә тотонғайны ғына, Сафия алдына төштө:
– Юҡ! Булат күмһен!
Егет кескәй ҡәбер төбөнә ҡыялатып өң яһағас, ынтылып, табуттан аҡ төргәкте алды. Ике усында ғына күсергән кәүҙә үтә еңел тойолдо уға. Шуға, аптырап, ҡапыл ҡарашын өҫкә күтәрҙе лә, күҙҙәрен киң асып ҡатып ҡалған табипҡа һирпелеп ҡараны. Барыһы ла ауыр кисерә, буғай, бала ерләүҙе. Аҙаҡ Булат ләхет таҡталарын теҙеп, белгән генә бисмиллаһын ҡат-ҡат ҡабатлап, бит һыпырҙы ла, бер-ике ус тупраҡ ташлағас, көрәкләп күмеп ҡуйҙы. Сафия, хәсрәте һағышлы күҙҙәренән түгелеп, яулығы менән ауыҙын ҡаплап торһа ла, иламай ине инде. Әле ныҡлы аңлап та, өйрәнеп тә өлгөрмәгән сабыйын юғалтыуға күнгәйне, күрәһең.
Киске аш ваҡытында Сафия егет өйрәткәнсә хәйер таратып сыҡты. Хәйерлек ҡулъяулыҡтарҙы машинкала үҙе теккәйне. Күптәрҙең бындай йоланы ишеткәне-күргәне булмаһа ла, бәпәй тарихын белгәнлектән, рәхмәт әйтеп ҡабул итте. Сафияның күңеле күтәрелә төшкәйне, аралашырға теләге булыпмы, аштан һуң ҡабаланып алдан төшөп атлаған Булаттың еңенән тотто:
– Булат, нимә булды? Өҫтәл артында ла өндәшмәнең?
Егет әйләнде лә ни әйтергә белмәне, үҙе бында булһа ла, уйҙары ҡайҙалыр ҡырҙа ине уның. Тора биреп тә һүҙ тапмағас, еңен ипләп кенә тартып ысҡындырҙы:
– Эш бар. Һин… бүлмәңә ҡайт.
Нимә булғанын был ваҡытта Булат үҙе лә аңлата алмаҫ ине. Тик булды, нимәлер булды уға. Уны ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бер тойғо биләп алды ла, ысҡындырмаҫтан ҡыҫып тотто. Йөрәге һеркелдәп, нимәгәлер әҙерләнде әллә. Хәҙер-хәҙер йә ҡапыл ер тетрәр, йә дауыл сығыр, тип көткән кеүек. Ҡайһы мәл, ҡай арауыҡта башланды һуң әле был тойғо? Ҡайһы?.. Ҡаҙғанда… төшөргәндә… эйе! Бәпәйҙе ҡәбергә төшөргәндә… Устары нимәлер тойҙо бит һуң. Төргәк эсендәге кәүҙәнең нисектер төйөрөм түгеллеген. Эйе шул… Үтә еңеллектән хатта ырғытып ебәрә яҙҙы. Аптырап, Богдан Родионовичҡа ҡарап ҡуйҙы. Ә ул?.. Ул бит… ҡурҡҡан инеме… Ҡурҡҡан ине шул. Ни өсөн? Төшөрөп ебәрә яҙғанғамы? Әллә… Юҡ. Ҡулға алғанға. Ыһы… Тимәк, врач бала кәүҙәһен табуттан алырҙар, тип уйламаған. Ул уны шул йәшнигендә көйө күмеүгә өмөт иткән, сөнки мосолман йолаһын белмәгән. Ә Булат уны күтәрҙе һәм… ни икәнлеген аңламаны.
***
…Шәмһеҙ-ниһеҙ соҡона торғас, ниһайәт, ләхет таҡталарына барып төртөлдө. Уларҙы ла ҡайырып асҡас, төпкәрәк ынтылып, һәрмәләнеп сепрәк төргәкте тапты. Тартып сығарып алдына һалды ла, бер тәрән итеп тын алғас, “Хоҙайым, ғәфү ит”, – тип шыбырлап, тегелгән еренән ептәрен йолҡа тартып, һүтеп ебәрҙе. Тоноҡ ай яҡтыһында төргәк эсендәгенең йөҙө ағарып күренде. Ҡалтыранған бармаҡтары менән битте һыйпап ҡарарға иткәйне, ҡулы аңлайышһыҙ йомшаҡ нәмәгә тейҙе. Ултыра торғас, аңына нимәлер барып еткән егет, төргәктең аҫҡы яғын тағатып ташланы ла, яҡшыраҡ күреү өсөн эйелеп, мәйетте ике ҡуллап алып ҡарамаҡсы булды. Һәм шул секундында уҡ, берәү йоҙороҡлап һуғып ебәргәндәй булып, артҡа тайшанды. О, Аллаһ! Уның алдында ҡәҙимге сепрәк ҡурсаҡ, оло күҙҙәрен шар асып, йылмайып ята ине…
Ярты сәғәттән кескәй ҡәберлек кире элекке хәленә ҡайтып, күңелһеҙ генә убасыҡ булып ятып ҡалды.
***
– Богдан Родионович, ҡалаға сығып килергә рөхсәт итегеҙ әле, – Булат машина ишегенән врачтың башы күренеү менән осоп ҡунды.
– Ни йомош? – табип, сығып баҫып, салбар балаҡтарын ҡаҡҡыланы.
– Эшем килеп сыҡты, ала торған нәмәләр бар.
– Миңә әйтеп ебәр, иртәгә киләм бит.
Егет бер аҙ албырғаны. Нимә, уға ышанмайҙармы әллә хәҙер?
– Ҡасып китер, тип уйлайһығыҙмы? – вайымһыҙ көлгән булды үҙе.
– Юҡ, уйламайым, йомаҡ йәшергәнеңә генә әйтәм, – Богдан да һыр бирмәй.
Аптырағас, егеткә бөтөнләй уйланылмаған хәбәргә төшөп китергә тура килде.
– Йәшерене юҡ, Сафияға тәҡдим эшләргә уйлайым да… шуға берәй иҫтәлекле нәмә ҡарармын тигәйнем.
Уның ситкә ҡарап, шулай мығырлауына хайран булып ҡараны доктор. Ахырҙа телгә килде:
– Килештегеҙ ҙәме?
– Юҡ, ул белмәй.
– Улайһа, нисек була инде?
– Беҙҙә, мосолмандарҙа, ҡыҙҙарҙан артыҡ һорап тормайҙар ул, – егет үҙ тапҡырлығына үҙе шат.
– Һуң, Софья иртән ҡайта би?.
– Беләм. Шуға бөгөн өлгөрәйем, тигәйнем. Һуңынан үҙем барып табыр инем. – Унан инәлә биреп өндәште. – Рөхсәт ит, ә, һуңғы үтенес.
***
Ҡағыҙҙары өҫтөнә эйелеп, әллә уҡып, әллә уйланып ултырған Сергейҙы ҡапыл сыңлаған телефон тертләтте. Ошо бер нәмәнең тауышын үҙгәртмәйҙәр, йәнгә тейеп тазылдай. Ынтылып, трубканы алды ла, ҡырҡыу өндәште:
– Да!
– Алло!- теге яҡтағы бер аҙ тынып торҙо.
Сергейҙың түҙеме етмәне:
– Тыңлайым!
– Миңә Сергей Колесников кәрәк ине, – өндәшеүсенең акценты һиҙелә, күрәһең, икенсе милләттән.
– Баш тәфтишсе Колесников, кем менән һөйләшәм?
– Мин – Булат, санаторийҙан…
Ике ир сәғәткә яҡын ҡаршылағы ашхана өҫтәле артында һөйләште, унан тәфтишсе кабинетында карталар һыҙҙы, план төҙөнө. Кәрәк-яраҡтар биреп, Булатты оҙатҡас, Колесников рапорт менән етәксеһенә юлланды, уға операцияға рөхсәт алырға кәрәк ине.
Сафия оҙата сығыусыларға ҡарап баҫты. Ҡайтыу шатлығы юҡ ине уның һурынҡы аҡ йөҙөндә. Йәшкел-зәңгәр күҙҙәре лә ситлектән иреккә сығырға ҡурҡҡан ҡошсоҡтоҡолай ҡарай. Уймаҡ ирендәре генә дерелдәй биреп йылмайған була. Бына ул күнгән зарлы ҡарашын алдындағыларға һирпелдереп уҙып, Булатта туҡтатты. Тегеһе баш һелкте. Илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, ирендәрен тешләне ҡыҙ. Һөмбаш, йүнләп хушлаша ла белмәй. Әллә нимә булды уныһына һуңғы мәл, йә ихласлап һөйләшмәй, йә бөтөнләй күренмәй. Бығаса ҡайһы яҡҡа боролһа ла, ҡаршыһында торор ине, әле тотоп алырлыҡ түгел. Ысынлап араларында бер нимә лә була алмаҫын аңлауымы был, әллә үҙенә тиң түгеллеген аңғартыуымы…
Ауыр уйҙар менән машинаның артҡы урынына инеп ултырҙы һәм үтә күренмәҫен белһә лә, тәҙрәгә ҡалҡынып ҡараманы Сафия. Ҡыйын ине уға, бик ҡыйын ине. Күпме ҡаршы тороуына, тартышып сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, солғап алды бит күңелен бынау ҡарасман әзмәүер. Ҡарағусҡыл йөҙөн, ҡаш аҫтынан һөҙә биреп ҡарауын, ирәбе йылмайыуын, яурын, беләк мускулдарын уйнатып ҡайырып эш эшләүен күҙ алдынан мәңге лә юя алмаҫ кеүек. Һуңғы ваҡытта әллә ниндәй уй етмәҫ хыялдарға бирелер, ләззәтле уйҙар диңгеҙендә йөҙөр булып китте үҙе лә. Имеш, Булат уға сәскәләр тотоп һөйөүен белдерергә ингән. Имеш, етәкләп туғандары янына алып ҡайтҡан, бығаса егет һөйләгәндәрҙән генә белгән апаһы, ҡустыһы бергәләшеп өҫтәл артындалар, Сафия уларға сәй яһап эсерә. Имеш, Булат уға никах балдағы кейҙерә…
Йөрәге туңып килгәйне бында, әлеге шул йөрәге ҡанһырап ҡайтырға сыҡты. Ҡайтырға, тип… Богдан Радионович уны ҡалалағы икенсе приютҡа күсерә. Уҡыуыңды тамамларһың, эшкә урынлашырһың, ти. Тик ҡалайтып был яңғыҙлыҡҡа күнергә…
***
Машина артынан тимер ҡапҡалар сыйылдап ябылыу менән, Булат ағас йышыу оҫтаханаһына ашыҡты. Инеп, ишеген япҡас та, таҡталар аҫтынан тоҡ һөйрәп сығарып, ҡабаланып эсендәгеләрен бушатты. Башта бронежилет өҫтөнән махсус костюм, аяҡтарына уңайлы кроссовкиҙар кейеп, пистолет магазинын тикшереп, салбар ҡайышына ҡыҫтырҙы ла, һарай артындағы һурылған таҡтаны шылдырып, тышҡа сыҡты. Был юлды ул кисә төндә бер ҡабат үтһә, уйында мең ҡат ҡабатлаған инде. Шунлыҡтан, алан-йолан ҡарамаҫтан, йән-фарман ағаслыҡтарға ҡарай йүгерҙе лә, ҡоймаға етәрәк бейек ҡарағастың аҫҡы ботағына ырғып һикереп тотоноп, тейен етеҙлегендә өҫкә үрмәләне. Унан күҙ йомоп асҡан арала икенсе яҡҡа һикереп тә төштө. Сүгәләгән килеш бер секунд ҡына йүнәлешен самалап алғас, тороп, ике тау араһынан һуҙылған үҙәк буйлап сапты. Уға өлгөрөргә, машина һыртты урап сыҡҡансы, туралап, алдан төшөргә кәрәк.
***
Арттағы пассажирының, бәүелеп килә торғас, ҡолап уҡ йоҡлап китеүен аңғарған Богдан, үҙе лә ойоп алырға булып, күҙҙәрен йомдо. Бер аҙ ял кәрәк, ике-өс сәғәттән оҙайлы операцияға баҫасаҡ. Яңғыҙына әллә нисә ағзаны айырып алаһы, урынлаштыраһы бар. Шулай ҙа хеҙмәте емешенә торошло. Инде саҡ ҡына, саҡ ҡына түҙгәндә. Ошоноһон һәм һуңғыһын… яҡшы хаҡ менән ебәргәндә. Унда ҡалғандарының артыҡ баһаһы юҡ. Башҡа был эшкә тотонмаҫ. Яңы тормош башларға кәрәк. Өйләнергә, балалар үҫтерергә. Юғиһә, бөтөнләй нервыһы бөттө. Һуңғы айҙар үтә лә ҡатмарлы булды. Бынау басурман килеп юлығып, әллә ниндәй шомдарға һалып бөттө бит, сәстәре ағара яҙҙы. Әллә берәй нәмә һиҙә, мәлғүн. Күҙгә күренмәҫ януарға ау ҡорған һунарсы кеүек йөрөй, ситкә ҡарап торғанында ла күҙ ҡойроғо менән һине тота һымаҡ. Һәр хәлдә, уның янында үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй Богдан. Ҡарашы елек майына тиклем үткәндәй, уйҙарын сығарып, тетеп һалғандай. Ярай, яра-ай… берәй аҙна йөрөп ҡал әле, һунар…
Машина ҡапыл туҡтауҙан башын алғы тәҙрәгә бәрә яҙҙы Богдан. Сәбәләнеп, шоферына екерҙе:
– Күҙең сыҡҡанмы?
Тегеһе алдына ҡарап ҡатҡан. Күҙен күтәрһә – ҡаршыла ике ҡулын алға һуҙып... Булат тора. Ҡулында – пистолет.
– Сығығыҙ! Ҡулдарығыҙҙы мин күрерлек итеп күтәреп сығығыҙ! – эстәгеләр һаман шаңҡып ултыра бирҙе. Тыштағы машинаның капотына типте – һелкенеп киттеләр. – Сығығыҙ, тинем!
Богдан водителенә ултырғыс аҫтындағы автоматҡа ымланы. Тегеһе ҡоралды бер ҡулы менән эләктереп, ишекте киң асҡан булды ла, ҡапыл тәгәрәп сығып, тәтегә баҫты:
– Та-та-та-татт-тат-тат!
Урман, тау-таштар ҡайтауз итеп яңғыратты:
– Тат-тат-та-а-а!..
Ҡарағай олонона ышыҡланып өлгөргән Булат, ҡоралын ташлап ҡаса башлаған әҙәмгә төбәп атмаҡсы булып, пистолетын күтәреп төҙләгәйне, ҡапыл беләгенең хәле бөтөп, ҡулы аҫҡа һәленде. Ҡараһа, костюмы яурын тәңгәленән тишек, ул арала эстән ағып килгән ҡан бармаҡ остарынан һарҡыны. Яраланған, ахыры, ҡалай беленмәгән…
Бөтөн был бәрелеште быяла аша ҡарап ултырған Богдан, ҡулын күтәреп, һаҡ ҡына машинанан сыҡты.Ошонан башҡа сара юҡ ине уға.
– Булатик… Булат, братишка… Ни булды ул был, ә?..
Булат алға атланы.
– Булат, братишка, әйҙә килешәйек. Мин һиңә күп аҡса бирә алам! Ғүмереңдә лә күрмәгәнсә күп!
– Машинанан ҡырғараҡ кит!
Богдан егеттең әйткәнен йәһәт үтәне. Булат артҡы ишекте иҫән ҡулы менән һелкә тартып асып, үле шикелле ятҡан ҡыҙҙы һөйрәп сығарҙы һәм, үләнгә һалып, пульсын тикшереп ҡараны.
– Булатик, һин нимә? Ошо ҡыҙ өсөнмө? Был бит сәйнәп төкөрөлгән. Мин һиңә ҡыҙҙарҙың әллә ниндәйҙәрен табып бирә алам, Булатик!
Егет ҡыҙҙың сикәләренә һуҡҡыланы, елкәһе аҫтына усын тығып, башын күтәрергә итте:
– Сафия! Сафия, ишетәһеңме мине?
– Ишетмәй, дарыу эсерелгән, үҙаллы иҫенә лә килә алмаясаҡ, – Богдан зәһәр йылмайҙы. – Әйҙә, ваҡытты юғалтма, машинаға кире һал да минең ҡалалағы клиникаға барайыҡ. Ярҙам итәсәкмен – ышан.
– Һиңә былай ҙа аҙ ышанманыҡ инде. Беҙ хәҙер… – Хәбәрен ослай алманы, артынан Богдандың ағас киҫәге менән киҙәнгәнен шәйләп өлгөрөп, һау беләге менән ҡапланды ла, теге сәбәләнгәнсе, аяҡ салып ҡолатты. Ирҙәр йән тәсмәнгә көрмәкләшеп китте. Икеһе лә кәүҙәле, икеһе лә көслө, әммә яралының көсәнгән һайын шәберәк аҡҡан ҡаны үҙе менән бергә хәлен дә ала. Быны икеһе лә аңлай. Богдан ваҡытты һуҙырға, Булат өлгөрөп ҡалырға теләне. Дошманының хәлен яҡшы тойомлаған врач уның яралы яурынын төйҙө, әлегә ауыртыу тоймаған организмды шок хәленән сығарырға тырышты. Шулай булғанда, егетең һыңар ҡулын ҡыбырлата ла алмаҫ ине. Булат та бына-бына хәле мөшкөлләнерен белеп, бар таҫылын, ажарлығын һалды. Бына ул өҫтөндәге кәүҙәне тубығы һәм йоҙроғо ярҙамында һелкеп ташланы ла, өҫтөнә ырғып, беләге менән муйынына баҫты. Тегеһе күҙҙәре һытылып сығырҙай булып, баҫымдан ысҡынырға маташты. Бөтә кәүҙәһе менән, бармаҡтары менән ер тырнаны, йөҙөндә ҡан тамырҙары күгәреп бүртте, ауыҙы күперҙе. Хәле бөтә барғанын тойған Булат беләгенә нығыраҡ ятты. Аҫтағы кәүҙә тағы бер-ике тыпырсынды ла тынып ҡалды. Уның иҫен юйғанын аңлаған егет, тороп, ауа-түнә ҡыҙ янына тәнтерәкләне. Уға Сафияһын ҡотҡарырға кәрәк.
Егет ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫып тотоп, көсәнеп тороп баҫты. Һәр аҙымы ғазаплы көс, әрнеү менән бирелде уға. Ҡайҙа? Ҡайҙа был Сергей? Нишләп һаман килеп етмәй? Карта төшөрөп, засада ҡороу урынын билдәләгәйнеләр бит. Нимә тотҡарлай уларҙы?!
Урман юлы буйлап һуңғы көсө менән тәнтерәкләгән егет томанлана барған ҡарашын офоҡ һыҙығынан алманы, үҙе әллә иҫендә булып, әллә буталып, бер үкте һамаҡланы ла һамаҡланы:
– Саф-фыя, ҡарале, алда ғүмер… бар ә-әле… Саф-фыя… ҡар-рал-ле… Сафы-ыя… Саф-фыя… ғүме-ер… бар…әле…
Аҫтан ғына яман тарылдап, вертолет осоп үтте, ҡаршы уба артынан һыҙғырып килгән полиция машиналары пәйҙә булды.
– Саф-фы…фыя… Саф-фыя… ҡара… ле….