Быуаһы йырылған йәш ҡатын үтеп барған йылда ҡайғы-һағыштарын күҙ йәштәре менән йыуып төшөрөргә теләгәндәй, ныҡлап үкһергә кереште. Күңеле китек Гөлсөмгә сәбәбе лә аҙым һайын табылып ҡына тора шул. Быйылғы йылдың һуңғы яңылыҡтарын ҡарағанда, йәш әсәйҙең яңы тыуған сабыйын пакетҡа һалып сүплеккә сығарып ырғытыуы, ярай ҙа, яҡшы күңелле кешеләр ваҡытында аңғарып ҡалып, нарасыйҙы сатлама һыуыҡта туңып үлеүҙән ҡотҡарыуҙары тураһында күрһәтәләр ине. Радмир был йәшникте ниңә генә тоҡандырыуына үкенеп иренен ҡанатҡансы тешләһә лә, һуң ине инде. Икеһенең дә байрам кәйефе ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Аш-һыу бүлмәһенә инеп тынысландыра торған дарыу эсеп, йөҙ-ҡиәфәтен ҡабаттан тәртипкә килтереп ингән Гөлсөм, ҡапыл ғына йомшарыуы өсөн уңайһыҙланып, иренә ҡабаттан күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәне.
Уның яңы ғына сираттағы ЭКО-нан һуң балаһы төшөп, күп ҡан юғалтыуҙан һуң былай ҙа ағарған, йонсоған йөҙө тағы ла һурығыбыраҡ киткән. Өҙөлөп яратҡан кәләше йәл ине Радмирға, ныҡ йәл ине. Тик хәленә инерлек, йыуатырлыҡ һүҙҙәр генә таба алмай аптырай ул һуңғы ваҡытта. Әле лә йыуата башлаһа, күҙ йәштәренә ҡабаттан ирек бирәсәген аңлап, шым ҡалыуҙы хуп күрҙе.
– Бынау салатты тәмләп ҡара. Бынау ҡабымлыҡты интернеттан ҡарап беренсе тапҡыр эшләнем...
– Рәхмәт, йылы ашҡа ла урын ҡалһын...
Өҫтәл артындағы дөйөм тәртипкә буйһоноп, дежур һүҙҙәр менән генә аралаштылар ҙа, ун ике тулыу менән икеһенең күҙендә йоҡо булмаһа ла, ятыу яғын ҡаранылар.
Эскән дарыуының көсө еңде, ахырыһы. Гөлсөм бер нисә минуттан әүен баҙарына ла китте. Яңы йылды нисек ҡаршы алаһың, йыл буйы шулай уҙасаҡ. Күңелһеҙ уйҙар менән башты ҡатырмаҫҡа, иртәгә иртә менән эшкә икәнлекте лә онотмаҫҡа кәрәк, тип ятҡан Радмир иһә, таңға тиклем серемгә китә алмайынса, әйләнде лә тулғанды. “Икебеҙ ҙә йәп-йәш, һау-сәләмәтбеҙ. Тик ни өсөн һаман да бәпәй һөйөү бәхетенә ирешә алмайбыҙ һуң? Насар ғәҙәттәр менән дә мауыҡмайбыҙ. Хәйер, көнө-төнө айнымайынса эсеп, теләһә ниндәй тормош алып барыусы ғаиләләр ыһ та итмәй йыл һайын тиерлек бала таба. Аҙаҡ уларҙы ҡарар өсөн хөкүмәт биргән аҡсаға типтереп йәшәй...” – тигән ауыр, күңелһеҙ уйҙар мейеһен игәне.
Төндә йүнләп йоҡлай алмайынса башы аңҡы-тиңке булып, төшөнкө кәйефтә үҙе эшләгән дауахананың урамына килеп ингән ине, һуңғы ваҡытта бәйләнсек һағыҙаҡтай була башлаған Әлфиә исемле ҡыҙ ҡыршыһына тып итеп килеп тә баҫты. Уны ғына аңдып, артынан күҙәтеп йөрөгән тиерһең.
– Радмир Ғайсиевич, операция ваҡытын тиҙләтеп булмаҫмы икән? Әсәйемдең хәле бөгөн төндә тағы ла мөшкөлләнде. Етмәгәнен һуңынан да түләп ҡуйып, һеҙгә бурыслы булып ҡалмаҫ инек, – тип быға тиклем әллә нисә тапҡыр әйткән хәбәрен йәнә теҙеп алып китте.
– Сиратта күпме ауырыу торғанын беләһең. Был теманы ҡабаттан ҡуҙғатмаҫҡа тип килешкән инек, шикелле. – Радмирҙың тауышы уҫал, ыҫылдап сыҡты. “Аҡсағыҙ юҡ икән, ул һеҙҙең проблема”, – тип тә өҫтәргә уйлаған ине лә, ярай ҙа ваҡытында телен тешләп өлгөрҙө. Күҙенә мөлдөрәп ҡарап торған ҡыҙ ҡапыл йәл булып китте ниңәлер. “Ваҡытым юҡ” тиеү менән генә сикләнде лә, ҡыҙыу аҙымдар менән “Кардиолгия бүлеге” тип яҙылған бинаның ишегенән инеп китте.
Яңы йылдың тәүге көнөндә планлаштырылған операциялар юҡ. Шулай ҙа уның ҡул аҫтында дауаланыусыларҙың хәлдәрен белешеп сығыу — уның төп бурысы. Ни тиһәң дә, бюджет дауаханаһында түләүле операциялар эшләүсе хирург бит ул. Шуға ял көнө тип бот күтәреп ятырға тейеш түгеллеген яҡшы аңлай ҙа, кәрәкһә көндө-төнгә ялғап эшләй ҙә, типтереп йәшәй ҙә белә замана табибы.
Тик тыныс күңел менән эшенә генә тотоноп китә алманы. Кисә Гөлсөмөнөң күҙ йәше, бөгөн иртә менән юлын быуған Әлфиәнең инәлеүле ҡараштары күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Бөгәрләнеп кенә ятып ҡалған ҡатыны менән әсәһе өсөн йәнен бирергә әҙер булған, үҫмерлектән саҡ сығып килгән ҡыҙ араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ күреп ҡапыл терт итеп ҡалды тәжрибәле хирург, эш өҫтәле янына ултырып, ауырыу тарихтары яҙылған карталарҙы аҡтара башларға торғанда.
Береһе яңы йән эйәһенең тыуыуын өҙөлөп көтә, икенсеһе үҙенә ғүмер бүләк иткән ҡәҙерле кешеһенең оҙаҡ йәшәүен, үҙен ташлап китмәүен теләй. Гөлсөм менән икеһенә әлегә көслө медицина ла ярҙам итә алмай. Ә Әлфиәнең әсәһе Әминә апайға Радмир ярҙам ҡулы һуҙа ала бит. Әлбиттә, бысаҡ аҫтына ятҡан һәр кем һауығып аяҡҡа баҫа ала тип берәү ҙә йөҙ процент гарантия бирә алмай. Ул Хоҙай эше. Ҡайһы саҡта, ана, наркоздан да айный алмайынса баҡыйлыҡҡа күсеүселәр бар. Әммә йөрәге көндән-көн насарланған ҡатынға әле операция эшләүҙең файҙаһы тейергә лә мөмкин. Тик уҡыусы балаһы менән ауылда мал аҫрап, баҡса ҡарап ҡына көн күргән яңғыҙ ҡатын Радмир ҡуйған хаҡты түләрлек хәлдә түгел. Шуға ла айҙар дауамында иң осһоҙ укол-системалар алып дауаханала ятырға мәжбүр. Ваҡытынан алда ҙурайырға тура килгән Әлфиә иһә әсәһе янында булыр өсөн, үҙе унынсы класс уҡыусыһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, мәктәпте ҡалдырып тороп, бер юлы ике эштә эшләй. Дежур йыйыштырыусылар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәлә ҡунып йөрөгән ҡыҙ бала — кардиология бүлегендә йыйыштырыусы ла, дауахананың биләмәһен таҙартыусы ла. Әммә һәр тинен әрәм-шәрәм итмәйенсә йыйһа ла, әсәһе өсөн операцияға түләрлек хаҡты еткерә алмай әле һаман. Ул йыйылғансы һуң булып ҡуйыуын ҡыҙ ҙа, хирург та яҡшы аңлай. Әлфиәнең бөгөн иртә менән табипты һағалап ҡаршыһына сығыуы ла шунан ғибәрәт. Тик аҡсаның тәмен белеп, хөкүмәт түләгән эш хаҡына ғына мөрхәтһенмәгән алтын ҡуллы хирургтың таш күңеле бер көн килеп иреүе — мөмкин булмаған хәл. Уның тормош юлында ваҡытлыса осрап, эшеңдең баһаһын белеп хаҡ ҡуйырға өйрәтеүсе тәжрибәле ағайҙары булды.
***
Атаһы Ғайса, хаҡлы ялға сыҡҡансы, тирә-яҡта билдәле мал табибы булып эшләне. Радмир үҫкән ваҡытта ауыл халҡы күпләп мал тота ине. Ҡышҡы, яҙғы айҙарҙа һыйыр быҙаулатам тип, йәйен-көҙөн көтөүҙән һөҙөшөп ҡайтҡан малды дауалайым тип, ҡараңғы төндә лә, күҙ асҡыһыҙ ыжғыр бурандарҙа ла аҙ сығып йүгермәне ул. Әлеге кеүек арҡыры ағасты буй һалған өсөн дә хаҡ ҡуйыуҙар юҡ. Хатта рәхмәт әйтергә онотһалар ҙа, ярҙам итә алғаны өсөн ҡәнәғәт йылмайып ҡайтып керер ине.
Атаһының һәр эшен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп, апаруҡ үҙе лә ҡул араһына инә башлаған Радмирға ла эш эләгә башланы. Бер нисә ауыл малының ҡанын анализға алһалар, тимер энәләрҙе таҙартыу, уларҙы стерилләштереү уның иңенә тулыһынса ятты бер мәл. Ялан ҡул ҡанға ҡатҡан энәләрҙе шприц менән һыу тултырып таҙартҡанда нисек Радмирҙың үҙенә лә йоғошло сирҙәр эләкмәгән тиерһең. Шул мәлдәр иҫенә төшһә, әлә лә аптырап ҡуя.
Бер ваҡыт быҙауҙары ҡуш кендек булып тыуған. Атаһы эштә саҡта яңғыҙы ғына һыйыр быҙаулатҡан әсәһе уныһына иғтибар итеп тормаған. Бер нисә көндән йәш малдың бауыр аҫты гөп шеште лә китте. Яңы уҡыуҙан ҡайтып тамаҡ ялғарға йөрөгән үҫмер егет ишек алдында торған быҙауҙағы был үҙгәреште шунда уҡ күрҙе. Билбау аҫты ныҡ ҡына бушауына ҡарамаҫтан, тәүәккәлләп эшкә лә тотондо. Марганцовкалы йылы һыу менән шешкән урынды йыуып, ҡабаттан бәйләп ҡуйҙы. Атаһының укол һалғанын күҙ алдына килтерә-килтерә, һыуытҡыста һаҡланған аҡ порошок – антибиотикка ҡайнап һыуынған һыуҙы ҡушып, яҡшылап буталһын өсөн ныҡ итеп һелкетеп алғас, әҙер шыйыҡсаны шприцҡа тултырҙы. Укол һалынып, бер нисә минут үткәс, быға тиклем ауыр итеп тын алып ятҡан быҙау мышнап йоҡлап та китте.
Улының юғалып ҡалмайынса, барыһын да теүәл, дөрөҫ итеп эшләгәнен белгәс, атаһы: “Йылдар дауамында бушҡа ыштан туҙҙырып йөрөгән, бындай мәлдәрҙә юғары уҡыу йортонда уҡып та нимә эшләргә кәрәклеген аңламайынса юғалып ҡалған студент-практиканттарҙың танауына сирттең бит, улым”, – тип арҡаһынан һөйҙө эштән ҡайтҡас.
– Атай, мин дә һинең һымаҡ ветеринар буласаҡмын, – тине маҡталыуҙан һуң үҙен бер ҡарышҡа үҫеп киткәндәй итеп тойған Радмир.
– Булырһың, улым, булырһың. Ҡулың ипле һинең. Тырышып уҡып, ҡуйған маҡсаттарыңдан ситкә тайпылмаһаң, бынамын тигән табип та сығыр һинән, – тип атаһы, күрәҙәсе кеүек, улының киләсәген юрап та ҡуйҙы.
Шул ваҡыттан һуң яйы тура килгәндә үҙе менән йөрөтөргә тырышты Радмирҙы. Тора-бара үҙе өйҙә юҡта, улы ла мал табибы ролен үтәп ҡуя ине ауылдаштары алдында. Химия, биология фәндәрен биш бармағылай белгән, мал араһында йөрөп тәжрибә тупларға өлгөргән сығарылыш уҡыусыһына уҡытыусылары медицина университетына документтарын тапшырып, көсөн һынап ҡарарға тәҡдим иттеләр. Тәжрибәле педагогтар, ысынлап та, яңылышманы. Радмир еңел генә уҡырға инде унда. Өсөнсө курста уҡығанда бер юлы хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып та эшләп йөрөй ине.
Ординатураға инергә әҙерләнеп, киләсәктә ниндәй йүнәлеш буйынса эшләргә тип баш ватып йөрөгәндә Гөлсөм менән танышты. Ипле, аҡыллы, сибәр ҡыҙға тәү күреүҙән үк ғашиҡ булды егет. Һөйгәненең тауышын ишетеү менән ярһып тибә башлаған йөрәге тәңгәлен һыйпаштырып: “Һы, быға тиклем үҙеңдең барлығыңды ла һиҙҙермәй инең бит. Ҡайһылай ҡыҙыҡ, серле ағза икәнһең дә”, – тип көлөп ҡуя торған ине. Шул ваҡытта кардиохирург булырға ныҡлы ҡарарға ла килеп өлгөргән ине үҙе.
Йәштәр бер йыл осрашып йөрөгәс, өйләнештеләр. Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах тигәндәре, ысынлап та, хаҡ икән. Ҡуртымға алынған ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәле фатирҙа йәшәнеләр башта. Бәғзе тиҫтерҙәре кеүек барыһының да күҙен ҡыҙҙырырлыҡ итеп туй үткәреү өсөн ике яҡтың да ата-әсәһен кредитҡа ла батырмағайны улар. Килен төшөрөү, һыу юлын күрһәтеү кеүек йолаларҙы үтәнеләр ҙә, шатлыҡтарын бүлешергә саҡырылған ҡунаҡтарҙы тыуған йорттарында ғына һыйланылар. Төплө фекерле, аҡыллы йәштәрҙең был идеяһын яҡындары ла хупланы. “Фатир өсөн тәүге иғәнә булыр”, – тип, тиҙҙән ике яҡ та хәлдәренән килгәнсә ярҙам иттеләр.
Тик Өфө кеүек аппетиты киң ҡалала тиҙ генә үҙ мөйөшөңдө булдырыу өсөн ете ҡат тиреңде сығарырға кәрәк икәнлеген икеһе лә аңлай ине. Ҡулына яңы диплом алған Гөлсөм балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлашты. Уның эш хаҡы ашауға, фатир өсөн дә түләргә етмәй. Йәш, яңы ғына эшләй башлаған Радмирҙың да алғаны иҫ китерлек, һис юғында тота һалып ҡына ипотекаға фатир алырлыҡ түгел ине. Шулай ҙа, барына шөкөр итеп йәшәргә тырышты йәштәр. Икеһе лә һайлаған һөнәрҙәренән дә, парынан да ҡәнәғәт ине. Атаһының “ҡулың ипле һинең” тиеүе, ысынлап та, раҫҡа сыҡты. Бер-бер артлы уңышлы операциялар эшләгән табиптың даны тиҙ таралды. Уның ҡулына эләгергә теләүсе пациенттар ҙа артты. Кешенең исеменә, дәрәжәһенә ҡарамайынса ярҙам итергә тырышты ул.
Сираттағы операцияға әҙерләнеп йөрөгәндә баш табип саҡыртып алды.
– Был пациентың менән айырыуса һаҡ бул. Ҡаланы дер һелкетеп тотоусы ағайҙарҙың береһе, – тине ул.
– Миңә уның кем булыуы мөһим түгел. Йөрәге генә иң яуаплы мәлдә һынатмаһын, – тине Радмир, артыҡ әһәмиәт бирмәй генә.
– Башың йәш шул әле, – тип артынан һөйләнеп ҡалған ине ул ваҡытта баш табип.
Операция уңышлы үтеп, дауахананан сығыуына күп тә үтмәне, текә машинала йөрөүсе ҡап ҡорһаҡлы ағай уны үҙе эҙләп тапты. Ҡойолоп төшөп барған “пятнашка”һында дырылдап килеп туҡтаған Радмирҙы күргәс, мыҫҡыллы йылмайыуын йәшерә алманы ул.
– Алтын ҡуллы хирург үҙ ҡәҙерен китәреп бындай ҡиәфәттә йөрөргә тейеш түгел, – тине ул, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң.
– Бюджетта эшләгәндәрҙең хәле шундайыраҡ инде, – тип Радмир үҙ хәле өсөн аҡланырға тырышты.
– Үҙ баһаңды белмәһәң, ғүмер буйы эт типкеһендә, кеше тупһаһында йөрөйәсәкһең, ҡустым, – тип элекке пациенты тос ҡына күренгән конверт менән емеш-еләк һалынған кәрзин һондо.
Гөлсөм менән конвертты асып ҡарағас, иҫтәре китте. Икеһе көнө-төнө эшләп, осон-осҡа ялғап йыл дауамында йыйған аҡсаларынан өс-дүрт тапҡырға күберәк ине унда.
Тәү ҡарашҡа теге кәңәшкә артыҡ әһәмиәт бирмәһә лә, тора-бара барыбер ҙә ҡолаҡ һалды Радмир. Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр бит. Яйлап ҡына пациенттарының ҡылын тартҡылай торғас, барыһы ла ул ҡуйған хаҡҡа риза икәнлеген белдерҙеләр. Ҡомһоҙлоҡ сире Радмирҙың алҡымынан ғына алып ҡалманы, ә күңелен дә ағыулап өлгөрҙө. Аҡсаһы булмаған Әлфиәнең әсәһе кеүек пациенттарға операция эшләүгә асыҡтан-асыҡ баш тартыуға барып етте. Ҡасандыр быҙау өсөн дә үрһәләнгән кеше, хәҙер килеп әҙәм балаһының нисек интеккәнен белә-күрә йөрөһә лә, түләрлек хәле юҡ икән, уның өсөн ҡыл да ҡыймылдатмаҫҡа өйрәнде.
Тағы ла бер йылдан яңы өс бүлмәле фатир алды йәштәр. Үҙенең эштәре көйләнгәс: “Кеше балалары өсөн нервыңды бөтөрөп йөрөмә. Тыуасаҡ үҙебеҙҙекеләргә һаҡла”, – тип Гөлсөмдө эшенән сығарҙы. Тик дүрт күҙ менән көткән ҡауҙы ғына нишләптер ҡунаҡҡа килергә ашыҡманы уларға. Аптырағас, бер-бер артлы ЭКО ла эшләтеп ҡаранылар. Тик барыһы ла бушҡа ғына. Яралғы бер нисә айлыҡ булғас, төшөп тик торҙо. Кәләшен күрһәтмәгән табиптары, йөрөтмәгән дауаханалары ҡалманы. Табиптар: “Икегеҙ ҙә һау-сәләмәт. Бында ниндәйҙер икенсе бер сәбәп бар. Йә ваҡыты етмәгән”, – тип, барыһы ла алдан килешеп ҡуйғандай, бер үк һүҙҙе һөйләнеләр.
***
Кардиология бүлегендә дауаланыусыларҙың хәлен белешеп йөрөгәндә, мөйөштәге ҡышын иң һыуыҡ палатаға ла инергә булды бөгөн Радмир. Ғәҙәттә, унда Әминә апай кеүектәрҙе һалырға тырышалар. Улар янына кереп алтындай ҡәҙерле ваҡытын әрәм итеп йөрөргә күнекмәгән хирург. Дежур, ыбыр-сыбыр табиптарҙың бурысы тип һанай. Был юлы Радмир Ғайса улының үҙен күргәс, ауырыуҙар ятҡан урындарынан ҡалҡынып ҡуйҙылар. Ҡулы менән генә уларға ятырға ҡушты ла, Әминә апай янына барып ултырҙы. Йөрәк тибешен тыңлап, хәлен һорашҡас:
— Операцияға әҙерһегеҙме? – тип ҡапыл һорап ҡуйҙы.
– Көндән-көн тын алыуы ауырлаша, туғаным. Күкрәгем тишеп килгән кеүек итеп ауырта. Бөгөн төндә лә үрһәләнеп сыҡтым. Операция – был ыҙаланыуҙарҙан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы икәнлеген аңлайым да ул. Тик һаман да аҡса яғы менән килеп сыҡмай шул, – тине Әминә апай өмөтһөҙ генә итеп.
– Ауылдан килеүселәргә бушлай операция эшләү тураһында медицина министрлығынан программа ҡаралған. Бына бөгөндән, йыл башынан ғәмәлгә инде. Коллегаларым менән килешәм дә, аҙна аҙағына тиклем эшләргә тырышам. Әлегә был яңылыҡ тураһында Әлфиәгә әйтмәй торайыҡ. Алдан ҡайғыртмайыҡ, – тип бер ниндәй ҙә ундай программа булмаһа ла, хәйләләшеп вәғәҙә биреп сыҡты табип пациенты янынан.
Үҙенең йылдар дауамында һыналған командаһына шылтыратып, Әминә апайға операция эшләнәсәк көн билдәләнгәс, иңдәрендә ҡанат үҫкәндәй осоп-талпынып ҡайтырға сыҡты.
Ашыҡ-бошоҡ тамаҡ ялғағас, имсәк балалар йортона барырға йыйыныуы хаҡында кәләшенә әйтте.
– Әллә?.. – Тамағына ҡапыл килеп тығылған төйөр Гөлсөмгә әйтеп бөтөргә ирек бирмәне.
– Ю-уҡ, үҙебеҙҙеке булыр, булырҙар әле. Ә әлегә әллә ҡасандан бирле хужаһыҙ ятҡан кейемдәрҙе алып барайыҡ, – тине.
– Һуң, үҙең “тыуырҙар” тиһең бит...
– Кейер кешеһе булһа, яланғас йөрөтмәҫбеҙ, кәләш.
Бәләкәй бала кейемдәре, әйберҙәре уларҙа тотош бер шкафты тиерлек биләй. Ҡайҙа ниндәй матур әйбер күрәләр, алалар ине. Төйөнсөктәр төйнәлә башлағас, быйыл йәй Төркиәнән алып ҡайтҡан костюмды бирергә йәлләгәндәй, ҡулында әйләндереп-тулғандырып торған Гөлсөмгә:
– Йәлләмә. Йән биргәнгә – йүн бирә ул, – тип яурынынан еңелсә генә һөйөп ҡуйҙы Радмир кәләшенең.
Байрам көндө, етмәһә, кис төшөп барғанда үҙҙәре хәтлем ҙур-ҙур төйөнсөктәр менән килеп кергән йәш парҙы балалар йортонда аптырап ҡаршы алдылар.
– Бар түрәләр ялда. Был хәтлем әйберҙе рәсмиләштерергә кәрәк бит. Уныһы минең ҡулымдан килерлек эш түгел, – тине бала ҡараусы оло ғына ҡатын.
– Беҙҙе бер ергә лә теркәргә кәрәкмәй. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләге итеп ҡабул итегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, – тип көлөштө йәштәр.
Оло тормош юлы үтеп, кешегә бер күтәрелеп ҡарауҙа уҡ һынарға өйрәнгән бала ҡараусы ҡатын, әлбиттә, изге ниәт менән килеүселәрҙең тәҡдименән баш тарта алманы.
– Бар теләгегеҙ тормошҡа ашыр. Өмөтөгөҙҙө генә өҙмәгеҙ, – тип әйтеп ҡалды арттарынан хушлашҡанда.
Әсәһенә операция эшләгәндә Әлфиәнең уның нисек үтеүе хаҡында борсолоуын теләмәгән Радмир был юлы ла хәйләгә барҙы. “Иң егәрле хеҙмәткәрен дауахана профсоюзы күрше өлкәләргә сәйәхәткә сығырға өс көнгә юллама бирә”, – тип алданы. Ҡыҙы донъя күреп ҡайтҡанда, әсәһе лә һауығыуға табан бара ине.
Әминә апай дауахананан сыҡҡас, Радмир уларҙы автовокзалға үҙе илтеп ҡуйҙы. Билет алып, автобус көтөп торғанда, Әлфиә кеҫәһенән ялтыр ҡапҡа төрөлгән бәләкәй генә төйөнсөк сығарҙы. Бәхетле йылтыраған күҙҙәрендә ҡапыл уңайһыҙланыу тойғолары сағылып ҡалғандай булды был мәлдә үҙенең. Әйтергәме, әйтмәҫкәме, бирергәме, бирмәҫкәме тип, уйланып, баҫҡан урынында бер ни тиклем тапаным торғас:
– Радмир Ғайсиевич... Радмир ағай, әлегә ошо бәләкәй генә бүләкте ҡабул итеп алып торғоҙсо. Әсәйемде аяҡҡа баҫтырғанығыҙ өсөн йәйен емеш-еләк һатып булһа ла түләп ҡуйырмын, — тип теге төйөнсөктө һуҙҙы.
– Бурысыбыҙ бар тип уйлама. Әсәйеңде, үҙеңде һаҡла, — тине Радмир бүләкте алып.
– Яңы йыл таңында урам һеперергә сыҡҡанда, әсәйем тиҙерәк һауыҡһын, ер йөҙөндә изгелек артһын, тип теләй-теләй йөрөгән инем. Ҡазанда ваҡытта сувенирҙар һатылған бер магазинға ингән инек. Һатыусы: “Ҡот, ырыҫ килтереүсе һын”, — тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтағас, мин дә: “Ҡана, бәхетемде һынап ҡарайым әле”, — тип алған инем. Ҡайтыуыма иң ҙур хыялымды тормошҡа ашырҙығыҙ, ағай.
– Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, туғаным. Ике донъяның да рәхәтен күрергә яҙһын. Көтмәгәндә үҙеңдең дә теләктәрең тормошҡа ашһын, — тип һүҙгә ҡушылды Әминә апай хушлашҡанда.
Машинаһына ултырғас ҡапты асҡан ине, ҡар бөртөгөнә лә, фәрештә һынына ла оҡшаған аҡ статуэтка килеп сыҡты. Ундай нәмәләргә артыҡ ышанып бармаһа ла, эскерһеҙ, ихлас күңелле ҡыҙҙың бүләген ташларға ҡулы барманы. Йоҡо бүлмәһендә элеүле кәштәгә ултыртты ла, күпмелер ваҡытҡа уның барлығы хаҡында онотоп та бөткән ине, бер мәл бәхете, тауҙан ишелгән ҡар өйөмө кеүек башынан-аяғынаса биләп алды.
Кәләше аш төрләндереп, иртәнге сәйҙе бөтөнләй эсә алмай башлағас, Радмир тәүҙә был үҙгәрештәрҙең ысын булыуына ышана алманы. Оҙаҡламай шатлыҡлы хәбәрҙе Гөлсөм үҙе еткерҙе.
– Үҙгәрештәр башланғас, башта үҙем дә ышанмаған инем. Күрәҙә ҡылып йөрөгәнсе, тип кисә УЗИ-ға яҙылдым. Бына һөҙөмтәһе, – тип иренең алдына ҡағыҙ киҫәге һалды. Дүрт-биш аҙналыҡ яралғының нөктә кеүек кенә булып үҙе лә күренә ине фотола.
– Һиңә кисекмәҫтән дауаханаға ятырға, икегеҙҙе лә һаҡларға кәрәк, – тип ҡыуанысынан ҡайҙа баҫҡанын белмәйенсә йөрөп һөйләнгән иренә:
– Борсолма, тәбиғи юл менән яралған балалар күпкә көслөрәк, ныҡлыраҡ була, тиҙәр. Беҙгә яҙғаны булһа, тыуыр, – тип, бөгөн генә үҙенә гинеколог әйткәндәрҙе ҡабатланы.
...Яңы йылдың тәүге көнөндә мохтаждарға ярҙам итеп, өмөтһөҙлөккә бирелгәндәргә ғүмер бүләк иткән алтын ҡуллы хирургтың үҙенең дә йыл аҙағында иң ҙур хыялы тормошҡа ашты. Гөлсөмө үҙенә ике тамсы һыуҙай оҡшаш малай бүләк итте.